Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
19 Май 2023, 12:12

Тейешһеҙ яза. Хикәйә. Азат Хәлилов

Сәйет ҡабаттан аңын юғалтты... Тамағы, ирендәре кибеп, сыҙай алмаҫлыҡ һыҙлауҙарға түҙмәгән тән яңынан ҡыбырҙаны.

Ул күҙен асҡанда, ҡараңғы, әммә таныш ерҙә ятҡанын төшөнөп, ҡалҡынырға итте. Тик барып сыҡманы. Былай ҡуҙғала алмаҫлыҡ итеп туҡмап, ошо үҙенең подвалына килтереп ырғытҡандарын иҫләй алманы. Шулай ҙа уға рәхәт ине. Үҙ донъяһы бит. "Үҙҙәренең бер ние лә юҡ, шапырыналар. Барыбер тамыр йәйә алмаясаҡтар ҡыҙыл башкиҫәрҙәр”.
Үҙенең “зинданында ятып ҡына ус ала алмаясағын аңлай. Тик ни эшләһен? Хәҙергә яҙмышҡа күнергә тура килә.
Иртәгәһен тағы алып киттеләр һорау алырға. Был юлы район милиция бүлегенең хеҙмәткәре лә бар ине.
- Һин Сәйет Хәлилов булаһыңмы?- тине ул, уға һөҙөп ҡарап алғас. Яуап булмағас, шул һорауҙы тағы ҡабатланы. Сәйет урынына ауылда “Мин - бәлшәүик!" - тип күкрәк һуғып, хәллерәк кешеләрҙең байлығына өмөт итеп йөрөгән ата ялҡау Ғәбдүш яуап бирҙе.
- Һин нимә, беҙҙе ахмаҡҡа һанайһыңмы? Барып сыҡмаҫ. Хәҙер үк аяҡ- ҡулын бәйләп оҙатырға! - тип екерҙе .бурҙаттай ҡыҙарған офицер.
- Хөрмәтле офицер әфәнде, һеҙҙең мине ҡулға алырға хоҡуғығыҙ юҡ, мин азат совет гражданины, - тине ул “әфәнде” һүҙенә баҫым яһап. Был милиция кесе лейтенанты Бикмырҙиндың һарыуын ғына ҡайнатты.
- Иптәш офицер, тиген, - тине Ғәбдүш һул күҙе менән салышыраҡ ҡарап. - Шул һүҙең өсөн дә иптәш Бикмурзин һине ҡулға ала ала. Әгәр ҙә алтындарығҙҙың ҡайҙа ятҡанын әйтһәң, совет власына ярҙам иттең тигән һүҙ. Һиңә бер ни ҙә булмаҫ.
- Юҡ минең алтындарым. Булһа ла, һеҙгә бирмәҫ инем, - тине.
Кәнсәләр тип аталған был бинаны ауылдың иң бай кешеһе Рамаҙан байҙан тартып алып, совет йорто иткәйнеләр. Ҡасандыр һап-һары бүрәнәләре тәмле сайыр еҫтәре сығарып ултырған өй, теләһә кемдең тәмәке күп тартыуынан төҫһөҙләнеп ҡалған. Танауға сайыр еҫе түгел, ниндәйҙер уҡшытҡыс һаҫыҡ бәрелә.
Тыумыштан саман өйҙә йәшәп, совет власы ғына “кеше иткән” тиҫкәре Ғәлиуллаға ни “үгеҙ үлһә - ит, арба ватылһа - утын төкөрөп тә бирмәй:
"Рамаҙан бай рәхәтен күрҙе, хәҙер беҙҙең сират, - тип кенә ебәрә өйҙө тәмәке төтөнө менән ыҫламаҫҡа кәңәш иткән ҡарт- ҡороға. - Һеҙҙең мәсетегеҙҙе лә алабыҙ”, - тип өҫтәп, һарыуҙарын ҡайната.
Бына өсөнсө көн инде Сәйеттән алтын таптыралар. Тәүге көндө ҡатыны Гөлзәйнәпте лә саҡыртҡайнылар. Ул “белмәйем”дән башҡа һүҙ әйтмәгәс, барыбер булмаҫ йә иренән барыбер әйттерәбеҙ типтер, уны башҡа бимазаламанылар.
Уңды Гөлнәйзәбенән Сәйет. Аллаға шөкөр, бергә йәшәй башлағандан бирле бер һүҙле булдылар. Инде. иншалла, һаман бер-береһен аңлап йәшәйҙәр. Алтындарҙы йәшереүҙе лә Гөлзәйнәп уйлап сығарҙы. Бер көн киске аш ваҡытында, малайҙары туйып сығып киткәс:
- Атаһы, донъялар тағы болғанып тора. Хитрау Әндрәйҙең бөтә алтын- көмөшөн төнөн килеп алып киткәндәр, беҙ ҙә берәй сараһын күрәйек. Ете ҡат тиреңде ағыҙып йыйған тип тормаҫтар, - тине, күҙҙәрен тәҙрәнән алыҫ нөктәгә төбәп. Сәйет бер аҙ һүҙһеҙ ултырғандан һуң ғына:
- Мин дә шулай уйлап йөрөй инем, әсәһе. Улар, һин өй һала тип тормаҫтар - алырҙар ҙа китерҙәр. Әле колхозға кермәгәнгә үс тотоп йөрөүҙәре үтмәгән. Хәйернасҡа ана теге аласыҡты һүтеп, йорт һалып, башҡа сығара һалайыҡ, башҡа һаналһындар. Ә ал тындарҙы йәшерәйек, әсәһе. Бөгөн үк...
Был төндө йоҡламай сыҡтылар. Үҙҙәренән башҡа берәүһе лә белмәне. Иң тәүҙә һәр бер алтынды ҡарап, ҡайҙан алғандарын иҫкә төшөрөп алдылар. Байлыҡтары байтаҡ уларҙың. Бөтә байлыҡты йәшләй генә өйләнешеп, ошо бергә йәшәгән утыҙ йылда тупланылар. Совет власы сыҡҡас та, үҙ көстәре менән эшләп таптылар.
Балсыҡ көршәк төбөнә тәүҙә балауыҙ иретеп ҡойҙолар ҙа, алтын- көмөштө тултырғас, тағы балауыҙ ҡойҙолар. Уны өс йыл элек Каширин баҙарынан алып ҡайтҡан клеенкаға төрөп, ныҡ итеп йүкә ишеп, һумала- лап бәйләгәс, үҙҙәренең ҡот ағасы - аҡтирәк, төбөнә күмделәр. Шул ваҡыттан алып ошо көн килерен көттөләр.
Нимәгә саҡыртҡандарын белһә лә, Сәйет уны саҡыра килгән Сәлихкә:
- Аһ, бынау ҡыҙыу эш ваҡытында нимәгә кәрәк булдым икән? - тине, эшенән туҡтамай ғына, ҡарашын алыҫҡа төбәп.
Кисә генә: “Колхозға кермәһәң дә эшлә", - тип бер ат йөгө кәкре- бөкөрө ағас килтереп ташлап, бесәнселәргә һәнәк-тырмалар, салғы һаптары эшләргә ҡушып киткәйне бригадир сихут Шәнгәрәй. Шуларҙын ҡайһыһы һәнәк-тырмаға ярарлыҡ салғы һаплыҡтары айырып ултыр; ине...
Икенсе көнөнә бығау кейҙереп район үҙәге Көйөргәҙегә алып киттеләр...

Олатайым Сәйетмәғрүф Хәлиловҡа бағышлайым. Ғәйепһеҙгә ғәйепләп, байлыҡтарын тартып алалар. Ике тапҡыр.Аҙаҡ синфи
дошмандар тарафвнан үлтерелгән.

Читайте нас: