Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
7 Июнь 2023, 13:33

Күл буйына килһәң ине... Риф ЙӨҘЛӨКБАЕВ (2)

Нәзирәнең күлде Рәзиткә бирмәҫкә тип өндәп йөрөүен ҡарсыҡтар аңланы. Уның күҙ ҡараштарында ла, һүҙҙәрендә лә, ҡаршы килеп, бер ни ҙә ҡыра алмайһығыҙ, иртәгәме, иртәнән һуңмы миңә күҙ терәп киләсәкһегеҙ, кәрәк кешемен, тигән фекер ярылып ята ине.

 Ул һәр башланғыстың тик үҙе ҡатнашлығында ғына бойомға ашырылыуына күнегеп бөткәйне. Рәзиттең дә уның менән кәңәшләшмәйенсә, күлде үҙ ҡарамағына алырға йөрөүен күңеле ҡабул итмәне. Азат Кәрим улына ла үпкәһе юҡ түгел. Рәзит, моғайын, тәүҙә уның менән кәңәшләшкәндер. Һайлауҙарҙың юғары һөҙөмтәһе лә бары  Нәзирә арҡаһында ғына ла баһа. Сара алдынан ул һәр йортҡа кереп, кемде үткәрергә икәнен аңлатып йөрөй. Шуға ла Азат Кәрим улының үҙен тыңларына шикләнмәй. Әммә халыҡ араһына сығып, үҙен хупларлыҡ, уның яҡлы булырҙай кешеләр эҙләүҙе кәрәк тапты. Һүҙенең үтемлегенә ныҡ ышана.

Ә ҡарсыҡтар ыңғай ҙа, кире лә булмайынса, ярар, барырбыҙ, тип тороп ҡалды.

7.

Нәзирә үҙенә уңайлы һүҙ ишетмәгәс, кәйефе төшөп сыҡты. Ҡарсыҡтарҙы күлдең кемдеңдер ҡулына бирелеү-бирелмәүе ҡыҙыҡһындырмауын аңланы. Тағы кемдәрҙе күрергә тип уйланып торҙо ла, дүрт йыл элек ҡаланан күсеп ҡайтып, Кәримәләрҙән өс өй аша ғына йәшәгән Гөлбикәләргә ыңғайланы.

– Әйҙә, йәштәш, рәхим ит, – тип шатланып ҡаршыланы Гөлбикә. Шунда уҡ сәйнүгенә һыу һалып, ҡайнатырға ҡуйҙы.

– Мәшәҡәтләнмә, Гөлбикә, мин сәйләп тормам. Әле генә Кәримә апайҙарҙа эстем, – тине түрҙәге диванға ултырып. – Ни хәлдә генәһегеҙ? Самат ағай әллә өйҙә юҡ?

– Уны беләһең бит инде, медицинаны һанға һуҡмай, үлән йыйырға сығып китте. Алып ҡайтып киптерә лә ҡағыҙ төргәктәргә һалып ҡуя. Ҡышын сәйгә ҡушып эсәбеҙ, файҙаһы ла бар, буғай. Үлән эсә башлағас, һыуыҡ тейеү, грипп тигән нәмәне оноттоҡ, – тип Гөлбикә, һыуытҡыстан ашамлыҡтар сығарып, өҫтәлгә теҙҙе.

– Әллә нәмә сығарма инде.

  • Һин, Нәзирә, тик кенә ултыр. Нимә эшләгәнемде үҙем беләм. Әллә ниҙә бер килгән йәштәшемде нисек итеп һыйһыҙ сығарып ебәрәйем. Төшкөнө ашар мәл дә етеп килә. Үҙең һуң, мин барып керһәм, сәй ҙә эсермәй сығарыр инеңме ни?

Сәйнүге ҡайнап сыҡҡас, Гөлбикә соландан бер шешә тотоп керҙе.

– Быныһы нимә тағы? – тип ғәжәпләнде Нәзирә, йәштәшенең ҡулындағы ҡыҙғылт шыйыҡса тултырылған шешәгә ишаралап.

– Былмы? Саматым эшләгән бальзам. Сәмәйгә ете төрлө үлән һалып, ҡараңғыла ике ай тоттоҡ. Дарыу ғына ул. Яҡын-тирәлә бындай нәмә юҡ.

– Мин эсмәйем. Эшкә бараһым бар, ярамай. Алып ҡуй һин уны, Гөлбикә, – тине Нәзирә ялынып тигәндәй.

  • Әкиәт һөйләмә әле, ауыҙ итеп кенә ҡарайбыҙ. Оҡшамаһа, һине бер кем дә көсләмәй, – тип һөйләнә-һөйләнә Гөлбикә бәллүр рюмкалар алып килде лә шешәләген һалып ебәрҙе. – Сәй эстем тинең, тимәк, ҡорһағың буш түгел. Тот, әйҙә. Артынан тоҙло ҡыярмы, колбасамы ҡабып ебәр.

Йәштәшенең ҡыҫтауына Нәзирә оҙаҡ ҡарышып торманы, һалынғанын күтәреп тә ҡуйҙы. Бальзам тигәне эсен ҡыҙҙырып төшөп китте.

– Йә, нисек?

– Ярайһы. Араҡы түгел инде, эсергә еңел.

  • Һин миңә ул араҡыны иҫкә төшөрмә. Ун биш йыллап ауыҙыма алғаным юҡ. Ҡунаҡҡа барһам, үҙемдекен тотоп барам. Хужаның сәмәйе булмаһа, үҙемдекен сығарам. Араҡы эсеп, үлер хәл юҡ инде. – Гөлбикә шулай һөйләнә-һөйләнә тағы рюмкаларҙы тултырҙы. Был юлы Нәзирә, әллә бындай нәмәне быға тиклем эскәне булмағанғамы, әллә һуңғы ваҡыттағы күлгә бәйле хәлдәр тынғылыҡ бирмәгәнгәме, йәштәшенең ҡылығына ҡаршылашып торманы. “Сит кешелә түгелмен дә инде, организмға аҙыраҡ ял биреп, күңелде бушатырға миңә лә ярайҙыр” тигән уй үтте башынан. Икенсе рюмканан һуң кәйефе күтәрелеп киткәндәй тойолдо. Аңҡы-тиңке уйҙар ҙа ҡайҙалыр юғалғандай булды.

Икеһе лә йәш саҡтағы ҡыҙыҡ хәлдәрҙе иҫкә төшөрөп, көлөшөп алдылар.

– Хәтереңдәме, Нәзирә, икебеҙҙең дә бер егеткә күҙебеҙ төшкәйне?

– Хәтерҙә. Йәшлек йүләрлеге инде. Уға ғашиҡ икәнеңде һиҙгәс, мин дә сәмләнеп киттем. Һиңә бирәһе килмәй бит инде.

– Ярай әле уға кейәүгә сыҡмағанбыҙ – атаһына оҡшап, эсеп үлде. Үҙе сибәрлеккә сибәр ине, суҡынған, – тип Гөлбикә яңынан рюмкаларҙы тултырҙы.

– Етер. Артыҡ булмаҫмы? Көнө лә ҡыҙҙыра, ҡайта алмай ятһам? – тине Нәзирә, сәмәйҙең ғәйрәтенән тирләгән маңлайын һөртөп. – Ямғыры ла күптән юҡ, үләндәр кибә башланы.

– Оҙаҡламай яумаҡсы, радио шулай тине... Өсөнсөһөн эсәбеҙ инде. Быныһы – мөхәббәт өсөн. Бына шулай һул ҡулыңдың усына рюмканы ҡуй ҙа тотмай ғына эсеп ебәр. Сәкәштереп тормайбыҙ. Төбөн ҡалдырырға ярамай, бөтөргәнсе эсәһең. Әллә белмәй инде?

– Ишеткән юҡ. Һин, ҡаланан ҡайтҡас ни, әллә нәмәләр беләһең. Беҙ инде ауылса ғына эсәбеҙ. – Нәзирә мөхәббәт өсөн эсеү йолаһын, ысынлап та, белмәй ине. Эсеп ҡуйҙы. Быныһы башына киткәндәй тойолдо. Сәмәй үҙ эшен башҡара башланы.

– Нәзирә, һин былай ғына ингәйнеңме, әллә йомошоң бар инеме? – тине Гөлбикә, йәштәшенең килеү сәбәбен белергә теләп. Юғиһә ауылға күсеп ҡайтҡаны бирле Нәзирәнең килеп урағаны юҡ ине. Шуға ла үҙҙәренең ишек алдында күргәс, ғәжәпләнеп ҡуйҙы. “Ни булды икән? Самат менән бер-бер хәл була күрмәһен” тигән уй йәшен тиҙлегендә башынан үтте. Берәй кеше сирләп киткәндә лә, Нәзирәнең ҡуҙғала һалмауын яҡшы белә Гөлбикә. Шуға ла күптәр район үҙәгенә йөрөп эшләгән шәфҡәт туташына өндәшеүҙе хуп күрә. Район дауаханаһының баш табибына ла яҙып ҡаранылар, файҙаһы булманы. Нәзирәнең көтмәгәндә килеп инеүе Гөлбикәгә ғәжәп тойолдо.

– Хәлеңде белеп сығайым тигәйнем. Әллә ҡасандан йыйынам, ваҡыт табып булмай. Шулай ғүмер ҙә уҙа. Ҡайтҡанығыҙға нисә йыл булып китте?

– Дүрт йыл инде. Яҙ көнө ҡайтҡайныҡ. Әсәйҙең өйөн нығытып, матурлап алдыҡ. Туғандарҙың береһенең дә ауылда йәшәгеһе килмәне. Мин генә ахмаҡ ул.

– Улай тимә. Ауылда йәшәгәндәр ахмаҡ була тиме ни? Беҙҙә ҡаланан һис кенә лә кәм түгел: газ кергән, юлдарҙы күтәртеп, ҡом һалдырырға торабыҙ. Ауыл эргәһендәге күлде тәртипкә килтерәһе бар. Күл тигәндән, Рәзит алырға йөрөй икән. Балыҡ үрсетеп ятырға иҫәбе. Күлде уға бирмәҫкә ине, ул бит бөтәбеҙҙеке лә. Шулай бит, Гөлбикә? – Нәзирә йәштәшенә тағы ла арттырыбыраҡ һөйләргә тотондо. Ниһайәт, Гөлбикәгә көтөлмәгән ҡунаҡтың сере аңлашыла башланы. Уның Рәзиткә ҡаршы икәнен ишетеп белә ине.

– Дөрөҫөн генә әйткәндә, миңә күл кәрәкмәй. Өйҙө һатырға иғлан бирҙем. Кире ҡалаға китәбеҙ. Күлде кем алһа ла, миңә барыбер.

– Ниңә, ни булды? Ауыл оҡшамай башланымы? Эштән ҡурҡтың тиер инем, тырыш кешеһең, – тине Нәзирә ғәжәпләнеп. – Әллә Саматҡа оҡшамаймы?

  • Нәзирә, һин яҡшы беләһең: Самат – икенсе ирем. Уның ике балаһы, минең – икәү. Уртаҡ балабыҙ булманы: олоғайып киттек. Ауылға ҡанатланып ҡайтҡайныҡ. Беҙҙән бигерәк балалар ҡыуанды. Саф һауа кәрәк, тинеләр. Дөрөҫ, тәүге йылдарҙа ҡайтып ярҙам итештеләр, каникулда балаларын ҡайтарып ҡуйҙылар. Саматтыҡылар ҙа, минекеләр ҙә. Үҙең аңлайһың, һинекеләр ҡайтып йөрөмәһен, тип булмай ҙа инде. Бергә йыйылһаҡ, утыҙҙан ашып китәбеҙ. Мин көнө буйы ашарға бешерәм, Самат мунса яға, ә улар йә һыу буйына, йә урманға сығып китә. Асығып ҡайтҡас, маҡтап-маҡтап ашайҙар ҙа мунсаға китәләр. Ах-бух итеп ҡайталар ҙа, кем ҡайҙан урын таба, шунда хәл йыйырға яталар. Исмаһам, берәйһе, арығанһыңдыр инде, тип хәлгенәмде һорашһа...

Бер саҡ шулай йыйылғанда, ейәнем: “Нәнәй, ниңә һин бер ҙә көлмәйһең, гел бойоҡ ҡынаһың ул?” – тип һораны. “Эй, балаҡайым, арыйым шул”, – тигәйнем, үҙемдең ҡыҙым ашап ултырған еренән миңә боролдо: “Әсәй, һин дә арыйһыңмы ни?” Әйтерһең, мин тимерҙән яһалған. Ата-әсәнең хәлен бала-саға аңлаймы ни инде!?

– Арыта инде, йәш тә бара бит, – тине Нәзирә.

  • Арыу – бер хәл. Ҡан баҫымы күтәрелеп, ике тапҡыр Өфөлә дауаханала ятып ҡайттым. Хәҙер көн дә иртән бисопролол эсәм. Эсмәһәм, күтәрелә лә китә. Һин, медик кеше, беләһең инде... Ҡалала йәшәгәндә берәү ҙә килмәне. Тыуған көн менән ҡотларға ла онота инеләр. Хатта балалар ҙа ваҡыт юҡлыҡҡа һылтанды. Ауылға ҡайтҡас, бөтәһенә лә кәрәкбеҙ икән. Ошо сәмәйҙе сығарһам, бөтәһенең дә китә ауыҙы йырылып... Етте, бында шифахана түгел. Арытты. Балаларымдың береһе алам тиһә, өйҙө бушҡа бирәм. Күр ҙә тор, береһе лә ҡайтмаясаҡ. Һатырға тура килер. Шуға күрә, Нәзирә, асыуланһаң асыулан, күл миңә кәрәкмәй, үҙегеҙ генә зыҡ ҡубығыҙ. Әйҙә, тағы берҙе, – тип Гөлбикә рюмкаларҙы йәнә тултырҙы. Нәзирәнең дә ҡулы үҙенән-үҙе ымһындырғыс шыйыҡсаға үрелде. “Гөлбикәнең хәлен үҙ балалары аңламағанды, минең ауыл тип яныуымды кем генә аңлар икән” тигән уй мейеһен телеп үтте. Ҡулын ғына һелтәп тә ҡуйыр ине, ғәрлеге ни тора: ҡулынан килмәне, көсө етмәне, тиерҙәр.

Дүртенсе рюмканан һуң ҡатындар бер-береһен бүлдерә-бүлдерә тағы әллә күпме сөкөрҙәште. Самат ҡайтып кергәндә, икеһе бер-береһенә баштарын терәп, “Беренсе мөхәббәт”те һуҙа ине.

8.

Ҡулланыусылар йәмғиәте таралғас, улар ҡарамағындағы кибеттәрҙе шәхси ҡулдарға ҡуртымға тараттылар. Үҙ эшен башларға теләүселәр күп булһа ла, бары икеһе генә ныҡлап тотондо. Баштараҡ халыҡта аҡса булмау эште тотҡарлаһа, һуңыраҡ район үҙәгендә күпләп магазиндар асыу ваҡ эшҡыуарҙарға аяҡ салды. Ауыл кибеттәре бары тик аҙыҡ-түлек менән генә сауҙа итә. Шуға ла машиналы  кешеләр пенсия алғандың икенсе көнөнә үк районға юллана. Унда йәнең теләгәнде алып була.

Икмәк алыусылар бөткәс, Фатима тышҡа сығып, ҡояшҡа арҡаһын ҡуйҙы.  Таш кибет эсендә, йәйге селләгә ҡарамаҫтан, һалҡынса. Оҙағыраҡ торһаң, тәнеңә һалҡын үтә башлай. Ҡайһы берәүҙәр тирләп-бешеп керә лә:

– Бына ҡайҙа ул донъяның рәхәте! – ти, тирләгән биттәрен һөртөп. Шул ваҡыт Фатима түҙмәй:

  • Көнө буйына баҫып тороп ҡараһағыҙ, нисегерәк һайрар инегеҙ икән? – ти. Көндәрҙең эҫеһе оҙаҡҡа китһә, кибет эсе лә ҡыҙа башлай, етмәһә, аҙыҡ еҫе танауға бәрелеп тора. Әллә ниҙә бер кереүсегә һәйбәттер ҙә ул, әммә Фатима туйған инде. Елләткес ҡуйғас, шәп булып ҡалғайны ла, үткән йәй йәшен атып, янып сыҡты. Яңыһын алырға, йә элеккеһен төҙәтергә йә аҡса, йә ҡул етмәй тора. Ире Рауил көн һайын тауар артынан сығып китә. Аҙыҡ-түлекте яңыртып тормаһаң, эш бармай. Халыҡ үҙгәрҙе: етештереү ваҡытын, һаҡлау мөҙҙәтен тикшереп кенә торалар. Срогы сыҡһа, һатырмын тимә. Шуға ла Рауил аҙ-аҙлап, яңынан-яңыға ғына алып ҡайта. Райондан килеп тә тикшереп торалар. Һуңғы арала эш еңеләйә төштө: тауарҙы килтереп бирә башланылар. Шулай ҙа көндәлек аҙыҡты үҙе алып ҡайтырға тырыша.

Бер үҙе генә һатҡанға, Фатимаға ауырға төшә. Ауылда саҡта ҡыҙы ярҙамлаша ине. Ул уҡырға киткәс, бер нисә кешене эшкә алып ҡараны, тик береһе лә еренә еткереп һата алманы. Йәштәр көнө буйы телефонға текәлеп торһа, олораҡтар мутлашып маташты. Ҡайһылары хаҡтарҙы арттырып һатырға ла тартынманы.

Туғандарына, дуҫтарына, магазин эше эш түгел, тип зарланырға яратһа ла, Фатима кәсебен ташларға һис кенә лә йыйынмай. Мәшәҡәтле булһа ла, аҡсаһы тамып тора. Эш урының булғас, кредит алыуы ла еңел. Бына тигән итеп ҡыҙыл кирбестән йорт һалып ебәрҙеләр. Ихаталарында сит ил машинаһы һәм тауар ташырға “ГАЗель” ултыра. Ҡыҙҙарын нефть институтына уҡырға индерҙеләр. Уның менән бер класта уҡыған күрше ҡыҙы мәктәпте “бишле”гә генә тамамлаһа ла, үтә алманы. Балл етмәй, тип кире борҙолар. Сәбәбен белеп тә, бер ни эшләй алманылар. Мал һатҡан аҡсаның ғына аҙ булыуын аңланылар.

Тағы бер ғаилә ауылдың икенсе осонда кибет асып ебәрҙе. Әллә ҡайҙан вагон алып ҡайтып, тышын кирбестән тышлатып ҡуйҙылар. Эсе тар булһа ла,  ауыл халҡына ярап тора. Был ғаиләлә ир – хужа. Магазин да уның исемендә. Бер һүҙ менән әйткәндә, өткөс, бөтмөр ир. Күп ваҡыт уны үҙ исеме менән Ринат тип тормайҙар ҙа, өткөс тиһәләр, кем хаҡында һүҙ барғаны шундуҡ аңлашыла. Ҡатыны Рәйсәгә тыныс, ире ҡанаты аҫтында  уға уңайлы. Килеп тыуған мәсьәләләрҙе ире хәл итә, ул борсола. Рәйсәнең эше – һатыу, йыйылған аҡсаны иҫәпләү. Ул – элекке бухгалтер, шуға ла ҡағыҙ эштәрен үҙе башҡара, иҫәп-хисабын бирә. Уларҙың ғаиләһе Фатималар һымаҡ иркен йәшәмәһә лә, кеше араһында кәм-хур түгел. Эшҡыуарлыҡҡа тотоноуҙарына ла бер нисә йыл ғына әле.

Рауил менән Фатима Ринат менән Рәйсәнән бер нисә йәшкә өлкәнерәк булһа ла, үҙ-ара дуҫтар. Бер осрашып, ашап-эсеп ултырғанда Рауил Ринатты магазин асырға димләне лә инде. Район үҙәгенә йөрөп эшләгән ир уйланы-уйланы ла, ҡатыны менән кәңәшләшкәс, тәүәккәлләп ҡарарға булды. Барып сыҡмаһа, ташлауы ҡыйын булмаҫ, тип уйланылар. Тауар алып ҡайтып һатыуҙың әллә ни ҡыйынлығы юҡ та, ҡағыҙ артынан йөрөү, рөхсәт алыу оҙаҡҡа һуҙылды. Яңы закон буйынса үҙ эшен асҡандарға ярҙам итеп бирелә торған аҡсаһын да алдылар.

Ауыл ҙур булғас, улар бер-береһенә көндәш түгел. Фатималар магазинында, аҙыҡ-түлектән тыш, йорт-хужалыҡ кәрәк-яраҡтары ла бар.

Арҡаһы ҡояшҡа ныҡ ҡыҙа башлағас, Фатима магазинға керҙе. Уның артынса уҡ махмурҙан шешенеп бөткән Ғаяз күренде.

– Һаумы, Фатима апай, хәлдәр нисек? – тине, кеше юҡлығына шатланып.

– Һәйбәт әле, бик һәйбәт. Нимә кәрәк? – тине Фатима ҡоро ғына.

– Үҙең беләһең инде. Һыра.

– Аҡсаң бармы?

– Юҡ шул, көтөргә биреп тор инде.

– Аҡсаң булғас, килерһең.

– Яҙып ҡуй, барыбер бирәм бит инде. Алдағаным юҡ та, Фатима апай. Башым ныҡ ауырта. Ошонда йығылып үлһәм, һинең дә башыңдан һыйпамаҫтар бит.

– Бар, тышҡа сыҡ, шунда үл. Араҡы һатыусы – ярты ауыл, шуларға бар. – Фатима ярһый башланы. Ғаяздан ул ялҡып бөткән инде – көн дә килә лә керә.

– Улар бирмәй шул, аҡса булмағас. – Ғаяз йөҙөнә иламһыраған ҡиәфәт сығарҙы.

– Аңлайһыңмы, Ғаяз, бында һинең бурысың бер велосипед алырлыҡ булып бара. Юҡ, бирә алмайым. Бурысыңды ҡасан түләйһең? Полицияға яҙып биргәнде көтмә.

– Көҙгә инде. Бәрәңге сығарып һатып, аҡса эшләгәс. Көтәһең инде.

  • Мин, ахмаҡ, һиңә ышандым, ҡыҙғанған булдым. Бар, башымды ҡатырма. Ҡыҙҙырма мине, холоҡто беләһең. – Фатима прилавка артынан сығып, Ғаязды елтерәтеп тигәндәй тышҡа сығарҙы. – Магазинды һаҫытып бөттөң, кеше керерлек түгел. Күршеңә бар. Эше булһа, һине саҡыра бит, башыңды ла төҙәтһен.

Ғаяз ауыҙ эсенән һөйләнә-һөйләнә тапанып торҙо ла урам буйлап китте.

– Нисек ер күтәрә шуларҙы? Бына тигән ҡатыны, балалары бар ине. Эсеүе арҡаһында юҡҡа сыҡты бит. Бер ул ғына булһа, бер хәл ине, ундайҙар артҡандан-арта ла баһа. Үрге ос Нәжибәнең улын да ҡатыны ҡыуып ҡайтарған икән. Кисә ҡалтыранып, үлтерә күрмә берүк, тип килеп керҙе. Арта бит шундайҙар, нимәлер эшләргә кәрәктер, – тине Фатима эргәһенә килеп баҫҡан Нәзирәгә.

– Көрәшеп ҡарайбыҙ ҙа бит, килеп сыҡмай. Уларҙы һүҙ менән генә тәрбиәләп булмай. Һуң инде... Фатима, ошо көндәрҙә йыйын була. Иғлан ҡуйылыр. Килергә тырыш. Һин минең һүҙҙәрҙе хупларһың, яраймы?

– Борсолма, Нәзирә апай, мин һәр саҡ һинең яҡлы. Ә ниндәй мәсьәлә күтәреләсәк? – тип ҡыҙыҡһынды Фатима.

– Ауыл проблемалары инде. Күлде элекке хәленә ҡайтараһы бар. Шул хаҡта ла. Ярай, мин ашығам, тағы күрәһе кешеләрем бар. Һин килмәй ҡалма инде, йәме? – тип Нәзирә сығыу яғына ашыҡты.

Күлде Рәзит ағаһы алырға теләй икән тигән һүҙҙе ишетеп ҡалғайны. Әммә Нәзирәнең ыңғаймы, ҡаршымы икәнен аңлай алмай ҡалды. Ҡаршы булһа, уның өндәшмәй ҡалыуы яҡшы, ни тиһәң дә, Рәзит – өс туған ағаһы.

9.

Ауылға килгәс, район хакимиәте башлығы Азат Кәрим улына:

– Әйҙә, иң башта күлде ҡарап киләйек, – тине. Етәксенең шулай итерен белә ине, шуға Рәзит ағаһын, өйөң янында ғына бул, тип киҫәтеп ҡуйҙы. Район етәксеһе үҙенең урынбаҫарҙарын, ер комитеты рәйесен дә эйәрткәйне. Күл янына килгәс: “Их, ниндәй матур күл, ниндәй матур урын!” – тип таң ҡалдылар. Тирәләп үҫкән ҡамыштарҙың, тал ағастарының йәм биреүенә һоҡландылар.

– Беҙ йәш саҡта тағы ла матурыраҡ ине. Һыуы саф, балығы мул ине. Мал тапап бөтөрҙө, – тип Рәзит үҙ фекерен әйтмәй ҡала алманы.

– Әле лә матур, Азат Кәримович. Ҡарабаевтың борсолоуҙары дөрөҫ, был матурлыҡты һаҡларға кәрәк. – Шунан һуң Рәзиткә боролдо. – Ҡуртымға ал, рөхсәт бирәм. Минең менән ер комитеты етәксеһе лә килде. Нимәләр кәрәклеген һиңә ул төшөндөрөр. Хәҙер йыйылған ауылдаштарыңа уй-ниәттәреңде һөйләп бирерһең.

  • Ярай, Дамир Хәлитович, мин һеҙҙе аңланым, – тине Рәзит, хужаның ыңғай һүҙ әйтеүенә шатланып.

Клуб алдына халыҡ байтаҡ йыйылғайны. Тышта ағастар ышығында ғына һөйләшергә уйлағайнылар ҙа, әммә көндөң ҡыҙҙыра башлауын, етмәһә, йыраҡта болоттар ҡуйыра төшөүен күреп, клуб эсенә инделәр.

Йыйылыусылар урынлашып бөткәс, Азат Кәрим улы йыйынды асып, килгән ҡунаҡтар менән таныштырҙы.

  • Ауылдаштар, тауышты бөтөрәйек. Әйтер һүҙҙәрегеҙ булһа, мөмкинлек буласаҡ, әҙерләнеп тороғоҙ. Беҙҙең алда ҙур мәсьәлә тора. Урындағы эштәрҙе башҡарып сығыуға ярҙам итеү программаһына ярашлы, хөкүмәтебеҙ бер миллион аҡса бирә ала. Беҙ ул суммаға нимәләрҙе тормошҡа ашыра алыуыбыҙ хаҡында кәңәшләшеп, уйлашырға тейешбеҙ. Субсидияның күп өлөшө – республика, биш проценты урындағы бюджеттан, ә өс проценты халыҡтан йыйыла. Мин төрлө варианттары менән таныштырып китәм. Иң кәрәген һайлап алыу һеҙҙән тора. Беренсенән, ауыл зыяратын кәртәләү, икенсенән, заман шарттарына яраҡлаштырып, клубты төҙөкләндереү, өсөнсөнән, ҡоҙоғон яңынан ҡаҙытып, һыу һурҙырыу ҡорамалын яңыртыу. – Халыҡ шаулаша башланы. – Иптәштәр, әйтеп бөтөрмәнем әле, тынысланығыҙ. Зыяратты кәртәләргә бер миллион дүрт йөҙ мең һум кәрәк, клубты яңыртыуға – ун биш, ә һыу һурҙырыу ҡорамалдарына биш миллион һум талап ителә. Хөкүмәт барлығы бер миллион ғына бирә ала, ҡалғанын үҙебеҙҙән йыйырға йәки бағыусылар табырға тура киләсәк.

Халыҡ тағы гөж килә башланы. Ҡайһы берәүҙәрен аңларға мөмкин ине:

– Ниңә беҙҙән көләһегеҙ!?

– Шул тиклем аҡсаны халыҡ бирә аламы ни?

– Кем иҫәпләп сығарған?

– Халыҡтан аҡса йыйып, мәсет һалдыҡ. Кем йөрөй? Бары мулла ғына ултыра шунда аҡса йыйып.

– Дөрөҫ, кемгәлер йылы урын булһын өсөн тағы аҡса йыйырғамы?

– Ауыл советына ай һайынмы, кварталғамы аҡса бүленә. Ҡайҙа ул?

– Урамдарҙа юл юҡ, шуны ҡараһындар. Ул барыбыҙға ла кәрәк.

– Халыҡҡа эш юҡ, ә һеҙ аҡса талап итәһегеҙ. Оят түгелме әҙерәк?

  • Дөрөҫ, тәүҙә эш бирегеҙ, хеҙмәт хаҡын арттырығыҙ, аҙаҡ аҡса һорарһығыҙ.

Азат Кәрим улы ни эшләргә белмәне. Бер нисә тапҡыр: “Туҡтағыҙ, берәмләп һөйләгеҙ”, – тип тә ҡараны, ләкин урындан ҡысҡырышыу дауам итте. Тауыш тынмағас, Дамир Хәлитович тороп баҫты:

  • Мин һеҙҙе аңлайым, ләкин былай тауышланып ҡына бер ни ҙә ҡылып булмаҫ. Тыныс ҡына һөйләшеп, кәңәшләшергә тип йыйҙыҡ. Теләмәһәгеҙ, бер кем дә көсләмәй. Ул программаға конкурстан үтергә кәрәк. Шуға күрә бөгөн халыҡҡа иң кәрәкле, ихтыяж ҙур булған һәм көсөбөҙҙән килгән объектҡа ғына туҡталырға тейешбеҙ. Мәҙәниәт йортон яңыртырға республика бюджетынан аҡса һорарға тырышырбыҙ. Бөгөн һыу проблемаһы ла мөһим, әммә халыҡ көсө менән генә йырып сығырлыҡ түгел. Уныһын коммуналь хужалыҡ менән бергәләп хәл итергә кәрәк. Ә бына зыяратты тәртипкә килтереү – барыбыҙҙың да изге бурысы. Ҡоймалары иҫкергән, заманса итеп тимерҙән ҡуйырға кәрәк. Тимер ҡоймалар тип яҙылып, үтеп китһә, ҡалғанын йыйыу әллә ни ауырлыҡ тыуҙырмаҫ. Уныһын үҙегеҙ һөйләшерһегеҙ. Азат Кәрим улы берәй бағыусы табырға тейеш. Был – программа шарттарының береһе.

Район хакимиәте башлығын тыңлағас, халыҡ тыныслана төштө. Аранан берәү ҡул күтәрҙе. Был Вәли ине. Әкрен генә сәхнә янына килде.

– Ауылдаштар, етәкселәр беҙҙе борсоған мәсьәләләрҙе күтәрә. Ләкин проблемалар бының менән генә бөтмәй әле. Яңыраҡ ҡоҙаларға барып ҡайттым. Уларҙың ауылында балалар һәм спорт майҙансығы бар. Беҙҙә икеһенең береһе юҡ. Балаларыбыҙ, йәштәребеҙ ҡайҙа барып төртөлөргә белмәй йөрөй. Шунан, Шәжәрә байрамы үткәреү өсөн генә урам араларын бер аҙ күтәртеп, ҡом һибеп сыҡҡан булғайнылар. Уныһы күптән иҙелеп бөттө. Үҙәк урамға асфальт йәйеү хаҡында күптән һүҙ йөрөй, әммә аныҡ эш күренмәй. Һуғышта һәләк булғандарға ҡуйылған обелиск та әҙәм көлкөһө. Уны яңыртырға, исемлекте лә ҡабаттан ҡарап сығырға кәрәк. Күптәр төшөп ҡалған, – тине лә халыҡҡа ҡарап тынып ҡалды.

– Вәли ағай, араҡы, самогон һатыусылар тураһында ла әйт. Ауыл халҡын алкашҡа әйләндереп бөтөп баралар бит. Бер ниндәй ҙә сара күрелмәй, – тине ире үткән йыл араҡы эсеп үлгән Тәскирә.

– Дөрөҫ әйтәһең, килен. Ауылға әллә кемдәр килеп, биш литр менән араҡымы, спиртмы таратып йөрөй. Быны, хужалар, һеҙ ниңә күрмәйһегеҙ? Ябай халыҡтың уларға көсө етмәй.

– Вәли ағай, һүҙең бөтһә, яуап бирәм, – тине Азат Кәрим улы, уға ултырырға ымлап. – Балалар һәм спорт майҙансыҡтарына килгәндә, шуны әйтә алам: беҙ ул мәсьәләне сессияла күтәрҙек. Аҡса бүленгән, урынын билдәләп, башлайһы ғына бар. Урам араларына килгәндә, Ағиҙел буйынан ҡом алыу мәсьәләһе ҡатмарлашты. Рөхсәт алыр өсөн былтырҙан бирле йөрөйбөҙ, тик осона сығып булмай. Шуға юлды күтәртмәй торам, юғиһә ямғырҙан һуң машиналар бөтөнләй йөрөй алмаясаҡ. ДРСУ-ға сиратҡа яҙылған, шылтыратыу менән улар киләсәк. Асфальт тигәндә, бында инде ауыл хакимиәте көсһөҙ, уға бик күп аҡса кәрәк. Элекке етәксе асфальт вәғәҙә иткәйне, халыҡ шуны әйтә, Дамир Хәлитович. Араҡы, спирт һатыусылар менән бергәләп көрәшергә тейешбеҙ. Участка полицияһына исемлек яҙып бирелгән, ул шөғөлләнергә тейеш. Әйҙәгеҙ, ауылдаштар, үҙебеҙ эсмәйек. Эсеүсе булмаһа, һатыусы ла булмаясаҡ.

  • Эскеселәрҙе, араҡы һатыусыларҙы ауылдан ҡыуырға кәрәк. Бигерәк шаштылар. Район, ауыл советтары шундай ҡарар сығара алмаймы ни? Һәр ерҙең үҙ законы булырға тейеш түгелме? Социаль яҡлау бүлеге, полиция ҡайҙа ҡарай? Һис ниндәй профилактик эш алып барылмай. Ошо ауылға күсеп ҡайтыуыбыҙға ике йыл булды, беренсе мәртәбә йыйылдыҡ, – тип урындан ҡысҡырҙы Гүзәл.

Уның һүҙҙәрен дә хуплап, дөрөҫ тип ҡеүәтләүселәр табылды. Азат Кәрим улы Гүзәлдең һорауына яуап бирергә ашыҡты:

  • Беҙ юғарынан килгән закондар буйынса йәшәйбеҙ. Һәр район, ауыл үҙ ҡанундарын сығара башлаһа, нимә булыр? Закон – барыбыҙ өсөн дә бер. Ә тәртипһеҙлектәрҙе бөтөрөү үҙебеҙҙән тора. Шуның өсөн староста һайлап ҡуйҙыҡ. Һәр урамдан уға ярҙамсылар билдәләнде. Был әлегә яңылыҡ, әммә киләсәктә улар көсәйәсәк.

Көн тәртибенә ҡуйылған тәүге һорауға, ауыл зыяратын тәртипкә килтерергә, тигән ҡарар сығарылды. Кеше башына һәр ғаиләнән биш йөҙ һум йыйырға килешелде.

  • Ауылдаштар, көн тәртибендә икенсе мәсьәлә тора. Ул хаҡта үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашыр өсөн һүҙ Рәзит ағай Ҡарабаевҡа бирелә, – тип дауам итте Азат Кәрим улы.

Күл хаҡында һүҙ сыҡҡас, халыҡ тағы шаулашып алды. Рәзит алға сығып баҫҡас ҡына тынысландылар.

  • Зыярат бөтәбеҙҙеке лә булған һымаҡ, күл дә барыбыҙҙыҡы. Уның тапалып, һыуы кәмеүе һәммәгеҙҙе лә борсойҙор. Көтөүҙән ҡайтҡан малдар күмәкләп иҙеп бөтөрҙө. Ҡасандыр күл ауылыбыҙҙың иң күркәм урындарының береһе ине. Шунда һыу индек, балыҡ тоттоҡ. Минең фекер шул: күлде артабан һаҡларға кәрәк. Төбөн тәрәнәйтеп, тирә-яғын кәртәләп алырға, ҡош-ҡорт, мал-тыуар индереүҙе тыйырға тәҡдим итәм. Күл эргәһенә эскәмйәләр ҡуйырға, кәмә төшөрөргә мөмкин. Ҡыҫҡаһы, ял итә торған урын эшләргә. Йәй көнө ауылға ҡунаҡтар күп ҡайта, үткән-һүткән дә күп була. Әйҙә, һәр кем ауылыбыҙ хозурлығына һоҡланһын. Был үҙенә күрә йәштәрҙе эстетик яҡтан тәрбиәләү ҙә булыр. Сәлимйән улы Рим менән һөйләштек: ул эскиздар әҙерләп бирмәксе. Ҡалғаны – минең эш. Балыҡ тоторға теләгәндәргә лә мөмкинлек тыуҙырып, урындарын билдәләрбеҙ.

Ауылда Рәзит күлде үҙенә ала икән тигән һүҙҙәр ҡуйырҙы. Һис кенә лә улай түгел. Мин бары тик күлде ҡоротмаҫҡа, һаҡлап ҡалырға тигән ниәттән йөрөйөм. Күл бер нисек тә минеке генә була алмай. Ул – барыбыҙҙыҡы ла. Минең менән риза түгелһегеҙ икән, бүтән берәүҙе һайлайыҡ.

  • Һинән башҡа бер кем дә ҡарамаясаҡ, ал инде.

– Кәртәләп алғас, малдар ҡайҙа һыулай һуң?

– Рәзит дөрөҫ һөйләй, кәртәләргә кәрәк.

– Рәзиткә тапшырырға түгел, аҙаҡ күлде күрә лә алмаясаҡбыҙ.

– Һин нимә, ситтәр, бандиттар алһынмы ни?

  • Кәртәләргә кәрәк, юғиһә күл буйын мөхәббәт усағына әйләндереп баралар.

Һуңғы һүҙҙәрҙе ишетеп, Гөлзифа ҡып-ҡыҙыл булды, башын аҫҡа эйҙе. Беҙ ҡапсыҡта ятмай, тиҙәр, дөрөҫ икән. Кемдер күргән, белгән. Винерға ишетелеп ҡалһа, эш харап. Гөлзифаның башынан төрлө уйҙар үтте.

– Балалар, миңә һүҙ бирегеҙ әле, – тип Кәримә әкрен генә торҙо ла халыҡҡа боролдо. Бер килке, кемдәр бар икән тигәндәй, бөтә залды  ҡарап алды. – Ауылдаштар, тере кешегә барыһы ла мөһим, барыһы ла кәрәк: зыяраты ла, юлы ла, күле лә. Бер көн күлгә түгелгән сүпте күреп, Сәлимә менән саҡ һушыбыҙҙан яҙманыҡ. Сүп түгергә нисек ҡулығыҙ бара? Азат улыма рәхмәт инде, ҡыйҙы алдыртҡан. Мин килен булып төшөп, йәшәп киткән йылдарҙа һәр яҙ аҡҡоштар килә ине. Халыҡ уларҙы күрергә ашығыр ине. Аҡҡоштар хәҙер төшәме? Юҡ бит. Ни өсөн икәнен үҙегеҙ беләһегеҙ. Һыу бысранды, күл һайыҡты. Рәзит улым бик изге ниәт менән йөрөй, ярҙам итергә кәрәк. Күл бит килер быуындарға ҡаласаҡ, бер кем дә уны үҙе менән алып китә алмай.

– Тағы аҡса йыйырғамы? – тип ҡысҡырҙы иң артта ултырған Сәлим. Кемдер:

– Сәлим айныған, ауыҙынан һүҙ сыға башланы, – тип шаяртып алды.

– Балалар, уйынға бормайыҡ. Күлде Рәзиткә тапшырырға кәрәк, – тип Кәримә урынына ултырғас, шәфҡәт туташы Нәзирә түҙмәне, һүҙ алды:

  • Ауылдаштар, был эшкә бик еңел ҡарайбыҙ түгелме һуң? Бер кемдән һорамайынса, Рәзит күлдең бер яғын кәртәләй, ағастарын киҫә башлаған. Кем рөхсәт биргән? Беҙ уға бер кем дә түгелме ни? Бына, мәҫәлән, мин – ауыл советы депутаты. Беҙҙән уҙып, барыбыҙҙыҡы ла булған күлгә ҡул һуҙыу дөрөҫмө?

Рәзит был һүҙҙәргә түҙмәне, һикереп торҙо:

  • Нәзирә, депутат булғас, ниңә ситтән ҡайтҡандарҙың машиналап сүп түккәнен шәйләмәнең? Ә минең шул ерҙе кәртәләп алғанды күргәнһең. Күптәр көтөүҙән ҡайтҡан малдарын төнгөлөккә сығарып ебәрә. Баҫыуға кереп, тамағы туйғас, улары күлгә төшөп һыу эсә. Ниңә һин шуларҙы күрмәйһең? Сөнки улар һиңә кәрәкмәй. Яҡшылыҡ эшләргә теләгәндәрҙе генә күрәһең.

Шул саҡ Илдар һүҙ һораны. Рөхсәт булғас, халыҡ алдына сығып баҫты:

  • Ауылдаштар, былтыр мине бер тауыштан староста итеп һайлап ҡуйҙығыҙ. Ләкин мине һанламаусылар ҙа бар, бигерәк тә ситтән ҡайтҡандар. Шуны әйтер инем: ауылыбыҙға килгәнһегеҙ икән, дөйөм тәртипкә буйһонорға кәрәк. Сүпте лә һеҙ түгәһегеҙ. Бергәләп тотонғанда ғына ауылды ла, күл буйын да матурлай аласаҡбыҙ. Кемдер килтереп биргәнде көтөргә ярамай. Беҙ бит ошонда йәшәүселәр, тыуған төбәгебеҙ үҙебеҙҙән башҡа бер кемгә лә кәрәкмәй.

Район етәксеһе лә һүҙ һораны:

  • Ауылығыҙҙың бөгөнгө мәсьәләләре, тәбиғәте хаҡында борсолоуығыҙҙы ишетеп, һөйөнөп ултырам. Тимәк, һеҙ битараф түгел. Был бик яҡшы. Ҡулдан килгәнсә алда торған проблемаларҙы хәл итергә тырышырбыҙ. Инициатива күрһәтеп, янып йөрөүселәрҙе мин хуплайым һәм ярҙам итергә ынтылам. Һеҙ күтәргән әлеге мәсьәләләр көс етмәҫлек түгел.

Күлгә килгәндә, күрҙем, бик матур, һоҡланып торҙом. Рәзит Ҡарабаев үҙ иңенә был яуаплылыҡты ала икән, хуп. Кемдер тейеш бит. Уйлағандарын ул үҙе генә атҡарып сыға алмаҫ, ярҙам итергә кәрәк буласаҡ. Мин уға тик уңыштар ғына теләйем. Азат Кәримович, эш барышы хаҡында беҙгә даими рәүештә иҫәп-хисап бирә барырһығыҙ.

Зал тынып ҡалды. Ошонан файҙаланып, Азат Кәрим улы:

  • Ауылдаштар, кем дә кем күлде Рәзит ағай ҡарамағына тапшырырға ти, тауышҡа ҡуям. Ярай, ҡаршылар... Рәзит ағай, күпселек тауыш менән күл һинең ҡарамаҡҡа бирелә, – тине.

Һүҙе үтмәүенә Нәзирә ярһыны, үҙен хупламаған дуҫтарына үпкәләне. Еңелеүен ауыр кисерҙе, хатта күҙ алдары ҡараңғыланып китте. Йығылып ҡуйыуҙан һаҡланып, ултырғысҡа йәбеште. Халыҡ уға иғтибар ҙа итмәне, үҙ-ара һөйләшә-һөйләшә таралышты. Кемдәрҙер йыйындан ҡәнәғәт ҡалды, кемдәрҙер ризаһыҙлыҡ белдерҙе.

10.

Йыйылышта, күлде мөхәббәт усағына әйләндереп баралар, тигәндәре Гөлзифаға тынғылыҡ бирмәне. Кем әйтте һуң әле, тип иҫенә төшөрөргә тырышты. Ләкин белә алманы. Кешеләрҙән дә һорай алмай, шикләнәсәктәр. Был аҙғынлыҡҡа сик ҡуйырға кәрәк, тип үҙ алдына бер нисә тапҡыр ҡабатлап алды. Юғиһә бар тормошо селпәрәмә киләсәк, аҙаҡ йыйып алып булмаясаҡ. Иренә ҡарата һалҡынлыҡ тоймаһа ла, элеккесә ҡайнарлыҡ кәмегәндәй. Тәүге йылдарҙа Себерҙән ҡайтһа, һөйөп туя алмай ине. Хәҙер улай түгел. Ҡосағына алырға теләгән иренә ҡаршы килмәһә лә, керергә лә ашҡынып бармай. Ул быны арығанлығы менән аңлата. Ә күңеленең бер мөйөшөндә Шамилға ҡарата булған хис-тойғолар һағалай. Ире ҡосағында ятҡанда ла ул иҫенә килә лә төшә. Исемен ысҡындырып ҡуйыуҙан саҡ тыйыла. Уның наҙлауҙарын иренеке менән сағыштыра. Яҡшы түгеллеген белһә лә, бер ни эшләй алмай. Кеше шулай аҙалыр, тип уйлап ҡуя. Ниңә улай булды һуң әле? Ул бит Винерҙы яратып кейәүгә сыҡты, башҡа ҡыҙҙарға бирмәне. Сит ирҙәргә ҡарармын тигән уй башына ла кергәне булманы. Ҡайһы арала хата ебәрҙе? Иренең Себергә сығып китеүе сәбәпсе булдымы? Уны бер нисә ай күрмәй тороу шундай юлға этәрҙеме? Ошондай һорауҙар бырауланы мейеһен.

Гөлзифа буласаҡ ире Винер менән Өфө дауаханаһында осрашты. Ҡыҙ – әсәһен, егет нәнәһен табиптарға күрһәтергә килгән ине. Буласаҡ ҡоҙағыйҙар ҙа шулай танышты. Терапевҡа алған сираттары бер-бер артлы ғына булды. Ҡыҙ менән егет үҙ-ара ҡарашып-ҡарашып алһа ла, бер-береһенә һүҙ ҡушманы.  Кеше менән артыҡ һөйләшеп бармаған Винер ҡыҙға һүҙ әйтергә тартынды. Етмәһә, әсәһе эргәлә генә ултыра. Кеше күп булыу сәбәпле, оҙаҡ ҡына көтөргә тура килде. Сәғәт ун икелә лә табипҡа керә алмағас, Винер:

– Нәнәй, һиңә ашарға ярамай инде, мин буфетҡа төшөп, бер аҙ ҡапҡылап киләм әле, – тине.

– Бар, улым, бар, – тип ризалыҡ бирҙе Кәримә. Шул ваҡыт яндарында торған ҡыҙ:

  • Мин дә барам, һеҙ ултырып тороғоҙ, – тип Винерға эйәрҙе.

Буфетта ҡыҙ менән егет бер-береһенән ҡайҙан килеүен белеште. Икеһе ике районда йәшәһә лә, ауылдары яҡын булып сыҡты.

– Гөлзифа булам, – тип ҡыҙ йылмайып егеткә ҡулын һуҙҙы.

– Винер, – тине егет, ҡыҙҙың ап-аҡ ҡулына үҙенең ярылып бөткән ҡулын бирергә тартынып ҡына. – Мин колхозда шофер булып эшләйем. Ә һеҙ?

– Әлегә эшләмәйем. Бухгалтерҙар курсын тамамлап ҡына ҡайттым. Колхозға эшкә керәм инде, атай һөйләшеп ҡуйған, – тип яуапланы Гөлзифа.

Ошо осрашыу, һөйләшеү уларҙың киләсәк яҙмышын хәл итте лә ҡуйҙы. Винер ҡулдан булһа ла “Жигули” алып ебәргәйне. Егерме биш саҡрым алыҫлыҡта йәшәгән һөйгәне эргәһенә, көн дә булмаһа ла, көн аралаш барырға тырышты. Бер йыл самаһы йөрөгәс, Гөлзифа егетенең өйләнәйек тигән тәҡдимен көттө-көттө лә, һүҙҙе үҙе башларға булды:

– Винер, былай итеп күпме йөрөрбөҙ икән? Ҡарт ҡыҙ булып ултырып ҡалам бит. Һин миңә өйләнәһеңме, юҡмы? – тине уйынлы-ысынлы.

Винерҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ йүгерҙе. Ул өйләнәйек тип әйтергә ҡыймай йөрөй ине. Әйтәм-әйтәм тигәс тә, нисек һүҙ башларға белмәй ҡайтып китә ине.

– Рәхмәт, Гөлзифа, үҙең башланың. Мине кире ҡағырһың тип уйлай инем. Әйҙә, улай булғас, – тине лә машинаһын ҡабыҙып, ҡуҙғалып китте.

– Ҡайҙа барабыҙ?

– Ҡайҙа булһын... беҙгә. Алып ҡайтам...

  • Улай ярамай, ата-әсәм нимә уйлар? Мине юғалтырҙар бит...

         Винер ҡыҙҙың һүҙҙәренә иғтибар итмәне, туҡтарға уйламаны. Әле алып ҡайтмайынса, аҙаҡҡа ҡалдырһа, башҡа бындай мөмкинлек булмаҫ кеүек тойолдо уға. Гөлзифа эштең бындай боролош алырын көтмәгәйне. Шулай ҙа эстән генә һөйөндө. Ата-әсәһе ни асыуланыр ҙа бөтөр. Винер менән ныҡлап йөрөүен, тәҡдим яһаһа, риза буласағын әсәһенең ҡолағына тишеп ҡуйғайны.

Ишектән ингәс, Винер:

– Нәнәй, киленеңде ҡабул ит, – тине.

Егерме биш йәшкә етеп килгән ейәненең ҡыҙ алып ҡайтҡанына һөйөнөп, Кәримә тиҙ генә мендәр килтереп, Гөлзифаның аяҡ аҫтына һалды.

  • Рәхим ит, килен, төклө аяғың менән!

...Ике яҡта ла туй яһап, йәштәр матур ғына йәшәй башланы. Бер йылдан ҡыҙҙары, тағы өс йылдан улдары тыуҙы.

Колхоз таралғас, быға тиклем бер ҡайҙа ла сыҡмай, ауылда ғына эшләп көн күргән халыҡ бер аҙға ҡаушап ҡалды. Ҡасандыр ҡаланан бында ҡайтып төпләнгәндәр үҙ-үҙен әрләне. Кирегә юлдар күптән ябылған: йәш тә үткән, көс-ҡеүәт тә элеккесә түгел. Йәшерәктәр, яңы ғына өйләнешкәндәр район үҙәгенә, яҡын-тирә ҡалаларға китеүҙе хуп күрҙе. Ауыл нисектер етемһерәп ҡалғандай булды. Һатырға ҡуйылған буш өйҙәр күбәйҙе. Ҡалала эшләп ялға сыҡҡандар осһоҙға ғына ауыл өйҙәрен алып, шунда төпләнә башланы. Төп халыҡ көндән-көн кәмей барҙы.

Винер кеүек урта йәштәге ирҙәр ситкә, Себергә китеп эшләһә лә, күңелдәре менән ауылда ҡалды, һағынды. Ҡатындарын, балаларын күрмәй тороуҙы ауыр кисерҙеләр. Колхозда йылдар буйы тир түгеп тә ала алмаған аҡсаны ике айҙа алыу ғына күңелдәрен аҙыраҡ тынысландыра төштө. Ҡулда аҡса булыу иркенләп йәшәргә мөмкинлек бирҙе.

Хеҙмәттәге кеше эшләй ҙә ҡайта инде, ә бына өйҙә мал-тыуар ҡарап ҡына көн иткәндәр үҙҙәрен бер кемгә лә кәрәкмәгәндәй хис итте. Тәүге мәлдәр бигерәк ауыр булды. Шаулап торған колхоздың юҡҡа сығыуын аңлай алманылар. Һәр кемдең күңеленә “Уны емереү кемгә кәрәк булды икән?” тигән уй тынғылыҡ бирмәне. Ваҡытында хаҡлы ялға сығып өлгөргәндәр һөйөнһә лә, ҡыуаныстары оҙаҡҡа барманы: пенсияларын бер нисә ай ала алмайынса интектеләр. Эшһеҙлеҡ, аҡсаға ҡытлыҡ кешенең бәғерен телгеләне. Ауылда йәшәгәс, баҡса, мал-тыуар тотоу ғына хәлде бер аҙ еңеләйтте.

Эшһеҙ ҡалғас, Гөлзифа ла нимәһендер юғалтҡан кешеләй, аптырап йөрөнө. Колхоз идараһында үҙен кәрәкле кеше итеп тойоу күңеленә кинәнес бирә ине. Хәҙер ул бер кем дә түгел, бары тик эшһеҙ ҡалған хужабикә. Ире Себергә сығып киткәс, бигерәк төшөнкөлөккә бирелде. Ярай әле балалары бар, юғиһә ҡәйнәһе менән нимә хаҡында ғына һөйләшеп, күңелен йыуатыр ине икән? Көндөҙө йорт эштәре менән, мал-тыуар янында үтһә лә, йоҡларға ятҡас, күҙҙәренә йәш килә. Винеры менән үткәндәрҙе күҙ алдына килтерә. Ир ҡуйынында һөйөлөп ятыр урынға, яңғыҙың мендәр ҡосаҡлап һыҡта инде. Балалары ла: “Атай ҡасан ҡайта?” – тип һорашып ҡына тора. Календарҙа был мәлде билдәләп, көн дә һыҙып баралар.

Йәштәш ҡатындар менән клубҡа репетицияға йөрөй башлағас, Гөлзифаның күңеле күтәрелгәндәй булды. Алты кешенән ансамбль төҙөп, уға “Аҡ сәскә” тип исем ҡуштылар. Хәҙер ҡатын репетицияны көтөп ала. Оҙағыраҡ саҡырмай торһалар, әллә төшөрөп ҡалдырҙылармы икән, тип борсола башлай. Репетицияларға барыуҙы Гөлзифа эшкә йөрөгән һымаҡ ҡабул итә. Аҡса түләмәһәләр ҙә, күңел тыныслығы ала. Ана күпме кеше уларҙың йырлауын тыңлап, кинәнеп ҡул саба. Оло быуын кешеләре клубҡа концертҡа йөрөһөн тип, етмешенсе-һикһәненсе йылдарҙағы йырҙарҙы башҡарырға тырыштылар. Клубты онотоп барған халыҡ, ансамбль төҙөлөү, ретро йырҙар хаҡында ишетеп, яңынан концерттарға ағылды. Репетицияларҙың береһендә кемдең нисек йырлауын тойған Шамил:

– Гөлзифа, тауышың моңло, үҙенсәлекле. Әллә бер үҙең йырлап ҡарайһыңмы? – тигән тәҡдим яһаны. Ҡатын ҡыҙарып китте:

– Мин дә башҡалар һымаҡ йырлайым инде, – тине башын аҫҡа эйә биреп.

  • Тауышың матур, йырлап ҡара, – тине йәшкә барыһынан да олораҡ Сажиҙә, башҡаларҙың бер һүҙ әйтмәүенә үртәнеберәк.

Шул көндән алып Гөлзифа бер үҙе йырлай башланы. Ҡайһы берәүҙәр концерттарға уны тыңлар өсөн генә йөрөнө. Сәхнәгә ҡат-ҡат саҡырып сығарҙылар. Тамашасыларҙың үҙенә генә булған айырым иғтибары өсөн иптәштәренән уңайһыҙланды Гөлзифа. Уның моңло тауышына барыһы ла һоҡланды. Урамда, магазин тирәһендә күреп: “Артист ҡына булырға кәрәк булған һиңә”, – тип әйтеүселәр ҙә күбәйҙе.

Үҙенә шөғөл тапҡанына Гөлзифа ҡыуанды, тормошо йәмләнеп киткәндәй булды. Ауыл кешеләре үҙенә нисектер икенсе төрлө ҡарағандай тойолдо. Шамил да Гөлзифаның матурлығына, моңло тауышына һоҡланыуын йәшерә алманы. Тура килгән һайын:

  • Аллаһ Тәғәлә һиңә барыһын да биргән, ҡыҙғанмаған, – тип әйтмәйенсә ҡалмай. Винерҙан аҙыраҡ көнләшеп тә ҡуя үҙе. Гөлзифа репетицияға килһә, күңеле күтәрелеп китә, йөҙөндә шатлыҡ сатҡылары төҫмөрләнә. Тура килгәндә ҡатындарҙы шаян һүҙҙәре менән көлдөрөп тә ала. Ә инде ниндәйҙер сәбәп менән Гөлзифа килмәй ҡалһа, күңелһеҙләнә, тик башҡаларға һиҙҙермәҫкә тырыша. Әллә ни уйлауҙары бар. Әммә ишек асылған һайын башын шул яҡҡа бора һала, үҙе лә һиҙмәҫтән уны көтә.

Гөлзифа ла Шамилдың үҙенә мөнәсәбәтен тоя. Йыр эҙләгәндә, эш барышы хаҡында һөйләшкәндә гел уға ҡарап, уның фекерен тыңларға теләүен дә һиҙә. Ирҙә ниндәйҙер өмөт уянмаһын тип, уға тура ҡарамаҫҡа тырыша. Шундай саҡтарҙа тиҙ генә:

  • Бына ҡыҙҙар нимә ти инде, йырҙы бергәләп эҙләйбеҙ, – тип иғтибарҙы ситкә бора һала. Башҡаларҙан уҙып, үҙ уйҙарын белгертәһе килмәй.

Бер көн Шамил Гөлзифаны урамда осратып, репетицияға саҡырҙы. Билдәләнгән ваҡытҡа клубҡа килһә, башҡа ҡатындар юҡ.

– Шамил, ҡалғандар килмәйме ни? – тип һораны Гөлзифа, баянын ҡулына алып ултырған клуб мөдиренән.

– Килерҙәр, беҙ ҡабатлай торайыҡ. Һин, яңы йыр әҙерләнем, тигәйнең. Ниндәй?

– Йырлап ҡарайым, һиңә оҡшаһа.

  • Һин башҡарған йырҙарҙың барыһы ла миңә оҡшай, Гөлзифа. – Шамил был һүҙҙәрҙе шундай итеп әйтте, әйтерһең дә, һөйөү хистәрен аңлатты.

Гөлзифа йырлап ебәргәс, Шамил баяны менән ҡушылды. Йырлап бөткәс:

– Барамы, һиңә оҡшаймы? – тине Гөлзифа, ҡулындағы ҡағыҙҙан күҙен алмай ғына.

  • Бик матур, мәғәнәле йыр. Ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә бына тигән.

Яңы йырҙы бер нисә мәртәбә ҡабатлағас, әҙерәк һөйләшеп ултырҙылар. Шамил Винерҙың Себерҙә нисек эшләүен һорашты. “Һағынаһыңдыр инде”, – тип тә ебәрҙе. Гөлзифаның күҙҙәрендә моңһоулыҡ күреп, тиҙ генә һүҙҙе икенсегә борорға ашыҡты:

– Ғабдулла Туҡай, бөтә һәләтле кешеләр ҙә – халыҡ араһынан, тип дөрөҫ әйткән. Уҡыһаң, һинән бына тигән йырсы сығыр ине.

  • Ҡайҙа инде миңә йырсы булыу... Ә бына әсәйемдең моңо!.. Ваҡытында уҡыһа, бәлки, унан йырсы сығыр ине, – тине Гөлзифа, үҙен маҡтауға иҫе китмәйенсә. Шулай ҙа Шамилдан йылы һүҙҙәр ишетеү уға рәхәт ине.

Ҡалғандарҙың килмәүен белгәс, Гөлзифа ҡайтырға ҡуҙғалды. Шамил баянын ҡуйҙы ла уны оҙата сыҡты. Ҡулы менән ҡатындың арҡаһына ҡағылғандай итте.

  • Һау бул, Гөлзифа! Һинең менән һөйләшеп ултырғас, рәхәт булып китте. – Тағы ла ниҙер әйтергә уйлағайны ла, тынып ҡалды.

Гөлзифа клубтан нисектер үҙгәреп, күңеле үҫеп, йылылыҡ тойоп сыҡты. Шамилдың һүҙҙәренән кинәнес кисерҙе. Ҡулы арҡаһына тейеп үткәндә, тәнендә ниндәйҙер рәхәтлек тойҙо. Байтаҡтан ирҙәр ҡулы ҡағылғаны юҡ шул. Винер ҙа, яҙға ғына ҡайтырмын, тип хәбәр итте. Сменаны алыштырырға кешеләр юҡ тиме шунда. Ҡатын ҡурҡа ла башланы. Шамил тағы үҙенә ҡағылһа, ҡаршылыҡ күрһәтә алмаҫ һымаҡ. Башына ”Башҡаса репетицияға әллә йөрөмәҫкә инде?” тигән уй ҙа килде. Бер көн бармағайны, ансамбль ҡыҙҙары килеп:

  • Күбен йөрөгәс, әҙенә түҙ инде. Байрам үтһен, унан ҡарарһың, – тип ай-вайына ҡуймай алып сығып китте.

Гөлзифаны күргәс, Шамилдың йөҙө балҡыны. Башҡалар ситкәрәк киткәс, янына килеп:

– Ниңә улай килмәҫкә булдың, Гөлзифа? Ҡотомдо алдың бит, клубтың йәме китә яҙҙы, – тине.

Ҡатын бер һүҙ ҙә әйтмәйенсә, башын эйә биреп, дуҫтары янына атланы.

Ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә бағышланған концерт бик уңышлы килеп сыҡты. Халыҡтың күп булыуы барыһының да кәйефен күтәрҙе. Концерттан һуң дискотека башланды. Шамил байрам сәйе әҙерләгәйне. Артистарҙы үҙенең бүлмәһенә саҡырҙы. Ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙарға бүләктәр тапшырҙы.

  • Ә хәҙер байрам хөрмәтенә ошо шараптан ауыҙ итәбеҙ, – тип бер нисә шешә сығарҙы. Эсеп алғас, ҡатын-ҡыҙ шаулаша башланы. Беренсе майға ла концерт әҙерләргә кәрәк булыр, тип Шамилдан алда план ҡороп та ҡуйҙылар.

Ирҙең уйы нисек тә Гөлзифаны бүлмәлә ҡалдырыу ине. Шуға ла береһе лә күрмәгәндә уның шәлен шкафҡа йәшереп ҡуйҙы. Баш кейеме булмағас, башҡалар менән ҡайтып китә алмаясаҡ, эҙләйәсәк.

Шамил ҡатындарға рәхмәт әйтеп оҙатты. Гөлзифаның борсолоп ниҙер эҙләгәнен күрмәмешкә һалышты. Ҡатын шәлен сәхнәгә сығып та эҙләп ҡараны, таба алмағас, яңынан бүлмәгә керҙе.

– Нимә юғалттың, Гөлзифа? – тигән булды Шамил, өҫтәлдәге һауыт-һабаны йыйыштырып.

  • Мамыҡ шәлемде әллә ҡайҙа ҡуйғанмын, таба алмайым.

Шамил шкафты асып:

– Ошо түгелме? – тип һораны.

– Эйе, ни эшләп унда? – Гөлзифа башына шәлен һалып ишеккә йүнәлде, Шамил утты һүндерҙе лә ҡатынды артынан килеп ҡосаҡлап алды. Тиҙ генә үҙенә табан бороп, ирендәренән үбә башланы. Ҡатын тартылырға иткәндәй булды ла, ризалығын белдереп, үҙе лә ҡосаҡланы. Ир наҙына ул шундай һыуһағайны, үҙенең ярамағанды эшләүен белһә лә, кире ҡағырға көс тапманы. Шәле лә, өҫтөндәге кейеме лә иҙәнгә шыуып төштө. Эскән шарап шауҡымынанмы, күптән ир күрмәгәнгәме, Гөлзифа ярһып-ярһып Шамилды үбергә тотондо. Ир әрһеҙләнеп китеп, кейемдәрен ысҡындыра башлағас, тиҙ генә һушына килеп:

  • Ярамай, бөгөн түгел, – тип ҡолағына шыбырланы.

Шул көндән алып улар ҡасып-боҫоп осраша башланы.

Дауамы бар.

Повесты сайттан күсереп алыу ҡәтғи ТЫЙЫЛА!!! 

Читайте нас: