Бөтә яңылыҡтар

Дуҫлыҡ. Әлиә Саматова

-Нурғәле, ҡотҡар! Фашистар беҙгә табан килә, дуҫым, нишләйбеҙ? Улар ана ҡайһылай күмәк, ә беҙ икәү генә! -Беҙ әле йәшәп тә өлгөрмәнек, Матвей! Эх, донъя шундай матур! А -а-а, граната, йәшен, дуҫҡай!

Һуңғы төндәрендә ҡабатланған ошо төшөнән бөгөн дә тертләп уянды ҡарт Нурғәле. Етмеш йыл элек булған ваҡиғалар ҡарт фронтовик йәненә тынғылыҡ бирмәне.
Мәктәпте яңы тамамлаған Матвей менән Нурғәлене ҡәһәрле һуғыш Харьков ҡалаһы өсөн барған ҡаты алышта таныштырҙы. Танау аҫтары ла кибеп өлгөрмәгән, әммә тыуған илен батырҙарса һаҡлап, фашистарға ҡаршы сыҡҡан ҡаһарман йөрәкле егеттәр яуҙа һынатманы. Тыуған Харьковын үҙ Уралылай күреп һаҡлаған Нурғәлегә ҡарата украин егетенең дуҫлыҡ ҡына түгел, туғанлыҡ хистәре уянды. Оҙайлы барған яуҙа дошманды ҡаланан ҡыуып сығарғас, Матвей яуҙашын өйөнә саҡырып, әсәһе һәм һеңлеһе менән таныштырҙы. Тыныс тормошта ауыҙына ла алмаҫ салоны Нурғәле тап шунда тәмләне. Аслыҡ ризыҡ һайлап тормай шул ул. Ике йәш егет дуҫлыҡтарын мәңге өҙмәҫкә ант иттеләр. Анттары хоҙайҙың аминь тигән сағына тура килде. Һуғышта төрлө фронттарҙа булһалар ҙа, хатлашып, бер -береһен юғалтманы улар. Һуғыш бөткәс, тыуған илдәрендә ғаилә ҡороп, балалар үҫтергән осорҙа осрашырға ла мөмкинлек табылды. Был юлы Нурғәле украин дуҫын ғәзиз Уралында ҡунаҡ итте. Һөйләшеп һүҙҙәре, серләшеп серҙәре бөтмәне фронтташтарҙың. Башҡорттарҙың ҡунаҡсыллығы тураһында ишетеп кенә белгән дуҫы, ҡымыҙ -буҙалы, ҡаҙылыҡлы һәм кәрәҙле баллы һый -хөрмәттән ауыҙ иткәс, инанды.
-Нурғәле, һинең менән дуҫ булмаһам, ер йөҙөндә шундай ҙа ихлас, кешелекле, киң күңелле милләт барлығын белмәгән булыр инем, -тип күҙҙәренә йәш алып, һоҡланды Матвей. Тирә -яғын тауҙар уратҡан, тулы һыулы йылға ярына һыйынған ауыл халҡының тырышлығына хайран ҡалды ул. Мөғжизәле тәбиғәтле, иҫ киткес халҡы менән ғашиҡ иткән Башҡортостандан Матвей ғаиләһе менән ҡәнәғәт ҡайтты. Йыш ҡына осрашып торорға һүҙ ҡуйышһалар ҙа, тормош мәшәҡәте баҫтымы, балалар ишәйеүе булышлыҡ иттеме, хат яҙышып ҡына аралаштылар.
Заман башҡа -заң башҡа тигәндәй, Нурғәленең зирәк ейәндәре олаталарын фронтташ дуҫы менән яңынан ҡауыштырҙы. Сәстәренә сал төшкән, йөҙҙәренә бураҙналап һырҙар ятҡан ике ҡарт ишетер -ишетмәҫ ҡолаҡтарын ноутбук экранына терәп, кемуҙарҙан ҡысҡырып сәғәттәр буйы гәп һатырға әүәҫләнделәр. Ихлас көлөшөүҙәр, уйҙарға бирелеп тынып ҡалыуҙар, күҙ йәштәре аша хәтирәләргә бирелеүҙәр алыҫ араларҙы яҡынайтып, ҡайнар дуҫлыҡты нығытты.
Инде нисәнсегә ҡабатланған ҡәһәрле төшөнән ауыр уйҙар менән уянған Нурғәле телевизорын тоҡандырҙы. Яңылыҡтар хеҙмәте Харьков ҡалаһындағы шартлау һәм емеректәр тураһында һөйләй. Нурғәле таныш урамдағы таныш йорттоң һерәйеп ҡалған диуарын күреп, күҙ алдары ҡараңғыланды, башы әйләнде. Йөрәк өҙгөс бер уй мейеһен тиште... "Матвей...Уның йорто." Көс -хәлгә диванға барып ауҙы Нурғәле. Тыны ҡыҫылып "Эх, дуҫым...беҙ матур йәшәнек"- тигән һүҙҙәрҙе ҡабатланы.
Емереклектәр араһынан табылған украин егете Матвей менән диванда һөйәлеп ултырып йән биргән башҡорт Нурғәлене бер көндә ерләнеләр.
Ҡәһәрле һуғышты еңеп, үлем тырнағынан ҡотҡарған, быуат буйы һынауҙар үтеп сыныҡҡан дуҫлыҡ Матвей менән Нурғәлене бергә күктәргә олғаштырҙы. Ер, аҡса, байлыҡ, власть бүлешеү түгел, ә донъялағы юғары ҡиммәттәрҙе сағылдырған ике һалдат дуҫлығы мәңгелек.

Читайте нас: