Әлиә яуапһыҙ мөхәббәте тураһында иҫкән елдәргә һөйләй. Уны тирәPяҡ ойоп
тыңлай. Тәбиғәт, әйтерһең дә, яралы яҙмышты ҡыҙғанып илай ҙа илай…
Әлиә күршеһе Камилды өнһөҙ генә оҙаҡ өҙөлөп яратты. Әммә татлы хистәрен уға әйтмәне. Сөнки егет уның бала-саға уйынан көлөр һымаҡ тойолдо.
Йыл артынан йылдар үтә. Әлиә йомоҡ ҡына, үтә сиселеп бармаҫ ҡыҙға әйләнә. Аҙ һүҙле, эшкә шәп ҡыҙ мәктәпте уңышлы тамамлай. Юғары уҡыу йорто ишектәре уға еңел асыла. Ундағы хыял тауҙары егәрле ҡыҙға еңел яулана.
Билде биштән быуып эшкә тотонғас, студент йылдары уға юрист дипломын тоттороп үтеп тә китә.
Ә бөгөн шатлыҡ тулы бокалдар гәлсәр сың ҡоя. Биш йыл эсендә өйрәнгән
курс таштар хушлаша. Был ғүмерҙең ҡәтғи ҡанунымы, әллә бәхетле һыналышмы?
Әлиә дуҫтары менән хушлашып, тыуған ауылына ҡайтты. АтаPәсәләре уны
сабыр көтөп алдылар. Өйҙә туғандары дипломлы белгесте йола буйынса ололаны, байрам ашы күңелдәрҙе иретте. «Мәнфәғәтен күр, балаҡай!» , «Ҡул артың
еңел булһын!», «Ҡотло булһын!» – Теләктең иң изгеләре яуҙы тыуған йортта.
Ә кискә әхирәттәр, класташтар килде. Йәшлек дәрте уларҙы клубҡа тартты.
Ауыл урамында көслө музыка ағыла. Әлиә был көндө ашҡынып көттө. Тик
ниңә уны ҡапыл ниндәйҙер сәйер кисереш сорнап алды әле? Әллә бөгөн күңелдең күккә ашҡан сағымы?
Клуб. Йәштәр күңелле бейей. Әлиә, егетте күргәс, саҡ атылып торманы. Ә
тағы… Әлиә урынына кире ултырҙы. Ниндәй һылыуҡай?.. Ә улар ҡулға-ҡул...
Башына һалҡын һыу ҡойғандай булды ошо мәлдә. Ул кемгәлер өндәште, ләкин
был ҡойонда уны ишетеүсе булманы. Әйтерһең дә, яңы ғына шатлыҡ тулы гәлсәр бокалдар ташҡа төшөп ватылды. Был бокалдар түгел, ә уның яҡты хыялдары селпәрәмә килгәндәй булды...
Мөхәббәт… Әлиәнең йөрәге йыш-йыш тибә, аяҡ быуындары йомшара бара.
Ул бер нисә минутҡа тын ҡалды, унан клуб ишеге асылды. Әллә ниндәй көс,
әллә саялығы уны хәрәкәткә килтерҙе, аяҡтар ерҙе тоймай... Урам...
Сауҡалыҡ... Юл... Нимәлер яҡтыра... Тәгәрмәстәр шулай ҡыҙҙар кеүек сыйылдаймы?..
***
…«Хушлашмайса киттем түгелме? – тирә-яҡта тынлыҡ. – Аҫта Ер йәйрәп ята,
ә өҫтә Күк ҡатламы ҡалай алыҫ! – тағы ла яуап юҡ. – Ер менән Күк араһы – улай
булмай! Булмай! Булмай!»…
«Ғүмер – ул иң ҡәҙерле бүләк. Уның ерҙә тәғәйен эше бар. Яҙмышта аҙашыу,
һиңә билдәләнгән миссияны үтәмәү – гонаһ! – тине тауыш күктән. – Ниңә сабыр
итмәнең? Һине алда башланмаған яңы донъя көтә ине. Ниңә аҫыл башыңды үҙ
ҡулдарың менән буш тәгәрмәстәр аҫтына һалдың? Күктәге ожмах бейектә, ә
Ерҙәге ожмахтан кем туйған? Ер менән Күк араһында аҙашыу йәл!»
***
...Ә ел тағы ажарлана ла ажарлана. Әле йорт-ҡураны, юлдарҙы туҙҙыра, яландарға, урмандарға артылып иҫә. Үҙ-үҙенең сәсен йолҡҡан бәндә кеүек, ағастарҙың япраҡтарын тағата. Ҡара болоттар ергә түгелә лә түгелә….