Ағиҙел
+19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
15 Май , 16:30

Туғандар һәм таныштар. Хикәйә. Хәйҙәр ТАПАҠОВ

Сибайҙан тыуған районым Йылайыр аша Хәйбуллаға үтешләй Сәлим ауылын ҡарап, теүәлләп уҙҙым.

Шуныһы ғәжәп, элекке ҙур ауылдар, совхоз үҙәктәре ҡорой барған күл ише элекке ярҙарынан эскә ҡарай тартыла баралар, ә бына ваҡ ауылдар әүәлгесә көн итә бирәләр, уларҙан кешеләр ҙә биҙмәй, өҙөлмәй, йән биргәнгә йүн биргән, тигәндәй, ҡулдарына эш тә бар. Моғайын да иман, ырыҫ һаҡланыуҙан киләлер был йәмле күренеш. Һулаҡай ҡулда ауылдың ситендәге тауыҡ кетәгендәй генә соланһыҙ йортҡа күҙ һалғас ҡыуанып киттем: “Ҡара сәле, емерелмәгән дә, туҙмаған да һымаҡ, һаман урынында!” Йорт – беренсе хеҙмәт юлымды башлап ебәргән фельдшер пункты, арыраҡ ауыл уртаһында, ҡалҡыуыраҡ ерҙә фатирға төшкән Әхтәм бабайҙарҙың аҡбалсыҡлы өйө. Олатай менән инәй әллә ҡасан баҡыйлыҡҡа күсһәләр ҙә, шөкөр йорт һаман да урынында икән, әүәлгеләй тирә-яҡҡа аҡлыҡ һәм паклыҡ тарата. Күңелемде һағыш биләп алды, ҡыуаныслы, яҡты, һағыныулы һағыш.

Сибай медицина училищеһын 1975 йылдың март урталарында тамамланыҡ. Беҙҙе өс йыл барышында оҫта ҡуллы, тәжрибәле табиптар уҡытты, төплө белем бирҙе. Элек махсус урта белем дә бик юғары баһалана ине, хәҙер ике-өс юғары дипломлы йәштәргә ҡарайһың да был таҡырбаш ҡайҙа белем алғандыр, тип үртәлеп бот сабаһың ҡайһы саҡ. Хәҙер шундай көнгә ҡалдыҡ, уҡыу йорттары күп була тороп та мәктәптәрҙә – уҡытыусылар, дауаханаларҙа – табиптар, редакцияларҙа журналистар етешмәй. Иҫәпләй китһәң күп өлкәләрҙә бер үк баш ауырыуы. Ә белгестәр ҡайҙа? Белгестәр тип ҙурҙан ҡупҡан булам тағы, улар ни ҡайҙа аҡсаны күберәк түләйҙәр – шунда! Яңыраҡ ҡына табип дипломын алған бер йәш кеше: “Мин укол ҡаҙарға ҡурҡам, белмәйем дә!” – тип хәбәр һалды. Ошоға өҫтәп тағы ни әйтәһең инде?!

Диплом алған көндә төрлө тарафтарҙан бик күп баш табиптар килгән ине. Беҙҙең, йәғни Йылайыр районының баш табибы мине районға ҡайтырға димләне, барыу менән мул ғына итеп “подъемный” түләргә лә вәғәҙәләне. Мул итеп, тиһәм хәҙерге йәштәр миллиондан да кәм булмаған аҡсаны күҙ алдына баҫтыра. Ә минең штат расписаниеһына ярашлы эш хаҡым ул саҡта 89  һумдан саҡ ҡына күберәк ине. Шул да етте, хатта артып та ҡала торғайны, сөнки беҙ үҙебеҙ ҙә ул саҡта һиҙмәгән-тоймаған коммунизмда, хөрриәттә йәшәгәнбеҙ, алтындың ҡулда саҡта ҡәҙере юҡ, тигәндәре шулдыр, күрәһең. Теләп ризалаштым. Ауылға эшкә ҡайтмаған хәлдә лә яңғыҙы көн итеп ятҡан әсәйемә яҡыныраҡ булыу ине уйым. Ауылда ике кис ҡунғандан һуң районға барып бойороҡ алдым.

Марттың 23-нән эш башларға тейелгән түш кеҫәлә ятҡан ҡәҙерле ҡағыҙҙа. Түшәнер-яҫтанырымды осраҡлы ылауға, тәгәрмәсле тракторҙың арбаһына тейәп киттем тәғәйенләнгән ергә. Ара 35-40 саҡрымдан уҙмаһа ла өшөп-туңып кискә ҡарай ғына барып еттек. Йәш белгес булараҡ, алдан уҡ әйтеп үткәнемсә, Әхтәм бабайҙарға, йәғни ауылдың иң абруйлы, етеш, эшсән кешеһенә фатирға беркетеп ҡуйғандар. Тура шунда апарып бушаттым барлы-юҡлы мөлкәтемде. Мөлкәт, тием, сөнки ярты байлығым – үҙем менән гелән йөрөткән китаптар, журналдар.

       Ҙур, бер яҡлы, айырым бүлмәләргә бүленмәгән өйҙөң эсе таҙа, йыйнаҡ: ҡаршы яҡта бер тәҙрә, һулаҡайҙа икенсеһе, ҡап уртала ҡулдан һуғылған балаҫ йәйелгән оҙон урындыҡ, урындыҡ түрендә асыҡ күк буяҡ менән шалланған аҡ маҡбаллы һандыҡ, уның өҫтөнә түшәнер-яҫтаныр ҡаралты тәңкләп өйөлгән. Тәҙрәләрҙә селтәрле ҡорғандар, һандыҡ өҫтөндәге ҡаралтыға ла сигеүле япма ябыл-ған. Тәҙрә төптәрендә мин яратҡан алҡа гөлдәре. Оҙон, ҡымғырлаған һайын ризаһыҙ сыйнаған урындыҡтың бер башында – йорт хужалары, икенсе осонда мин йоҡлап йөрөргә тейешмен икән. Мине ҡәҙерле ҡунаҡ ҡаршылағандай итеп көтөп, әҙерләнеп торғандар, йылҡы ите, ҡаҙы бешергәндәр. Ҡаҡланған ит ҡырҡыр ҡараһы юҡ һимеҙ. Инәй алдыма оло ҡоштабаҡтан саҡ ҡына ҡайтыш ҙур туҫтаҡ менән тоҙлоҡтан ғына хасил, дүрт-биш кеше бер юлы туйырлыҡ, туйырлыҡ ҡына түгел, артып ҡалырлыҡ бишбармаҡ ҡуйҙы. Аштан ауыҙ итеү менән олатай бер ус һалмаға ҡушып ҡаҡлаған ҡабырғалы ҡаҙыны һоғондороп та ебәрҙе, дөрөҫөрәге, ауыҙымды томаланы, һыланы. Илла аллаға ҡылҡылдатып йотоп ебәрҙем. Шунан был һыйсыл һоғондороу ғәмәле тағы ҡабатланды, тағы. Саманан артыҡ һыйланыуҙан тын да ала алмай эркет гөбөһөләй йәйелеп дүрт тағанлап киттем. Бының менән генә бөтмәгән икән әле, аштан һуң ҙур туҫтаҡ менән ҡоротло һурпа килтерелде, аҙаҡтан ҡабарып бешкән өй икмәгенә ҙур йомарлам майҙан мул ғына итеп һылап былай ҙа мөлкөгән эсемде тағы ла йәйелдереңкерәп ебәреп сәй эсергә бурыслымын икән. Минең өсөн һый ысын мәғәнәһендә ғазапҡа әүерелде. Әйткәндәй, көн һайын шулайтып йылҡы ите, ҡаҙы бешерә башланылар, унан ҡалһа ҡаҙ, өйрәк ите, йылҡы ялы, тултырма. Икеһе сиратлап, ике яҡтан, ике ҡаҙ ботон килтереп тә тотторалар. Ә мин бер-ике ҡалаҡ ҡабыуҙан уҙа алмайым. Шунан инәй күрше ауылда йәшәгән өлкән апайыма барып: “Балабыҙ ашауға бигерәк сибек!” – тип минең яратып ашаған аҙыҡтарымдың оҙон исемлеген алып ҡайтҡан. Үҙемде хәҙер һимертеүгә ҡуйылған һуғым малы һымаҡ итеп тоя башланым.
       Йоҡлар мәл етһә йорт хужалары сисенгәнсе тип, сығып көтөп торғандан һуң ут һүнгәс кенә инәм. Рәхимә инәй йоҡлағанда ғырылдай, хәйерһеҙ, олатайҙың килеп тороп эсе тыңрайып таша икән. Шулайтып шау-гөр, дөһөр-даһыр килеп таң аттырабыҙ.
       Олатай менән инәй түшәк айырғандар ине инде. Рәхимә инәй стена ҡырында ята, апаруҡ ара шылыңҡырап Әхтәм олатай. Шулай булһа ла ярты төн ауғансы көңгөр-ҡаңғыр килеп әңгәмә ҡоралар былар. Башлыса Рәхимә инәй һөйләй хәбәрҙе, ә ҡолаҡҡа ҡатыңҡыраған Әхтәм олатай инде үҙ сиратында арҡыс-торҡос, килделе-киттеле яуаплап йөпләп ятыуы.

– Заһиҙәләрҙең ҡыҙҙары бар бит әле. Шул баланы бәләкәйҙән иркәләттеләр, саманан арттырып ҡәҙерләнеләр, уныһы Сибай педучилищыһына уҡырға ингән икән быйыл. Артынан аҙна һайын барып хәлен беләләр, уныһын-быныһын ташыйҙар, әпәүләйҙәр...

– Бәпәйләгәнме, тәки?

– Әпәүләйҙәр, тим, туң ҡолаҡ!

– Һуң мин нимә тейем тағы, еткән ҡыҙҙы әпәүләһәң бәпәйләй һалып бара бит ул!

– Витвраш Сөләймән йөрөй бит әле, шул бала үҙе бында эшләһә лә күршелә ятҡан Япарһаҙҙа өй төҙөй икән!

– Малды көйҙөртә шул ул, шулай булмай тағы, яҙ етте лә баһа! Беҙ ҙә үгеҙҙе мал тояҡтары еүешләнмәҫ, себен терелмәҫ элек көйҙөртөп ҡуяйыҡ!

– Ярай, һинеңсә булһын, һаңрауға хәбәр һөйләнең ни ҙә һөйләмәнең ни! – Рәхимә инәй һыртын ҡуйып стена яҡҡа борола ла бер аҙҙан ғырылдай ҙа башлай, ә Әхтәм бабай үҙ сиратында геүелдә-теп атып та ебәрә.
       Бер көн беҙҙән ике-өс өй аша йәшәүсе йәш ғаилә Әхтәм олатайҙарҙы малайҙарына исем ҡушырға саҡырҙы. Олатай ҡартайыуы етһә лә, муйыны һенағастай тура ҡатҡан ҡарт әтәс ише, алаңлап алдан төштө, артҡа ҡалыңҡырап ҡуштан тауыҡтай Рәхимә инәй юрғалай. Барғандар былар. Олатайҙы ҡайҡайтып иң түргә, аяҡтарын бөкләтеп ултыртып ҡуйғандар, алдына ҙур яҫтыҡ, яҫтыҡҡа исем ҡушаһы малайҙы килтереп һалғандар.

– Был балаға кем тип исем ҡушырға иттегеҙ, ниәтләнегеҙ, улым, килен?

– Фәрит, тип, олатай! – тиҙәр икән ир менән ҡатын бер тауыштан.
       Олатай исем ҡушыу доғаһын уҡып ебәргәндән аҙаҡ малайҙың уң ҡолағына ҡысҡыра:

– Исемең Фәруҡ булһын, Фәруҡ!

– Фәруҡ түгел, Фәрит, алйыған ҡарт!

– Нимә тип лыбырҙай был ен һуҡҡан ҡарсыҡ? – Олатай аңшая биреберәк хужаларға төбәлә.

– Бер ҙә лыбырҙамай, һеҙҙе төҙәтә генә. Беҙ ҙә малайыбыҙға Фәрит тип ҡушайыҡ, тигәйнек!

– Һуң мин нимә тейем һуң, һеҙгә ҡушылам! – Доғаны өр-яңынан уҡып һулаҡай ҡолаҡҡа эйелә:

– Шулай итеп был малайҙың исеме Фәруҡ булһын, мин ҡушҡан мосолман исемен яратһын, үҙ итеп ҡабул итһен, уға ғөмөрҙә лә тап төшөрмәһен!
       Әхтәм олатай шул барыуында изге ғәмәл атҡарып, малайҙың ғүмерлек исемен ҡолаҡтарына, ҡолаҡтарына ғына түгел йәненә һеңдереп ҡайтты.

Бик күп йылдар үткәс әле бер йыйын мәлендә ир уртаһына яҡынлаған олпат ирҙе осраттым. Беҙҙең райондан икән, райондан ғына түгел, Сәлим ауылынан. Танышырға булдым:

– Исемең нисек әле, һинең, мырҙа?

– Фәруҡ, тиҙәр мине!
       Бер юлы шуны әйтеп үтмәксемен, инәй-олатай мине баштан уҡ үҙ балалары һымаҡ күреп яратып ҡабул иттеләр, өрмәгән ергә ултыртманылар. Китер мәл еткәс тотош донъябыҙҙы һиңә яҙҙырабыҙ тип тә өгөтләп йөрөнөләр, хатта шул мәсьәлә буйынса күршелә ятҡан Матрай ауыл Советына ла барып әйләнгәндәр икән. Һәйбәт кешеләр ине олатай менән инәй, ныҡ һәйбәт.
       Шәмбе көн килеп төшкәйнем, элекке фельдшер декрет ялындағы ҡатын, ҡайҙалыр ситкә киткәнлектән, шул көндө үк санитарка булып эшләгән апайҙы табып алып пункттың асҡысын алдым. Санитарка апай йортто эс яҡтан яңынан аҡлап, иҙәнде йыуып сығарҙы, яңы ҡорғандар ҙа табып элде, тәҙрә төбөнә өйөнән алып килеп гөл һауыттарын урынлаштырҙы, ә мин инде үҙ эшемде рәт-яйына килтерҙем. Медпункт эсе йәмләнеп, яҡтырып китте.

Дүшәмбе көн таң һарыһынан эшкә киттем: крахмаллы аҡ халатымды, башлығымды кейеп алдым, муйыныма килештереп фонендоскоп һалып ебәргәйнем, юғары белемле табиптан былайыраҡ кәттәгә әүерелдем:  Боткин, юҡ, донъя табиптарының батшаһы фәйләсүф Әбүғәлисинаның үҙе! Әҙерләнеп бөттөм, мәгәр бер кем дә килмәй бит! Ҡорғандарҙы тартып утты ҡабыҙып ебәрҙем, бер нисә тапҡыр ыуаланып йорт тупһаһына сығып та әйләндем. “Эшкә килгәнемде белмәйҙәрҙер, күрәһең, әллә өй беренсә йөрөп йәүкәләргәме?” Юҡ, шыпа ла килешмәҫ, тигән ҡәтғи ҡарарға килдем, улайтҡан бер ҡатлы ҡыланыш абруйҙы, бәҫте төшөрөү була! Эш тапмаған эш тапҡан, бөрмәһенән бет тапҡан, тигәндәй фонендоскоп менән үҙемдең йөрәк тибешен тыңларға булып киттем, ә ул бәйгелә сабып барған ат ише тулай. Бына, ниһайәт, бик көттөрөп тәүге пациентым, оло ғына йәштәге бабайҙың минең тарафҡа ыңғайлауын шәйләп ҡалдым. Бына ул тотона барып йышылып, тотҡаһы тапҡыры керләнеп бөткән таяғын ишек ауыҙына һөйәгәндән, ситек галоштарын сискәндән һуң эскә үтте:

– Һаумы, улым, ни хәлле ятыш?

– Бына әле тәүге көн эш башлап тороуым?

– Ишеткән инек, бик мәслихәт! Һабырҙан, тип һөйләйҙәр ине.

– Шунан.
       Баҡтиһәң ул һуғышта булған икән, һыу буйы итеп теҙеп ауылыбыҙҙағы ветерандарҙы белешә-һораша башланы ла бер сәғәт самаһынан төп йомошона күсте:

– Бына сырхап кителде бит әле.

– Сисенегеҙ улайһа, ҡан баҫымығыҙҙы үлсәйек, тыңлап ҡарайыҡ. Һеҙҙе нимә борсой?

– Сисендереп, тыңлап мәшәҡәтләнмә, минең бер ҡайғы – үпкәлә йәҙрә ярсығы ята. Враштар уға оронорға ҡушмай. Шул ярсыҡ яҙлы-көҙлө үҙәккә үткәрә бит, инәңде эт талағыры! Һыҙлай, ҡан төкөртә. Ауыртыу-һыҙланыуҙы баҫа торған дауаңды бирһәң шул еткән, ҡалғанына нисек тә сыҙармын. – Кәрәкле дауаларҙы биргәс тә сығырға ашыҡманы, оҙон хәбәргә төшөп китте. – Бик кәрәкле һөнәрҙе һайлағанһың, балам, матур итеп, имен-аман эшләргә яҙһын. Яу яланында ла иң кәрәкле кешеләр ашнаҡсылар, шунан врач-санитарҙар. Яраланып ҡанға батып ятҡанда яныма бәләкәй генә буйлы шәфҡәт туташы шыуышып килеп етеп тәүге ярҙамды күрһәтте лә, мине, уҫлаптай кәүҙәле ирҙе яурынына һалып үҙебеҙҙекеләр яғына һөйрәй башланы, хас та үҙенән әллә күпмегә ҙур сыбыҡты өҫтөрәгән ҡырмыҫҡа инде. Шул сибек кенә ҡыҙ барлыҡ көсөн, ихтыярын бергә туплап мине ҡотҡарып, әжәлдән әрсәләп алып ҡалды. Иртәгеһен икенсе берәүгә ярҙам иткән сағында үҙе һәләк булған. Бына шундай күңелһеҙ тарих...
       Икенсе булып туптай тумалаҡ, терегөмөштәй хәрәкәтсән әбей күренде. Ул инеү менән шундуҡ яныма килеп, әйләндереп-тулғандырып һамаҡлай-һамаҡлай мине өшкөрә башланы: “Әпсен-төп-сөн шайтан осһон, бүрәнә ҡыҫһын...” Именең һуңында маңлайыма ласылдатҡансы төкөргәндән һуң эргәмдәге ултырғысҡа һағып, ҡулдарын алға һоноп, аят бағышларға керешеп китте. Изге эш тамамланғас уның тубыҡтарына кеҫәм төбөн соҡоп баҡыр тәңкә табып хәйеремде һалдым.
       Наҡыҫ саҙаҡа хуш ҡылып алынғас пациентым минең яҡҡа ҡарап күҙҙәрен секрәйтте:

– Әссәләмәғәләйк-ү-ү-үм, кем, мөьмин мосолман!

– Һаумыһығыҙ.

– Вәғәләйкүмәссәләм, тигән! Был йорт фильшер килен киткәндән һуң оҙаҡ ҡына буш торҙо. Шуға йыйылып киткән ендәрҙе ҡыуаланым. Баҡтиһәң, улар бик күп икән дә баһа, зерә күп, берәүһе һинең муйыныңа менеп атланған, ҡалған дүртәүһе йорттоң дүрт мөйөшөндә! – Үҙе менән тотоп ингән моҡсаһынан кипкән ботаҡ килтереп сығарҙы. – Инде бында хужалай ҡыланмаҫтар, һуғыла ла алмаҫтар, мына, ишек башыңа артыш ҡыҫтырам!

Бының менән генә йола бөтмәгән икән дә баһа, йорттоң һәр мөйөшөнә аҙан ҡысҡырыуға ла биниһая ваҡыт китте. Изге эштәрен атҡарған инәй бик ҡәнәғәт ҡалып, нисек килеп инһә шул етеҙлегендә сығып та юғалды, ә мин аңҡы-тиңкегә ҡалып, иҫемде лә йыя алмай ултырып ҡалдым, шулай ҙа елкәмдәге шайтанды алып ташлағанғамы, үҙемдә ниндәйҙер эске еңеллек тойҙом.
       Өсөнсө пациентым үҙе менән үтә лә ҙур төйөнсәк тотоп алған ине. Ул инеү менән шуны йәйеп ебәреп һыйҙарын теҙә лә башланы:

– Етемдең ҡорһағы ете ҡат ул, улым, ситтә йөрөгәндә һәр саҡ асыҡтыра. Шуға бына бер литрлыҡ менән ҡаймаҡ килтерҙем. – Шунан оло бер тәрилкә майлы ҡоймаҡты алдыма шылдырҙы. – Элекке көн туҡал һыйырым быҙаулағайны, шуның ыуыҙ ҡоймағынан ауыҙ ит. Быныһы инде ҡара ҡарағат болғанған, сейә япрағының ыҫы һеңдерелгән ҡорот, быныһы талҡан, быныһы Ҡамыш-үҙәк буйынан йыйған еләктең ҡағы, банкала бөрлөгән үәринйәһе. Әйҙә, рәхәтләнеп һыйланып ал!

– Мин эштә бит әле!

– Атаҡ эш, тисе, эш ҡасмаҫ, иң тәүлә тамағыңды ҡайғырт, атты ла бит сыбыртҡы менән түгел, һоло менән ҡыуалайҙар. Минең дә улым әрмелә, йыл тулып уҙҙы инде, ошо мәлдә асығып ҡына йөрөй микән, бәпесем, ҡолонсағым. Һине шул, ғәзиз улымдай яҡын итеп күрҙем дә киттемсе, әле һине һыйлайым да, уны һыйлағандай булып ултырам. Иртәгә тауыҡ һурпаһын килтерермен, иртәнән һуң танһыҡ аш манный бутҡаһы.

– Мине лә бит өйҙә олатай менән инәй һыйҙарын теҙеп көтөп торалар. Кәрәкмәй! – Сәбәләнеп ҡулдарымды болғаным.

– Хужаларыңдың ашҡа балыуанлығын беләм, иллә һәр ризыҡтың үҙ урыны! Йәнең ни теләй, тартынмай шундуҡ әйт, ыңғайы бер бешереп әпкилә һалырмын!
       Киләһе килгән пацинетым иллегә яҡынлаған, ел иҫһә лә ҡолап китерлек сибек ҡатын ине. Ул да аныҡ ҡына итеп ауырыуын әйтә алманы:

– Минең шул инде, ошонда килеп градусник менән үлсәһәм тән температурам төшә, ҡан баҫымын үлсәгән әйбер давлениемды урынына ултырта. Шуға һеҙгә йөрөйөм гелән, тарһынмағыҙ инде бер үк. Кисә Матрай участка балнисына барғайным, гимарруй, тип ҡайтарҙылар, кәнфиткә тартым дарыу ҙа бирҙеләр әптикәлә.

– Килешәме һуң?

–Хоҙайым белһен! Ул дарыуы майшәмгә тартым, ашайым тиһәң тешкә һылаша ла ҡуя, утырам шуны соҡоп...

– Уны бит һыҙлауҙы баҫыу өсөн икенсе урынға ҡыҫтыралар.

– Барыбер түгелме ни, бер арганизмға бара!

Көн аҙағында килгәненең дә йомошо үтә ябай икән дә баһа, ул арҡырыһы ла, буйы ла бер сама апай ине. Теге инеү менән хәбәрен дә һалды:

– Гөлбикә, Мәстүрә, Мәҙинәләр һиңә үкел алырға йөрөйҙәр, ғәҙәттә.

– Бәлки йөрөйҙәрҙер ҙә, беренсе көн эш башлап тороуым.

– Белмәһәң бел, ишетмәһәң ишет, пеницилллин ала улар. Ҡалған-боҫҡаныңды бер флаконға йыйып бар ҙа кискеһен шуны миңә ҡаҙарһың!

Ни әйтергә белмәй аптырап ҡалдым:

– Нишләп?

– Бынағайыш, нишләп, тисе, ни бысағыма дарыуҙы әрәм итеп түгергә?! Минең бит пенсиям түбән, почти што пасубие. Шулай булғас хәлемде аңлап торорға тейешһең. – Тирмәндәй осаһын йәйеп, йомортҡа һалырға йыйынған тауыҡ хәрәкәттәрен яһап, арт һынын боршаңлатып ишек төбөндәге кушеткаға ҡунды, тимәк тиҙ генә сығып китергә йыйынмай. – Пасубие алып көн итһәм дә шыпа ла бирешкән юҡ, төшөнкөлөккә  лә бирелмәйем, ауылыбыҙҙа ойошторолған үҙешмәкәр түңәрәктең иң актиф ағзаһымын! Әйткәндәй, бөгөн кис Матрайға кансирт ҡуйырға барабыҙ!

 Тағы ла бер тапҡыр пациентымдың булыр-булмаҫ ағас шкафтай кәүҙәһенә күҙ аттым:

– Ул концертта, моғайын да, матур итеп шиғыр һөйләйһегеҙҙер?

–Атаҡ-атаҡ, ништәп шиғыр ғына ти, таҡмаҡлайым! Кеше сығарғанды тылҡырға яратмайым, таҡмаҡтарым шәхсән үҙемдеке! Шулай күҙгә-башҡа артыҡ эләгеп бармаһам да үтә шиғри йәнле кеше мин! Райун гәзитендә ай һайын сыға килгән “Шишмәләр” тип аталған әҙәби биттә бер таҡмағымды ла баҫҡандар әле, ызнашит миндә һәләт бар! – Йәйенке ауыҙы ситтәренә һаҡҡан күпректе уң ҡулының баш һәм һуҡ бармаҡтары менән һөртөп алды. – Мына бөгөн иртән көтмәгәндә-уйламағанда күңелемә яңы таҡмаҡ төйөнләнде, шуны башҡарып күрһәтәйем әле! – Ҡайтанан ауыҙ ситтәрен һөртөп алды:

– Ҡулымдағы балдағымдың,

Исемдәре Маһинур.

Ай менән ҡояш түңәрәк,

Ә һин ништәп оҙон-с-а-а-а...

Шыҡһыҙ таҡмаҡтан, иләмһеҙ һамаҡтан медпункттың серек тәҙрә рамдарында беркетелгән быяла ҡоршауҙары зыңлап китте...                                                  

Хыялымда әллә ниндәй матур, төҫлө буяуҙар менән һүрәтләгән беренсе эш көнөм шулай үтте, тамамланды. Ябай ҙа, ихлас та, бер аҙ мәҙәк тә. Ана шулар татлы бер һағыш булып хәтеремә уйылғандар.
       Теүәл бер айҙан мине әрме сафына саҡырҙылар. Комсомол путевкаһы менән ил сиген һаҡларға. Быныһы инде айырым үҙе бер тарих.

Читайте нас в