Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
31 Май 2023, 09:35

Өсмөйөшлө мөхәббәт. Повесть. Дауамы. Радик ӘХМӘТОВ.

Иртәнге ундарҙа ишек шаҡынылар. Беҙ уңарсы тороп, кейенеп өлгөргәйнек. – Инегеҙ, инегеҙ, – тине Зәкиә.

Әсәйем батмусҡа сәйнүк-сынаяҡтар, бер туҫтаҡ ҡаймаҡ, тауҙай ҡоймаҡ тултырып, өҫтәлгә ҡуйҙы.

– Нисек йоҡланығыҙ, балалар? Әйҙәгеҙ, сәй эсеп алығыҙ. Ҡоймағынан ауыҙ итегеҙ.

– Һәйбәт йоҡланыҡ, әсәй. Мәшәҡәтләнмәҫкә ине. Сығып эсер инек, – тине Зәкиә.

– Ҡоймаҡты ҡайнар көйө ашаһаң тәмле була. Иркенләп эсегеҙ, ашағыҙ.

Беҙ йоҡо бүлмәһендә иртәнге сәйҙе эсергә ултырҙыҡ.

– Әйтсе, Рәбис, һин әле лә Гөлкәйҙе яратаһыңмы? Тимәк...

– Сәйнәгәнем үпкәгә китте. Ҡарап тороп үлтерә яҙҙың да баһа. Юҡ-бушты ҡайҙан уйлап сығарҙың? Мин һине, тик һине яратам, тип минут һайын таҡылдайым бит.

– Таҡылдау аҙ, Рәбис. Һин быны үҙең иҫбат иттең. Иртән.

– Иртән? Ҡалай итеп?

– Төшөңдө иҫеңә төшөр. Унан, мине яратҡаныңды белдереү иҫәбенән, төнөн үтә тырышлыҡ күрһәттең, күп көс һалдың. Арымаҫ булдың. Башҡа саҡта ул ҡәҙәре ҡосаҡламай инең, ә бөгөнгө иртәлә быуаһың тип торам.

– Шул пүстәккә лә иғтибар итәһең, йәнем.

– Аңла, Рәбис. Мин ҡатын-ҡыҙ затынан. Һиңә пүстәк булып күренһә лә, һәр һүҙгә, мәғәнәгә икенсе күҙлектән ҡарайым. Сөнки ҡатын-ҡыҙ психологияһы шулай яратылған.

Ауылда ял итергә тәғәйен аҙнабыҙ аҙағына яҡынлашты. Һыу ҡойонорға, ҡояшта ҡыҙынырға, быуала балыҡ ҡармаҡларға ла өлгөрҙөк. Әсәйгә йорт-баҡса эштәрендә ярҙамлаштыҡ. Июнь уртаһы булғанға, бесәнгә төшөргә иртә ине әле. Беҙ китергә йыйынып бөткәндә, атайым ҡайтып инде.

– Ашығыс районға китергә тура килде, – тине ул, «Жигули»һынан төшкән арала һәм беҙҙе өйгә әйҙәне. Өҫтәл артына ултыртҡас:

– Сания, эштәреңде ҡалдырып тор, – тип бойорҙо. Әсәйем дә, еүеш ҡулдарын һөртә-һөртә, беҙҙең ҡырға ҡунаҡланы.

– Атай, әллә берәй хәл булдымы? – тип ғәжәпләндем мин, нисектер тантаналы кисәлә ултырған һымаҡ.

Атайым ентекләп төрөлгән ҙур булмаған төргәкте өҫтәлгә һалды.

– Ярай әле, өлгөрттөләр, шуға шатланам, – тине ул. – Сания, ары һин һөйлә. Тамаҡ кипте, сылатыр кәрәк.

Беҙ Зәкиә менән бер-беребеҙгә ҡарашып алдыҡ.

– Сәғит, һин сәй менән сарсауыңды ҡандыра тор. Һыуын. Мин үҙем балаларға аңлатма индерәм. Рәбис улым, Зәкиә киленебеҙ, былтыр көҙ һеҙҙең туй барышында атайың менән туй бүләге итеп илле мең аҡса һалғайныҡ. Әлбиттә, ҙур сумма түгел, фатир мәсьәләһен сисә алмай. Әлеге йәшәгән бер бүлмәле фатирығыҙ һеҙҙең өсөн ҡыҫыҡ. Шуға, атайың менән кәңәшләштек тә, йәнә бер бүлмә алырлыҡ аҡса бирергә булдыҡ. Әлегене һатып, ҙурыраҡты алырһығыҙ. Был төргәктә – һеҙгә тигән аҡса. Ун көн элгәре атайығыҙ банкка заказ биреп ҡайтты. Бөгөн, ниһайәт, кәрәк сумманы туплағандар.

– Атай, әсәй! Был аҡсағыҙҙы алмайбыҙ. Уңайһыҙ ҙа баһа. Үҙегеҙ тотоноғоҙ, – тип ҡаршылашты Зәкиә.

– Эйе, ысынлап та. Атай! Машинаңды алыштырам тип йыйған аҡсағыҙ ҙа баһа. «Жигули»ңа ун һигеҙ йыл. Урынына берәй джип алып ултырт. «Шевроле-Нива» – уңайлы килеп тороп. Теләһә ниндәй бысраҡта, ҡарҙа батып ятмай.

– Беҙ әле йәш, ике түгел, өс бүлмәлене лә алырбыҙ әле, – тип өҫтәй һалды Зәкиә.

– Балалар, ишетәһегеҙме? Был бәхәсте хәҙер үк туҡтатабыҙ, – ҡәтғи генә әйтеп ҡуйҙы атайым. – Кәрәкмәй миңә бер ниндәй ҙә яңы машина. Үҙемдеке бынамын йөрөп ята, йәнә лә егерме йылға етә. Бары ҡырҡ мең үтеше. Урамдарҙа асфальт. Ҡышын ҡарҙан таҙартып торалар. Һунарсы түгелмен. Шулай булғас…

– Эйе, дөрөҫ әйтәһең атаһы. Беҙгә аҡса нимәгә? Алмаһағыҙ – үпкәләй ҙә ҡуябыҙ.

– Атай! Аҡсаны бурысҡа алһаҡ, нисек булыр?

– Бирермен мин һиңә бурысҡа... развратник, понимаешь...

– Атай, Аллаһым һаҡлаһын, Рәбис ундай кеше түгел.

– Мин ысын мәғәнәһендә түгел, былай ғына, килен.

– Ярай, күндерҙегеҙ, ҡәҙерлеләрем. Аҡсаны алырбыҙ. Байып киткәнебеҙҙең икенсе көнөндә үҙебеҙ машина алып бирербеҙ.

– Яңы йылда әпәт иҫке хәбәр һөйләй ҙә тораһың. Лутсы киленгә дүрт тәгәрмәслене алырһығыҙ. Хәҙер аҙым һайын рулдә ҡатын-ҡыҙ.

– Шулай ҙа ул. Әднәке, төплө фекер.

Атай-әсәйемә мең рәхмәттәр әйтеп юлға ҡуҙғалдыҡ. Отпускыбыҙҙың ике аҙнаһын Ҡара диңгеҙ буйында ял итербеҙ тигән уйыбыҙ тормошҡа ашманы. Оҙонға һуҙмай-нитмәй фатирыбыҙҙы алыштырырға булдыҡ. Киләһе өс аҙна мәшәҡәттәргә бай булды. Иртәнән алып кискә тиклем юртаҡ аттай сабынҡылап йөрөгәнебеҙҙе иҫкә төшөрһәң…

Бер бүлмәле урынына уңайлы микрорайондан иркен, ике бүлмәлене һатып алдыҡ. Һәм бына беренсе төн яңы фатирҙа ҡунабыҙ. Шатлығыбыҙҙың сәскә атҡан сағы! Шампан менән һыйланып йоҡларға яттыҡ. Үткән өс-дүрт аҙна эсендә Гөлкәйҙе иҫкә төшөрмәҫкә, буй-һынын, һағышҡа тулған ҡарашын күҙ алдыма килтермәҫкә тырыштым. Йоҡо аралаш осраҡлы уның исемен телгә алмаһам ярар ине, тип ҡурҡыуҙа йөрөнөм. Төнөн Зәкиә мине төрткөләп уятты.

– Рәбискәйем, уяна һал. Мин сәғәттән ашыу йоҡламай ятам. Илайым да илайым.

– Ниңә илайһың, ә? Һәйбәт төш күреп ята инем.

– Эйе, шулайҙыр. Берәү ышанды, ти. Төшөңдә Гөлкәйең менән бер-берегеҙгә һырылып ятҡанһығыҙҙыр әле. Белгең килһә, йоҡлаған сағыңда, миңә, Гөлкәйем, тип ҡосаҡлар иттең, – тип Зәкиәм йәнә күҙ йәштәренә быуылды. Мин уны ҡосағыма алып тынысландырырға теләйем, ә ул, ҡағылма миңә, тип ҡысҡырынырға тотондо.

– Булмаҫ. Берәй ереңдән уйлап сығарманыңмы, тим.

– Һине алдап миңә ни файҙа? Мин дошмандыр шул һиңә? Һуңғы аҙналарҙа һинең кисерештәреңде күҙәтеберәк йөрөнөм. Инде Гөлкәйен онотҡандыр, тиһәм… Юҡ икән шул.

– Ә мин, тәлмәрйән ҡойроғо, ул тол ҡатындың исемен әйтеүҙән... шөрләнем.

– Вәт, вәт. Һиҙәм бит. Әллә, мәйтәм, Пермь тарафтарына барып ҡайтаһыңмы?

– Нимә тинең, Зәкиә? Ҡабатла. Ул ҡалала миңә нимә ҡалған? Һин ни өсөн унда барғанымды теләйһең. Нисек телең әйләнә?

– Ниңә мине аңламайһың? Гөлкәйҙең хәлен, йәшәйешен белер инең. Бәлки, ярҙамға мохтажлығы барҙыр. Яңғыҙ ике бала тәрбиәләүе еңел түгел. Мине уның яҙмышы борсой.

– Беләһеңме, һөйөклөм, мине ҡайҙа этәрәһең. Донъя йөҙөндәге дүрт миллиард ҡатын-ҡыҙҙың береһе лә быға бармаҫ ине. Бер һин был эшкә һәләтле.

– Башта шул миллиардтарҙан һорап сыҡ. Аҙаҡ, әйтерһең. Миңә, Рәбискәйем, Гөлкәй йәл. Бер ғәйепһеҙ, бәхетһеҙ ҡатын... – ошо һүҙҙәренән һуң Зәкиәм йәнә һыҡтап алды, мин яңағына ағып төшкән ике йәш бөртөгөн телем менән ялап ҡуйҙым. Зәкиәнең йөҙөнә әрнеү ҡатыш йылмайыу сатҡыһы сыҡты.

– Илдә Гөлкәй ише тол ҡатындар бөткәнме ни?

– Беләм, Рәбис. Ләкин Гөлкәй миңә нисектер яҡын булып китте. Күреп белмәһәм дә, уны әхирәтем кеүек тоя башланым.

– Тилермә, Зәкиә. Аҡылыңды йый.

– Үҙең ҡара. Һине намыҫлы кеше тип белһәм…

– Ярай инде, мин Пермь ҡалаһына барҙым да, ти. Кире әйләнеп ҡайтмаһам?

– Ҡайтмай ҡалһаң да түҙермен, тамсы ла үпкәм булмаҫ. Тимәк, Гөлкәй бәхетен тапты тип шатланыр, үҙемде йыуатыр инем. Яратыу енәйәттер шул?

– Күгәрсенем, һин ысынлап та мине юғалтыуҙан ҡурҡмайһыңмы?

– Юҡтыр, моғайын. Һинең өсөн ҡәҙерле кешеңде бәхетле итеү кәрәк икән, мин ул аҙымды эшләргә әҙер. Эйе. Мин шундай кеше, шулай яратылғанмын.

– Һин... ҡаты сирлеләргә шәфҡәт өләшеүсе, сихәтлеге һәм мәрхәмәтле булыуы менән бар донъяға билдәле Мать-Тереза түгелһеңдер бит? Русса әйтмешләй, самопожертвование сифатың миңә кәрәкмәй. Тик үҙең кәрәк.

– Ярай, Рәбискәй, туҡтатайыҡ. Мин һиңә күңелемде астым, әйтер һүҙҙәремде әйттем. Ҡалғанын үҙең ҡара. Ә хәҙер... ирекәйем, мине яратһаң да була. Иҫеңдәме, теге саҡтағы һымаҡ…

 

* * *

Июль урталарында Зәкиәне Екатеринбург ҡалаһына ике айлыҡ кардиология квалификацияһын күтәреү курсына ебәрҙеләр. Мин ваҡытлыса «буйҙаҡтар партияһының рәсми ағзаһы» булараҡ, ике бүлмәле фатирҙа тороп ҡалдым. Ғаилә тормошона күнегеп өлгөргән кешегә аулаҡта ҡалыу ҙур һынау икән дә! Өй йыйыштырыуға кәйефем самалы, аш бүлмәһе тулы йыуылмаған һауыт-һаба. Ярай әле супермаркет ҡотҡара. Фатирҙы тәртипкә килтереү бер ни тормай. Иҙәнде, керҙе йыуыу – үҙе бер физзарядка, ә бына күңелдә тыныслыҡ, ҡәнәғәтлек булмау, йөрәктә һөрөм булып ултырған һуңғы ваҡиғалар тормоштоң йәмен ебәрә. Ниндәйерәк ташҡа төртөлөр, күпмегә һуҙылыр беҙҙең аралағы мөнәсәбәт, өсәү һыҙған һәм тормош ҡаҙанында ҡайнашҡан, өс кешенән торған өсмөйөш...

Һорау артынан һорау тыуа. Эштә лә, ҡайтһаң да шул уҡ билдәһеҙлек. Ятһаң да, торһаң да, уларҙан ҡасыр әмәл юҡ. Нисек аңларға был ҡатын-ҡыҙҙы? Ниндәй хөкөм сығарырға уларға һәм үҙемә…

Берәү булһа, Гөлкәйҙең сәсен йолҡорға етешер ине, ә ул, киреһенсә, мине көндәше ҡырына ебәргеһе килә. Бына ҡайҙа парадокс! Күрәләтә мине Гөлкәйҙең ҡуйынына һалмаҡсымы? Тимәк, Зәкиә беҙҙең бергә ҡалғанды теләй. Аулаҡта. Ни өсөн? Ниндәй маҡсат менән ул үҙен ҡорбан итергә уйлай? Мин уны яратам да баһа. Дөрөҫ, Гөлкәй ҙә баштан сыҡмай. Ул йәшәгән ҡалаға юлланып, тороп ҡалырғамы? Мине ҡабул итергә теләһә... Ә Зәкиә? Был ҡасыш уға ҡарата хыянат булып һаналмаҫмы? Утҡа һалдылар бит оҙон сәслеләр. Ни эшләргә лә белгән юҡ. Әллә... Һай, ауыр аҙым. Ә шулай ҙа... Гөлкәй, Зәкиә һәм мин. Өсмөйөштән торған ғаилә ҡороп йәшәгәндә... Ә ниңә? Икеһен дә яратам һымаҡмын. Дини яҡтан ҡаршылыҡ юҡ. Гөлкәй ундай йәшәйешкә риза булырмы? Ике балаһы... Улар? Ә ғорур Зәкиә?

Юҡ, юҡ һәм тағы ла бер тапҡыр юҡ. Бәлки, миңә ике ғаилә менән йәшәү отошлораҡтыр. Әйтәйек, бер ай – Гөлкәйҙә, икенсе айҙа Зәкиәлә...

Һы, ике ғаилә араһында өҙгөләнеп йөрөргә минең һаулығым самалыраҡ. Сирле йөрәгем оҙаҡҡа түҙерме? Берҙән-бер сара, эйе, береһе менән ҡалырға. Башҡа төрлө был өсмөйөштөң йомғағын сисеү юлдарын күрмәйем әлегә. Тик белмәйем, ҡайһыһы менән... Хоҙай белһен. Бәлки, йөрәгемде тыңлап ҡарарғамы? Юҡ, борсомайым әле ағзамды, күңелем янған да еткән. Ошо ауыр уйҙарҙа ҡалып, меҫкен башымды ҡайҙа томорорға белмәй йөрөй торғас, оҙаҡ тойолған ике ай үтеп тә китте. Зәкиә менән көн аралаш кеҫә телефонынан һөйләшеп торҙоҡ. Белмәйем, ни сәбәп булғандыр, ул ҡайтыр көнөн алдан хәбәр итмәне. Ял көнө булғанға, өйҙә инем. Асҡыс йоҙаҡ тишегендә шыпырт ҡына боролоп ҡуйҙы. Ишек асылыуға, бер ҡулына сумаҙан, икенсеһенә ҙур төйөнсөк тотоп, Зәкиә килеп керҙе.

– Шылтыратһаң нимә булған, вокзалға төшөп ҡаршылар инем? – тинем дә, ҡулдарымды йәйеп, Зәкиәмде ҡосаҡлар итәм.

– Ҡағылма, тинем. Кит бынан!

Мин беренсегә Зәкиәнең нәфрәтле, ҡырҡыу һәм һытыҡ сырайын күреп, аптырашта ҡалдым. Тупаҫ, асыулы әйтелгән һүҙҙәренән аяҡтарым тәнтерәкләп китте. Ярай әле, стенаға тотоноп ҡалдым.

– Бәй. Минең яратҡан ҡатыным бер сумаҙан нәфрәт тейәп ҡайтҡан. Кит, имеш... Инде мине бесәй урынына күрәһеңме? Мяу-мяу... Кемеһенең ҡоторған эте осаларыңды тешләне? Аңлатып бир. Нимә булды?

– Булманы. Юҡ-ҡ, булды. Ҡалтыранмай ултырып тор. Һөйләгәнде көт.

Һағая биреп диванға барып ултырҙым. Ә-һә-ә. Гөлкәй...

– Иллә елле сюрпризланып ҡайтҡанһың ирең ҡырына! Кемдән-кемдән, әднәке, һинән көтмәгән инем. Билләһи.

Зәкиә көҙ кеймәле плащын сисеп өҫтәлгә ырғытты ла ҡаршыма килеп баҫты.

– Ярай, танауыңды төшөрмә. Беләһеңме, ҡайҙа барҙым мин һәм кемде күрҙем?

– Кәрәкмәй, тыңлайһым да юҡ. Шашынып ҡайтып кәйефемде төшөрҙөң дә, күңелемә төкөрҙөң дә, инде юхаланаһың. Пентагонда экскурсияла йөрөнөм, тиһәң дә иҫем китмәҫ.

– Уф-ф! Ултыра бит әле... Иҫең китмәһә лә, тыңла. Мин Пермь ҡалаһына барҙым.

– Магаданға ла барыр инең. Харап икән. Миңә ни...

– Гөлкәй исемле ҡатын менән таныштым.

– Шунан? Моника менән дә танышырға ине...

– Гөлкәй, Гөлкәй тип илай инең. Хәҙер ишетергә лә теләмәйһең.

– Ниндәй Гөлкәй тураһында һүҙ ҡуйыртаһың? Теге, Пермь...

– Ошо турала ярты көн таҡылдайым да баһа. Ә һин...

– Нимә? Унда һиңә ни ҡалған? Кем ҡушты?

Мин йоҙроғомдо төйөп Зәкиәнең ҡаршыһына баҫтым.

– Ә-ә-ә, үксәңә барып еттеме? Выжданым һәм йөрәгем ҡушыуы буйынса барҙым.

– Кемгә кәрәк ине был?

– Барыбыҙға ла. Һиңә, миңә, Гөлкәйгә.

– Нисек Пермгә барырға уйланың?

– Беҙҙең менән ул ҡаланан Марина исемле ҡатын уҡыны. Уның менән бер бүлмәлә йәшәгәндә дуҫлашып киттек. Нисектер өс көн уҡыуҙар булманы. Марина шунан файҙаланып, Пермгә ҡунаҡҡа барырға тәҡдим итте. Мин риза булдым. Ҡалалар араһы әллә ни алыҫ түгел, биш-алты сәғәтлек юл. Маринаның ҡунаҡсыл икәнлеген белә инем. Өйҙәрендә аш-һыу менән һыйлағанын һөйләһәң! Ҡай бер ресторан кухнялары ситтә торһон. Шул саҡта нисектер һинең Гөлкәйең иҫемә төштө. Ҡалала йөрөп килеү һылтауы менән таксиға ултырҙым да иң ҙур мәсеткә алып барыуҙарын һораным.

– Нисек таптың көндәшеңде? Адрес...

– Ә-ә, ҡыҙыҡһыныуың уяндымы? Әтеү мине Пентагон менән ҡыҙыҡтырған булаһың. Ары тыңлайһыңмы? Мәсеттәге хәҙрәт ярты йыл элгәре Ғәли хәҙрәттең һәләк булғаны, хәләл ефете Гөлкәй тураһында һөйләп бирҙе. Уның йәшәгән адресын, күстәнәстәр алып, ишегенә килеп төртөлдөм. Тупһаға оҙон, башына яулыҡ бөркәнгән, мосолман кейемендәге мөләйем, уйсан ҡатын ҡалҡты. "Ғәфү итегеҙ, һеҙ Гөлкәй, эйеме?" – тип һораным. Ул баш ҡаҡты. Минең өйгә инеүемде һораны. «Бүлмәгә үтегеҙ. Һеҙҙе күргәнем юҡ. Кем булаһығыҙ? Үҙегеҙ менән таныштырығыҙ», – тине.

– Рәбис Кәбиров тигән йәшлек дуҫығыҙҙы хәтерләйһегеҙме? Мин уның ҡатыны Зәкиә булам. Уйламаған ерҙән һеҙҙең ҡалаға килергә юл төштө, – тинем мин.

Гөлкәй кинәт һиҫкәнеп ҡуйҙы, йөҙөнә ҡыҙыллыҡ йүгерҙе.

– Һеҙгә нимә кәрәк? Берәй көтөлмәгән... бәхетһеҙлек?

– Юҡ, юҡ, – тинем ашығыс рәүештә, – миңә бер нәмә лә кәрәкмәй. Бары һеҙҙең ҡайғығыҙҙы уртаҡлашырға индем.

– Рәхмәт. Бөттөмө?

– Беҙҙең һөйләшеү бөтмәне әле. Киләсәктә бәхетле булыуығыҙҙы теләйем.

– Һеҙгә был кәрәкме? Мин былай ҙа бәхетле. Ике балам бар. Аллаһ Тәғәлә минең менән. Ирегеҙҙе күберәк ҡайғыртығыҙ. Бәхетле итегеҙ. Мине ҡайҙан беләһегеҙ? Нисек таптығыҙ?

– Тел Парижға ла алып бара тиҙәрме? Шулай булғас... Ә һеҙҙең турала Рәбис һөйләне. Ул һеҙҙе, беренсе мөхәббәтен, бик һағына. Бер туҡтауһыҙ иҫенә ала. Айырыуса төшөндә. Минең менән йәшәй, яратам ти, ә уйҙары – һеҙҙә.

– Рәбис минең ярҙамға мохтажмы? Бының өсөн мин нимә эшләргә тейеш һуң?

– Юҡ, һеҙгә бер нәмә лә эшләү кәрәкмәй: Рәбис менән ҡалырға тейешһегеҙ!

– Нисек? Юҡ, был мөмкин түгел.

– Гөлкәй! Мөмкин булмаған эш юҡ. Мин ошо турала конкрет һөйләшергә килдем.

– Һеҙҙең, Зәкиә, берәй тәҡдимегеҙ бармы? Ни өсөн Рәбис минең менән булырға тейеш? Аңлап еткермәйем. Ул – һеҙҙең ирегеҙ. Әллә эт менән бесәй мөнәсәбәтендә йәшәйһегеҙме?

– Әлегә ундай хәлгә етмәнек. Беләһегеҙме, Рәбис һеҙҙе үлеп ярата.

– Ә һеҙҙе? Үҙе тапҡан ҡатынын һөймәйме ни?

– Өс-дүрт ай элгәре, һеҙҙең ирегеҙҙең һәләк булғанын ишеткәс, күҙгә күренеп үҙгәрҙе. Төштәрендә исемегеҙҙе ҡабатлай. Гөлкәй, Гөлкәй, тип миңә һарыла. Дөрөҫ аңлаһам, һеҙ ҙә Рәбисте онотмағанһығыҙ. Эйеме? Беренсе, ысын мөхәббәт ауыр онотола...

– Ә үҙегеҙ? Беҙҙе бәхетле итер өсөн башығыҙҙы ҡорбан ҡылысы аҫтына һалаһығыҙмы?

– Был аҙымды эшләргә әҙермен. Рәбискә кейәүгә сыҡҡансы... минең дә һөйгән кешем бар ине.

– Рәбис был турала белә инеме?

– Юҡ. Уға белгертмәнем. Ул ғаиләле ине, балаһы... Шуға беҙ ҡушыла алманыҡ. Бөгөн ул да ирекле. Ҡатыны менән айырылышты. Мине ярата. Моғайын, шул кешегә кейәүгә сығырмын.

– Һеҙ ултырып тороғоҙ. Мин сәй ҡайнатып киләм, – тине Гөлкәй.

– Бына шулай, Рәбис. Беҙҙең һөйләшкәндәр һиңә оҡшанымы? Ашыҡма. Әңгәмәбеҙ әле бөтмәгән. Түҙеп тор. Әйҙә, булмаһа, тамаҡ ялғап алайыҡ. Һин сәй әҙерләгәнсе, мин күстәнәстәремде сығара торам.

Аҙаҡ Зәкиә менән ултырып сәй эстек, Екатеринбургтың аҙыҡ-түлеген тәмләп ҡараныҡ.

– Нимә, ары һөйләйемме? Юлдан арыған булһам да, аҙыраҡ хәлләндем.

– Өлгөрөрһөң. Башта ҡай бер һөйләмдәреңә аңлайыш индерәйек әле. Ҡыҫҡаһы, пландарыңды, уй-фекереңде иреңә түгел, ә беренсе күргән ҡатынға асып һалдыңмы?

– Башта Гөлкәй менән танышып һөйләштем, бушанғым килде. Мине күргеһе, фекер алышҡыһы килерме – шуларҙы белеү мөһим ине. Һуңынан тел сарланғас, бар сер-уйланғандарым күңел йоҙағымды асып, иреккә сыҡты. Инде аңланыңмы?

– Эйе, аңланым. Мин, йүләр, баш ватҡан булам, өҙгөләнәм, бәрелә лә һуғылам. Ә һин, мине Гөлкәйгә ҡоҙалап, икенсе иргә сығыр өсөн маскарад ҡорғанһың икән дә. Оҫта, оҫта. Һинән бынамын тигән стратег сығыр ине. Әгәр ҙә ҡыҙыл мундир һәм күндән ыштан кейеп ҡуйһаң.

– Кисер мине, Рәбискәйем. Әйткәндәй, был кисерештәргә үҙең сәбәпсе булдың. Һинән китте үҙ-ара ыҙғыш, маскарад...

– Ярай, риза. Ә бына Гөлкәйҙең ире тураһында хәбәрҙе ишетмәгән хәлдә, беҙҙең мөнәсәбәт элеккесә ҡалыр инеме? Бер ҙә ышанғы килмәй. Теге йолҡошоң ситлегенән иреккә сығыу менән аҡ-ҡараны күрмәй янына һыпыртыр инең.

– Рәбис, тим, етте. Йәберләмә. Йылдан ашыу бер түшәктә йоҡлаһаҡ та, мине насар беләһең. Һин уйлағанса, әле выжданымды юғалтып, өҫтөрәлеп йөрөгәнем юҡ. Нимәһенә бүртәһең? Һин дә отошта ҡалаһы кеше. Минән дә артығын яратҡан йәрең – беренсе мөхәббәтең һиңә кейәүгә сығырға риза. Үҙе әйтте. Ул да һине онотмаған. Бөгөнгәсә саф тойғоһон һаҡлап килә.

– Ҡайҙан беләһең ул тиклемен? Ун өс йылдан ашыу ваҡыт...

– Белмәһәм, ауыҙ асмаҫ инем. Булдыра алһаң, мине тыңлап бөт. Нимәлә туҡталғайным әле?

– Һин икенсегә кейәүгә сыҡтың.

– Алйот һин. Бәлки сығырмын, тип әйттем.

– Нимә көтәһең? Бар сыҡ. Ана һуҡмағың…

– Тыныслан. Бөгөндән алырға тормай шул.

– Ҡыҙғаныс хәл, әднәке. Әллә яратмай башланымы?

– Ул беҙҙең айырылышҡанды көтә. Йә, тыңлайһыңмы, юҡмы? Мин, разводҡа бирергә лә... Юҡ, отказной һуғырға, тип әйтмәксе инем.

– Нисауа себе. Минең аҡҡошом айрылышыу тураһында һүҙ ҡуйырта. Әйҙә, һайра, һайра, һандуғасҡай, дилбегәләй телеңде ҡыҫҡартып ҡына булмай.

– Төҙәткеһеҙ әҙәм... Торғаның менән шырмай...

– Хафаланма юҡҡа, аҡҡошом, ҡаш төҙәтерҙәй кешеһе табылыр.

– Һай-һай, ирекәйем, рифмаларың аҡһай ҙа баһа. Гөлкәй холҡоңдо төҙәтә алһа ярай ҙа ул. Үтә баҫалҡы күренде. Бәлки, уҫаллыҡҡа ла тартымы барҙыр. Белмәйем.

– Әйҙә инде, һөйлә, Зәкиә.

– Гөлкәй аш бүлмәһендә ниндәйҙер аҙыҡ әҙерләгән арала торлағына күҙ йөрөтөп сыҡтым. Өс бүлмәле ҡала фатиры. Йыһаздары ябай. Ҡайҙа ҡараш ташлаһаң да, ғәрәпсә яҙылған паннолар, дини китаптар һәм мосолман атрибутикаһы. Үҙеңде ҙур булмаған мәсеттә һымаҡ хис итәһең. Ахыр сиктә Гөлкәй аш бүлмәһенән килеп сыҡты.

– Һеҙҙе оҙаҡ көттөрҙөм, буғай. Ҡамыр менән булыштым. Әйҙәгеҙ аш бүлмәһенә. Беҙҙең мосолман ашамлығынан ауыҙ итерһегеҙ.

– Гөлкәй, мәшәҡәтләнмәҫкә ине. Ни ҡәҙәр ваҡытығыҙҙы алдым.

– Зыян юҡ, Зәкиә. Барыбер балалар ҡайтыуына бешеренергә кәрәк ине.

– Улар әле уҡыуҙамы?

– Эйе. Ҡыҙым алтынсы класта, улым икенселә. Минең ярҙамсыларым.

– Үҙегеҙ эшләйһегеҙме?

– Ваҡытлыса эшһеҙ мин. Һөнәрем буйынса – фармацевт. Яңы аптекала эш тәҡдим иттеләр. Аҙ ғына ремонт ҡалған. Бына көтәм.

– Һәйбәт һөнәр. Мин дә медик бит. Кардиолог.

– Йөрәк сирҙәре менән илдә күп кеше сырхай. Һеҙгә, Зәкиә, эшһеҙлек янамай.

– Һеҙгә лә шулай уҡ, Гөлкәй.

– Әйтегеҙ әле, Зәкиә, Рәбистең яңынан ғаилә ҡорорға теләге бармы?

– Шикләнергә урын юҡ. Бер һүҙһеҙ. Ул һеҙһеҙ йәшәй алмай.

– Балаларымды үҙ итерме? Үҙенеке һымаҡ... Ғәфү итегеҙ. Миңә был темаға һөйләүе ауыр.

– Гөлкәй! Бала үҫтереү – үҙе оло бәхет. Әлегә беҙҙеке юҡ. Булған хәлдә, тормошобоҙ икенсерәк булыр ине, моғайын. Был көнгә төшмәҫ инек. Ә Рәбис – ул саф, итәғәтле һәм тоғро кеше. Икеләнмә, туғанҡайым. Барыһы ла һәйбәт булыр.

– Рәбистең Пермь менән танышып киткеһе килмәйме?

– Ҡайтҡас, мин уға әйтеп ҡарармын. Килер ул. Килмәй ҡалай итһен. Һиҙәм, иҫәбе юҡ түгел. Йәйәүләп ебәрһәң дә икеләнмәҫ.

– Рәбис беләме миңә һөйләгәндәрҙе?

– Әлегә юҡ. Ҡайтыу менән аңғартырмын. Ул, әлбиттә, һеҙгә килгәнемде дә белмәй.

– Һеҙҙең менән араларҙы өҙөргә ул ризамы?

– Уйлап ҡарағыҙ, Гөлкәй, һөйгән кешеһе көтә икән… йөҙ процент гарантия.

– Юҡ, юҡ, Зәкиә. Мөхәббәтте процент менән үлсәмәйҙәр.

– Дөрөҫ шул. Һеҙ, ней, Рәбис менән ҡалыр инегеҙме?

– Ауыр һорау. Ошо минутта, эйе, тип әйтә алмайым. Һеҙҙең бында килеүегеҙ, Рәбис исеменән һөйләүҙәр... Ҡапылдан...

– Һеҙҙе аңларға була, Гөлкәй. Таҡыр башҡа боҙ яуҙырған һымаҡ булды һеҙҙең өсөн.

– Беләһегеҙме, Зәкиә ризалығым Рәбистең ирекле булырынан һәм теләгенән тора. Әйткәндәй, мин кейәүгә яратып сыҡманым. Баштағы йылдарҙа, тора-бара мөхәббәт килер тип, аҙаҡ балаларым хаҡына йәшәнем. Ирем ярты йыл элек күрше өлкәнән төнөн ҡайтып килгәндә ҡаршыға сыҡҡан машинаға бәрелеүҙән әрәм булды.

– Рулдә үҙе булғанмы?

– Юҡ, машина йөрөтә белмәне ул. Шофер менән йәнәш ултырған. Дини, фанат кеше ине... Балаларҙы алты йәштәре тулыр-тулмаҫ намаҙға баҫтырҙы. Телевизор ҡарауҙы тыйҙы, кино-концерттарға, мәжлестәргә табу һалды. Барын да һөйләй алмайым, ғәйепкә алмағыҙ. Әлбиттә, уны ғәйепләмәйем, хаҡым да юҡ. Зәкиә, мин томаланған, ете йоҙаҡҡа йәшерелгән күңелемде бер кемгә лә асҡаным юҡ. Хатта әсәйемә, туғандарыма ла. Беренсе – һеҙгә. Нисектер яҡын булып киттегеҙ.

– Рәхмәт, Гөлкәй. Мин дә һеҙҙе яҡын әхирәтем һымаҡ күрә башланым. Һеҙ Рәбис өсөн – тотош хазина. Ул һеҙҙе юҡҡа ғына яратмайҙыр. Уны ирекле итеүҙе үҙ өҫтөмә алам.

– Һеҙ, Зәкиә, сағыштырғыһыҙ, иҫ киткес ҡатын. Һеҙҙәге ихтыяр көсө, тәүәккәллек һәм ҡыйыулыҡ ирҙәрҙә лә һирәк осрай. Ошондай күренекле, минең уйлауымса, мәшһүр, сибәр йәш ҡатын тик Рәбистеке булырға тейеш. Мин һеҙҙең эскерһеҙ ярҙамығыҙҙан баш тартам. Тәҡдимегеҙҙе кире ҡағам. Үпкәләмәгеҙ. Шулай кәрәк. Бер-берегеҙҙе тапҡанһығыҙ икән – мөхәббәттә йәшәгеҙ. Хоҙай насип итһә, балағыҙ ҙа булыр. Бары ла үҙ урынына ҡайтыр. Миңә был турала уйланырға иртә әле. Ә хәҙер хушығыҙ. Улымды мәктәптән ҡаршыларға кәрәк, – тине Гөлкәй. – Бына шулай, Рәбис. Мин һөйләп бөттөм. Гөлкәйҙең һүнмәҫ тойғоларын, һине элеккесә яҡын күреүенә ышандыңмы инде? Һинең исемеңде иҫкә алғанда ла ниндәйҙер тулҡынланыу кисергәнен тойҙом...

Мин диванға арҡамды терәп, башымды тотонҡорап ултырам.

– Зәкиә, әйт. Беҙгә хәҙер нишләргә? Бәлки, барын да элеккесә ҡалдырырға?

– Нисек инде, ҡалдырырға?! Имеш. Мин бушҡа Гөлкәй менән осраштыммы? Күҙемде йәшерә-йәшерә юҡҡа барҙыммы? Һуң инде, ирекәйем...

– Тимәк...

– Эйе, башҡа сара юҡ.

Урынымдан тороп, бүлмәнең арҡырыһы-буйына йөрөй башланым.

– Нисектер, Зәкиә, кинәт... Һәйбәт кенә, өмөтлө йәшәп ятҡанда – айырылашабыҙмы ни?

– Үҙең әйтмешләй, Гөлкәйеңде яратмай башланыңмы әллә?

– Эйе, юҡ, белмәйем. Инде нимә тип ғазаплайһың?..

– Шулай ул, Кәбиров. Яратыу еңел эш түгел. Аңла, Рәбискәйем, айырылышыу – беҙҙең өсөн ҡотолғоһоҙ аҙым. Шунһыҙ мин һөйгәнемә кейәүгә сыға алмайым, ә һин – Гөлкәйҙең йылы түшәгенә...

– Ярай, һинеңсә булһын. Айырылышабыҙ икән, айырылышабыҙ. Әйҙә, үҙебеҙсә, башҡортса, гелән итальянса булмаһын әле…

– Килештек. Бел, ирекәй, һиңә лә, миңә лә артҡа ҡаранырға, йә сигенергә бирелмәгән. Был, ахыры, хәл иткес ҡарар. Ҡарале, йөрәк майым, ғаризаны иртәгә яҙырбыҙ, йәме...

– Ә ниңә һуҙырға? Бөгөн үк яҙайыҡ та судҡа илтеп бирәйек, – тип ҡабынып киттем, тәүәккәллегемә һоҡланып.

– Аңлайһыңмы, мин юлдан бит. Ял иткем килә. Унан, мине ҡосаҡлап йоҡлағың килмәйме ни?

– Нимә... Һин үҙ аҡылыңдамы? Ошондай тетрәткес хәлдән һуң мөмкинме яҡынлашыу?

– Ә нимә булды әле? Күп ғаиләләрҙә туҙыша-һуғышалар ҙа артынан түшәккә яталар. Беҙ, суд ҡарарына ҡәҙәр, бер ғаилә, ир вә ҡатын даһа.

– Кәзә ҡатығы, ҡайтып инеү менән нимә ҡыландың һин? И-их, видеоға төшөрөргә!

– Диктофоныңа яҙҙырырға ҡалған, разведчикмын, тип маҡтанған булаһың.

– Әллә яҙҙырмаған тиһеңме? Бына тыңлап ҡара.

Шунда уҡ кеҫәмдән диктофонымды сығарып күрһәттем.

– Килтер әле бында. Уйынсығыңды бәрә-ватам. Тимәк, миңә ҡаршы компромат йыяһың инде. Әйҙә-әйҙә.

– Юҡ, шаяртамын. Яҙыу юҡ. Пленкаһы бөткән.

– Шулай тип ҡотол. Һин, Рәбискәйем, көслө кеше, изге зат, кисер, яраймы? Беләһең бит,ҡатын-ҡыҙ тәбиғәте шулай ҡоролған. Мин ял итеп алам.

– Хамелеонка! Мин, мин нимә эшләргә тейеш? Сығып китергә самый раз.

– Ҡыҙыҡ һәм сәйер кеше һин, Рәбис. Шуны ла белмәгәс. Етмәһә, ир исеме күтәреп, ирҙәр ыштаны кейеп йөрөйһөң. Күңел дәфтәреңә яҙып ҡуй, хәтереңә һеңдерә һалһаң да яраған. Ишетһен ҡолағың, ҡатынды яраталар ҙа ул. Кит инде. Ике ай эсендә тамам белмәҫйәнгә әүерелгәнһең.

– Онота буламмы һуң. Малайҙыр шул…

– Онотмағас һуң? Нимәлә проблема? Ят яныма. Ҡосағыңа ал Зәкиәңде. Ошолай итеп. Һай, алдағы ике айҙа өйрәтәһе лә өйрәтәһе әле һине... Иҫеңә төштөмө? Хәҙер ярат. Теге саҡтағы һымаҡ. Төнө буйы...

– Нисек инде төнө буйы? Әле көн дә баһа.

– Әллә? Улайһа, көн буйы...

 

* * *

Иртәнсәк уянып эшкә йыйына башланым. Зәкиә әлегә йоҡлай. Уға эшкә түгел. Командировкаһы бөгөнгәсә. Тышҡы ишекте асҡанда, Зәкиәнең тауышын ишетеп, кире боролдом. Ул халатанына төрөнөп, киң карауаттан аяҡтарын һалындырып ултыра.

– Ваҡыт күпме? Китәһең дәме? – тип һөйләнде күңелһеҙ генә.

– Китергә яҙмаһын, эшкә барам. Әйҙә, кейен. Көтәм.

– Бөгөн минең ялым. Ҡайҙа алып барыр итәһең?

– Оноттоңмы ни, аҡҡошом? Айырылышыу тураһында ғариза яҙып ҡайтырға һөйләш...

– Рәбис, беләһеңме? Ғаризаны киләһе аҙнала яҙырбыҙ. Һуңғы көндәрҙе әҙәмсә йәшәп ҡалайыҡ әле. Ҡаршы килмәһәң.

– Миңә ни барыбер.

Бер аҙна һиҙелмәйсә, аҡҡан һыуҙай үтеп китте. Дүшәмбе көн. Һәр көндәгесә, Зәкиә машинаға сығып ултырҙы.

– Ҡәҙерлем, аҙна үтте. Иң тәүҙә судҡа инеп ғариза ҡалдырайыҡ. Аҙаҡ эшкә елдерербеҙ.

– Рәбис, мине, ҡатыныңды, тыңла. Яңы йылға һанаулы көндәр ҡалған. Ошо ғаилә байрамын һуңғы тапҡыр үткәрәйек, унан айырылышабыҙ. Беләһең дә баһа, минекеләр Ишембайҙан Яңы йылға беҙгә килергә йыйына.

Февраль баштарында иҫкә төштө бит. Беҙ һаман, элеккесә, законлы ир һәм ҡатын. Етте! Был ғәҙелһеҙлекте тамырынан йолҡоп ташларға кәрәк. Ваҡыт.

– Зәкиә, алиһәм! Яңы йылды кешеләрсә ҡаршылап, иҫкеһен әҙәмсә оҙаттыҡ. Был эшкә һимеҙ нөктә ҡуйырға ваҡыт. Әтеү ҡалған эшкә ҡар яуып китеүе бар, һуҙмай ғына ғариза яҙып ҡалдырайыҡ. Ҡарайым, һин ашыҡмайһың. Һуң, һөйләштек тә баһа.

– Ашыҡмайһың, тип юҡҡа әйтәһең. Ҡәҙерлем, ғариза яҙырға бер ҡаршылығым да юҡ. Тик, иҫеңдәме, ун етенсе мартта – тыуған көнөм. Һуңғы тапҡыр 8 мартты һәм минең байрамды үткәрәйек тә икебеҙ ике яҡҡа китербеҙ. Нисек ҡарайһың?

– Ярай әле үҙеңә түҙемле ир эләккән. Берәү булһа, әллә ҡасан ҡуш ҡарындан тотоп судҡа алып барыр ине.

Аҙна артынан аҙна үтә торҙо. Яҙ елдәре ҡояшлы апрель айын алып килде. Тәбиғәт оҙаҡ йоҡлауҙан тамам арынып, күҙҙәрен аса, йылы нурҙарға шатланып көндән-көн йәнләнә бара. Ҡар һыуҙары күңелле сылтырауыҡ тауыштар сығарып йылға-уйһыулыҡтарға ағып төшә, соҡор-саҡырҙарҙы тултыра.

– Зәкиә, – тинем апрель айының сыуаҡ бер көнөндә, – көтөргә әмәлем ҡалманы. 8 мартты күңелебеҙҙә мәңге һаҡланырҙай байрам иттек. Ә тыуған көнөңдө һин теләгәнсә гөрләтеп, ғүмер баҡый онотолмаҫлыҡ итеп грузин ресторанында уҙғарҙыҡ. Бары ла һөйләшкәнсә, ә айырылышыуға ғариза яҙмағанбыҙ. Шулай ярайҙыр шул? Намыҫың ҡайҙа? Былай булғас, инициативаны ҡулдан ысҡындырыу юҡ.

– Дөрөҫ шул, – ти Зәкиә, – ғаиләлә ирҙәр баш булырға тейеш.

– Кейенә һал. Нарсудҡа барабыҙ. Ғариза яҙайыҡ инде. Һинең теге әтәсең үҙеңде ҡатынлыҡҡа алмаҫ, ә Гөлкәй мине ҡуйынына һалмаҫ.

Зәкиәнең йөҙө асыулы, минең яҡҡа ҡарамай. Бына ул өҫтәл ашъяулығын һыпырып алды, шуны ҡулдарында әйләндергеләй. Нимә эшләтергә уйлай – белгән юҡ.

– Ҡәҙерлем, әҙерһеңме? Киттек. Паспортыңды алырға онотма.

– Мин һиңә әле ҡасандан бирле «ҡәҙерле» түгел. Был һүҙҙе оноторға ваҡыт. Айырған ҡатыныңа «стерва» тип өндәшһәң дә еткән. Нарсудҡа булһа – мин бармайым. Айырылышыуға ризамын, тип имзамды ҡуйырмын.

– Ә был ашъяулыҡ нимәгә кәрәк булды?

– Үҙең бараһың икән – әйҙә, бара һал. Ҡаршылығым юҡ. Сығып китергә уйлаһаң, ошо өҫтәл япмаһын аяҡ аҫтыңа йәйеп һалырмын.

Зәкиә сос ҡына ҡулындағы ашъяулыҡты ишек алдына йәйеп тә ҡуйҙы.

– Бына хәҙер теләһә ҡайҙа бар – скатертью дорога...

Әйтерһең дә, театр сәхнәһендә уйналған драма күренеше... Ошонан һуң башыңды алып, күҙ ҡараған яҡҡа сығып китерһеңме? Дәә. Хыт йығылып кит, хыт шартла. Иң һәйбәте, икеһен бер юлы эшләргә – йығылырға ла шартлап китергә... Мин, әлбиттә, өсөнсө вариантты һайланым. Ҡысҡырып көлдөм дә, сисенеп, диванға килеп ултырҙым.

– Минең йүләркәйем. Иҫеңә төшөрсө: Екатеринбургтан ҡайтып инеү сәғәтенән «развод» һүҙен ҡуҙғаттың, үҙең ҡуйырттың, үҙең таҡылданың, үҙең йәнде үртәнең, ҡыйҙың. Инде хәҙер... ҡыҫалалай артҡа сигенәһең.

– Ә һин шаярғанды аңламаныңмы ни? Мин бит юрамал шулай ҡыландым. Һиңә ысынбарлыҡ иттереп һүрәтләргә тырыштым.

– Ә мин, өс йәшлек балалай, бар һүҙеңә лә ышандым, ысынға алдым. Аһ, һин, мут, ирен енләндергән симулянтка. Исмаһам, әлегеһен һөйлә: ҡайһы эпизодтарың ысынбарлыҡ, ҡайһылары ялған, бармаҡтарың аша һурылған? Ә теге, һин осрашҡан, йөрөгән, кейәүгә йыйынған әҙәм берәмеге кем ул? Зөлфәт Әмировичмы?

– Былай әйтереңде белһәмме, типтерер инем. Һинең алда аҡланып ултырмаҫ инем. Ә Зөлфәткә килгәндә, беләһең, йылдан ашыу диспансерҙа эшләмәй. Бөгөн ҡайҙа ул, ни эшләй – миндә ҡыҙыҡһыныу уятмай. Рәбис, бер үк тыныслан. Минең һинән башҡа бер кемем дә юҡ. Ул ир заты әлегә тыумаған һәм горизонтта һүрәтләнмәгән.

– Ә Пермь тарафы? Гөлкәй менән осрашыу – булған хәлме?

– Пермь ҡалаһына, ысын, барҙым. Гөлкәйҙең адресын алып, йәшәгән йорт-фатирын таптым. Ләкин, Рәбискәйем, керергә баҙманым. Дөрөҫөндә, ишек ҡыңғырауына баҫырға йөрәгем етмәне. Шунда тапанып торҙом-торҙом да сығып киттем. Белмәйем, бәлки, өйөндә лә булмағандыр. Уйлап ҡара, ниндәй йөҙ менән һөҙөмһөнөп килеп инәһең, ти, ғүмерҙә күрмәгән, белмәгән ҡатын фатирына. Минең ир менән ҡал, барын да ойошторам, үҙ өҫтөмә алам, тип әйтергә кемдең йөрәге етер ине икән? Гөлкәйҙең адресы яҙылған, кәрәк булһа... Бына ул: Пермь ҡалаһы, Чайковский урамы, 96-сы йорт, 35-се фатир. Ышанмай икәнһең, адрес бюроһы аша белешмә алырға була.

– Ә Гөлкәй менән оҙон-оҙон һөйләшеүҙәрегеҙ? Уйлап сығарҙыңмы? Нисектер ышанғы килмәй. Ысынбарлыҡ һымаҡ тасуирланың бит. Әйтерһең дә, ике яҡын әхирәт осрашып, мәнфәғәтле әңгәмәлә ҡороп ултыра.

– Уныһы минең фантазиям. Буш һүҙҙәр һәм уйҙырмалар. Русса әйтмешләй, «игра воображения». Әгәр ҙә һинең Гөлкәй тураһында һөйләгәндәреңде, мәсеттә йыйған серле мәғлүмәттәрҙе, интерпол агентураһынан алынған хәбәрҙәрҙе, интернетта соҡсоноуҙарҙы бергә туплап, минең фантазиямды һәм уйҙырмаларымды ла ҡушһаң, нимә килеп сыға? Һиңә һөйләп ишеттергән легенда-отош. Белдең, иптәш Кәбиров? Һиңә генә разведчик булырға тимәгән.

– Һин разведчица түгел, ә заговорщица, ахыры. Тимәк, минең менән уйнаның? Ҡәҙерлем, һиңә актрисаға уҡыйһың ҡалған, ә табипҡа түгел. Зерә аҡ халат кейеп йөрөйһөң.

– Актриса булырға хыялым ҙур ине. Атай-әсәйем хупламаны. Инде үкенмәйем.

– Ә мин үкенәм. Ниндәй ҙур һәләтең бар. Драма актрисаһы булаһы талантын юғалтҡан минең Зәкиәм. Шуға ҡайғырам.

– Ҡайғырам, тиһеңме? Кәрәкмәй, ҡәҙерлем. Сағыштырмаса уңышлы ғына йәшәп ятҡан ғаиләбеҙҙе көсөргәнешле драма кимәленә еткереүсе лә, шул спектаклдә төп ролде уйнаусыһы ла – мин. Шул етмәйме ни?

– Һүҙем юҡ, ҡәҙерлем. Һин ысын мәғәнәһендә ғаиләбеҙҙең бөйөк актрисаһы.

– Шулай тип ҡотол, мистер Кәбиров.

– Зәкиә, әйтсе, был мауыҡтырғыс драманың сюжеты ҡайҙан, ҡасан тыуҙы?

– Сюжет бит ул – әҙәби әҫәрҙең төп йөкмәткеһен асып биреүсе хәл йә ваҡиға. Уны эҙләйһе юҡ. Сюжет беҙҙең аяҡ аҫтында ята, үрел дә ал, тигән арҙаҡлы драматург.

– Һай, ҡалай һәйбәт, әҙәби тел белгесе лә икән дәһә минең хәләл ефетем. Медуниверситетта буласаҡ табиптарға Ким Әхмәтйәновтың әҙәбиәт теорияһы курсын уҡыйҙармы әллә?

– Әҙәбиәт институтында уҡып сығыу ҙа миңә зыян итмәҫ ине. Шунда берәй прозаик, йәиһә драматург булып китһәм…

– Яңылыш фекер йөрөтәһең, аҫыл ҡошом. Унда уҡып ҡына яҙыусы булып китеү мөмкин түгел. Ни өсөн тигәндә, талантың һәм илһамың булыу мотлаҡ. Зәкиә! Лирика лирика булып ҡалһын, әҙәбиәттә үҙенең яҙыусыларын һәм уҡыусыларын тапһын. Һин сюжет тураһында оноттоң, ахыры.

– Эйе, шул, ирекәйем. Сюжеттың асылыуы һинән башланды, һин сәбәпсе булдың. Үткән йәйҙә, Гөлкәйҙе юҡһынып, моңһоуланып йөрөнөң, төшөңдә уның исемен ҡат-ҡат ҡабатланың. Гөлкәй, тип миңә һырындың. Дөрөҫ аңла, Рәбис. Беренсе мөхәббәтеңде йыш ҡына иҫеңә алыуың минең өсөн аяныс яңғыраны, ауыр кисерештәргә дусар итте, күңел китеклегенә килтерҙе. Һуңға табан һине һынап ҡарау теләге күңелемде биләп алды. Әлбиттә, Гөлкәйҙе күреп ҡайт, тигән тәҡдимем беҙҙең ғаилә өсөн үтә хәүефле ине. Дөрөҫөндә, мин ва-банкка киттем. Һин шул саҡта шатланып, ғорур ғына китер булһаң?! Шул яғы минең өсөн ҡурҡыныс ине.

– Нисек, ышанысыңды аҡланыммы? Ауыр һынауҙарҙы геройҙарса үтеп сыға алдыммы? Ниндәй билдә ҡуяһың? "Дүртле", "бишле"… Әллә, "өслө"һө лә етеп торор, тиһеңме?

– Һин, ирекәйем, дөрөҫ һайрайһың: "өслө"һө лә етә, уныһын да тартып-һуҙып шунда...

– Һай, ҙурланың, рәхмәт төшкөрө, Зәкиә Фәтиховна. Хас та миҙал алған һымаҡ булдым...

– Ҙур үҫ, Рәбис Сәғитович. Әлегә һинең менән йәшәп була – үҙеңә минән миҙал һәм, һә-әм... Шулай, Рәбис! Әлегә тоғролоғоң "өслө"гә тарта. Әлегә… Беләһеңме, ирекәй?

– Китсе. "Өслө"гә өлгәшкән малай ишараты нимә белһен?

– Ә һин уҡы, уҡы ла уҡы. Уҡыған өҫтөнән йәнә уҡы, йәме! "Өслө"ңдө "бишле"гә төҙәт. Барыбер ҙә наҙан булып ҡалырһың.

– Уның ҡарауы, нервыларым ҡаҡшамаҫ.

– Рәбискәйем, мин шаяртам да баһа. Юҡ-бар һүҙгә тырпайып барма әле. Һиңә шатлыҡлы хәбәрем бар.

– Әйтә һал. Һуҙма. Күңелде иретерлек булһа ғына һөйлә.

– Рәбис, ҡауын майым, әлбиттә, шәрбәтле ҡауын. Мин ауырға ҡалдым.

– Кем-м-д-ә-ә-н? Теге йолҡошоң?

– Йүләр һин, ирекәйем. Күптән түгел, ул кеше тамыры менән юҡ, тип әйткәйнем инем дәһә. Ул әҙәм тыумаған һәм тыуасаҡ та түгел. Һин, Рәбискәйем, оҙаҡламай атай булаһы кеше!

Мин атай буласаҡмын. Ошо сихри, һөйөнөслө һүҙҙәрҙе ишетеүҙән дә ҙурыраҡ шатлыҡ бармы ир-ат затына? Был тылсымлы, күңелемә татлы шәрбәт булып ятҡан һүҙҙәрҙән үҙемде айға менгәндәй тойҙом. Күңелем төбөнән ташып сыҡҡан кисерештәремде ауыҙлыҡлай алмай, Зәкиәне ҡосаҡлап алдым.

– Һин мине ҡанатландырҙың, дәрт һәм илһам өҫтәнең. Белһәң икән, матурым, ҡалай оҙон-оҙон 31 йыл көттөм. Рәхмәт һиңә.

– Рәбискәйем, мин дә шулай уҡ һинең йылы һәм ысын күңелеңдән әйтелгән һүҙҙәреңде теүәл 25 йыл көттөм. Ошолай бер-беребеҙҙе ихтирам итеп, яратышып, бер һүҙле булып йәшәйек, яраймы. Ҡалған ғүмеребеҙҙә лә ҡулға-ҡул тотоношоп, ризалыҡта һәм берҙәмлектә атлайыҡ әле һикәлтәле тормош һуҡмағынан.

 

* * *

Ваҡыт үтә торҙо. Ҡыш яҙҙы алыштырҙы. Зәкиә йөккә ҡалыу сәбәпле, бала табыу алдынан бирелә торған отпускка сыҡты. Эсе лә һиҙелерлек үҫте, түңәрәкләнде. Ләкин дөйөм хәле әллә ни шәптән түгел ине. Тамағына аш үтмәй, һәр ҡабыр аҙыҡтан уҡшып ыҙа сикте. Әсәйем уны ауылға ҡайтарыуымды һораны. Беҙҙә саф һауа, яңы һауған һөт, баҡса тулы йәшелсә, еләк-емеш ашаһа, бик тиҙ сихәтләнеп китер, тип ныҡышты. Август аҙаҡтарында ҡатынды ауылға ҡайтарып, атай-әсәйем ҡарамағына ҡалдырып киттем. Өс көн үтмәне, Зәкиә борсоулы тауыш менән шылтыратып, минең ауылға ҡайтыуымды һораны.

– Әллә берәй нимә булдымы, ҡәҙерлем? Бала...

– Юҡ, юҡ, Рәбис. Аллаға шөкөр, бары ла һәйбәт. Хафаланма. Мин бында үҙемде яҡшы тоя башланым. Әсәй мине шифаханалағы һымаҡ тәрбиәләй. Телефон хәбәре түгел, һин ҡайт – һөйләрмен.

– Аңланым, аҫыл ҡошом. Ике-өс көндән көт. Үҙеңде һаҡла.

Күңел урынында түгел, тыпырсына, һуғыла-бәрелә. Йәнә мине ниндәй билдәһеҙ хәбәр көтә? Нисектер Гөлкәй тирәләй булмаҡсы һөйләшеү, шулайыраҡ һиҙҙерә. Күрше Рафиға апай мәңге бөтмәҫ-төкәнмәҫ яңылығы менән уртаҡлашҡанмы...

Зәкиә мине күңелһеҙ генә ҡаршы алды. Беҙ баҡса күләгәһенә сығып ултырҙыҡ.

– Рәбис! Мин был турала атай-әсәйгә бер һүҙ...

– Зәкиә, дөрөҫ эшләгәнһең. Ҡарале, һиңә тулҡынланырға ярамай. Шуға тыныс ҡына һөйләргә тырыш.

– Яҡшы. Һүҙ һинең менән Гөлкәй тураһында бара. Бәлки, һинең өсөн шатлыҡлы яңғырар, ә миңә... бигүк түгел.

– Йә, йә, Зәкиә, күгәрсенем. Күрше Рафиға апай ҡыҫылышымы?

– Урам яғы эскәмйәлә ултыра инем. Ул ҡайҙандыр ҡайтып килә. Яныма туҡтап, һаулыҡ белеште. Аҙаҡ инде...

– Нимә һөйләне ике йөҙлө, борсағын ҡойоп йөрөгән ҡатын?

– Зәкиә, – тип башланы ул һүҙен, – бер көн Гөлкәйҙең әсәһе Зөләйха менән урам боролошонда осраштыҡ. Тыңлайһыңмы, бына ниндәй яңылыҡ ҡолағыма сирттереп китте ул.

– Беҙ ирем Өлфәт менән Пермгә балаларҙы күрергә тип барып ҡайттыҡ, ейән-ейәнсәребеҙ һағындырғайны. Һуң беҙ ейәнде бары ике мәртәбә, ә ейәнсәребеҙҙе бер генә күреү бәхетенә өлгәштек шул. Ул сағында ҡыҙыҡайыбыҙға өс йәш ине. Икенсе барғаныбыҙҙа Гөлнара лагерҙа булып ҡалды. Гөлкәйҙе әйтәмсе, ауылдан киткәненән ике ҡайтып китте, икеһендә лә балаларын ҡалдырып. Әле килгәнебеҙҙә Гөлнараға ҡараһам, йөрәгем жыу итеп китте, тертләп ҡуйҙым. Гөлкәй аш бүлмәһенә сыҡҡан арала Өлфәткә төртөп алдым. Ҡара әле ейәнсәреңә, кемгә оҡшашы бар, тим.

– Рәбискә, – тип бышылданы ул. Эйе, шул ҡәҙәре оҡшаған – мин һиңә әйтәйем, һуйған да ҡаплаған. Ул күҙҙәре, ул ирен-танауҙары, ҡолаҡ япраҡтарына тиклем – тап уныҡы. Шунан эсемдән иҫәпләп ҡарайым. Бары ла тура килә. Ә үҙенең һылыулығы, һыны... Ун өс йәшлек үҫмер ҡыҙ тип тә уйламаҫһың. Ә ҡыҙыбыҙ, Гөлнараны иремдән таптым, тип беҙҙе гелән ышандырырға тырышты. Асылында иһә ҡыҙы донъяға килгәс кейәүгә барған булып сыға ла баһа.

Төшкө аштан һуң балалар олаталары менән ҡалаға сыҡты. Беҙ фатирҙа ҡалдыҡ. Мин түҙемһеҙләнеп тынғы бирмәгән һорауымды еткерергә ашыҡтым.

– Ҡыҙым, Гөлнараны Рәбистән таптыңмы? Улар шул ҡәҙәре оҡшашҡан, әйтерһең, бойҙай бөртөктәре…

– Әсәй! Мин Гөлнара донъяға килгәс кейәүгә сыҡтым. Рәбистеке булғандан һуң берәй нимә үҙгәрәме һуң? Атаһы Рәбис булғанға, Гөлнараны ауылға алып ҡайтманым. Ауылдаштар һүҙенән һәм күҙенән һаҡлай алырмын тип уйлағайным. Һеҙҙән йәшереп килдем. Серем асылыуҙан ҡурҡтым. Хәҙер Гөлнара үҫте. Барын да аңлай. Инде уға һөйләргә лә була. Ваҡыт. Сөнки ҡасан да барыбер ишетәсәк. Атаһын белһен. Күргем килә тиһә... күҙ күрер әле. Ашыҡмайыҡ, Рәбискә лә ҡыҙы барлығын ишеттереү ҡамасауламаҫ. Әйҙә, ата-әсәһе янып йәшәһен. Хәйер, мин уларҙы кисерҙем инде, Рәбискә лә үпкә тотмайым. Ҡатыны менән бәхетле булһын.

– Бисәһе ауырлы, тиҙәр...

– Рәбискә ысын атай булырға күптән ваҡыт.

– Эйе. Бына шулай, Зәкиә. Зөләйха миңә нисек һөйләне, һиңә лә шулай бәйән иттем. Ғәфү ит, улай-былай… Хәйер, үҙегеҙҙең дә бәләкәсегеҙ булырға тора.

– Уныһында эшегеҙ булмаһын, Рафиға апай. Торғанығыҙ менән йылан икәнһегеҙ, аҫтыртын ғына саға ла китәһегеҙ. Ни тип был ғаиләне күрә алмайһығыҙҙыр. Зинһар, бынан китегеҙ.

– Мин ул күрше ҡатынды өҙгөләп…

– Йүләрләнмә, Рәбис. Кәрәкмәй, керәһе лә, күрәһе лә булма. Үҙем дә күрше апайға артығын ҡаты бәрелдем, ахыры. Улай ярамаҫ ине. Хәҙер үҙемә оят. Ғәфү үтенеүҙе кәрәк һанайым. Ошо бер-ике көндә оҙаҡ уйландым мин. Ә бит ул хаҡлы. Һөйләп дөрөҫ эшләне. Рафиға апайға асыу тоторға кәрәкмәй. Ул – Зөләйханың хәбәрен махсус еткереүсе генә. Шатланырға тейешһең ҙур ҡыҙың булғанға! Һин бәхетле!

– Бәләкәсебеҙ донъяға килгәс – икеләтә, өсләтә...

– Дөрөҫ, Рәбискәйем. Әлегәсә нисек йәшәгәнбеҙ, киләсәктә лә шулай йәшәргә яҙһын. Әммә үҙеңә белдереү яһайым: Гөлкәй менән яҡынлығыңды йәшереп килһәң дә, асылды ла баһа. Беҙ баҙҙа ятмай, тиҙәрме?

– Әлләсе. Зәкиәм, бер генәм, һинең алда аҡланып тороу... Йәшлегемдә ҡабынған мөхәббәт емеше миңә лә өлөш сығарған. Ул да булһа – ҡыҙым. Исеме лә матур. Һуйып ҡаплаған, тиме...

– Ә-ә...

– Ә-ә, ни әйтереңде һиҙеп торам. Әйтмә лә, һөйләмә лә – бараһым юҡ. Бәлки, үҙҙәре ҡайтыр ауылға. Әлегә беренсе планда – һин һәм тыуасаҡ бәпесебеҙ! Һаулығың минең өсөн мөһим.

– Рәбис! Ҡалай һин тыныс кеше. Мин булһам, тәпәйләп «осор» инем.

– Ҡайҙа ашыҡтыраһың былай? Әйттем бит, һинең һәм сабыйҙың сәләмәтлеген ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, әллә ҡайҙарға киткем килмәй. Иреңде дөрөҫ аңла.

– Һин дә мине дөрөҫ аңла. Әгәр һөйһәң, һинең өсөн ҡәҙерле булһам, ҡушҡанымды үтәргә тейешһең. Юҡ икән, тыныслана алмаясаҡмын. Һин дә шулай уҡ. Минең менән һөйләшеп торғанда ла уйың тегендә буласаҡ. Ҡасан ҡыҙымды күрәм тип тилмереп йөрөгәнсе – бар ҙа ҡайт. Һиңә өс көн ваҡыт. Бүләктәрҙе мулдан итеп ал, күстәнәстәрҙе лә. Адресын бирәйемме? Хәйер, уны һин түгел, мин дә күптән ятлаған инде.

– Зәкиә, һөйөклөм, мине йәнә Пермгә оҙатаһыңмы? Һине нисек аңларға һуң?

– Әллә Гөлкәй ҡалдырыр тип шөрләйһеңме? Ҡобараң осмаһын. Гөлкәй ҡайтыр яғыңа йәһәт шыйырып ебәрер. Рәбис, һин ул тарафҡа барып ҡайт, йөрөп ҡайтҡас, тынысланырһың. Гөлкәйҙе түгел, ҡыҙыңды күрәһең бит. Бала үҙ атаһы менән танышырға, күреп белергә тейеш. Бары ла һәйбәт барһа, аҡсалата ярҙам итербеҙ. Моғайын, уҡытырға ла тура киләсәк. Был – беҙҙең бурыс. Ҡайҙа китереңде әсәйгә белгертәһе булма. Хәйер, ауылда сер ятамы? Бәлки ишетә-белә лә торғандыр, әйтергә генә ҡыймайҙар. Эшеңдә әйтеп кит. Өс көндән күрешкәнгә ҡәҙәр. Иҫән йөрө, яратҡан ирекәйем.

Әсәйем минең сәфәр сығырҙы ишеткәс, бик ғәжәпләнде, хатта уҡлауы ҡулынан төшөп китте.

– Улым, ҡунып китмәйһеңме ни? Ниңә улай ашығыс?

– Әсәй, шулай кәрәк. Эштән әле генә шылтыраттылар. Ашығыс командировка, – тинем көрһөнөү ҡатыш.

Һәр әсә балаһының әйткәндәрен ихлас ҡабул итә, ышанып барыусан. Ҡай саҡта. Беҙ оло әсә исемен йөрөткән изге йәрҙәрҙе алдайбыҙ, йәберләйбеҙ, утҡа һалабыҙ, ҡан илатабыҙ... кәрәкме был беҙгә? Юҡ та һуң тиер күпселек, көрһөнөп ҡуйырҙар артынан.

Бөгөнгө осраҡта Пермь яҡтарына бармай ҡалыу мөмкин түгел ине. Зәкиә был турала юҡҡа ғына тылҡынымы ни? Уның ваҡытлы һәм дә аҡыллы фекеренә нисек ҡолаҡ һалмайһың, ти. Мин белә-белгәндән ул тәүәккәл, йөрәкле һәм төплө ҡатын булып ҡала. Шулай уҡ үҙ атаһын ғүмерендә күрмәгән һәм әлегәсә уның һөйөүенән мәхрүм ителгән ҡыҙыҡайымды барып күрергә Хоҙай үҙе бойорғандыр.

Ә Гөлкәй һуң, Гөлкәй, ҡанса йылдар күтәргеһеҙ ҙур серен бер әҙәмгә әйтмәй-белгертмәй, күңеле ҡумтаһында һаҡлап йөрөткән. Элгәрерәк белгән булһам... ишеткән булһам... Нимә үҙгәрер ине һуң? Ул аҙмы-күпме ирҙә торҙо, тол ҡатын булып ҡалыуына ла йыл ярым. Ә унан Зәкиәне ташлап китерҙәй көс, тәүәккәллек бар инеме миндә? Бөгөнгөһөн ошо аҙымды эшләй аламмы? Әҙерменме? Ауыр һорауҙан да ауыры…

Икенсе көндө таң беленеү менән машинамды Пермгә ҡарай ҡыуа инем инде. Төшкө яҡҡа Чайковский урамындағы 96-сы йорттоң 35-се фатиры алдында биш минут тирәһе тапанып торҙом. Үҙемде тынысландырыу, ҡулға алыу кәрәк ине. Һуңында "уф-ф" тигән ауаз сығарҙым да ҡыңғырау төймәһенә баҫып ҡуйҙым. Ишек шығыр-шығыр итте лә теләр-теләмәҫ кенә шар асылды. Тупһала – Гөлкәй. Һуңғы осрашҡандан һуң тағы ла матурайып киткәндәй. Алсаҡ йөҙөндә шомло һағайыу ҙа, һағыш та һиҙелмәй. Өҫтөндә ыҫпай кейем. Тар салбары, ҡыҙғылт һары футболкаһы өҫтөнә кейгән йоҡа, стилле кофтаһы тәненә һылашып тора.

– Һин… Рәбис… Башҡортостан иленең ҡай төшөнән иҫкән йылы елдәре һине бында осортоп килтерҙе? Әйҙә ин, түрҙән уҙ.

– Һаумы, Гөлкәй! Бына көтмәгәндә килеп сығылды әле, – тип ҡалтыранған тауыш менән яуапланым.

Мин эске ҙур бүлмәгә үттем. Күҙ ҡарашым залды байҡап сыҡты. Йыһаздар өр-яңы күренмәһә лә, зауыҡ менән һайланғанға оҡшай. Бүлмәнең һәр сатында тойомлолоҡ һәм бөхтәлек күҙгә бәрелә.

– Йә, Рәбис, беренсе саф мөхәббәтем, нимә эшләп йөрөйһөң? Адресымды кем бирҙе?

– Адресыңды? Ә-ә, Зәкиә эҙләп тапты... бирҙе...

– Зәкиә? Аңлашылды, һинең тормош иптәшең. Уға нимәгә кәрәк булды?

– Гөлкәй! Әйт әле, былтыр көҙ урталарында Зәкиә бында килдеме? Һеҙ осраштығыҙмы?

– Нисек? Мин ҡатының менән танышырға, һөйләшергә тейеш инемме?

– Юҡ та. Көт. Хәҙер аңлатам.

Мин ҡыҫҡаса Зәкиә һөйләгән әкиәт-фантазияны хикәйәләнем.

– Әҙ генәһе аңлашылды. Әллә, алыҫ юлданһың, душта ҡойоноп сығаһыңмы? Мин уңарсы сәй ҡайната торам.

Кинәт иҫемә төштө. Айырылмаҫ юлдашым – диктофонымда Зәкиәнең теге саҡтағы һәм кисәгене яҙҙырған яҙмалары бар ҙа. Шпиондар уйынсығын ҡабыҙып, Гөлкәйгә һондом.

– Тыңларға теләһәң, ошо төймәгә баҫ...

Мин душтан сыҡҡанда ла Гөлкәй Зәкиәнең легендаһын тыңлап ултыра ине. Шым ғына дивандан урын алдым. Күр һин уны, күңелен биреп тыңлай. Тыңламай ҡалай итһен! Зәкиәнең фантизияһы ифрат мауыҡтырғыс та баһа. Ә Гөлкәйҙең «һөйләмдәре» уның үҙенә ҡыҙыҡ түгелдер шул?

Әлегә Гөлкәй минең ни өсөн килгәнемде белмәй. Белмәй? Бәлки беләлер, бәлки һиҙенә торғандыр. Мине борсоған һорауҙы бирергәме? Балалары ҡайтҡылағансы... Ә ниңә балалары? Бәлки, балаларыбыҙ? Улай тиһәң, береһе минеке түгел. Ә былай? Икебеҙҙең ҡыҙыбыҙ һәм Гөлкәйҙең улы ҡайтҡансы аныҡлыҡ индерергә кәрәк. Ә Зәкиәнең бында булмағанлығы – бәхәсһеҙ, факт. Ул дөрөҫлөктө ярата. Алдаҡ-ялған уныҡы түгел. Мин быны күп тапҡыр иҫбат иттем. Һәр саҡ нисек бар – бәрә әйтә лә һала. Бер уйлағанда, һәйбәт, әлбиттә. Икенсерәк уйлағанда, нимәгә бындай холоҡ? Сөнки дөрөҫлөктәре зыянға әүерелеп үҙҙәренә әйләнеп ҡайта. Зәкиә лә хас шундайҙарҙан. Уныҡы бар икән – бар, юҡ икәне – юҡ. Мин Зәкиәнең холҡон, тәбиғәтен, тикшергән арала, Гөлкәй эргәмә ултырҙы.

– Рәбис! Әйҙә, тамаҡ ялғап ал.

Мин тейәп алып килгән аҙыҡ-түлек менән Гөлкәйҙең аш өҫтәлен тултырып ташланым.

– Ниңә кәрәк ине? – шелтәләгәндәй итте хужабикә, – әллә Пермь халҡы ас йәшәй тиеберәк уйланыңмы? Бында ла магазин тулы ризыҡ. Аллаға шөкөр, тышта 20-се быуаттың 21-се йылдары түгел.

– Ә нимә булған ул йылдарҙа? Нимәһе менән иҫтәлекле?

– Ярты Рәсәй илендә йотлоҡ булған, миллиондар аслыҡтан ҡырылған.

– Ул дәүерҙә йәшәмәгәс – белмәйем.

– Йәшәү кәрәкмәй, тарих биттәрен уҡыу ҙа етә.

– Йәшәмәгәс, теге донъянан тарих уҡыуҙан ни файҙа?

– Ну һине, шаярта ла тораһың. Элеккеһе лә, әлегеһе лә шул уҡ Рәбис.

– Йә, нисек? Тыңлап бөтә алдыңмы? – Һорамай булдыра алманым Гөлкәйҙән.

– Беләһеңме, Рәбис? Ҡатыныңда шаҡ ҡатырлыҡ фантазия. Иҫем-аҡылым китте. Фантастика!

– Зәкиә ишегең ҡаршында керергәме-юҡмы тип икеләнеп торған. Инде ингән осраҡта ул нимә тураһында бәйән итәһен планлаштырған булғандыр. Ә һин, Гөлкәй, диктофонда ишеткәнсә әңгәмә ҡорор инеңме? Үҙеңде тотошоң, уй-кисерештәрең Зәкиәнең уйҙырмаларына тап киләме? Яҙмалағы Гөлкәй менән әле минең ҡырҙа ултырған Гөлкәйҙе ниндәй сифаттар берләштерә?

– О-һо-һо! Вәт һорауҙар. Ярай инде. Минең тәүге оло мөхәббәтем һорағас һуң… Зәкиәһен минән маҡтатҡыһы килә, ахыры. Ул ҡатын-ҡыҙ психологияһын һәйбәт үҙләштергән. Кешенең эске кисерештәрен оҫта һәм дөрөҫ тәфсирләй. Етеп торормо? Зәкиәгә, фекер йөрөтөү ҡеүәһенә эйәлектән, минең турала бай мәғлүмәт туплағанға күрә, нимә уйлағандарымды, нәҡ шулай әйтеремде фантазиялау ҡыйын булмаған. Унда актриса һәләте лә бар. Ғөмүмән, Зәкиәң – супер ҡатын, Рәбис.

– Етте, етте, Гөлкәй. Һин Зәкиәне буй етмәҫ бейеклеккә күтәрҙең.

– Беләһеңме. Рәбис, уның уйҙырмаларындағы беҙ һөйләгәндәр, фекер йөрөтөүҙәр туҡһан процентҡа ысын. Һин минең турала үтә күп сурытҡанһың.

– Бик мөмкин. Зәкиәнең тәүәккәллеге, ҡыйыулығы менәнме… Миндә был сифаттар бөтөнләй юҡ тиерлек. Ул мине айырылышыуға этәрҙе. Аҙаҡ, эш ғариза яҙыуға барып еткәс, төрлө сәбәп-һылтауҙар менән һуҙа килде. Башта уның тәҡдимен ысынға алдым. Һуңға табан бының бары Зәкиә уйлап тапҡан мауыҡтырғыс театр икәнлегенә төшөнгәс, үҙемә тәғәйенләнгән ролде башҡарырға тура килде.

– Вәт әй. Әртистәр ғаиләһе! Рәбис, һине бында Зәкиә көсләп ебәрҙеме? Ниңәлер, миңә шулай тойола. Ниндәй иҫәп менән?

Йәнә диктофонды ҡабыҙып ҡуйҙым. Яҙманан Зәкиә менән икебеҙҙең тауыш тотош бүлмәгә таралды.

– Рәбис! Мин был хаҡта атай-әсәйеңә ләм-мим һөйләмәнем.

– Зәкиә! Һиңә тулҡынланырға ярамай, тыныс ҡына һөйләргә тырыш.

– Һүҙ һинең һәм Гөлкәй тураһында барасаҡ. Бәлки, иптәш ирекәйем, был яңылыҡ һинең өсөн шатлыҡлы ла булыр, ә миңә...

– Гөлкәй! Мөмкин булһа, үҙең генә тыңласы. Яҙма бөткәс саҡырырһың.

Мин аш-һыу бүлмәһенә сығып ултырҙым. Күстәнәскә алған коньяк шешәһен асып, ауыҙға бер-бер артлы өс рюмка ҡойҙом. Эсмәҫлек тә түгел ине шул. Йөрәгем өсөн борсолдом. Был яҡтан тәжрибәм бар ҙа минең. Күпме ваҡыт ултырғанмындыр. Күп булһа, ун биш минутлап. Гөлкәйҙең саҡырыуын ишетеп, һиҫкәнеп, залға сығып ултырҙым.

– Гөлкәй, ғәфү ит. Өс рюмка коньяк йоттом. Ҡурҡма, был дозанан мин иҫермәйем.

– Үҙең беләһең, – тип кенә ҡуйҙы беренсе мөхәббәтем. – Ә унан... әлегә һин ирем дә түгел, орошорға хаҡым юҡ.

– Ә ниңә... әлегә?

– Донъя хәлен белеп булмай. Аллаһ Тәғәлә һиңә, миңә миһырбанлыҡ күрһәтһә...

– Гөлкәй! Һин ике мәртәбә Аллаһтә иҫеңә алдың. Мосолман кейемендә булмағас, әллә...

– Нимә әйтереңде аңланым. Ирем һәләк булғандан һуң диндә түгелмен. Ләкин Аллаға ышаныуым элеккесә ҡалды. Һуңғы ярты йыл намаҙға баҫманым. Иртәнән кискә ҡәҙәр эшләгәс, мөмкинлек юҡ. Был ваҡытлы хәл.

– Һиндә, Гөлкәй, ғәләмәт ҙур ихтыяр көсө бар. Ышанам, Исламға ла әйләнеп ҡайтырһың. Бәлки, м-ми-и-ңә-ә лә-ә…

– Рәбис! Һин әле генә телеңдән һикереп төшкән һүҙеңә отчет бирә алаһыңмы? Ҡатыныңды ҡайҙа ҡуйырһың? Тыуасаҡ бәләкәсеңде?

Өнһөҙ ҡалдым. Гөлкәйҙең һүҙенә ҡаршы нимә әйт алам һуң? Миндә яуап юҡ. Сиселеш юлдарын да күрмәйем. Беҙҙең өсмөйөш тирәләй уралған аймылышлы хәлдәр, мөнәсәбәттәр уның һайын ҡатмарлана бара. Әлегәсә ниндәй ҡарарға килеремде белгән юҡ. Өсмөйөштөң осона сығып та, барып та етерлек түгел. Һай, ауыр ҙа фән булып сыҡтың һин, геометрия… Өсмөйөш буйлап бер мөйөшөнән икенсеһенә, өсөнсөһөнә сабауыллайым, ә осо-ҡырыйы күренмәй. Бер мөйөшөңдә лә нығына алмайым. И-их, ике мөйөшлөгә, йәиһә дүрт мөйөшлө булып аралашыуға ни етә... Эйе, әлегә өсмөйөш фигураһы… бәлки, өсмөйөш теоремаһы миңә буйһоноуҙан алыҫтыр? Дөрөҫ, өсмөйөшкә тамам үтмәйәсәк!

– Гөлкәй! Һинең менән ҡалған хәлдә, Зәкиә яғынан бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ булмаҫ тип уйлайым. Ни өсөн тигәндә, шул турала үҙе тылҡый ҙа тора.

– Һин тиҙерәк ҡолағыңды тырпайттыңмы? Юҡ-барҙы һөйләмә, Рәбис. Килешмәгәнде! Ҡара уны, шул изге, тоғро Зәкиәңде ташлап китһәң, үҙеңде ен һуғыр. Шуға артығын шапырынмай, үҙең тапҡан хәләл ефетеңә һөйөнөп йәшә.

– Мин бит юрамал ғына. Әллә ысынға алдыңмы? Гөлкәй! Мин... һине һағыныуҙан түгел, ҡыҙымды күрергә килдем.

– Күптән шулай әйтһәңсе! Гөлнара уҡыуҙан һуң балет студияһында ла шөғөлләнә. Йәмилем хоккей мәктәбенә йөрөй. Берәй сәғәттән ҡайтырҙар инде.

– Ҡыҙыңдың ҡан атаһы... минме? Мине ошо һорау борсой.

– Хәҙер ҡыҙыңдың тип әйтеү кәрәкмәйҙер. Эйе, ҡыҙыбыҙҙың ысын атаһы һин, Рәбис. Йә, ышандыңмы инде? Диктофондан Зәкиә бик аңлайышлы һөйләй ҙә баһа.

– Үҙең беләһең, өс бисә теленән төшкән хәбәр…

– Вәт шөбһәле әҙәм… Мин кейәүгә сыҡҡанда, Гөлнара биш айлыҡ ине.

– Ҡыҙымды тиҙерәк күрәһе ине! Ул ысынлап миңә оҡшағанмы?

– Әсәйем әйтмешләй, һуйған да ҡаплаған. Фотоһын күрһәтәйемме?

– Юҡ, юҡ, Гөлкәй. Әлегә кәрәкмәй. Карточкаһын ҡарамай торам әле. Беренсе күреүҙә үк танырыммы – шуны белгем килә. Гөлкәй! Минең өсөн үтә лә шатлыҡлы хәбәрҙе ауылға таратҡаны өсөн әсәйеңә һәм Рафиға апайға асыу тотмайһыңмы?

– Хәҙер юҡ. Күпме була? Беләһеңме, Рәбис, байтаҡ йылдар һинең атайлығыңды йәшереп йәшәнем. Хатта үҙ атай-әсәйемә лә асылырға ҡурҡтым. Бар туғандарым, таныш-белештәрем Гөлнараны иремдән тапҡан итеп белә. Әлләсе, бәлки яңылышҡанмындыр. Улай ҡыланырға кәрәкмәгәндер. Ә ул саҡта… ғәрлегем, үпкәм көслө булған, күрәһең. Шулар барыһы бер ергә йыйыла килеп, аң-зиһенемде томалағандыр шәйт. Хәҙер үкенәм дә һуң. Шуға, Рәбис, һинән ғәфү үтенәм. Мине ярлыҡауыңды һорайым, беренсе онотолмаҫ мәхәббәтем! Атай-әсәйеңде, мине насар телгә аған кешеләрҙе лә кисерҙем. Дыуамалыраҡ булғанмын шул йәшерәк, ҡыҙ сағымда. Һуңғы осорҙа күп нәмәгә төшөндөм. Хаталарымды таныным. Рәбис! Һин килеп ҡалай һәйбәт иттең әле. Әтеүсә ошо һүҙҙәремде, кисерештәремде ҡасан еткерер инем һиңә? Исмаһам, йыйылып, ҡайнар хәлгә етешкән күңелемде бушата алғаныма һөйөнәм. Унан Гөлнара ла үҫкән, хәҙер ҙур ҡыҙ. Уның күҙен асырға, дөрөҫөн һөйләп бирергә самай ваҡыты. Ул ысын атаһы барлығын белергә тейеш. Ә һиңә, Рәбис, ҡыҙың менән танышыу, күреп һөйләшеү тағы ла тормош дәрте өҫтәр тип өмөтләнәм. Беләһеңме, мин һине ошо көндәрҙә көттөм. Ләкин шулай тиҙ үк осоп килерһең тип башыма ла килтермәнем.

– Осоп килгән булһам, кисә үк ошонда ултырыр инем дә... Гөлкәй! Мине ҡыҙыбыҙ менән шатландырғаның, бүләкләгәнең өсөн үҙеңде бер үбеп алайыммы?

– Ундай ҙур теләгең булғас, һорамай ғына үбергә ине. Һорағастын, инде булмай. Аҙағынан төшкә инмәҫтәй нәмәләр таптыра башларһың…

Уның был иҫертерҙәй һүҙҙәре миңә етә ҡалды: шатлығымдан шашынып, Гөлкәйҙе күкрәгемә ҡыҫып, ҡосағыма алдым. Һыуһаған ирендәребеҙ ҡушылды. Тулҡынланыуым шул ҡәҙәр көслө ине, ҡалтырана башланым. Йәһәт кенә Гөлкәйҙән арынып, осоп тигәндәй барып, ике йотом коньяк уртланым…

Гөлкәйҙең бер ҡаршылығын да һиҙмәнем мин. Йылы тәнемә һырылды ла һырылды. Уны аңларға була, әлбиттә. Йыл ярым ирһеҙ, тол ҡатын…

– Ҡара уны, беренсе һәм һуңғы мөхәббәтем, йөрәгеңә көс төшмәһен. Теге саҡтағылай сырхап китмә.

– Йөрәгемде тынысландырыу өсөн шарап йоттом даһа. Ә закускаға әле лә һин бар, – тип мәрәкәләп алдым.

– Рәбис, мин үҙем өсөн ҡурҡмайым. Һинең йөрәгең дөп-дөп килә. Шәхси кардиологыңды – Зәкиәңде саҡыртырға тура килмәгәйе, тим.

– Һәй-й, юҡҡа борсолаһың, Гөлкәйем. Өсәүләшеп бер ғаилә булып йәшәр ҙә китербеҙ рәхәтләнеп...

– Һе, беҙ йәшәрбеҙ ҙә ул, ә бына һин, ике ҡатынды ҡарай-ҡарай, ашата-ашата бөгөлмәһәң ярай ҙа ул. Өс баланы ла беҙгә ҡушһаң... Уф, Рәбис, ваҡытты сәпсим онотҡанбыҙ. Балаларҙың ҡайтып инеүе ихтимал. Икеһендә лә асҡыс бар. Әйҙә әле, торайыҡ.

– Эстән бик һалайыммы? Мин хәҙер.

– Көпә-көндөҙ бикләнеп ултырыу килешерме?

Кинәт Гөлкәйҙең кеҫә телефоны шалтыраны.

– Эйе, ҡыҙым.

– Мин Йәмилде алырға килдем, ә ул ҡайтмаҫҡа итә. Мастерҙар уйынын ҡарағыһы килә. Пермдең «Прикамье» командаһы Башҡортостандың «Торос»ы менән уйнай, тиме? Хоккейға инәйекме, әсәй?

– Уйын ҡасан бөтә, ҡыҙым?

– Мин белмәйем. Йәмил менән үҙең һөйләш. Телефонды уға бирәм.

– Улым! Йәмил! Хоккей нисә сәғәт бара?

– Ике сәғәт инде әсәй, һәр ваҡыттағыса.

– У-у, оҙаҡ та баһа, балаҡайым. Улайһа, мин һеҙҙе спорт һарайы ҡаршында көтөрмөн.

– Көтөрбөҙ, тиең Гөлкәй. Күплектә һөйләү отошлораҡ булыр. – Мин Гөлкәйҙе тағы ла ҡыҫыбыраҡ ҡосаҡланым. – Беҙҙең ваҡыт етерлек әле. – И-их, балаларҙы ҡаршыларға йәйәү барырбыҙ инде. Хоккей һарайы алыҫмы? Хәмер йотоп өлгөрҙөм шул, шайтан аяғыңды ҡыҫтырғыры.

– Һо-о-о! Тәүҙә трамвай, унан – троллейбус, аҙаҡ бер саҡрымдай ике аяҡҡа атланып. Бына һиңә сәғәт ярым ваҡыт юлда үтә лә китә.

– Беләһеңме, наҙлы гөлөм, такси менән барыр ҙа ҡайтырбыҙ.

– Аҡса сығымын һанаһаң, аяғөҫтө китә-китә барырыңды өҫтөн итерһең.

– Шул да булғанмы проблема?

– Һинең өсөн белмәйем, ә минең өсөн…

– Һинеке, минеке төшөнсәһе әлегә тормай, юҡ, хафаланма, Гөлкәй.

Йыуынып, сәй эскеләгәнсе байтаҡ ваҡыт үтеп китте. Мин Гөлкәйҙе ашыҡтырам, тиҙерәк ҡыҙымды күргем килә. Шуға күңелем урынында түгел. Таксиҙа спорт һарайына килеп еткәндә, хоккей уйыны бөтөргә ярты сәғәт ҡалғанлығы асыҡланды. Гөлкәй менән бинаны уратып йөрөп сыҡтыҡ.

– Ғәйәт ҙур, матур, әлбиттә. Миңә оҡшай. Шулай ҙа Өфөләге һигеҙ мең кеше һыйырлыҡ спорт аренаһына етмәй, – тинем ғорурлыҡ менән.

– Эсендә бер булдым, – тине Гөлкәй һалмаҡ ҡына, – Йәмилде хоккейға биргәндә. Ә Өфө аренаһын күреп булманы әлегә.

Шул арала хоккей һөйәрмәндәре төркөм-төркөм булып, этешә-төртөшә өйкөлөшөп сығыр юлға ташланды. Минең өсөн гөж килгән донъя халыҡ араһынан ғүмерҙә күрмәгән балаларҙы айырып алыу анһат түгел ине. Гөлкәй ҙә иғтибарын туплап, меңдәрсә халыҡ ағымын күҙләй. Бер аҙҙан яҡ-яҡҡа таралышҡан кеше һаны күҙгә күренеп кәмей төштө.

– Ниңәлер оҙаҡланылар, – тип һуҡранып ҡуйҙы Гөлкәй, сабырһыҙланып, – һин, Рәбис, ҡапылдан Гөлнараға «мин һинең атайың» тип ташлана күрмә, яраймы? Өйгә ҡайтҡас, иркенләп һөйләшербеҙ.

– Үҙемде кем тип танытайым һуң?

– Башҡортостандан туғанығыҙ тиер ҙә ҡуйырһың.

Кинәт беҙҙең артта «әсәй, беҙ бында» тигән тауыш яңғыраны. Шул яҡҡа боролдоҡ. Бер ҡулына муҡса тотҡан оҙон буйлы, мөләйем йөҙлө ҡыҙыҡай, энеһен үҙенән ҡалдырмай, беҙгә табан шәп атлап килә ине.

Етеү менән әсәләренә һарылды балаҡайҙар. Минең күҙемә йәш эркелде. Ҡыҙым, ҡәҙерле, һөйкөмлө ҡыҙым ярты метр алыҫлыҡта баҫып тора һәм шул уҡ аралыҡта үҙ атаһы торғанлығын әлегә белмәй. Мин ҡарашымды Гөлнараға төбәнем дә ҡаттым. Беҙҙең оҡшашлыҡ... Төҫ-ҡиәфәте, тауышына тиклем – минеке! Атаһының балаһы. Һүҙ юҡ, әсәһенә лә тартымы бар. Һоро-ҡоңғорт баҙыҡ күҙҙәре, асыҡ сырайы, йөҙ-бит төҙөлөшө – Гөлкәйҙеке.

– Ҡайҙа йөрөйһөгөҙ? – тип ҡаршыланы әсә балаларын.

– Әсәй, һине абайламай үтеп киткәнбеҙ.

– Йә, Йәмил, «башҡорт дивизияһы»н еңдегеҙме һуң?

– Еңерһең «Торос»ты, – тип ҡуйҙы малай, – бергә - өс!

– Ә һеҙ кем булаһығыҙ? – Ҡыҙымдың миңә сәпәгән беренсе һорауы ине был.

– Мин Башҡортостандан. Һеҙҙең яҡын ҡәрҙәш, Рәбис атлы уҙаман.

– Ҡайҙа йәшәйһегеҙ?

– Өфөлә, матурым.

– Һеҙҙең баш ҡалағыҙҙы бик күркәм тиҙәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Пермдән ары киткәнем юҡ. Өфө беҙҙең ҡаланан ҙурмы?

– Эйе, Гөлнара, беҙҙә миллиондан ашыу кеше йәшәй.

Киске сәйҙән һуң залға сығып ултырҙыҡ. Минең өсөн иң тулҡынландырғыс минуттар. Ҡарашымды Гөлнараға йүнәлттем дә, һоҡланып туя алмайса, атай булыу тойғолары кисерәм. Ә ҡыҙым үҙенә төбәгән ҡарашымдан уңайһыҙланып, ҡаушап киткәндәй. Һирәк-һаяҡ ул минең яҡҡа ла аҫтыртын ғына күҙ төшөрөп алғылай.

– Ҡыҙым! Беҙҙе бик етди һөйләшеү көтә. Мин әйткәндәрҙе дөрөҫ аңларға тырыш, яраймы? Ҡаршыңда ултырған ағайың тураһында нимә әйтә алаһың?

– Башҡортостандан үҙе. Беҙгә яҡын туған.

– Юҡ, юҡ, Гөлнара, уныһын беләбеҙ. Йөҙөндә берәй оҡшашлыҡ күрәһеңме?

– Аңланым. Минән күҙен алмай, ә миңә уңайһыҙ. Ул ҡарай тип, мин дә уға текләйем. Бер-беребеҙгә ҡарашып тик ултырабыҙ. Рәбис ағай миңә оҡшаған. Ҡәрҙәшлек булһын да, ник оҡшамаһын, ти.

– Ундай ҙур оҡшашлыҡ бары ғаиләлә була. Балалар ата-әсәһенең иң яҡшы сифаттарын, төҫ-ҡиәфәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, холоҡ-тәбиғәтен үҙенә ала, һеңдерә. Беләһеңме, Гөлнара, һинең атайың табылды!

– Юҡ, әсәй. Минең атайым аварияла үлде.

– Ул һине үҙенең ҡыҙы итеп алды. Русса әйтмешләй, удочерил. Йәмил энең шул атайҙан тыуҙы. Ә һинең атайың… Рәбис! Ошо ағай үҙе була инде.

– Улайһа, мин ни өсөн Рәбисовна түгел? Йәмил менән бер фамилияла йөрөйбөҙ.

– Гөлнара! Һин сабый ғына саҡта мин Йәмилдең атаһына тормошҡа сыҡтым. Шунда һинең тыуыу тураһында танытмаңды үҙгәртеп, уның исеменә яҙҙырҙыҡ.

– Ул саҡта ниңә Рәбис... атайым беҙҙең менән йәшәмәне?

– Сөнки ул һинең донъяла барлығыңды белмәй ине. Бары кисә ишетеп, күрергә килеп тә еткән.

Шым ғына ололар әңгәмәһенә Йәмил ҡыҫылды.

– Гөлнара атайлы булды, ә мин – юҡ… Рәбис ағай, миңә лә атай булығыҙ әле…

Туғыҙ йәшлек малайҙың йөрәк тетрәткес һүҙҙәренән тамағыма төйөр ултырҙы, күҙҙәрем еүешләнде. Гөлкәй ирекһеҙҙән илап ебәрҙе. Минең күңелем тулып, Йәмилде ҡосаҡлап алдым.

– Әлбиттә. Һине лә улым итәм.

– Ә мине? – тине Гөлнара ҡыҙара биреп.

– Кил, ҡыҙым, сибәркәйем. Һине лә ҡосаҡлайым. Икегеҙгә лә атай булам. Бына ул, миңә күктән төшкән бәхет! Аллаһ Тәғәлә бер юлы ҡыҙлы ла, уллы ла итте.

– Атай! Әсәйҙе лә ҡосаҡламайһыңмы ни? Күрмәйһеңме ни, илап ултыра.

– Һай, минең ҡыҙым! Ҡалай кеше йәнле. Кил яныма, Гөлкәй. Былай булғас, өсөгөҙҙө лә ҡосаҡлайым әле.

Тик Йәмил йәнә ауыр һәм уңайһыҙ һорау биреп, ҡыйын хәлдә ҡалдырҙы.

– Атай! Һин беҙгә килеп йәшәрһеңме? Әллә беҙ Өфөгә күсенеп барабыҙмы?

Гөлкәй менән өнһөҙ ҡалдыҡ. Беренсе булып ул телгә килде.

– Йәмил, улым, Гөлнара! Һуңғараҡ һеҙгә барын да аңлатырмын. Ололар тормошо һәм мөнәсәбәттәре бик ҡатмарлы ул. Хәйер, үҫә төшкәс, үҙегеҙ ҙә төшөнөрһөгөҙ. Рәбис атайығыҙҙың үҙ ғаиләһе бар. Моғайын, ул һеҙҙе һағынып, йәнә килер. Балаҡайҙарым, барына үҙем ғәйепле. Йәшлегемдә тотанаҡһыҙ, дыуамалыраҡ булғанмын шул. Оҙаҡ йылдар атайығыҙға үпкә тотоп, хасланып йәшәгәнемә лә үкенәм. Хәҙер шул ямаҡ холҡомдоң язаһын алам. Ғәфү итегеҙ мине, ҡәҙерлеләрем. Ары һөйләй алмайым, йәшем быуа. – Гөлкәй һулҡылдап иларға кереште. Йәмил менән Гөлнара икеһе ике яҡтан әсәләрен ҡосаҡлап алды.

– Әсәкәйем, әсәкәйебеҙ, донъяла һин иң яҡшыһы. Беҙгә башҡа бер кем дә кәрәкмәй. Йыл ярым атайһыҙ йәшәнек, алдағы көндәребеҙҙә лә нисек тә торорбоҙ. Рәбис атай үҙ ғаиләһе менән нисек кәрәк, шулай ғүмер итһен.

– Ҡыҙым! Гөлнара! Туҡта хәҙер үк! Башҡаса улай һөйләйһе булма. Атайыңдың остоҡ та ғәйебе юҡ. Ул рәхимле, иғтибарлы, киң күңелле кеше. Һеҙҙе лә, мине лә ярата. Ҡыҙым, һин атайыңдың хәтерен ҡалдырҙың. Уның кешегә тырнаҡ осондай ҙа зыяны юҡ. Мин булһам…

– Аңланым, әсәй, – тине Гөлнара һәм минең алға килеп баҫты. – Атай, зинһар, мине ғәфү ит.

– Ҡыҙым! Әлбиттә, ғәфү итәм.

– Әле генә атайлы инек, ә хәҙер юғалтабыҙмы инде? Атай! Теге ҡатыныңды ташлап, беҙҙең әсәйгә ир бул да ҡуй.

Тағы ла ҡатмарлыраҡ, урыныңда йығылып китерҙәй һорауҙар ҡуя минең алға тура һүҙле, асыҡ, тапҡыр фекерле Йәмил тигән малай. Малай була тиме ни, әле генә "мейестән төшкән" улым даһа. Миңә лә нимәлер, айырым, күңелдәрен иретерлек һүҙҙәр әйтергә лә бит. Ә ҡайҙан алырға? Әйтә алмаған, әйтергә хоҡуғым булмаған һүҙҙәрем – бына улар, тел осонда өйөрөлә. Был тыйылған, минең өсөн табу булған һөйләм күп булһа, ун һүҙҙән торалыр. Әйтәйем:

– Балаҡайҙарым! Мин ҡатынымды айырып, әсәйегеҙгә өйләнәм. Тик ваҡыт бирегеҙ һәм көтөгөҙ!

Мин ошо һүҙҙәрҙе әйтеү менән... «Ур-ра, ура!» тип ҡысҡырырҙар инеме? Ә улар аңларҙай һәм мин әйтә алырҙай һүҙҙәрем тамаҡ төбөндә лә юҡ, ҡасышып бөткәндәр. Әлеге осраҡта, үҙемә ҡәҙерле булған ғаиләгә вәғәҙә биреү, уларҙы өмөтләндереү миңә кәрәкме? Зәкиәм һәм донъяға килер бәпесемә ҡарата хыянат булмаҫмы?

– Балаларым! Әсәйегеҙ, ололар йәшәйеше үтә ҡатмарлы, тине. Хаҡ һүҙҙәр. Ниңә беҙ, оло быуын кешеләре, Гөлнара йәшендә бер-беребеҙгә ғашиҡ булып, мәңге бергә булырға анттар итешкәндән һуң, һуҡмағыбыҙ икегә айырылды? Ни өсөн? Әллә беҙҙең ҡайнар мөхәббәтебеҙ балҡыны ла һүндеме? Юҡ шул, юҡ. Тулы ун өс йыл мин әсәйегеҙҙе онота алмайым, ә ул – мине. Мөхәббәтебеҙ һүнеп ҡара күмергә әйләнмәгән әлегә. Шуға ҡарамаҫтан, беҙ бергә түгел. Йәшлегебеҙҙә бер-беребеҙгә мәғәнәһеҙ, аңлайышһыҙ үпкә тотоп, иң мөһиме, ғорурлығыбыҙ көслө булғанлыҡтан, гөрләшеп йәшәргә насип булманы. Хәҙер башты ташҡа бәреүҙән файҙа юҡ. Әлеге мәлде әсәйегеҙ, Рәбис, беҙҙә ҡал, тип әйтеүҙән алыҫ. Мин дә. Гөлкәй, бул минеке, тип әйтеүҙән үҙемде тыям, сөнки үҙ ғаиләм, ҡатыным һәм тиҙҙән тыуаһы балам бар. Ә һеҙҙең, ҡәҙерле балаҡайҙарым, егәрле, сибәрҙең сибәре, ҡыҙы менән улы өсөн йәнен дә бирергә әҙер әсәйегеҙ – янығыҙҙа. Ә уның терәге, йәшәйешенең мәғәнәһе – һеҙ. Әлеге минутта мин бәхетле! Икеләтә атай булдым. Шуға ғорурлыҡ һәм шатлыҡ тойғолары кисерәм. Һеҙҙе оноторға, йәиһә ташларға уйым юҡ. Төрлө яҡтан ҡулдан килгәнсе ярҙам итәсәкмен. Был – атай һүҙе! Атайлыҡ тойғоһо миңә ҙур яуаплылыҡ өҫтәй. Һәм мин үҙ бурысымды үтәргә әҙер. Йәмил, әйт, һиңә нимә алып бирергә? Хоккей формаһы, сәкән, шлем?

– Хоккей кәрәк-яраҡтары менән тәьмин итәләр.

– Улайһа, музыкаль инструмент. Әйтәйек, баян, гитара?

– Рәбис! Йәмилдең музыкаға һәләте юҡ.

– Эйе, атай, музыка әлегә мине ҡыҙыҡһындырмай.

– Ә-ә, аңланым. Компьютер. Хәл иттек.

– Ноутбук…

– Ярай, булһын ноутбук. Ваҡыт һуң. Магазиндар бикле. Иртәгәһен әсәйең менән һайлап алырбыҙ.

– Рәбис! Миңә иртәгә эшкә. Ярты тәүлеккә барам, һигеҙҙән һигеҙгә тиклем.

– Дауаханаға?

– Эйе. Һин ҡайҙан беләһең? Әйтмәгәйнем дә. Ә-ә, аңлашылды...

– Ҡыҙым! Ә һиңә?

– Юҡ, атай, бер ни ҙә кәрәкмәй. Икебеҙгә бер ноутбук еткән.

– Атайың риза түгел. Йәмил, апайыңдың хыялын, сер булмаһа, асып бирсе.

– Эләктең, Гөлнара. Хәҙер һатам үҙеңде. Конкурста сығыш яһар өсөн бал күлдәге кәрәк уға.

– Йәмил! Нимә һөйләйһең? Күлдәктең ни саҡлы торғанын беләһеңме?

– Мөһим түгел. Эш хаҡта ла, аҡсала ла йөрөмәй.

– Ә нимәлә һуң, Рәбис?

– Балаларҙың хыялдарын тормошҡа ашыра алыуым сикһеҙ шатландыра. Ә һин, Гөлкәй, уларҙың балҡыған йөҙҙәрен күреп ҡыуанһаң – шул минең өсөн бәхет. Кәрәк сумманы әсәйегеҙгә биреп ҡалдырам. Ваҡытығыҙ булғанда, бергә һайлап алырһығыҙ.

Ошо балаларҙың үҙемә килеп һырылыуы, сәп иттереп битемдән үбеүе, рәхмәт һүҙҙәренән дә ҙурыраҡ ғорурлыҡ, бәхет булдымы икән минең өсөн?

– Йәмил, Гөлнара! Марш бүлмәгеҙгә. Өйгә эштәрегеҙҙе кем әҙерләргә тейеш?

Балалар бүлмәләренә кереп киткәс, беҙ аш-һыу яғына сығып ултырҙыҡ. Мин коньякты ике рюмкаға ҡойҙом.

– Гөлкәй! Әйҙә ошо шарапты беҙҙең осрашыу хөрмәтенә, балалар һәм үҙебеҙҙең иҫәнлеккә эсеп ҡуяйыҡ.

– Рәбис! Мин ғүмер баҡый иҫерткес эсемлекте ауыҙға алғаным юҡ. Аңлай торғанһыңдыр, ун ике йыл дин кешеһе менән йәшәгәстен…

– Гөлкәй! Мин бөгөн атай булыу бәхетен татыным. Ҡыҙым менән осраштырғаның, ҡыуандырғаның өсөн һиңә сикһеҙ рәхмәтлемен. Һәм мине ҡотлап саҡ ҡына, бер йотом булһа ла эсергә кәрәктер, тим.

– Ҡыҫтама ла. Барыбер тотмайым. Аңламайым, нимә тип эсәләрҙер был ҡара-ҡуңыр ҡандала төнәтмәһен?

Гөлкәйҙең бик зирәк, ҡандала майына мансылған тәнҡитенән һуң эсерһең эсмәй ҙә был затлы эсемлекте!

– Ярай. Гөлкәй! Ошо аҡсаны һалып ҡуй. Бында запас менән.

– Иртән бирһәң һәйбәтерәк булыр, Рәбис. Кистән, нисектер…

– Яҡшы. Улайһа, иртән. Гөлкәй! Һиңә бер бүләгем бар ине. Әллә нимә түгел. Бары алтын сәғәт. Ҡулыңа кейҙереп ҡара.

– Бүләгеңде сығарма. Асаһы ла булма. Мине ғәфү ит, алмайым һәм кейеп тә ҡарамайым. Сөнки… юҡ, тинем.

– Мин үҙеңде шатландырырға теләйем, ә һин… ситләтәһең, хәтерем ҡалыуҙан да ҡурҡмайһың.

– Эйе, беренсе мөхәббәтем, һине ситкә этәрәм, үгәйһетәм, үпкәләтәм. Әлеге осраҡта шулай кәрәк, Рәбис. Һиҙгәнһеңдер, һине әлегәсә онотманым һәм яратам. Әгәр ҙә ошо минутта йомшаҡлыҡ күрһәтһәм, һине Зәкиәң ҡырына ебәрмәй ҙә… Кәрәкмәй миңә бындай ҡыуаныс. Һин күберәк Зәкиә тураһында уйла, уға терәк бул. Ниңәлер, күңелем тыныс түгел. Зәкиә менән әллә нәмә булыр төҫлө… Миңә ышан, ҡатыныңа бары яҡшылыҡ, һаулыҡ, һинең менән бәхетле булыуын теләйем. Шуға күрә, Рәбис, тиҙерәк ҡайтыу яғыңды ҡайғырт. Күрештек, һөйләштек, һөйөштөк. Инде Зәкиәңде һаҡла, хәстәрлә, ипле булырға тырыш. Оҙаҡҡа ҡалдырма. Ә хәҙер... Һиңә залда урын йәйермен. Ә минең үҙемдең йоҡо бүлмәм бар.

Йоҡо йоҡо булманы. Иртәнгә ҡәҙәр әйләнгеләп, борғоланып сыҡтым. Күңелемде билдәһеҙлек, аңлайышһыҙ шөбһә солғап алды. Гөлкәй ҙә, күңелем тыныс түгел, Зәкиә менән нимәлер булыр төҫлө, тигәйне. Уның юрабыраҡ әйткәне миңә етә ҡалды. Хафаланыуым көсәйгәндән-көсәйә. Йәнә аш бүлмәһенә сығып ултырҙым. Зәкиәгә шылтыратҡанда нисек булыр? Юҡ, борсорға ярамай. Йоҡлай бирһен. Хәлен кистән шылтыратып белеү кәрәк булған. Хәйер, бөгөнгө ат башылай тәьҫораттарҙан һуң Зәкиә ҡайғыһылыр шул миндә…

– Рәбис! Һиңә яманһыу булып киттеме? Ҡаты бошонаһың, ахыры. – Тауыш сыҡҡан яҡҡа башымды борҙом. Гөлкәй ишек яңағына һөйәлгән дә һағышлы ҡарашын миңә төбәгән. Күңелем елкенеп, Гөлкәйҙе күкрәгемә ҡыҫтым. Шул минутта кеҫә телефоным шылтыраны.

Дауамы бар.

Повестты күсереп алғанда "Ағиҙел" журналының сайтына һылтанма яһау - МОТЛАҠ!!!

Читайте нас: