Бөтә яңылыҡтар

МИН ҠАЙТЫРМЫН, ӘСӘЙ! Хикәйә. Рәлиф КИНЙӘБАЕВ

Радионан йыр ағыла. Ул күңелде моңландыра, хәтирәләрҙе яңырта, үткәндәргә алып ҡайта:

Бер ҡайтмаһам, әсәй, бер
ҡайтырмын,
Утыңды һүндермәйсә
мине көт.
Һине көттөрөп тә ҡайта алмаһам,

Кисер мине, әсәй, ғәфү ит...

Мөғлифә әбей бәйләм бәйләп ултырған еренән туҡталып ҡалды. Шау аҡ сәсле башын күтәреп, әле нурҙары һүнеп бөтмәгән күҙҙәрен тәҙрә аша оло юлға төбәне. Бәйләмен ситкә ҡуйҙы, тубығынан тәгәрәп төшөп, һүтелеп киткән йөн йомғағына ла иғтибар итмәне. Әлеге моң, үткәндәрҙе иҫкә төшөрөп, ағылды ла ағылды. Хәтирәләр ҙә ошо йырҙың моңолай һуҙылдылар, тулҡынландырғыс минуттар булып иҫкә төштөләр һәм күптән үткән көндәргә алып ҡайттылар.
...Ауыл яғынан атын саптырып берәү килә. Эҫе ҡояш нурҙары аҫтында әлһерәгән утаусылар, ҡыҙыҡһынып, ваҡыт-ваҡыт юлға күтәрелеп ҡарайҙар.
– Ә-сс-әй!
Мөғлифә апай, улының тауышын танып, билен турайтты. Алыҫтан уҡ «әсәй» тип ҡысҡырып килеүсе уның берҙән-бер улы Мөслим ине.
– Әсәй! Мин фронтҡа китәм.
Әсә, күкрәгенә ҡулдарын ҡаушырып, өнһөҙ ҡалды. Хәбәрҙе ишетеп, тирә-яҡтағылар ҙа улар эргәһенә йыйыла һалды.
– Ҡасан? –тип кенә һорай алды әсәһе.
– Бөгөн! Әсәй, әсәй, зинһар, илама! Бына дошмандарҙы еңербеҙ, шунан әйләнеп тә ҡайтырбыҙ.
– Һине лә юғалтһам, улым, миңә ни ҡала?
– Әсәй, илама. Мине лә, үҙеңде лә йәберләмә. Мине көтәләр. Бөгөн кис Стәрлелә булырға тейешбеҙ.
– Шулай тиҙме? Юлыңа ла әҙерләй алманым бит, улыҡайым.
– Миңә бер нәмә лә кәрәкмәй. Үҙеңде һаҡла, әсәй. Миңә ваҡыт, һау бул! Хушығыҙ! – Мөслим әсәһенең күҙ йәштәрен күрмәҫ өсөн атына
һикереп менде лә ҡыуа башланы. Ерән үшән¬ләнеп торҙо ла ҡапыл ауылға ҡарай сапты.
Иҫенә килгән әсә улының артынан йүгерҙе.
– Улыҡайым! Көлсә ал юлыңа! Бына, бына!
Ләкин улы туҡтаманы. Бер аҙ барғас, атын тыя биреп, боролоп ҡысҡырҙы:
– Әсәй! Мин ҡайтырмын! Мине көт! Көлсәләр бешереп көт!
Мөслимдән төрлө ҡағыҙҙарға яҙылған өс мөйөшлө хаттар килә торҙо. Хатта ул хеҙмәт иткән частың штабынан әсәгә улының орден тағып төшкән рәсеме менән бер фронт газетаһы килде. Һуғыш бөтөргә күп тә ҡалмаған кеүек ине, ләкин Мөслимдән хаттар ҡапыл туҡталды...
Көтөп алынған еңеү таңы атты. Еңеүселәр берәм-һәрәм ауылға ҡайтты. Ләкин әсә, Олосағыл яғына ҡарап, күпме генә күҙҙәрен талдырып көтһә лә, уның Мөслиме, «әсәй», тип йүгереп килеп сыҡманы. Көндәр үтә торҙо. Улын эҙләп төрлө органдарға мөрәжәғәт итеүҙәр файҙаһыҙ булды. Мөслим хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә килеш ҡала килде. Күрше ауылдан полкташы килеп Мөслимдәрҙең янған танкыһын күреүен һөйләп китте. Ләкин әсә ышанманы. Улын, ҡыш етһә, ойоҡбаштар бәйләп, йәй булһа, төрлө һыйҙар әҙерләп көттө. Айҙар, айҙарға эйәреп йылдар үтә торҙо.
Әле төнәрәк Мөғлифә әбей Мөслимен төшөндә лә күрҙе. Ҡайтты уның берҙән-бере, күҙ нуры. Мөһабәт кәүҙәле, хәрби кейемдә, орден- миҙалдары сыңлап тора, ҡулында олоғара автомат. Хәс кинолағы һымаҡ. Ишеккә һыймай килеп ингәс, хатта танымай ҙа торҙо. Оҙаҡлап- иркенләп сәй генә эсә алманылар. Инде әсәһе алабарманланып тәмле-тәмле һыйҙарын сығара ғына башлағайны, тағы атыш, туптар шартлауы яңғыраны.
– Әсәй, мине көтәләр, хуш бул. – Мөслим һикереп тора һалып автоматын ҡулына алды. Әсә тулҡынланып улы эргәһенә килде.
– Бар, улым, –тине ул. – Дошмандарҙы тағы ла еңеп ҡайт.
– Мин ҡайтырмын, әсәй!
Тик төшө генә бик ҡыҫҡа булды шул. Уяныуына радионан иртәнге концерт бара ине, билдәһеҙ йырсы, йырҙы ҡабатлап, тапшырыуҙы тамамланы.
Һине көттөрөп тә
ҡайта алмаһам,
Кисер мине, әсәй, ғәфү ит.
Әсә: «Ғәфү итәм, улым, ғәфү итәм. Тик ҡайт, һуңлап булһа ла ҡайт», – тип һөйләнеп ҡуйҙы.
Мөғлифә әбей тәҙрә сиртеүҙәренә һиҫкәнеп китте. Ул һаман «Мөслим улымдыр» тип өмөтләнеп, ашығып тәҙрәгә барҙы. Ләкин унда әбейҙең әхирәте Зөбәйҙә тора булып сыҡты.
– Әхирәт, ни эшләп бер үҙең ултыраһың. Бөгөн байрам даһа! Кәнсәләр алдында бөтә халыҡ. Һиңә лә килергә ҡушҡандар. Бөгөн һәйкәл асалар бит, – тип һөйләнде лә юҡ булды.
Мөғлифә әбей тиҙ генә кейенә һалды ла колхоз идараһы яғына ыңғайланы. Ундағы халыҡтың иге лә, сиге лә юҡ һымаҡ. Байраҡтар елберләй. Һәр береһенең ҡулында сәскә. Әсә ашығып уртағараҡ үтте һәм үҙ күҙҙәренә ышанмай ҡатып ҡалды. Майҙан уртаһында тап Мөслимгә оҡшаған мәрмәр һәйкәл тора ине... Был көндө һәр кемдең яуҙа ятып ҡалған улы, ағаһы, ире, һөйгән йәре тере иҫтәлек булып, нисә йылдар үткәс, яңынан тыуған ауылына әйләнеп ҡайтты!
Әсәнең ҡолағына улының: «Әсәй, мин ҡайтырмын!» –тигән һуңғы һүҙҙәре ишетелеп ҡалғандай булды. Ул, ниҙер иҫенә төшөрөп, ҡапыл ашығып өйөнә ҡайтып китте һәм, оҙаҡ та тормай, бер төргәк тотоп яңынан күренде.
Тантана дауам итте. Диктор көслө динамик аша:
– Тыуған илебеҙҙең азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн һәләк булғандарға мәңгелек дан! – тине. Байраҡтар ергә эйелде. Кешеләр сәскәләр тотоп тын ғына һәйкәлгә йүнәлделәр. Иң һуңғы булып һәйкәл янына Мөғлифә әбей килде. Ул әкрен генә һөйләнә-һөйләнә төргәгенән бер пар ойоҡбаш һәм яңы ғына бешкән көлсәләр сығарып, һаҡ ҡына һәйкәл алдына һалды. Йәштәр, бер ни аңламай, сәйерһенеп, уны күҙәттеләр, ә оло йәштәгеләр, әсә менән улдың хушлашыуына шаһит булған кешеләр, күҙ йәштәрен күрһәтмәҫ өсөн ситкә боролдолар.
...Күптән түгел ауыл халҡы Мөғлифә әбейҙе һуңғы юлға оҙатты. Ул һәр көн һәйкәл алдында ултыра торған ине. Үлер алдынан саҡ ҡына аңы асылып: «Рәхмәт, кешеләр, улым менән осраштырҙығыҙ», – тип әйтеп үлгән икән.
Мин көн һайын һәйкәл алдынан үтеп йөрөйөм. Һәйкәлгә етәрәк һәр ваҡыт тулҡынланам: унда һаман да Мөғлифә әбей улына ҡарап ултыра һымаҡ, һәйкәл алдында –тере сәскәләр. Ә һәйкәл бер ни өндәшмәй, тын тора. Ул көнбайышҡа ҡарап баҫҡан да сит ерҙәрҙә мәңгелек йоҡоға талған дуҫтарына өндәшә һәм ерҙәге кешеләрҙең иң ҡәҙерлеһе булған тыныслыҡты һаҡларға саҡыра.

Читайте нас: