–О-о, хужабикә, м-да-а, телеңде йоторлоҡ! Мөмкин булһа, һурпаңды тағы ла һал әле... Уңған ҡатындың ҡулы бешергән аш тәмле була шу-ул...
Шуны яҡшы белә ул: ир күңеленә юл ашҡаҙан аша үтһә, ҡатынды ҡына – ҡолағы аша. Бигерәк тә бешергән ризығын маҡтаһаң. Ана бит күҙҙәре нисек осҡонланды. Әйтерһең, һинән башҡа береһе лә маҡтағаны юҡ, тип әйтә төҫлө ине улар. Уңайһыҙланғандай итте, ҡулындағы өҫтәл сепрәген ҡайҙа ҡуйырға белмәй аҙапланды, теле көрмәләнде.
–Ҡуй инде, һин генә маҡтамаһаң...–менән сикләнде. –Айтуғандың бер генә лә улай тигәне юҡсы-ы...
–Ирең ни,көн һайын тәмле-томло ашап өйрәнгәс, бүккәндер. Ә минең бындайҙы һис ҡасан ашағаным юҡ ине. Ым-м... Иҫ киткес! – Бомж тағы ла нығыраҡ шапыртты. Тыңлаусыһы, унан да бигерәк, һөйләгәндәренә иреүсеһе булғанда, ниңә фәстермәҫкә? – Эйе, заманында Өфөнөң, Мәскәүҙең, хатта Европаның, бик күп донъя илдәренең ресторандарының деликатестарын татып ҡараһам да...
–Р-ре-есторандарының? – Зәлифә шулай тине лә, “шаяртаһың” ишараһы яһап, ҡулын һелтәне.
–Эйе, эйе... Мин бит бывший моряк – дальнего плавания! – тип шаштырҙы ир.
Ҡатын ихлас көлдө. Уның ҡылығын төрлөсә аңлап була ине: “китсәле, хәстрүш” һымаҡ бөтөрөп ташлау ишараты ла бар, “булыр, кәүҙәгә нисауа ғына күренә бит” кеүек тә. Һәр хәлдә, бомж – асарбаҡтың күңеленә икенсеһе яҡын ине. Шул юҫыҡта ғына һуҡтырырға кәрәк, тигән уй үтте башынан. Ысынлап та, заманында аҙ гүзәл заттың башын әйләндермәгән бит. Зәлифә иһә башҡаса һығымта яһаны: һөйләгәндәре раҫҡа килеп, ресторандарҙан да шәп бешергәс, хараптыр инде. Бигерәк тә донъя океандары буйлап йөҙгән матрос оҡшатҡас.
Мулла ҡушҡан, ата-әсәһе һайлаған исеме фанилыҡҡа “би-ир” тип оран һалғандан бирле нисәнсегә үҙгәргәндер инде – ололар Сәйфулла тип йөрөтһә, йәштәштәре Сәйфигә әйләндерҙе, ауылдан киткәс, Саша булды. Тымыҡ океан флотының яр буйы ғәскәрҙәренә эләгеп, машина “баранка”һы – руле артында ултырғанда исеме урынына “шустрый” ҡушаматы йәбеште. Шуныһы, алыҫ илдәр тарафына йөҙөү хыялда ғына ҡалды: судноға яҡын бара алманы – диңгеҙ сире аяҡтан йыҡты. Ошолай йөрөп-йөрөп, тәүҙә ауылына ҡайтты, тағы сығып китте... Тамырһыҙ ҡомғаҡ шикелле тормош еле ыңғайына тәгәрәне. Һуңынан... Зәлифәнең ире Айтуған осратҡанда “бомж” ине. Эйе, бынан аҙна-ун көн элек кенә ошо исем йәбеште. Тәүҙә. Әлеге шул хужабикәнең ашын өйөндә – түр башына ултырып ашағансы. Эйәртеп ҡайтҡас, баҡса эсендәге аласыҡҡа урынлаштырғайнылар. Өй үк булмаһа ла, йәшәү өсөн бөтә шарттар бар. Хатта телевизор ҙа ҡуйҙылар. Ашарғаны иһә Зәлифә түгел, ире сығарыр ине. Бөгөн хәл башҡасараҡ: Сәйфиҙең теленән тарттылармы ни, һыу һораған булып ҡына ингәйне, һүҙ араһында “тыуған көнөм” тип ысҡындырҙы ла ҡуйҙы. Юҡ, тыуған көнө түгел, тик ҡайнар һурпа эргәһенән, дөрөҫөрәге, ҡатын ҡырынан сығып киткеһе килмәне. Айнур район үҙәгенә йомош менән юлланғайны – ныҡлап танышыу өсөн ваҡыты ҡулай. Күпме ситтән генә ҡарап, һылыулығына һоҡланып, нисек һүҙ ҡушырға белмәйенсә йөрөмәк кәрәк? Бына шулай, күҙ асып йомғансы тиерлек ваҡыт эсендә үҙе лә “бомж”дан “моряк”ка әйләнде. Хатта ысын исемен дә әйтеп торманы.
– Моряк тип кенә йөрөтөгөҙ, шуға өйрәнгәнмен инде. Мине Африка менән Кубала, башҡа ерҙә лә шулай йөрөттөләр. О-ох, был аш... Ҡулыңдың тәмлелеге-е, Зәлифә!
Зәлифә! “Моряк”тың ауыҙынан беренсегә сыҡты уның исеме. Ҡатын тертләп китте. Нисектер үҙенсәлекле, яғымлы итеп әйткән төҫлө ул. Ғәҙәти генә булып ишетелеп, һауала эленеп ҡалманы өндәрҙең көмөш сынйыры, ә күҙәнәктәрен һуғарып, йөрәгенә тиклем үтте. Зә-ли-фә!
Уның йөҙөнә алһыулыҡ йүгергәнен, тулҡынланыуҙан ҡаушап ҡалғанын шундуҡ һиҙҙе Сәйфи. Нәҡ ошо ҡатын-ҡыҙҙың йомшарған, ни эшләргә белмәйенсә йәне үрһәләнергә торған сағы. Аҙ ғына ҡылын тарттыңмы, теҙгенен бушатасаҡ. Ирҙең ҡарашы ҡатындың күлдәгенең асыҡлығы буйлап ике түше араһына тиклем төштө лә... туҡтап ҡалды. Ҡуҙҙай яндырҙы. Быны Зәлифә йәне-тәне менән тойҙо. Ярама-ай...май...ай-ай...Күлдәк иҙеүҙәрен тартҡыланы. Шул уҡ ваҡытта күҙҙәрендәге “шелтәле” осҡондар яйлап һүрелде. Уларҙы ҡатын-ҡыҙға ғына хас, теләһә ниндәй ирҙең нәфсеһен ҡуҙғытырлыҡ илаһи ҡараш алыштыра барҙы. Ҡаршы енестең ҡашыҡҡа һалып йоторҙай ас ҡарашы тәнен ярһытты, быуындары тыңлашманы, сайҡалып китте. Үрһәләнде. Был хәлдән сығырға теләп, ҡашығаяҡ араһына инде. Ләкин тиҙ сыҡты. Өйрәнелгән шаршау арты ҡыҙыҡ түгел ине. Уны башҡа – серле донъя үҙенә тартып торғандай. Эйе, ниндәйҙер сихри көс тарта, бар зиһенен һура. Бына-бына аҡылдан яҙҙырыр ҙа, аҙғынлыҡ дауылында өйөрөлтөп, донъяның бөтмәҫ-төкәнмәҫ бысраҡлығына уҡмаштырыр төҫлө. Был хис-тойғо алдында бөтә нәмә кесерәйеп ҡала: тоғролоҡ хыянат менән алышына, сафлыҡ асылын юғалта...
–Бигерәк матурһың, – тигән булды “моряк”, тамағына үрмәләгән төйөрҙө аҙғын уйҙарына ҡуша йотоп. – Шуныһы, ирең фәрештәгә тиң ҡатынының ҡәҙерен белмәй. Ошондай гүзәллекте кеше аҙбарҙа йөрөтәме?
“Фәрештә. Һин бит ерҙәге барса илаһилыҡтың фәрештәһе.” Бәй, кем шыбырлай уның ҡолағына? “Танымайһыңмы? Ха-ха-ха... Мин бит һинең күңелеңдә ойоған нәфсең. Уятыуын уяттың да, хәҙер ни эшләтергә белмәйһең.” “Аҡылыңа кил, Зәлифә, быны һиңә мин – быға тиклем һаҡлаған намыҫың өндәшә.” “Ха-ха-ха... Намыҫ, имеш, һиңә ҡарап ғүмерен буҡ эсендә үткәрһенме?” “Тыңлама һин уны, тыңлама,ҡыҙыҡай. Намыҫыңды аяҡ аҫтына һалып тапама. Алтындай ирең бар, балаларың үҙаллы тормош башлаған. Нәфсеңә баш бул. Нимә уйлайһың, шул алдыңа килә. Хыянат та иң тәү уйҙа тыуа, һуңынан күңелеңә күсә. Тәнеңә күскәндә инде һуң була...”
Зәлифә дер-дер ҡалтыранды, эсендә урғылған хистәренә баш була алманы. Шулай ҙа үҙендә:
–Б-барр, э-эш-шеңде ҡара,– тип әйтергә көс тапты.
–Пардон, берәй ауыр һүҙ әйтһәм, ғәфү ит...
Шуны яҡшы белә “моряк”: тәүге тапҡырға ошоноһо ла еткән – боҙ урынынан ҡуҙғалды. Бер нисә көн күрмәмеш булып, иғтибар итмәмешкә һалышып йөрөһә, мотлаҡ, ҡатын уға табан үҙе юл һуҙасаҡ. Кәрәк тип тапмаһа, башҡаса Сәйфи уға боролоп ҡарамаясаҡ – бейә кешнәмәһә, айғыр тешләмәй. Шуға әлегә, ире ҡайтҡансы, сығып китеүе хәйерле.
–Ярай, рәхмәт, кем әйтмешләй, нанялся – продался, мин эш менән булайым.
–Э-э... Ней, тыуған көнөң менән ҡотлайым! Бүләген...
–Уныһын аҙаҡ бирерһең. – “Моряк” һынсыл ҡараш ташланы. Хәт-тәр осҡон сәселде уның күҙҙәренән. Хәйләкәр йылмайҙы. – Бүләгеңде, тим, һуңыраҡ алырмын...
Ишек ябылды. Ҡатын тәҙрә ҡорғаны ситенән уның һарай яғына табан атлағанын ҡарап ҡалды. Ни булды был? Зәлифәнең йәнен табанынан һурып алдылармы ни, хәле бөттө, аяҡтары тотманы. Эргәләге диванға лып ултырҙы. Быға тиклем дә бит сит ирҙәр менән аҙ һөйләшмәне, аҙ аралашманы. Үҙҙәренә магазин асҡандары бирле тирә-яғында төрлөләре уралды. Сереп байығандары, кәсептә уңышлылары тигәндәй. Ә бында... Хеҙмәтсе итеп ире алып ҡайтҡан бомж! Юҡ, тиктәҫкә түгел был, һис кенә лә тиктәҫкә түгел. Йөҙөн һаҡал-мыйыҡ баҫҡан, Айтуған биргән эш кейемдәрен эләктергән, иң мөһиме, алдағы тормошо нисек булырын да күҙалламаған мужиктың сөсө теленә ниңә иҫе китте әле? Уның менән ниндәй уртаҡлыҡ булыуы мөмкин? Бәлки, был бер ни түгел, ә типһә тимер өҙөрлөк ирҙең асарбаҡ хәленә төшөүенә аптырау, уны йәлләү ғәләмәте генәлер? Ҡатын башын сайҡаны. Сәсен һыпырып, ике ҡулын ике яҡҡа һелтәне. Барыһын алып ташланы, йәнәһе. Бер ни булмаған. Тағы күңеленә шик төштө. Әллә халыҡтағы ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы тураһындағы һүҙҙәр дөрөҫмө? Ҡырҡтан һуң бер йүләрләнеп алыу үҙе үк алйотлоҡ була түгелме? Сәбәп иткән кешегә аҡланыу өсөн мәҡәле лә, әйтеме лә етерлек инде. Шулай ҙа күҙгә күренмәҫ шайтандың ҡотҡо-танһығы ҡанмағайны әле, ултырған еренән торғоҙоп, тәҙрә эргәһенә килтерҙе. Зәлифә селтәрҙе асты. Ошоно ғына көткәндәй, һарай кәртәһе менән булашҡан ир күтәрелеп ҡараны. Ы-ыһ... Ҡараштар осрашты. Осраштылар ҙа, бер-береһенән ысҡына алманылар...
***
Сәйфетдин Зәлифәне күрмәмешкә һалышты. Киреһенсә, иренә яҡыныраҡ булырға тырышты. Ләкин уға “моряк”лыҡ тураһында һүҙ ҡуйыртманы. Кеше холҡон, медицина теле менән әйткәндә, психологияһын өйрәнеп бөткәнгә, Айтуғандың маҡтанғанды ғына түгел, үҙен маҡтағанды ла яратмауын шундуҡ аңланы. Бында алып ҡайтып, йәшәү, эшләү урынын күрһәтеүгә:”Оһо-о, донъяғыҙ ҡалай мату-ур... Ең һыҙғанып эшләргә лә, ял итергә лә була,”– тигәйне, шундуҡ хужаның һынсыл ҡарашын тойҙо. Тәүҙә эшләп ҡара әле, ти ине ул. Тимәк, тәүҙә эш күрһәтеп, ышанысын яуларға кәрәк.Һалпы яғына һалам ҡыҫтырып ҡына алдырып булмаҫ. Шуға ҡатыны аша “тыл”ына һөжүм итеп тә ҡараны. Был яҡлап күп ирҙәрҙең “сиге” йомшаҡ була. Бер уйлаһаң, Айтуғандың ни зыяны тейҙе инде? Киреһенсә, үҙен бысраҡлыҡтан йолоп алып ҡайтты. Йөрөр ине әле теләһә ҡайҙа ҡунып, ас ҡарынға “самопал”, одеколондар эсеп. Юҡ шул, Сәйфи шулай уйлаһа Сәйфетдин булыр инеме? Айтуғандан уның ҡайһы ере кәм? Ғүмере буйы эт типкенендә йөрөргә тейешме? Етте! Төпләнергә, етеш донъяға хужа булырға кәрәк. Нәҡ ошонда якорь ташларға. Ә эшләп кенә байлыҡ йыйып, ошо тиклем харомаларҙы – йорт-ҡаралтыны ҡорорлоҡ түгел. Әйҙә, Айтуған ишеләр күтәнен сығарһын. Шулай сабып, ҡатынына наҙы ла, кәре лә ҡалмағандыр. Юғиһә, Зәлифә осраған һайын күҙҙәрен майландырып Сәйфигә ҡарар инеме? Ю-уҡ, әлегә сер бирергә ярамай. Нисек тә иренең ышанысын яуларға кәрәк. Сәйфетдин түҙеп өйрәнгән, һәр нәмәгә үҙ ваҡыты.
Оҙаҡ уйланып ятты “моряк” аласыҡ түренә ҡуйылған карауатында. Ошо көнгә төшөүенә бар донъяны һүкте. Барыһы ғәйепле ине: бала-сағында ата-әсәһе ағаларын, апайҙарын нығыраҡ яратты, мәктәптә уҡытыусылар һәләтен баһаламаны, йыл һайын икешәр баш мал һатып та колхозник атаһы институтта уҡытып сығара алманы – башҡаларҙыҡы аҡсаһын зачет-имтиханға ла арттырҙы, армияла командирҙар йүнһеҙ ине – диңгеҙгә яҡын ебәрмәнеләр, беренсе мөхәббәте кейәүгә сыҡты, тәүге ҡатыны артынан икенсеһе ҡыуып сығарҙы – уларға бит аҡса ғына кәрәк...
Ҡатын тигәндән икенсеһе нисауа ғына ине лә, тик, күпмелер йәшәүгә, уныһына ла бала кәрәкте, паспортында мисәт мөһим ине. Йо-оҡ! Мисәт һуҡтырып, башын күрәләтә элмәккә тығырға Сәйфи иҫәүәнме ни? Ир ҡәҙерен белмәне, йүнһеҙ. Балаһыҙ ҙа, загсһыҙ ҙа йәшәп буласы. Беренсе ҡатынынан саҡ ҡотолғайны. Инде быныһы. Етмәһә, берәй ергә эшкә урынлашыр инең тип йонсотто. Эһе, керҙең ти, хәҙер йүнле эш табып буламы? Эшләтәләр эшләтәләр ҙә, аҡсаһын түләмәйенсә, сығарып ебәрәләр. Ахыр килеп, ҡатыны мыжыны мыжыны ла, ишекте теге яҡлап ябырға ҡушты. Етте, йылдан ашыу ҡараным, тине. Ах, йүнһеҙ бисә булды ул. Хәҙер ирҙәр ҡәҙерле икәнен аңламаны. Ер шарында бер иргә ете ҡатын-ҡыҙ тура килгәнен ҡайҙан белһен инде ул наҙан.
Шулай ғына, бер йыл ғүмерен ошо ҡатынға әрәм итеп, буш сығып китә буламы Сәйфетдин – алтын-көмөш “тәтәйҙәр”енән тыш, йәшереп кенә йыйған буйтым аҡсаһын һыпырып алып, тегенең кәмәһен ҡомға терәтеп китте. Тик... Донъяла хәшәрәт кешеләр бөткәнме ни, төнгө кафела бер сибәркәй менән танышып, фатирына барғайны, ваннаға инеп киткән еренән уныһы юғалды ла ҡуйҙы. Түшәктә көтөп ятҡан еренән ҡайҙандыр пәйҙә булған әзмәүерҙәй ирҙәр үҙен фатирҙан ғына түгел, подъездан да сығарып осорҙо. Етмәһә, ҡан ҡоҫорлоҡ итеп туҡмап ташланылар. Күпме ятҡандыр, кемдер өндәшкәнгә аңына килгәндәй булды. Шулай итеп, ул подвалға эләкте...
Барыһы – барыһы ғәйепле. Тик үҙе генә түгел. Ә ниңә үҙеңде ғәйепләргә? Был донъяла кеше бер генә йәшәй: борондан шулай килгән, кемдер йөктө һөйрәй, кемдер дилбегәһен тотоп ошо йөк башында ултыра. Элек кенә ул, кем эшләмәй – шул ашамай, ти торғайнылар. Ашай, ишу как тығына. Бөгөн Сәйфи Айтуғандың аҙбарында буҡ таҙарта икән, уныһы ваҡытлыса ғына. Әлегә түҙергә кәрәк, нисек тә түҙергә. Шулай ҙа, бөтә нәмәгә түҙеп була,тик бынау үлтереп эске килеүенә генә әмәле ҡалманы. Айтуған мунсаға әйткәйне, келәтендәге бер-ике шешә һыраһын йәлләмәҫ. Магазин тауарын шунда ҡуя бит. ***
Туҡ-туҡ-туҡ...Моғайын, Айтуғандыр. Ул шулай интелигинтсә ҡылана. ”Әйҙүк, ишек асыҡ таһа! “Сәйфи ҙә тора һалды .“Ней, Сәйфетдин, йыуынып сығыр инең.– Бына яңы кейемдәр ҙә алғайным. – Мунса мунса булыр әле. Шунан һуң,ҡарап торам-торам да, һин донъя күргән кеше бит. Күреп тораһың, бер нигә өлгөрөп булмай. Тауарға,тим, Зәлифә менән йөрөмәйһеңме?”
Көтөлмәгән хәбәрҙән шаңҡыған балыҡ һымаҡ булып ҡалды Сәйфи. Ни әйтергә белмәне.Хәйер, әйтеү кәрәк инеме икән? Өйҙә Айбулаттың ҡатыны әллә нисә көн ҡолаҡ итен ашай.”Правамды алдырғанға биш былтыр бит минең”,– Сәйфетдин елкәһен тырнаны. Их, булманы шуул...Нисауа,Айбулат төшөп ҡалғандарҙан түгел, уныһын ғына хәстәрләр.
Һырамы?! Һы, Һы –ра...
Ошонда эселде тәүге шайтан һыҡраһы. Ошонда әйтелде “брат, мин һине кеше итәм,”тигән һүҙҙәр.Ә күп тә тормай, Зәлифәнең тубығына Сәйфетдиндең устары ятты...
***
Сәйфетдин иркенләп кирелде. Зәлифәне һу-урып үпте.
– Торайыҡ, ҡарсыҡ, Өфөгә барып килергә кәрәк .Хужалыҡ Аллаға шөкөр,хәҙер ҙурайҙы инде. Берәй хеҙмәтсе алып ҡайтмаһаҡ булмаҫ...
– Бәй, һин үҙең бож-моряк булып килеп ингәйнең түгелме был йортҡа? – ҡатын кирелде,юхаланып, яңы иренең ҡосағына һыйынды.
– Эйе, йәшәй белмәгән Айтуған,йүнһеҙ булған.Һинең ҡәҙерҙе белмәгән. Күтәне сыҡҡансы йүгереп, ирлек бурысына ла ваҡыты ҡалмаған...
Сәйфи ҡала буйлап оҙаҡ йөрөмәне. Кем ҡайҙа эш һорап тора,бар ерҙе белеп бөткән. Баҙар тирәһендә эш сығарып булмай, уларҙың тамаҡтары туҡ. Эсергә лә яраталар. Ә ауыл ерендә эшләргә елкә кәрәк.Ашатып эсерһәң, шул еткән. Шуға ул Затон биҫтәһен ҡараны. Заманында үҙе лә шул тирәлә йөрөгәне.Хәйер, йөрөгәйне,тип әйтеүе ни тора,машинала килеп төшөүе булды, әшнәләре һырып та :
– Һин ҡайҙан? Фәсмәтән...
– Оҙаҡ фәстерергә ваҡыт юҡ, мәгеҙ мәгәрислек, миңә уңған ғына эшсе кәрәк. Смотрите, уңған да, честный ҙа булһын..
Тегеләр бер аҙға тынып ҡалды. Һуңынан гөж килделәр:
– Ә-ә теге ней, фермер! – Кемдер “фермер” артынан сапты. Бик оҙаҡ көттөрмәй генә үҙе лә күренде.
Ҡулдарын сепрәккә һөртә-һөртә Айбулат атлай ине...
Апрель–май,2023йыл.