Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
8 Май 2023, 12:56

УЛЫМ, ДУҪЫҢА ӘЙТ ӘЛЕ, ӘСӘҺЕН ТЫҢЛАҺЫН. Хикәйә. Рәлиф КИНЙӘБАЕВ

Бер көн Зөбәйҙә инәй шылтырата. Уның ғүмер буйы бер хәбәр булды инде, Уралы өсөн борсола. Улы менән бер балалар баҡсаһына йөрөнөк, класташ, дуҫ, туйымда кейәү егете булды.

Инәй иң тәүҙә атайымдың, әсәйемдең хәлен һорашты.
– Күптән пенсияға сыҡтылар, хәҙер зарланмайҙар. Ауылға ҡайтып киттеләр.
– Сәләм әйт үҙҙәренә. Мин дә арыу ғына йәшәр инем, ваҡ-төйәге сығып тормаһа, – тине. – Тик бына Урал дуҫың башымды ҡатыра бит, әллә нимә эшләй башланы. Өйләнеп йөрөй бит ике балалы ҡатынға. Ике ут һымаҡ малай инде. Уралға әйтәм, үҙең ҡара, ике малай түгел, дүрт йоҙроҡ үҫтерәһең бит, тинем. Дүрт кенә йоҙроҡ бит. Үҙҙәре үҫкәс, Уралым пенсияға сыҡҡас, өйөнән ҡыуып ҡына сығарырҙар инде. Тәүҙә ныҡ ҡына туҡмарҙармы икән? Улым, дуҫыңа әйт әле, әсәһен тыңлаһын, балаһыҙ йәш ҡатын тапһын.
Рәшит Солтангәрәев яҙған шикелле: “Ахырызаман етә башлаһа, кемде һөйләһәң, шул алдыңа килеп баҫасаҡ”, – тигәнме. Ҡатынымды, улымды, ҡыҙымды эйәртеп, ял баҡсаһына сыҡҡайным. Урал дуҫым да ғаиләһе менән йөрөп ята. Зөбәйҙә инәй дөрөҫ әйткән: ике терегөмөш һымаҡ малай, ипле, тыныс, һылыу әсәләре. Балалар уйнаған арала икәүләшеп кенә һөйләшеп алдыҡ.
– Әлеге ваҡытта ошолар менән булам, – тине дуҫым. – Әсәй ҡарсыҡ, әлбиттә, ҡаршы. Аралашыу юҡ. Мин әле эшләгән ерҙә өйләнмәгән ирҙәргә, балалары булмаған ғаиләләргә шик менән ҡарайҙар. Директорҙың дүрт балаһы бар, ҡатыны бишенсегә ауырлы. Ә мин – яңғыҙ. Миңә шик менән ҡарай, ситләтә башланы. Әмәлгә ҡалғандай, ике балаһы менән ошо ҡатын тура килде. Ял көнөндә эйәртеп, корпоративҡа тәбиғәт ҡосағына сыҡҡайныҡ, иң алда дүрт балаһын, ауырлы ҡатынын эйәртеп хужа килә, улар артынан – мин, тегеләрҙе эйәртеп. Дуҫыңдың абруйы күтәрелеп китте. Яңы вазифа, юғары эш хаҡы, хөрмәт. Маҡтаулы атайҙар стендында эленеп торам. Әлегә йөрөһөндәр әле, тим. Һәйбәт бешерә, кер йыуа. Әтеү күлдәк үтекләп, ҡул ҡалмай торғайны. Килер заман, бер йәшерәге тура килер әле. Был ҡатын миңә бушлай хеҙмәтсе һымаҡ. Ике малайы менән эш хаҡын ҡушһаң, табышты күберәк килтерә. Үҙең беләһең, өй йыйыштырыу ҡиммәт хәҙер. Етмәһә, һуңынан әйберҙәр юғала.
Өйгә ыңғайлағас, ҡатыным һөйләп ҡайтты:
– Уралдың ҡатыны Рәхилә тормошонан ифрат ҡәнәғәт икән. Урал балаларҙы үҙенеке һымаҡ ҡарай икән, балалар баҡсаһына ла үҙе йөрөтә, кәрәкһә, төндә тора. Эшләгән ерендә директоры бик хөрмәт итә, байрамдарҙа үҙе шылтыратып, ҡотлай, ти. Бар бит бәхетле ғаиләләр!
Өндәшмәнем. Үҙҙәре беләлер. Урал уҡығанда уҡ шыма ине. Рәшит Солтангәрәев әйтмешләй, шундай кеше, ҡайҙа арбаһына ултыраһың, шунда төшөп ҡалаһың. Беләбеҙ уны. Тағы берәй юғары урын эләктерер ҙә, эҫе ҡомға һалған һыу һымаҡ, юҡ булыр.
Биш-алты йыл үттеме -юҡмы, Зөбәйҙә инәй миңә тағы шылтырата:
– Улым, атай-әсәйең иҫән-һаумы? Теге ваҡыт ауылға ҡайтып китте, тигәйнең, нисек йәшәп яталар?
– Һәйбәт, зарланғандары ишетелмәй, – тим.
– Сәләм әйт. Эх, бер барып күрергә ине. Ҡартайтты шул. Урал дуҫың ҡартайтты. Дуҫыңа әйт әле, улым, әсәһен онотмаһын. Һин беләһеңме икән, ике балалы ҡатын алғайны, күрһәң, үҙенә мин әйтте, тип өндәшмә. Ҡатыны бик уңған булып сыҡты. Теге ике малайға ҡушып, тағы ике малай тапты. Дуҫың хәҙер балаға күмелеп ултыра. Әле ҡайҙалыр ҙур директор, машина килеп ала, илтеп ҡуя. Оса торған нәмәһе лә бар – самолеты, вертолеты. Малайҙарын үҙе һаман баҡсаға, мәктәпкә йөрөтә. Белмәйем, белмәйем, был нимә менән бөтөр. Килен тағы ауырлы. Уныһы бигерәк уңған булып сыҡты: “Ҡыҙ тапмайынса, туҡтамайым”, – ти. Күрһәң, әйт әле дуҫыңа. Донъяның рәте-сираты юҡ, ошо бишәү еткәндер ул.
Теге ваҡыт Рәшит Солтангәрәев нимә тип әйткәйне әле, үҙем онотҡанмын, ярай, иҫкә төшөр әле. Бер көн Салауат Әбүзәр үҙенең шиғыр кисәһенә саҡырҙы. Барһам, бер рәт булып, Урал дуҫымдың ғаиләһе ултыра. Һаҡсылары менән. Эргәлә генә Әбүзәр ҡатыны, ике малайы, ике ҡыҙы менән ултыра. Шағирға яҡын барырлыҡ түгел, ҡыҙҙарынан, малайҙарынан автограф алдыҡ. Шәп яҙа!
Урал менән гәпләшергә лә ваҡыт булды.
– Артта ҡалғанһың, – тине дуҫым, минең малай менән ҡыҙға күҙ ташлап. – Әлегә йөрөйөм әле, тип ҡалған булғайным, ғүмер үтте лә китте. Әсәләре уңған, күҙемә генә ҡарап тора. Шул ҡатынды дүрт балаһы менән нисек ташлап китәһең инде. Һиҙгәнһеңдер, бишенсеһен көтәбеҙ. Ошо ғаилә мине үҙенә йәбештерҙе лә ҡуйҙы. Командировкаға сыҡһам, ике-өс көндән артыҡ түҙә алмайым, күңел өйгә ынтыла. Күҙ алдыңа килтер. Мин ҡайһы ваҡыт төн уртаһында ҡайтып төшәм. Йоҡламайынса теҙелешеп, көтөп торалар. Миңә оҡшай.
– Буш йөрөмәйһеңдер, һинең йәшерәктәре барҙыр ул, – тим дуҫыма, төрттөрөп.
– Һин нимә һөйләйһең? – тине дуҫым, тертләп ҡуйҙы, хатта тирә-яғына ҡаранды. – Беҙҙең директор ҡатындарына хыянат иткәндәрҙе шунда уҡ эшенән ҡыуа, ҡатынынан беренсе ялыу килеү менән үк. Директор нимә ти, беләһеңме? “Ҡатынына хыянат иткән ир иленә хыянат итә. Иленә хыянат иткән – заводҡа хыянат итә”. Бына шулай.
– Ауыр түгелме? – тип һорайым шым ғына.
– Тәүҙәрәк ҡыйын ине, хәҙер өйрәндем, – ти. – Иртән хоккейға баралар, кискә – бокс секцияһына. Үҙем дә шулар ыңғайына күнекмә үтеп ҡайтам. Донъя хәлен белеп булмай, кәрәк булыуы бар.
Ә бер көн Зөбәйҙә инәй шылтырата. Улым, миңә туҡһан йәш тула. Ишеткәнһеңдер, Урал ҡала эргәһендә өй һалып сыҡты. Әсәйеңде, атайыңды, ҡатыныңды, балаларыңды тейә лә, беҙгә килегеҙ. Өйҙө күрһәтербеҙ, минең 90 йәшемде үткәрербеҙ.
– Ярай, рәхмәт, килербеҙ, – тинем мин. – тик атай менән әсәй саҡырыуығыҙҙы ҡабул итә алмаҫ.
– Ниңә, уларҙы ауылға ғына ҡайтып китте, тигәйнең түгелме һуң?
– Эйе, ун йыллап була инде. Атай яҙ ҡайтып китте, әсәйҙе көҙ алып ҡайтып ҡуйҙым. Ауылыбыҙ зыяратында йәнәш кенә яталар.
– Ишетмәгәйнем, йәндәре йәннәттә булһын инде, – тине Зөбәйҙә инәй. – Хәҙер аралашҡан юҡ шул. Килгәс, улым, дуҫыңдың иҫенә төшөр әле, мин уның тормошонан бик тә ҡәнәғәтмен. Миңә айырым бүлмә эшләне, шунда Ҡөрьән сығып, намаҙ уҡып ултырам инде. Балалар иҫән-һау булһын. Килегеҙ, улым, һөйләшеп ултырырбыҙ.

Читайте нас: