Күлдең был яғына ауыл халҡы бик сығып йөрөмәгәс, уларҙан һуң тапалып, иҙгеләнеп бөткән үләнде бер кем дә күрмәй ҙә, белмәй ҙә шикелле.
Ирҙе һағыныуын белдереп, оҙаҡ итеп үпкәндән һуң ҡатын:
- Шамил, беҙҙең былай йөрөүебеҙ насар бөтөр инде!? Халыҡ, беҙ ҡапсыҡта ятмай, ти.
Гөлзифаға һүҙен дауам итергә ирек бирмәйсә, ир шашып үбә башланы. Уның оҙон-оҙаҡ һөйләшеп торғоһо килмәне. Ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа осрашҡанда, егет менән ҡыҙ кеүек серләшеп тороуҙың кәрәге юҡ тип, үбә-үбә ҡатындың төймәләрен ысҡындырҙы. Артыҡ тауыш-тын сығармайынса ғына яратыштылар ҙа, өҫтәрен кейемдәре менән ҡаплап, күктәге йондоҙҙарға бағып, күлдәге баҡаларҙың геүелдәгән тауыш сығарып үҙ-ара һөйләшеүен тыңлап, тынып ҡалдылар.
– Мин һиңә шундай эйәләштем, күрәһем килеп кенә тора. Йәшерен осрашыуҙың был тиклем дә мауыҡтырғыс икәнен белмәй инем, – тине Гөлзифа, тынлыҡты боҙоп, Шамилдың ҡолағына ирендәрен терәп тиерлек.
– Мин дә, – тине ир, ҡатындың күкрәген иркәләп.
– Ниңә элегерәк, йәш ваҡытта осрашманыҡ икән?
– Яҙмышыбыҙ шулай яҙылғандыр инде...
– Хәҙер үҙгәртеү мөмкин түгел. Шулай ғазапланып йәшәрбеҙме икән ни? – Гөлзифа ирҙең сикәһенән үпте, күҙҙәренә йәш тулды.
– Ғаиләләрҙе ташлау ярамаҫ, килешергә ҡала. Балалар бар... – Шамил ҡатынды һуңғы тапҡыр күргәндәй, шашып-ярһып үбә башланы. Уныһы ла үҙенең ҡайнарлығын күрһәтеп, бар булмышы менән ирҙе яңынан һөйөү хистәренә тулышҡан ҡосағына алды...
– Бер нисә көндән Винер ҡайта, мине көтмә...
– Берәй сәбәп табып, клубҡа килеп китерһең, – тине Шамил, ҡатынды ҡосағына ҡыҫҡан килеш.
– Нисек барып керәйем, репетиция юҡ бит...
Шамил, бүтән бер һүҙ ҙә әйтмәй генә ҡосаҡлап үпте лә, һиңә ҡайтырға ваҡыт тигәндәй, ишара яһаны. Шул ваҡыт ҡайтырға тип ҡуҙғалған Гөлзифа, ауыл яғынан кемдеңдер йүтәлләгән тауышын ишетеп, туҡтап ҡалды. Яңыраҡ ҡына дауахананан сыҡҡан Барый ҡартты улар шунда уҡ таныны. Күрәһең, саф һауа һуларға сыҡҡандыр. Оҙаҡ йылдар инде сир менән көрәшә, хәле ауырая башлау менән дауаханаға һалып ҡуялар. Унда кеше ҡайғыһы булмаһа ла, күренмәүең хәйерле. Гөлзифа уйһыу булып торған ерҙән эйелә биреп, өйөнә табан атланы. Уларҙың бәрәңге баҡсаһы ҡасандыр тулы һыулы булып ағып ятҡан йылғаға сыға. Йылға күптән ҡороған инде, бары яҙғы ташҡындар мәлендә генә шаулап ала. Ошо йылға һыуы күлде тулыландырып торған, тиҙәр. Йылға ҡороһа, күлгә лә шундай хәүеф янай икән. Күлдәге һыуҙың кәмеүен халыҡ шулай аңлата.
Гөлзифа күҙҙән юғалғансы ҡарап торҙо ла Шамил яңынан үләнгә һуҙылып ятты. Ул тиҙ генә өйөнә ҡайтырға теләмәне. Берәйһе килеп сығып, күреп ҡалһа ла ҡурҡаһы түгел: ул – бер үҙе. Кеҫәһенән сигарет алып ҡабыҙҙы, тәрән итеп һурырға тотондо. Әле генә булып үткән осрашыуҙы, һөйләшеүҙе ҡайтанан күҙ алдынан уҙғарҙы. Гөлзифаның “Ниңә элегерәк осрашманыҡ икән?” тигәнен иҫенә төшөрөп, ҡат-ҡат уйланды. Бәлки, был хәйерлегәлер. Әгәр осрашһаҡ, һөйөүебеҙ был тиклем дә көслө булмаҫ ине. Бары йәшерен яратышыуҙар ғына шундай ләззәт бирәлер. Ирле-ҡатынлы булып йәшәй башлаһаң, донъя мәшәҡәттәре менән һөйөүҙең бер өлөшө кәмегәндәй була. Ошо фекерен Гөлзифаға әйтергә бик теләһә лә, тыйылып ҡалды. Ҡатын дөрөҫ аңламаҫ, тип шикләнде. Шамилдың да ҡатынына булған хистәре яңы өйләнешкәндәге һымаҡ түгел. Балалар бар, бергә йәшәргә кәрәк, хатта түҙергә кәрәк, был – ир менән ҡатындың бурысы, тип тыныслана. Һәр яңы хис тип айырылыша башлаһаң, бергә йәшәүселәр бик аҙ ҡалыр ине. Шуға ла күптәр, ситтә йөрөһә лә, ғаиләһен ташламай, үҙҙәрен тоғро ир итеп күрһәтергә тырыша. Тормоштоң шундай яҙылмаған ҡанундарын яҡшы белгәнгә, Шамил бер ваҡытта ла ҡатынына ҡаты бәрелмәй, ҡайһы саҡта уны йәлләңкерәп тә ҡуя.
Бына әле лә, башҡа ҡатындың ҡайнар ҡосағында булғандан һуң, үҙен “аҙғын, аҙғын!” тип битәрләп алды. “Нимә етмәй һиңә?! Бына тигән ҡатының, балаларың бар. Бындай осрашыуҙар оҙаҡҡа бармаҫ, беленер, туҡтарға кәрәк”, – ти ине уға аҡылы. Шамил, уйҙарынан арынып, һикереп торҙо ла ҡайтыр яҡҡа юлланды.
Гөлзифа ошо ауылға килен булып төшкәс, колхоз идараһына эшкә керҙе. Уға секретарь, рация бүлмәһендә диспетчер, бригада хисапсыһы, бухгалтер ҙа булып эшләргә тура килде. Халыҡ теле менән әйткәндә, май эсендәге бөйөр кеүек булды. Колхоз келәтенән ит, бал һәм башҡа кәрәк-яраҡ бары тик уларға ғына тәтене. Ире Винер шофер булып эшләне. Намыҫлы хеҙмәтен иҫәпкә алыпмы, колхоз рәйесе яңы ҡайтҡан “КамАЗ” машинаһының береһенә уны ултыртты. Ул замандарҙа бындай техника бәхетле кешеләр өлөшөнә генә эләкте. “КамАЗ”дарҙы ваҡ-төйәккә түгел, бары алыҫ рейстарға ғына ҡыуҙылар. Хеҙмәт хаҡы ла башҡаларға ҡарағанда күпкә юғарыраҡ булды. Гөлзифаның сибәрлеге һәм бухгалтерияла эшләүе лә йоғонто яһамай ҡалмағандыр. Тура килгән һайын колхоз рәйесе йылмайып:
- Сибәрһең дә инде, Гөлзифа, – тип күҙҙәрен йылтыратыр ине. Гөлзифа ул ваҡытта: “Эй шаян да инде рәйесебеҙ,” – тип уйлап ҡуйһа ла, тәүге балаһынан һуң эшкә сыҡҡас, рәйестең үҙенә битараф түгеллеген һиҙеп алды.
Ул көн Гөлзифа бухгалтерияла бер үҙе генә ҡалғайны. Эшкә бирелеп, рәйестең кергәнен дә һиҙмәне.
– Эшләп ултыраһыңмы, матурым? – тип иңбашына ҡулдарын һалғанға тертләп, артына әйләнһә, рәйес йылмайып тора.
– Эйе, – тип урынынан һикереп торҙо Гөлзифа.
– Ултыр, ултыр. Бухгалтерияла ни эшләп һаман да ут яна икән, тип кергәйнем. Ҡыҙың үҫәме, Гөлзифа? – тине рәйес, ҡатынды ҡосаҡлап алыуҙан саҡ-саҡ тыйылып. Нисә йыл инде уға ҡарап ымһынып йөрөй ҙә баһа ул. Теләгәнен үҙенеке итергә күнеккән рәйес Гөлзифаны ауыҙлыҡларына ла шикләнмәй. Әммә ҡатынға ҡапыл бәрелеүҙән һаҡ булырға тырыша. Яйлап-майлап ҡына күңелен яуларын яҡшы белә. Ҡатын сибәр генә түгел, уҫал да үҙе. Һаҡ ҡыланмаһаң, ауыҙың бешеүе лә бар. Тормошто аңлаған, ҡатын-ҡыҙ психологияһын бер аҙ белгән рәйес башҡасараҡ алым эҙләне.
– Үҫә, Хәлит Лотфуллович, үҫә, – тине Гөлзифа, ултырырға ҡыймайынса.
– Икебеҙ генә булғанда һин миңә Хәлит ағай тип кенә әйт.
– Ярамай, һеҙ бит – колхоз рәйесе.
– Рәйес тә кеше, ул да сибәр ҡатындарҙың үҙенә исеме менән генә өндәшеүенә мохтаж. Нимәлер кәрәкһә, тартынып торма, һора. Кемгә-кемгә, һиңә тигәндә барыһын да табырмын.
- Рәхмәт! Бер ни ҙә кәрәкмәй. Эш хаҡыбыҙ етә, нәнәйҙең дә пенсияһы бар.
Гөлзифа ҡағыҙҙарын йыйҙы ла папкаһына һалып, ҡуҙғала башланы. Хәлит ағаһы менән һөйләшеүҙең оҙаҡҡа китеүен, уның күҙ ҡараштарының үҙгәрә башлауын һиҙеп, тиҙерәк ҡайтырға ашыҡты. Ирҙәр халҡының ниндәйерәк уйҙар йөрөтөүен һөйләшеүенән үк айыра ине ул. Рәйестең дә үҙен тотошо, тын алышы хәүефләндерә башланы. Етмәһә, уның тураһында халыҡта әллә ниндәй һүҙҙәр ҙә йөрөй.
– Донъя булғас, барыһы ла кәрәк. Ашыҡма әле... Бер аҙ һөйләшәйек...
– Балам көтә, Хәлит Лотфуллович! – Һуңғы һүҙҙәрен Гөлзифа баҫым яһап әйтте.
- Ярай-ярай, ҡайтаһың инде.
Ҡатындың тулышып торған түштәренә күҙҙәрен майландырып ҡарап торһа ла, рәйес шулай тиергә мәжбүр булды. Ваҡыты етер әле, эләгерһең бер заман, тигәндәй, серле генә йылмайып, ишеккә табан атланы.
Ошо хәлдән һуң Гөлзифа рәйестән алыҫыраҡ булырға, мөмкин тиклем аралашмаҫҡа, эштә лә бер үҙе ҡалмаҫҡа тырышты.
Илдәге үҙгәртеп ҡороуҙар еленән завод-фабрикалар көрсөккә сығып, шәхси ҡулдарға күсә башлағас, колхоздар хаҡында ла шик-шөбһәле хәбәрҙәр ҡуйырғандан-ҡуйырҙы. Әле лә Гөлзифаның хәтерендә: дуҫтарының тыуған көнөнә барғас, Өфөнән килгән ҡунаҡ:
– Һеҙ барығыҙ ҙа – колхоз эшсәндәре. Белеп тороғоҙ: тағы ла бер нисә йылдан хужалыҡтар тараласаҡ. Шуға күрә нимә ҡулығыҙҙан килә, һәрмәп ҡала тороғоҙ, – тигәйне. Ярайһы ғына төшөрөп алған Винер уның һүҙҙәрен аңлап етмәйенсә:
- Нимә, бында колхозды таратырға саҡырҙығыҙмы беҙҙе? – тип ҡулындағы рюмкаһын күтәреп ҡуйҙы. – Әйҙә, ҡатын, беҙгә бында нечего делать, – тип асыуланып ҡайтып киткәйне.
Колхозсылар таратмаһа ла, хужалыҡ йәшәүҙән туҡтаны. Күптәр эшһеҙ ҡалды. Пай ерҙәрен халыҡҡа бүлеп бирһәләр ҙә, башҡаса берләшеп эшләү мөмкин түгел ине. Бер нисә ғаилә пай ерҙәрен алып, фермер булып ҡараны. Икеһе генә көйләнеп китә алды, ҡалғандары бер нисә йыл маташҡандан һуң ташланы. Ер эшенең еңел түгеллегенә төшөндө улар.
Колхоздан ҡалған техниканы ла һатып ебәрҙеләр: хөкүмәткә бурысы күп булған икән. Кемдәрҙер әллә ҡайҙан килеп, ерҙәрҙе ҡуртымға алып, иген сәсте, тик береһе лә мандый алманы: ике-өс йыл маташтылар ҙа башҡаларға бирҙеләр. Шулай итеп, пай ерҙәре ҡулдан-ҡулға күсә башланы.
Гөлзифа менән Винер ҙа эшһеҙ ҡалды. Берәүҙәр Өфөгә, район үҙәгенә йөрөп эшләй башлаһа, икенселәр Себер тарафтарына юлланды. Эшһеҙ ҡалыуына борсолһа ла, Гөлзифа бер ни ҙә ҡыла алманы, өйҙә мал-тыуар, ҡош-ҡорт ҡарау менән мәж килде. Бухгалтериялағы хеҙмәттәше Рәүиә Өфөгә эшкә китте. Гөлзифаның да иҫәбе юҡ түгел ине лә, тик ике баланы, донъяны нәнәһенә генә ҡалдырып китергә ҡыйманы. Әхирәте уның йөрәген яндырып:
- Ауылдан сыҡмай ятып, донъя күрмәгәнмен икән. Әлдә колхоз бөттө, ситкә сығыуҙы аңламай ҙа ятыр инем. Күпме кеше менән таныштым, ҡала тормошон аңланым, күңелем үҫеп китте. Йөрөп эшләүе ауыр булһа ла, үҙе бер матур тормош. Эх, дуҫҡайым! – тип һөйләгәйне.
Рәүиә, ысынлап та, үҙгәрҙе. Өҫтөнә затлы кейемдәр алып кейҙе, сәсенә ҡупшы прическа эшләтте. Бер һүҙ менән әйткәндә, ҡала кешеһенә әйләнде. Моңһоу йөҙөнә йылмайыу ятты, күңеленә дәрт ҡунды.
Гөлзифа ла, дәртләнеп китеп, уйҙарын иренә әйткәйне, уныһы:
- Өйҙә мал-тыуар ҡарап ҡына ят инде. Нәнәй ҙә олоғайҙы. Барыһын да уға ҡалдырыу дөрөҫ булмаҫ. Минең тапҡан етер әле, – тип ҡаршы төштө.
Винер Себерҙән байтаҡ аҡса һалып торҙо. Үҙе йылына бер нисә тапҡыр ун биш көнгә, йә бер айға ғына ҡайтып киткеләне.
– Сабынлыҡты Зәбиргә тапшырып китәм. Ул күптән ҡыҙыға ине. Техникаһы ла бар. Уның менән һөйләштем. Үҙенә лә сабыр, беҙгә лә бер аҙ өлөш сығарыр. Етмәгәнен һатып алырбыҙ, – тине бер ҡайтҡанында.
– Сабынлығыбыҙ бик шәп ине бит әле, – тине нәнәһе борсолоп.
– Минең ялым һәр саҡ бесән ваҡытына тура килмәй. Һеҙҙҙең үҙегеҙгә генә ауырға төшөр, – тип Винер үҙ фекерен раҫланы.
Ризалашмауҙан башҡа сара ҡалманы. Нәнәһенең йәшерәк сағы булһа, үҙ һүҙен бирмәҫ ине. Олоғайҙы хәҙер. Ҡулыңдан эш китә башлаһа, осоноп әллә ҡайҙа барып булмай икән шул, тип уфтанды ул.
Йәй көндәре йорт тирәһендәге мәшәҡәттәр менән үтһә, ҡыштарын ваҡыт уҙғара алмай яфаланды Гөлзифа. Мал-тыуарҙы улы ҡарашты. Телевизор ҡарау, китап уҡыу ҙа ялҡытты. Ире Себергә киткәс, ҡатын үҙенә толҡа тапманы. Нәнәһе (ул Кәримәне шулай атай) һәр аҙымын тикшереп тора һымаҡ тойолдо. Кәримә үҙенең дә ҡасандыр килен булыуын хәтерләп, уның менән ихлас булырға, күңелен күрергә тырышты. Беренсе октябрҙә Гөлзифа нәнәһе менән Өлкән йәштәгеләр көнө уңайынан клубта әҙерләнгән концертҡа барҙы. Ауылдаштарының йыр-бейеүҙәрен ҡарағандан һуң, әллә миңә лә ҡатнашырға инде, тигән уй килде башына. Моңайып өйҙә ултырғансы, кеше менән аралашып, күңелен бушатып ҡайтыр ине. Уйҙарын һиҙгәндәй, клуб мөдире Шамил бер көндө өйҙәренә килде.
– Гөлзифа, ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле ойошторорға ине. Шуға кеше йыйып йөрөйөм. Һин бит йырлайһың, ҡатнашаһың килмәйме? – тигәс, уйға ҡалды, нәнәһенә ҡарап алды, уның ни әйтерен көттө. Әммә Кәримә бер һүҙ ҙә әйтмәне, һауыт-һаба менән булашыуын белде.
– Унда кемдәр йөрөйәсәк һуң? – тип һораны Гөлзифа.
Шамил ҡатнашырға ризалашҡан ҡатын-ҡыҙҙың исемдәрен һанап сыҡты. Улар араһында яҡын ғына дуҫтары ла бар ине. Шулай булһа ла, нәнәһе алдында ризалыҡ бирергә ашыҡманы. Винерға шылтыратып хәбәр итергә кәрәк, ир ризалығынан башҡа клуб сәхнәһендә ауыҙ күтәреп йырлап йөрөү килешеп бөтмәҫ, тип уйланы.
– Әлегә бер һүҙ ҙә әйтә алмайым, һуңыраҡ хәбәр итермен, – тине Гөлзифа клуб мөдиренә.
2.
Көнө буйы үҙенең йылы нурҙарын ергә һипкән ҡояш әкренләп кенә офоҡҡа табан ауыша башланы. Кис яҡынайыуын һиҙҙертеп, һалҡынса ел иҫеп ҡуйһа ла, ҡыҙған һауа һаман эҫелеген кәметергә теләмәй. Тын алырлыҡ түгел, бөркөү.
Йәйҙең тәүге айы эҫе көндәре менән башланып китте. Майҙа яуған һалҡынса ямғырҙар ауыл халҡын ялҡытҡанлыҡтан, июндең йылы көндәр менән башланып китеүенә барса халыҡ һөйөндө. Әммә ун биш көн буйына ямғыр болотоноң килеп тә урамауы бер аҙ шөбһәләндерә төштө. Ултыртҡан йәшелсә-емештең матур ғына үҫеп китеүенә шатланғандар, тағы шулай бер нисә көн яумаһа, ни булып бөтөр инде, тип борсолдо.
Ҡаҙ бәпкәләрен ҡыуып ҡайтып килгән Сәлимә яулыҡ осо менән битендәге тир бөртөктәрен һөртөп алды ла, артына боролоп, күлгә ҡарап уйға сумды. Күҙ алдына йәшлеге килде, күл буйында уҙған уйындар бер-бер артлы иҫенә төштө.
– Бар ине замандар... Күлде һаҡлаусы юҡ, – тип үҙ алдына һөйләнеп ҡуйҙы.
– Нимә, үҙ алдыңа һөйләнеп йөрөйһөң? Тегеләйерәк була башламағанһыңдыр? – тип уйҙарын күршеһе Кәримә бүлде. Сәлимәнең ауыҙ асып һүҙ әйткәнен дә көтмәй:
– Һаумы, күрше, таптыңмы бәпкәләреңде? – тине.
– Кәримә еңгәй икән. Һауғынамы. Бәпкәләрҙе таптым да ул, бына...
– Әллә бөтәһе лә юҡмы?
– Аллаға шөкөр, бәпкәләрем теүәл.
- Шулай булғас?.. Көндөң эҫеһенә түҙә алмайһыңмы? – Кәримә кеҫәһенән ҡулъяулығын сығарып, битен һөртөп алды. – Ҡыҙҙыра шул...
Кәримәнең шаярып һөйләшеүенә, ҡай саҡта мәғәнәһеҙ һүҙҙәр ысҡындырыуына күнегеп бөткән Сәлимә, артыҡ иғтибар итмәйенсә, үҙ уйҙарынан арына алмай торҙо.
Кәримә ауылға килен булып төшкәс, бығаса тыныс ҡына йәшәп ятҡан ауыл халҡы уның һөйләшеүенә, ҡыланышына берсә ғәжәпләнде, берсә һоҡланды. Ул үҙен килен итеп түгел, ә ошо ауылда күп йылдар йәшәгәндәй хис итте. Ҡәйнәһе килененең әрһеҙлеген, һөйләшеүен башта үҙһенмәһә лә, аҙаҡ уның уңғанлығын, тырышлығын, улын хөрмәт итеүен күргәс: “Минең йыуаш улыма шундай ҡатын кәрәк ул”, – тип эстән генә һөйөндө.
Килен булып төшөүенең икенсе көнөндә үк Кәримә һыйыр һауып кереп, бер силәк һөттө өҫтәлгә ҡуйҙы.
– Инәй, бынан һуң һыйыр һауыу, һөт айыртыу минең эшем булыр. Һин ваҡ-төйәк менән генә булышырһың, – тине. Шул саҡта ҡәйнә кешенең башына ҡылт итеп “Был нәмә дилбегәне үҙ ҡулына алырға итә түгелме һуң?” тигән шик төштө.
– Килен, мин үҙем дә әле эшләй алам, һеҙ йәштәр... – тип башлағанын әйтеп бөтөрә алманы, килене:
- Мин һыйыр һауырға, һөт айыртырға яратам. Әсәйемдең ҡулдары һыҙлай башлағас, бындай эштәрҙе үҙем башҡарҙым. Һин былай ҙа ауыр йөктө аҙ татымағанһың, бер аҙ ял итергә ваҡыттыр, – тине.
Был тиклем дә йылы һүҙҙәрҙе бығаса бер кемдән дә ишетмәгән Бибинурҙың күңеле тулды. Башын икенсе яҡҡа бороп, яулыҡ остары менән йәшле күҙҙәрен һөртөп алды:
- Рәхмәт, килен, бәхетле булығыҙ! Һеҙ матур йәшәһәгеҙ, беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ. Эйе, нужа ҡаласын күп татыныҡ. Колхозын да төҙөнөк, көнө-төнө баҫыуында ла яттыҡ, ҡуна төшөп бесәнен дә саптыҡ. Ул саҡта колхозды күтәрергә кәрәк ине шул. Шул йылдарҙа һыуыҡ тейҙереүҙән мандый алмайынса, һуғыш бөткән йылда ҡайның беҙҙе мәңгелеккә ташлап китте...
Ошо һөйләшеү килен менән ҡәйнәне яҡынайтып ебәрҙе. Бушыраҡ ваҡыттарында Бибинур үҙенең ҡарты менән нисек итеп танышыуҙарын, колхозға тиклемге тормоштарын тасуирланы, тормошҡа ҡараштары менән уртаҡлашты. Кәримә ҡыҙ алып ҡайтҡас, шатланып ейәнен ҡарашты, мунса индерҙе. Икенсе ейәнен күреү генә насип булманы, көтмәгәндә фанилыҡтан китеп барҙы. Ҡәйнәһен юғалтыуҙы Кәримә ауыр кисерҙе. Иренән ҡала иң яҡын кешеһенә әйләнгәйне ул.
Ауылдың икенсе осонда йәшәп ятҡан Сәлимә һуғыштан имгәнеп ҡайтҡан Булатҡа кейәүгә сыҡҡас, Кәримә менән күрше булып китте. Һуғыштан һуң ир-ат аҙ булғас, һайланып торорлоҡ түгел: буласаҡ иренең сирле икәненә лә ҡарамайынса, ризалыҡ бирҙе лә ҡуйҙы. Күрше булып йәшәгәнгәме, Кәримәнең уйлап тормайынса, ашығып һөйләүен иғтибарға ла алмай, киреһенсә, кешесә һөйләшеүе аптырата башлай, нимә булған быға, тип борсолғандай итә.
– Күлде әйтәм, бөтөрмө икән ни? – Сәлимәнең уҡытыусы алдында дәресен белмәгән бала шикелле тороуы Кәримәнең асыуын ҡабарта башланы.
– Әйтһәң әйт инде, ни булған күлгә? – тине ул, тауышын күтәрә биреп.
– Сүп түгә башлағандар.
- Сүп? Ниндәй сүп? Кемдең ҡулы барған? Ҡулдары ҡороғоро. –Күршеһенең хәбәре Кәримәнең ҡанын ҡыҙҙырып ебәрҙе. – Бәпкәләрең ашай торһон, бер ем дә теймәҫ. Әйҙә әле, ҡарап киләйек.
Ауыртҡан аяҡтарын саҡ һөйрәп күл буйына етеп, арғы ярҙан ауҙарып кителгән сүп-сарҙы күргәс, ҡортҡаларҙың күҙ алдары ҡараңғыланып китте. Йығылып китеүҙән ҡурҡып, Кәримә Сәлимәгә тотондо.
– Былай булһа, эш харап бит, Сәлимәкәй. Ауылға йәм биреп торған берҙән-бер күлебеҙҙе лә ҡороталар ҙа баһа.
– Беҙҙең бала сағыбыҙ, йәшлегебеҙ үткән күлебеҙҙе... Эштән ҡайтҡас, арыһаҡ та, ошонда йыйылыша инек, – тине Сәлимә иларға етешкән бала һымаҡ.
- Мин Рәсих менән ошо күл буйында уйында танышҡайным. Ҡунаҡ ҡыҙға күҙ атыусылар байтаҡ булһа ла, мин уны һайланым. Тыныс, тотанаҡлы булыуы оҡшаны. Мине беләһең бит инде, кәрәгенән артыҡ әрһеҙмен. Ике әрһеҙ бергә йәшәй алыр инекме ни?
– Мин һине тәүләп күргәндә: “Былай булғас, Рәсих ағайға көн бөттө,” – тип уйлап ҡуйғайным. Яңылышҡанмын. Бик татыу йәшәнегеҙ. Ул ғына ошо матур көндәрҙе күрә алманы.
– Үҙеңде ҡыҙған. Булатың бит үҙеңде бөтөнләй йәш көйө ҡалдырып китте. Ярай, бер бала табып ҡалдың.
– Һуғышта алған яралары тындырманы шул.
– Ни башҡаса кейәүгә барманың.
– Һин нимә? Кемдеңдер өлөшөнә керәйемме ни? Һуғыштан һуң былай ҙа ирҙәр аҙ булды. Бер барҙым инде. Аллаға шөкөр, ҡыҙым бар.
– Һин шулай кеше хаҡында уйлайһың инде... Аяҡтарға ял булыр, әйҙә әле, яр буйына ултырып торайыҡ. Бәпкәләрең ашай торһон.
– Һин үҙең ни эшләп йөрөй инең һуң? Күлде күрергә килдеңме әллә?
– Быҙау эҙләйем. Көтөүгә саҡлы алып ҡайтырға ине. Ейәнем өйҙә юҡ, килен бушамай. Уға баҡсала эш етерлек.
– Һинең ейәнең бар. Минең ҡыҙым йыраҡта булғас, һирәк ҡайталар шул.
- Меҫкенләнеп ултырма, үҙең ҡыҙҙар кеүек, таяғыңа тотоноп, йүгереп йөрөйһөң. Минән йәшһең әле.
Кәримәнең һүҙҙәрен Сәлимә әллә ишетте, әллә юҡ: күлдең ҡарайып киткән һыуына төбәлеп уйға батты. Булаты менән һуңғы тапҡыр күл буйына килеүен иҫенә төшөрҙө.
– Күлде күргем килә, мине алып бар әле, – тигәс, Сәлимә түшәктә саҡ ултырған ирен кейендереп тышҡа алып сыҡты.
– Атлап бара алаһыңмы һуң? – тип һораны, Булатының саҡ тын алып торғанын күреп.
- Бара алырмын һымаҡ, тик һин мине ҡултыҡла.
Күлде күргәс, Булат бала кеүек шатланды, йөҙөнә йылмайыу сыҡты, хәл кереп киткәндәй булды. Сиҙәмгә ултырғас, мәжлестәрҙә башҡара торған йырын һуҙып ебәрҙе:
Умырзая бик тиҙ үҫеп сыға,
Бик аҙ ғына йәшәй турайып,
Умырзая бик тиҙ
Башын аҫҡа эйә,
Умырзая һулый моңайып...
Юҡ, мин йәшәр инем оҙаҡ-оҙаҡ,
Килмәй минең улай булаһым...
Йырлап бөтөрә алманы, күҙҙәренән йәштәр бәреп сыҡты. Ҡатынына башын терәне лә:
– Сәлимә, йәшләй генә китеп барырмынмы икән ни?.. – тине.
– Ни һөйләйһең һин, Булатым? Йәшәйһең әле. Ҡыҙыңдың туйында ултыраһың бар, – тине Сәлимә, иренең хәлгенәһе мөшкөллөгөн белһә лә.
- Әллә инде, әллә...
Булаттың күл буйына һуңғы килеүе булды...
– Әллә мине тыңламай ҙа инде, – тип үпкәһен белдереп, Кәримә Сәлимәгә төртөп алды.
– Тыңлайым, тыңлайым, – тигән булды уныһы, уйҙарынан арынып.
– Хәтерләйһеңме, Сәлимә, беҙ йәш саҡта күл былай түгел ине бит. Беҙ йырлағанға ҡушылып йырлай һымаҡ, бейергә төшһәк, бейеп киткәндәй ине, һыуы ла таҙараҡ була торғайны. Ә бөгөн, нисектер, ҡарайып киткән. Кешеләр, мине ҡотҡарығыҙ, тип әйтә һымаҡ.
– Уны мин дә һиҙәм. Ниҙер ҡылырға кәрәк, Кәримә еңгәй.
- Күл буйына килһәң ине,
Уйҙарымды белһәң ине:
Зифа ҡамыштарға ҡарап
Юҡһынам һине, – Кәримә ҡысҡырып йырлап ебәрҙе. Уға Сәлимә ҡушылды. Ике куплетын башҡарғас, икеһенең дә күҙҙәренән йәштәр атылып сыҡты. Илай-илай йырҙы тамамлап ҡуйғас, күлгә төбәлеп, тынып ҡалдылар.
– Ҡамышы ла үҫә ине, өйрәге лә, хатта аҡҡоштар ҙа төшә ине. Мал йөрөп, ярҙағы үләндәр бөттө, тапандыға әйләнде, – тип тынлыҡты боҙҙо Сәлимә.
– Иртәгә үк ауыл советына барайыҡ, саң ҡағып, халыҡты ҡуҙғатайыҡ. Беҙ йөрөмәһәк, кем йөрөр?! Моңайып ултырыуҙан ғына фәтүә булмаҫ.
- Дөрөҫ, берәй сараһын күрергә кәрәк, Кәримә еңгәй.
Ҡортҡалар ултырған ерҙәренән бер нисә мәртәбә күтәрелеп ҡараны, кәүҙәләрен ҡуҙғата алмағас, тәгәрләп китеп, тубыҡланып, бер-береһенә тотоношоп баҫтылар.
– Ну был ҡартлыҡты. Тотоп яраһы килә. Мин былай түгел инем бит, – тине Кәримә, асыуы килеп.
- Түгел инек тә. Үҙебеҙ инде яҡшырмабыҙ. Киләсәк быуынға күлде һаҡлап ҡалырға кәрәк. Был – беҙҙең бурыс, – тине Сәлимә, ныҡлы ҡарарға килеп.
Шул ваҡыт улар янына быйыл ғына мәктәп тамамлаған үрге ос Сәлимйәндең улы Рим килеп сәләм бирҙе:
– Һауғынаһығыҙмы, әбекәйҙәр!
– Рәхмәт инде, улым, Аллаға шөкөр, иҫән-һауҙарбыҙ.
– Күлгә килдегеҙме, мал эҙләп йөрөйһөгөҙмө?
– Барыһы ла бергә инде. Һин Сәлимйән малайы бит әле? – тине Сәлимә.
– Эйе. Күл янына килдем әле. Рәзит ағай ебәрҙе.
– Ул да беләме әллә? – Кәримә серле ҡараш ташланы егеткә.
– Нимәне?
– Нимәне тип ни. Күлгә сүп түгә башлағандар бит...
- Рәзит ағай, күл буйын матурлайыҡ, эскиз алып ҡайт әле, тигәйне. Сүп хаҡында әйтмәне. Уның иҫәбе – күлдең ауыл яғындағы төбөн тәрәнәйтеп, кәртәләп алырға.
Ҡортҡаларҙың йөҙөнә шатлыҡ сатҡылары ҡалҡты. Бер-береһенә ҡарашып, бер тауыштан:
-Беҙ генә түгел икән, – тип ҡуйҙылар. – Бар-бар, улым, ашыҡ.
Ҡортҡалар менән һаубуллашып, Рим күл аръяғына юлланды.
– Бер көн уларға барған инем. Әсәһенең рәсемен эшләгән. Килештергән. Һәләтле малай икән. Мин дә һүрәтемде эшләтергә тип торам әле, – тине Кәримә кеткелдәп көлөп.
-Булыр ул һинән, булыр, – тип йөпләне Сәлимә, уның ҡыуаныслы йөҙөнә ҡарап.
3.
Район үҙәгендә йәшәгән Рәзит Ҡарабаев, әсәһе мәрхүмә булғас, туғандарына:
– Атай-әсәйебеҙҙең нигеҙен ҡоротмайыҡ. Һеҙ йыраҡта йәшәйһегеҙ. Мин – иң яҡыны. Риза булһағыҙ, төп нигеҙҙе үҙемдең исемгә яҙҙырырға ине. Һеҙгә лә ҡайтып йөрөр урын булыр, – тине өсөн уҡытып, халыҡ таралғас. Ағаһы менән апаһы бер аҙ уйланып торғас, апаһы һүҙ башланы:
-Мин риза, дөрөҫ уйлағанһың. Йылына бер-ике ҡайтып ҡына ҡарап тороп булмаҫ, ихатаны сүп-сар баҫыр. Ағайың ғына ни әйтер?
Ағаһы һүҙ алғансы, еңгәһе үҙ һүҙен әйтеп ҡалырға ашыҡты:
– Беҙ Өфөлә генә йәшәйбеҙ ҙә. Ҡарай алыр инек тә ул, – тине иренә төбәлеп. Ире:
– Өй иҫке, нығытырлыҡ түгел. Яңыһына хәлем етмәҫ. Дачабыҙҙы ҡарап өлгөрә алмайбыҙ әле. Энем, һин әле йәш, мин риза, – тигәс, еңгәй кеше ҡара янып тышҡа уҡ сығып китте.
-Еңгәгә оҡшаманы, шикелле. Минең дә ҡулдарым ҡысып тормай. Атай нигеҙе генә йәл. Һатһаҡ, ауыл менән бәйләнеш өҙөләсәк. Кем белә, бәлки, берәйебеҙҙең балаһы йә ейәне ҡайтып йәшәргә уйлар. Мин ҡаршы килмәйәсәкмен. Ана, Кәримә апайҙың ейәне Винер ауылға ҡайтып төпләнде бит. Кем белә, бәлки, беҙҙекеләр ҙә...
Ошо һөйләшеүҙән һуң Рәзит кәрәкле документтар йыйып, әсәһенең торған урынын үҙ исеменә күсерҙе. Һуғыштан һуң һалынған, ныҡ ҡына ҡаҡшаған өйҙө һүтеп ташланы. Урынына артыҡ ҙур булмаған йорт һәм гараж төҙөп ҡуйҙы.
Яҙын ҡар иреп, ерҙәр асылғас, ғаиләһе менән ҡайтып, баҡсала мәж килделәр. Баҙарҙан алмағас, ҡарағат, ҡурай еләге үҫентеләре алып ултырттылар. Ҡалала үҫеп, эшкә күнекмәгән балалары тәүҙәрәк ялҡауланһа ла, көҙ үҙҙәре үҫтергән йәшелсә уңышын күреп һөйөндө. Яҙ еткәнен көтөп ала башланылар. Рәзит улы менән ике сыйырсыҡ ояһы эшләп ҡуйҙы. Сыйырсыҡ ҡунып һайрап ебәргәс, улы ғына түгел, атай кеше үҙе лә балаларса ҡыуанды. Шул мәлдә бәләкәй сағына ҡайтҡандай булды. Ул да бит ағаһы, атаһы менән сыйырсыҡ ояһы яһап ҡуйғайны. Шул саҡтар иҫенә төштө.
Йәй ял алып, ауылға ҡайтырға тырыштылар. Бындағы тыныслыҡ, матурлыҡ, саф һауа балаларҙы ла үҙенә йәлеп итте. Эҫе көндәрҙә эргәләге күлдә һыу инделәр. Ауыл балалары менән таныштылар. “Мам, пап, нам башкирский язык не нужен” тигән ҡыҙы менән улы ауыл балаларынан башҡортса һөйләшергә өйрәнеп алды. Һәр яңы ишеткән һүҙҙең мәғәнәһен әсәләренән һораштылар. Балаларының туған телен белә башлауын күреп, ата-әсәһе эстән генә һөйөндө, маҡтап ебәрҙе.
Ауыл эргәһендәге күлдең бәләкәсләнә барыуын, малдан тапалып, яр ситтәрендәге үләндең, ағастарҙың ҡороуын күргән Рәзиттең йәне көйҙө. Кистәрен йоҡлай алмайынса, тәбиғәт байлығын нисек итеп һаҡлап ҡалыу хаҡында уйланды. Күл буйында йөрөп ҡайтып, оҙаҡ ҡына фекер йөрөткәс, тәрәнәйтергә лә, тирә-яғын кәртәләп алырға кәрәк, тигән ҡарарға килде. Әммә урындағы етәкселәр менән кәңәшләшмәйенсә, бындай эште башлап булмаҫын яҡшы аңлай ул. Ауыл халҡы ни тиер? Хуплармы, ҡаршы килерме? Йәй көнө ҡаҙ-өйрәк күлдә ятһа, эре мал да шунда килеп һыу эсә. Ауылдан бер саҡрымдай ситтәрәк ҙур һыу ятылығы булһа ла, алыҫ тип унда ҡыумайҙар. Ошо уй-ниәттәрен ауыл хакимиәте башлығына һөйләп бирергә, эште нисегерәк башлау хаҡында кәңәшләшергә, тип хакимиәт йортона ыңғайланы. Бүлмәһенән сығып килгән Азат Кәрим улы уны күргәс туҡтап ҡалды.
– Миңәме, Рәзит ағай?
-Эйе, йомош бар ине.
Кире урынына ултырғас, башлыҡ:
– Ултыр, Рәзит ағай, – тип урын тәҡдим итте. – Йөҙөңә ҡарағанда, хәбәрең етди булмаҡсы.
– Шулайыраҡ ине. Азат Кәримович, ауыл эргәһендәге күлде яҡшы беләһең. Юҡҡа сыға, һайыға бит. Мал бөтөрә. Ҡотҡарырға, элекке хәленә ҡайтарырға ине. Шундай уйҙар менән килгәйнем.
Хакимиәт башлығы Рәзит ағаһының күл өсөн борсолоп йөрөүенә һөйөнһә лә, ғүмер баҡый шунда өйрәк-ҡаҙ йөҙҙөргән, мал һуғарған ауыл халҡы ҡаршы килер, тип шөбһәләнде.
– Ниәттәрең изге, тик был эштәрҙе атҡарып сығыу өсөн аҡса табырға кәрәк. Халыҡ фекерен белеү ҙә мотлаҡ.
– Ул хаҡта һүҙ ҙә юҡ. Күл кем иҫәбендә тора һуң?
-Хакимиәт биләмәһенә ҡараһа ла, ер – хөкүмәттеке. Шуға күрә уй-ниәттәреңде район хакимиәтенә барып аңлатырға кәрәк буласаҡ. Ул ни тиһә, шул булыр. Ә минең тарафтан ҡаршылыҡ юҡ.
Икенсе көнөнә үк Рәзит районға юлланды. Хакимиәт башлығының ҡабул итеү көнө булғанға, сиратҡа яҙылды. Секретарь ҡыҙ ниндәй маҡсат менән йөрөүен белеште лә ер буйынса белгескә барырға кәрәклеген әйтте.
– Һеңлем, һеҙ аңлап бөтмәнегеҙ, ахыры. Миңә хужа үҙе кәрәк. Был мәсьәләне бары ул ғына хәл итә ала, – тине Рәзит, үҙенең мөһим эш менән йөрөүен аңлатырға теләп.
-Яҡшы, мин һеҙҙе яҙып ҡуям. Туғыҙынсы кеше булаһығыҙ. Бер аҙ көтөргә тура килә, ултырып тороғоҙ, – тип секретарь урын тәҡдим итте.
Рәзит Ҡарабаев райондан ыңғай хәбәр менән ҡайтты.
-Иртәнән һуңға һеҙгә үҙем барам. Халыҡ алдында уй-ниәттәреңде аңлатырһың. Дөйөм бер ҡарарға килербеҙ. Ә миңә тәҡдимдәрең оҡшаны. Тыуған төбәгенә ҡарата һәр кем шундай изге ниәттә булһа, беҙ бик шат булыр инек, – тип оҙатып ҡалды хакимиәт башлығы.
4.
Рәзит күлде үҙенә алырға теләй икән, тигән хәбәр ауылда таралып та өлгөрҙө. Үҙе ғәйепле инде: бер нисә кешегә уйҙарын асып ташлағайны, шулар ҡотҡоһолор. Хәбәр таралғас, ауыл туҙҙырылған ҡырмыҫҡа иләүенә оҡшап ҡалды. Берәүҙәр хуплаһа, икенселәр ғәйбәт таратырға тырышты.
– Хәҙер күл дә кеше ҡулына күсәме инде?
– Балыҡ үрсетеп байырға уйлайҙыр.
– Ауыҙыбыҙҙы йомоп йөрөһәк, өйөбөҙҙән һөрөп сығарырҙар әле.
– Мал-тыуар ҡайҙа һыу эсергә тейеш? Ҡош-ҡортто ҡайҙа ҡыуырға?
– Ҡаршы килеп ҡара, йәшәмәҫлек итерҙәр. Рәзит үҙе генә булмаҫ. Артында кемдер бар. Юғиһә, башына ундай ҡәтғи уй килмәҫ ине.
– Урамда ләстит һатҡансы, берләшеп ҡаршы көрәшергә кәрәк.
– Дөрөҫ. Кәрәк булһа, Өфөһөнә етербеҙ.
– Нәзирә ни уйлай икән? Әллә улар бергәме?
-Бергәлер, уның ҡыҫылмаған ере юҡ.
Рәзитте хуплаусылар бүтәнсә фекерләне.
– Дөрөҫ эшләй. Уға ярҙам итергә кәрәк.
– Күл ҡороп бөтөп бара.
– Ситтән ҡайтыусылар хатта сүп түгә башлаған. Сара күрмәһәк...
– Рәзит маладис. Әсәһенең нигеҙенә бына тигән өй һалып ҡуйҙы. Иҫке өйҙәр ауылдың йәмен ебәрә.
– Ни тиһәк тә, Рәзит – үҙебеҙҙең ауыл кешеһе. Бер көн килеп ситтәр алыуы бар. Улар инде беҙҙең менән һөйләшеп тә тормаҫ.
-Ошо арала район хакимиәте башлығы килергә тейеш. Ныҡ торайыҡ.
Туҡһанын уҙған Сабырйән күлде Рәзиттең алыу хәбәрен ҡарсығынан ишеткәс:
– Йөрөп киләйем әле, халыҡ нисек тын ала икән, – тине сынаяғын ҡаплап, иртәнге сәйгә доға ҡылғас.
– Ҡыҫылып йөрөмә инде. Ҡартайҙыҡ. Беҙҙең фекер кемгә кәрәк. Тыңлап ҡына тор, – тине ҡарсығы, түбәтәйен килтереп.
-Улай түгел, ҡарсыҡ. Беҙ ҡарт булһаҡ та, әлегә теребеҙ. Шулай булғас, үҙ һүҙебеҙҙе лә әйтергә тейешбеҙ.
Сабырйән ауыл хакимиәте алдына йыйылып гәпләшкән кешеләр төркөмө янына килде. Баштараҡ өндәшмәй генә торҙо ла һүҙ ҡыҫтырмайынса ҡала алманы.
– Һеҙҙе тыңлай торғас, үткәндәр иҫкә төштө әле. Колхозлашыу ваҡытында ла ауыл икегә бүленгәйне. Хәллерәктәр берләшеүгә ҡаршы килһә, ерһеҙҙәр колхозды хупланы. Бөгөн дә төптән уйлап ҡарар ҡылырға кәрәк. Ашыҡҡан ашҡа бешкән, тиҙәр бит. Күлде ҡороторға ярамай, элекке хәленә ҡайтарыу кәрәк. Ул ҡороһа, бер кемгә лә кәрәкмәйәсәк. Беҙҙең йәшлегебеҙ шул күл буйында йырлап-бейеп үтте. Ул саҡтарҙа клуб юҡ ине, – тине таяғын ике ҡуллап ҡыҫып.
– Кит әле, ҡартлас, аяғыңда саҡ баҫып торған көйөңә, үткәндәр тип һөйләнеп торма, – тип екерҙе кешегә гел ҡаты бәрелгән Вәли.
– Оло кешегә улай ҡаты бәрелмә, Вәли ағай. Уларҙа тормош тәжрибәһе, аҡыл етерлек. Ҡолаҡ һалырға кәрәк, – тине Себер яҡтарында эшләгән Винер.
-Рәхмәт, Винер улым, – тине Сабырйән һәм Вәлигә төбәлеп дауам итте:
-Теге саҡта ла һинең кеүектәр арҡаһында ғауға сыҡты. Закон кем яғында, шул көслө буласаҡ. Һинең урының бында түгел. Ана, ҡаршылар яғына тай. Элек тә булды ике яҡҡа ҡойроҡ болғап, бер ерҙән икенсеһенә һүҙ ташыусылар.
Ҡарттың һуңғы һүҙҙәрен Вәли күтәрә алманы, ҡулдарын йоҙроҡлап, тегеләй-былай тапанды.
-Миңә тимәгәйе, тотош ерҙәрҙе таратып бөтөгөҙ. Ну, Сабырйән ағай, йәшерәк түгелһең. Иҙмәкәйеңде иҙер инем, – тип ыҫылданы ла китеп барҙы.
Халыҡ тынып ҡалды. Тынлыҡты боҙоп Сабырйән:
– Мин, балалар, һеҙҙең яҡлы. Күлдән башҡа миңә бер ни ҙә кәрәк түгел, – тине лә ҡайтыу яғына юлланды.
-Ну был Вәли ағайҙы. Элек колхоз йыйлыштарында риза булмайынса енләнеп ултыра ине. Ҡартты рәнйетте, – тине Винер.
Шул ваҡыт ауыл старостаһы Илдар килеп етте.
– Мин генә юҡ икән, – тип шаяртып алды ул, сәләм биреп.
– Эйе, һин генә юҡ. Һин кем яҡлы? Ышаныс белдереп, халыҡ һине һайлап ҡуйҙы. Әйт һүҙеңде, – тине Винер, Илдарға ҡул биреп.
– Мин күлде ҡотҡарыу яғында. Рәзит ағайҙың үҙ ҡарамағына алыу ниәтен хуплайым. Өйө лә күлгә яҡын. Күҙ-ҡолаҡ булырға уңайлы... – Ҡапыл һүҙҙе икенсегә бороп. – Ҡасанға саҡлы ауылда булмаҡсыһың? – тип һораны Винерҙан.
– Көн һорағайным. Бәлки, көҙгә тиклем булырмын. Иҫкерҙе, аҙбарҙы яңыртыу ине иҫәп, – тине Винер, ниңә ҡыҙыҡһына икән был тигәндәй, Илдарға ҡарап.
-Уй-пландар бар ине, – тине Илдар, – аҙаҡ һөйләшербеҙ...
5.
– Мин төшкә ҡайта алмайым, үҙегеҙ генә ашарһығыҙ. Эш күп, районға бараһым бар, – тип шылтыратты ҡатынына Азат Кәрим улы. Телефонын һүндереп, өҫтәлгә һалды ла, ҡағыҙҙар аҡтара башланы. Районға алып бараһы ҡағыҙҙарын туплау менән телефон да шылтыраны.
-Алло, тыңлайым. Тракторыбыҙ ватылып тора. Запчасть артынан киттеләр. Йүнәткәс, барыр... Уныһын да беләм. Һуңыраҡ хәл итербеҙ.
Башлыҡтың телефонды һалып, урынынан ҡуҙғалыуы булды, ишек шаҡынылар.
-Әйҙә, инегеҙ.
Тағы кем борсой икән тип уйлап өлгөрмәне, ишектән Кәримә менән Сәлимә күренде.
– Һаумы, Азат улым. – Һаулыҡ һорашҡас, бүтән кеше-маҙар юҡмы, тип тирә-яғына ҡаранып алды Кәримә. Кеше юҡлығына ышанғас, түргә үттеләр.
– Һаумыһығыҙ, әйҙә, ултырығыҙ. – Хужа урын күрһәтте. Ҡарсыҡтар ултырышып, ауыҙ эсенән генә доға ҡылып алды.
– Беҙ оҙон-оҙаҡ ултырырға килмәнек. Йөрәк әрнегәндән йөрөгән баш, – тине Кәримә, яулыҡ осо менән битен һыпырып.
– Бары тик һин генә ярҙам итә алаһың, – тип ҡушылды Сәлимә.
– Нимә булды?
– Беҙ уйнап үҫкән, йәшлегебеҙ үткән күлебеҙҙе сүплеккә әйләндерә башлағандар. Ауылыбыҙҙың берҙән-бер матур урыны... – Сәлимәнең күңеле тулып китте. Уны Кәримә хупланы:
– Ваҡытында балығы ла күп ине. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа халыҡ шул балыҡ менән туйынды. Ниҙер ҡылырға кәрәк, Азат улым.
– Күл юҡҡа сыҡһа, ауылыбыҙҙың ҡото китер. Балаларыбыҙ ҡайҙа һыу инер? Ҡыҙым ситтә булһа ла, ауыл балалары өсөн борсолам, – тине Сәлимә, Кәримәгә ҡарап.
– Шулай шул. Дөрөҫ, Сәлимә.
-Күл тирәһендә булған юҡ шул. Көнө-төнө ҡағыҙ тултырабыҙ ҙа районға сабабыҙ, – тине Азат, өҫтәлдәге ҡағыҙҙарына ҡарап.
Азаттың да бала сағы, үҫмер йылдары шул күл буйында үтте. Йәштәштәре менән ярыша-ярыша бер башынан икенсеһенә күпме йөҙҙөләр икән? Ҡай саҡта өйҙәренә ҡайтаһын да онотоп ебәрә торғайнылар. Берәйһенең ата-әсәһе килеп саҡырмаһа, ҡараңғы төшкәс тә ҡайтмаҫтар ине. Азаттың башынан йәшен тиҙлегендәй шундай уйҙар үтте. Күлде һаҡламаһа, уның да башынан һыйпамаҫтар. Халыҡ күтәрелеп сығасаҡ.
– Азат улым, беҙҙең бүтән күҙ терәп барыр еребеҙ юҡ. Ҡасандыр ата-бабаларыбыҙ төҙөгән колхоздар ҙа юҡҡа сыҡты. Халыҡҡа ярап тора ине әле. Колхоз таралғас, ауылда йәштәр ҙә ҡалмай башланы. Әммә йәштәр юҡ тип кенә ауылдың йәмен ебәреп булмай бит инде. Берәй заман йәштәр ҡайтыр. Ана, минең Винерым да ҡайтты бит. Ҡайтһындар ине. Юғиһә, мәктәпте лә ябып ҡуйырҙар. Күрше ауылдарҙа ябылып бөттө бит. Берәй заман эш урындары ла асылыр, халыҡ та күбәйер. Күлде ҡоротһаҡ ҡына, кире ҡайтарып булмаҫ, – тип теҙҙе Кәримә күңеленә тынғы бирмәгән уйҙарын.
– Һуғышҡа киткән ир-егетте шул күл буйынан оҙаттыҡ. Ул – беҙҙең өсөн иң иҫтәлекле урын. Ҡоротһаҡ, ошо матур тормош өсөн ғүмерҙәрен биргәндәрҙең рухын рәнйетмәбеҙме!? – Сәлимә яулыҡ осо менән күҙен һөртөп алды. Ни өсөндөр илағыһы килеп китте. Атаһын, ирен иҫенә төшөрҙөмө, нисек кенә булмаһын, күңеле тулды. Илап ебәрмәҫ өсөн башын аҫҡа эйҙе, бала-саға һымаҡ аяғы менән иҙәнде ышҡый башланы. Ололарҙың хәлен тойоп, Азат тынысландырырға ашыҡты:
– Борсолмағыҙ, апайҙар, күлде ҡороторға юл ҡуймабыҙ. Донъя матурлана: һәр кемдең өйөнә электр, газ, һыу кергән. Насар йәшәмәйбеҙ. Ҡулдан килгәнсә халыҡ тормошон еңеләйтергә тырышабыҙ.
– Уныһы шулай инде. Насар йәшәмәйбеҙ. Тик күңелдәр генә ҡырыҫлана бара. Тәбиғәтте ҡоротабыҙ. Һәр кем үҙе хаҡында ғына уйлай: вата, емерә, урлай. Киләсәк хаҡында ла уйларға кәрәк. Килер быуын ни тиер? – Ҡайҙан килде башыма бындай уйҙар, тип Кәримә үҙе лә ғәжәпләнеп ҡуйҙы. Күңеленә тынғы бирмәгән уйҙарын әйтә алды ла баһа.
– Ваҡытында тәртипһеҙлекте бөтөрмәһәк, һуң булып ҡуймаҫмы? – Сәлимә лә әйтерен әйтеп ҡалырға тырышты. Бығаса уның етәкселәр менән донъяуи хәлдәргә ҡағылышлы хәлдәр тураһында һөйләшкәне булманы. Ғөмүмән, ул кеше менән һүҙ көрәштерергә, бәхәсләшергә ынтылып бармай. Булаты донъя ҡуйғас, бигерәк йомолоп китте, башын баҫып, яҙмышы менән килешергә мәжбүр ине.
– Мин хужа булһам да, һәр кем күңеленә керә алмайым. Халыҡ ныҡ үҙгәрҙе. – Һөйләшеү оҙаҡҡараҡ китте тигәндәй, Азат Кәрим улы сәғәтенә ҡарап алды. Ҡарсыҡтарҙың һаман да ҡуҙғалырға уйламауын күргәс, түҙергә тырышты.
– Халыҡ үҙгәрмәйсә ни эшләһен. Ауылда эш юҡ, ситкә йөрөйҙәр. Был ҡотолоу сараһы түгел. Үҙебеҙҙә эш урындары тейешле. Ана Кәримәнең ейәне колхоз бар саҡта ауылды яратам тип ҡайтҡайны ла, хәҙер Себерҙә йөрөргә мәжбүр. Балалары атаһын күрмәй үҫә.
– Дөрөҫ әйтәһең, Сәлимә, балаҡайҙарым аталарын йылына бер нисә тапҡыр ғына күрә. Килен дә, һиҙҙермәҫкә тырышһа ла, бойоҡ ҡына йөрөй. Аңлайым уны: йәш саҡта бергә йәшәп, һөйөп-һөйөлөп ҡалаһы килә. Йәш ғүмерҙәр бер генә бит. Һин – ошо ауыл кешеһе, Азат улым. Беҙҙең күҙ алдында үҫтең. Һиндә бар ышанысыбыҙ, һиндә бар өмөтөбөҙ. – Кәримә һуңғы һүҙҙәрен айырата баҫым менән әйтте лә Сәлимәгә, ҡуҙғалайыҡ, тигән ишара яһаны. Нәҡ шул ваҡытта ауыл старостаһы Илдар килеп керҙе.
– Мөмкиндер, Азат Кәримович? – ололарҙы күреп, улар менән иҫәнләште.
– Бик ваҡытлы килдең. Бына Кәримә менән Сәлимә апайҙар күл хаҡында борсолоп йөрөй. Һин, староста булараҡ, ни тиерһең?
Илдар ҡарсыҡтарға ҡарап йылмайып алды. Миңә тиклем өлгөргәндәр, тигән уй үтте башынан.
– Уларҙың саң ҡағыуы урынлы. Ысынлап та, текә ярынан сүп түгә башлағандар. Нисек тә туҡтатырға, күлде Рәзит ағай ҡарамағына бирергә кәрәк. Бары шулай ғына һаҡлап ҡала аласаҡбыҙ. – Шәп атлап килеүҙән Илдар тирләп киткәйне, кепкаһын сисеп ҡулына алды ла, кеҫәһенән ҡулъяулыҡ сығарып, маңлайын һөрттө.
– Дөйөм эш менән янып йөрөүегеҙгә рәхмәт, апайҙар. Ошо арала ауыл йыйыны үткәрмәксебеҙ. Мәсьәләне шунда хәл итербеҙ. Халыҡ менән кәңәшләшмәйенсә булмай. Үҙ фекерегеҙҙе шунда әйтерһегеҙ, – тине хакимиәт башлығы. Ҡарсыҡтарҙы оҙатҡас, ҡараштарын Илдарға төбәне.
– Күлгә сүпте ситтән килеүселәр түккән. Иренмәнем, барып аҡтарып ҡараным. Бына гәзит киҫәге таптым. Унда урамы, өй номеры яҙылған. Хужаһы билдәле. – Гәзит киҫәген Илдар Азатҡа бирҙе.
– Сүп түгеү өсөн айырым урын бар ҙаһа. Аҙнаһына бер тапҡыр техника сығарабыҙ. Ниндәй мәғәнәһеҙлек был. – Азат ҡулындағы ҡағыҙҙы ҡат-ҡат әйләндереп ҡараны.
-Улар беҙҙең закондарға буйһонорға теләмәй шикелле, – тине Илдар, Азаттың йөрәгенә ҡуҙ өҫтәп. – Штраф сәпәргә кәрәк үҙҙәренә. Ҡаланан, имеш, берәүҙәр!
Шул ваҡыт, ишекте бәреп тигәндәй асып, ҡаласа кейенгән бер ҡатын килеп инде. Бөҙрә сәстәре араһына ҡыҫтырған ҡара күҙлеген һалып, иҫәнлек тә ҡушмаҫтан:
– Һеҙ нимә, сүп түккәнде күреп торҙоғоҙмо? Ауыл советына саҡырып киттегеҙ? – тине Илдарға, осоп ҡунырға әҙерләнгән әтәсте хәтерләтеп.
– Тынысланығыҙ, ханым. Кем булаһығыҙ? Ултырығыҙ, аңлатығыҙ. Ни булды? – Азат Кәрим улы ярһып ингән ҡатындың ҡыланыштарынан бер аҙ ҡаушап ҡалғандай итте. Ярайһы уҡ сибәр ханымдың ниңә сығырынан сыҡҡанын аңламай торҙо. Кейгән кейеменә, буй-һынына күҙ йүгертте.
– Гүзәл булам. Мин ҡунаҡта түгел, ултырып торорға килмәнем. – Ярһыуын тиҙ генә баҫа алмайынса, ҡатын арлы-бирле йөрөндө, күҙенә төшөп торған сәстәрен бер нисә тапҡыр бармаҡтары менән рәтләп алды.
– Дөрөҫ, һеҙ ҡунаҡта түгел. Ауыл советында.
– Сүп араһындағы гәзит киҫәгендә – уларҙың адресы. – Илдар өҫтәлдәге гәзит ҡағыҙын алды. – Был һеҙҙең адресмы?
– Булһа һуң, шуның өсөн саҡырҙығыҙмы? – Бер аҙ ҡыҙыулығы һүрелһә лә, Гүзәл бирешергә уйламаны. Урындыҡҡа барып ултырҙы ла, тағы ни тиерһегеҙ тигәндәй, Азат Кәрим улына ҡараны.
– Был – беҙҙең ауыл старостаһы, йәғни, биләмә йыйылышының рәйесе Илдар Рәшит улы була.
– Миңә уның кемлеге хәжәт түгел, тик тыныс йәшәргә ирек бирегеҙ.
– Һеҙҙең тыныс йәшәүегеҙ өсөн беҙ кәрәк.
– Ауылға тыныслыҡ эҙләп килгәнһегеҙ икән, үҙегеҙ тәртипле булығыҙ. Теләгән ергә түгергә ауыл сүп ояһы түгел, – тине Илдар тыныс ҡына. Уның фиғеле Гүзәлгә лә күскәндәй булды. Шул саҡ уҡтай атылып тағы бер ҡатын килеп керҙе.
– Нимә, дуҫҡай, һине лә ҡыҫымға алалармы әллә? Бирешмә. Бөгөн үк улыма шылтыратам. Белһендәр кем менән эш иткәндәрен. – Дуҫын күргәс, Гүзәл һикереп торҙо ла уға ҡаршы йүнәлде.
– Кем һеҙ? – Нисә йыл эшләү осоронда бындай мәғәнәһеҙлекте Азат Кәрим улының тәү күреүе.
– Мин – Алһыу, Гүзәлдең күршеһе. Үткән йыл өй һатып алып күсеп килгәндә һеҙҙә булдыҡ бит. Әллә оноттоғоҙмо? Ауылда тыныс булыр тип ҡайтҡайныҡ. Бында ла тынғылыҡ юҡ икән. Башты ҡайҙа ҡуйырға хәҙер?
– Улар икеһе лә сүп түккән. Ҡалдыҡтарҙан уларҙыҡы икәне күренеп тора. Беҙҙекеләрҙә ундай сүп юҡ, – тине Илдар, икеһенең дә килеүенә шатланып. Әҙерәк аҡыл биреп сығарыу артыҡ булмаҫ, тип уйланы үҙе.
– Ғәйебегеҙ булғанға ярһып килеп керҙегеҙме? Ултырығыҙ. Закон менән һөйләшергә тура килер. Сүбегеҙҙе йыйып алмаһағыҙ, райондан тәбиғәтте һаҡлаусы ойошмаға мөрәжәғәт итербеҙ. Улар күп һөйләп тормаҫ. Ауылға килгәнһегеҙ, тыныс йәшәргә теләйһегеҙ икән, дөйөм тәртипкә буйһоноғоҙ. Сүп-сар өсөн билдәләнгән айырым урын бар, – тине Азат Кәрим улы, һәр һүҙгә тиерлек баҫым яһап.
– Беҙ түгел, кейәүҙәр түккән, – тине Гүзәл, тынысланғандай итеп.
-Уныһы инде – һеҙҙең эш. Ике көн ваҡыт бирәм. Яр буйын таҙартмаһағыҙ, үҙегеҙгә үпкәләгеҙ. Йыйынға килегеҙ. Ауыл хәлдәрен һеҙ ҙә белергә тейеш, – тине Азат Кәрим улы, һүҙем бөттө тигәнде аңлатып, өҫтәлдәге папкаһын алды ла ишеккә атланы.
6.
Кәримә күҙлеген танау осона эләктерҙе лә, телефон төймәләренә төрткөләп, кәрәкле номерҙы тапты. Йәшел төймәгә баҫып, саҡырыуҙың киткәнен көттө. Бер аҙҙан “алло” тигәнде ишеткәс:
– Сәлимә, һинме был? – тине. Телефондың теге осонан ыңғай яуап алғас, йөҙөнә йылмайыу сыҡты, кеткелдәп көлөп алды. – Ваҡытың булһа, кереп сыҡ әле. Ҡоймаҡ бешерҙем. Сәй эсеп алырбыҙ... Юҡ, юҡ... Улар өйҙә түгел... Көтәм. – Күршеһенең ярар тигәнен ишеткәс, телефонын һүндереп, өҫтәлгә һалды ла, газды ҡабыҙып, сәйнүген ҡуйҙы. Сәлимә оҙаҡ көттөрмәне. Ишектән керешләй:
-Юҡҡа мәшәҡәтләнәһең, Кәримә еңгә. Үҙеңә беҙгә керергә кәрәк ине, – тигән булды.
Өйгә таралған ҡоймаҡ еҫе уның танауын ҡытыҡланы. Сөскөрөп ебәреүҙән саҡ тыйылып, усы менән ауыҙын ҡапланы.
– Юҡты һөйләмә әле, бер үҙең өйҙә ни эшләп ултырмаҡсыһың? Балалар юҡта аулаҡ эшләргә ине иҫәп. Бабайҙар ҙа саҡырҙым әле, – тине күңеле күтәрелгән Кәримә. Үҙе мут ҡына Сәлимәгә ҡарап алды.
-Булыр ул һинән. Беҙгә яраҡлылар ауылда юҡ шикелле. Күрше ауылдан саҡырҙыңмы? – тине Сәлимә лә, Кәримәне хуплап. Ишек төбөндәге ултырғысҡа ултырғас, икеһе лә өй исеменә доға ҡылып алды.
Кәримә күршеһен өҫтәлгә саҡырҙы.
– Телефонды әйтәм, бик шәп нәмә булып сыҡты ла. Шылтыраттым – килдең. Элек булһа, аяҡ ите ашап, өйөңә барырға тура килер ине. Заман әйбәтләнде, Сәлимә, әйбәтләнде. Беҙ генә олоғайып киттек... Йә әле, һүҙгә алданып ултырма, ҡоймағынан ауыҙ ит, һинд сәйе эсеп ебәр. Сәй тигәндән, беҙгә элек һинд сәйе бик һирәк тәтей ине. Хәҙер инде йәнең теләгәнен һатып ал да, кинәнеп эс тә эс кенә.
-Килешәм. Ул саҡта арыу сәйҙәрҙе хужалар эсте лә, һатыусылар кинәнде. Беҙҙең кеүек сөгөлдөрсөләргә грузин сәйе лә бик ярап ҡала торғайны. Аллаға шөкөр, грузин сәйе эсһәк тә, бына тигән йәшәп ятабыҙ. Ә улар... – Сәлимә һүҙен әйтеп бөтөрмәһә лә, Кәримә аңлап алғайны инде.
Майлы ҡоймаҡтан ауыҙ итеп, ашыҡмай ғына сәй эстеләр. Ситтә йәшәгән ҡыҙҙарының, ейәндәренең хәлдәрен һораштылар, бала саҡтағы ҡыҙыҡтарын иҫкә төшөрөп, көлөшөп алдылар.
– Улыңды әйтәм, йәшләй генә гүр эйәһе булды ла ҡуйҙы, көтмәгәндә генә. Ярай әле эргәңә иптәшкә Винер ҡайтты. Бер үҙең ни эшләр инең?
– Бала сағында уҡ ул ауылға ҡайтҡан һайын: “Нәнәй, мин ҡаланы яратмайым, ҙур үҫкәс, һинең янға күсәм”, – ти торғайны. Беҙ көлөшә лә ҡуя инек, ә ул дөрөҫөн әйткән икән. Ауыл эшен яратты. Атаһы үлеп киткәс, ҡайтты ла төштө. Әсәһенең йортҡа ир керетерен һиҙгәндер балаҡайым, – Кәримә сәйҙе яңыртып алды. – Бар ҡатын-ҡыҙ ҙа беҙҙең кеүек түгел шул.
-Шулай инде. Беҙҙең башҡа ундай уй килеп тә ҡараманы. Ирҙәребеҙ өсөн өҙөлдөк.
Һүҙ ирҙәргә күскәс, Кәримә бер аҙ уйланып торҙо ла, һүҙен дауам итергә була, тамағын ҡырҙы.
– Сәлимә, быға тиклем бер кемгә лә белгертмәгән ахмаҡлығымды һөйләйем әле, – тине, башындағы яулығын рәтләп.
– Мин белмәгән ниндәй ахмаҡлығың бар икән? Булыр ул һинән, – тип Сәлимә лә иркенләберәк тыңларға әҙерләнде.
-Тыңлаһаң, барыһын да төшөнөрһөң. Ҡыҙым тыуғас, бик ҡаты сирләп киттем. Өҙлөктөммө, һалҡын тейҙеме – белмәйем. Ноябрь урталары. Ҡар яуған, йылғаларҙа боҙ нығына башлаған саҡ. Баланы ҡәйнәмә ҡалдырҙыҡ та, ат егеп, Рәсихем менән Охлебингә киттек. Даны бар тирә-яҡҡа таралған табип ул саҡта шунда ғына ине. Йүтәлләйем, хәлем юҡ, ҡалтыранам. Иҫән-һау өйгә ҡайта алмаҫмын һымаҡ. Үлеп маҙар китһәм, ирем яттарға ҡала инде, тип ҡайғырам. Шуға ла ауыҙымды көскә ҡыбырлатып: “Тураға барайыҡ”, – тим. Урауға бик алыҫ. Рәсихем миңә ҡарап алды ла, хәлемдең мөшкөллөгөн күргәс, тураға барырға булды. Саҡ туңа башлаған боҙҙан сығыу аҡылһыҙлыҡ бит инде. Ағиҙелгә еткәс, ирем таяҡ менән боҙға һуҡҡылап, ныҡлығын тикшерҙе. Ватылмағас, атты етәкләп кенә боҙға индерҙе лә, үҙе санаға ултырҙы. Бына бер заман ат алға бара, арттан боҙ ватыла. Атты шәберәк ҡыу, тим. Шулай иткәндә, йәнәһе, ат ауырлығына боҙ ватылып, бергә батып үләйек, тигән һыным. Яраттым бит мин уны, яраттым! Балам хаҡына Аллам һаҡланы: йылғаны имен-аман сығып еттек. Иҫән ҡалыуыма кәйефем төштө. Былай булғас, ирем кешегә ҡала инде, тим.
Охлебингә ҡараңғы төшкәндә генә барып керҙек. Тиҙ үк табипты саҡырттылар. Ул (Иван исемле ине, фамилияһы хәтерҙә түгел) иғтибар менән ҡараны ла медсестраларға укол яһарға ҡушты. Алыҫтан килгәнебеҙҙе белгәс, атҡа ла, иремә лә урын тапты. Барыһы ла әйбәт булыр, тип борсолмаҫҡа ҡушты.
Өс көндән хәлем яҡшырып, ҡайтып киттек. Шунан бирле ныҡлап сирләгәнем булманы. Быларҙы, Сәлимә, тәүләп һиңә генә һөйләүем. – Кәримә яулыҡ осо менән күҙҙәрен һөртөп алды. Сәлимәнең дә күңеле тулып китте:
– Яратҡанһың икән Рәсих ағайҙы, ныҡ яратҡанһың.
– Башҡаларҙың ире менән сағыштырғанда, алтын булды. Артығын һөйләмәне, эске менән мауыҡманы, миңә лә ныҡ ярҙам итте. Шундай кешене нисек инде ятҡа ҡалдырмаҡ кәрәк?
– Алла бәндәһе ине шул Рәсих ағай. Тыныс, йыуаш булды.
– Йыуаш түгел, Сәлимә. Кәрәк саҡта үҙен яҡлай ала ине.
Күршеләр ризыҡҡа әмин тотоп, бергәләп өҫтәлде йыйыштырып ҡуйҙы.
– Ҡоймағың бик тәмле булды. Уңдырғанһың. Ғөмүмән, һин аш-һыуға оҫта инде, Кәримә еңгә... Винер ейәнең ҡайтҡайны шикелле. Ҡайҙалар, күренмәйҙәр?
– Ҡоҙағыйҙың хәлен белергә киттеләр. Балаҡайым һәр саҡ Себерҙән ҡайтҡандың икенсе көнөнә машинаһына ғаиләһен тейәй ҙә шунда алып китә.
– Ейәнең дә ҡартатаһына, атаһына оҡшап, аҡыллы, тыныс ҡына күренә. Киленең дә бик матур йырлай икән, тауышы моңло. Концертта ҡатнашырға ейәнең рөхсәт иткәндер инде. – Һүҙҙе артабан дауам итергәме-юҡмы тигәндәй, Сәлимә бер аҙ тынып ҡалды. Саҡырып сәй эсергән кешене шик тыуҙырырлыҡ һорауҙар менән яфаламаҫҡа булды. Кеше ғаиләһенә тығылыуҙан да яманы юҡ бит ул. Кәримә, әлбиттә, күршеһенең тағы ла ниҙер һорарға тип ынтылыуын һиҙмәне түгел, һиҙҙе.
-Ҡоҙағыйға оҡшап моңло булған. Винерым ситтә йөрөгәс ни, киленгә өйҙә ултырыу күңелһеҙ булмаһын тип, мин дә ҡаршы килмәнем. Иптәш ҡатындары менән бергә йөрөй. Йөрөһөндәр. Беҙҙең йәшкә еткәс, барыбер өйҙә ултырырҙар. – Кәримәнең күҙ ҡарашынан Сәлимә ”Төшөндөңмө инде, бүтәнсә бер нәмә лә һорама” тигән ишараны аңланы.
Ҡапҡа шығырлауға икеһе лә тәҙрәнән тышҡа ҡараны. Әллә балалар ҡайтты? Юҡ та, бер ҡатын кереп килә икән. Сиғандар йөрөйҙөр инде, тип Кәримә ишеккә йүнәлде. Бер килеп инһәләр, кире сығарырмын тимә уларҙы. Күҙ тейгән, сихырлағандар, мәйет сығырлыҡ иткәндәр, тип ай-вайыңа ҡуймай ышандырырға тотоналар. Ауыҙ асып, иҫеңде юғалтып торһаң, аҡсаңдан да, берәй әйбереңдән дә һә тигәнсе ҡолаҡ ҡағаһың. Әлбиттә, Кәримә улар менән ҡаты һөйләшә. Үҙем хаҡында бөтәһен дә үҙем яҡшы беләм, ти ҙә ҡыуа ла сығара.
Инеүсенең ауыл медпунктында эшләгән шәфҡәт туташы Нәзирә икәнен белгәс, Кәримә уны яҡтырып киткән сырай менән өйгә саҡырҙы:
– Әйҙә, Нәзирә, түргә үт.
Ҡатын түргә үтеп, Сәлимәгә өндәште:
– Һаумы, Сәлимә апай. Өйөң йоҙаҡлы булғас, ҡайҙа китте икән, тип торам.
-Аллаға шөкөр әле. Бына Кәримә еңгәй тәмле итеп ҡоймаҡ бешергән дә, сәй эсеп алдыҡ.
Шул арала Кәримә сәйнүккә һыу өҫтәп, ҡайнатырға ултыртты.
– Һеҙгә рәхәт, күрше генә йәшәйһегеҙ, – тине Нәзирә, өй эсенә күҙ йүгертеп.
– Аллаға шөкөр, һәйбәт, – тине Кәримә, – Әйҙә, Нәзирә, һин дә ҡоймаҡтан ауыҙ ит.
– Балалар ҡайҙа?
-Ҡоҙағыйҙарға хәл белергә киттеләр, – тип яуапланы өй хужаһы сәй яһай-яһай.
Кәримә лә, Сәлимә лә, был ни йомош менән йөрөй икән, тип эстән генә баш вата ине ошо мәлдә. Грипҡа ҡаршы прививка тиер инең, йәй уртаһы ғына. Етмәһә, ҡулында бер нәмәһе лә юҡ. Нәзирә лә килеүенең сәбәбен әйтергә ашыҡманы. Ниһайәт, сәйгә әмин тотоп, өҫтәл артынан ҡуҙғалғас ҡына һүҙ башланы.
– Ошо арала район етәксеһе килергә тейеш. Халыҡты йыйып һөйләшергә иҫәбе.
– Нимә тураһында һөйләшергә? – Нимә хаҡында икәнен бик яҡшы белһә лә, Кәримә тәү ишеткәндәй ҡыланды. Сәлимә, оноттоң дамы ни, тип ауыҙын асҡайны, Кәримәнең йөҙөнә ҡарағас, хәйләләшеүен һиҙенеп, туҡтап ҡалды.
– Мәсьәлә етерлек инде. Урамға асфальт түшәйһе, яу ҡырында баш һалғандар иҫтәлегенә ҡуйылған обелискты яңыртаһы бар. Күл мәсьәләһе ҡуйырып тора. – Күл һүҙен ишеткәс, Сәлимә түҙмәне:
– Күлде ҡоротмаҫҡа кәрәк, – тине, ҙур яңылыҡ әйткәндәй.
– Шуға килдем дә инде. Халыҡҡа аңлатып йөрөйөм. Шәфҡәт туташы ғына түгел, ауыл советы депутатымын да бит әле, – тине Нәзирә ғорурлыҡ менән. – Минән башҡа бер ниндәй эш тә башҡарылырға тейеш түгел!
– Күл тигәндән, үҙеңдең уй ниндәй һуң? – Кәримәнең был һорауына Нәзирә ҡыуанып китте.
– Күл бөтәбеҙҙеке лә. Ул кемдеңдер ҡулына күсә алмай. Мал-тыуарыбыҙ, ҡош-ҡортобоҙ шунда һыулай. Рәзит үҙенә алырға уйлай. Быға юл ҡуйырға тейеш түгелбеҙ. – Һөйләгән һайын Нәзирәнең тауышы көсәйҙе.
– Күл ҡорой. Сүп һала башлағандар. Быға тиклем Рәзиттән башҡа бер кем дә күл менән ҡыҙыҡһынманы. Ә үҙ ҡарамағына алам тигәс, ҡаршы килә башланылар. Күлде кемдеңдер алыу-алмауы түгел, уның һаҡланып ҡалыуы мөһим. Был – барыбыҙҙың да бурысы. – Кәримә, үҙенең ярһый барыуын һиҙеп, аҙыраҡ йомшара төштө. Өйгә килгән кешегә артыҡ ҡаты бәрелеү килешмәҫ, тип уйланы.
– Дөрөҫ, Кәримә апай, күлде һаҡларға кәрәк, әммә кемдеңдер милке итергә ярамай. Юғиһә, янына яҡын да юллай алмауыбыҙ бар. Бына эш ниҙә. Шуға ла район етәксеһенә, күлде шәхси ҡулға бирмәҫкә тип, берҙәм булайыҡ. Сәлимә апай, һин нисек уйлайһың?
– Нисек тә булһа, күлдең элекке матурлығын кире ҡайтарырға кәрәк. Минең теләк шул ғына.
Дауамы бар.
Повесты сайттан күсереп алыу ҡәтғи ТЫЙЫЛА!!!