Бөтә яңылыҡтар

Башҡортса Бонни һәм Клайд. Булған хәл. Иншар Асҡаров

Үткән быуаттың 90 йылдар башында ҡалаларҙа көнбағыш һатыусы әбейҙәр күбәйҙе, иҫләйһегеҙҙер, оло йәштәге уҡыусыларым? Туҡталыштарҙа, магазиндар алдында баҙарҙа...

Беҙҙең яҡтан барып Салауат ҡалаһына ҡайҙалыр, ниндәйҙер сәғәтле эшкә кергән ике йәш “Остап Бендер” ошо бахыр(может бик бахыр ҙа түгелдер) ҡарсыҡтарҙы тишек шөмәнгә ултыртып китеүҙе кәсеп итеп алғандар,бер заман, эштән ял иткән саҡтарында ...
Эш шунда, симешкә һатыу ул күбеһенең ширма ғына, ә төп кәсеп өҫтәл аҫтынан – араҡы һәм самогон һатыу . Йөҙ, ике йөҙ грамм һалып та бирәләр ине.
Был ике шилма малай шундай схема ҡорған- берәү алдан барып, литр һатып ала, йәнәһе,әммә ләкин әбей сығарып өҫтәлгә ҡуйыуы менән , шешәләрҙе алып ҡаса, икенсеһе артта күҙәтеп килә, бер ни булһа -ярҙамға килергә әҙер тора. Әтнәкәһе шунда,һатыусы баҫтыра алмай- беренсенән был егет шәп югерә, икенсенән- һатыу урынын ташлап бурҙы баҫтырып йөрөгәнсе, бер тауарһыҙ ҡалыуы мөмкин, хужаһыҙ өҫтәлгә махом “ревизия” үткәрәсәктәр шунда йөрөгән асарбаҡтар... Милиция ! -тип тә ҡысҡыра алмай, үҙенә штраф күберәк эләгә, законһыҙ спиртлы эсемлектәр менән һатыу өсөн...
Шулай итеп былар арыу ғына ваҡыт Салауат ҡалаһының төрлө райондарында был хилафлыҡтарын ҡылып йөрөйҙәр, ике-өс көнгә бер тапҡыр , кәйеф күтәрергә аҡсаһыҙ ғына иҫерткес эсемлектәр алып... Әммә ҡасан да осечка була бит ниндәй безотказный тигән нимәлә лә, һиҙмәҫтән элегерәк талаған нөктәгә киләләр былар . Алдағы егет литрҙы алып ҡаса башлай, арттағы егет ниңәлер, арттараҡ ҡалған була. Шул моментта әбей сигнал бирә, һәм ул яллаған , засадала торған ике таҙа , наколкалы егет бурҙы ҡыуып китә, бер квартал тирәһе үткәс ҡыуып етеп,тотоп кәрәген бирә башлайҙар. Иптәше килеп етеугә арыу ғына төпәҫләйҙәр быны.
Шунан иң ҡыҙығы башлана ла инде. Теге Операция “ы” киноһын беләһегеҙ бит инде ҡараған барҙыр моғайын. Моргунов уйнаған дружинниктың Вициндың иҫен алғансы биргәнен, расхититель социалистической собственности тип ? Бында ла шундағы сцена башлана.Иптәше килеп етеү менән , теге бахырҙың ҡолаҡ төбөнә- шалт! берәй ярамаған һүҙ ысҡырғансы, көрәктәй ҡулы менән иҫен алғансы ултырта. Теге иҫһеҙ ятҡан арала, теге ирҙәргә әйләнеп ,милиционер удостоверениеһын күрһәтә.
- был бурҙы беҙ күптән тоталмай инек, рәхмәт һеҙгә! Әйҙәгеҙ отделениеға барайыҡ, показания бирерһегеҙ!
- Юҡ юҡ , үҙегеҙ генә алып барығыҙ, беҙҙең ваҡыт юҡ, эш күп!
- араҡыларҙы алып китәм инде, вещдоктар!
Алығыҙ, алығыҙ, шулай инде !- Беҙ киттек!-тип биттәре -беҙ-зэк! Тип ҡысҡырып торған ирҙәр таялар бер яҡҡа, оҙаҡламай тороп,беҙҙең “геройҙар” икенсе яҡҡа китәләр...
"Кәсеп" ошоноң менән тамам була. Ә милиционер удостоверениеһы ул ваҡыт баҙарҙа һатып алыуы ике тин бер аҡса ине. Салауат бәләкәй ҡала, наколкалы теге «иптәштәргә" осраһаң, эш нисек бөткәнен һамаҡлаған егеттәр тиҙ генә эштәрен ташлап , ауылға һыпырта.

Автор:Аскарова Минзаля
Читайте нас: