Ағиҙел
+16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
16 Май , 16:30

КӨТӨП АЛҒАН МӨХӘББӘТЕМ. Хикәйә. Нәсимә Ғайсина

Ләлә туҡталышҡа барып еткәс: «Ай әттәгенәһе, өлгөрмәнем дәһә, бынауындай алама көндә попуткаға сығып рәт сыҡмаҫ», тип үҙ алдына һөйләнде, эсе бошоп.

Миҙгелдең май айҙарының башы. Күкһел Ирәндек тауҙарының текә башында, тәрән үҙәктәрендә, ағас ышыҡтарында әле ҡар ята. Ҡояш ялтырап көлөп ҡарап торһа ла, ер йылынып бөтмәгән, һалҡын ел һөйәк елегенә үтә генә һуға. Ҡайтам тип һалҡын алдырыр ғына, шунан эшләр эше лә ҡалыр. Йөрөр шунда, ҡасан әҙәм булғанынса көнөн бушҡа үткәреп.
Район үҙәгенә сәскә орлоҡтары һатып алырға килде ул. Уйы – ер дымлы саҡта сәсеп ҡуйыу. Сәскә һалынған ҡаптағы яҙыуҙы уҡып сығып, һәр ҡайһыһының ниндәй йәмдә, бейеклектә үҫәсәген күҙ алдына килтереп, ҡәнәғәт булды иллеһен ваҡлаған ҡатын. Ҡайҙа, ҡайһы урынға ултыртырға план ҡорҙо. Эй-э-эй хайран булыр быйыл да, ҡасан ҡырау төшкәненсә, баҡсаһынан күҙен алмай! Бер миҙгел генә сәскә-гөлдөң атҡан мәле. Йыл да шытып көнгә күренгән береһен фотоға төшөрөүенән ләззәт таба. Аллы-гөллө сәскәләрен атһа, биҙәктәрен ҡарап ҡына ҡалмай, сәхифәһен тултыра. Аҡ ҡарлы буранлы ҡыштарында йәйҙәрен һағынып, сәскәләренең фотоһон ҡарап мәж була. Йә бер моңһоуланған саҡтарында, сәскә атҡан мөхәббәтен иҫкә алып, иртә яҙҙа бөрө ярған зәңгәр сәскәләрен күрәһе килә. Йәшлек хистәрен, дәртен хәтерләткән йәмдәренән илһам, ял алғандай ҙа Ләлә исемле ҡатын.
– Һуңланығыҙмы әллә? – тине, туҡталышта торған төҫ-башҡа сибәр ҡатынҡай.
– Һуңлап ҡуйҙым шул, хайырһыҙ.. Әй әттә... төштән һуң берәй эш ҡыбырлатырмын тигәйнем...
– Ирегеҙ юҡмы ни, килеп алыр ине шылтыратһағыҙ.
– Ир булыуын булғайны ла...
– Иртә китеп барған икән...
– Ней...мәңгелеккә китмәне ирем...Әҙәм итеп алғайным, кәрәгем булмай ҡуйҙы...
– Аҫраған быҙау артҡа тибә кеүек булған әләйһә... Ауыл ерендә ирһеҙ донъя көтөүе еңелдән эш түгел. Мин яңғыҙ ҡалғайным, ирем үлеп киткәс, кейәүгә сыҡтым, йәшәп китеп барабыҙ, буйтым ғына әҙәм рәтендә.
– Таныштырып та, димләп тә ҡаранылар, әллә күпме ирҙәр менән...Күңелемә ятҡандайы тап килмәне. Булмаҫ та был йәштә
– Ә, ә...улай икән. Олоғайған көнөңдә мал-тыуарыңды ҡарарға, бесән, өйөңдө йылытырға, утын әҙерләргә лә ир кәрәк. Яңғыҙ сәй эсеүе лә ҡыйын. Бына минең ирле булып күңелем тынсыны.Ҡайҙа теләйем шунда барам. Әле ун көн санаторийҙа ял итеп ҡайтып барыуым. Быуындарыма массаж яһатып, шифалы үлән ванналарында ятып. Ваҡытында ғына әҙерҙе ашап-эсеп, биш йылға йәшәрҙем. Ҡара әле, нисек мин выгляжу?
– Эйе шул бик матурһығыҙ. Йөҙөгөҙҙә һырҙар ҙа юҡсы...
Иреңдән уңып, йәшәп киткәс яҡшы.
– Уңдым, аллаға шөкөр. Минән алдағы ҡатыны йүнһеҙ кеше булған.Улай ҙа булыр икән кеше, әстәғәфирулла-а-а!
– Ә, ә... эскәнме, әллә өҫтөнән йөрөгәнме?
– Кем уның менән йөрөһөн! Аҡылға бер төрлөрәк ти ул. Бер күргәйнем, ни төҫө, ни кәүҙәһе юҡ.
Ләлә уның был хәбәренән уңайһыҙланыбыраҡ ҡуйҙы.Ул да матур түгел, ләкин Хоҙай биргәненә шөкөр ҡыла. Сибәрлегең күҙ буяу өсөн генә түгелме икән, тип текләп ҡарап ҡуйҙы ҡатынҡайға. Алһыу йөҙлө, оҙон керпекле,сәстәрен бер толомға һалып үргән ҡатынға ирҙәрҙең күҙе төшөрлөк тә шул. Бер самараҡ йәштәрҙәбеҙ буғай.Нисә йәш һеҙгә?
– Алтмыш өс. Ә һеҙгә?
– Минән йәшкә олоһоғоҙ ҙа икән, ә йәш күренәһегеҙ. Ирҙәрегеҙ бынамын тигән булғандар шул. Бәхетлеһегеҙ.
– Шөкө-ө-өр, был ирем тәүгеһенән биш тапҡыр яҡшы. Бахырҡайҙы ҡатыны ҡыуып сығарған.
– Ә,ә...ундай яҡшы ирҙе ниңә ҡыуып сығарған һуң?
– Илай-илай һөйләне, бахырҡай.Тамағына ашатмай-эсермәй, эт күрмәгәнде генә күрһәткән башы эшләңкерәмәгән ҡатын. Йонсотоп, эшлектән сығарған. Ҡайҙа барып башын терәргә белмәй йөрөгәнендә миңә апай тейешлем, ул иркәйҙе йәлләп, беҙҙе таныштырҙы. Праваһы ла булған машина йөрөтөргә. Иремдең машинаһын биреп ҡуйҙым. Э-э-эй китте ҡыуанып, атҡа менгәндәй булып. Ҡайҙа теләйем алып йөрөй. Ай йөрөп ҡайтып инһәм дә,теңкәмә теймәй тәүгем һымаҡ. Мал-тыуарыма ҡарауыл булып торғас уйһыҙмын.
– Ирҙе йәшәй-йәшәй килә беләһең инде, ниндәй икәнлеген...Нисә йыл йәшәйһегеҙ?
– Туғыҙ йыл була, быйыл көҙ.
–Бәхетле булығыҙ! Мин дә икенсегә кейәүгә сыҡҡайным....Ҡырҡ йылдан ашыу йәшәп сығып китте. Сәбәбе лә шул, әлеге лә баяғы эсә башлауы башын әйләндерҙе буғай. Аҙғын ҡатын-ҡыҙҙар менән сыуалып, береһендә лә толҡа тапмай, йөрөнө ил буйлап .
– Эйе шул, ундай ир менән ыҙалар инең, киткәне хәйер.
– Дауаханала ятып алған, эсеүен ташлап берәү менән йәшәй тип ишеткәйнем. Йәшәп кенә ятһын. Ҡайһындай бер ғүмер йәшәгәс йәл дә миңә. Әкәмәт ир булды ул...Етмәһә мине ни тип кенә һөйләп ҡуйҙы йөҙөмдө бысратып, сығып киткәс. Йәнәһе лә мин аҙғын, ирҙәр менән типтерәм, эш рәтен белмәйем. Эй-й-й, Аллам. Эш рәтен белмәгән ирҙе эшкә өйрәтеп алғайным. Иргә һанап ҡәҙер итеүемде бер тин шайы ла һанамаған.
– Тора-торғас, һеҙ миңә бик оҡшап ҡалдығыҙ, һеңлем.Бер туған ағайымдың ҡатыны үлеп ҡалғайны.Һөймәлекле лә ҡатынһығыҙ, таман ғына булыр инегеҙ уға. Улы, килене менән йәшәй. Һиңә барып инер ҙә китер ине.
– Әллә инде, апай. Күрмәйенсә бер ни тип әйтә алмайым.Күңел ни тиер ҙә.
– Был йәштә күңел тигән нәмә була тиме ни! Йәш кеше булһаң бер хәл! Эсмәй, тартмай ағайым. Йәшәйһең дә китәһең. Ана автобус та килә. Мә, яҙа һалып бир телефон номерыңды, яйын табып осраштырырмын. Ләлә теләр-теләмәҫ кенә телефон номерын яҙҙы.
Аҙна-ун көн үткәс таныш булмаған номерҙан ниндәйҙер ир шылтыратты.
– Ал-ло, кем булаһығыҙ?
– Ал-ло, һеҙ Ләлә булаһығыҙмы?
– Эйе.
– Берәү һеҙҙең телефон номырығыҙҙы биргәйне, бынан бер аҙна элек. Һеҙҙең менән танышырға ине.
– Ә, ә, апайығыҙҙыр...
– Бер апайым бар барлыҡҡа. Апай тип әйтәһем дә килмәй, ул холоҡһоҙҙо.
– Улай булғас, һеҙ икенсе кеше икән. Апайығыҙҙы ниңә яманлайһығыҙ?
– Һөйләһәң оҙон тарих. Йә, ярай, һөйләйем әләйһә. Апайым минең алған кәләштең бер туған ағаһына ғашиҡ булды. Өҙмәй-ҡуймай артынан сабып үҙенеке итте тәким. Һуңынан ваҡытынан алды бала тапты. Баҡтиһәң, икенсе берәү менән шаярып эште боҙоп, һинән йөклө ҡалдым тип алдаған ул егетте. Беҙ ҡапсыҡта ята булымы, ире һиҙеп ҡалып айырылыштылар.Мин иренең һеңеһенә өйләнгәс, беҙҙең араға ҡара бесәй булып инде шул бер тыуған апайым. Ошолайыраҡ булды хәл: колхоз заманында ҡырҙа ятып эшләнек. Йәнәһе мин шунда бер мәрйә менән ғишыҡ-мишыҡ уйнап ятҡанмын, тип ҡатынымдың башын болғаны. Бына шунан ғүмере ҡыҙғанмаған ҡатыныма ҡыҙғаныу ауырыу йоҡто. Эскелеккә һалашып, һыуға батып үлде. Шул көнө эңерҙә, йылға яры буйында, апайым менән ҡатыным эсеп ултырғандарына тап булған көтөүсе. Ысынмы-бушмылыр, Хоҙайға ғына билгелелер.
– Аяныслы яҙмыш кисергәнһегеҙ...Иренә булған үсен алған була инде апайығыҙ..
– Шулайыраҡ... Йә, һеңлем, ни тиерһегеҙ барып сығырға ине һеҙгә? Ләлә ҡапылғара аптырап ҡалды, белмәгән-күрмәгән кеше, тип.
– Ниңә яуап бирмәйһегеҙ, берәйһен таптығыҙмы әллә?
–Юҡ, уңайһыҙ һымаҡ.
–Уның ней уңайһыҙ урыны бар, яңғыҙаҡтар шулай ишен эҙләй инде...Яңғыҙ ҡыйын даһа.
–Шулайын шулай ҙа ул.Ней...килһәгеҙ иртәнге рәттә килеп, кискә ҡайтырһығыҙ.
– Ярай килештек. Иртән барырмын.
– Арыу кеше булһағыҙ ғына килегеҙ, эсһәгеҙ, унда-бында һайырсылап йөрөгән әҙәм булһағыҙ килеп тә йөрөмәгеҙ, ағай!
– Ундай ғәҙәтем юҡ. Эш табып, эш менән булашыу һеңгән һеңгән бала саҡтан. Бәлким күңелдәр килешеп тә ҡуйыр, һеңлем.
– Әллә инде...йәшәп ҡарамай тороп кешене белеп булмай.Ҡарап тороуға арыу күренгән һымаҡ булалар ҙа ул...
– Яҡшыға юрайыҡ. Икебеҙҙең дә бала-сағалар эйәле-башлы булып бөткән. Хәҙерге йәштәр бушмайҙар ҙа, онотҡанда бер килеп күҙгә күренәләр ҙә.Әйҙә шунан яҙғыҙың дүрт мөйөшөңә ҡарап ултыр инде. Ҡумтаға тексәйеп тә көн үтмәй. Каналдарында йүнле нәмә күрһәтмәйҙәр ҙә хәҙергеләр. Ней эскән сәйеңдең тәме, ҡапҡан ашыңдың таты юҡ, бисә ҡулы теймәгәс.Улым алып ҡайтып ҡарағайны оҡшатманым. Йәштәр йәштәрсә йәшәй, уларға ҡамасау һымаҡ тойҙом үҙемде. Шуға бер арыу ғына әбейгә барып йәшәргә уйҙамын. Иртәгәләре район үҙәгендә йомошомдо йомошалағас барып сығырмын. Ҡурҡма, һеңлем, улай-былай холҡом юҡ, ҡатын-ҡыҙға рөхсәтһеҙ ҡағыла торғандарҙан түгелмен.
– Ярай, күрешкәнгә тиклем, һау булып тороғоҙ, ағай.
...Килештеләр яңғыҙаҡтар. Әллә ни күпте уйламанылыр, йома көнө мәсеткә барып никах уҡыттылар. Ниһәйәт ике йөрәк эҙләгән ишен тапты, ирле-ҡатынлы булдылар, Ләлә менән Ислам.
Ҡара көҙҙәр үтеп, ергә ап-аҡ ҡар яуып, ер өҫтөнә ҡыш килгән миҙгелдә, урман төпкөлөндә, уларҙан йыраҡта йәшәүсе апайы Исламдарҙы һуғым ашына саҡырҙы. Ниңәлер Ләләнең теләгенә ҡырҡа ҡаршы килдесе ире: «Күрәһем дә килмәй., бәләһенән генә баш - аяҡ!»тип. Ошоғаса иренең башҡа тыуғандары менән танышып-күрешеп бөткәйне Ләлә. Ә апайының донъяһын күргәне юҡ булғас, күргеһе лә килде. Ниңәлер бер тыуғандарында ла Зәлифә апайы булманысы, әллә бушамаған саҡтарына тура килделәрме, әллә уларҙы өнәмәйҙәрме...
– Оҡшауһыҙ булыр улай, бер тыуғаның бит, Ислам. Саҡырған ергә бар, ҡыуған ерҙән ҡас тигәндәренсә боронғолар, барып ҡайтайыҡ! Донъя хәлен белеп булмай , тигәс ире ыңғайға килде лә ул. Тик ниңәлер күңеле болоҡһоно, хәбәре лә аҙайҙы. Төндәрен уфтанып сыҡты. Ләләнең башына әллә ниндәй уйҙар ояланы. «Тәүге ҡатынын ныҡ яратҡандыр, әллә һаман ғәфү итә алмаймы апайын... Ҡунаҡҡа барып онотолған яраһын ҡуҙғытып ҡына ҡайтырмы ла Исламы. Яратышып, матур мөхәббәттә өйләнешкәндәр тәүге ҡатыны, Сәриәһе менән. « Һиңә һуйған да ҡаплаған Сәриәм, холҡо менән дә, тәрбиәһе менән дә. Шуға яраттым да ҡуйҙым һине, ҡояшым - Ләләм» , тип әйтеп тә һалғайны бер Исламы. Ғәжәп һымаҡ та булды, Яңы йылда етмештән ары юл аласаҡ иренең шулай тиеүе. Э-э-эй, һулҡып ҡына типкән йөрәккәйгенәбеҙ ҡартайыуҙы белмәй икән дәһә, тәнебеҙ таушалып, һулышыбыҙ шиңеүгә барғанында ла, тип аҡыл һандығына һалды, тормош китабының тағы бер серен сискәндәй ҙә булып Ләлә.
– Әйҙә, ҡояшым, ҡуҙғалайыҡ. Тик бер үк ҡояшың ғына һүрелеп ҡуймаһын! Мине тереләй генә гүргә һалырһың, – тине Ләләнең иңбашына ҡулдыраны һалып Исламы.
– Ҡуйсы, ниңә ул тиклем бөтөрөләһең, барыһы ла яҡшы булыр. Һуң унда беҙ генә булмайбыҙ...Тағы ул ваҡиғанан һуң күпме һыу аҡҡансы...
– Ниңәлер йәнем урынында түгел...
– Тыныслан, Ислам. Ултырайыҡ юл алдынан, имен-аман йөрөп ҡайтырға яҙыһын. Ләлә доға ҡылғас, тороп иренең күҙҙәренә ҡарап:
– Ислам, һиңә әйтәһе бер һүҙем бар...Күптәнән ҡыймай ҙа йөрөнөм...тел осомда тик торасы ...
– Әйт-әйт, ниңә әйтәмәй йөрөтәһең уны. Минең дә бит, тине лә Исламдың күҙҙәренә йәштәр эркелде. Һөйләп ҡуй, башлағас..Бәлким минең дә әйтер хәбәрем барҙыр һиңә.
– Мин, мин һинән ҡатын-ҡыҙ бәхетен татынам, Ислам...Ошоғаса ул тойғоларҙың барлығын белмәгәйнем. Күп проблемаларымдан ҡурсалаусым да булдың. Ислам, беләһеңме һин кем булдың минең өсөн? Һин, һин ниндәй көслө табиптар ҙа дауалай алмаған сиремдән ҡотҡарҙың. Ә... мин һинән ошоғаса яман сирем барлығын йәшергәйем...Йәшерҙем, сөнки йөрәгем ҡушыуын тыңланым. Ә йөрәк менән һөйөүгә ҡаршы торор көс юҡ икән. Йөрәк барлыҡ хис-тойғолар менән етәкселек итә ...Илһам ҡанаттарыма көс ҡунды. Һиңә булған мөхәббәтем бейек-бейек күктәремә күтәрҙе. Һин минең йөрәгемә кәрәк кенә булған көтөп тә генә көтөп алған мөхәббәтем, Ислам. Рәхмәт, йәнекәйем!
– Рәхмәт, Ләлә! Мин һиндәй хисле түгелмен, ғәфү ит...Һиндәй бөтөн килеш ҡалай бар, шулай асылып әйтә лә алмам. Ирҙәр халҡы шулайыраҡ, ҡыҫҡа ғына итеп әйтәбеҙ. Ошолай була инде, Ләлә: мин һине хыялый йәш егет кеүек яратам!
– Беләм...шуға ла һинең миңә булған мөхәббәтең күҙҙәремде нурландырҙы. Мин хәҙер һау-сәләмәтмен. Ләлә Исламдың күкрәгенә башын һалды. Улар бер мәлгәсә, йөрәк тибештәренең һуҡҡанын тыңлап, тынып ҡалды, береһе иллеһен ваҡлаған, икенсеһе тиҙҙән етмешкә баҫасаҡ оло йәштәгеләр.
Йыраҡ юлда барыуҙарында Ислам бала-саҡ хәтирәләренә төшөп, юл оҙонлоғон һиҙмәнеләр. Тыуған яҡтарының мөһәбәт ҡарағайҙарына, йәш ҡыҙҙарҙай ап-аҡ ебәк шәл бөркәнәгән имәндәренә ҡарап һоҡланды. Урал түбәһенә еткәс машинаһын туҡтатты. Шул сама ла һағыныр икән ир кеше лә, тип ғәжәпәкә ҡалды Ләлә. Ире йүгерә-йүгерә юл буйында теҙелеп үҫкән ҡарағайҙарын барып ҡосаҡланы, имәндәренең шәл суҡтарына ҡулып биреп һаулыҡ һорашты.
Апайҙарының ҡапҡа төбөнә барып туҡтағандарында өй эсендә шау-гөр килгән ҡунаҡтарҙың тауышы тышҡа уҡ ишетелә ине. Ислам менән Ләлә өйгә барып ингәс, шау-гөр килгән тауыш тынып ҡалды.
– Исламдарҙы ла саҡырғанмы ни-и-и!? – тине ҡайһыһылыр.
– Аһ, аһ, бер тыуған ағайымды ла саҡырмай буламмы ни! Телеңде тый, апайыңдың холҡон беләһең бит! Әйҙү-ү-үк, түргә үтегеҙ! – тип ҡоластарын йәйеп,улар янына шау-биҙәкле күлдәк кейгән ҡатын килеп баҫты.
Ләлә Зәлиәфәнең ҡараштары менән тап булышып шаҡ ҡатты.
Ҡасандыр ағаһы менән таныштырырға теләгән сибәр ҡатын даһа! Исламдың апайы була икән.Ниңә ошоғаса бер әйтеп һалмаған ире?
Уны ҡосаҡлап һөйәгәнендә Зәлифәнең тыныуынан һаҫыҡ хәмер еҫе борх итеп ҡалды. Ҡунаҡтан алда эсеп тә алған, тип уйлап, Ләлә унан ынтырғанып башын ситкә борҙо. Зәлифә апай алмаш-тилмәш күрешеп сыҡҡас өҫтәлгә саҡырҙы. Өҫтәлгә барып ултырғас, икенсе башта башын түбән эйеп ултырған ирҙе шәйләп, тамам иҫе-аҡылы китте Ләләнең. Йөрәген ниҙер «жы-ы-ыу» иттереп сәнсеп алды. «Бына ниңә Ислам килгеһе килмәгән апайына! Күҙен дә күрһәтмәй башын түбән эйгән ир, уның менән ҡырҡ йыл бергә тормош ҡорған Марсы лаһа! Зәлифә апайҙың ире булып сыға. Бына һиңә кәрәк булһа! Беҙгә бында нисек ҡунаҡ булып ултырмаҡ кәрәк, кеше ғаиләһен тарҡатҡан, икенсебеҙҙең ире булған аҙғын кешеләрҙә, тигән уйын белдергәндәй, янында ултырған Исламға ялп итеп әйләнеп башын борҙо. «Киләгәс ни күрһәк тә күрәбеҙ инде, тине ире, шыбырлып.
– Әйҙә , ҡояшым, Урал үләнен ашаған йылҡының ите хатта тәмле була ул»,– тип, Ләләнең алдына ҡуйылған матур касаға ҙур алдырҙан боһрап торған аш һалып бирҙе.
– Әйтәгүр өй яҡтырып китте шул, ҡояштай балҡып торған яратҡан ғына еңгәйем килеп ингәс. Ә ниңә һеҙҙең һөмөрөгөҙ ҡойолоп ултыра, бынауындай мировой ҡунаҡтар килгәнендә!? – тип өндәште апайы, башҡаларға күҙ йөрөтөп. Уның һүҙен күтәрмәләп берәү бер ни өндәшмәне. Ара-тирә ауыр көрһөнгән, аш алған ҡалаҡ, ҡолҡолдатып йотҡан тауыш ҡына ҡолаҡҡа салынды. Табында күпселек Зәлифә хәбәр һөйләне. Кемелер хәбәр асһа, баҫыу яғын ҡараны. Аш ашап бөткәндең һуңынан, доға уҡылғас, өҫтәлдә сәйгә ҡушырға тәм-том урын алды. Кемдәрҙеңдер ҡабалан эше булып, иртәрәк ҡайттылар. Улар артынса Исламы Ләләгә беҙгә лә ҡуҙғалырға ваҡыт, тип ым - ишара белдерҙе. Шул арала, өй шаҡтай йылы булһа ла, иренең йөҙө ағарып киткәнен шәйләне ҡатыны. «Арығандыр, оло кешегә оҙон юлда руль тотоп килеүе еңелдән түгел. Һуңғы көндәре тынсып йоҡлай ҙа алманы, төндә ҡырылмаһы-ҡырҡ тулғанып», тип уйланы ҡатыны.
Ҡайтыуҙарында ярты юлға еткәс, кинәт машина юлдан ситкә янтайып барып, бер тәгәрмәсе көрткә батты. Ләлә тертәләп Исламға ҡараны. Ни булды!? Ире башын рулгә һалған. – Ислам, Ислам ни булды!? Ире уға яуап бирмәне. Өнһөҙ -ниһеҙ ҡатып ҡалғансы... Ләләһе, хәҙер, хәҙер, тип машина аптекаһынан йөрәк дарыуын алып Исламдың теле аҫтына һалды. Тәҙрәне асты. Телефонын алып ярҙам һорап дуаханаға шылтыратты. Трубканы алған табип яҡындағы дауаханаға шылтыратҡанын белдерҙе. «Тиҙ ярҙам» машинаһы килеп еткәнсә ниҙәр эшләргә кәрәклеген аңлатып хафаланған ҡатынды тынысландырып, бәйләнештә ҡалды. Ярты сәғәттән ярҙам итеүселәр килеп тә етте. «Пульсы һиҙелә, апай, хәҙер укол ғына ҡаҙап алайыҡ та, район үҙәгенә елдерербеҙ. Һеҙҙең дә хәлегеҙ яҡшынан түгел ахыры, тиеп йәш табип егет Ләләнең ҡан баҫымын үлсәне. Тынысланығыҙ, бына валерианка. Эсһәгеҙ арыуланып та китерһегеҙ».
Кардиология бүлегендәге табиптар нисек кенә тырышһалар ҙа, Ислам терелеп китә алманы, мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо.
Ислам донъя ҡуйғас, уның ике тыуған һеңлеһе килеп китте. Зәлифә апай тураһында һөйләгән хәбәренә ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәне Ләлә. Йәш ваҡытында, тәүге ҡатыны менән йәшәгән, Марс йәйләүҙә көтөүсе булып эшләгәнендә танышылар ҙа, Исламдың апайы, сибәркәй медичка Зәлифә менән. Ошо хәлдән һуң ҡатыны менән айырылыша. Унан һуң дүрт ҡатын алып йәшәй алмай. Нисектер Ләләгә ылығып, матур тормош ҡороп йәшәне.Тик аҫтыртын ире ҡатын-ҡыҙҙар менән шаярыуын ташламаны. Ҡатыны тауыш күтәрмәне, аңлай ине иренең алтылағы холҡон ташламаясағын. Эсә башлағас, бер нәмәгә тарырын да киҫәтте: «Кеше бер генә йәшәй донъяла. Донъя менән хушлашҡаныңда, күпме ҡатын-ҡыҙҙы алдағаның,намыҫынан көлгәнең өсөн Хоҙай алдында яуап бирәсәгеңде бел!». Ләлә бала үҫтерәм, донъямды донъя итәм тип, ире ниндәй генә булһа ла ҡәҙер итте. Тора-бара, әллә өйрәнеп тә киттемелер, Марсҡа йылы тойғолары ҡабынды ҡабыныуын. Нәфис зат наҙ алмайынса ерҙә йәм тапмай. Йәне, тәне теләгәнен ала алды ла кеүек. Мин уны яратырға тейешмен, ғүмерем заяға үтә ләһә, тип уйлаған ваҡыттары аҙ булманы. Ысын мөхәббәт тәүге һөйгән йәшлек йәреңдә генә ҡалалыр, йә китаптарҙа ғына. Ана, бит ниндәй иттереп яҙа оло шағир мөхәббәт тураһында! Ул һаман да йәшлек хистәрен хәтеренән юймай. Шулай күпкә еңелдер ҙә уға. Шиғырының һәр рифмаһында, һәр ритмында мөхәббәт ноталарын моңлораҡ, наҙлыраҡ көйгә һала барыуында. Донъяға мөхәббәттең бөйөклөгөн яңғырата ҙур шағир!
Мөхәббәт тураһындағы китаптарҙы ҡосаҡлап йоҡланы, төштәрендә татлы хистәр тулҡынында тирбәлде Ләлә, Исламдан ҡалып, йәнә яңғыҙ ҡалғас та. Иртәләрен күҙҙәрен асҡанда, йөҙҙәренә тәҙрәнән йым-йым төшкән ап-аҡ ҡояш нурҙарының иркәләүендә, үҙен һөйгән йәренең ҡайнар ҡосағында иҙрәп ятҡандай тойҙо.
Э-э-эй был тормош тигәндәрең, ир менән ҡатын араһын ниндәй генә һынауҙарға дусар итмәй! Ислам менән Сәриәнең яҙмышы ла уларҙыҡынан ҡалышмай. Тиккә генә Исламы ҡарағайҙарын, бөҙрә имәндәрен ҡосаҡламаны. Тыуған ерҙәренең һәр мөйөшө уның йәшлек хәтирәлере уйылған мөхәббәтен хәтерләтә. Баҡтиһәң, ике тыуған апайы әйтеүенсә, ауылға ҡайырылып төшкән юл сатында үҫкән ике имән Сәриә менән Исламдың тәү осрашҡан урыны. Сәриә һыуға батып үлгән йылы, имәндең береһен йәшен ата. Ислам бик ауыр кисерә, йөрәк сире менән ауырый башлай. Зәлифәнең мин бәхетлемен тигән хәбәренә ышанманы Ләлә.
Исламдың ҡолағына төшөргән кешеләр ҙә булды, Ләләнең аяныслы яҙмыш кисереүе тураһында. «Бер үк кеше ғәйбәтенә төшөп ҡуймағыҙ. Иренә яҡшы булды, ҡәҙер-хөрмәт итеп, тауыш-тынһыҙ йәшәнеләр. Ләлә апай ауылда хөрмәтле кеше». Ҡатыны бер ауыҙын асып һүҙ һөйләмәне лә, уға ирен яманлап. Юҡ-юҡта ирем яҡшы булды, шуға ошондай матур донъя төҙөнөк тиер ине Исламға.
Яҙмыштыр ҙа, Ислам менән Ләләне һынауҙар аша үткәреп, аҙ ғына булһа ла ҡалған ғүмер юлдарында пар иттерҙе. Ололарға хас булған мөхәббәткә төрөнөп, сикһеҙ бәхетле тойҙолар үҙҙәрен. Күҙҙәрен- күҙҙәренән алмай хәбәр һөйләр булдылар, бер ҡарауҙан бер-берен аңланылар.
Ләлә быйылғы илле етенсе яҙында ла баҡсаһына сәскәләр сәсте. Бер йәшәп китер ерҙә мөхәббәт тойғоларын бүләк иткән кешеһе булғанына шат ине ул. Йәне йәннәтә рәхәтлек кисерһен генә Исламының.

Читайте нас в