Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
30 Май 2023, 13:15

Өсмөйөшлө мөхәббәт. Повесть. Радик ӘХМӘТОВ

Өйләнер булған һөйгәнем үҙебеҙҙең ауыл ҡыҙы, һай, һылыуҡай ине! Алтынсы кластан бер-беребеҙҙе “үлеп” яраттыҡ. Һуңғы һулышҡаса бергә булырға вәғәҙәләшкәйнек.

Шекспирҙың Ромео менән Джульеттаһы ситтә торһон. Ә һөйөклөмдөң ихтыяры минекенән көслөрәк булып сыҡты. Бер нимәгә ҡарамай, башын йәһәннәмгә алды ла олаҡты. Ғәрлеген күтәрә алмай, минең ҡыйыуһыҙлыҡтан ҡасты аҡҡошом. Шул саҡ атайымдың бар һүҙе: “Ҡайҙа әле һиңә өйләнергә – молокосос әле, башта берәй һөнәргә эйә бул, ғаиләңде тәьмин итерлек донъя ҡор, унан ҡарарбыҙ”, – тигәндән артманы. Әсәйем иһә: “Балам, һиңә үҙеңде ауыҙлыҡларға иртә әле. Иң тәүҙә уҡып диплом ал, әспирантүрә бөтөр, әҙәм төҫлө кеше булғас – пажалыста. Бер ҡаршылығыбыҙҙа ҙа булмаҫ”, – тип ҡырт киҫте. Инде бөгөн, мине ҡалай өйләндерергә белмәйҙәр. Ваҡыты менән, атай-әсәй тип ололап, изге күреп йөрөгән яҡын кешеләреңде айыҡ баш менән дә аңлап булмай икән. Әле улар ҙа үкенә... Тик йылдар әйләнешен кирегә бороп булмай шул.

Бөгөн отпускка атай-әсәйемдәргә ҡайтып төштөм. Шулай, һәр йылдағы ялымды ауылда үткәреү ғәҙәткә ингән. Төшкө аштан һуң, атайым менән баҡсаға сығып ултырҙыҡ.

– Һоҡланып туйғыһыҙ күренеш! – тип ҡуйҙы ул һүҙе башында, – ҡыҙғанысҡа, беҙ был гүзәллекте күреп-тойоп йәшәмәйбеҙ.

Атайыма етди әңгәмәһен лириканан башлап ебәрергә ни сәбәп булғандыр – уныһы минең өсөн ҡараңғы. Ихтимал, был дауыл алдынан була торған тынлыҡмы? Хас мин фекер йөрөткәнемсә килеп сыҡты.

– Рәбис, – атайымдың йөҙө шунда уҡ уҫалланып ҡалды, сырайҙары һытылды, секерәйгән күҙҙәре минең аша ҡайҙалыр күккә төбәлгән, – беҙ, әсәйең менән һинең өйләнгәнде зарығып көтә-көтә, сәпсим хыялыйға әйләнеп барабыҙ. – Уның һәр һүҙенә баҫым яһағаны һиҙелеп тора. – Ә һин, әллә юрамал, әллә үс тотоп, иң ҡәҙерле кешеләреңде өләсәй-олатай булмауҙан мәхрүм итәһең. Беҙ ҙә бит мәңгегә килмәгәнбеҙ. Әсәйең бик ҡайғыра, йоҡоһонан яҙҙы. Бел: беҙгә һине бәхетле итеп күреүҙән дә оло бәхет юҡ. Шуға һине, Рәбис, ауыҙлыҡларға самай ваҡыт. Әтеү, ҡырағай атҡа әүерелеп, тоттормаҫ булып китеүең бар. Яҡын арала өйләнәһең – нөктә ҡуябыҙ. Ауыҙыңды ла асаһы булма. Нисәмә йыл атайҙарса әйткәндәремә ҡолаҡ һалманың, әллә һиңә әйтелгән, әллә... ошо эскәмйәгә. Бәлки, һинең туйҙы отпускың бөткәнсе үткәреп алырбыҙ. Бөтә нәмә бар. Нимәгә һуҙырға? Нисек уйлайһың, улым?

– Атай! Күреп тораһың, мин инде ун ете йәшлек малай түгел, шуға күрә ҡәтғи әңгәмәләшеүҙең кәрәге юҡтыр. Ун ике йыл элгәре һеҙ минең ҡанатымды вайымһыҙ һындырҙығыҙ, ә хәҙер шул хатағыҙҙы нисек тә төҙәтеү яғын ҡайыраһығыҙ.

– Рәбис! Нимәгә ул ваҡиғаны яңынан ҡутарырға? Үткән, бөткән. Ул сағында һин дә яңылыштың. Быны таныу кәрәк. Беҙҙә лә яңылышлыҡ сыҡты, тигәндәй. Икенсерәк уйлағанда, һиндә лә хаҡлыҡ бар. Ә беҙҙә? Беҙҙә дөрөҫлөк юҡ, тимәксеһеңме?

– Бар, әлбиттә. Әйҙә, шулай килешәйек: һинең яҡтан бер ниндәй ҙә көсләү булырға тейеш түгел, шул уҡ ғаилә ҡороу мәсьәләһендә, дингә димләү кәрәкмәй, көсләп уҡытыу яҡшылыҡҡа килтермәй.

– Һин, ыҫпай егет, ҡай арала атайыңды өйрәтерлек булып киттең әле? Мине ғәйепләүҙән башың сыҡмай. Әйҙә!..

- Атай, миңә үпкәләп ултырма. Ошо арала ғына өйләнергә йыйынмайым.

– Ярай инде, интекмә. Ғүмер баҡый өйләнәһем юҡ, тип әйт тә, беҙ, әсәйең менән, был малайҙан булмаҫ, тип тынысланырбыҙ.

– Әлегә, атай, минең ғаилә ҡорорлоҡ һөйгәнем юҡ, ярты йылдан өйләнергә һүҙ бирәм. Бына күрерһең!

– Ҡалала ҡыҙҙарға мохтажлыҡ икән – ауылда бар улар. Отпускыңда танышып ал.

– Юҡ инде, атай. Рәхмәт, үҙем...

– Улайһа, һөйләштек. Ҡара уны, һүҙеңдә тор. Һай, сәғәткә ҡарамай оҙаҡ ултырылған. Эшкә һуңлап...

Атайым киткәс, бер аҙ эскәмйәлә ултырып торҙом. Буталсыҡ уйҙарымды бер рәткә һалыу кәрәк ине. Күләгәнән биҙеп ҡояш яҡтыһына сыҡтым. Ике йортто сикләп торған ситән ҡоймаға килеп һөйәлдем. Һул яҡта – атайымдың үҙ ҡулы менән төҙөгән кирбес өйө, уң яҡта – Рафиға апай йәшәгән ағас йорт. Күрше ҡатын үҙ яйына, һалмаҡ ҡына ҡый үләндәрен утап йөрөй. Бала сағымда беҙ тоғро дуҫтар булдыҡ. Кәңәш һорап, гелән Рафиға апайҙарға йүгереп килә инем. Ун – ун-ике йәшкәсә шулай булды. Әле, нисектер, элекке дуҫым менән һөйләшкем, серләшкем килеп китте. Тауыш бирергә уйлағайным, апай мине шәйләп, тәпкеһен ергә атты ла йүгерә-атлай эргәмә килеп баҫты.

– И-и, Рәбискәйем, күрше-әшнәкәйем, – тип таҡылданы ул, йылмайыуы йөҙөндә балҡыны, – әллә һин инде? Бөгөн ҡайттыңмы? Ҡоймаға һөйәлеп торғас, үҙеңде терәк итеп баҫтырғандар икән тип, эшемде ташлап килдем әле.

– Юҡҡа хафаланаһың, Рафиға апай. Атайым тотҡан ҡойма ныҡ тора, ҡолатырлыҡ түгел. Ә терәк – ҡоймаға түгел, кешеләргә кәрәгерәк...

– Дөрөҫ шул, Рәбис. Бөгөнгө заманала бер-береңә терәк, ярҙамлашыу етеңкерәмәй әҙәм балаһына.

– Күрше, үҙең ни хәлдә йәшәп ятаһың? Ни эштәр башҡараһың?

– Шөкөр әле, ҡустым. Һаулыҡҡа зарланған юҡ. Аллаһ Тәғәлә ҡушһа, көҙгөһөн ҡыҙым Линизаны кейәүгә бирергә торам.

– Бар теләктәрең дә ҡабул булһын, апай. Ҡотлайым. Линиза ауыл егетенә сығамы?

– Ҡотларға иртәрәк әле, Рәбис. Ниндәй ауыл егете һөйләйһең һин? Ҡыҙыма – утыҙ алты. Ҡырҡ ете йәшлек буйҙаҡҡа сығырға итә. Буласаҡ кейәү күрше райондыҡы. Былай үҙе хәлле күренә. Егерме йыл Себерҙә эшләгән. Шахтала. Рәбис, бәпесем, үҙеңдең тормошоң нисек? Ғаилә ҡорманыңмы?

Гелән шулай ул Рафиға – төпсөнөргә әүәҫ. Хәйер, фәлсәфә һатырға яратҡан ҡатын-ҡыҙ аҙмы ни? Көн-төн ләстит сурытырға әҙерҙәр.

– Ваҡыты килмәгәндер, күрше, – тинем теләр-теләмәҫ кенә.

– Ваҡытҡа һылтанма, ҡустым. Тимәк, саф йәшлегеңде яңғыҙлыҡҡа исраф итәһең инде?

– Рафиға апай! Һин мине елғыуарлыҡта ғәйепләйһеңме? Иҫеңдә бит, мин бәләкәс сағымда беҙ дуҫ инек.

– Эйе лә, иҫемдә. Элгәрге дуҫлыҡ онотолмай. Рафиға апай беҙгә иң яҡын ҡәрҙәш, тип көлдөргәнең әле лә йөрәктә. – Күҙенән мөлдөрәп төшкән ике тамсы йәшен дә һиҙмәне бахырҡай.

– Хәйер, мин әле лә шундай уҡ уйҙа. Һәйбәт күрше туғаныңдан да яҡыныраҡ була, ти ололар.

– Йорт һатып алыуҙан алда күршеләреңдең ниндәй кеше икәнлеген бел, тигән әйтем дә бар.

– Беренсегә ишетәм. – тип ҡуйҙым.

– Рәбис! Һин әлегәсә беренсе мөхәббәтеңде онотмағанһың, шикелле. Күҙеңдә һағыш күрәм. Шулай булмаһа, күптән ғаиләле булыр инең. Дөрөҫ һөйләйемме? Юҡ, тип әйтә күрмә, мин шунда уҡ ялған һөйләгәнеңде беләсәкмен.

– Апай, Гөлкәйҙе юғалтҡаныма ун ике йыл. Ә мин уны элеккесә яратҡан кеүекмен. Йөрәгем шулай, ти. Сибәркәйҙәрҙе яҡын да ебәрмәй дулап сыға. Атай-әсәйем дә, был малай өйләнмәҫкә уйлай, тип хафалы йәшәй.

– Гөлкәйҙе әйтәм, ай-һай, сибәр ине.

– Һылыу ине лә... Шул саҡтағы ыҙғышты ишетеп, миңә үпкә белдерҙе лә, ҡылтайып, ниндәйҙер ҡалаға китеп, һыуға батҡан һымаҡ юғалды. Шунан бер ҡасан да осрашманыҡ.

– Тилелеге арҡаһында үҙенә шундай юл һайлаған. Сит ерҙәрҙә берәй йыл йөрө-йөрө лә ҡайт бит инде тыуған илеңә. Һин аҙаҡ, артабанғы уҡыуҙан ваз кисеп, Башҡортостан ҡалалары буйлап уны эҙләнең, эйеме?

– Булды ул хәл. Шуға бер йыл эҙләнем үҙен. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эҙенә төшә алманым.

– Тегеләрҙе әйтәм, шулай әшәке ҡыландылармы? Мөртәттәр! Аңлашылды, Рәбис. Улар һиңә үпкә тотоп, үстәрен ҡайтарған. Нисек? Адрес та бирмәнеләрме?

– Тотторҙолар, ти, тот ҡапсығыңды. Килеп ингәс тә, байғош килгән, тип екеренделәр. Ҡайтып, әсәңдең итәк аҫтында боҫоп ултыр, тип мәсхәрәләп, артҡа тибеп сығарҙылар.

– Ҡалай йәш кешенән көлгәндәр! Ҡороғорҙар. Шунан?

– Ике йыл һалдат бутҡаһы ашарға тура килде. Хеҙмәттән ҡайтҡас, тура – институтҡа. Диплом алғас, Өфөлә ҡалырға тәҡдим иттеләр. Һуңғы өс йыл проект институтында өлкән инженер вазифаһын башҡарам. Ҡупайырҙан түгел, минең турала, киләсәге о-һо-һо, тип баһалайҙар! Ишетеүеңсә, Рафиға апай, зарланырға урын юҡ, тиһәм дә, үҙемде уңышлы кеше итеп тойоу өсөн эргәмдә мине бәхетле итерҙәй бәғер ҡошом етеңкерәмәй. Әлегә.

– Табырһың эҙләгән ҡошоңдо, хафаланма, Рәбис. Һинең йәштә әле… Ир-атҡа нимә ул, донъя тулы ҡатын-ҡыҙ.

– Ярай, күрше. Аҙмы-күпме тел сарлап алдыҡ. Мине сығарылыш синыф уҡыусылары менән осрашыу көтә. Мин мәктәпкә ашығам, ғәйепкә алма.

* * *

Бына һиңә кәрәк булһа! Башҡа таш менән һуҡтылармы ни. Тимәк, Гөлкәй ауылда. Ниңә был турала күрше апай һуңынан белдерҙе әле? Ниндәй маҡсат менән? Бәлки, Гөлкәй менән осрашыр тигән өмөт бағлаймы? Беҙҙең осрашыу уға кәрәкме? Нисәмә йылдарҙан һуң Гөлкәй менән күрешеү дөрөҫ булырмы? Күңелем ҡаршы килгәндәй, ә йөрәгем, киреһенсә, бар, осраш, тимәксе. Белгән юҡ, кемеһен тыңларға? Башымда уттай ҡайнаған уйҙар менән мәктәп тупһаһына аяҡ баҫтым. Тәү мәлдә үҙем ун йыл уҡыған белем усағын танымай ҙа торҙом. Мәктәпкә ремонт үткәргәндәр. Кластарҙа яңы өҫтәл, парталар. Коридорға төрлө стендтар элгәндәр. Сығарылыш уҡыусыларҙың һорауҙары бөтөрлөк түгел. Ике сәғәткә һуҙылған осрашыу барыһына ла оҡшаны. Ҙур ҡәнәғәтлек менән ҡайтыр урамға боролдом. Шул саҡ ҡаршыма таныш булмаған йәш ҡатындың килеүен шәйләнем. Алыҫтан йөҙөн танырлыҡ түгел. Кейгән кейеме лә ауыл ҡатын-ҡыҙҙарыныҡынан айырылып тора. Мин яй ғына атлайым, теге лә ашыҡмаған һымаҡ. Килә-килә лә бер аҙ туҡталып тора. Унан ары атлап китә. Урамдағы бер йортҡа боролорға итте лә кире уйланы, ахырыһы. Беҙҙең аралар аҙым һайын яҡынлаша. Бер-беребеҙгә утыҙ-ҡырҡ метр самаһы ҡалғас, уны аҙ ғына төҫмөрләгәндәй булдым. Кинәт йөрәгем дөп-дөп тибә башланы. Ул!.. Гөлкәй!.. Икеләнергә урын ҡалманы. Бына беҙ урам уртаһында ҡапма-ҡаршы ҡатып ҡалдыҡ. Эргәмдә, мосолман ҡатын-ҡыҙ кейемендә, йөҙөн биҙәкле яулыҡ менән ҡаплай биреп, минең беренсе мөхәббәтем – Гөлкәй баҫып тора. Мин ҡапылдан ҡаушап ҡалдым, телем тыңламаҫ булды, шыбыр тиргә батып, көскә:

– Гөлкәй! Һин... – тип бышылданым, төҙ һынынан, мөләйем, шул уҡ ваҡытта һағышлы күҙҙәренән ҡарашымды ала алмай, ә ҡулдарым уға ынтылды.

– Рәбис! Миңә ҡағылма. Ғәфү ит. Миңә юл уртаһында сит ир менән һөйләшеп тороу – ҙур гонаһ!..

– Гөлкәй, мин һинең өсөн сит кеше түгел.

– Юҡ, Рәбис. Сит кенә түгел, бөтөнләй ят кешеһең.

– Гөлкәй, ҡәҙерлем! Йәшлегебеҙҙе иҫеңә төшөр... Беҙ һинең менән мөхәббәт утында яндыҡ та баһа...

– Рәбис! Аллаһ Тәғәлә беҙ йәш саҡта үҙенең тәҡдирен бирмәгән. Тәүге мәлде һине онота алмай, төндәрен үкһеп сыға инем. Аҙаҡ ваҡыт үҙенекен итте. Хәҙер артҡа боролоп ҡарарға һуң... Мин инде туғыҙ йыл кейәүҙә. Ике балам бар. Иптәшем – дин әһеле.

– Гөлкәй! Ни өсөн үҙең тураһында хәбәр итмәнең. Шул ҡәҙәре ғорурһың, һүҙ етмәй...

– Беләм. Ҡай саҡта ғорурлығым арҡаһында ҙур ҡыйынлыҡтар кисерҙем. Унан, мин, мин... үҙемә һүҙ бирҙем; һинең менән башҡаса осрашмаҫҡа, тип ант иттем.

– Ниңә, Гөлкәй?

– Сөнки һинекеләр беҙҙең ғаиләне хур итте. Бөтә ауыл көлдө. Тимәк, һин дә, атай-әсәйең менән бер булып, мине мыҫҡылланың, саф тойғоларымды ергә һалып тапаның. Һин шул саҡта мөхәббәтебеҙ өсөн көрәшергә көсөңдө йәлләнең, ҡыл ҡыймылдатырға ла ҡурҡтың. Һөҙөмтәлә мин – һинең өсөн юҡ. Мәңгелеккә юғалттың.

– Гөлкәй! Мин нимә эшләй ала инем һуң? Беренсе йыл һине эҙләнем.

– Эҙләрҙән алда юғалтмаҫҡа ине. Һуңынан әйттеләр, берәү һине эҙләй, тип. Ә беҙгә минең адресты һорап килгәнеңде әсәйем хатында яҙҙы. Ныҡыш булып, тағы ла килгән булһа, адресты ҡулына тотторған булыр инек, ти.

– Мин шунан күп тә үтмәй хеҙмәткә алындым. Белмәйем шул. Һинекеләр өйҙәренән һөрөп сығарҙы бит.

– Улай икән. Мин һинең атай-әсәйеңдең йәберләүҙәренә сыҙай алмай ҡастым. Ситкә. Ауылға ҡайтмаҫ өсөн.

– Гөлкәй, ә Гөлкәй! Тимәк, беҙҙең һуҡмаҡтар айырылғанға мин ғәйеплеме?

– И-их, Рәбис, Рәбис! Мин шуны әйтә алам: һинең алда ғәйебем юҡ. Дөрөҫ, аңла! Ишеттем, һин әле лә буйҙаҡ икәнһең. Башҡаса оҙон сәстәргә ҡарамайым, өйләнәһем юҡ, тип ант иткәнһең.

– Кәрәкмәй, Гөлкәй, бушты һөйләмә. Дөрөҫ хәбәр түгел был.

– Мин белмәйем, Рәбис. Һинең тормош мине ҡыҙыҡһындырмай ҙа хәҙер.

– Рәхмәт тура һүҙеңә. Тимәк...

– Рәбис! Яуап көтмә. Мин – ирле ҡатын... Оҙаҡ торолдо. Китергә рөхсәт ит. Әсәйем көтә торғандыр. Уңыштар һиңә. Хуш!

– Гөлкәй, туҡта. Китмәй тор. Адресыңды ҡалдыр. Ниндәй ҡалала йәшәйһең? Башҡортостандамы?

– Юҡ шул, Рәбис. Адресымды бирә алмайым. Йәшәгән ҡалабыҙ – Пермь.

– Ун... ун-ике йыл элгәре белгән булһам...

– Рәбис, тыныслан. Мин ул саҡта Чайковский ҡалаһында йәшәй инем әле.

– Биш йыл элек шул ыҡсым, бөхтә ҡалала командировкала бер ай яттым. Кем белгән?

– Белгән булһаң, берәй нәмә үҙгәрер инеме? Пермгә һигеҙ йыл элек күсеп килдек. Һинән үтенеп һорайым: эҙләмә мине, яраймы!

  • Тимәк, беҙгә бергә булырға яҙмаған?

– Өйлән. Һуҙма. Мине онот.

– Гөлкәй, Гөлкәй, тимәк, китәһең? Иҫән-һау бул. Күрешә алмаһаҡ…

Айырылышыр алдынан ул бер ҡараш ташланы, тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Йөрәгем ярһыуынан туҡтар сиккә етте, шул көйөнсә миңә бойороҡ биреп маташа. “Бар, беренсе мөхәббәтеңде ҡыуа кит, ҡосағыңа ал, яратам тиң. Мин һине бер ҡайҙа ла ебәрмәйем, тип әйт. Кәрәк булһа – ғәфү үтен. Һиҙмәнеңме ни, ул да һине онотмаған, элеккесә ярата. Һөймәгән, ғашиҡ утында янып-көймәгән кеше, һағышлы һәм үтә лә мәғәнәле ҡараш ташлай алмай...”

“Эй, йөрәккәйем, аңламайһыңмы ни, һуң бит, һуң! Ҡалай итеп, көпә-көндөҙ, ҡап урам уртаһында ирҙәге ҡатынды ҡосаҡлайһың инде?! Ана, күр, бар ауыл халҡы тәҙрәһенә ҡапланған. Гөлкәй дөрөҫ әйтә: беҙ хәҙер сит кенә түгел, ә бөтөнләй ят кешеләр”.

“Әлеге осраҡта һүҙ һинең бәхетең тураһында бара. Гөлкәйең йыл да ауылға ҡайтмай.”

“Ул, йөрәккәйем, ике бала әсәһе!”

“Ишеттем. Әлегә һаңғырау түгелмен. Булғанда ни, донъяла күп балалы ҡатындарҙы алып торған ирҙәр аҙмы ни?”

“Эй-й, һин, маҡтансыҡ, ире бар тинем дә баһа Гөлкәйҙең”.

“О-хо-хо, ой-ой-ой! Харап икән. Һиҙмәнеңме ни, Гөлкәй ирен яратмай. Һин саҡырһаң, ирен ташларға ла әҙер. Һиҙгерлегем бар әле минең”.

“Һин һиҙгер ҙә ул, ә бына мин... Беләһеңме, мосолман ҡатын-ҡыҙҙары ирҙәренә тоғро була. Бөттө инде, йөрәккәйем. Мин уны оноторға тейеш. Уны яңынан яулап алырҙай көсөм дә, ғәйрәтем дә етмәй. Хәл-дарманым ҡалманы. Мин биреләм... Ҡулдарымды күтәрәм...”

“Һин бирелһәң, мин сирләйем”.

“Ҡурҡытма мине. Инфаркт була ҡалһа, икебеҙгә лә капут. Һиңә лә, миңә лә. Аңланыңмы?!”

“Рәбис, ҡурҡма! Әле миндә бары “прединфарктное состояние”. Йәшәйбеҙ әле. Беҙҙе тиҙ генә үлтереп булмаҫ”.

“Әҙәм ҡурҡытырға тиһәң, һиңә ҡуш. Йәле, йөрәккәйем, тыныслан! Бөткәнме ни илдә Гөлкәйҙәр, Гөлдәрҙәр, Гөлнурҙар?! Икәү бергә эҙләһәк, табырбыҙ. Икебеҙгә лә оҡшап киткән хәлдә, ғаилә ҡороп ебәрербеҙ.”

“Вәт, әй! Тәки күндерҙең мине, Рәбис. Инде мин тыныс. Тымыҡ океан һымаҡ...”

Миндәге үҙгәрештәрҙе әсәйем ишектән ингәс тә һиҙҙе.

– Һай, оҙаҡ йөрөйһөң, балам. Нимә булды? Төҫөң ҡасҡан.

– Әсәй, бер ни булманы. Ниңәлер йөрәгем тулай.

– Йөрәк дарыуы бирәйемме?

– Юҡ, кәрәкмәй. Үтте инде, рәхмәт.

– Рәбис, улым! Әллә... – Әсәйем һағайа төштө, – теге, кем, Гөлкәйҙе осраттыңмы? Уны, киткәненән бирле беренсегә ҡайтҡан, тиҙәр.

– Эйе, әсәй. Көтмәгәндә урам уртаһында осраштыҡ. Бер аҙ һөйләшеп торҙоҡ. Ул әллә ни үҙгәрмәгән, элеккесә һылыу.

– Балам, һин уны әле лә яратаһыңмы?

– Эйе, әсәй.

– Һиңә, Гөлкәй тураһында һөйләргә ҡыймай килдем.

– Ярай, әсәй. Зыян юҡ. Бәлки, шулай кәрәк тә булғандыр.

– Улым, беҙҙең ғәйебебеҙ һинең алда күтәргеһеҙ ҙур. Ун ете йәшең тулыр-тулмаҫ, өйләнәм, тип уйға һалдың. Беҙ, атайың менән – юҡ, һинеңсә булмай, тинек. Ул сағында һин ҡанатланмаған ҡошсоҡ инең. Институт бөткәс өйләндерербеҙ, тип уйлағайныҡ. Ә нисек килеп сыҡты. И-и, балаҡай, балаҡай, утыҙҙы ла тултыраһың, уҡыуын да уҡының, фатирын да алдың, тик бәхетең самалы шул. Һиңә, улым, өйлән, беҙҙе шатландыр, тип ауыҙ аса алмайым. Үҙең ҡауышам тигәндә, риза булаһы... – Әсәйем йәшләнгән күҙҙәрен һөртөп алды. Әле генә үҙенә иғтибар иттем. Һуңғы бер нисә йыл эсендә ярайһы ғына бирешкән ул. Һыны ла элеккесә төҙ ҡайынды хәтерләтмәй, бер төрлө тартылып, арыҡланып ҡалғандай. Әсәйемә ҡартайырға иртә әле: яҙын илле етеһе тулды, хаҡлы ялға сыҡҡанына ике йыл ғына.

– Ҡуян итенән бәлеш бешә, әйҙә, тамағыңды туйҙырып ал.

– Рәхмәт, әсәй. Мин ихатала ултырып, атайымдың ҡайтҡанын көтәм әле. Иртәгәләрҙә бесәнгә төшөрбөҙ, тине ул.

...Икенсе көндө атайым менән ат егеп бесәнгә киттек. Элекке йылдарҙа салғы ҡулымда уйнап йөрөй ине, бөгөн был күңелгә ятҡан эште ырата алмайым. Ни булды – аңламайым. Өс-дүрт һелтәнеү менән үлән өҫтөнә быуылып төшәм. Атайым мөшкөл хәлемде күреп, ары эшкә тотонорға ирек бирмәне. Ә үҙе ен һымаҡ салғыһын ҡулынан төшөрмәне, ҡыҙҙырып ебәргәндәрме ни.

Төшкө аштан һуң атай мине өйгә алып ҡайтмаҡсы булды.

– Бөтмәгән бесән түгелдер әле, сәсрәп китһен, – тине атын ауыл яғына борған саҡта.

Иртәгеһен әсәйем менән район дауаханаһына юл тоттоҡ. Асыҡланыуынса, кардиологты квалификацияһын күтәреү курсына ебәргәндәр. Шулай ҙа участка терапевты миңә республика диспансерына ебәреү тураһында яҙыу тотторҙо.

– Һуҙмағыҙ, иртәгәнән дә ҡалмай барып күренегеҙ, – тине ул, мин ишектән сыҡҡанда.

Бына мин диспансерҙа. Табип бүлмәһенә барып индем. Бүлек мөдире, Зөлфәт Әмирович, аҡ халатта, сылғау оҙонлоғондағы кардиограмманы ҡулында әйләндереп уҡырға тотондо, анализдар һөҙөмтәһе менән дә танышырға онотмай. Ә мин шул арала табиптың эш бүлмәһен байҡайым: стена буйында – сирлеләр өсөн тәғәйен ауыл һикеһенә оҡшаш ағас диван, ике шкаф һәм бер нисә йөрәк төҙөлөшөн һүрәтләгән плакаттар. Кардиолог ҡарашын ҡағыҙҙарҙан айырҙы. Мин уның ҡаршыһында ҡаушабыраҡ ултырам. Ниндәй хөкөм сығарыр? Нимә әйтер?..

  • Аңлашылды, Кәбиров. Хәҙер күлдәгегеҙҙе сисегеҙ, тыңлап ҡарайыҡ. Тын алығыҙ. Тәрәнерәк һулағыҙ. Бына шулай. Яҡшы. Тын алмағыҙ. Һелкенмәгеҙ. Ҡулдарығыҙҙы башығыҙға ҡуйығыҙ. Төшөрөгөҙ. Минең янға ултырығыҙ. Ҡан баҫымығыҙҙы үлсәйбеҙ. Юғары, йөҙ һикһәнгә – йөҙ. Кейенегеҙ. Эштәр, Кәбиров, шулайыраҡ: инфаркт үткәргәнһегеҙ.

Тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып китте.

– Бының булыуы мөмкин түгел. Мин бер нәмә лә тойманым, – асыуымды баҫа алмай һөрән һалдым.

– Тынысланығыҙ. Һеҙгә ҡысҡырырға ярамай. Тимәк, сирҙе аяғөҫтө үткәргәнһегеҙ. Быны иҫбатлаусы факттарға ҡаршы барыу файҙаһыҙ.

– Доктор! Ышанмайым. Утыҙ йыл йәшәп, йөрәгемдең ауыртыуын түгел, ҡайһы яҡта типкәнлеген дә тоймай инем.

– Бик тә мөмкин. Белдермәй, һиҙҙертмәй йөрөй ҙә ҡапыл көтмәгәндә килтереп һуға. Һеҙҙә, Кәбиров, стенокардия.

– Зөлфәт Әмирович! Әйтегеҙ, нимәнән килеп сығырға мөмкин миндәге стенокардия?

– Һуңғы көндәрҙә көслө тулҡынланыу кисергәнһегеҙ.

– Эйе, дөрөҫ. Булды ул хәл.

Шунда уҡ Гөлкәй менән осрашыу тәьҫораттары күҙ алдыма баҫты. Ләкин мине ҡаты сиргә дусар иткән киҫкен күрешеү хаҡында докторға һөйләргә ҡыйманым, үҙе лә һорашманы. Эйе, табиптың һүҙҙәре менән ризалашырға һәм ҡолаҡ һалып ултырырға ғына ҡалды.

Эйе, бығаса ғүмер юлымда осрамаған тәрән кисереш стресстың сығанағы булып тора ла инде. Бына ҡайҙа ята инфаркт шауҡымы? Әле аңланым, шикелле. Табип ҡаршыһында ултырғанда күңелһеҙ һығымтаға килдем: үҙемдең рухи яҡтан көсһөҙ, сиргә тиҙ бирешеүсән әҙәм икәнлегемде тойҙом.

– Әлбиттә, инфарктың сәбәптәре бер стресс түгел. Йөрәкте ҡан менән тәьмин итеүсе тамырҙарға холестеринға бай аҙыҡтарҙан май-тоҙ шлактары ултыра. Тамырҙың эске ҡаты тарайған, ҡан йөрөшө ауырлаша. Йөрәккә ҡан аҙлап килә, тәнгә, баш мейеһенә кислород етмәй башлай. Һөҙөмтәлә кешелә инсульт йә инфаркт барлыҡҡа килә.

– Инсульт, инфаркт – ҡот осҡос сирҙәр. Улар тураһында нимә әйтерһегеҙ?

– Инфаркт, йөрәктең бер өлөшө үлгәнлекте аңлата. Некроз тип әйтеү ҙә дөрөҫ. Инсульт иһә мейегә ҡан һауыуҙан килә. Ике сирҙә лә тромб яралыуы мөмкин. Тромб өҙөлгән, тиҙәр. Был осраҡта ул ҡан тамырын ҡаплай. Ҡан әйләнеше туҡтала һәм...

– Миңә һорауҙарығыҙ бармы, Зөлфәт Әмирович?

– Тын алыуы ауырлаштымы?

– Мин уны бесән сапҡанда тойҙом.

– Был хәлде тулыраҡ һөйләгеҙ әле.

– Мин бала саҡтан бесән сабырға яраттым. Өсөнсө көн атайым менән бесән эшләргә барҙыҡ. Ике-өс һелтәнеү менән тыным бөтөп, ярға ташланған балыҡтай, һауа етмәй, үләнгә һығылам да төшәм. Кем белгән йөрәк ауыртыр тип. Ошонан һуң салғыға тотонманым. Икенсе көндө үҙәк дауаханаға киттек. Унда һеҙҙең диспансерға йүнәтмә тотторҙолар һәм мин – һеҙҙең ҡарамаҡта.

– Аңлашылды. Ә бына күкрәгегеҙҙең өҫкө өлөшөндә көйҙөрөү симптомын тойманығыҙмы?

– Эйе, ауыртыу булды. Аҙаҡ үтте. Ҡыҫып-ҡыҫып та алғыланы.

– Минең әйткәндәрем раҫлана. Бына нимә, Кәбиров. Һеҙгә өс аҙнаға станционарға ятырға кәрәк. Был мотлаҡ. Диспансерҙа тәжрибәле табиптар һеҙҙе тиҙ аяҡҡа баҫтырыр, тип уйлайым. Әлегә операция тураһында һүҙ бармай. Тикшереүҙәр күрһәтер. Хәҙер барығыҙ, урынлашығыҙ. Һеҙҙе дауалаусы Зәкиә Фәтиховна булыр. Йәш, перспективалы кардиолог.

Йөрәк ауырыуҙары диспансерында өс аҙна дауаланыу осоронда бөтмәҫ-төкәнмәҫ анализдар биреү, ҡат-ҡат төрлө приборҙар аша тикшеренеүҙәр теңкәгә тейеп бөттө. Уның өҫтөнә биш төрлө укол, система ҡуйыуҙарҙы һанап китһәң... ниңә бында ингәнеңә үкенерһең. Беҙҙең ике кешелек палатаға көн дә табип инеп, хәлде һораша, ҡан баҫымын, йөрәк тибешен тикшерә. Уның рекомендацияһы буйынса сирлеләр дауа ала. Зәкиә Фәтиховна йәш ҡатын, медуниверситеттан һуң беренсе йыл диспансерҙа эшләй. Был кардиолог беренсе күреүҙән үк миндә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Шуға көндәлек обход ваҡытын түҙемһеҙлек менән көтөп ала инем.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, минең дауаланыуымдың һуңғы көнө етте. Бөгөн мине диспансер ситлегенән иреккә сығарасаҡтар. Берәүҙәр быға шатлана, ә миндә... Хәҙер палатаға табибә инәсәк, ә миңә уның менән һөйләшеп ҡалыу мотлаҡ. Аҙ ғына булһа ла. Шуға күрә, ҡаршыла ятҡан иптәшемде, бер-ике сәғәт йөрөп кил, тип сығарып ебәрҙем.

Мин көткән мөғжизә бойомға ашты. Палатаға аҡ халатын елберҙәтеп Зәкиә Фәтиховна килеп инде.

  • Ә ҡайҙа иптәшегеҙ? – тине ул, ҡулы менән буш карауатҡа күрһәтеп.

– Кейемдәрен алырға китте. Ул минең урынға диспансерҙан сыға, мин уның өсөн бер аҙнаға ҡалам. Шулай һөйләштек.

– Иптәш Кәбиров, гелән генә шаяртыу буламы? Тормош бит ул етди хәл-ваҡиғаларҙан тора.

– Зәкиә Фәтиховна! Телевизор ҡабыҙып ҡарағыҙ, ҡайһы каналды асма – барыһында ла юмор ҙа көлкө.

– Тимәк, халыҡҡа нәҡ шундай телевидение кәрәк. Ярай, тәрәнгә төшмәйек әле. Нисек йоҡланығыҙ?

– О-о, сабыйҙарса, иҙрәп. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, Зәкиә Фәтиховна, төшөмә керҙегеҙ!

– Әллә? Йә-йә, мин ниндәй боҙоҡлоҡ эшләнем икән?

– Мистер Кәбиров! Һеҙҙе йәнә алты айға дауахала ҡалдырабыҙ, тиһегеҙ. Ни өсөн тигәндә, һеҙгә икенсе йөрәк ҡуйырға кәрәк.

– Үҙемдеке ярамайҙыр шул, ни ере менән кәм? – тип һорайым.

– Юҡ, һеҙҙеке яраҡһыҙ, туҙған. Инфаркт үткәргәнде ҡалдырып булмай ҙа инде. Тик дөрөҫ аңлағыҙ, был операцияны эшләү өсөн диспансер кассаһына миллион доллар индереү ҡаралған. Ошо сәғәттә, тип шарт ҡуяһығыҙ.

– Әлеге минутта үҙем менән етерлек аҡса юҡ. Ней, тумбочкала бары 999 мең доллар ята. Ҡалған сумманы аҙаҡ килтерермен.

– Һеҙ нимә, хәҙер үк, кисекмәҫтән, тинегеҙ.

– Улайһа, үҙемдең йөрәкте мең долларға һатам һәм һеҙҙең менән – расчет.

– Инде белмәйем, эшкинмәгән йөрәккә кемеһе ҡыҙығыр икән. Берәй туҡһан йәшлек ҡарт-ҡора ғына сиртмәһә. Йәлләмәгеҙ, уның ни бары илле йыл эшләр ресурсы ҡалған, ә һеҙгә ике йөҙ эшләрҙәйен ҡуйырбыҙ, тиһегеҙ.

– Ҡарағыҙ әле, миңә ул хәтлем ғүмер кәрәкме? Башта шул турала минән һорарға ине.

– Мистер Кәбиров! Һеҙ күренекле һәм ҡөҙрәтле олигарх булараҡ, юҡ ҡына аҡсағыҙҙы йәлләйһегеҙме? Әллә шул, ике йөҙ йыл йәшәүҙән ҡурҡаһығыҙмы?

– Уйламағыҙ, миллион доллар минең өсөн бары кеҫә аҡсаһы. Әйҙәгеҙ, былай хәл ҡылабыҙ: мин ошонда булған аҡсамды кассаға индерәм. Һәм үҙемдең йөрәк менән ҡалам. Нимәгә миңә, яһалма йөрәк?

– Һеҙ, мистер Кәбиров, Башҡортостан иленең иң абруйлы капиталисы, миллиардер. Шуға һеҙҙең ҡарарығыҙ беҙҙең өсөн – закон. Ошо минутта диспансерҙан китәһегеҙ. Ә һеҙҙең урынға дәғүә итеүсе олигархтар Рәсәйҙә аҙым һайын. Барыһы ла яңы йөрәк ҡуйғанды теләй. Ә һеҙ, дурак, мистер Кәбиров. Ғәфү итегеҙ.

Мин шул саҡ уянып китеп тумбочкаға үреләм... Ә унда, эйе унда аҡса юҡ, 999 мең долларҙан елдәр иҫкән. Ҡулымды күкрәгемә тейҙереп алдым. Әһә, минең эшкинмәгән, мең долларға ла тормаған үҙемдең йөрәккәйем. Бер көнгә лә, әллә ниндәй ҙур аҡсаға ла бирәһем йә алыштыраһым юҡ, тип һул яҡ күкрәгемде нығыраҡ ҡыҫтым да, бәхетле йылмайып, йәнә йоҡо сүлмәгенә инеп юҡ булдым. Бына ошондай төш, Зәкиә Фәтиховна.

– Һүҙһеҙ ҡалдырҙығыҙ, мистер Кәбиров. Нимә әйтергә лә белгән юҡ. Минең күңелемде күтәреү өсөн уйлап сығарҙығыҙмы?

– Юҡ, әлбиттә. Ул яҡҡа минең фантазия самалы. Бер ҙә китке килмәй. Әллә, Зәкиә Фәтиховна, мине алты айға дауаханала ҡалдыраһығыҙмы?

– Аҡсағыҙ бармы һуң?

– Мең доллар яраймы? Тумбочкала ята. Күрһәтәйемме?

– Ә һеҙ, Кәбиров – юморист... Һеҙ бында үҙегеҙҙе ял йортонда ятҡан кеүек хис итәһегеҙ.

– Эйе, итерһең… осалар күгәреп бөттө, ултырыр әмәл юҡ. Шуға гелән ятып торам.

– Һеҙгә, мистер Кәбиров, киләсәктә нисек туҡланырға, һаҡланырға, ниндәй дарыуҙар ҡулланырға кәрәклеген һөйләп тороуҙың кәрәге юҡтыр, сөнки үҙегеҙ “профессор”ға әйләнгәнһегеҙ. Рекомендациялар, эпикриз – барыһы ла ошо ҡағыҙ төргәгендә. Алығыҙ. Мин әйткәндәргә, ошонда яҙылғандарға ҡолаҡ һалығыҙ. Юғиһә, юҡ-юҡта диспансерға килеп эләгеүегеҙ бар.

– Зәкиә Фәтиховна! Ҡаршы килмәһәгеҙ, һеҙҙең менән йыш ҡына осрашырға, күрешеп йөрөргә теләгем бар. Диспансерға аяҡ баҫҡанымды хуп күрһәгеҙ.

– Беләһегеҙме, Кәбиров, диспансер күрешеү, эйе, свиданиеға йөрөү урыны түгел. Һеҙгә мәғлүмдер, мин бында табип. Кардиолог функцияһын үтәйем. Осрашыу өсөн башҡа урын бөткәнме ни? Ҡала ҙур. Миңә, нисектер, мәҙәк булып китте. Әллә һеҙ коридор һаҡлаған пажға әүерелдегеҙме? Ҡасан күрмә, һеҙ минең ишек төбөндә, кемделер һағалайһығыҙ. Өсөнсө көн минең менән ун алты тапҡыр һаулыҡ һорашып үттегеҙ. Һеҙгә нимә булды? Әллә, мин әйтәм…

– Юҡ шул, Зәкиә Фәтиховна. Үҙегеҙ йышыраҡ йөрөргә ҡуштығыҙ, шуға коридор буйлап йөрөнөм. Зәкиә Фәтиховна! Әгәр ҙә һеҙ аҙна-ун көн һайын минең үпкә-йөрәк ағзаларын тикшереп торһағыҙ, мин ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ишемия, стенокардия сирҙәрен өләсәйемдән мираҫ булып ҡалған ҡумтаның йәшерен кеҫәһенә һалып онотор инем.

– Һеҙҙе күҙәтеү аҫтына алып, тикшереп тороу өсөн участка терапевты, поликлиникалағы кардиолог ҡаралған. Унан һуң, һеҙҙең сирҙе һыпырып ялға оҙатырҙай эш тәжрибәһе һиҙмәйем әле үҙемдә. Һеҙҙең бырау менән быраулағандай ҡарашығыҙ… Уф-ф, бәйләндегеҙ – һағыҙаҡтан да былай. Ярай, ағай кеше, минең контролдә булығыҙ. Кәрәк икән – тикшерербеҙ. Ҡарарбыҙ. Алдан киҫәтәм: мине көн аралаш күреүҙән биҙмәһәгеҙ – табибығыҙ булырға риза.

– Тәҡдимемде кире ҡаҡмай, мине үҙегеҙҙең контролгә алырға теләк белдергәнегеҙ өсөн һеҙҙең алда баш эйәм һәм бер туҡтауһыҙ йылы ҡарашымды ал йөҙөгөҙҙән алмай һоҡланып ултырырға әҙер.

– Әл-лә-лә! Ни саҡлы хәйләкәр, әсе телле ағай икәнһегеҙ. Сер булмаһа, һеҙгә нисә йәш?

– Ҡыйын булһа ла, Зәкиә Фәтиховна, алдығыҙҙа ятҡан минең сир кенәгәһенә күҙ йөрөтөп үтегеҙсе. Унда олоғайыуҙың 4-се стадияһына баҫырға Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәтен алған кеше тураһында сәпсек теле ҡәҙәре генә яҙылған серле һәм үтә лә әһәмиәтле мәғлүмәтте уҡығандан һуң, ҡаршығыҙҙа ултырған ир уҙаманының тыумыш көнө-йылын белеп, берәй бәрәкәтле һүҙ әйтерһегеҙ, тип ышанам һәм ниәтләнәм.

– Ой-ой-ой, күпме һүҙ… О-һо-һо, 1978 йылдың июль айында донъяға килгән.

– Һәм…

– Юҡ, юҡ. Был осраҡта һәм һүҙе кәрәкмәй. Аллаһ һаҡлаһын!.. Ни өсөн олоғайыуҙың 4-се стадияһы, тип әйттегеҙ? Аңғармай ҡалдым, – һағайып ҡалды йәш табип.

– Шулай булып сыға ҡәҙерле, Зәкиә Фәтиховна. Ғүмеремдең 4-се тиҫтәһен ун бер көн элгәре ваҡланым да баһа.

  • Ысынлап та, минән күпкә оло ағай икәнһегеҙ.

– Зәкиә Фәтиховна, ауырға алмаһағыҙ, һүҙем бар ине.

– Әйтегеҙ.

– Ялған-алдаҡ юҡ. Нисек бар шулай, Зәкиә Фәтиховна. Диспансерҙа ятҡанда һеҙҙе нисек үҙемә ҡаратырға, оҡшарға тырышҡандарым тураһында һәм күңелемде биләгән ҡай бер тәьҫораттар менән уртаҡлашырға уйым бар ине.

– Ҡыҙыҡ әднәке. Ошо минутта миңә ниндәйерәк комплименттар ишетергә яҙған икән? Белмәйем, хәтерем ҡалырмы, әллә... – Зәкиә Фәтиховна ултырғысынан тороп, тәҙрә янына баҫты.

– Күрәһең, мин һеҙҙең өсөн иғтибарға лайыҡ ир-егет түгел, ә ни бары йөрәк өйәнәге менән сырхауҙарҙың бер ябай вәкиле, һеҙҙең телдә әйткәндә, ҡәҙимге ауырыу. Ошо өс аҙнала һеҙҙе яулап алыр өсөн нимә генә ҡылып ҡараманым, шәүлә рәүешендә артығыҙҙан оҙатып йөрөнөм, бүлмәгеҙ ҡырында һағаланым, коридор буйлап тегеләй-былай йөрөнөм, йәнәһе, һеҙҙең менән күҙгә-күҙ осрашам. Обход сағында төрлө көләмәстәр һөйләп тел сарланым. Ә һеҙ бер тапҡыр көлмәнегеҙ, етмәһә, асыуланып та ала инегеҙ.

Хәйер, һирәк-һаяҡ күҙҙәремә тултырып ҡарайһығыҙ ҙа, алһыу йөҙөгөҙҙә йылмайыу сатҡылары сағылып киткәндәй була. Бындай саҡта мин үҙемде күктең етенсе ҡатында хис итә инем. Ә һеҙ?..

– Мин һеҙҙе эш бүлмәһенән бороп сығара инемме?

– Әлбиттә.

  • Рәбис! Мин һеҙҙең йылы ҡарашығыҙҙы һиҙмәнем, тиһегеҙме ни? Һиҙеү генә түгел, һәр һулышығыҙҙы тойоп йөрөнөм. Мин ҡатын-ҡыҙ ҙа баһа, нисек үҙемә ҡарата күрһәтелгән иғтибарҙы тоймайһың инде. Мине аңлағыҙ, Рәбис. Мин – табип, дауалаусы кардиолог. Унан, сирелеләр күп, береһе китә, икенсеһе килә. Барын да иҫтә ҡалдырыу мөмкин түгел, иғтибар биреп тә булмай. Диспансерҙа шәхси тормош өсөн, ҡайғырыу-борсолоуҙарға урын юҡ.
  • Һеҙ тәрбиәле, итәғәтле, зирәк һәм һылыуҙарҙың-һылыуы. Ысын йөрәктән әйтәм. Шуға ла мин һеҙҙе беренсе күреүҙә үк...

– Кәрәкмәй, Рәбис. Асыҡ тәҙрәнән осоп китә күрмәгеҙ.

– Мин һеҙҙе бәхетле итергә тыуғанмындыр...

– Рәбис, мин бөгөн эштә түгел, аҡ халатым да юҡ. Төнгө дежурствонан сыҡтым. Иртәгәнән отпускта. Миңә китергә ваҡыт, эштәрем күп. Ә һеҙ бөгөн үк ауылға, саф һауаға. Ҡарағыҙ уны, бер ниндәй ҙә бесән сабыу, утын ярыу юҡ. Көн дә ярты сәғәт йөрөү мотлаҡ. Хуш!

Мин ни, мәмәй ауыҙ, палатала ултырҙым да ҡалдым. Һау булығыҙ, имен йөрөгөҙ тигәнерәк һүҙҙәр ҙә сыҡманы ауыҙҙан. Ташып барған уй-кисерештәремдән айнырға ла өлгөрмәнем, күрше егет палатаға инде. Мин беренсе ҡатҡа төшөп фойелағы диванға ҡунаҡланым. Яңынан күҙ алдыма Зәкиә килеп баҫты. Уның палатаға ингәненән алып һуңғы минутҡаса һәр һүҙе, үҙен тотоуы, йылмайыуы, ҡара күҙҙәре, һынына килешле костюмы – барыһы ла экрандағы һымаҡ күҙ алдымда.

Икенсе көн ауылға ҡайтып төштөм. Минең күтәренке кәйефемде һәм шатлыҡтан тулған йөҙөмдө күреп, ата-әсәйем дә ифрат ҡыуанды. Зәкиә тураһында һөйләп биргәс, атайым урынында ултырып сыҙамай башланы, әсәйем иһә тәмле ашамлыҡтар менән һыйлай.

Атайым бесән эштәрен атҡарып ҡуйған. Өйҙәрендә газ янғас, утын әҙерләү хәжәте лә юҡ. Күрше Рафиға апайҙың да миндә ҡайғыһы юҡ, туй мәшәҡәттәре менән мәшғүл. Ҡыҙын кейәүгә бирә. Мин көнө буйы һыуҙа ҡойонам, урман-туғайҙарҙы байҡайым. Әсәйемә еләк-емеш йыйыуҙа ярҙамлашам. Аҙаҡ ҡаҡ ҡоябыҙ, бергәләшеп варенье ҡайнатабыҙ. Шулай, һиҙҙермәйсә генә ялымдың ун көнө үтеп тә киткән. Ә минең күңел әллә ҡасандан Өфөлә, Зәкиә тураһында уйланам, юҡһынам, йөҙөмдә лә, һағыштан башҡа, ҡайтҡандағы шатлыҡ юҡ инде. Ун беренсе көн әсәйем мине ҡарағат йыйыуҙан туҡтатты ла тура күҙҙәремә ҡарап:

– Улым! Һуңғы көндәрҙә бойоҡһоң. Тимәк, һағынғанһың Зәкиәне. Ул да һине юҡһына торғандыр. Булмаһа, Рәбис, юлыңа йыйын. Ошо төйөнсөктәрҙе машинаңа һал. Туй бүләктәре – саҡ ҡына һуңғараҡ. Улар әҙер, әлегә ята бирһендәр. Ә күстәнәстәр, аҙыҡ-түлек һиңә лә, Зәкиәгә лә етерлек. Ҡулына тапшырырһың. Ярай, улым, һәйбәт йөрө. Сәләмәтлегеңде һаҡла. Икенсе ҡайтҡаныңда Зәкиәне лә үҙең менән ал. Беҙ атайың менән уға ярарға тырышырбыҙ. Ҡайтып, беҙҙе шатландырҙың, улым. Рәхмәт. Ярай, аман юл һиңә. Көтәбеҙ.

– Мең рәхмәт, әсәкәйем. Әлдә һин бар! Сирләмә, минең өсөн ҡайғырма.

– Рәбис! Атайың да һинең өсөн үлеп тора. Күрҙең дә баһа, һин ҡайтҡастын ҡалай күңелләнеп, егеттәрсә йөрөй һалып китте.

– Эйе, әсәй. Атайым да һәйбәт, уңған кеше. Эшенә һуғылып, һаубуллашып китермен.

– Әлбиттә, улым. Атайыңды күрмәй китә күрмә. Ярай, хуш балам. Ҡайҙа, тағы ла әп итәйем дә…

 

* * *

Һөйөклөмдө тиҙерәк күреү мөмкинлеге, алдағы татлы осрашыу минуттары, көтөп торғоһоҙ һағыныу, һағыш ғазаптары мәжбүр иткәндер мине машинамды йөҙ егерме-йөҙ ҡырҡ саҡрым менән ҡыуырға. Юл хәүефһеҙлеген һаҡламай, тиҙлекте арттырғаным өсөн ГАИ хеҙмәткәрҙәренең туҡтатып арыу ғына штраф һалыуы ла минең өсөн пүстәк күренде.

Диспансерға килеп еткәндә, табиптарҙың эш сәғәте сығырына байтаҡ ваҡыт булһа ла, Зәкиә урынында юҡ ине. Уны эҙләп, Зөлфәт Әмирович бүлмәһенә барып индем. Мине таныһа ла, сер бирмәне, һалҡын ҡаршыланы, теге.

– Тыңлайым? – тине мөдир ҡырыҫ ҡына.

– Зәкиә Фәтиховна ҡайҙа икән? Бик кәрәк шул, – тинем тыныс ҡына, – ул бөгөнгә консультация билдәләгән ине.

Минең һорауҙы Зөлфәт Әмирович оҡшатманы, сырайы һытылды. Секерәйгән күҙҙәре бер туҡтауһыҙ төҫ-башымды быраулай.

– Үҙегеҙҙең поликлиникаға барығыҙ. Урындағы кардиология ҡараһын, рекомендация бирергә тейештәр, – тип мығырҙаны табип.

– Миңә уны күреү мотлаҡ. Әйтегеҙ, ҡайҙа ул? – Ҡат-ҡат һорағас ҡына бүлек мөдире мине ашарҙай булып:

– Ҡазанда ул, командировкала, – тип ыҫылданы ла ишекте күрһәтте.

Сығып китеүҙән башҡа сара ҡалмағайны миңә. Зөлфәт Әмировичтың тупаҫ ҡылығы минең өсөн ҙур яңылыҡ булды. Сәйер... Коридорға сыҡҡас, дежурҙағы шәфҡәт туташы Эвелина эргәһенә туҡталдым.

– Ә-ә, Кәбиров бит әле һеҙ. Һаумыһығыҙ, мин һеҙҙе таныным, – тине ул. – Әллә сирләнегеҙ?

–Юҡ. Яңынан сирләүҙе Аллаһ Тәғәлә күрһәтмәһен. Консультацияға килгәйнем. Эвелина һеңлем, бер нисә һорауым бар. Ә был бүләк – һиңә.

Шунда уҡ ыҡсым ғына француз хушбуйы ҡыҙыҡайҙың түш кеҫәһенә ҡунаҡланы.

– Эвелина! Зәкиә Фәтиховна ҡайҙа икән? – Баяғы мөдиргә биргән һорауҙы шәфҡәт туташына ла бирҙем. – Әллә эшендә юҡмы?

– Зәкиә Фәтиховна дүрт көн юҡ. Уны һәм тағы ике йәш кардиологты Ҡазан ҡалаһына ебәрҙеләр.

– Оҙаҡҡамы?

– Бер аҙнаға. Өс көндән ҡайтыуҙары көтөлә.

– Мин Зөлфәт Әмировичты күреп сыҡтым. Ул Зәкиә Фәтиховна тураһында һорашҡанды яратманы. Хас та ҡырағай кеше. Бүртенеп, аҡайып тик ултыра. Бүлмәһенән аптырап сыҡтым.

– Уның янына инмәҫкә ине. Дөрөҫ булһа, Зәкиә Фәтиховнаға күҙе төшкән...

Хәҙер бары ла аңлашылды. Улай икән. Миңә ҡаршы тора алырмы иптәш мөдир? Ҡарап ҡарарбыҙ. Тимәк, кем – кемде… Мин алышҡа әҙер.

– Ә үҙенең ғаиләһе юҡмы ни?

– Булған, тиҙәр. Алты ай элгәре ҡатыны менән айырылышҡан, балалары булмаған шикелле.

– Ә Зәкиә Фәтиховна? Ул мөдиренең иғтибар күрһәткәненә нисек ҡарай?

– Әлбиттә, кире ҡарай. Зәкиә Фәтиховна унан ҡасыбыраҡ йөрөй. Сөнки Зөлфәт Әмирович ауыр холоҡло кеше. Йылмайыуҙы ла, шаяртҡанды ла белмәй ул. Унан... йәш аралары ла ун биш...

– Аңлашылды, һеңлем. Ә Зәкиә Фәтиховна ҡайҙа йәшәй? Тыумышы ҡайҙан?

Эвелина үҙенә мәғлүм мәғлүмәттәрҙе миңә еткерҙе. Икенсерәк әйткәндә, белгәндәре менән уртаҡлашты. Өс аҙна дауаланған сағымда ошо ҡыҙыҡай, белһәгеҙ икән, осаларыма күпме укол ҡаҙап, система ҡорҙо, ә мин уның халат кеҫәһенә күпме плиткалы шоколад төшөрҙөм… Шулай ҙа  китер алдынан Эвелина туташым:

– Ағай! Зәкиә Фәтиховна тураһындағы белешмәләр һеҙгә нимәгә? Һеҙ әллә уны яратаһығыҙмы? Ней, һеҙгә уңыштар теләйем! – тимәһенме.

Ҡыҙыҡай мине шулай аптырауға ҡалдырҙы.

– Мин, Эвелина, шпион, разведчик. Был белешмәләр уның ғүмерен һаҡлар өсөн кәрәк. Ҡурҡма, был турала бер кемдә белмәйәсәк.

Кәйефем ҡырылып, күңелем китекләнеп, йөрәгем ярһып, тәнем арынып ҡайтып индем үҙемдең бер бүлмәле фатирыма. Беренсе тапҡыр шул ҡәҙәре ҡотһоҙ, ҡараңғы булып күренде миңә йәшәр мөйөшөм.

Яңғыҙлыҡ – ул киң мәғәнәле төшөнсә. Һәр кем уны үҙенсә аңлай... Күпселек кеше яңғыҙлыҡтан ҡурҡа, ғазап кисерә, һәм һәр ҡасан был ауыр кисерештән ҡотолоу юлдарын эҙләй. Мин өс йыл фатирымда яңғыҙым йәшәнем һәм үҙемде бик иркен тойҙом. Һирәк-һаяҡ туған-тыумаса хәлде белеп, ҡунып сыға, дуҫ-иштәрем аулаҡҡа инә. Минең, Холостяк Буйҙаҡовичтың, шәхси тормошон төрләндереп китәләр. Ә ҡатындар йәки ҡыҙҙар – минең өсөн тыйылған тема, табу һуғылған, был осраҡта мин – партизан… Дөрөҫөн әйткәндә, миңә яңғыҙлыҡ оҡшай ине: нимә эшләһәң дә, һинең иректә.

Ә бөгөн яңғыҙлыҡ миңә арты менән боролдо, ҡурҡыуға һалды. Кәйеф нулдә, эс боша, ашағы-эске килмәй, зәңгәр экранды ҡабыҙам да һүндерәм, китап ҡулымдан шыуып төшә, йоҡо ҡасты – бер ятам, бер торам. Тегеләй һуғылам, былай бәреләм. Үҙемде ҡайҙа ҡуйырға белмәй зәм-зәм һыуы йотоп ҡараным. Юҡ, алмай. Ике, өс йоттом – шул уҡ хәл. Төнө буйы йөрөп, ятып-тороп сыҡтым. Күҙем дә йомолмай, исмаһам.

Ошолай өс көн ыҙаландым. Уның ҡарауы: япа-яңғыҙлыҡтың бар әсеһен татыным. Иртән ашҡынып, икенсе тыуған йортома әйләнә барған диспансерға китеп барғанда, машинамдың тәгәрмәстәре ергә тейһә тейҙе, теймәһә – юҡ. Поста ултырған шәфҡәт туташынан Зәкиә тураһында һораным. Моғайын, баш табипта кәңәшмәләлер, тип аңлатты ҡыҙыҡай. Ике сәғәт көткәндән һуң бер төркөм табиптар беренсе ҡаттан күтәрелеп, Зөлфәт Әмировичтең эш бүлмәһенә йүнәлде. Зәкиә лә күҙгә салынып ҡалды. Ярты сәғәттән аҡ халатлылар палаталарға таралышты. Ә Зәкиә мөдир бүлмәһенән сыҡмай ҙа сыҡмай. Тимәк, Зөлфәт Әмирович уның үҙен генә ҡалдырып… нимә эшләргә мөмкин? Билгеле, мин мөдир бүлмәһенә бәреп инә алмайым. Зәкиә ҡатыным булһа – бер хәл. Ниһайәт, Зәкиә коридорға сыҡты һәм үҙ бүлмәһенә инеп юғалды. Шунда уҡ артынан ташландым. Бүлмәһендә башын өҫтәлгә һалып илап ултыра теге.

– Ҡәҙерлем, ни булды? Зөлфәт рәнйеттеме?

Башын өҫтәлдән ҡалҡытып, мине күреү менән ҙур аптырашта ҡалды.

– Һеҙ бында нисек килеп сыҡтығыҙ? Нимә эшләйһегеҙ?

– Зәкиә! Мин һеҙҙе иртәнән бирле көтөп ултырам.

– Рәбис! Һеҙгә был турала белеү кәрәкмәй, – Зәкиә аяғүрә баҫты, ҡулъяулығын сығарып, яңағынан мөлдөрәп төшкән йәштәрен һөрткәләй башланы. Мин шул арала уны күкрәгемә ҡыҫтым.

– Рәбис, зинһар, ебәрегеҙ. Бүлмәгә берәйһе инергә мөмкин. Уңайһыҙ ҙа баһа, – тип бышылданы.

– Әллә ишеккә бик һалайыммы?

– Юҡ, юҡ, – тип ҡысҡырып ҡуйҙы Зәкиә.

Һылыуымдың арҡаһынан һөйөп, иркәләп торғанда, ишектә Зөлфәт Әмировичтың башы төҫмөрләнде. Ул беҙҙең ҡосаҡлашҡанды күреп, йән асыу менән минең өҫкә ташланды, бар көсөнә ҡулдарымды ҡайыра башланы.

– Һин, байғош, бында бетле кешеләргә инеү тыйылған, көсөк көйөңә, көпә-көндөҙ табипҡа ҡағылырға ни хаҡың бар? – тип кәмһетеүен дауам итте.

Зәкиә был аяныс хәлде күреп, ултырғысына шыуып төштө лә һулҡылдап илап ебәрҙе.

– Зөлфәт Әмирович! Әгәр ҙә минең алда һуғышыр булһағыҙ... ғариза яҙып, эштән китәм, – тине ҡалтыранған тауыш менән.

– Был турала онот, һылыуҡай. Ә бына ҡыҙыу эш ваҡытында сирле ир менән шуры-муры уйнағанығыҙ өсөн шелтә аласаҡһың!

Мин иһә Зөлфәт Әмировичтың ҡулдарын еңелсә генә ташланым да ҡаршыһына боролоп торҙом.

– Минең хаҡым барлығын-юҡлығын тикшерергә һеҙҙең хоҡуғығыҙ юҡ, иптәш мөдир. Ә Зәкиә Фәтиховнаны эҙәрлекләүҙе туҡтатығыҙ. Ун минут элек уны бүлмәгеҙҙән илатып сығарҙығыҙ ҙа, ишек шаҡымай, артынан баҫтырып индегеҙ. Шул яраған эшме? Мин уны башҡаса рәнйетергә ирек бирмәйәсәкмен. Сөнки ул минең һөйөклө, осрашып йөрөгән, өйләнер ҡыҙым. Йәнә һуғышырға ниәтегеҙ бар ахыры. Әгәр ҙә ҡул күтәреп һуғыр булһағыҙ – ике йылға төрмәгә ултыртам.

– Мин һине былай ғына ҡалдырмайым.

– Ҡаршылығым юҡ. Ҡулығыҙҙан килһә – янамаҫ инегеҙ. Минең менән алышҡансы, ауыр сирлеләрҙең хәлен белегеҙ. Һеҙҙең берәй ваҡыт палаталарға инеп, ауырыусылар менән һөйләшеп, кәйефтәрен күтәреп, ҡеүәтләп сыҡҡанығыҙ булдымы? Әлбиттә, юҡ. Мин өс аҙна яттым – берәй индегеҙме?

– Байғош. Әле мине өйрәтергә һин кем? Йәнә инерһең әле…

– Юҡ, инде, иптәш зав. Минең хәҙер үҙемдең кардиологым бар.

– Ул да әлегә йәш. Тәжрибәһе лә әҙ. Белеме лә…

– Зөлфәт Әмирович, хәҙер үк сығығыҙ бүлмәнәнән. Зинһар, китегеҙ, – үҙенең етәксеһен ҡыуырға көс тапты Зәкиә лә.

– Ә мин иҫәр, ошо ҡыҙға төрлө яҡлап булышҡан булам, һәр саҡ яҡлап сығам, айырым бүлмә, уңайлы шарттар булдырам. Хәҙер килеп, ул минең сығып киткәнемде көтә. Ир күрмәгәндәй ыҡ-мыҡ ҡылана, әйтерһең, үбелмәгән ҡыҙ…

– Мин хәҙер һеҙҙе аңланым инде, Зөлфәт Әмирович. Һеҙ мине һөйәркә итергә тырыштығыҙ. Шуға хи-хи-ми-хи, айырым бүлмә һәм башҡа ваҡ-төйәк. Рәбис! Миңә бынан китергә тура килер, моғайын. Сөнки мөдир эшләргә ирек бирмәйәсәк, көн күрһәтмәҫ.

– Дөрөҫ һайрайһың, тутыйғош. Эйе, һин әйткәнсә буласаҡ. Китеп ҡалыуың һинең өсөн хәйерле булыуы ихтимал.

– Зәкиә, ҡәҙерлем, тынысланығыҙ. Ғариза яҙырға күп ваҡыт кәрәкмәй. Ашыҡмағыҙ. Ә һеҙгә, Зөлфәт Әмирович, мине кәмһетеп «көсөк, байғош» тиеүегеҙ өсөн яуап бирергә тура киләсәк. Кеҫә диктофонына беҙҙең үҙ-ара «дуҫтарса» һөйләшеүҙәребеҙ яҙылған. Тыңлап ҡарағыҙ әле.

Минидиктофондың ҡабыҙыу кнопкаһына баҫып ҡуйҙым. Башта ниндәйҙер ҡыштырҙау, шығырҙауҙар ишетелде. Аҙаҡ Зөлфәт Әмировичты көслө һәм нәфрәткә тулған тауышы яңғыраны: «Что ты себе позволяешь, подонок, отпусти ее сейчас же. В то...»

Аппаратты һүндереп тә бөттөм, мөдирҙең уң ҡулы йәшен тиҙлегендә пинжәгемдең ян яҡ кеҫәһендә ятҡан динамикка атлыҡты. Миндә лә реакция һай-һай, шап иттереп ҡулын тотоп алдым.

– Был ни эш! – тине Зөлфәт ҡобараһы осоп.

– Һеҙҙеңсә, минең кеҫәгә төшөү – рөхсәтме? Алдан иҫкәртеп ҡуям, иптәш мөдир: әгәр ҙә мәгәр Зәкиә Фәтиховнаға бер бармаҡ менән ҡағылһағыҙ, эшенә аяҡ салһағыҙ, ошо диктофондың яҙмаһы прокуратурала һәм баш табиптың өҫтәленә ятасаҡ. Шунан: үҙегеҙ ғариза яҙаһығыҙмы, әллә беҙҙең алда ғәфү үтенәһегеҙме? Һайлағыҙ.

Йәмһеҙ ҡыланған бүлек мөдирен ауыҙлыҡлай алыуыма эстән генә шатланып ҡуйҙым. Зәкиә лә тынысланғандай, йылы ҡарашы шул турала һөйләй. Йөҙөндәге йылмайыу сатҡыһы, күҙҙәренең йүгереше лә минең менән ғорурланыуын әйтеп торғандай. Ә Зөлфәт Әмирович, киреһенсә, шиңеп, бәлтерәп төшкәнгә оҡшай. Ниһайәт, ауыр һулап алды. Күрәһең, еңел бирелмәне уға үҙ ғәйебен таныу, ғәфү үтенеү.

– Кисерегеҙ мине, Зәкиә Фәтиховнаның, исемегеҙҙе белмәйем, егет кешеһе. Минең тарафтан яңылышлыҡ сыҡты, артығын ҡыҙып ташлағанмын. Йәшермәйем, Зәкиә һеңлекәште эшләй һалып киткән көнөнән оҡшаттым. Әле уйлайым, ҡатыным менән айырылышыу сәбәбе лә Зәкиәгә өйләнеү теләгемә бәйләнеш тапҡандыр, тип. Зәкиә минеке, тик минеке буласаҡ, тип уны һаҡлабыраҡ йөрөнөм, эшләнем, йәшәнем…

– Әгәр... Зәкиә һеҙҙең менән ҡауышыуҙы уңышлы итеп күрә икән, мин ни…

– Рәбис! Был нимә тигән һүҙ булды инде? Ә Зөлфәт Әмировичтың һәр итәклене түшәк аша үткәрергә маташыуын диспансерҙа кем генә белмәй, ниндәй генә легендалар тыумаған. Тимәк, Рәбис, беҙҙең мөдирҙең ғаиләһе тарҡалыуға минең бер ҡыҫылышым юҡ. Ә һеҙ, ғәйепһеҙ табибығыҙҙы... төшөмә лә инеп уралмаған уйҙырма менән егетем алдында аҙғын итеп күрһәттегеҙ. Әйтәйек, беҙҙең арала енси яҡынлыҡ булһа, һеҙҙең өсөн ниндәй көслө козырь булыр ҙа, мине, аҙып-туҙып йөрөй тип, бар донъяға фаш итеп, әле лә күҙҙе лә астырмаҫ инегеҙ. Бына хәҙер асыҡлыҡ индерҙек тә инде.

– Зәкиә Фәтиховна! Төш етә лә баһа. Сирлеләр көтә. Ә һиңә… һеҙгә, ә-ә, Рәбис бит әле. Эйе, һеҙгә юлығыҙҙа булыу хәйерле.

– Ярай. Килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ. Зәкиә! Мин һеҙҙе эш сәғәте бөтөүгә көтәм. Машинана маркаһы «Опель-астра».

– О-һо! Һәйбәт иномарка.

– Хәйер, мин үҙем дә нисауа. Шаяртам. Ярай, күрешкәнгә ҡәҙәр.

Минең арттан бер нимә лә булмағандай мөдир үҙ бүлмәһенә юлланды. Зәкиәнең тротуарҙан туҡталышҡа табан килгәнен машина көҙгөһөнән шәйләп алдым. Машинаны танырмы-юҡмы, шуны белге килде. Ҡасыбыраҡ көҙгөнән күҙәтәм. Күрәһең, уйҙарына йомолған булғандыр. Иғтибар бирмәй эргәмдән үтте лә китте. Ишекте асып: «Зәкиә Фәтиховна, мин бында», – тип ҡысҡырып ҡуйҙым. Ул туҡтаны, ян-яғына күҙ һалды. Мине күргәс, шатлығы йөҙөндә сағылды. Йылмайыуы ла шундай эскерһеҙ. Балаларса, ихлас шатлыҡ кисереүе мине лә дәртләндереп, тойғоларымды тағы ла тәрәнәйтеп ебәрҙе. Миңә ҡанат ҡуйҙылармы ни, һылыуҡайымды ҡулдарыма күтәреп алдым.

– Нимә эшләйһегеҙ? Мине кире ергә төшөрөгөҙ. Халыҡ ҡарап тора, оят та баһа, – тип бышылданы ул иркәләнеп, ә үҙе күкрәгемә нығыраҡ һырыҡты.

– Халыҡ күрһен, күҙләһен, баҙлаһын әйҙә, шуның өсөн күҙ бирелгән дә баһа, – тигән булдым.

– Ә миңә барыбер. Ете диңгеҙ артына ла ярай, – тине Зәкиә кинәт кенә күңелһеҙләнеп. – Ней, мине фатирыма ҡайтарып ҡуйығыҙ.

– Әлегә алыҫҡа китмәйек әле, Зәкиә Фәтиховна. Һеҙгә түгел, беҙгә барабыҙ.

– Аңғарманым, Рәбис әфәндем.

– Ә-ә, шулаймы? Мин йәшәгән, беҙ йәшәйәсәк фатирға тимәксе инем. Ошо минуттан алып минең фатир юҡ, ә беҙҙең фатирыбыҙ, тип әйтергә кәрәк, Зәкиә Фәтиховна.

– Иртәрәк түгелме, иптәш Кәбиров?

– Түгелсе, – тип шаяртмаҡ иттем рулде үҙем йәшәгән йортҡа борған арала.

Өс көн элек бер бүлмәле фатирым шул ҡәҙәр яғымһыҙ, ҡотһоҙ күренһә, Зәкиә ингәндән һуң яҡтырып киткәндәй булдысы.

– Әйҙәгеҙ, түргә үтегеҙ, Зәкиә Фәтиховна. Ошо була инде минең өңөм.

– Иртә көҙҙән яҙға ҡәҙәр ошо айыу өңөндә тәпәйегеҙҙе имеп йоҡлайһығыҙмы?

– Шулай, мадам.

– Мадам түгел. Әлегә мадемуазель. Мадам, тип ирле ҡатынға әйтәләр. Былай булғас, бында йәшәргә була. Һеҙ ете ай йоҡлайһығыҙ, ә минең бер үҙемә әллә ни күп кәрәкмәй.

– Яҙын уянғастын кеше лә тотоп ашай алам… Астан...

– Абау. Тимәк, мине?..

– Беренсе йыл һеҙҙе ошолай ҡалдырып торам. Һуңғыһын күҙ күрер, тигәндәй. Зәкиә Фәтиховна! Ашау тураһында һүҙ сыҡҡас, аппетит ҡорһаҡҡа типкеләй. Буйҙаҡ кешенең берәй аҙығын тәмләп ҡарайыҡ.

– Ҡана, тиҙ генә берәй нимә...

– Зәкиә, ҡәҙерлем! Берәй нимә бешерергә, әҙерләргә өлгөрөрһөгөҙ әле. Йәшәр көндәребеҙ алда. Ҡулығыҙҙы сайҡағыҙ ҙа алға, аш-һыу бүлмәһенә!

– Вәт тәк да. Өҫтәлдә нимә генә юҡ! Ҡасан өлгөрҙөгөҙ?

– Буйҙаҡтарҙан шәп аш-һыу бешекләүсе, тфү, ҡай саҡ тел буйһонмай, уңайһыҙ хәлгә ҡалдыра ла тора… Аш-һыу бешереүсе, беҙҙең телдә әйткәндә, повар килеп сыға, ти ҙә ул.

– Ой-ой-ой! Һеҙ бит торғаны бер хазина!

– Улай булһа, мадемуазель, һөйләштек. Һеҙ аҡса табаһығыҙ, аҙыҡ-түлекте вагоны менән ҡайтараһығыҙ, ә мин…

– Һеҙ минең персональный повар булаһығыҙ. Яраймы?..

– Ярай?

Зәкиә рәхәтләнеп, күңеле туйғансы көлөп алды. Әлбиттә, мин дә ауыҙ йырырға әүәҫмен, онотманым.

– Оклад, Зәкиә Фәтиховна? Ҡолоғоҙға ниндәй хаҡ ҡуяһығыҙ?

– Бер түшәктә йоҡлау етмәҫ, тиһегеҙме, иптәш Кәбиров?

– О-о! Башынан ашҡан. Договорға ҡул ҡуяһы ғына ҡалды.

Ошолай уйынсыл тонда туйғансы ашанып алдыҡ. Мин бокалдарға шарап ҡойҙом.

– Үҙем генә эсмәйем, – тип ҡырт киҫте Зәкиә.

– Шарап ике бокалға, икебеҙгә һалынған.

– Һеҙ, Рәбис, эсмәйһегеҙ. Сөнки мине фатирға ҡайтарып ҡуйырға кәрәк.

– Мин һеҙҙе бер ҡайҙа ла ебәрмәйем. Миндә ҡунаһығыҙ. Һеҙ – минең ҡунағым. Ҡурҡмағыҙ, Зәкиә Фәтиховна. Мин иҙәндә лә йоҡлай алам…

– Әле өлгөрөрбөҙ. Ә бөгөн... юҡ. Шулай кәрәк, – тине һөйгәнем. – Ә мөмкинме бер һорау?

– Ә ниңә, мөмкин, хыть биш һорау бирегеҙ.

– Рәбис! Бөгөнгө ваҡиғаны онотайыҡ. Мөдире лә кәрәкмәй, бүтәне лә.

– Әлбиттә. Мин дә шул турала әйтер булғайным.

– Һеҙ диктофонды һәр саҡ йөрөтәһегеҙме?

– Эйе. Әле лә кеҫәмдә. Ҡурҡмағыҙ, Зәкиә Фәтиховна. Әле беҙ һөйләшкәнде яҙмай.

– Мин аптырап ҡына һораным. Һеҙ журналист түгел…

– Беләһегеҙме, мин төрлө етәкселәр менән осрашам, проект төҙөү өсөн договор яҙырға кәрәк. Әгәрҙә ул тәү мәлдә ризалашып, аҙаҡ, договорға ҡул ҡуймаһа – мин яҙылғанды ишеттерәм һәм тәртип…

– Хәйләкәр икәнһегеҙ, мистер Кәбиров. Ҡапыл уйламаҫһың да.

– Ә-ә-ә! Шулай кәрәк, Зәкиә ханым. Бөгөнгө заманала башҡаса ярамай. Ҡазанда нисек йөрөп ҡайттығыҙ? Ҡала оҡшанымы?

– Ой, ҡала матур, үҫкән. Тарихи үҙәге үҙе ни тора! Халҡы ябай, һәр саҡ татарса һөйләшеп йөрөйҙәр. Ә беҙҙең Өфөлә икенсерәк тә баһа. Үҙ телендә, әсә телендә һөйләшергә оялалар, тип әйтәйемме? Ҡазан университетында уҡыттылар. Дүрт көн! Әлбиттә, теге, Ленин уҡыған уҡыу йортонда түгел, ә медуниверситетта. Аҙаҡ ике көн фәнни конференцияла ҡатнаштыҡ. Ғөмүмән, бары ла оҡшаны.

– Ярай, мин шатмын. Ә мин бында бер ҡыҙҙы һағынып үлә яҙҙым.

– Ҡара һин уны. Сер булмаһа, ул ҡыҙығыҙҙың исеме кем?

– Һеҙҙән ниндәй сер булырға мөмкин. Зойка, Зоечка тип йөрөтәләр ине үҙен.

– Тимәк, ҡыҙығыҙ мәрйә, рус милләтенән.

– Юҡсы, башҡорт ҡыҙы. Беҙҙең телдә Зәкиә...

– Шулаймы ни? Мин дә Зәкиә лә баһа.

– Мин һеҙҙе шундай һағындым, ҡәҙерле Зәкиә Фәтиховна.

– Ә мин һағынмаған тиһегеҙме? Торһам да, ятһам да – гел генә Рәбис исемле егет күҙ алдында. Тилерәм тип торам.

– Зәкиә! Әйҙәгеҙ, залға сығып ултырайыҡ.

– Ә һауыт-һаба? Хәҙер, йәһәт кенә сайҡатайым да.

– Кә-рәк-мәй, ҡәҙерлем. Башҡа саҡта, яраймы?

– Ярай, күндерҙегеҙ.

– Беләһегеҙме, Зәкиә Фәтих...

– Ҡайҙан беләйем нимә әйтерегеҙҙе? Мин бары ошо кеше әһеленең Кәбиров Рәбис икәнлеген беләм.

– Зәкиә Фәтиховна! Мин һеҙҙе оҙаҡ эҙләнем. Теүәл утыҙ йыл һәм бер ай. Ниһайәт, эҙләгәнемде таптым һәм… бер ҡасан да юғалтмаясаҡмын.

– Ҡыҙыҡ килеп сыға түгелме? Ҡалай итеп утыҙ йыл кеше эҙләргә була? Тыуған көндән алып… был мөмкинме? Мин һеҙҙән алты йылға һуңғараҡ донъяға килгәнмен.

– Аптырайһы юҡ. Тыуғас та әсәйемдең түшен эҙләп бер көн ғүмерем үткән.

– Яҡшы. Бер көнөгөҙ үтһен дә, ти. Ҡалған айҙар, йылдарығыҙ?

– Тыумышымдың икенсе көнөнән шул кешене, йәғни, һеҙҙе эҙләй башлағанмын.

– Булмаҫ. Нисек итеп?

– Нисек... һөрәнләп, Зәкиә тигән ҡыҙҙы таптыра инең, тип әсәйем һөйләне.

– Һуң, һеҙ һөрән һалған саҡта мин булмағанмын да баһа.

– Әсәйем ни, һыбыҙғы малай, юҡ кешеңде таптырма, тип әрләгәстен, ары уны тыңлап, шым ғына һеҙҙең донъяға килгәнде, аҙаҡ үҫеп, уҡығанығыҙҙы көтә торғас, утыҙ йыл ғүмеркәйем үткән дә киткән.

– Мин әллә нимә эшләһәгеҙ ҙә ышанмайым. Был бит фантазия. Вәт шыттыраһығыҙ.

– Туҡтап тороғоҙ, Зәкиә Фәтиховна. Һөйләп бөткәнемде көтөгөҙ. Һеҙҙе эҙләүҙәр файҙаһыҙ икәнлегенә төшөнгәс, биш һүҙҙән һөйләм әйткәнмен. Әсәйем шулай тине. Ысынлап.

– Йә, йә, ниндәй һүҙҙәр әйтә алды орсоҡ ҡәҙәре генә, өс кило тартҡан сабый бала?

– Ниндәй өс кило? Дүрт, дүрт кило тигеҙ. Әсәйем менән күрешеп танышҡас һорарһығыҙ. «Мин утыҙ йәшемдә Зәкиәне осратасаҡмын», тип әйткәнмен. Күрҙегеҙме, мин әйткәнсә сыҡты.

– Һеҙ... яңылыштан фантастик әҫәрҙәр ижад итеүсе түгелме?

– Әле генә ундай әҫәрҙәр яҙып мауыҡмаһам да, мин үҙем фантастик кеше лә ул! Бына һеҙҙең турала бер ҡосаҡ мәғлүмәтем бар.

– Вәт ҡыҙыҡ. Анкетам, автобиографиям менән таныштығыҙмы? Тағы ла ниндәй сығанаҡтар ҡулландығыҙ? Сер булмаһа?

– О-һо-һо! Был мәғлүмәттәрме? Интерпол, диспансер агентураһы ярҙам итте. Шулай уҡ интернет, мединститут архивтарында соҡсонорға тура килде.

– Иҫ китмәле…

– Шулай ҙа факт бит, Зәкиә Фәтиховна. Уға ҡаршы барып булмай. 1986 йылдың ун етенсе мартында донъяға килгәнһегеҙ. Медтан һуң – ординатура. Ирҙә түгелһегеҙ. Сочи урамында бер әбейҙә фатирҙа йәшәйһегеҙ. 92-се йорт, 18-се фатир. Етеп торамы, Зәкиә Фәтиховна?

– Эйе, өс-дүрт аҙна ваҡытығыҙҙы юҡҡа үткәрмәгәнһегеҙ. Мин һеҙҙе дауаланып йөрөгән, тип уйлаһам. Шпиондар, разведчиктар уйынын уйнайһығыҙ.

– Мин, Зәкиә Фәтиховна, тышҡы һәм эске разведка органдарында билгеле кеше. Интерпол менән тығыҙ бәйләнештә торам. ФСБ-ла ла ихтирам итәләр. Ары тыңлайһығыҙмы?

– Әйҙә, әйҙә, – тине Зәкиә, – фантастик кеше икәнлегеҙҙе иҫбат итегеҙ, Рәбис әфәнде.

– Ишембай районында тыуғанһығыҙ. 1993 йылды ҡалаға күсеп килгәнһегеҙ. Атайығыҙ мәктәптә уҡыта. «Нива» машинаһы бар. Әсәйегеҙ дауаханала шәфҡәт туташы. Бер туған апағыҙ ғаиләһе менән Салауат ҡалаһында йәшәй. Ике ҡыҙҙары бар. Ҡустығыҙ хәрби училищела уҡый.

– Бары ла дөрөҫ. Бәлки һеҙ күрәҙәселер? Сиғандарға оҡшатып юрайһығыҙ. Мәгеҙ, тотоғоҙ ҡулымды. Ниҙәр көтә мине киләсәктә?

– Абдра, кудра, мадра. Мин, Зәкиә Фәтиховна, сихырсы ла, юраусы ла, сиған да, хатта шаман да түгел. Ләкин шуны әйтә алам: тап ике айҙа егерме ике көндән миңә кейәүгә сығасаҡһығыҙ.

– Ә ниңә иртәгә үк булмай?

– Ашыҡмайыҡ әле, ҡәҙерлем. Хәйер, һеҙ шаяртаһығыҙ. Дөрөҫөндә, мин телепат. Күп нәмәне үтә күрә, кешеләрҙең уйҙарын, фекерҙәрен әйтеп бирә алам.

– Улайһа, әйтегеҙ әле: мин ошо минутта нимә тураһында уйлайым?

– Дөрөҫ аңлаһам, мине ауыр һынау көтә. Ярай. Һеҙҙең баш мейегеҙҙә ике уй бер-береһе менән алыша. Беренсеһе, Зәкиәне йәшәгән фатирына алып ҡайтайыҡ, ти. Икенсеһе, һеҙҙең бында ҡунып ҡалыуығыҙҙы теләй. Мин, әлбиттә, икенсе уйығыҙҙа өҫтөнлөк бирер инем.

– Афарин, Рәбис әфәнде! Дөрөҫ. Нәҡ ошо уйҙар быраулай ине баш мейемде.

– Инде ниндәй уйҙаһығыҙ?

– Элекке уйымда ҡалдым. Сөнки икенсеһе еңелде. Беләһегеҙме, иптәш телепат, был билдәләмәнең икенсе төшөнсәһе лә бар.

– Ә Ванга? Болгар иленең иң арҙаҡлы әбейе? Ул үлгән кешеләрҙең йәндәре менән аралашҡан, тип тә һөйләйҙәр.

– Эйе, ишеткәнем бар. Замандашыбыҙ Ванга һәм 400 йыл элгәре йәшәгән Нострадамус күрәҙәсе булғандар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлеге фән ҡаҙаныштары был феномен кешеләрҙең һәм улар ҡулланған методикаларҙы аңлатырҙай хәлдә түгел әле. Нострадамус, мәҫәлән, ҡояш тирәләй әйләнгән планеталар һәм күп есемдәрҙең хәрәкәттәрен өйрәнеү һөҙөмтәһендә күрәҙәлеге тыуған. Ә бына шарлатандар үҙҙәрендә телепатия һәләтен асыҡлаған булып, халыҡ араһында экстрасенсор сеанстары үткәрә. Гробовский, Лонго һымағыраҡ паталогик тиле әҙәмдәр халыҡты күрәләтә алдайҙар. Кашпировский менән Чумак та уларҙан алыҫ китмәгән.

– Әлеге һөйләгәндәрегеҙ миңә лә ҡағыла икән, тип ҡотом осто.

– Тимәк, бурҙың бүрке яна.

– Бүрек булһа әле бер хәл. Выжданым яна, Зәкиә Фәтиховна, күңелемде ут солғап алды. Ахыры, бәхетемдән шашынып, уяулығымды юғалтҡанмын. Күрәһең, миндә, мин-минлелек сәскә атҡан. Мин телепат, күп нимәне күрә беләм, имеш. Был егеттәргә хас булмаған маҡтаныу... Уф-ф. Миңә оят. Ҡәҙерле Зәкиә Фәтиховна, һеҙҙең менән нисек осрашҡанымды һөйләйемме? Ярай. Тыңлағыҙ. Бөгөнгөләй күҙ алдымда. Һеҙ мин ятҡан палатаға индегеҙ. Һеҙҙе беренсе күреү менән сирле йөрәгем дөп-дөп тибә башланы. «Вы новенький? Я ознакомлюсь с вашей историей болезни. Я ваш лечащий врач. Что же, Кәбиров, будем лечиться. Давайте я ваше сердце послушаю. Снимите, пожалуйста, рубашку», – тип әйттегеҙ тылсымлы тауышығыҙ менән. Аҙаҡ йомшаҡ наҙлы ҡулдарығыҙ үпкә-йөрәк ағзаларым өҫтөнән күбәләктәй осоп, наҙлап үткәндә, ғүмерҙә кисермәгән ләззәтлек тойҙом. Ҡулығыҙҙың йылыһы тәнемә таралғандай булды. Ҡайнар һулышығыҙ арҡа-күкрәгемде иркәләне. Бына әле лә һеҙгә ҡарап һоҡланам, мине арбаған кешене тапҡаныма шатланып ултырам.

– Юҡ, юҡ, – тине Зәкиә, башын сайҡап, – мин ышанмайым. Бындай кисерештәрҙе, уй-тойғоларҙы мөхәббәт телендә яҙылған романдарҙа ғына уҡып була торғандыр. Ә һеҙ шул ҡәҙәре оҫта таусирлайһығыҙ, ней, иҫең-аҡылың китер. Тормошта осрай торған хәлме был, әллә алдымдағы хикәйәсенең фәлсәфә һатыу талантымы, тип уйлап ултырам.

– Шунда, Зәкиә Фәтиховна, йөрәгем телгә килде. Күрҙеңме, 30 йыл көткән аҡҡошоң ошо инде, уға ярарға, оҡшарға тырыш, – тип бойорҙо.

– Һеҙ һәр саҡ йөрәгегеҙҙе тыңлап йәшәйһегеҙме? – Ихлас аптыраны Зәкиә .

– Эйе. Ул миңә һис ҡасан хыянат ҡылмай, алдашмай. Сирләгәндән һуң уның һүҙенән сыҡҡаным юҡ. Кәрәгендә һөйләшәм, кәңәш һорайым.

– Йәнә мистикаға инеп киттегеҙ. Ул һеҙҙән айырым йәшәгән берәй субстанциямы әллә? Ағзағыҙҙы артығын йәнләндереп, рухландырып ебәрәһегеҙ түгелме?

– Бер ниндәй ҙә мистика юҡ. Кешенең йәне йөрәгендә тиҙәр. Шуға ышанаһығыҙмы, Зәкиә Фәтиховна?

Зәкиә уйланыбыраҡ ҡалды. Ысынлап та ауыр һорау ине был.

– Ваҡыты менән ышанам шикелле. Сөнки йән алыу, йән осоу һымағыраҡ мәғлүмәттәрҙе дини сығанаҡтарҙа ғына уҡып була. Моғайын, уның өсөн Аллаһ Тәғәләгә эскерһеҙ ышаныу кәрәктер ул. Ә фән бындай уйҙырмаларҙы инҡар итә.

– Итһә итә инде. Был – фән эше. Ҡәҙерле Зәкиә Фәтиховна, әйҙәгеҙ, йөрәк ҡушҡанса эшләйек әле. Ул һеҙҙе иртәгәһе көндө ресторанда ултырып ҡайтырға өндәй. Ризаһыңмы?

– Рәбис! Йөрәгеңә әйтсе, Зәкиә Фәтиховна ресторадарға йөрөп ғәҙәтләнмәгән, тиең. Ой-ой, ғәфү итегеҙ, һиҙмәҫтән «һин» тип ҡуйҙым.

– Күптән ваҡыт "һин"гә күсергә. Беренсе тапҡырға һине кисерәм. Ай-ай-ай, ниндәй тәртипһеҙлек. Мин үҙем лә һиҙмәйенсә... Зәкиә Фәтиховна, дөрөҫөн һөйләйем, мин дә шулай уҡ ресторанда тамаҡ туйҙырып йөрөргә яратҡан аристократ балаһы түгел. Булмаһа, драмтеатрға алып барам һеҙҙе... һине. Һуңынан үҙем белгән шәп кафеға алып барырмын. Унда айырым-айырым кабиналар эшләнгән. Залынан ҡарағанда, эстә кем ултырғанын күреп булмай, ә кабина эсенән бар кеше зәңгәр экрандағы һымаҡ, ус төбөндә. Йә, ҡәҙерлем! Инде ризаһыңмы?

– Уйларға кәрәк, Рәбис. Йөрәк менән кәңәшләшергә…

– Уйланырға һуң инде, Зәкиә. Мин беләм, беҙҙең йөрәктәр күптән риза...

– Бәрәкалла! Ваҡытҡа ҡара әле, Рәбис.

– Шунан ни булған? Төнгө ун бер тулған да баһа.

– Әйҙә Рәбис, кейен. Ҡыйын булһа ла, мине фатирыма ҡайтарып ҡуй.

– Бәлки, кире уйларһың ә, Зәкиә?

– Юҡ, тинем бит, егеткәйем. Беләһеңме, минең әбей ниндәй уҫал. Киске унда ишеген шығырҙатып бикләй һала. Ә унан, квартиранткам юғалды, тип милицияны аяғына баҫтыра. Бына ошондай боевой әбейҙә йәшәйем мин. Ләкин үҙе йомарттың-йомарты. Торғанға хаҡ та алмай.

– Беләһеңме, ни өсөн ул һинән аҡса һорамай?

– Әйт һуң?

– Бәй, һин уның йөрәген тикшерәһең, ҡан баҫымын үлсәйһең, уколын бирәһең, массажды ла ҡалдырмайһың. Ҡарсығың ошо процедураларға түләй башлаһа әле!..

– Ҡайҙан беләһең быларҙы, Рәбис? Һиңә һөйләмәнем дә баһа.

– Быны белеү өсөн Зәкиә туташ, әллә ниндәй һиҙгерлек йә күрәҙәсе булыу кәрәкмәй, – тип көлдөм мин.

 

* * *

Бер аҙна тигәндә, Зәкиәне бер бүлмәле фатирыма бөтөнләйгә алып ҡайттым. Эйе, йәштәр араһында киң таралған гражданлыҡ никахы менән беҙҙең ғаилә тормошо башланды. Әлбиттә, Зәкиәнең һәм минең законлы өйләнешеү тәртибенән баш тартырға уйыбыҙ ҙа булманы. Ике ай ҙа егерме ике көндән ЗАГС-ҡа инәбеҙ, тип юрағаным дөрөҫкә сыҡты. Ноябрь баштарында атай-әсәйемдәргә ҡайтып, никах үткәрҙек, ә аҙаҡ, әйткәнемдең шул көнөндә, ЗАГС-та яҙылыштыҡ. Кисен, үҙем яратҡан «шәп кафе»ла туй гөрләп үтте. Инде өйләнгәнебеҙгә ете ай. Беҙ Зәкиә менән отпускка тура ауылға ҡайтып төштөк. Атайым эштән ҡайтмаған, әсәйем сирләберәк тора. Шуға көтөү ҡаршыларға үҙем барырға булдым. Ауыл осонда йәшәгән Хәйҙәр ҡарттың картуф баҡсаһы ҡырында унлаған төҙөлөш ағастары арҡылы-торҡоло ята. Шуларҙың береһенә ҡунаҡланым да малай-шалайҙың йүгерешкәнен ҡарап ултырам. Ҡарт-ҡоро һөйләшкәндәренә лә ҡолаҡ һалырға онотмайым. Шул мәл ҡырыма күрше, теге әшнә апай килеп баҫты. Ҡулында бер-ике икмәк телеме, һыйырыналыр.

– Ни хәл, Рәбис? Эргәңә ултырырға буламы? – һорауҙан башланы һүҙен Рафиға апайҡай.

– Ә-ә, әшнә апай, һаумы! Ултырып ебәр. Бүрәнә иркен. Ниндәй илдәрҙең йылы елдәре һине бында осортоп килтерҙе. Хәлдәр?

– Аллаға шөкөр әле. Зарланырға иртә. Үҙең һуң, сибәркәйең?

– Ал да гөл, Рафиға апай. Ҡалғандарын үҙең бел.

– Һай, шаталаҡ малай. Әллә һыйыр ҡаршыларға килдеңме?

– Юҡсы. Һөйләнең хәбәр. Һыйыр сотовыйҙан шалтыратты. Ауыл осонда көтөп ултыр, ҡыуып алып ҡайтырмын, тигәйне. Бына көтәм әле.

– И-и, ошоно. Клоун.

– Циркта эшләйем бит. Йәнлек-хайуандарҙың ҡойроҡтарын күтәреп торам. Ярты ставкаға ҡуйҙылар.

– Ниңә улай «слабо»? – Аптыраған булып ҡыланды әшнә апай.

– Йәнлектәр һорағанда ғына ҡойроҡтарын күтәрәм…

– Ҡалай дефицит эш тапҡанһың!..

– Ул эшен дә танышлыҡ аша таптым. Икенсе, аҡсалы эшкә ярамайым шул. Зиһенем һәм грамотам етмәй.

Рафиға апай менән рәхәтләнеп көлөшөп алдыҡ. Осрашҡан һайын бер-беребеҙҙе көлкөгә алып, шаяртыуҙар аша үтә беҙҙең дуҫтарса әңгәмәбеҙ.

– Етте, тим һиңә. Әтүсә, Рафиға көлгән еренән йығылып китеп үлгән, тип көлөрҙәр.

– Мин дә шулай булмағайы тим дә баһа. Әсәйем сырхап тора. – күңелһеҙ генә әйтеп ҡуйҙым. – Үҙем көтөү ҡаршыларға булдым.

– Нишләптер, Сания апай һуңғы ваҡытта сирләштереп ала ла китә. Йәше лә әллә ни түгел дә һуң. Йәш бисәң, тим, ҡалайыраҡ йәшәп ятыла?

– Күҙ теймәһен. Тфү, тиген.

– Бәпкәләрегеҙ бармы әле?

– Әлегә алманыҡ әле. Зәкиә ни, берәй утыҙ ҡаҙ бәпкәһе алып, балконда үҫтерәйек, ти ҙә бит, әлләсе.

– Борма әле, Рәбис. Бәпесегеҙ тураһында һораһам, һин...

– Ә-ә, шулай тиген. Бөгөндән юҡ әле. Бәпәй эшләү ҙә эшме! Өлгөрөрбөҙ әле.

– Юҡ, улай тимә. Ашығыр кәрәк, ҡустым. Унан һуң булмағайы. Тиҙләтә төшөгөҙ. Юғиһә бәләкәстәреңә аң-тәрбиә бирә алмай, олоғайып китерһең.

– Есть! Әтеү, йүгерҙем бала эшләргә, – тип тиҙ генә аяғүрә баҫтым.

– Ултыр, – тип ҡулымдан тартып кире бүрәнәгә ултыртты әшнә-апай, – ҡайҙа ашҡынаһың? Өлгөрөрһөң. Тыпырсынмай ғына ултырып тор.

– Йә ашығығыҙ, йә ашыҡмағыҙ. Нимә эшләргә һуң миңә?

– Һине һөйләндергән мин иҫәр. Уйынға алып тик тораһың.

– Ярай, апай. Һин ҡушҡас, тырышмай булмаҫ инде. Был етешһеҙлекте бөтөрөү өҫтөндә арымай-талмай, көн-төн эшләрбеҙ. Беҙҙең баш йәш әле. Ахыр сиктә кәбеҫтә араһынан булһа ла алып инербеҙ.

– Шулай итерһегеҙ, баламут. Килен шул табип эшендәме?

– Эйе, диспансерҙа эшләп йөрөй. Бүлек мөдире итеп үрләттеләр.

– Яраған шул. Киленсәк менән ҡалай танышып алдың?

– Һин, Рафиға апай, күршелә йәшәп тә бер нәмә белмәйһең.

– Белгәндәрем дә баштан ашҡан, Рәбис ҡустым. Унан, Сания апай серҙәре менән уртаҡлашып бармай. Һинең менән дуҫтарса аралашҡанды өнәп бөтмәйме... белеп булмай, көнләшәме, бәлки, барҙыр.

– Был турала тәүләп ишетәм.

– Ут күрше булып йәшәһәк тә, беҙ серҙәш әхирәттәр булманыҡ.

– Ялыҡмаһаң ни, һөйлә. Минең ҡолаҡ тырпайып тора.

– Урыҫ мәҡәлен беләһеңдер. Унда «счастье не было, да несчастье помогло» тиелә. Минең менән дә яҡынса шулай килеп сыҡты. Аяғөҫтө инфаркт үткәреп, дауаханаға эләкмәһәм, йөрәгем үҙ иткән йән киҫәгемде осратмаған булыр инем.

– Романығыҙ шунда башланған икән, – тип ҡыҙыҡ ҡына әйтеп ҡуйҙы әшнә-апай.

– Һөйләмә лә. Диспансерҙа танышҡандан һуң Зәкиә менән йөрөп киттек. Өс аҙнанан уны бер бүлмәле фатирыма күсереп алдым, һәм бер ғаилә булып йәшәй башланыҡ. Әйтһәм әйтәйем, яҙылышмайынса ғына.

– Улай ярайҙыр шул?

– Ярай торғандыр инде. Өс ай тигәндә никах туйы, загс һәм туй мәжлесе. Кешеләрсә, законлы никахҡа индек. Бына шул. Хәйер, һин беҙ никахлашҡанды күрҙең, үҙең ултырҙың.

– Эйе, бик оҡшағайны. Үҙең аҡсаны ҡайҙан табаһың? Моғайын да, зерә ҙур кешелер һин. Эйеме?

– Ҙур булманым инде, Рафиға апай. Ҡышҡыһын кәпәс кейһәм, буйым метр ҙа алтмыш, көҙгөһөн кепка менән пеләшемде ҡаплаһам – метр ҙа иллегә төшә, йәйгеһен уныһын ла һалып ташлаһам, күпме ҡаламдыр?

Әллә Зәкиә менән ауылға, ялға ҡайтҡанғамы, кәйефем шәп, күршемдең һәр һүҙен уйынға алып, көлкөгә әйләндереп тик ултырамсы. Иларға тура килмәгәйе! Ә Рафиға ундайҙы булдыра торған. Әлбиттә, һүҙе менән.

– Тфү һине. Ярған бураҙнанан сыға ла китәһең.

– Тимәк, минән йүнле, һәйбәт ер һөрөрҙәй ат сыҡмаясаҡ.

– Сыбыҡ менән ҡайыҙлаһаң, сығыр ине лә ул…

– Әйтәм, ҡайыҙлар урыны ҡысытып тора ине.

– Ә шулаймы? Бына хәҙер үҙеңде.

Рафиға апай сәмләнепме, әллә уйнағыһы килептер, ҡулына оҙон сыбыҡ эләктерә һалды ла мине ҡыуып китте. Эй йүгерәшәбеҙ, ул сабышабыҙ. Торғаны менән кәмит. Мин ағастар аша һикерәм, ул да кәзәләй һикергеләнә. Юҡ-юҡта сыбыҡ осо арҡа тирәләрен һыпырып алғаҡлай.

– Бына һиңә! Мә, кәрәгеңде ал. Икенсе бураҙнаны боҙма. Ат булһаң – ат була бел. – Тамам образға инеп китте апаҡай. Әртисткәме ни, ҡалай ролен оҫта башҡара, мин иһә, булды, етте, тип оран һалам. Һиҙәм, ҡысҡырыуым ғына етмәй. Тоттом да аттай сабынҡылап киттем. Ул кешнәйем, ул бышҡырам. Күрәһең, үҙем әллә ат булып уйнау оҡшап киткәндер.

– Яҡшы ат булдым, – тип йәнә кешнәйем.

– Шулай тип ҡотол, – тине Рафиға апай, тыны ҡурылып, хәле бөтөп, бүрәнә өҫтөнә ҡунаҡланы. Бала-сағаһы, ҡарт-ҡороһо беҙҙең кәмитте күреп, нимә уйлағандыр инде…

– Һай, аумаҡай малай. Тала ла белмәйһең. Мин бит һинән ҡайҙа... эшләйһең тип һораным.

– Ҙур дәрәжәле кеше мин хәҙер, апай. Проект институтында директор урынбаҫары. Дуҫтарым ауыҙ йыра, төрттөрөп бара: эшеңдә ошо тиҙлек менән үрләһәң, күп тә үтмәй директорыңдың урынына баҫырһың, тиҙәр. Мин дә сер биреп бармайым: дуҫтар, көтөгөҙ, килер ул көн... бер... йөҙ йылдан, тигән булам.

– Һай-һай, ҡалай ҙур начальник икәнең дә! Шулай, ергә ҡаты баҫып йәшәр кәрәк, Рәбис ҡусты. Ваҡыт тапһаң, беҙгә лә килен менән инеп сығығыҙ. Ҡыҙымдың улы тыуҙы. Ниһайәт, мин дә өләсәй булдым. Үҙҙәре һәйбәт кенә йәшәп яталар. Кейәү кеше арыу холоҡлоға оҡшаған.

– Ҡотлайым, Рафиға апай. Оноғоғоҙ иҫән-һау үҫһен. Линиза ла бәхетле әсә, тоғро ҡатын булһын. Бик шатмын.

– Рәхмәт, Рәбис! Һиңә лә гелән генә уңыштар яуып торһон. Әй, әттәгенәһе, – тине ул көрһөнөп, – көтөү ҙә һуңлап ҡайта, әнә, боролоштан саҡ сыҡтылар. Ҡаршы бара һалайым әле. Һыйырым аҙғын, күҙен аҡайтып ҡасырға ғына тора. Уға тип икмәк һынығы ла алғайным.

Ул бүрәнән тороп китте лә, кинәт миңә боролоп:

– Рәбис, ишеттеңме-юҡмы, Гөлкәйҙең тормош иптәше аварияға эләгеп һәләк булған, – тине лә һәүкәшен ҡаршы алырға китеп барҙы.

Тәү башта аңламаным. Ниндәй яуыз хәбәр ишеттереп китте һуң күрше апай. Аҙаҡ аңыма барып етте: Гөлкәй, Гөлкәй... Мин уны онотоп та бара инем бит. Теүәл бер йыл элгәре, һуңғы осрашыуҙан һуң инфаркт үткәрҙем. Хәҙерге көндә Гөлкәй миңә кәрәкме? Йөрәгем тын, терелдеп-һуғылып бармай. Ниндәйҙер уйҙарға сумған. Ахырыһы. Теге саҡта, ҡап урам уртаһында мине үҙе менән әйҙәләгән булһа, йәш көсөктәй артынан йәһәннәмгә лә эйәреп китергә әҙер инем дәбаһа. Тимәк, Гөлкәй ике балаһы менән тол ҡалған. Ниңә һин, донъя, ҡай саҡта кешеләреңә мәрхәмәтһеҙ булаһың? Йә, Раббым, ниңә шул саф әҙәм балаһын рәнйетергә ирек ҡылдың? Гонаһһыҙ балаларын атай һөйөүенән, мәхрүм иттең? Күҙҙәрем йәш менән тулды. Артабан нисек йәшәр икән минең тәүге мөхәббәтем? Гөлкәйҙең һыны, моңһоу ҡарашы күҙ алдыма баҫты. Йүгереп китерҙәй булам да… Барып етерҙәй... Зәкиәм бар ҙаһа минең, нисек инде йүгерәһең, ти.

– Ағай! Ниңә илайһығыҙ? Ана бит һыйырығыҙ һеҙгә төртөлөп тора. Ҡыуып алып ҡайтығыҙ, – тигән бала тауышына һиҫкәнеп киттем. Баҡһам, бүрәнә өҫтөндә илап ултырам икән…

Бойоғоп, күңелем китекләнеп ҡайтҡанымды һиҙҙермәҫкә тырышһам да, Зәкиә, миндәге үҙгәрештәрҙе күреп, диванда китап уҡып ултырған еренән һикереп торҙо.

– Рәбис! Ни булды?

– Ҡәҙерлем, бер ни ҙә булманы. Тыңла әле, вәт ҡыҙыҡ хәл. Көтөү ҡаршылағанда һыйырҙы күрмәй ҡалғанмын. Ул үҙе мине танып яныма килеп баҫты. Йәнәһе, мине өйгә алып ҡайт. Һәүкәштең хәтерен әйт әле һин.

– Етте инде, һөйләмә шул һыйырыңды. Тәүҙә үҙеңә ҡара, йөҙөң ағарынып ҡатҡан. Кил эргәмә. Йөрәгеңде тыңлап ҡарайым. Сис күлдәгеңде.

Зәкиә ҡулына фонендоскоп алып, үпкә-йөрәк нисек эшләгәнлеген тикшерә башланы. Прибор ғаилә табибымдың тылсымлы ҡулында күкрәгем, арҡа һырты буйлап аҫҡа-өҫкә атлыға. Зәкиәнең нәҙек, һиҙгер бармаҡтарынан тәнем сымырлай, көлгөм килә.

– Рәбис! Тыныс ҡына тор. Нимәгә борғоланаһың?

– Зәкиә! Ҡытығымды килтерәһең, ой-ой! Ха-ха-ха!

– Араҡы йотҡан иҫерек кешеләй ҡыланма әле. Көлөүеңде туҡтат. Бер нәмә ишетмәйем. Һинең ҡытығыңды килтерергә мин шүрәлелер шул?

– Ха-ха-ха! Һин шүрәленән дә былайыраҡ кети-кети итәһең. Хи-хи-хи, оһо-һо!

– Тыныслан, Рәбис. Ҡан баҫымың 540-тан 320-гә менә лә баһа.

– Нимә? Ҡурҡытаһың, Зәкиә. Йә, үлсәй һал инде. Алты йөҙгә күтәрелгәнен көтәһеңме ни? Тонометрың бында ята.

– Һай-һай! Күтәренке лә баһа. 160-ҡа 100. Ун ай минең күҙәтеүем аҫтында йәшәнең – был ҡәҙәре булғаны юҡ ине. Былай ярамай, дуҫҡай. Әйҙә, иртәнге аштан һуң ҡайтыр яҡҡа ҡуҙғалайыҡ. Ни тигәндә, кардиограмма яҙҙырыу кәрәк, анализдар биреү мотлаҡ. Белмәйем, холестериның нимә күрһәтер…

– Зәкиә, ҡәҙерлем, һин нимә? Бөгөн ҡайтып... Ҡасып киткәндәй тойолмаҫмы? Әле атайҙы ла күрмәгәнбеҙ. Әсәй ҙә сирләп тора.

– Әсәйҙең бөйөрө ауырта. Бәлки, таш ултырғандыр, УЗИ аша тикшерергә кәрәк. Яҡын тирәлә үҙебеҙ менән алып китеп, урологҡа күрһәтербеҙ. Аңла, Рәбискәйем, әле һүҙ һинең һаулығың тураһында бара.

– Зәкиә, тыныслан, бәғеркәйем. Мин юҡ-бар сиргә бирешеп ятайыммы? Ни хаҡым бар? Иртәгә район дауаханаһына барып, радиограмма яҙҙырырмын, анализдар бирермен.

– Нимә тигән радиограмма ул тағы… Кардиограмма тиең – наҙанлыҡтың бишенсе стадияһына еткән директор урынбаҫары. Әйтһәм әйтәйем инде, урын баҫарлыҡ ерең ҡалмаған.

– Яңылыш ысҡынған һәр һүҙгә бәйләнмә әле.

– Икенсе һүҙеңде уйлап һөйлә. Һин мине әллә, үҙеңдең милкең күреп, приватизацияланыңмы?

– Эйе, прихватизировать итергә лә өлгөрҙөм...

– Ҡасан булды ул хәл?

– Иҫеңдә булһа, загста яҙылышҡан көндә. Хоҡуғым бар...

– Мин уйлаһам...

– Зәкиә, алтынҡайым, уйлама, уйланма, тим. Яҡшыраҡ йоҡларһың.

– Рәбискәйем! Ҡара уны, йөрәгем ауырта, тип берәй һүҙ ысҡындыр –аяҡ-ҡулдарыңа кандал кейҙереп, диспансерға илтеп һалам.

– Мине, яуыз енәйәтсене, әллә ҡасан ҡулға алырға кәрәк булған.

– Рәбис, һин үҙ-үҙеңә дошман. Сөнки үҙеңде һаҡламайһың, мин әйткәндәргә төкөрөп ҡарайһың.

– Улай уҡ түгел, Зәкиә. Ҡай ваҡыт тайпылған мәлдәр була, әлбиттә. Ләкин һин аңла, һөйөклөм, мин дә һинең шикелле тере кеше, панцир эсендә йәшәмәйем. Үҙеңә рәхмәт. Һин булғанға мин иҫән-һау. Һин минең фәрештәм. О-о, атай эштән ҡайтты. Ҡапҡанан инеп килә. Сығып ҡаршылайыҡ үҙен.

– Әйҙә һуң, иптәш перехватчик...

Беҙҙе күреп, атайымдың ауыҙы йырылды. Бер мине, бер киленен ҡосағына алды.

– Атай, ниңә һуң? Әллә эш тығыҙмы?

– Үҙең беләһең, улым, малсылыҡта эш бөтмәй. Көн дә шул. Һауынды бөтөрөп, һөттө оҙатҡылағансы төн була ла китә. Ярай әле әсәйең, балалар ҡайтты, тип кеҫә телефонынан шылтыратты. Әтүсә... Әйҙәгеҙ, инегеҙ. Өҫтәл артында һөйләшербеҙ.

– Ней, беҙ ашаныҡ инде. Үҙегеҙ генә, – тип әйтеп ҡуйҙы Зәкиә.

– Нисек инде? – Аптыраны атайым. – Юҡ, улай килешмәй, килен, аштан оло булырға ярамай.

Төнгө икегә ҡәҙәр әңгәмә ҡороп ултырҙыҡ. Мин һиҙҙермәй генә Зәкиәнең тубығына ҡул осон тейҙереп алдым.

– Әсәй, бешергән аш-һыуҙарығыҙ тел йоторлоҡ. Рәхмәт.

– Атай, һиңә иртә тораһы, – Зәкиә менән өҫтәл артынан ҡуҙғалдыҡ.

– Иртәнге биштән тороп күнегелгән инде, балалар. Һеҙ ҙә арығанһығыҙ. Ял итегеҙ.

Беҙ, атай-әсәйгә тыныс йоҡо теләп, бүлмәбеҙгә инеп киттек.

– Рәбис! Әйҙә, йоҡлайыҡ инде. Һөйләнеп, йоҡоно ҡасыраһың да баһа.

– Әйҙә һуң, сисен...

– Утты һүндер, оялам.

– Оятһыҙ. Үҙ иреңдән оялаһың?!

– Юҡ та. Миңә, ниңәлер, һәр мөйөштән, түшәм, иҙән ярығынан беҙҙең арттан кемдер күҙәткән һымаҡ. Шул баҙлаған күҙҙәрҙе күргән, тойған кеүекмен,

– Зәкиә, ҡәҙерлем, һин арығанһың. Шуға һинең күҙеңә күренәлер. Ауылда тыныс. Беҙ кемгә хәжәт? Бер кем дә юҡ. Сисенеп ят.

Зәкиә башын мендәргә һалыу менән йоҡоға сумды. Мин асыҡ күҙ менән оҙаҡ яттым. Таң беленеп килгәндә генә йоҡо баҫты. Төшөмдә Гөлкәйҙе күрҙем.

– Рәбис! Мин һаҙлыҡҡа батып барам, ҡотҡар. Һин ҡай-ҙа-а? Кил минең янға. Ярҙам ит, – тип ялбара теге.

– Гөлкәй, Гөлкәй! Мин хәҙер килеп етәм. Саҡ ҡына көт. Мин һине күрәм. Ятҡан йыуан ағасты алам да һиңә һуҙам. Ботағына тотоноп сығырһың.

– Яҡын килмә, йәнем. Һаҙ икебеҙҙе лә һурып алыр. Ағасыңды миңә ҡарай сөй. Аңланыңмы, Рәбисем?

– Эйе. Хәҙер.

Ағасты бар көсөмә осороуым булды, йыуан осо Гөлкәйҙең баш түбәһенә төштө. Уф, Аллаһым. Һаҙлыҡ Гөлкәйҙе шунда уҡ үҙенә тартып алды. Һаҙ өҫтө былт-былт итте лә тынып ҡалды. «Гөлкәй! Мин һине күрәләтә һәләк иттем. Кисер мине, беренсе мөхәббәтеңде. Гөлкәй, теге донъяла булһаң да ғәфү ит», – тип ҡысҡырып илайым. Ҡот осҡос төш. Һыҡма тиргә батып, ҡурҡып уянып китһәм, Зәкиә эргәмдә йоҡламай ята, имеш.

– Насар төш күрҙеңме, әйкәйем?

– Ай! Бындай төштө дошманыңа теләмәҫһең. Яҡын дуҫымды һаҙлыҡтан ҡотҡара алманым.

– Ә ул дуҫыңдың исеме... Гөлкәй инеме?

– Ә-ә-ә... Эйе, юҡ...

– Рәбискәйем! Йоҡлағаныңда дүрт тапҡыр, Гөлкәй, кисер, тип ҡысҡырындың. Кем ул? Һөйәркәңме?

Башыма күҫәк менән һуҡтылармы ни! Көтөлмәгән хәл. Аяҙ көндө күк күкрәгән ише килеп сыҡты. Зәкиә мине аңлармы? Ышанырмы? Бәлки, нисек бар шулай һөйләп бирергәлер? Ярты төн йоҡламай, Гөлкәй тураһында уйланып яттым. Уны һәм етем ҡалған балаларын йәлләнем.

– Тыныслан, Зәкиә. Бер ниндәй ҙә Гөлкәй юҡ. Тик беҙ икебеҙ, һин һәм мин.

– Рәбис, алдашма. Кәрәкмәй. Мин барын да белергә тейеш, һине аңларға һәм кисерергә тырышырмын. Сөнки үҙеңде яратам, Рәбис, һөйөп кейәүгә сыҡтым. Шулай уҡ һөйөлгөм дә килә. Ишетәһеңме, дөрөҫөн һөйләп бир. Ир булһаң – ир бул. Аҙаҡ, үҙеңә еңеллек килер.

– Ике ҡулымды, ике аяғымды ла күтәрәм. Күр, бына ошолай. Ә хәҙер тыңла, бәғерем. Гөлкәй менән булған хәл-ваҡиғаларҙы, мөнәсәбәтемде һөйләр итәм.

Сәғәттән ашыу Гөлкәй менән осрашыу эпизодын Зәкиәгә түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙем.

– Рәхмәт, Рәбис. Бына, был исмаһам – ирлек. Мин шуны аңланым: тырнаҡ осондай ҙа ғәйебең юҡ. Хыянатыңды ла күрмәйем. Йәшлектә була торған хәл. Ә хәҙер... йоҡлайыҡ.

Мин түшәккә арҡыры төшөп, ғырылдаған булып ҡыландым.

– Рәбис, ҡалай һин оятһыҙ әҙәм. Тәүҙә мине ярат, аҙаҡ ғыр-ғыр итерһең, – тип тә бөттө Зәкиә, артынан, тәнемә һырылып, иренемә үрелде...

 Дауамы бар.

Повестты күсереп алғанда "Ағиҙел" журналының сайтына һылтанма яһау - МОТЛАҠ!!!

Читайте нас: