Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
1 Июнь 2023, 09:44

Өсмөйөшлө мөхәббәт. Повесть. Аҙағы. Радик ӘХМӘТОВ.

– Әсәй, һин? Нимә булды? Тауышың борсоулы.

Йоҡо йоҡо булманы. Иртәнгә ҡәҙәр әйләнгеләп, борғоланып сыҡтым. Күңелемде билдәһеҙлек, аңлайышһыҙ шөбһә солғап алды. Гөлкәй ҙә, күңелем тыныс түгел, Зәкиә менән нимәлер булыр төҫлө, тигәйне. Уның юрабыраҡ әйткәне миңә етә ҡалды. Хафаланыуым көсәйгәндән-көсәйә. Йәнә аш бүлмәһенә сығып ултырҙым. Зәкиәгә шылтыратҡанда нисек булыр? Юҡ, борсорға ярамай. Йоҡлай бирһен. Хәлен кистән шылтыратып белеү кәрәк булған. Хәйер, бөгөнгө ат башылай тәьҫораттарҙан һуң Зәкиә ҡайғыһылыр шул миндә…

– Рәбис! Һиңә яманһыу булып киттеме? Ҡаты бошонаһың, ахыры. – Тауыш сыҡҡан яҡҡа башымды борҙом. Гөлкәй ишек яңағына һөйәлгән дә һағышлы ҡарашын миңә төбәгән. Күңелем елкенеп, Гөлкәйҙе күкрәгемә ҡыҫтым. Шул минутта кеҫә телефоным шылтыраны.

– Әсәй, һин? Нимә булды? Тауышың борсоулы.

– Улым, Зәкиә балнистә. Төнөн кинәт ауырып китте. Туҡтауһыҙ ҡоҫа ла ҡоҫа. Райондан "Ашығыс ярҙам" саҡырттыҡ. Килмәнеләр. Ахыр сиктә атайыңдың "Жигули"һында үҙәк дауаханаға алып киттек. Тапшырғансы, ҡайтҡансы сәғәт иртәнге биш етте. Атайың бер сынаяҡ сәй һемерҙе лә эшенә ашыҡты. Ә мин яңғыҙ ҡайғырып ултырҙым-ултырҙым да, иртә булһа ла, һинең менән хәбәрләшергә булдым.

– Дөрөҫ эшләгәнһең, әсәй. Мин төшкә ҡайтып етермен тип торам. Башта – Зәкиә янына, ә аҙаҡ ауылға.

– Әле һин ниндәй ҡалала?

Гөлкәй алдында икенсе ҡала исемен әйтә алмайым бит инде, ә унан... әсәйемә гелән ялған һөйләү егетлек түгел.

– Әсәй, мин Пермь ҡалаһында.

– Аңланым, Рәбис. Иҫән-һау ҡайт.

– Яҡшы, әсәй.

Гөлкәй эргәмә килеп баҫты. Сәсемдән һыйпаштырып алды.

– Зәкиә балнистамы?

– Эйе, Гөлкәй.

– Артығын ҡайғырма, Рәбис. Бары ла һәйбәт булыр.

– Гөлкәй! Мин бер аҙҙан ҡайтыр юлға сығам. Балаларға тигән аҡсаны алып ҡуй. Сәғәтте үҙең кеймәһәң, Гөлнараға минең исемдән бүләк итеп бирерһең. Онотҡанмынсы, кеҫә телефоныңды һәм Гөлнараныҡын яҙып бирсе. Берәй һуңғы төшкән фотоһын да.

– Бына ошонда, һин әйткәнсә. Рәбис! Минең менән ултырып сәй эсмәйһеңме ни?

– Әйҙә. Балаларҙы уятып тормайыҡ, йоҡлай бирһендәр.

Гөлкәй менән йылы хушлашып, машина рулен ҡайтыр яҡҡа борҙом.

Төш алдынан үҙәк район дауаханаһы комплексына ҡараған бала табыу бүлеге мөдиренең ишеген шаҡыным. Мине мыҡты кәүҙәле ҡырҡ йәштәрҙәге табип ҡаршыланы. Бында кергәнсе Зәкиәгә шылтыратып һөйләшергә өлгөргәйнем.

– Әйҙәгеҙ, ултырығыҙ. Тыңлайым, – тине табип һуҙынҡы, баҫалҡы тауыш менән.

– Төнөн һеҙгә Зәкиә Кәбированы килтергәндәр. Мин уның һаулығы хаҡында белешергә килдем.

– Дөрөҫ аңлаһам, һеҙ – уның ире, эйеме?

– Дөрөҫ. Мин командировкала булып ҡалдым. Бына ашығыс ҡайтырға тура килде лә, тура һеҙгә керҙем. Ҡатыным шулай уҡ табип. Кардиология диспансерында эшләй.

– Мин барын да беләм, иптәш Кәбиров. Хәбәрҙармын. Бүлек мөдире икәнлеге лә мәғлүм. Тик аңлағыҙ, әлеге осраҡта ул – беҙҙең пациентыбыҙ.

– Ҡатынымды ҡаршы алған шәфҡәт туташы уға «токсикоз» диагнозы ҡуйған. Был раҫландымы әле?

– Ә ниңә һеҙ акушерка әйткәнгә фараз күҙлегенән ҡарайһығыҙ? Эйе, диагноз раҫланды. Шәфҡәт туташы тәжрибәле, егерме өс йыл бала табыу өлкәһендә эшләй. Әйҙәгеҙ, асыҡтан-асыҡ һөйләшәйек. Токсикоздың мәғәнәһен һәм мәкерен һеҙгә аңлатып тороуҙың кәрәге юҡтыр.

– Доктор! Ике-өс һүҙ менән аңлатһағыҙ икән…

– Яҡшы. Организмдың матдәләр алмашыныу һәләте кәмей төшә, шул сәбәпле гормондарҙың, төрлө зарарлы матдәләрҙең ҡанға күпләп һеңеп ағыулауы күҙәтелә. Бер-ике аҙна интенсив дауа үткәрәсәкбеҙ. Ағыуланыу процесын еңеләйтә йә төшөрә алмаһаҡ, берҙән-бер юл – йөклөктө туҡтатыу, икенсерәк әйткәндә, яһалма бала һалдырыу...

– Иптәш доктор, ҡот осҡос һүҙҙәр…

– Аңлағыҙ, был – сирленең ғүмерен һаҡлап ҡалдыра алырҙай берҙән-бер мөмкинлек.

– Зәкиәгә ошо турала әйттегеҙме?

– Әлегә иртә әле. Бер-ике аҙнанан. Бөгөнгә был фаразлау ғына. Шуға иптәшегеҙгә, туғандарығыҙға был турала ишеттереү, һөйләүҙән тыйылып торорға кәрәк. Сер булһын. Бик мөмкин, бары ла һәйбәт тамамланыр. Беҙгә өмөтләнергә генә ҡала.

– Әллә ҡатынымды Өфөләге бала табыу йортона алып ҡайтып һалырғамы? Нисек кенә булмаһын, ҡала...

– Һеҙҙеңсә, район дауаханаһы бөгөнгө заман талаптарына яуап бирмәйме? Хәйер, ҡала кешеһенә өйрәк тә ҡаҙ булып күренә торғандыр. Кәрәк тапһағыҙ, Парижға алып китегеҙ… тик берәй аҙнанан. Ә хәҙер... хушығыҙ.

– Ғәфү итегеҙ, доктор, мин ҡатынымды күреп кенә сыға аламмы?

– Ундай сикләү әлегә юҡ, иптәш Кәбиров. Тик өҫтөгөҙҙә халатығыҙ булһын. 15-се палата. Коридор буйлап барһағыҙ, табырһығыҙ.

Зәкиә палатала бер үҙе. Мине күргәс тә ятҡан еренән тороп ултырҙы. Йөҙө нурланып, балҡып китте.

– Рәбис! Ҡәҙерлем, ниңә иртәләнең? Нисек йөрөп ҡайттың? Ҡыҙың тураһында һөйлә әле. Фотоһы бармы?

– Зәкиә, күгәрсенем, һуңынан һөйләрмен. Үҙең нисек? Ике тәүлектә тартылып уҡ киткәнһең. Мин Пермь тарафына юлланғанда, үҙемде һәйбәт тоям, тигәйнең бит.

– Белмәйем, әллә һөт-ҡатыҡ яраманы. Кисә ваҡытында йоҡларға яттым. Төнгө 12-лә кинәт күңелем болғанып, уҡшытты ғына. Туҡтауһыҙ ҡоҫтора. Ҡан баҫымым түбәнәйҙе. Карауаттан тороп, өндәшерлек хәлем юҡ. Әсәм бер аҙҙан, һиҙенгәндәй, йүгереп инде.

– Әле үҙеңде нисек хис итәһең, йоҡлай алдыңмы?

– Ингәндән алып укол да укол. Өйәнәк баҫыла төштө. Һыу күп эселә, ә ризыҡ ҡапҡаным юҡ. Ашамағас, еңелерәк. Өс-дүрт сәғәт уянмай йоҡланым.

– Мөдир нимә һөйләй?

– Бер ике аҙна ятырға тура килер, аҙаҡ интенсив курс үткәргәндән һуң күҙ күрер, ти. Ләкин уның минән нимәлер йәшергәнлеге һиҙелә. Уҡымышһыҙ ҡатын булһам, бер хәл. Мин дә көслө токсикоз икәнлеген беләм дә баһа. Үтер төҫлө ине лә… Ҡалай итәһең инде. Рәбискәйем, һин көслө кеше. Әле әйтер һүҙем бик мөһим. Һин үҙ ҡатыныңды, ауыр булһа ла, аңларға тырыш. Ғәфү ит мине, һөйөклө ирекәйем. Ләкин һин дөрөҫөн белергә тейеш. Минең йөклөлөктөң ни менән бөтөрөн бер кем дә белмәй, фараз бирә алмай. Шуға теләһә ниндәй көтөлмәгән һәм осраҡлы хәлдәргә әҙер булыу кәрәк. Миндәге токсемия сире тыуасаҡ балабыҙ өсөн үтә лә хәүефле. Хәйер, үҙемдең ғүмер ҙә энә өҫтөндә. Шундай көсөргәнешле хәл килеп тыуыуы ихтимал. Минең ғүмеремде һаҡлап ҡалыу өсөн бала һалдырыу кәрәк. Был – берҙән-бер юл. Рәбис, аңла, мин сабыйҡайҙы алдырырға аяҡ-ҡулым менән ҡаршы, ризалыҡ бирмәйәсәкмен. Үҙем үлемдән ҡурҡмайым, фәҡәт бәләкәсебеҙ иҫән-һау донъяға килһен. Мин шундай ҡарарға килдем һәм был уйымдан кире ҡайтмайым. Кем генә һораһа ла… Әсәлек хисем шулай ҡуша.

– Зәкиә, аҡыллым, һин нимә? Ҡайҙан килгән уйҙырма был? Иң яҡын кешеңде утҡа һалаһың. Миңә һин үҙең – сәләмәт Зәкиәм кәрәк. Күрерһең, бары ла һәйбәт буласаҡ. Ишетәһеңме?

– Ә үҙеңдән тыуған бәпескәйең һиңә кәрәкмәйме? Ярай ҙа ул, һин ҡыҙ балаңды таптың. Минән дә нығыраҡ яратҡан йәрең – Гөлкәйең бар. Һиңә ни…

– Зәкиә, тим, хәҙер үк туҡта. Бел, һөйгәнем – бары һин! Үҙем осраттым, үҙем яраттым, үҙем һиңә өйләндем, үҙем һинән бала теләнем.

– Аңламайым, мине лә, Гөлкәйҙе лә бер юлы һөйөү мөмкинме?

– Зәкиә, алтыным, тыныслан. Һине һәр саҡ яратырға һәм һинең менән бергә булырға һүҙемде бирәм.

– Ярай инде, артығын һайрама. Лутсы ҡыҙыңдың кәртишкәһен күрһәт.

Фотоны түш кеҫәмдән сығарып, Зәкиәгә һондом. Ул оҙаҡ текәлеп ҡарап ултырҙы. Аҙаҡ ҡарашын миңә күсерҙе.

– Ҡыҙыңдың һиңә оҡшаш яҡтары күп. Үҙеңде ҡотлайым. Бәхетлеһең.

– Рәхмәт, Зәкиә. Беләһеңме, мин хәҙер ауылға ҡайтып, атай-әсәйемде күреп сығам да – тура Өфөгә. Отпуск алмаҡсы итәм. Түләүһеҙ шартта булһа ла. Миңә һинең яныңда булырға кәрәк.

– Отпускыңды яҙ алғайның... Директорың йәнә бирер тиһеңме?

– Әлеге осраҡта бирмәй ҡалай итһен. Шунһыҙ булмай. Зәкиә! Әгәр ҙә һине ҡалалағы бала тыуҙырыу йортона алып барып һалғанда? Быға нисек ҡарайһың?

– Әлләсе, Рәбис. Әлбиттә, миңә бында ла оҡшай. Ә Өфөнөкөндә ятып ҡарамағас, бер нәмә лә әйтә алмайым. Хәйер, ҡалала ҡаласалыр инде ул. Үҙең ҡара.

– Роддомдың баш табибы – минең күптәнге таныш. Уны күреп һөйләшермен, йәме.

– Ҡатын-ҡыҙ затынанмы?

– Юҡ, «оно» затынан. Инде күңелең булдымы?

– Йөрәгем илар сиккә еткәйне. Хәҙер килеп йылмая.

– Ә минеке үҙенә урын таба алмай – һыҡрай. Һин әйткәндәрҙән һуң илай ҙа илай. Йә, ярай, бөтөрәйек. Ҡуш йөрәктәребеҙҙе илатып ултырмайыҡ әле. Зәкиә, әйт, нимә ашағың килә? Хәҙер магазинға сабам.

– Рәбис, туҡта. Тыпырсынмай тор. Магазиндан бер нәмә лә кәрәкмәй. Шул уҡ һуттары, емештәре лә. Һөт ризыҡтарын күргем дә килмәй. Юҡ, килә: әсәйҙең кипкән ҡорото булһа, кәнфит урынына һурып йөрөр инем. Унан бер телем арыш икмәге йә бойҙай өкөрәһенән һалған әпәй киҫәге, ит-май һалмай бешерелгән туҡмаслы һурпаға ҡорот иҙеп эсер инем.

– Бойҙай өкөрәһе нәмәкәй ул?

– Һай, хәстрүш, ауыл балаһы. Шул нәмәне лә белмәгәстен. Он көрпәһенең нимә икәнлеген ҡала ҡыҙынан һора.

– Көләһең, әй. Ярай, ярай, шаярттым. Аңлайым да баһа. Заказдарыңды әсәйемә еткерермен. Атайым иртәгәһен саптырып килтереп еткерер. Тауыҡ һурпаһы эскең килмәйме?

– Була. Тик һурпаһы зәңгәр тауыҡтыҡы булһа…

– «Освенцим» тауығын әсәйем ҡайҙан алыр икән? Ниңә баш ватырға, бер өс ай самаһы ашатмай тотһа...

– Көлмә, етте һиңә. Инде күрештек, һөйләштек. Әйҙә, хушлашып торайыҡ, мистер Кәбиров. Уколға ваҡыт. Палаталағы бисәләр ҡайҙалыр. Һеҙгә ҡамасауламайбыҙ тип сәғәт элгәре сыҡҡайнылар.

– Иптәш... Зәкиә ханым, хәләл ефетем! Кире уйҙарыңды башыңдан сығарып, тоҙларға һалыуҙан да яҡшыһы булмаҫ. Әтеү һинең диспансерыңа әпәт эләгеүем бар. Оҙаҡламай килеп, һине Өфөгә алып китермен. Әҙерләнә, сумаҙаныңды тултыра тор. Ҡана, үҙеңде бер әп итәйем дә.

– Иҫән-һау йөрө, ирекәйем, мин һине яратам. Һағынып көтөрмөн. Бар.

Оҙон юл буйы уй-кисерештәргә, күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп ҡайтылды. Айырыуса Зәкиәнең, үлһәм үләм, әммә баланы алдырырға бирмәйем, тигәне ауыр тәьҫораттар уятты. Етмәһә, мөдире лә икеле-микеле һөйләп ҡуйҙы. Башҡа һыймай: медицина өлкәһенең фәнни ҡаҙаныштары ни ҡәҙәре юғары кимәлдә булыуын иҫәпкә алғанда, юҡ ҡына токсикозды ауыҙлыҡлап булмайҙыр шул…

Ошо рәүешле үҙемде йыуата-йыуата килә торғас, күҙҙәрем йомола башланы. Йоҡо менән алышып, ҡайтып еткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Таныш ҡапҡа ҡаршыһына баҫа туҡтағас, маңлайым рулгә төртөлдө. Ни саҡлы ултырғанмындыр, әсәйем машина ишегенә ҡағылғас ҡына тертләп уянып киттем.

– Улым, ниңә инмәй ултыраһың? Берәй хәл булдымы, тип ҡотом осто.

– Арытылған, әсәй. Бер биш минут серем иткем килде.

– Руль артында йоҡлап китһәң шунда?

– Бер бөгөн машина йөрөтмәйем дә баһа.

– Дауаханала булдыңмы, Рәбис?

– Эйе, әсәй. Иң элек мөдир эргәһенә инеп сыҡтым. Аҙаҡ Зәкиә менән палатала сәғәткә яҡын һөйләшеп ултырҙыҡ.

– Нисек унда килен?

– Кәйефе уртаса. Дауалау курсын башлағандар. Дарыуҙарҙың төрлөһөн бирәләр.

– Тамағына аш үтәме? Һораныңмы?

– Һорамай буламмы ни, әсәй.

Зәкиә менән мәрәкә ҡороп ултырғаныбыҙҙы, йәне теләгән ашамлыҡтарын һанағас, әсәйемдең йөҙө алһыулана төштө.

– Улым! Ҡыҙыбыҙҙы күрергә барҙыңмы?

– Эйе, әсәй. Пермгә тиҙ генә юл тоторға иҫәбем юҡ ине. Зәкиә бар ҙа бар тип ныҡыны. Бына, ҡара фотоһын.

Әсәйем күҙлеген кейеп алды. Оҙаҡ ҡына ейәнсәренең йөҙөнән ҡарашын айыра алмай торҙо. Күҙҙәре йәшләнде, көрһөнөп ҡуйҙы.

– Ҡуй инде был Гөлкәйҙе! Барыбыҙҙы ла ут аҫтына һалды бит. Ә Гөлнара – хас та һин.

– Ейәнсәр... исемен ҡайҙан беләһең, әсәй?

– Мин генә түгел, бар ауыл шул турала таҡылдай. Теге көн ҡайҙа юлланғаныңды шунда уҡ һиҙҙем. Бер ҡатынҡай әйтә, Рәбисең Гөлкәй янынан ҡайтмаҫ та инде, ти. Юҡты һөйләмә, мин әйттем, ауыҙыңа ен һуғыр!

– Эй, әсәй! Гөлкәйҙең хатаһы ҙур. Әле үкенә лә һуң…

– Ҡал эргәмдә, тип әйтмәнеме?

– Юҡ, әсәй. Нисек кенә булмаһын, Гөлкәй аңлы зат, ғәйебен таный. Гөлнара менән Йәмил улы тороп ҡалыуымды үтенде. Әсәләре дөрөҫөн һөйләп биргәс, тымды балаҡайҙар.

– Өҙгөләнеп, икегә ярылып йәшәй алмаҫһың шул, улым.

– Дөрөҫ! Ҡулдан килгәнсе ярҙам итергә уй. Зәкиә лә риза. Әгәр ҙә уны Өфөгә алып ҡайтып, һәйбәт бала тыуҙырыу йортона һалғанда, ә?

– Киленде беҙҙең янға ҡайтарыу, бәлки, дөрөҫ тә булмағандыр.

– Бер ниндәй зыян юҡ. Иртәгәнән отпуск алырға уйлайым. Уны һалаһы роддомдың баш табибы – миңә таныш кеше. Өс йыл элгәре ул етәкселек иткән учреждениеға капиталь ремонт талап ителә ине. Беҙҙең институт реконструкция проектын әҙерләне. Әлбиттә, миңә лә был эшкә ҙур өлөш индерергә тура килде. Шунан беләм Хәйҙәр Абдулловичты. Ҡайғырма ла, борсолма ла, әсәй. Бына күрерһең, бер айҙан ейәнеңде ҡулыңдан төшөрмәй һөйөрһөң.

– Аллаһым ҡушып, шулай булырға яҙһын. Рәбис, әйҙә, тамағыңды туйҙырып ал. Аҙаҡ серем итерһең. Батырға ла ял кәрәк.

– Йоҡлап ятырға ваҡытым юҡ. Эш күп. Бөгөн Өфөгә ҡайтып етергә ине. Атайым нисек? Төшкөһөн ҡайттымы?

– Ашыҡ-бошоҡ ашаны ла китте. Фермаһын семинарға әҙерләйҙәр. Былай булғас, Зәкиә янына бара алмаҫтыр. Ярай, үҙем автобусҡа ултырыр ҙа барырмын килен ҡырына. Бер ҡыйынлығы ла юҡ.

– Улайһа, мин остом, әсәй. Оҙаҡламай ҡайтып, Зәкиәне алып китермен. Рәхмәт һиңә.

Икенсе көн ҡабалан эштәремде йомғаҡлап, отпуск алғас, Хәйҙәр Абдуллович менән мотлаҡ осрашыу теләге мине үҙем белгән-күргән бала табыу йортона килтерҙе. Баш табиптың секретары, ул кәңәшмә үткәрә, берәй сәғәт көтөргә тура килер, тип ишек тотҡаһына үрелгән еремдән туҡтатты.

– Ултырып тороғоҙ, – тине ул, башын компьютер экранынан ҡалҡытмай ғына. – Ә мин һеҙҙе таныным, – тип йәнә һүҙгә килде йәш ҡатын, – Рәбис Сәғитович булаһығыҙ, эйеме? Ғәфү итегеҙ! Хәҙер үҙенә шалтыратып ҡарайым. Хәйҙәр Абдуллович! Әле минең эргәмдә Рәбис Сәғитович ултыра. Кәңәшмә бөткәнен көтһөнмө? Бер биш минут булыр. Яҡшы. Әйтермен.

Трубкаһын ҡуйғас, секретарь миңә күтәрелеп ҡараны ла йылмайып ҡуйҙы:

– Инегеҙ. Ул һеҙҙе көтә.

Башымды ишек уйымында күреү менән Хәйҙәр Абдуллович өҫтәл артынан тороп ҡаршыма сыҡты.

– Һо-о, Рәбис Сәғитович, һеҙҙе күреүемә бик шатмын. Әйҙәгеҙ, ултырығыҙ, – Хәйҙәр Абдуллович оҙон өҫтәл тирәләй ултырышҡан табиптарына күҙ йөрөтөп алды, – коллегалар, бөгөнгө кәңәшмә тамам. Иртәгә барығыҙҙы ла ошо ваҡытҡа көтәм.

Бүлмәлә икәүбеҙ генә. Хәйҙәр Абдуллович телефон трубкаһын күтәрҙе.

– Светочка! Кем һораһа ла – мин юҡ. Министрлыҡта тип әйтерһең. Беҙгә кофе, йәме.

– Аңланым, Хәйҙәр Абдуллович. Саҡ ҡына көтөгөҙ.

– Рәбис Сәғитович, нимә эшләп бер ҙә килеп сыҡмайһың? Дуҫтарҙы оноторға килешмәй.

– Эйе, Хәйҙәр Абдуллович, гонаһ бар. Инде йыш ҡына түгел, көн дә килергә һүҙ бирәм.

– Йә, йә. Иҫемдә, беҙҙең проектты эшләгәндә буйҙаҡ егет инең. Ғаилә ҡорғанһың, юғиһә беҙгә килеп юлыҡмаҫ инең. Булмаһа, зарыңды һөйләп ебәр. Нимә булды? Бәлки, Рәбис Сәғитович, берәй рюмка ром? Коньяк?

– Рәхмәт. Башҡа ваҡыт. Әле рулдәмен.

– Улайһа, ҡайнар кофенан ауыҙ ит. Ә хәҙер һине тыңлайым, Рәбис Сәғитович.

Мин ҡыҫҡаса, Зәкиә менән килеп сыҡҡан хәлде һөйләп бирҙем.

– Проблема юҡ, Рәбис Сәғитович. Ошо арала ҡатыныңды беҙгә алып килеп һалыр кәрәк. Ҡасан барырға планлаштыраһың?

– Иртәгә, йә иртәнән һуң.

– Әйҙә, ҡатыныңды ҡайтарыуҙы тиҙләтәйек. Район үҙәгенән Өфөгә нисә сәғәтлек юл? Асфальт?

– Ҡырҡ саҡрымы – ҡырсынташ түшәлгән юл. Машинала, уртаса елгәндә, дүрт сәғәттә етеп була.

– Тимәк, өс йөҙ саҡрым тирәһе. Ауырлы ҡатынығыҙға был юлды имен, сәләмәтлегенә зыян килтермәй үтеренә шигем ҙур минең. Әйҙә, туғанҡай, тормош иптәшеңде санитар авиация менән ҡайтарайыҡ. Беренсенән, тиҙ, икенсенән, һелкетмәй.

– Ә был мөмкинме?

– Ә ниңә? Бөгөнгө заманда мөмкин булмаған, йә беҙ булдыра алмаған эш бар микән? Мин барын да ойошторам. Ләкин һинең үҙеңә лә осорға тура киләсәк.

– Тәк, мин риза, отпускыламын.

– Улайһа, хәҙер барыһы менән дә элемтәгә сығам. Иртәнге 9-ҙа бында булырға тырыш. Ҡатыныңды иҫкәртеп ҡуй. Ҡалғаны – минең эш. Аэропорттан "Ашығыс ярҙам"да роддомға килтерәбеҙ.

Иртәгәһенә акушер-табип менән вертолетта беҙҙең район үҙәгенә ҡарай остоҡ. Төшә алырҙай тигеҙ майҙансыҡты үҙәк дауахананан ике йөҙ метр алыҫлыҡта тапҡандар. Зәкиәне «Ашығыс ярҙам» алып килеп, носилкала вертолет эсенә һалдылар. "Тимер ҡош" шунда уҡ аяҙ күккә атылды. Ике сәғәт үтеүгә, уңайлы шарттарға эйә ике кешелек палатала ята ине Зәкиәм.

Мин хәҙер иртәнән төнгә ҡәҙәр ваҡытымды бала табыу йортонда уҙғарам. Хәйҙәр Абдуллович менән йыш осрашып торабыҙ.

– Ҡара әле, Рәбис Сәғитович, – тине ул бер көн ауыҙ йырып, – беҙгә пропискаға керҙеңме әллә? Ике көнгә бер килеп йөрөһәң дә етә. Зәкиәң үлем түшәгендә түгел, үҙен һәйбәт тоя, сабый ҙа нормала, үҫеше яҡшы. Үҙеңде ҡайҙа ҡуйырға белмәһәң – эшеңә сыҡ. Рәбис Сәғитович, үпкәгә алма.

Икенсе көндә үк, кәңәшкә ҡолаҡ һалып, ваҡытынан алда эшкә сыҡтым. Эйе, баш табип хаҡлы. Көноҙоно Зәкиә ҡырында ултырыуҙан ни фәтүә? Ул да минең ҡарарымды хупланы. Кәрәк саҡта күрше ҡатынҡай ярҙам итә, тине.

Өс аҙна һиҙҙермәй генә үтте лә китте. Зәкиәнең бала тыуҙырыу көнө лә яҡын. Ишембайҙан ашығыс рәүештә ҡәйнәм килеп төштө. Мин уны автовокзалда ҡаршылап, йортобоҙға ҡайтарҙым да эшкә ашыҡтым.

Эш өҫтәленә ултырып бөтмәнем, ҡәйнәм шылтырата.

– Кейәү балаҡай, был мин. Фатирҙа үҙемә урын тапмайым. Зәкиә төнгә ҡарай тыуҙырыр төҫлө. Ҡыҙым янында булырға тейешмен. Мине роддомға алып бара бармаҫһыңмы? Ҡаланы насар беләм, аҙашып йөрөүҙән ҡурҡам.

– Яҡшы, ҡәйнәм. Көтөгөҙ. Егерме минуттан...

Ҡәйнәмде роддомда ҡалдырып, фатирға ҡайттым. Эшкә барыу ҡайғыһы китте. Минут та бер урында ултыра алмайым, ятыуҙан да файҙа юҡ. Етмәһә, төрлө насар уйҙар мейемде быраулай. Йөрәгем ҡаға. Тулҡынланыуым артҡандан-арта. Ситлектәге ирекһеҙ ҡоштай бәрелә-һуғыла йөрөй торғас, сәғәт унды ла һуғып ҡуйҙы. Кинәт телефоным үҙем яратҡан көйҙө уйнап ебәрҙе. Уға бесәй тиҙлегендә ташландым. Зәкиәнең тауышы борсоулы.

– Башланды, Рәбискәйем. Әсәйем эргәмдә булһа ла, ҡурҡыта. Хәҙер тыуҙырыу бүлегенә алып китәсәктәр. Улыбыҙ Рөстәм эсемдә тибә генә. Һин, ирекәйем, малайыңдың яҡты донъяға имен-аман килеүен телә.

– Зәкиә! Бары ла һәйбәт булыр. Тыныслан. Бер нәмәнән дә ҡурҡма, яраймы, һөйөклөм.

– Йә ярай, Рәбис…

Шунда беҙҙең ҡыҫҡа ғына әңгәмәбеҙ өҙөлөп ҡуйҙы. Мин биҙгәк тотҡандай ҡалтырана-бәрелә кейенергә тотондом. Роддомдың икенсе ҡатына осоп мендем, аҡ халатым флаг рәүешендә елберҙәп кенә ҡалды. Мине бында күптәр белә, таный. Шуға элек бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ, тотҡарлыҡһыҙ Зәкиәнең палатаһына инә ала инем. Әлеге осраҡта мине медицина посында ҡырҡа туҡтаттылар.

– Һеҙгә унда инергә ярамай. Ҡотлайым, улығыҙ тыуҙы!

– Әйт әле, ҡошсоғом, ҡатыным ни хәлдә?

– Тынысланығыҙ, әлегә хәл ала. Бала ла, үҙе лә иҫән-һауҙар. Бер аҙҙан үҙ палатаһына күсерәсәктәр.

Иҫемә килеп, аҡ халатлыны ҡосаҡлап үптем…

– Рәхмәт, һылыу. Һинең дә әсә бәхетенә өлгәшеүеңде теләйем.

Алты көн тигәндә Зәкиәне, улыбыҙ Рәстәмде бала табыу йортонан алып ҡайттыҡ. Табиптарға, шәфҡәт туташтарына сикһеҙ рәхмәттәр белдереп, гөлләмәләр, бүләктәр тапшырҙыҡ. Беҙҙе оҙатыусылар араһында Хәйҙәр Абдуллович та бар ине.

– Рәбис Сәғитович, һирәк-һаяҡ булһа ла күренгеләп кит, – тине ул көлөмһөрәп.

– Һис шикһеҙ, Хәйҙәр Абдуллович. Зәкиә икенсегә ауырға ҡалды иһә, кисекмәҫтән – тура һеҙгә… Ир һүҙе! Өс көндән хәләл ефетең менән беҙгә бәпес туйына рәхим ит. Көтәбеҙ.

– Ҙур ҡәнәғәтлек менән тәҡдимеңде ҡабул итәм, Рәбис дуҫ.

 

* * *

Август-сентябрҙә Зәкиәнең сире беҙҙең ғаиләне ауыр һынауҙарға дусар итте. Шулай ҙа ваҡытлы ҡулланылған терапия саралары ыңғай һөҙөмтәләр бирҙе. Улыбыҙ һау-сәләмәт тыуҙы. Зәкиәнең ауырыуынан имен ҡотолғанына әле булһа ышанып һәм шатланып бөтә алмайбыҙ. Билләһи.

Айырыуса мин. Ошо мәшәҡәтле, тынғыһыҙ ваҡиғалар эсендә ҡайнап, айҙан ашыу ҡыҙымдың хәлкәйҙәрен белә алғаным юҡ. Бер көн Зәкиә лә, Гөлнара ҡыҙыңа шылтыратып, һаулығын белешер инең, тигәс, оят булып китте. Мин шунда уҡ телефонды кеҫәмдән алдым.

– Гөлнара! Ҡыҙым! Был атайың. Балаҡайым, ғәфү ит. Һуңғы ваҡытта кәйефем булманы. Ни тигәндә, Зәкиә апаң оҙаҡ сирләне. Хәҙер барыһы ла һәйбәт. Гөлнара! Һинең Рөстәм исемле туғаның тыуҙы.

– Ҡотлайым, атай. Эй-й, энемде күрергә ине!

– Бер һүҙһеҙ, күрерһең туғаныңды. Ҡышҡы каникул ваҡытында Йәмил менән икегеҙҙе барыр ҙа алып ҡайтырмын.

– Белмәйем әле, атай. Йәйге каникулда килербеҙ.

– Ярай, уйлашырбыҙ. Үҙегеҙ нисек, ҡыҙым? Уҡыуҙарығыҙ барамы? Йәмил хоккейға йөрөймө? Әсәйең ни хәлдә?

– Отличница ла һуң мин, атай. Йәмил дә яҡшы уҡый. Тик уның "дүртле"ләре күп. Теге һин алырға әйткән нәмәләрҙе һатып алдыҡ. Сәғәтең дә ҡулымда. Ҙур рәхмәт. Әсәйем эшләп йөрөй. Беләһеңме, атай, әйтергә лә уңайһыҙ. Уның артынан йөрөгән ир бар. Күптән түгел барлыҡҡа килде. Беҙгә лә инеп сыҡҡылай.

– Бына нисек... Уға ҡарата мөнәсәбәтең нисек һуң?

– Төрлөсә. Ҡай саҡта арыу ғына күренә. Ә ҡай саҡта… Нисек кенә булмаһын, һиңә етмәй, атай.

– Аңланым, ҡыҙым. Һәр кешенең яҡшы һәм шулай уҡ оҡшап бөтмәгән сифаттары, холҡо була. Әсәйеңә лә терәк булырҙай кеше кәрәк. Ул йәш бит әле. Гөлнара! Уны ғәйепләмә. Гөлкәй бәхетле булырға хаҡлы.

– Шулай икәнлеген аңлайым да һуң. Әсәйем уға кейәүгә сыҡһа, мин улар менән йәшәмәйем дә!

– Балаҡайым! Нисек инде йәшәмәйһең?

– Шулай. Тотам да һеҙгә торорға киләм. Ярҙам итермен. Йәш бала менән эш бөтәлер шул?

– Гөлнара! Мин һинең килереңә ҡушҡуллап риза. Апаң да шатланыр ғына. Әгәр әсәйең ебәрһә...

– Һин һораһаң, риза булыр.

– Ҡыҙыҡайым! Әле һин ҡайҙа? Студияға йөрөйһөңмө?

– Әлбиттә, йөрөйөм. Өйҙә әле яңғыҙым. Әсәйем эштә. Йәмил урамға һыҙҙы.

– Гөлнара! Әсәйеңә, ҡустыңа минән сәләм. Мин һине яратам, ҡыҙым. Һау бул.

Ошо оҙонға һуҙылмаған һөйләшеүҙән һуң ике ай ваҡыт уҙҙы. Декабрҙә Гөлкәйгә ике-өс тапҡыр шылтыратып ҡараным. Алмай. Күрәһең, кеҫә телефонының симкаһын алыштырған. 7 декабрь көнө иртәнән үк нисектер шомло башланды. Күңелемде борсоу баҫып, йөрәгем шаңҡып тора. Аңлайым: Пермдәге фажиғә тынғылыҡ бирмәй. Кафелағы трагедияны ишетеп, күңелемә ныҡ яҡын алдым. Аң-зиһенем тарҡау ине, ҡапыл кеҫә телефоным шылтырауға тертләп ҡуйҙым. Ҡулым ҡалтырана.

– Эйе, тыңлайым. Ҡыҙым, һинме был? Нимә булды? Илайһың… Тауышың юҡ.

– Атай! – Гөлнараның һулҡылдап илауы ишетелә. – Атай!.. Әсәйем…

– Ни булды, балаҡайым? Әсәйең ҡайҙа?

– Әсә-әй-йем ү-ү-лде. Мо-оргта әле.

– Ышанмайым, ҡыҙым. Яңылышмайһыңмы?

– Юҡ, атай. Теге ирекәйе менән кафела ултырғандар... Беҙгә килә алмайһыңмы? Хәҙер нисек йәшәйбеҙ инде?..

Тиҙ генә кеҫәлә йөрөткән ике нитроглицирин таблеткаһын йоттом. Аҙыраҡ ебәрҙе. Ә хәҙер, бер нәмәгә ҡарамай, Зәкиә янына ҡайтырға! Инфаркт була күрмәһен… Бер аҙ ултырырға, аңыма килергә. Иң мөһиме – тынысланыу кәрәк. Мин иҫәңгерәп фатирға ҡайтып ингәндә, Зәкиә Рөстәмде ваннала йыуындырып йөрөй ине.

– Төшкө ашҡа элек ҡайтмай инең, – тине ул бала менән булышҡан арала. – Рәбис, бала нәмәләрен элгеләгәнсе, улыңды тотоп торһаң икән. Әллә берәй ҡайҙа ашығаһыңмы?

– Юҡ. Зәкиә, һиңә ҡот осҡос хәбәр алып ҡайттым, – тинем дә һулҡылдап илап ебәрҙем.

– Рәбискәйем! Беренсегә күҙ йәше менән илағаныңды күрәм. Ҡәҙерлем, нимә булды? Атай-әсәй...

Мин баш сайҡаным.

– Зәкиәкәйем, Гөлкәй һәләк булған. Күптән түгел Гөлнара шылтыратты. Нимә эшләйбеҙ, тип үкһеп илай ҙа илай.

– Ҡайҙа? Нисек?

– Шул ҡәһәрле кафела, осрашып йөрөгән ирекәйе менән булғандар.

– Рәбис, тыңла мине. Әйҙә, иламайыҡ әле. Үҙеңде ҡулға ал. Бына баланы йоҡлатам да... Йөрәгеңде тыңларға, уколдар яһарға кәрәк.

– Зәкиә, ниндәй укол? Пермгә ашығырға кәрәк. Ә һин…

– Мин тамсы ла ҡаршы түгелмен. Һин унда барырға бурыслы. Рәбис, бел, бер үҙеңде руль артына ултыртып ебәрмәйем. Ҡурҡам. Шундай стрестан һуң. Етмәһә, декабрь һалҡындары хәтәр. Беләһеңме, әсәйгә шылтырат. Гөлкәйҙең ата-әсәһенә барып хәбәр итһен дә аҙаҡ беҙгә телефон аша әйтер. Минеңсә, мәрхүмәне ауылға ҡайтарып ҡуйырҙар ул.

– Миндә лә шундай уй. Бына балаҡайҙар…

– Рәбис! Гөлнараны үҙебеҙгә алабыҙ. Ишетәһеңме, мотлаҡ шулай. Йәмилде беҙгә бирерҙәрме, юҡмы. Хоҙай белә. Өләсәләре риза булһа, ул итербеҙ.

– Ни ҡәҙәре кешелекле, туған йәнле кеше һин, Зәкиә.

Ике сәғәттән әсәйем шылтыратты.

– Рәбис! Гөлкәйҙе ауылда ерләйҙәр. Иртәгә таңдан автобуста юлға сығасаҡтар. Барыр булһаң, шуларға эләгә күр. Маршруттары Өфө аша үтә. Телефондарын яҙ, әйтеп торам. Ҡайҙа осрашыу тураһында иртәнге яҡта һөйләшербеҙ. Йылыраҡ кейенеп бар. Ҡалғанын күрешкәс һөйләшербеҙ.

– Рәбис! Беләһеңме, Гөлкәйҙе ерләргә мин дә барам.

– Зәкиә! Һин… ике айлыҡ бала менәнме?

– Эйе, ҡайтышлай автобустан төшөп ҡалаһың да, үҙебеҙҙең машинала ауылға ҡайтырбыҙ. Был – минең дә бурысым. Иҫән сағында күрергә тура килмәне. Юғиһә үҙемде ғәфү итә алмаясаҡмын.

Дүрт көндән Гөлкәйҙе ауылда ерләп ҡайттыҡ. Мин сыҙағыһыҙ ҡайғынан тилерәм тип ҡурҡтым. Ярай әле эргәмдә Зәкиә булды. Гөлнараны үҙебеҙгә алып ҡайттыҡ. Һаубуллашҡанда, үкһеҙ етем Йәмил балаҡай, мин дә Рәбис атайымдарға барам, тип шыңшыны. Ләкин олатаһы менән өләсәһе, беҙҙең менән йәшәйһең, ауыл мәктәбендә уҡыйһың, үҙебеҙ тәрбиәләйбеҙ тип, ай-вайына ҡуймай, меҫкенкәйҙе алып ҡалды.

...Көн артынан көн үтеп, яңы йылға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Бер көн эштән ҡайтып инһәм, Гөлнара менән Йәмил бер булып Рөстәмде уйнатып ултыра.

– Бәй, Йәмил! Әллә үҙең генә килдең?

– Юҡ, олатам-өләсәм менән. Атай! Мин һеҙҙә йәшәргә ҡалам. Улар риза.

– Ә үҙҙәре ҡайҙа әле?

– Зәкиә апай менән магазинға сыҡтылар, – тине малай.

– Кил ҡырыма, Йәмил, үҙеңде һөйөп алайым.

– Ә мине һуң? – тине Гөлнара көлөмһөрәп.

– Һине лә яратам, ҡыҙым. Килегеҙ яныма.

Бер аҙҙан Зәкиә менән эйәртенешеп Гөлкәйҙең ата-әсәһе ҡайтып инде. Туғандарса күрешеп, өҫтәл артына ултырыштыҡ. Һүҙҙе ауылдаш апай башланы.

– Рәбис туғанҡай! Һиңә кейәү тип әйтергә насип булманы шул, – тине лә күҙ йәштәрен һөрткөләй башланы. – Өс аҙна туҡтауһыҙ илайым инде.

– Эй, әсәһе! Гөлкәй өйҙән сығып киткәне бире күҙ йәшеңде күрмәгән көнөм юҡ. Тыныслан, – тине ҡартлас.

– Эйе шул. Рәбис, Зәкиә! Мөмкин икән, ейәнебеҙ Йәмилде һеҙҙә ҡалдырырға ине. Мәктәпкә бармай, ашамаҫ, эсмәҫ булды. Аслыҡ иғлан итәм, тип янай. Гөлнара апайым, атайым һәм Зәкиә апай менән йәшәйем, ти ҙә ултыра. Йә, ҡасам, тип ҡурҡыта. Уйлаштыҡ, уйлаштыҡ та, һеҙгә килтерергә булдыҡ. Килеп йөрөрбөҙ. Йәй балалар ауылға ҡайтыр. Һәр береһенә икешәр олатаһы, икешәр өләсәһе бар. «Бай» беҙҙең ейәндәр.

– Мин дә бер-ике һүҙ әйтәйем, – тине ҡартлас. – Әлбиттә, һүҙ запасым ярлы... Ней.... Фатирығыҙ оҡшаны, әлбиттә, һүҙ ҙә юҡ. Өс кешегә, бәлки, таман да булғандыр. Гөлнара өҫтәлде, бына хәҙер – Йәмил. Биш кешегә ҡыҫығыраҡ шул.

– Нисауа, күңелең тар булмаһа, урын етә ул, – тип яуапланы Зәкиә.

– Уныһы шулай, әлбиттә. Беҙ әбейем менән бына ниндәй ҡарарға килдек: Гөлкәйҙең Пермдәге фатирын һатабыҙ ҙа аҡсаһын һеҙгә бирәбеҙ. Иркенерәк фатир алырһығыҙ.

– Һеҙ нимә, ағай? Улай ярамаҫ бит.

– Зәкиә! Һин бик кешелекле, аҡыллы ҡатын. Сит-ят ике баланы үҙеңдеке һымаҡ күрәһең, өҙөлөп тораһың. Беҙгә ауылда артыҡ аҡса кәрәкмәй. Тапҡаныбыҙ етеп тора. Ҡарар кире ҡағылмай, әйттем - бөттө.

Төнө буйы тиерлек һөйләшеп, көлөшөп, ара-тирә илашып та ултырҙыҡ.

Эй, донъя, донъя… Ҡалай һин ваҡыты менән ҡатмарлы ла, ябай ҙа, нәфрәтле лә. Һөйҙөрәһең дә, көйҙөрәһең дә...

Гөлкәйҙең фажиғәле үлеме өс кеше араһындағы мөхәббәт өсмөйөшөнөң тарҡалыуына, йәғни финалға килтерҙе. Гөлкәй менән Зәкиә – үлеп яратҡан ҡатын-ҡыҙҙарым – һәр береһе, үҙен ҡорбан итеп, мине бәхетле итергә тырышты. Донъя үҙгәреүсән. Өс кешелек өсмөйөш, өс кешенән торған ғаиләбеҙ уйламағанда биш мөйөшлөгә әйләнде.

Тамам.
Повестты күсереп алғанда "Ағиҙел" журналының сайтына һылтанма яһау - МОТЛАҠ!!!

Читайте нас: