Ире китер алдынан быяла шешәләге һутты йәһәт кенә эсеп бөтөп, уның урынына коньяк ҡойҙо. Лимон менән ҡаты шоколадты ашамлыҡтарынан айырым һалып алды.
– Эй килештерәһең дә инде, – тине Гөлсөм, буш коньяк шешәһендәге биш йондоҙло, затлы марканы күреп.
– Ә кәк жи. Имею право! Яҡшы кешеләр шулай ял итә.
Такси тиҙ арала килде, Ғәфүр ҡатынының ирененә иренен тейҙереп алды ла, сумаҙанын һөйрәп сығып йүгерҙе. Поезда китеп барышлай, туҡталыш һайын тиерлек шылтыратты, хәлде белде. Бигерәк иғтибарлы. Гөлсөмдө өрмәгән ергә ултыртмай. Кеше көнләшерлек итеп йәшәп яталар. Уртаҡ балалары булмаһа ла, ҡатынын бала урынына ҡарай ир. Таңдан “үҫ, үҫ, үҫ” тип тәндәрен ыуып уята. Эштән ҡайтыуына бер-ике семтем тоҙ һалынған йылымыс һыу менән тасты алдына килтереп ҡуя. Ойоҡтарын систереп, һөйгәненең аяҡтарын шунда тыға. Егерме минуттан табанына массаждар яһап, кремдар менән ыуып, таҙа наски кейҙерә. Ашарға ла бешереп ҡуя, сөнки эшкә иртә китә, иртә ҡайта. Ә Гөлсөмдөң эше һуң бөтә. Ҡайһы саҡ Ғәфүр уны ҡаршыларға сыға. Йомғаҡтай йоморо ир тәгәрәп килеп ҡатынын ҡосаҡлап ала, кеше күрә, тип тә тормай. Етәкләшеп магазиндарға инәләр, сөкөрҙәшеп ултырып сәй эсәләр. Гөлсөм ҡыҙыҡ хәбәр һөйләһә, Ғәфүр оло ҡорһағын һелкетеп көлөп ебәрә. Уның ҡорһағы ҡыҙыҡ ҡына һелкенгәнгә Гөлсөм көлә…
Курортына барып еткәс, кисен Ғәфүр ярты сәғәт буйы ниндәй процедураларға яҙылғанын, кем менән урынлашҡанын түкмәй-сәсмәй һөйләне. Гөлсөм ҡыуана-ҡыуана тыңланы: “Шылтыратам, тип ыҙалама, донъяңды онотоп рәхәтлән! Минең өсөн борсолма. Бер-береңдән ял итеп алыу ҙа һәйбәт була ул!” – тип тәтелдәне. Ысын, аралағы меңәрләгән саҡрымдар уларҙың яҡты мөнәсәбәтен тағы ла нығыраҡ яҡшыртыр, мөхәббәттәренә ялҡын өҫтәр! Йыл буйы көтөп йөрөй бит ире курортты. Быйыл дүртенсегә китте. Отпускылары бергә тура килмәй ҙә ҡуя. Октябрь айы Гөлсөмдөң квартал отчеттарын биргән мәле. Ә иренә отпускыны, үҙе әйтеүенсә, шул айҙа ғына бирә алалар. Йәйгеһен уға ял эләкмәй. Заводта эш күбәйә. Шуға икеһе айырым-айырым ял итә, аҙаҡ һағынышып осраша. Шунан да ҙур бәхет бармы һуң? Уларҙың ҡайнар хистәрен йылдар һынаған!
Гөлсөм ишекте асыуға танауына тәмле аш еҫе килеп бәрелә торғайны. Хәҙер ас бесәйе генә ҡаршы ала. Ул да, хужаһын һағына, ахыры, йоҡларға ятҡас, карауатҡа һикереп менеп, мендәрҙе еҫкәй. Шунан ишек төбөнә килеп, йәлләткес кенә мыяулап ҡуя. Аҙна-ун көндән Мыраубикә Ғәфүрҙең юҡлығына күнде, Гөлсөмдөң баш осонда йомарланып тыныс ҡына йоҡлай башланы. Ә Гөлсөмгә ҡыйын. Ишек төбөнә барып мыяуларға бесәй түгел. Шылтыратһа, иренә ҡамасаулармын, тип уйлай. Күптән тауышы юҡ бит. Бер шылтыратҡанында, процедураламын, тине.
Өс аҙнала ике-өс кенә шылтыратҡандыр Ғәфүр. Ни эшләп шылтыратмайһың, тигәс, һин үҙең минән ял итәм, шылтыратма, тинең бит, тигән яуап алды. Шулай бит әле, донъяның артына тибеп ял ит, тип кем әйтте һуң? Гөлсөм бүтән бәйләнеп маташманы.
Ғәфүр ҡайтырға бер-нисә көн ҡалғас, ҡатын ирен элеккенән дә нығыраҡ юҡһынғанын аңланы. Һалҡын түшәгенә тиклем һөйгәнен көткән һымаҡ тойолдо. Олоғайыла шул. Күңел дә нескәрә. Ҡәҙер ҙә нығыраҡ беленә. Элегерәк Гөлсөм төндә гел генә: “Һин мине яратаһыңмы?” – тип һорай торғайны, ғәҙәткә һеңеп киткәйне. Тегеһе: “Яратам”, – тип ҡыҫып ҡосаҡлай, һөйәктәр шытырҙап китә. “Ҡайҙа тиклем?” – тип йылмая иркә ҡатын. “Ҙур йондоҙға тиклем!” “Ҙур йондоҙға тиклем?” – Гөлсөм нәфис бармаҡтары менән иренең ирендәренә ҡағыла. Уныһы йомшаҡ ҡына итеп иркәбикәһенең арҡаһын ҡаға, “бәү, бәү” тип шыбырҙай...
* * *
Курорттан Ғәфүр ялтырап ҡайтып төштө. Күҙҙәре янып тора! Кәүҙәгә лә һурыҡҡан. Эшенән профсоюз путевкаһының етмеш процентын кире ҡайтарып биреү менән яңы смартфон һатып алды. Элеккеһе “глючит” икән дә, ”интернет тормозит” икән дә. Етмәһә, эшендәге салагалар ҙа айфонға күсеп бөткән. Үҙенең аҡсаһы бит, алһын.
Тумалаҡ кәүҙәле ирекәй скандинав таяҡтарына эйә булды. “Ябығырға кәрәк”, тип сәғәттәр буйы паркта йөрөй. Ашауын да сикләне. Алтынан һуң ауыҙына бер ни ҡапмай. Ҡайҙа ул Гөлсөмгә әҙер аш! Эштән һуң ҡайтҡас, ҡатындың ризығы һигеҙһеҙ-туғыҙһыҙ әҙер булмай. Бер үҙе ултырып ашай, килеп тороп уңайһыҙ.
Ял көндәре лә Ғәфүр үҙе менән мәшғүл, көнөнә әллә нисә үлсәнә. Тәмлекәсте лә семтеп кенә ашай. Холҡо үҙгәрҙе. Бер нәмә әйтеп булмай, ҡыҙып бара. Ут һымаҡ ҡабына ла китә. Бер һүҙгә ун яуап таба. Мыжыҡлыҡтың сигенә сыҡты. Гөлсөм әхирәттәренә зарланып та алды. Тырышып-тырмашып ябыҡҡанын әйтте. Тегеләре анориксия була күрмәһен, тип хафаланды.
Анорексия! Ысынлап та. Психиканы ҡаҡшата торған замана ауырыуы. Ҡайҙан килгән ирҙең башына ябығыу уйы!
Байрамда Гөлсөм ғәҙәттәгесә ҡаҙылыҡ, былау, мул итеп ҡуллама бешерҙе. “Нишләп ҡаҙылыҡты майлы итеп эшләнең, әйттем бит һиңә итен күберәк тыҡ, тип! – күҙе аларған Ғәфүр урталағы тәрилкәне алып осора яҙҙы, – мин ашамаһын, тип шулайтҡанһыңдыр инде!” Былауҙы былай йыпырҙы. Өҫтәйем, тип һауытҡа ҡулын һуҙған Гөлсөмгә тағы эләкте. “Юрамал мине һимертәһең, ете ҡалаҡтан күп ашамағанымды беләһең бит!” Төкөрөк сәсеп тороп аҡыра бит әле, әйтерһең алдына ағыу ҡуялар! Ҡатындың күҙҙәренән йәштәр атылып сығая яҙҙы, алҡымына төйөр тығылды.
– Ғәфүр!..
Бер телем икмәкте тағы ла йоҡартыбыраҡ яңынан телергә маташҡан ир үҙенекен һөйләне:
– Немецтар һымаҡ ашарға кәрәк. Икмәкте улар үтә күренмәле итеп телә, ә һин по-крәҫтиәнски. Ауыл балаһы!
– Нимә булды һиңә?
– Булманы, – ҡапҡанын йыбанып ҡына йотоп ебәргән Ғәфүр һөтһөҙ, шәкәрһеҙ сәйенә үрелде.
– Ябыҡтың бит инде. Еткән. Килешмәй һиңә ябыҡ булыу.
– Ы?!.
– Туҡтат ябығыуыңды.
– Ы?!. – Ғәфүр ваҡ-ваҡ йотом менән сәйен эсеп бөткәс кенә телгә килде. – Врачтар миңә ябығырға ҡушты. Санаторийҙа узи үттем. Бауырҙы ла, бөйөрҙө лә май бөргән, тинеләр.
– Ҡапыл ябығырға ярамай бит. Ана нисек күҙең һөҙөлгән. Күҙ аҫтарың һәленеп төшкән. Ҡурҡыныс.
Ғәфүр һикереп тороп көҙгөгә йүгерҙе. Битен һыйпаштырып, күҙ ҡабаҡтарын бармаҡтары менән төрткөләгәс, салбарын, джемперын сисеп ырғытты ла, үлсәүгескә баҫты.
– Ашағандан һуң үлсәнергә ярамай бит, – тине Гөлсөм, көлөп.
– Тағы ун кило ташларға кәрәк икән, – ҡорһағына шап-шоп һуҡҡылаған Ғәфүр смартфонын ҡосаҡлап, диванға барып ятты.
“Был кеше бөтөнләй мине ишетмәй, үҙенең донъяһында йәшәй. Анорексия икән ысынлап та. Ярҙам итергә кәрәк”, – Гөлсөм ирен нисек психиатрға алып барыу тураһында пландар ҡора башланы.
Карауатта үҙенә артын ҡуйып ятҡан, кәүҙәһе шиңгән Ғәфүрҙе ныҡ йәлләне ул. Һулыған беләгенә ипләп кенә ҡулын һалды. Яйлап ҡына шыуып килеп, ҡыҫып ҡосаҡлап алды. “Эҫе! Эҫе!” – тип ире иҙәндәге балаҫҡа тәгәрәне. Мендәрен үрелеп алып, өҫтөнә халатын бөркәнде. Иренең йән ауырыуына дусар икәненә тамам ышанған ҡатын ҡаты уйға батты. Тын алғаны ла һиҙелмәй бит әле ул. Элек башы мендәргә тейһә, шыжлап йоҡлап китә торғайны. Хырылдаһа бер-ике төрткөләп тә алаһың. Курорттан ҡайтҡаны бирле йоҡлағанында тын алғаны ла ишетелмәй. Эштә ныҡ арыған Гөлсөм әүен баҙарына унан алда юллана. “Әллә япрағы төштө микән?” – үҙ уйынан үҙе ҡурҡҡан ҡатын ынтылып иренең һирәк сәсле башын һыйпаны.
– Йоҡларға бирәһеңме, юҡмы! Таңдан эшкә! – тимер тауыштан терт итеп ҡалды ҡатын. Ҡулын тиҙ генә тартып алды. Шулай ҙа һөйләшеп ҡарарға булды.
– Барыбер йоҡламайһың. Бер нәмә әйтәм тигәйнем.
Ғәфүр уға ҡарай әйләнеп, мендәренә терһәкләнде. Ҡараңғыла уның элек айҙай йоморо балҡыған бите бер устай ғына булып күренде.
– Һин бит ауырыйһың...
– Нимә миңә бәйләнәһең?
– Бәйләнмәйем, дөрөҫөн әйтәм.
– Юҡты һөйләмә, – Ғәфүр тағы артына әйләнеп ятты. Әллә ҡолаҡтарын да баҫҡан инде. Ауырыу ауырыу инде...
– Әйҙә, врачҡа барайыҡ... Ишетәһеңме? Аҙаҡ һуң булыр. Туҡтатып булмаҫ. Һиндә – анорексия. Ул бик яман ауырыу. Организмың күтәрә алмаясаҡ. Туҡтат ябығыуыңды... Йөрәгең күтәрмәҫ. Һин бит ир кеше. Аҙнаға ике-өс кенә йөрө атлап, таяҡтарың менән. Ә һин көнөнә ун-ун биш километр атлайһың. Нормаль кешенең эше түгел был. Ишеттеңме? Иртәгәнән паркҡа сыҡмайһың. Сыҡһаң да мине көтәһең. Мин дә йөрөй башлайым. Сама менән генә йөрөйбөҙ. Ишетәһеңме? Сөнки мин һинең һаулығың өсөн ҡурҡам! Сөнки һиндә – анорексия!
– Йоҡлатаһыңмы һин мине, юҡмы? Сырылдай ҙа сырылдай ҡолаҡ төбөндә! Серәкәй һымаҡ! Бына һин ул психик ауырыу. Мине эҙәрлекләүҙән башың сыҡмай. Тегеләйтмә, былайт. Былайтма, тегеләйт. – Ярһып һикереп торған ир түрбашҡа сығып һыу эсеп килеп ятты. – Минең дә үҙемсә йәшәгем килә! Тын да алдырмайһың! Баҫаһың да баҫаһың! Баҫаһың да баҫаһың!
Халатын башы аша бөркәнгән иргә ҡабат хәбәр һөйләүҙең кәрәге ҡалмауын аңлаған Гөлсөм тынып ҡалды. Психик ауырыуҙан негатив шулай күп була тигәйнеләр шул. Кеше яратмай, һүҙ күтәрмәй, тигәндәре лә дөрөҫ икән.
Ул төндә кемдең йоҡлағанын, кемдең йоҡламағанын аңлап булманы. Бесәй генә таңға тиклем бер Ғәфүргә, бер Гөлсөмгә йөрөп сыҡты. Уларҙы татыулаштырғыһы килгәндер инде, бахырҡайҙың.
* * *
Иртәгәһенә Гөлсөм эштә һуҙылып ултырманы, алтынан һуң компьютерын һүндерҙе лә өйөнә ашыҡты. Паркта эйәреп йөрөп, ирен психиатрға барырға күндерергә ине уйы. Дюрасел батарейкаһын рекламалаған ҡуян һымаҡ сабып тик йөрөй ҙә баһаң. Йөрәге туҡтап ҡуйһа әле көсөргәнеүҙән!
Ғәфүр, әлбиттә, уны көтөп тормаған. Сей йомортҡаны һытып эсеп, бер телем икмәкте ҡапҡылаған да, һыҙған. Гөлсөм йәһәт кенә тауыҡ бешерергә ҡуйҙы. Һурпаһын булһа ла көсләп эсерермен, тип уйланы. Ике сәғәттән, смартфонда музыканы аҡыртып, ишек төбөндә Ғәфүр пайҙә булды. Күҙҙәре ут булған, ауыҙы йырылған. Музыка ыңғайына бейепме бейей. Гел һөмһөрө ҡойолоп, ҡашы емерелеп йөрөгән әҙәмдең терелеп китеүе Гөлсөмгә ғәжәп тойолдо. Таяҡтарын мөйөшкә быраҡтырған Ғәфүр залға сығып бейей башланы. Әллә ниндәй йыр бит әле. Аҡырып йырлай йырсыһы ла. Һурпанан да баш тартманы. Юҡ-бар һөйләп, мәғәнәһеҙ шаяртҡылап, тауыҡ ботон да кимереп ҡуйҙы. Гөлсөмдөң эсенә йылы йүгерҙе. Өҫтәл артынан торғас, Ғәфүр тағы ла үҙенә йомолдо. Смартфонына текәлде. Берҙән-берен ауыр сирҙән ҡотҡарырға ҡарар иткән Гөлсөм креслоға ултырып, нисек һүҙ башларға белмәй, телевизор ҡабыҙҙы. Күҙе ялпылдаған кадрҙарҙа, күңеле ирендә.
– Төш мәлендә шылтыратҡайным, телефоныңды алманың.
– Ә, мин алдараҡ ашаным да, паркҡа йөрөргә сыҡтым.
– Кис йөрөүең етмәйме? Йөрәгең нисек түҙә ул шул тиклем көсөргәнешкә? Туҡтат! Туҡтат! Мине тыңла!
– Һин көнләшәһең. Минең матур булыуымды теләмәйһең. Һиңә минең һимеҙ сусҡа булып йөрөүем оҡшай. Сөнки...
– Нимә сөнки? Нимә? Әйт!
– Сөнки һин миңә тын алырға ла бирмәйһең. Сөнки мине һанға һуҡмайһың. Сөнки минең ошо өйҙә тыным тарыға. Аңлайһыңмы? Тынсыу миңә! Тынсыу!
Гөлсөмдөң ҡапыл йөрәге семетеп алды. Был кешене көсләп кенә дауаламаһаң, ыңғайлатырлыҡ түгел, етмәһә, агрессия һыҙаттары ла төҫмөрләнә башланы. Телефонын болғап алдында баҫып торған ирҙән шыртлап, бөрөшә биреп ултырҙы ла, артабан өндәшмәүҙе хуп күрҙе. Түрбашҡа сығып һыу уртлап килгән ир тағы телефонына текәлде. Шунан ҡаш аҫтынан ҡарап:
– Иртәгә административный алам, атайҙың хәлен белеп киләм. Һинең менән талашып ултырып надайыл, – тип урын һала башланы.
– Иртәгә йома ғына бит. Ялда бергә барырбыҙ.
– Күптән поликлиникаға алып барырһың, тип әйтә ине. Оло кешенең күңеле булыр. Төшөмә лә инә башланы. Әллә бар ғүмере, әллә юҡ, – ирҙең тауышы хатта ҡалтырап китте.
“Атаһы менән бәхилләшеп килергә булды микән был. Япрағы төшкән кешегә оҡшай бит. Тыуған тупраҡ тарта...” – ошо уйҙан ҡатындың ҡото осто. Иртәгәгә әхирәте аша психотерапевт белешкәйне. Ай-вайына ҡуймай алып барырға кәрәк. Нисек тә әүрәтеп. Илапмы, инәлепме, ҡурҡытыпмы... нисек тә. Йөрәге дөп-дөп типкән ҡатын ватсаптан әхирәтенә: “Психотерапевты иҫкәрт әле, йәме. Иртәгә Ғәфүр атаһына ҡайтып китә. Дүшәмбегә һөйләшеп ҡара”, – тип яҙып ебәрҙе. Теге остан аптырауҙы һүрәтләгән смайлик килеп төштө. Артынса: “Ҡыҙыҡ өсөн телефонын тикшер”, – тигән яҙыу пәйҙә булды. Ә ни эшләп тикшерергә?! Гөлсөмдөң күңеленә ҡорт төштө. Әхирәте бик башлы уның. Юҡҡа ғына әйтмәҫ.
Гөлсөм, компьютерҙы ҡабыҙып, Ғәфүрҙең йоҡлап китеүен көттө. Йоҡо бүлмәһенең ишеге тапҡырына аяҡ осонда ғына килеп, ҡолаҡ һалып тыңланы. Телефонды эләктергәс, тиҙ генә компьютерҙа ватсап вебты асты. Ғәфүрҙең телефонына килгән код аша билайнда шәхси кабинет булдырҙы. Шыуышып ҡына атлап уның мендәре эргәһенә телефонды кире һалғас, ҡалтырана-ҡалтырана компьютер алдына ултырҙы. Был ни ғәләмәт, Мәскәү менән күп һөйләшә лә баһаң был! Көн һайын тиерлек! Гөлсөм был номерҙы үҙенә күсереп ҡуйҙы ла “Кем ул” исеме менән һаҡлағас, ватсаптан эҙләй башланы. Һары башлы күҙлекле бисә килеп сыҡты. Гөлсөмдөң тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Иренең ватсабына инде. Ул ҡатын “Зина Игоревна работа” исеме менән теркәлгәйне. Ҡапыл унан: “Почему не спишь? Смотри не опоздай, не проспи. Вылетаю в час двадцать” тигән яҙма килде. Гөлсөм тынып ҡалды. Яҙырға ярамай бер нәмә лә. Ватсапты һүндерә һалырға кәрәк.
Гөлсөм тиҙ генә Мәскәү – Өфө рейсын ҡараны. Алтынсы яртыларҙа самолет Өфөлә була. Өлгөрәм. Эшкә. Ғәфүр алтынсы яртыла аэропортта булыр өсөн дүрттә үк торорға тейеш. Атаһына барһа, алтыла торор ине. Гөлсөм йоҡларға ятты. Өс сәғәтте нисек тә үткәрергә кәрәк. Иренең бәләкәсәйеп ҡалған кәүҙәһенә ҡурҡып та, ерәнеп тә ҡараны ул. Башына әллә ниндәй уйҙар килде, бер мәл упҡынға осҡан һымаҡ булды хатта, ҡапыл йоҡлап киткән икән. Кемдер төрткән һымаҡ уянды. Ваннала бикләнеп ире йыуынып маташа ине. Шым ғына сыҡты, хушбуй еҫе танауҙы ҡытыҡланы. Был еҫ таныш түгел бит. Ҡайһы арала алды икән уны? Гөлсөм йоҡлаған кеше булып ятты. Борғоланғыһы килһә лә, түҙҙе, ҡабырғаһы талып бөттө, йөрәге сәнсте, тыны ҡыҫылды...
Түрбашта сәйнүк ҡайнап сыҡты. Кофе эсә, ахыры. Мыштырҙай шунда. Бына уттарҙы һүндереп, йомшаҡ ҡына итеп ишекте япты. Асҡысының тауышы ла тоноҡ ишетелә бит әле. Гөлсөм ялп итеп тороп, тәҙрә ҡорғанының мөйөшөн ҡайырҙы. Машинаға китте. Әле самолет килергә ваҡыт күп. Йөрәге түҙмәй, бахырҙың.
Машина ҡуҙғалып, күҙҙән юғалғас ҡына Гөлсөм уттарҙы яндырҙы. Артабан барыһы ла күҙ асып йомғансы булды. Нисек йыуынғанын, бер сынаяҡ кофе һемергәнен, такси саҡыртҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Йөрәге “алға! алға!” тип ашыҡтырҙы. Сығып китер алдынан тағы ла тәҙрәнән урамға күҙ һалды. Машинаның кире килеп ултырыуын теләне ул. Тик ул урын буш ине.
Такси аэропортҡа тиҙ генә килтереп еткерҙе. Гөлсөм, ҡара күҙлек кейеп, көтөп ултырыусылар араһына инеп сумды. Алдындағы дәү ирекәй аша залды күҙәтте. Халыҡ ҡыбырҙаша башланы. Ҡаршы алыусылар бер ергә өйөлдө. “Күренмәй ҙә инде Ғәфүр. Бәлки, ул бисә яңлыш яҙғандыр. Икенсе кешегә ебәрәм, тип. Эй алйотмон да инде. Нисек шикләнергә була шундай иреңдән? Дауаларға кәрәк уны анорексиянан, түбәнселеккә төшөп, эҙәрлекләп йөрөмәҫкә кәрәк!”
Шул саҡ самолеттың төшөп етеүе тураһында хәбәр иттеләр. Тышҡы ишектән атылып Ғәфүр килеп инде. Күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, кешеләрҙе йырып, алға ынтылды. Ҡомһоҙланып алдағы ишекте күҙәтте. Һары башлы, күҙлекле ҡатын эргәһенә уҡтай атылды Ғәфүр. Күтәреп алды, үбеп-үбеп, бер-ике өйөрөлттө. Уф! Гөлсөмдөң күҙ алдары ҡараңғыланды. Нимә эшләргә? Һары бисәнең сәсенән йолҡорғамы? Әллә ошонда ғына ер упһынмы икән? Гөлсөмдөң теле таш булып ауыҙ эсендә ҡатҡайны. Тегеләр етәкләшеп сығып китте. Гөлсөм аэропорттың быяла стенаһынан уларҙы күҙәтте. Был икәү сикһеҙ ҡараңғылыҡҡа инеп юғалғансы... Шунан... һығылып илап ебәрҙе. Үҙен йәлләп. Сөнки Ғәфүрҙең түгел, үҙенең йән ауырыуына дусар булыуын аңланы. Ышанған иренең хыянаты йәнен өҙгөләне, һыҡратты, һыҙлатты.
Шаңҡыуынан арынған ҡатын телефонына үрелде...
САЙТТАН ХИКӘЙӘНЕ КҮСЕРЕП АЛЫУ ҠӘТҒИ ТЫЙЫЛА!!!