Ҡасандыр уның янында өтәләнеп торғандарҙың да ҡапыл үҙгәреүе уға ауыр тәьҫир итте.
– Ҡыҙым, шуны аңламайһыңмы?
Нәзирә, ни әйтергә белмәйенсә, ҡулбаштарын һикертте.
– Заман, халыҡтың фекерләүе үҙгәрҙе тигәнде аңлата был. Асыуланма, шуны ла әйтәм: заман алға бара, ә һинең донъяға ҡарашың иҫкесә ҡалды. Күрмәйһеңме ни, һәр кемдең ҡулында телефон, компьютер, – тине Сабырйән, баланы иркәләгәндәй, тыныс ҡына итеп. Ул яҡшы белә: ҡай саҡта тыныс ҡына аңлатып, төплө кәңәш биреү асыуланыуға, артыҡ аҡыл биреүгә ҡарағанда көслөрәк тәьҫир итеүсән.
– Телефоным, компьютерым минең дә бар ул, – тине Нәзирә, бер ҡатлы фекер йөрөтөп.
- Бына һин Рәзиткә ҡаршы төштөң, кемдәрҙелер уға ҡаршы ҡотортоп йөрөнөң. Ә халыҡ быны икенсе төрлө аңланы. Рәзит үҙен түгел, күлдең киләсәген ҡайғырта. Һин уны хуплап, ярҙам итешһәң, бөгөн минең янда былай тормаҫ, ә халыҡ араһында булыр инең. Рәзиткә ҡаршы төшөп, ауылдың киләсәгенә ҡаршы булдың. Бына ни өсөн һинән ситләштеләр. Ҡарашыңды үҙгәртергә әле лә һуң түгел. Район етәкселәренең дә Рәзит яҡлы икәнен йыйылышта күрмәнеңме ни? Ҡаршы һөйләп, көлкөгә генә ҡалдың. Шуны аңла, Нәзирә туғаным, бөгөн иҫкесә алым менән кешене ҡурҡыта ла, эшләтә лә алмайһың. Беҙ теләһәк тә, теләмәһәк тә, яңылыҡ үҙенекен итә. Бына мин колхозлашыу осорон хәтерләйем. Ул да халыҡ өсөн ҙур яңылыҡ ине. Күптәр риза булманы башта, ә колхоздар барыбер төҙөлдө. Кеше уға күнегеп кенә бөткәйне, тағы юҡҡа сығарҙылар. Бер ни ҙә эшләй алманыҡ. Шуны әйтмәксемен: бер үҙең генә ҡарышып, бер ни ҡылып булмай. Кәрәкмәй ҙә. Унан һуң, күл бит үҙебеҙгә генә кәрәк, ил күләмендәге эш түгел. Һин тыныслан. Күлде барып ҡараныңмы әле? Тәрәнәйткәс, шишмәһе асылып, һыуы артҡан.
Сабырйән ҡарттың һүҙҙәрен артыҡ иғтибарға алмағандай булһа ла, бер аҙҙан һуң Нәзирә: “Дөрөҫ әйтә түгелме?” – тип ҡуйҙы. “Күрәһең, минең сәғәт бөтәлер. Элеккесә хәйләләп тә, өркөтөп та булмай башланы. Бәлки, ялыу яҙыуҙы туҡтатырғалыр? Араларҙы көйләп булмаһа ла, Рәзиткә ҡаршы төшмәҫкәлер? Ул эште башланы, Азат та ныҡ ярҙам итә. Күл буйында көноҙоно эш ҡайнай. Колхозда, ауыл тормошонда бармаҡҡа бармаҡ һуҡмағандар ҙа шунда мәж килә. Тимәк, ул халыҡты йәлеп итә алды” тигән уйҙар менән күлгә яҡын ғына йәшәгән Барыйҙың хәлен белеп килеү ниәтенән шул яҡҡа атланы. Бер юлы күлде лә күреү ине иҫәбе.
– Нәзирә апай, мине көт, – тигәнгә туҡталып, артына боролоп ҡараһа, йүгерә-атлап Фатима килә икән. – Бер үҙемә уңайһыҙ тип уйланып килә инем. Күрәм, һин дә күл яғына бараһың икән, – тине, шәп атлауҙан көскә тын алып.
- Күлгә түгел, Барый ағайҙың хәлен белешергә ине, – тине Нәзирә, артыҡ иҫе китмәгәндәй. Йыйылышта Фатиманың үҙен яҡлашып бер һүҙ ҙә әйтмәүен һаман ғәфү итә алмай, шуға үпкәһе әле лә бөтмәгән.
Үҙе менән ҡоро һөйләшкәнен Фатима ла һиҙмәне түгел, һиҙҙе. Шулай ҙа белгертмәне, бер ни булмағандай, һүҙҙе дауам итте:
– Эй бахырың, оҙаҡ интегә инде. Барый ағайҙы әйтәм. Заманында колхоз тип көнө-төнө тир түктеләр ҙә сирләшкәгә әйләнеп бөттөләр. Күбеһе ваҡытһыҙ гүр эйәһе булды. Әсәйем мәрхүмә лә фермала йыл әйләнәһенә резина итектә йөрөп, күптән ер ҡуйынында. Бөгөн уларҙы иҫкә алыусы ла юҡ. Ярай әле Өлкән йәштәгеләр көнөн булдырҙылар, – тип Фатима күңелендә тулышҡанын һөйләне лә һөйләне. Гәпләшеп килә торғас, Нәзирәнең дә кәйефе күтәрелә төштө, Фатимаға асыуы кәмегәндәй булды:
– Ололар араһында сәләмәт кеше юҡ. Сабырйән ҡарт ҡына бирешмәй. Уларҙың нәҫеле шундай. Атаһы ла 98 йәштә мәрхүм булған, тиҙәр, – тип һүҙ осон ялғап ебәрҙе.
– Бер көн Вәли ағай магазинда: “Беләһеңме, Фатима туғаным, колхоздың бөтөрөн белһәм, бер көн дә эшләмәгән булыр инем”, – ти. “Ҡайҙа эшләр инең?” – тим. “Үҙемә үҙем”, – ти был. “Ябып ҡуйырҙар ҙа, төрмәлә эшләр инең”, –тим. Бер аҙ уйланғас: “Эйе, ул заманда мөмкин түгел ине шул”, – тип ҡуйҙы.
– Әле лә һәр кемгә мөмкин түгел. Аҡса, танышлыҡ кәрәк, – тине Нәзирә, Фатиманың нисек магазин асҡанын иҫенә төшөрөп.
- Уныһы шулай. Һиңә рәхмәт инде, Нәзирә апай, һүҙең ныҡ ярҙам итте.
Һөйләшеп килә торғас, күл буйына еткәндәрен һиҙмәй ҙә ҡалдылар. Нәзирә үҙенең Барый ҡартҡа керәсәген дә онотто.
– Бына һиңә мә! Күлебеҙҙе танырлыҡ түгел. Ни арала былай эшләп ташлағандар ул? Ҡыҙынырға әллә ҡомлоғо ла бар? Ышанмағайным. Кешене юрый ҡыҙыҡтырып ҡына һөйләйҙәр, тип уйлағайным. Маладис Рәзит ағай. Ямғыр яуһа ла, ҡурҡыныс түгел, ҡом йәйелгән, – тип һоҡланыуын йәшерә алманы Фатима. Нәзирә һүҙгә ҡушылманы, күлгә ҡарап тороуын белде. Башта йөҙө ҡарайып, сикә мускулдары тартышып алһа ла, тора-бара асылына ҡайтты. Үҙе лә һиҙмәҫтән:
– Һәйбәт булырға тейеш, – тип ҡуйҙы.
– Мал-тыуар, ҡош-ҡорт керетмәҫкә инде, Нәзирә апай. Кәртәләмәһәң, сығарыусылар табылыр, – тине Фатима, Нәзирә апаһының быға ҡаршы булыуын онотоп. – Әйҙә, күлдең теге башын да ҡарап киләйек.
Әмергә буйһонған һалдат кеүек, Нәзирә Фатима артынан эйәрҙе. Ҡом-таш йәйелгән юлдан тал, ҡамыш үҫкән яҡҡа атланылар.
– Матур бит, Нәзирә апай, ниндәй матур үҙебеҙҙең күлебеҙ! Әсәйем мәрхүмәнең “Күлебеҙгә элек аҡҡоштар төшә торғайны, һыуы таҙа, шунда кер йыуа инек“ тип һөйләгәндәре хәтерҙә.
– Был таллыҡты колхоз осоронда киҫергә уйлағайнылар, мин ҡаршы килдем, – тине Нәзирә.
– Кемгә ҡамасауланы икән?
– Ирҙәр эшкә сыҡмайынса, шунда ҡасып, эсеп ята торғайны. Ышыҡ, бер кем дә күрмәй. Бер нисә тапҡыр үҙемдекен дә шунан алып ҡайттым.
– Ҡомлоҡ булғас, ололар ҙа, бала-саға ла булыр тип уйлайым. Таллыҡ араһында ятырға баҙнат итмәҫтәр.
Ҡаршыға килгән Рәзит күренде. Ни эшләргә белмәйенсә, Нәзирә туҡтап ҡалды. Кире боролоп китергә уңайһыҙланып, күлгә ҡарап торған булды.
– Һаумыһығыҙ, – тине Рәзит, ҡатындар янында туҡтап.
– Матур булырға тейеш, Рәзит ағай. Бына, һоҡланып йөрөйбөҙ, – тине Фатима, шат йылмайып.
– Ә һиңә, Нәзирә, оҡшаймы?
– Ярарлыҡ. – Нәзирә башҡа һүҙ әйтмәне. Рәзиткә унан маҡтау кәрәкмәй ҙә, бары тик эшенә таяҡ тығып йөрөмәһен.
- Ярай, һеҙ юлығыҙҙы дауам итегеҙ, таллыҡты йөрөп сығығыҙ. Ҡороһон, кәкреһен киҫтек. Асылып, йыйнаҡланып ҡалды, – тине лә ары атланы Рәзит.
17.
Ун көнләп һыуытып, ямғыр һибәләп торғандан һуң, көн асылып китте. Ауыл халҡы ошо ваҡытта дәррәү ҡышҡылыҡҡа бесән әҙерләргә тотондо. Малы булғандар, көнгә ышаныс юҡ, аяҙ ваҡытты файҙаланып ҡалырға кәрәк, тип ашыҡты. Һуңғы йылдарҙа бесәнлек иркенәйҙе. Олоһо ла, кесеһе лә тигәндәй малын кәметте. Элек юл буйындамы, ағас араһындамы – ҡайҙа үлән үҫә, сабып алына торғайны. Хәҙер бесән күп, иренмәһәң, сап та сап. Әммә салғы менән сабыусыны күрмәҫһең, күбеһе трактор көтә. Ундай сапҡыстар ауылда бер нисә генә булғас, сиратҡа яҙылалар. Техника көтөргә теләмәгәндәр мотоблок, триммер алып ебәрҙе.
Винер Зәбир дуҫынан саптыртып, бесәнен алып ҡайтып, өйөп тә ҡуйҙы. Дуҫына ла өлөш ҡалдырҙы. Себерҙә йөрөй башлағас, Винер ҙа малын кәметте. Заманында ике һыйыр, ике тана аҫрағаны булды. Ейәненең ялы бесән осорона тура килеүенә Кәримә һөйөндө.
– Баламдың өйҙә булыуы бик шәп, шулай бит, килен? – тине Гөлзифаға.
– Әйтмә лә инде, мин дә һөйөнәм. Юғиһә бөтә ауырлыҡ беҙгә төшөр ине. Нәнәй, ямғырҙан һуң еләк тә өлгөргән икән, барып йыйып килергә ине. Кисә бала-сағаның еләктән ҡайтҡанын күрҙем. Ял көндәре еткәнсе өлгөрөп ҡалырға кәрәк. Әтеү ҡаланан ҡайталар ҙа, саранча кеүек һырып, еләклекте тапай ҙа сығалар, – тине Гөлзифа.
- Дөрөҫ, килен, йыйырға кәрәк. Ҡыш еләк ҡайнатмаһы менән сәй эсеү үҙе бер ғүмер бит ул. Ҡыҙың менән улыңды ла ал, юғиһә, ни эшләргә белмәйенсә, телефонға ҡаҙала ла ултыралар. Мин дә барыр инем, аяҡтарым һыҙлап тора. Тағы көн боҙолорға итәлер... – Шулай тине лә ейәндәренә өндәште. – Әсәйегеҙ менән еләккә бараһығыҙ. Салбар кейегеҙ. Бөжәк-маҙарҙан һаҡланырға кәрәк.
Гөлзифаның балаларын алмаҫҡа ине иҫәбе. Ансамблдә бергә йырлаған Зәйтүнә менән генә барырға һөйләшкәйнеләр. Нәнәһе ҡушҡас, ҡаршы төшә алманы.
Бесән йыйып алынғас, күл янында эштәр яңынан башланды. Ағас үҫмәгән яҡҡа бағаналар ултыртып, электр сымдары һуҙылды. Һәр бағанаға лампочка эленде. Араларына эскәмйәләр ҡуйылды. Рәзит районға барып, рәссамдарҙан “Түңәрәк күл паркы” тигән һүҙҙәрҙе яҙҙырып, махсус бағанаға беркетеп ҡуйҙы.
Парк тантаналы асылмаһа ла, ауыл балалары ла, каникулға ҡайтҡандар ҙа ҡомда ҡыҙынып, һыу инә башланы. Башта Рәзит, әле иртәрәк, килмәй тороғоҙ, тип әйтергә ынтылһа ла, тыйылып ҡалды. Йөрөһөндәр әйҙә, биҙҙерергә ярамай, тип уйланы. Балаларҙың шатлана-шатлана һыу инеүен күреп, ололар ҡыуанды. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт йөрөмәгәс, күлдең һыуы ла таҙарып китте. Ун көнләп яуған ямғыр ҙа үҙенекен итте: күлдең һыуы артты, өҫтөндәге бысраҡ уйһыу ерҙән ағып китте.
Күл эргәһендәге юлдарға ҡом түшәү тамамланды. Клуб менән мәктәп араһындағы буш урынға балалар майҙансығы эшләнде. Шунда уҡ спорт майҙаны кәртәләп алынды. Август аҙаҡтарында башҡарылған эштәрҙе күрергә район башлығы Дамир Хәлит улы килеп төштө.
– Бына бит, бергәләп тотонғас, күпме эш атҡарылған. Молодцы! Рәзит ағайҙың күлгә генә бәйле уйы башҡа эштәргә лә этәргес булды. Рәхмәт, ағай, эштәрең маҡтауға лайыҡ, – тине район башлығы, Рәзиттең ҡулын ҡыҫып.
– Мин бер үҙем генә түгел, бөтә ауыл халҡы, Азат Кәрим улы ныҡ ярҙам итте, – тине Рәзит, маҡтауҙан уңайһыҙлана төшөп.
– Шулай булһа ла, эш һинең тәҡдим менән башланды, Рәзит ағай, – тип һүҙгә ҡушылды Азат Кәрим улы. – Дамир Хәлитович, сентябрҙең ун биштәрендә тантаналы рәүештә күлде асһаҡ, тигәйнек. Һеҙҙең ризалыҡ булһа, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” формаһында үткәрмәксебеҙ. Халыҡ өсөн үҙе бер байрам булыр ине.
– Мин ҡаршы түгел. Программаһын төҙөгөҙ. Эштең уртаһында ҡайнағандарға, ярҙам иткәндәргә Рәхмәт хаттары, бүләктәр әҙерләгеҙ. Аҡсалата булышлыҡ ҡылғандарҙы ла онотмағыҙ. Мин бер аҙ аҡса бүлермен.
– Өфөнән телевидение саҡырыу ҙа шәп булыр ине. Хәбәрселәр килһен, күрһен. Башҡаларға үрнәк булыр. Дамир Хәлитович, һеҙҙе бөтә командағыҙ менән саҡырам. Килерһегеҙ, тип уйлайым.
– Урам араларындағы ҡоймаларҙы ҡарап сығығыҙ, төҙөк һәм буялған булһын. Эшләнеп бөтмәгән нәмәләрҙе ослап ҡуйырға әле ваҡыт бар. Өфөнән килгән ҡунаҡтар алдында уңайһыҙланырлыҡ булмаһын. Обелискты киләһе йылға өр-яңынан ҡуйырбыҙ. Быйылға буяп, тирә-яғын таҙартып тороғоҙ.
- Барыһы ла һеҙ әйткәнсә булыр, Дамир Хәлитович. Улары ҙур эш түгел, – тине Азат Кәрим улы.
18.
Кистән болотлап торһа ла, таңға таралып, офоҡ артынан алланып ҡояш күтәрелде. Был күренешкә байрамды ойоштороусылар ғына түгел, ауыл халҡы менән ситтән ҡайтҡандар ҙа һөйөндө. Тимәк, көн аяҙ, йылы буласаҡ.
Байрамды асыу сәғәт ун бергә билдәләнһә лә, халыҡ ҡояш күтәрелеү менән күл буйына ашыҡты. Шул тарафтан ағылған милли моң да үҙенә саҡыра. Кемдәрҙер күл тирәһендә йөрөп һоҡлана, кемдәрҙер кәрәк-яраҡ менән сауҙа итеүселәр янында мәж килә.
Сәлимә өҫтөнә матур күлдәген, уның тышынан, күл буйында һалҡынса була тип, еңелсә тегелгән курткаһын кейеп, Кәримәләргә ашыҡты.
– Көттөрҙөммө? – тине инеү менән.
– Сәлимә, ниндәй күлдәк кейәйем икән? Үҙебеҙҙекенме, әллә Әмириктән ҡайтҡандымы? Ҡытайҙыҡы ла бар ул, – тине Кәримә, әллә ысынлап, әллә шаяртып.
– Һин ни сит ил ҡатындары һымаҡ. Кей шул Әмириктекен. Һиңә килешә ул, – тине Сәлимә, уныңса шаярта биреп.
– Ҡояш күтәрелеп килә, әллә ҡара күҙлек тә алайыммы икән? Сит ил ҡатындары кеүек ҡыланырға инде.
– Булыр һинән, битеңде, ирендәреңде лә буя. Кем был, тип һораһалар, ситтән килгән ҡунаҡ тиермен. – Шулай шаяртышып алғас, икеһе лә көлөп ебәрҙе. – Теге сәскәле күлдәгеңде кей ҙә ҡуй инде. Беҙҙе хәҙер нисек булһа ла таныйҙар. Бына минең кеүек куртка кейергә лә онотма. Ни тиһәң дә, хәҙер йәй түгел.
– Винер балам ғына байрамды күрә алмай. Янып-көйөп йөрөнө үҙе. Шуныһы үкенес. Саҡыртып алдылар бит, – тип көрһөнөп ҡуйҙы Кәримә.
– Киленең, балаларың да күренмәй. Киттеләрме әллә?
– Киленде үҙең беләһең, әртис бит. Балалар ҙа мәктәптән бара. Ун берҙә генә башлана, ти. Ашыҡмаһаҡ та була.
- Алдан барайыҡ. Ситтән ҡайтыусыларҙы күреп, һөйләшә торорбоҙ.
Ҡарсыҡтар сөкөрҙәшә-сөкөрҙәшә моң ағылған күл буйына атланы.
Байрамға ауыл халҡы ғына түгел, яҡын-тирә ерҙәрҙән дә килгәйнеләр. Район гәзитендәге мәҡәлә күптәрҙе ҡыҙыҡһындырҙы. Шуға ла яңыртылған күлде, уның эргәһендәге паркты һәр кемдең күргеһе килде. Бығаса район күләмендә йылға-күлдәргә яңы һулыш бирелгәне, үҙгәртелгәне юҡ ине әле.
Телевидениеға райондан хәбәр килеп төшкәс, ниндәй яңылыҡ булыр икән, ”Һаумыһығыҙ, ауылдаштар”ҙы күп төшөрҙөк, тип икеләнеп тә алдылар. Шулай ҙа район хакимиәте башлығы үҙе шылтыратҡас, кире ҡағырға баҙнат итмәнеләр. Күлде күргәс, әлдә килгәнбеҙ әле, тип ҡыуандылар. Был улар өсөн дә яңылыҡ ине. Байрам башланғансы олоһонан да, кесеһенән дә интервью алдылар, фекерҙәре менән ҡыҙыҡһындылар. Күлде кәмәгә ултырып та төшөрҙөләр. Ауыл хакимиәте башлығынан: “Кем башланғысы менән атҡарылды был?” – тип һорағас, ул Рәзитте саҡырып:
– Ағай, һин телевидение хәбәрселәренә үҙ эшең хаҡында һөйлә инде, – тине.
– Булдыра алырмынмы икән, минең бер ҙә интервью биргәнем юҡ, – тине Рәзит, ҡаушабыраҡ.
- Нисек бар, шулай һөйлә.
Рәзит ярҙам иткәндәрҙе атап сыҡты, башланғысты күтәреп алғаны өсөн етәкселәргә рәхмәт белдерҙе.
Сабырйән дә, Барый ҡарт та был көндө күрә алғандарына шатланып бөтә алманы. Ҡарсыҡтары менән күл буйына килделәр.
- Рәхмәт, балалар, рәхмәт! Бына бит, ауыл өсөн ниндәй ҙур байрам булды, – тип һөйләнде Сабырйән. Уны күреп, телевидение хәбәрселәре, ауылдың иң оло кешеһе булараҡ, фекерҙәрен белергә эргәһенә килде. Сабырйән үткәнде бөгөнгөһө менән сағыштырып, тормоштоң күпкә еңеләйеүенә, донъяның матурланыуына ҡыуанысын белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта ауылда эш урындары булмауы, йәштәрҙең ситкә китеүе хаҡында ла борсолоуын әйтте.
Хәбәрселәр киткәс, Барый Сабырйән эргәһенә килеп:
– Аллаға шөкөр, был көндө миңә лә күрергә яҙған икән, Сабырйән ағай, – тине.
– Тимәк, йәшәйбеҙ әле, Барый туған, йәшәйбеҙ. Ошондай матурлыҡты ташлап китергә ашыҡмайыҡ. Быйыл һуң инде, һалҡынайтты. Алдағы йылда, Аллаһ бирһә, һыу инеп, ҡомда ҡыҙынаһы бар, шуны онотма. Һинең сырхауыңа ла, бәлки, сихәт булыр. Барыһы ла Хоҙай ҡулында, – тип Сабырйән кәзә һаҡалын һыпырып ҡуйҙы.
- Кем белә, бәлки... шулай ҙа булыр.
Район, Өфө ҡунаҡтары килеп төшкәс, күл буйындағы паркты тантаналы асып, таҫмаһы киҫеп алынғас, ҡотлауҙар, бүләкләүҙәр башланды.
Гөлзифа, Шамил менән осрашҡан урынын күрергә тип, күлдең ҡамышлы, таллыҡ үҫкән яғына атланы. Уның менән араны бөтөнләй өҙөргә, тигән ҡарарға килде ҡатын, оҙаҡ уйланғандан һуң. Ире бер нисә йылдан ҡайтырға, яңы эш урыны табырға тора. Әлегә барыһын да үҙгәртергә һуң түгел. Хис-тойғоно ауыҙлыҡларға, аҡыл менән эш итергә кәрәк. Бөгөн мөмкинлек килеп сыҡһа, шуны Шамилға ла аңлатмаҡсы. Ир-егет бөтә нәмәне лә еңел үткәрә, ҡатын-ҡыҙ ғына йөрәгенән сығара алмай яфалана. Бындай фәлсәфәне Гөлзифа яҡшы белә, китаптан уҡығаны бар. Бына әле үҙе лә шундай тойғолар кисерә. Барыһы ла ваҡыт ҡулында. Ваҡыт үткән һайын ауыр булып тойолғаны ла еңеләйә бара. Шамил – ир кеше, тиҙ хәтеренән юйыр. Ул онота алырмы һуң?
Концертты башларға ваҡыт еткәнен самалап, Шамил артистарын барлай башланы.
– Гөлзифа ҡайҙа?
– Әле генә ошонда ине.
- Таллыҡ яғына атланы буғай, – тине береһе. Шамил шул яҡҡа йүгерҙе.
Ул килгәндә, ҡатын уйҙарға бирелеп, күлгә ҡарап ултыра ине.
– Гөлзифа, һине юғалттым. Хәҙер концерт башлана, – тине Шамил, йыш-йыш тын алып. Тирә-яғына ҡарап, ҡатынды ҡосаҡларға уҡталды.
– Кәрәкмәй, Шамил. Сик ҡуйырға ваҡыт. Мин бөгөн һиңә шуны әйтергә тейеш инем. Бында осрашыу һәйбәт булды.
– Ни һөйләйһең? – Шамил ҡатынды үбергә самаланы. Гөлзифа тартылды.
- Етте! Был – аҡылһыҙлыҡ. Икебеҙҙең дә ғаиләбеҙ бар. Шағир әйтмешләй, өшөгәндә ҡайтып йылынырға һинең дә, минең дә үҙ ҡыуышым. Аңла мине, Шамил, ғазаплама, бүтәнсә осрашмайыҡ, аҡылыбыҙға киләйек. Һиҙәм, аҙағы яҡшыға булмаясаҡ. Ошо урында туҡтатайыҡ. Шунан да яҡшыһы булмаҫ. Әйҙә, көтәләрҙер.
Гөлзифа, Шамилды көтмәйенсә, ҡыҙҙар янына йүгерҙе.
Нәзирә байрамға бармайынса ҡалырға уйлағайны ла, күршеһе кереп, көсләп тигәндәй алып китте. Үҙенең еңелеүе менән килешкәндәй булһа ла, ауылдаштары араһында күренергә тартынды. Әрһеҙҙәрҙең, ҡаршы килеп маташҡайның, барып сыҡманы, тип әйтеренән шикләнде. Бер кем дә яман һүҙ әйтмәй, килеп күрешеп, байрам уңайынан ҡотлағас, кәйефе күтәрелеп китте. Ситтән ҡайтҡан, күптән күрешмәгән класташтары менән осрашып ҡосаҡлаштылар, мәктәп йылдарын иҫкә төшөрҙөләр. Ҡайһы берәүҙәре, байрамды ойоштороуҙа һинең өлөшөң дә барҙыр әле, тине. Юҡ, был Рәзит ағайҙың башланғысы, тип яуапланы Нәзирә. Ошо һөйләшеүҙән һуң уның күңеле төбөндә ятҡан үпкәләүҙән ойошҡан төйөр таралғандай булды. Нисектер еңел, рәхәт булып китте. Юғиһә күңелендә йөрөгән мин-минлек, тәкәбберлек асылып китергә, тынысланырға ирек бирмәйенсә интектерә ине.
Йыр-бейеү, төрлө уйындар менән байрам кискә тиклем дауам итте. Бындай сараны күптән күрмәгән халыҡ таралырға ашыҡманы. Ҡараңғы төшөп, бағаналағы лампочкалар ҡабынғас, күл буйы сихри бер матурлыҡҡа төрөндө.
20.
Сентябрь аҙаҡтарында көндәр һалҡынайтып ебәрҙе. Һыуыҡ килерен һиҙенеп, көньяҡҡа йыйынған ҡоштар бергә тупланып, ауыл өҫтөнән урап, беҙ китәбеҙ инде, тигәндәй оса башланы.
Бәрәңге күптән алынып бөтһә лә, ауыл кешеһенең эше муйындан. Кишер, ҡыҙыл сөгөлдөр кеүек йәшелсәләрҙе ҡаҙып, баҙға, мөгәрәпкә һалыу башланды.
Шамил үҙешмәкәр түңәрәктә йөрөгәндәрҙе, телефондан шылтыратып, Өлкән йәштәгеләр көнөнә концерт әҙерләргә саҡырҙы. Гөлзифа килмәне. Шуға Шамил өйҙәренә барып белешергә уйланы. Улар йәшәгән урамға боролғайны, ҡатындың килгәнен күреп, көтөргә булды.
– Һаумы, Гөлзифа. Һеҙгә китеп бара инем. Кисә репетицияға көттөк, килмәнең. Шуға үҙем барып белешергә уйлағайным, – тине Шамил, ҡатындың күҙҙәренә ҡарап.
- Мин башҡаса ҡатнашмаҫҡа булдым.
Шамил уның һүҙҙәрендә ниндәйҙер әйтеп бөтөлмәгән кинәйә барлығын һиҙҙе.
– Ҡыҙҙар көтә. Һинән башҡа концерттың йәме булмаясаҡ. Халыҡ йырыңды таптырасаҡ. Мин ни тиермен?
– Бығаса минән башҡа ла ҡуя торғайнығыҙ бит.
– Ҡуя инек, әммә һин йырлай башлағас, клубҡа йөрөүселәр артты. Гөлзифа, зинһар өсөн, тыңла. Мин һине шундай һағындым! – тине хисләнеп.
– Шамил, һөйләштек бит, бүтәнсә осрашмайбыҙ.
- Бөттө-бөттө, ғәфү ит. Бөгөн көтәбеҙ.
Гөлзифа бер һүҙ ҙә әйтмәне, ризалыҡ белдереп баш ҡына ҡаҡты.
Ҡатын бөттө тиһә лә, Шамил осрашыуға өмөтләнә. Гөлзифаның кире ҡағыуы ваҡытлыса ғыналыр, күңелендәге хис-тойғоно һынап ҡарауылыр. Осрашыуҙы туҡтатып, аҡыл менән эш итһә лә, йөрәгенең бер мөйөшөндә һөйөүе йылылыҡ биреп торасаҡ. Уйланып, төштәренә кереп һаташасаҡ. Гөлзифаның репетицияға килмәүен Шамил үҙенсә – уға булған хис-тойғоһона ҡаршылашыу ғына тип аңланы.
Ә ҡатын ныҡлы ҡарарға килгәйне: ғаиләне беренсе урынға ҡуясаҡ ул. Ҡасып-боҫоп осрашыуҙарҙың киләсәге юҡлығын белә. Халыҡ һиҙеп, ауылға таралғансы, араларҙы өҙөү хәйерле. Нәнәһенең ҡараштарында ла ниҙер һиҙелә. Әлегә өндәшмәй, уңайлы мәлде көтәлер кеүек. Әгәр ҙә ире белеп ҡалһа, айырылышмаһалар ҙа, күңелендә ғүмерлек яра ҡаласаҡ, уға булған ҡараш үҙгәрәсәк. Был – ғаиләлә татыулыҡ бөттө тигән һүҙ. Репетицияға йөрөһә лә, урамдаш ҡатын менән бергә ҡайтасаҡ. Элеккесә юҡ-бар сәбәп табып, тороп ҡалмаясаҡ.
Сәлимә төшөндә ирен күрҙе. Булаттың матур, таҙа сағы. Йылмайып килеп керҙе лә:
– Сәлимә, күлебеҙгә аҡҡоштар килде, – тине.
– Булат, һин ҡайттыңмы ни?
– Эйе, аҡҡоштар күрергә ҡайттым, әйҙә күл буйына, – тине лә юғалды.
– Булат!.. Була-а-ат!..
Сәлимә үҙ тауышына уянып китте. Түшәгенән күтәрелеп, тәҙрәгә күҙ һалды, көн асыла башлағайны. Күргән төшөн күңеленән ҡабатлай-ҡабатлай йыуынып алды, сәйнүген ҡайнатырға ҡуйҙы. Күптән инде ирен төшөндә күргәне юҡ ине. Аҡҡоштар ҡайтты, тине түгелме һуң? Әллә ысынлап та күлебеҙгә аҡҡоштар төштөмө? Сәйләп алды ла Кәримәгә шылтыратты:
– Еңгә, хәҙер керәм. Юҡ-юҡ, бер нәмә лә булманы...
– Таң менән шылтыратып, ҡотомдо алдың. Нимә булды тағы? – тип ҡаршыланы күршеһе.
- Төшөмдә Булатты күрҙем.
– Таң менән шуны һөйләргә керҙеңме?
– Беләһеңме, ул ни тине?
– Мин ҡайҙан беләйем? Әллә һине алып китергә йөрөймө? Йә, сисен, сәй эскәс, китерһең.
- Шаяртыуға борма әле. Күлгә аҡҡоштар килде, ти. Мине шунда саҡыра. Кейен әле, күл буйына барып киләйек. Көньяҡҡа йыйынған аҡҡоштар унда төшөп ял итергә уйлағандыр. Булатым юҡҡа ғына төшөмә кермәҫ...
Күл өҫтөндә ап-аҡ аҡҡоштарҙың йөҙөп йөрөгәнен күргәс, ҡарсыҡтар үҙ күҙҙәренә үҙҙәре ышанмай торҙо. Йөҙҙәренә йылмайыу сыҡты, ҡоштарға ҡарап ҡатып ҡалдылар.
– Аҡҡоштарҙы күрергә килдегеҙме, апайҙар? – тигән тауышҡа икеһе бер юлы артына боролдо. Эргәләрендә Рәзит баҫып тора ине.
– Тауышланма, туғаным, осоп китмәһендәр, – тине Кәримә әкрен генә. – Рәхмәт инде һиңә. Был – һинең аҡҡоштарың.
- Улар осмай. Мин күптән күҙәтәм инде. Ҡояштың тәүге нурҙары менән күлгә килеп төштөләр.
Уларға Азат Кәрим улы, тағы бер нисә кеше килеп ҡушылды. Телефон аша бер-береһенә, күлебеҙгә аҡҡоштар төштө, тип хәбәр ебәреп өлгөргәйнеләр.
– Азат туғаным, элек күлебеҙгә аҡҡоштар төшә ине, тигәйнек бит. Бына тағы күрергә насип булды. Төшөмдә Булатым хәбәр итте, – тине Сәлимә, яулыҡ остары менән күҙҙәрен һөртөп.
- Таҙа һыулы, йәмле күлде кешеләр генә түгел, аҡҡоштар ҙа үҙ итә. Ҡоштар ҙа матурлыҡты күрә белә шул, – тине Кәримә.
Бер аҙҙан тотош ауыл халҡы күл буйына йыйылды. Барыһының да аҡҡоштарҙы күреп ҡалғыһы килде. Фотоға төшөрҙөләр. Гөлзифа телефонын алып:
- Нәнәй, Сәлимә әбей, миңә ҡарап баҫығыҙ әле, фотоға төшөрәм. Винерға ебәрермен. Күреп шатланһын. Ул да аҡҡоштар килеүен көтә ине, – тине.
Фотоға төшөргән арала кемдеңдер ҡарашын тойоп, башын борҙо. Һөйөү тулы моңһоу күҙҙәре менән уға Шамил ҡарап тора ине. Гөлзифаның йөҙөнә алһыулыҡ йүгерҙе, баш ҡағып һаулыҡ ҡушты ла фотоға төшөрөүен дауам итте.
Тамам.
Повесты сайттан күсереп алыу ҡәтғи ТЫЙЫЛА!!!