Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
23 Май 2023, 16:55

Германия ерендә. Хикәйә. МАНСУР БАҺАУВ

1945 йылдың апрель аҙаҡтары… Дошман, ғүмеренең ахырыһын аңлаған яралы йыртҡыс кеүек, бөтә ерҙә аяуһыҙ ҡаршылыҡ күрһәтә.

Әлегә тиклем башҡорт атлыларын ауылдарҙа, ҡалаларҙа ҙур ҡыуаныс менән ҡаршы алһалар, бында, фашизмдың төйәге Германия еренә аяҡ баҫҡас, һәр һалдат  уларҙы ҡолас йәйеп көтмәгәндәрен бик тиҙ аңланы.

Элек ҡурҡыныс тик алдан ғына булһа, бында үлем һәр яҡтан: алдан да, арттан да, уңдан да, һулдан да һағалай. Төп көстәрҙән башҡа, ваҡ төркөмдәргә туҙҙырылып таратылған фрицтар, йә булмаһа, һуңғы ваҡытта Гитлер ҡоралға ҡуйған үҫмерҙәр һис уйламағанда, көтмәгән урындарҙан ут аса, ғәзиз ғүмерҙәрҙе ҡыя. Һуғышта үлемдәрҙән башҡа барыһына ла өйрәнергә, күнегергә була ул… Ә бына Еңеү яҡынлашып килгәндә был бигерәк тә үкенесле. Шулай Берлинға яҡынлашҡан һайын шайморатовсылар араһында ла аңһыҙ, аҡланмаған юғалтыуҙар күбәйҙе.

…Разведчик Әптелғәлим Ямалетдинов иҫ киткес тәбиғәтле кеше ине. Хоҙай унан бер нәмә лә йәлләмәгән: төҫө, буй-һыны тиһеңме – ысын ир өлгөһө. Алсаҡ, ярҙамсыл, шаян һәм һис ҡайғырыу белмәгән был һалдатты эскадронда бик яраттылар. Ә инде уның немец самолеты көпшәһенән эшләгән ҡурайҙа уйнауы – һушың китерлек. Тик шуныһы, Әптелғәлим һәр саҡ тик һағышлы көйҙәрҙе генә һыҙҙырыр булды. Кемдәрҙер: «Ҡуйсәле, ниңә шулай йөрәкте йыртаһың? Уйна инде күңеллеһен…» – тиһә, ул ҡуйы мыйығы аҫтынан йылмайып: «Бына Берлинға барып етәйек әле», – тип яуап бирер булды. Күңелендәге аһ-зарҙы йәшерә белә ине разведчигың. Быны тик дуҫы Ғәйфулла ғына аңлай. Әптелғәлим ата-әсәһен белмәй, туғандары ла юҡ. Ул балалар йортонда тәрбиәләнгән. Уҡыуҙы алтын миҙалға тамамлаған, киләсәккә ҙур өмөттәр бағлатҡан егет, яман шайкаға эләгеп, уғрылыҡ юлына баҫа, ултырып та сыға. «Эх, йәшәүҙең ҡәҙерен һуғышҡа ингәс кенә белдем. Алла бирһә, имен-һау әйләнеп ҡайтһам…» – тип хыялланғандары аҙ булманы уның.

Ҡыйыу разведчик тураһында тыңлаһаң, көлкөнән шартлап үлерлек мәҙәктәр йөрөй шайморатовсылар араһында. «Ю-уҡ, арттыралар, шыттыралар… Кемделер берәүҙе Чапайға әйләндереп һөйләргә кәрәк бит инде», – тип уйлаған Ғәйфуллаға уларҙың береһенә үҙенә лә шаһит булырға тура килде. Шунан ғына ул дуҫына «Ну, Әптерәй» тигән ҡушаматты бушҡа бирмәгәндәренә ышанды.

Был хәл Украина ерендә булды. Дошманды эҙәрләп һуғышып йөрөй торғас, эскадрон билдәһеҙ ергә «кәйелеп» килеп сыҡты. Шуға  күрә лә комэска һанаулы ғына разведчиктарға, ваҡ төркөмдәргә бүленеп, тирә-яҡты байҡап сығырға әмер бирҙе. Кешеләр етешмәгәнлегенә һылтанып, Әптелғәлим разведка начальнигынан инәлеп-ялбарып пулеметсы Ғәйфулланы ла үҙе менән алды. «Әйҙә, минең менән ҡултыҡ аҫтынан ел уҙғарып йөрөп ҡайт әле. Пулеметың ял итһен», – тип шаяртып өндәште ул дуҫына.

Дошман тылында улай-былай һуғыла торғас, дүрт разведчик бәләкәй генә хуторға килеп сыҡты. Бында урам тулы техника, немец һалдаттары ла мыжғып тора. Офицерҙар күп күренгән йорт хутор уртаһындараҡ булғас, разведчиктар ҡабаланманы. Уның кәртәһе артындағы бейек әрем үләндәре араһына барып боҫтолар ҙа ҡараңғы төшкәнен көттөләр. Көнө-төнө аяҡ өҫтөндә булған һалдаттарға тыуған яҡты хәтерләткән танһыҡ, ҡәҙерле еҫтәр аңҡытҡан был ҡыуаҡлыҡ бер юлы ял итеп алырға ла йәтеш урын ине. Ләкин серәкәйҙәр «һыйлап» хәрәкәтһеҙ ятыу үҙе бер язаға әйләнә. Күпме ваҡыт үткәндер инде, Әптелғәлим, улай-былай борғолана торғас, түҙемһеҙлек күрһәтеп:

– Иптәш сержант, минең эс бора. Бушатырға ине… – тип бәлә һалды. Командиры:

– Ну, Әптерәй, тапҡанһың ваҡыт. Ярай, ошонда ғына ултыр ҙа ҡуй. Юғиһә, немецтар күреп ҡалыр, – тип шыбырланы, сырайы һытылып.

Тегенеһе:

– Ҡуйсәле, иптәш сержант, көләһеңме әллә? Шунан кискә хәтлем минең һаҫыҡты еҫкәп ятабыҙмы ни? – тип ризаһыҙлыҡ белдергәйне, сержант асыуынан саҡ ҡысҡырып ебәрмәне:

– Ну, Әптерәй, ну, әртис. Бар, күҙемдән юғал, ана, арыраҡ кит. Тик ултырып түгел, ятып ярау ит, – тип асыу менән ҡулын һелтәне. Һалдаты ҡояштай балҡып көрһөндө лә, янында ятҡан Ғәйфуллаға күҙ ҡыҫып, арты менән шыуышып күҙҙән юғалды. Байтаҡ ҡына ята торғас, әллә үҙҙәрендәге кеүек йөрөгән немец офицерҙарына, әллә аяуһыҙ талаған серәкәйҙәргә һарыуы ҡайнап, сержант асыулы йөҙ менән һалдаттарына күҙ йөрөтөп сыҡты ла, Әптелғәлим иҫенә төштө шикелле:

– Теге сысҡаҡ ҡайҙа олаҡты шул? – тип борсолдо. Кинәт шул ваҡытта алда үлән ҡыштырлағаны, кемдеңдер нимессә шыбырлауы ҡолаҡҡа салынды. Разведчиктарҙың автомат көбәктәре тауышҡа төбәлде. Улар үҙ күҙҙәренә ышанманы. Алдарында ауыҙына ҡағыҙ бөкө тығылған офицер кителендә немец, ә артынан «шнель, шнель»  тип ҡабаландырып, уның яланғас осаһына фуражка менән һуға-һуға, «бушанырға» киткән Әптелғәлим шыуыша ине. Быны күргән сержант  нишләргә белмәй аптырап ятты, ләкин тиҙ генә үҙен ҡулға алды:

– Ну, Әптерәй, ҡасан бөтә һинең кәмиттәрең? Ҡайҙа ебәрҙем мин һине, ниңә улай рөхсәтһеҙ баш-баштаҡланаһың? Ә быныңдың ыштаны ҡайҙа, нимә, шулай алып ҡайтмаҡсы булаһыңмы? – тип һалдатын «бешә» башлағайны, разведчик сырайын һытҡан булып: «Ғәфү итегеҙ, иптәш сержант. Шулай килеп сыҡты инде… Уның да эсе киткән булған, бәҙрәфтә ҡағыҙы менән бүлешмәгәйне, шуға асыу килде лә… Бына һеҙгә алып килдем», – тип шыбырланы. Шунан командиры ышанһын өсөнмөлөр: «Шулай бит, герр официер?» – тип «тел»дең ҡабырғаһына ҡаты итеп төртөп ебәрҙе. Уныһы күҙҙәрен аҡайтып башын һелккеләне, танау эсенән ниҙер шыбырланы. Быны күҙәткән разведчиктар көлөп ебәреүҙән саҡ-саҡ тыйылып, ауыҙҙарын устары менән ҡаплап ята бирҙе. Әптелғәлим сержантынан кире әйләнеп, офицерҙың галифеһын, итектәрен алып килергә рөхсәт һорағайны, булманы. «Ну, Әптерәй»гә үҙенең эске ыштанын – кальсонын һалып бирергә тура килде.

Кире әйләнеп ҡайтҡас, шайморатовсылар разведчиктар араһында кикереге төшкән әтәс кеүек атлаған ап-аҡ ыштанлы обер-лейтенантты күреп эстәре ҡатҡансы көлдө һәм бындай чиндағы «тел» эләккәс, тиҙҙән тағы рейдҡа сығасаҡтарына ҡыуанды. Егеттәрҙең ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көткән разведка начальнигы капитан Абдуллин ҡыуанысынан башта мәрәкәләргә тотондо: «Ә был нимә тағы?! Һеҙ нимә, иптәш сержант, офицерҙән улай көләһегеҙ?! Һис ярамаған эш бит был», – тип ҡаҙалды. Ҡыҙҙар һымаҡ ҡыҙарып-бүртенеп баҫып торған сержант янындағы Әптелғәлимгә ымланы ла: «Һеҙ, иптәш капитан, унан һорағыҙ», – тине үпкәле тауыш менән. Абдуллин кинәт етди ҡиәфәткә инде лә: «Ярай, егеттәр, был бүләгегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Хәҙер үк уны штабҡа илтеп ҡуйығыҙ. Ә һин сержант Ямалетдиновҡа рапорт яҙ, ғәйебе булһа, тейешле язаға тарттырырбыҙ», – тип күҙ ҡыҫты.

Был мәрәкә хәл атлылар араһында йәшен тиҙлегендәй таралды һәм улар ҡайҙа булһа ла разведчикка: «Ну, Әптерәй! Һөйлә әле: нисек һин немец офицеры менән бәҙрәфтә уртаҡ тел таба алманың?» – тип үтергә  ирек бирмәне. Ә уныһы: «Ниндәй яза бирһә лә бирһендәр, тик разведканан ғына алмаһындар инде», – тип ҡайғырып йөрөнө. Күпмелер ваҡыт үткәс, ысынлап та, Әптелғәлимде полк штабына саҡырттылар. Билдәһеҙлектән һөмһөрө ҡойолған разведчик командирынан белешеп маташҡайны, уныһы, нимә өсөн икәнлеген белһә лә, «Ну, Әптерәй... ҡыҙыҡ кеше һин, һуң теге мәлдә офицерға биргән кальсонды ҡайтарып бирәләр инде» тип көлдө лә ҡуйҙы. Ә кис  эскадронда шау-гөр килеп Әптелғәлимдең ыштанын түгел, «Ҡыҙыл Йондоҙ» орденын йыуҙылар.

Шаян разведчик һаман ҡанына һеңгән холҡон ташламаны, уның мажаралары ишетелеп торҙо: йә «тел» менән ҡуша граммофон, унан ҡалһа, тоҡ менән картуф һөйрәттереп алып ҡайта.

Германия еренә ингәс, Ғәйфуллаға уның менән һирәк осрашырға тура килде. Аңлайышлы инде, дошмандың өңөнә яҡынлашҡан һайын һалдаттарҙа көсөргәнешлек, яуаплылыҡ артты, разведкаға ла эштәр күбәйҙе. Өҫтәүенә тағы бер нәмә кавалеристарҙың асыуын ҡабартты, кәйефен ҡырҙы. Күктәрҙән төшкән кеүек һәр ерҙә аңғармаҫтан килеп сығып фашистарҙы ҡурҡыуға һалған башҡорттар үҙҙәренең урындағы халыҡ өсөн ҡырағай милләт, “кеше ашаусылар” икәнен белде. Ғәйфуллаларға ла дошман пропагандаһының көслөлөгөн үҙҙәрендә һынарға тура килде.

 Бранденбург ҡалаһына етеп барғанда дошман ҡалдырған дорфҡа (немецтарҙа ауыл) эскадрон һуғышһыҙ ғына килеп инде. Атлыларға ҡасып өлгөрмәгән, ҡулдарына төйөнсөктәр тотҡан, тейәүле бәләкәй арбалар һөйрәгән ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ, улар етәкләгән бала-саға тап булды. Башта улар йомро таш түшәлгән урамдан дөбөрләп үткән ҡораллы  һыбайлыларҙы өнһөҙ ҡурҡыу менән ҡаршы алып, урындарында ҡатып ҡалды. Тик араларында берәү генә, ҡултыҡ таяғына таянған бер аяҡһыҙ инвалид, буш ҡулы менән һелтәнләп: «Зие гейен! Меньшенфрессер гейен!» – тип ҡысҡырына башланы. Шул ваҡытта урамдағы халыҡ бер-береһен этә-төртә, ҡысҡырышып-сәрелдәшеп өҙөлгән муйынсаҡ бөртөктәре шикелле, төрлө яҡҡа һибелде, ҡулдарындағы төргәктәрен дә ташлап, ихаталарға инеп юғалды. Шайморатовсылар был ғауғаға иғтибар итмәне, туҡтап, аттарын ағастарға бәйләй башланы. Эскадрон ошо урында бер аҙ ял итергә тейеш ине. Теге зәғиф немец ҡарты ҡоймаға һөйкәлеп, һаман ҡысҡырыуҙан туҡтаманы. Быны һыбай үтеп барған эскадрон политругы шәйләп ҡалды ла бик асыулы йөҙ менән янына килеп баҫты. Нимессә яҡшы «һупалаған» капитан уға ниҙер аңлатып маташты. Ләкин ҡарт аҡырыныуынан һаман туҡтамағас, офицерҙың түҙемлеге бөттө шикелле. Ул ғауғасының ҡулдарын артҡа ҡайырып бәйләне лә, ауыҙына ҡулъяулығын тығып, яҡындағы тачанканың өҫтөнә ултыртып ҡуйҙы. Шунан ул һалдаттарға бер нәмә лә аңлатмайынса: «Эскадрон, ҡуҙғалмаҫ элек, быны ебәрмәгеҙ!» – тип әмер бирҙе лә атына атланып ары сапты. Һәр саҡ алсаҡ, йомшаҡ күңелле политруктың былай аяуһыҙ ҡыланғанын, асыуланғанын күрмәгән һуғышсылар сәбәбен аҙаҡ аңланы. Баҡтиһәң, теге инвалид: «Ҡасып ҡотолоғоҙ, кеше ашаусылар килә!» – тип яу һалған икән. Был бәйле ултырған немец менән булған мажара шулай ғына бөтмәне әле.

Ялға туҡтаған шайморатовсылар йоҡо тураһында уйламаны ла: ҡайһылары билгәсә йыуынып, ҡырынып, өҫ-башын ипкә килтерҙе, икенселәре ҡоралы менән булышты, аттарын ашатты. Ғөмүмән, һуғышсылар ял тураһында онотто. Поход кухняһы артта ҡалғас, икенсе взвод старшинаһы Әлиев, урындағы немецтарҙан өс ҙур ҡаҙан һорап алып, бер нисә һалдатҡа таған эшләп, һыу тултырып, ут яғырға ҡушты. Ни өсөн тигәндә, йылға буйында ике ҡаҙаҡ үлемесле яраланған атты һуйып тунай ине. Ғәйфулла пулеметтың төҙөклөгөн тикшереп сыҡты ла бындағы халыҡтың нисек йәшәүен йөрөп ҡарап сығырға булды, ләкин, һис көтмәгәндә, аяҙ көндә күк күкрәгән кеүек, яҡындағы йорттан ҡурай тауышы ишетелде. Көслө моң асыҡ тәҙрәләр аша урғылып сыҡты ла, терелә башлаған ер өҫтөнән зымбырлап үтеп, үҙебеҙҙекеләрҙе һиҫкәндереп-кинәндереп, немецтарҙы хайран ҡалдырып тирә-яҡҡа сәселде. Эскадронда ҡурайсылар байтаҡ булһа ла, Ғәйфулла разведчик дуҫының уйнағанын әллә ҡайҙан таныны. Уның был юлы яңылышмауын иҫбатлап, һалдаттарҙың араһынан кемдер: «Егеттәр, беҙҙең «Ну, Әптерәй» һыҙҙыра бит. Әйҙә, шунда киттек!» – тип ҡысҡырҙы. Әптелғәлим тәүге тапҡыр күңелле көйҙәр уйнай ине. Шуға күрә лә уның янында башҡорттар күберәк. Аңлайышлы инде, ҡаты һуғыштарҙан күңеле мүкләнә башлаған һәр кемдең кәйефен күтәргеһе, йырлағыһы, бейегеһе килде. Ҡаштарын, яурындарын һикертеп ҡурайында бирелеп уйнаған Әптелғәлим ишек яҡтауына һөйкәлеп тыңлаған дуҫын күреп туҡтаны ла: «Ярар, егеттәр, бөгөнгә тамам. Киләһе концерт Берлинда буласаҡ. Бөтәгеҙҙе лә саҡырам!» – тип йылмайҙы. Ул саҡта дуҫтарға оҙаҡ һөйләшеп ултырырға тура килмәне. Урамда ҡысҡырышҡан, илашҡан тауыштар ишетелгәс, тышҡа сыҡтылар. Унда ни күрәләр: тачанкала ултырған теге ғауғасыл ҡартты ике фрау ҡосаҡлап, үҙҙәренсә ниҙер һамаҡлап аҡырышып илай, өсөнсөһө, олорағы, ҡаҙандар араһында булышҡан старшинаның терһәгенә йәбешкән дә ҡыҙып-ҡыҙып ниҙер аңлата һәм тачанка яғын күрһәтә. Тегенеһе, меҫкен, сит телде аңламағас, ни хәл итһен инде: «Ҡуйсәле, бәйләнмә! Кит бынан! Бына һағыҙаҡ, нимә кәрәк һиңә?» – тип усаҡ тирәләй һелтәнә-һелтәнә ҡаса, немканы үҙенән эткеләй. Шунан был икәү төтөнгә сәсәп, туҡтап, сөскөрөшөп ала ла тағы башлайҙар. Тирә-яҡтағы һалдаттар был мажаранан ихлас көлә.

Дошман телен арыу уҡ аңлаған Әптелғәлим дә был тамашаға мыйығының осон борғолап торҙо ла түҙмәне – бот сабып көлә башланы. Бер аҙҙан күҙ йәштәрен һөрттө лә етди төҫ менән:

– Эй, лиебе, фрау, коммен зие битте! Шнель, шнель! – тип старшинаны баҫтырып йөрөгән ҡатынды саҡырҙы. Уныһы, үҙ телендә хәбәр ишеткәс, туҡтап ҡалды ла, бармағын түшенә ҡуйып, саҡырыусыға һораулы ҡараш ташланы. Сержант: «Я, я… ком цу мир, шнель», – тип көтөп тә тормай тачанкаға табан атланы. Немка майлы битен ҡулъяулыҡ менән һөртә-һөртә уның артынан эйәрҙе. Ә «Ну, Әптерәй» нимессә һөйләнә-һөйләнә һуғыш буйы өйрәнгән шөғөлө менән булды: «әсир»ҙең ауыҙындағы сепрәкте алып ташланы, ҡулдарын бауҙан бушатты. Әммә опаның ҡыҙҙары, шатланаһы урынға аталарының ҡулдарына йәбешеп, тағы ла көслөрәк үкерә башлағас, разведчик: «Вейнд нихт, фрауен!» – тигәйне, тегеләре шымып ҡалды. Әптелғәлим пилоткаһын маңлай уртаһына тиклем төшөрҙө лә, ни әйтәйем һеҙгә тигән кеүек, иптәштәренә күҙ йөрөтөп сыҡты һәм шарҡылдата көлөп ебәрҙе: «Үәт, һиңмайҙар, был бисәләр. Һеҙ ҡаҙандар ҡуйғас, был бабайҙы бешереп ашарға ултырғанһығыҙ, тип уйлағандар. Ну, был Гитлер!» – тине лә, әллә үҙенең «Ну, Әптерәй» тигән ҡушаматы иҫенә төштө, сырайы һытылып, тегеләргә әйләнде. Бер аҙ тапанып торғас, ул ҡатындарға уҫал ҡараш ташлап:

– Һерт мих лиебе фрауен. Вир зинд кейне меньшенфрессер. Вир зинт аух меньшен. Немт ипм алтер думмкопф нах наузе михт, – тип әйтте.

Немкалар илауҙан, ә меҫкен ҡарт ҡалтыраныуҙан туҡтаны, ләкин урындарынан ҡыбырҙаманылар. Үҙен аңлағандарына бик ҡәнәғәт булған Әптелғәлим өҫтөнән йөк төшкәндәй ауыр көрһөндө лә: «Битте, гроссфатер», – тип ҡартты ҡултыҡлап йортҡа табан атланы. Уларҙың артынан тамам тынысланған ҡатындар – фрауҙар эйәрҙе. Былар менән уртаҡ тел табылғанға шайморатовсылар ҙа ҡыуанып таралыша башланы. Кемдең генә кеше ашаусы-меньшенфрессер булғыһы килһен инде. Немецтар менән әүрәгән Әптелғәлим дуҫын онотманы:

– Әйҙә, Ғәйфулла, минең менән. Былар ҡунаҡҡа саҡыра. Нисек йәшәгәндәрен ҡарап сығайыҡ. Ҡайтҡас, һөйләп иҫләргә булыр, исмаһам, – тип үҙе менән саҡырҙы.

Артабан нимә булғанын берәү ҙә аңламай ҡалды. Яҡында ғына атыу тауышы яңғыраны. Алда барған Әптелғәлим ҡартты этеп ебәрҙеме, икеһе ике яҡҡа ҡолап китте. Күҙҙәрен ҙур асып хәрәкәтһеҙ ятҡан дуҫының ирен ситтәренән ҡан ағып төшкәс, Ғәйфулла уға снайпер пуляһы  тейгәнен аңланы. Ул асыуынан ҡаты һүгенеп, эргәгә килеп баҫҡандарҙың берәүһенең автоматын һыпыра тартып алды ла атыу тауышы ишетелгән яҡҡа йүгерҙе. Артынан башҡалар ҙа эйәрҙе. Күп тә үтмәне, улар ҡыйыҡ башынан үҙенә йәтеш кенә итеп тегелгән «СС» формаһындағы үҫмерҙе елтерәтеп алып төштө. Күкрәге яраланған разведчик янында санинструктор булыша ине. Эскадрон һәм разведка командирҙары ла бында. Теге зәғиф немец бабайы маңҡаһына буялып илап торған малайға ҡалтыранған бармағы менән төртөп: «Эр ист мейен менк. Эр ист мейен менк, – тип торҙо ла, – Ду бист швайн! Ду бист думмкопф!» – тип ҡысҡырынып бер аяҡта торған килеш таяғы менән уға тондорҙо. Тегенеһе янтайып ҡотолдо. Йығылып киткән ҡарт бәләкәй йоҙроҡтары менән ерҙе туҡмап илай башланы. Ләкин хәҙер һуғышсыларҙың иғтибарында был зәғиф апа ла, «гитлер югенд» та түгел ине. Улар яралыны тиҙерәк санчасҡа ебәрергә тип пулеметы алынған тачанканы яҡынлатып, уны күтәреп һалырға уйлағайны, Әптелғәлим баш тартты: «Юҡ, кәрәкмәй, егеттәр. Барыбер алып барып еткерә алмайһығыҙ. Һелкенеп барып үлге килмәй. Егеттәр, һеҙгә минең үтенес. Был малайҙы ебәрегеҙ, бала ғына бит әле. Мин балалар йортонда саҡта: «Эх, атайым булһа, мине көн һайын ҡайыш менән ҡайыҙлаһа ла риза, бәхетле булыр инем», – тип хыяллана торғайным. Арағыҙҙа атайҙар бар, был балаға ғүмерҙә онотолмаҫлыҡ итеп үҙ язаһын бирһен...» Артабан Әптелғәлим, ауыҙынан килгән ҡанына сәсәп, һүҙен әйтеп бөтөрә алманы. Ләкин һуғышсылар уның теләген тиҙ аңланы. Муса исемле ир уртаһын үткән һалдат йәһәт кенә малайҙың башын тубыҡтары араһына ҡыҫтырҙы ла, ыштанын һалдырып, яланғас осаһын ҡайыш менән яра башланы.

– Шлаген зие мих ниахт, эс тут мир вееһо! – тип сәрелдәгән малайға төбәлгән Әптелғәлимдең элекке шаян күҙҙәре уйсанланып мәңгелеккә быяланып ҡатып ҡалды...

Эскадрон ике сәғәттән ҡуҙғалырға тейеш ине. Тирә-яҡҡа тәмле еҫтәр бөркөп, боҫорап ултырған ҡаҙандар яғына, старшина күпме саҡырһа ла, бер кем дә атламаны. Был күңелһеҙ хәлдән һуң уларға бешкән ит аттыҡы түгел, кешенеке һымаҡ тойолдо. Был ҡәһәрле урынды тиҙерәк ҡалдырып, дошманды тағы ла аяуһыҙыраҡ туҡмау теләге менән янды кавалеристар. Командирҙар Әптелғәлимде икенсе урында ҡуйырға ҡарар итте, бында ҡалдырғылары килмәне. Ҡуҙғалырға команда булып, аттарға эйәрҙәр һалына башлағанда теге бәләле йорттан ҡатындар йүгерешеп сығып, тағы үкерешә башланы. Олоһо, ҡул болғап, һалдаттарҙы йортҡа саҡыра ине. Ғәйфулла ҡуҙғалырға торған тачанканан һикереп төштө лә: «Әйҙә, барайыҡ әле, нимә булған икән?» – тип ярҙамсыһын да эйәртте. Икәүләшеп ҙур һаҡлыҡ менән йорт эсенә ингән пулеметсылар бүлмәләрҙең береһендә сыйылдап илаған тауыш ишетте. Ишекте асһалар, ни күрәләр: түшәмгә эленгән ҙур тармаҡлы люстрала бар ғауғаға ғәйепле булған теге зәғиф ҡарт аҫылынып тора, уның һыңар аяғын ҡосаҡлап Әптелғәлимде үлтергән малай сеңләп илай ине. «Төшөрөргәме, юҡмы?» тип икеләнеп торған Ғәйфуллаға ярҙамсыһы терһәге менән төртөп: «Әйҙә, быныһын да дөмөктөрәйекме, ағай? Барыбер берәү ҙә күрмәй», – тип һүҙ башлағайны, уныһы: «Юҡ, Әптелғәлим теймәҫкә ҡушты бит», – тип тыйҙы.

…Бына алтмыш биш йыл инде һуғыш ветераны, күп орден һәм миҙалдар эйәһе, хәҙерге көндә Әбйәлил шайморатовсыларынан бер үҙе генә ҡалған, Таштимер ауылында йәшәгән Ғәйфулла бабай Ғәбитов дуҫы Әптелғәлимде онота алмай. Моңло көйҙәр һыҙҙырған ҡурайсы күргән һайын уның күҙ алдына күҙҙәрен йомоп, ҡаштарын һәм яурындарын һикертеп уйнаған Ҡаҙағстан башҡорто, шаян һәм ҡыйыу Әптелғәлим килеп баҫа, тик ҡолаҡтар ғына уйнаусының икенсе кеше икәнен һата...

 

Хикәйәмдә осраған таныш булмаған һүҙҙәрҙең аңлатмаһы һәм тәржемәһе:

Эскадрон – кавалерияла ғәскәр берәмеге (өс-дүрт взводтан тора, йөҙ иллегә яҡын атлы).

Комэск – эскадрон командиры.

Шнель – тиҙерәк.

Герр официер – офицер әфәнде.

Зие гейен. Меньшенфрессер гейен – Улар килә. Кеше ашаусылар килә.

Фрау – ҡатын-ҡыҙ.

Эй, лиебе фрау, коммен зие битте – эй, ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар, килегеҙ әле.

Вейнд нихт – туҡтатығыҙ әле.

Һерт мих лиебе фрауен. Вир зинд кейне меньшенфрессер. Вир зинт аух меньшен. Немт ипм алтер думмкопф нах наузе михт – Тыңлағыҙ мине, ҡатындар! Беҙ кеше ашаусылар түгел. Беҙ ҙә һеҙҙең кеүек кешеләр. Был ҡарт алйотто өйөгөҙгә алып ҡайтығыҙ.

Битте горссфатер – рәхим итегеҙ, олатай.

Эр ист мейн менк – был минең ейәнем.

Ду бист швайн. Ду бист думмкопф – Һин сусҡа. Һин алйот.

Опа – ҡарт.

Гитлер югенд – һуғыш аҙағында ҡоралға ҡуйылған үҫмер.

Шлаген зие мих нихт, эс тут мир вееһо – һуҡмағыҙ миңә, ныҡ ауырта.

Читайте нас: