Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
4 Май 2023, 17:48

ТОМАН ЭСЕНДӘ ТОРОП ҠАЛДЫ. Рәлиф Кинйәбаев

– Ҡайтып йөрөйһөңмө? – тине ул миңә тишерҙәй итеп ҡарап. – Ай һайын ҡайтып йөрөйөм, – тинем мин. – Мине күргәнеңде берәүгә лә өндәшмә! – тине ул, күҙҙәренән осҡондар сәсрәп ҡуйҙы.

Ағиҙел буйында – томан, яңы һауылған һөт һымаҡ, ҡуйы төшә. “Һеҙҙе ауылда һағыналар бит”, – тип әйтергә теләгәйнем, үҙе, күҙ асып йомғансы, томан эсенә инеп юғалды.
– Әкрәм ағай! – тип ауыҙ асып, өндәшеп тә өлгөрмәнем...
Аҙаҡҡы осрашыуыбыҙ 90-сы йылдың йәйендә булғайны, утыҙ йыллап ғүмер үтеп тә киткән. Ҡағыҙҙарымды барлағанда “Әкрәм Солтанов” тигән яҙыу күренеп ҡалды. Уны ниңә иҫкә төшөрөп ултырам әле мин? Миңә уның ни хәжәте бар? Исмаһам, ағай-эне түгел, туғанлыҡ та юҡ. Ул ауылдың теге осонда, ә беҙ был оста йәшәйбеҙ.
Күршелә генә Нурия апайҙар тора. Педучилище бөткән уҡытыусы апай, әле кейәүгә сыҡмаған инде, класташы булдымы икән, Әкрәм ағай күрше апайға эйәләшеп алды. Ағай төндә килә, мин уның ауыл кешеһенә хас булмаған бөхтә кейеме һәм еңелсә генә көйләп килеп сығыуын яратам. Беҙҙең ни өҫтә йәйге кейем-һалым – ҡара трусый ҙа, майка. Аяҡҡа кейеп тә тормайбыҙ. Ә Әкрәм ағай килһә, гәзит битенә төшөрөлгән беҙ танымаған түрәләр һымаҡ: аяҡта – ҡап-ҡара, ялтырап торған ботинкалар, үтекләнгән салбар, өҫтөндә – йылы свитер, йә күлдәк, ҡулында – сәғәт. Теге оста Ғәйнулла ағай менән Сафия инәйҙең берҙән-бер улы.
Нурия апай берәүҙе лә яҡынайтмай ине, Әкрәмдең армиянан ҡайтҡанын көткән икән, тип һығымта яһайым мин хәҙер. Беҙҙең ишек алдында өйәңкенән ҡалған ҡолас етмәҫлек бүрәнә ята. Кистәрен шул өйәңке беҙгә ял урынын да, клубты ла алыштыра. Ишек алдындағы соландан урамда Рәшит ағайҙың ҡоймаһына тиклем яҡты төшә. Шулай булғас, берәү ҙә күренмәйенсә үтә алмай. Әкрәм ағай көн һайын килә. Хатта Рәшит ағайҙың һунар эте Муйнаҡ та уға эйәләште, ул күренгәндә өрмәй. Тимәк, үҙенеке итеп ҡабул итә. Ә бына Нурия апайҙың атаһы Хәйҙәр ағай менән әсәһе Гөлзәйнәп апай ниндәй мөнәсәбәттәлер, хәҙер шул хаҡта уйлайым.
Әле ул осор беҙ тау башындағы окоптарҙан ҡылыс-патрондар таба торғайныҡ. Ауылда 30-сы йылдарҙағы раскулачивание шауҡымы йәшәй һәм мәңге бөтмәҫ һымаҡ ине. Сөнки байҙарҙан ярлылар тарафынан тартып алынған самауырҙар һәм ҡаҙандар әле үҙҙәренең бурысын теүәл үтәй ине. Ғәйнулла бабай ышанысҡа инеп алып, Нурия апайҙың атаһы Хәйҙәр бабайҙың байтаҡ ҡына мөлкәтен талауҙа ҡатнашып, үҙе тейәп ебәргән, тинеләрме шул, әллә киреһенсә булғанмы, хәҙер әйтә алмайым.
Тәүҙә бер ай самаһы, Әкрәм ағай килгәндән һуң, Нурия апайҙың килеп сыҡҡаны һиҙелә, сөнки уның сыңғырлатып шат көлөүе йыш ишетелә торғайны. Апайҙың ата-әсәһе быға тәүҙә иғтибар итмәгәндер, күрәһең. Ләкин бер заман Нурияның ҡустыһы менән һеңлеһе еҙнәлеккә дәғүә итеүсе килгәндә урамға сыҡмай, йәғни апаларын, уның үтенесе буйынса, саҡырмай башлағайны. Мин, аңды-тоңдо белмәйенсә, Әкрәм ағайҙың эргәһендә йышыраҡ уралдыммы икән, сөнки мин, ялан аяҡлы малай, уның кейеменә лә, яҡты төшөп, ялтыраған ботинкаларына ла ҡыҙығып ҡарай инем.
Ағай, бер килгәнендә, мине ситкәрәк саҡырҙы ла:
– Ҡустым, Нурия апайыңды саҡырып сығар әле, – тип өндәшкәйне, үҙемә ҙур һәм яуаплы йомош йөкмәтелгән һымаҡ, уны үтәү шатлығын көҫәп, йүгереп кереп киттем дә, бер ни белмәгән аңра малай, аласыҡтарына үрелеп ҡараһам, барыһы ла теҙелешеп ултырып кискелекте ашайҙар. Башым етмәгәндер инде, аңламағанмындыр, шым ғына ашау менән булған ҙур, көслө, йомарт, кәрәк булһа, уҫал табынға бер тынала:
– Нурия апай, Әкрәм ағай килде, һеҙҙе көтә, – тинем дә, юҡ булдым. Сыҡтым һәм ағайға уның йомошон теүәл үтәүемде белдереп: “Әйттем”, – тинем. Ул әллә рәхмәт әйтте, әллә ярай, тине, арҡамдан саҡ ҡына һөйҙө лә, ҡапҡа яғына атланы.
Беҙ өйәңкене йылытып байтаҡ ултырҙыҡ әле. Нәмәләр хаҡында һөйләшкәнбеҙҙер, хәтерләмәйем, Нурия апай сыҡтымы икән, белмәйем. Сөнки бөгөн беренсе тапҡыр уның шат һәм ашҡыныулы яңғыратып көлөүе ишетелмәне.
Икенсе көнөнә, Әкрәм ағай күренеү менән, был йомошто берәйһе минән тартып алып ҡуймаһын, тигән һымаҡ, уның эргәһенә йүгереп барҙым да:
– Саҡырайыммы? – тинем.
– Саҡыр, ҡустым, саҡыр, – тине.
Ни ғәжәп, күршеләрҙең ауыр ҡапҡаһы бикле, хатта ут янғаны ла күренмәй. Мин уңайһыҙ хәлдә ҡалдым. Апайҙы саҡыра алмайым бит. Иҫемә төштө: бәрәңге баҡсаһында күршеләрҙең Арыҫланы менән кесерткән араһында бер-беребеҙгә йөрөрлөк кенә юл яһағайныҡ. Мин шул юлдан керҙем дә, аласыҡта мөңгөрләшкән тауыштар ишеттем һәм бер ни белмәйенсә күршеләрҙең алдына килеп баҫтым.
– Был сабакы малай ҡайҙан килеп сыҡты? – тип асыуланды Хәйҙәр ағай. – Мин һеҙгә, ҡапҡаны бикләгеҙ, тинем бит! Сығарып ебәрегеҙ! – тине.
Мине күршеләрҙең өлкән малайы менән Арыҫлан ҡапҡанан сығарҙылар ҙа, ҡапҡаларын бикләп тә ҡуйҙылар. Ҡайтһам, Әкрәм ағай бүрәнәлә ултыра, малайҙар таралған.
– Әйтә алманым, – тинем мин.
– Ә һине сығарып ебәрҙеләр түгелме һуң? – тине ағай.
Миңә Арыҫлан менән икәү яһаған юлыбыҙ хаҡында һөйләүҙән башҡа сара ҡалманы.
– Маладис! –тине ул арҡамдан ҡағып. – Һуғыш булһа, һинән герой-пионер сығыр ине! – тип өҫтәне.
Шунан һуң ямғырҙар яуҙы, ямғырҙар ваҡытында бесәнгә төштөк, халыҡ эшкә күмелде, һәм Әкрәм ағай байтаҡ ҡына күренмәне. Көндөҙ тыныс. Беҙҙең яҡ та, Хәйҙәр ағайҙар ихатаһы ла асыҡ. Күрше булғас, үтәнән-үтә йөрөргә мөмкин. Ә кис етһә, кереп булмай. Керһәң, сығырға юл юҡ. Төндәр һалҡынайҙы, ҡыҫҡарҙы. Бер көн Әкрәм ағай кис менән беҙҙең урамда тағы күренде. Ара-тирә ишетелеп ҡалғайны инде, ул Нурия апайҙы һоратырға йыйынған, күршеләргә был хаҡта хәбәр ҙә килгән, тик улар, ныҡ халыҡ, һөйләшеп тә тормайынса, кире ҡаҡҡандар. Хәйҙәр бабай: “Мин Нурияны улар өсөн үҫтермәнем, улар өсөн уҡытманым”, – тигән.
Был юлы оҙаҡ торманы Әкрәм ағай, мине саҡырҙы ла, әйҙә, ҡустым, йомошом бар, тип ситкәрәк алып китте:
– Ошо ҡағыҙҙы, берәүгә лә күрһәтмәй, Нурия апайыңа тоттор, – тине.
Мин инде, батыр партизан ғына үтәрлек эшкә тотонған малай һымаҡ, икенсе көнөнә үк шым ғына ҡағыҙҙы апайға тоттороп киттем. Төштән һуң апай ниндәйҙер йомош менән беҙҙең ихатаға керәһе итте һәм миңә бик ентекләп ҡараны. Эргәһенә килеүемә, бер кәнфит тотторҙо ла:
– Эсендә ҡағыҙы бар, кискә ағайыңа бирерһең, – тине.
Бәй, был эш төшөмлө булырға оҡшаған да инде. Ҡағыҙ ғына илтеп бирәһең дә, кәнфитле булаһың да ҡуяһың.
Ағай кисен килде. Кәнфит ҡағыҙын мин уға тотторҙом. Күп тә үтмәне, ул кире урап килде лә, тағы ла ситкә саҡырҙы һәм ҡолағыма ғына бышылдап:
– Арыҫлан менән бергә йүгереп уйнаған һуҡмағығыҙҙы кесерткән баҫманымы? – тине.
– Юҡ, тинем.
– Әйҙә, мине шунан алып кер, – тип ағай ҡулымдан ныҡ итеп тотто һәм усыма биш тин аҡса һалды.
Ай-ай, бындай дәүләт минең усыма беренсе тапҡыр төшөп ятты.
– Хәҙер, ағай, Әкрәм ағай, хәҙер барабыҙ!
Иң тәүҙә мин биш тинлегемде солан эргәһендәге ятҡан таш аҫтына һалып килдем. Сере ябай, сөнки минең кеҫәм юҡ. Ауыҙҙа йөрөтһәм, йә йотоуым, йә юғалтыуым бар. Беҙ шым ғына күрше ихатаға юлландыҡ. Әкрәм ағай ҙа Нурия апайҙың ҡайҙа йоҡлағанын белгәндер, тип уйлайым. Сөнки ул минең ҡолағыма, келәткә алып бар, тип бышылданы. Мин мал аҙбары артындағы кесерткәнлектән күршеләрҙең ихатаһына керҙем, өҫтә тулған ай яҡтырта, йөрәк дарҫлап тибә. Ағай мине етәкләп алған. Ихатаға кергәс, мин келәт яғына ымланым.
Минән бурыс төштө, ҡушылған эш үтәлде. Икенсе көнөнә ҡолаҡ һалып йөрөйөм, тауыш-маҙар ишетелмәй. Тимәк, Әкрәм ағай үҙенең маҡсатына ирешкән, тип үҙемдең бала аҡылы менән һығымта яһаным. Иртән ауыр ҡапҡалары асылғас, келәт эргәһенән үткәндә Нурия апайҙың күңелле генә итеп йырлай-йырлай йыйыштырып йөрөгәнен күрҙем. Ул да миңә иғтибар итте. Күрше апай ихлас йылмайҙы:
– Арыҫланды эҙләйһеңме? – тине ул. – Ул әле йоҡлайҙыр.
Сәғәт туғыҙ тулып бара, ул нисек йоҡлап ята икән?
Әкрәм ағай һәр кис күренә, беҙ хәҙер күҙ ҡарашы менән генә аңлашабыҙ, ығы-зығы тойолмай, ҡыҫҡаһы, тормош дауам итә.
Тик әсәйем генә аптыранып һөйләнеп ҡуйҙы: “Һарай артында кесерткәнлекте тапап бөткәндәр”, – тине ,һәм был хәл онотолдо, тип уйлағайным. Онотоламы һуң инде, ағай, мөхәббәт утында янып, уяулыҡты онотҡан, саманы юғалтҡан. Бер мәл келәт эсендә апай менән яҡтырғансы, һыйыр ҡыуғансы, йоҡлағандар ҙа ҡуйғандар. Ул иртән беҙҙең урамда ҙур шау-шыуҙың шаһиты булған кешеләр хәҙер күбеһе мәрхүм инде. Һуңынан һөйләүҙәренсә, Нурия апай Әкрәм ағайҙы келәттең түшәмендә йәшереп тотҡан әле. Ауылда йәйен эш күп, күбеһе яланға китә, Әкрәм ағай келәт өрлөгөндә йәшенеп торған, ләкин ҡамытмы, ыңғырсаҡмы эҙләп, баяғы, Хәйҙәр бабай килеп ингән. Бабай инде ҡарт, насарыраҡ күрә, ләкин, әмәлгә ҡалғандай, ҡамыттымы, ыңғырсаҡтымы, тартып төшөрә алмаған да, баҫҡыс ҡуйып, менеп киткән һәм Әкрәм ағай менән күҙгә-күҙ осрашҡан. Донъя күргән, Граждандар һуғышында ҡатнашҡан, аҡтар яғында ла хеҙмәт иткән, ҡыҙылдар яғында ла батырлыҡ ҡылған бабай юғалып ҡалмаған, икеләнеп тормаған, бер генә һикергән дә, келәтте бикләп тә ҡуйған.
Икенсе бүлек
Иртән мин тороп сыҡҡанда урамда тыныс ине әле. Шунан башланды. Хәйҙәр бабай келәтте бикләп ҡуйған да, асҡысты үҙе менән алып, конторға сапҡан. Силсәүит, парторг, хужалыҡ рәйесе килеп төштөләр. Бер аҙҙан тырылдап, участковый Мәрҙәнов пәйҙә булды. Берәү ҙә нәмә булғанын белмәй, халыҡ йыйылып китте. Шунан һуң бабай келәтте асты, һәм унан Әкрәм ағайҙы алып сыҡтылар. Участковый уны ултыртып, район үҙәгенә алып китте, тинеләр. Һарай артын яңынан кесерткән баҫты, беҙҙең урамда бөхтә, матур кейенгән ағай башҡа күренмәне. Миңә үҙ-ара бәйләнеш урынлаштырып йөрөүсе батыр малай роле бик оҡшағайны, ләкин, билдәле сәбәптәр арҡаһында, минең был мөмкинлегем башҡа ҡулланыу тапманы.
Хәтеремдең төбөндә соҡона-соҡона, алты-ете йәшлек малай күҙлегенән шул осорҙарға ҡараш ташлайым һәм уйланам: кемгә кәрәк инде минең яҙғандарым? Тормошта мөһимерәк ваҡиғалар күберәк булған. Илдә дәһшәтле үҙгәрештәр бара. Шул осор, мәҫәлән, Хрущев вазифаһын юғалтты. Кеннедиҙарҙың береһен аттылар. Хатта Һиндостандың ҙур дәүләт эшмәкәренең беҙгә килеүе, дауаланыуы, вафат булыуы, әсәйҙәрҙең илашып ултырыуы хәтерҙә ҡалған. Етмәһә, шул ҡыш күрше ауылдан бер ағай ҡунаҡтан ҡайтып килгән, беҙҙең ауылдан өҫтәрәк санаһынан төшөп ҡалған да, туңып үлгән. Уны яҙ еткәс кенә табып алдылар.
Ләкин күңелгә Әкрәм ағай яҡын. Уның шулай Нурия апайым янына килеп, эстән генә көйләп, уға һоҡланып, йылмайып көтөп торғанын иҫкә төшөрәм һәм шул илаһи матурлыҡты һағынам.
Нисек булғандыр, Әкрәм ағай юғалды, шунан һуң мин уны бер тапҡыр ҙа күрмәнем. Нурия апай күрше ауылға хәлле генә кешегә кейәүгә сыҡты. Ул ағайҙың әсәй яғынан ағай-эне икәнлеге мәғлүм булды, һәм апайҙы беҙ еңгә, тип йөрөтә башланыҡ.
Еңгәбеҙҙең нәҫел-ырыуы ныҡ, көслө. Хәйҙәр бабай хаҡында әйттем, шым ғына үҙ эшен эшләп йөрөй торған кеше ине. Егәрле булды. Бер ваҡытта ла юғалып ҡалмай торғайны. Мәктәпкә һуғыш тураһында һөйләргә саҡырһаҡ, тарихты һөйләп алып китә, Граждандар һуғышында Зәки Вәлиди армияһында ла булырға, ниндәйҙер юлдар менән барып етеп, атаман Семенов менән Алыҫ Көнсығышта ла һуғышырға, ә Бөйөк Ватан һуғышында Башҡорт кавалерия дивизияһына тәүгеләрҙән булып яуға алына һәм яраланып ҡайта.
Ә Әкрәм ағай ауылдан сығып китте һәм башҡа күренмәне. “Шунда булған, тегендә йәшәгән, өйләнгән” тигән хәбәрҙәре генә урыҡ-һурыҡ ишетелеп ҡалды. Минең ағайҙың элемтәсеһе булыуым хаҡында халыҡ хәбәрҙар ине, буғай. Сөнки уның хаҡында һүҙ сыҡһа, мотлаҡ миңә ҡарап һөйләйҙәр һымаҡ тойола. Бәлки миңә шулай күренгәндер.
Илдә үҙгәртеп ҡороуҙар башланған осорҙа миңә үҙемә оҡшаған һәм ғүмеремдең нигеҙен тәшкил иткән һөнәр менән шөғөлләнергә насип булды. Гәзит хәбәрсеһе булып эшләнем. Алыҫ райондарҙың береһенә командировкаға ебәрҙеләр. Әле колхоздарҙың ныҡ сағы, хужалыҡтарға юҡҡа сығыу ҡурҡынысы янамай. Халыҡ дәртләнеп эшләй һәм ҡәнәғәт. Шул хаҡта материалдар әҙерләйбеҙ. Бер колхозда төшкө аш мәленә тура килдек, беҙҙе ашарға саҡырҙылар. Тәмле итеп аш бешергәндәр, ҙур көрөшкәләргә тултырып, хуш еҫле сәй ҡойҙолар.
Аш өләшә торған урынды ҡаплап, ашнаҡсы апай күренде:
– Әкрәмдең көрөшкәһен кем алды? Одеколон еҫе сығып тора, ҡунаҡтарға ултыртып ҡуймағыҙ! – тип лаңҡылданы.
Ашап ултырғанда кәйеф күтәрелә, әлбиттә, әгәр туҡмасың һурпалы булһа. Колхозсылар гөр итеп көлөштөләр һәм беҙгә йылмайышып ҡаранылар. Ә мине көрөшкә түгел, Әкрәм ҡыҙыҡһындырҙы. Әкрәм? Ул ағай бында килеп сыҡмағандыр ҙа инде? Парторгтан, үҙем дә һиҙмәй, Әкрәм хаҡында һорашам.
– Ҡайһы ваҡыт эскеләй шул, – тип аҡланды фирҡә ағзалары хужаһы. – Һеҙ уны яҙмағыҙ инде. Былай ҙа донъяла күп күргән, рисуай итмәгеҙ.
Мин шунда уҡ яҙмауым хаҡында белдерҙем, беҙҙең ауылдан шул исемле ағай булыуын әйттем һәм уның юғалыуын һөйләп бирҙем. Әлеге райондан беҙҙең ауылға тиклем 250 саҡрымлап булыр. Әкрәмдең бында килеп сығыуы ла ғәжәп түгел. Кем белә, бәлки ул да түгелдер.
Парторг тиҙ генә Әкрәмде табып, бында алып килергә бойорҙо. Күп тә үтмәне, тышта ҡарлыҡҡан тауыш ишетелде:
– Һуң, әйтеп торам бит, миңә япһаралар ҙа ҡуялар. Теймәнем мин ул онға. Нисек ултыра, шулай ултыра ине.
Беҙ ашап туйғас, тышҡа сыҡтыҡ. Мин күңелем менән Әкрәм ағайҙың элекке һынын хәтеремдә һаҡлап ҡалдырғанмын. Әле лә болдорҙа ҡап-ҡара сәсле, ялтыр ботинкалы, үтекләнгән салбар, аҡлы-ҡыҙыллы-зәңгәрле свитер кейгән ағайҙы күргем килә. Быға минең хаҡым бар, сөнки, йылдар үтеү менән, мин уның алдында үҙемде ғәйепле тоям. Арыҫлан менән бергә һалған һуҡмаҡтан мин уны алып кереп киттем. Беҙ кергәндә ҡаҙҙар еңелсә ҡаңғылдашып ятҡанын, туҡ һыйырҙарҙың мышнай-мышнай көйшәгәндәрен әле лә хәтерләйем. Ә ул мине хәтерләйме икән? Ҡайҙан хәтерләһен, мин дә хәҙер алты-ете йәшлек малай түгел. Уның йөҙөндә шул осорҙағы егерме йәшлек егеттән нимә генә ҡалғандыр? Беҙ Әкрәм ағай менән әлеге осрашыуыбыҙға тиклем уның ата-әсәһе лә, Нурия еңгәбеҙҙең ата-әсәһе лә күптән баҡыйлыҡҡа күскәйне.
Мин ирҙәр араһында торған һәм үҙен аҡлап, иламһырап һөйләгән ағайға ҡарайым. Юҡ, был инде хәҙер мин хәтерләгән Әкрәм ағай түгел, хатта уның шәүләһе, йә күләгәһе, тип тә әйтеп булмай. Аяҡта – туҙып, тишелеп бөткән сепрәк ботинка, өҫтөндә – ғүмерҙә йыуылмаған салбар менән йыртылып бөткән пинжәк, ә башында – сүплеккә генә ырғытыуға эшкинерлек фуражка һымаҡ бер нәмә.
Бына донъя кешене нәмә эшләтә! Хәйер, ниндәй кешене булһын, ағайҙың йөҙөндә әҙәм сифатын ике аяҡ та, янып торған күҙҙәр генә хәтерләтә ине. Мин:
– Әкрәм ағай, һаумы! Һеҙ мине хәтерләмәйһегеҙҙер инде? – тип һорауҙан башҡа һүҙ таба алманым.
Ағай тәүҙә һиҫкәнде, аптыранып, эргәһендә торған колхоздаштарына ҡараны.
– Юҡ! – тине ул ҡәтғи итеп. – Мин һине танымайым.
Мин атайымдың исемен һәм фамилиямды әйттем. Ағайҙың йөҙөндә әллә йылмайыу, әллә ҡыуаныу ишараһы барлыҡҡа килде.
– Һин беҙҙең ауылданмы? Ҡабылдынанмы? Бына ҡайһылай шәп! Бында эшкә төштөңмө?
Хәл-әхүәл белештек. Мин уға ауылдағы һуңғы ваҡиғаларҙы һөйләргә, яҡташтарҙы иҫенә төшөрөргә тырышам һәм йөҙөнә ҡарайым.
Күпме генә ҡыҙыҡтырырға тырышмайым, ауыл хәлдәрен һөйләмәйем, ағайҙың йөҙө битараф. Ул ауылда онотҡан, ғүмеренең был өлөшөн бөтөнләй һыҙып ташлаған һәм был хаҡта хәтерләргә лә теләмәй.
Хәйер, ишетеүемсә, әллә атаһын, аҙаҡ әсәһен ерләргә ҡайтмаған кешенән тағы нимә көтәһең?
Бер ҡараһаң, ул тыуған ауылынан үҙ ихтыяры менән сығып китмәне, уны мәжбүр иттеләр һымаҡ.
Шул ваҡыт келт итеп иҫемә төштө:
– Әкрәм ағай, хәтерләйһеңме, мин һине кесерткәндәр аша Нурия апайҙың келәтенә алып бара торғайным?
Ағайҙың йөҙө яҡтырҙы, ауыҙы йырылды, күҙҙәре көлә башланы:
– Һин инеңме ни ул, суҡынған малай!? Нисек ҡурҡманың? – тип ҡулдарын бот сабып, шарҡылдап көлә башланы. – Тегеләр йоҡлай, минән ҡотолдом, тиҙер. Ә мин – тегендә, Нурия менән...
Башҡалар ҙа төшөндө, мин ағайҙы юҡҡа эҙләтмәгәнмен. Уның тормошонда ниндәйҙер урын тотҡанмын. Ана бит, үҙе лә хәтерләй. Кесерткән араһында йөрөгәнебеҙҙе күңелле итеп иҫкә төшөрҙө.
Бер нисә минутҡа ғына, бәлки секундтарҙа булғандыр, минең күҙ алдымда беҙ хәтерләгән Әкрәм ағай ҡалҡып сыҡты, күңеле күтәрелеп, хәтирәләргә бирелде һәм, һүнгән шырпы һымаҡ, юҡҡа сыҡты.
– Эх, ҡустым, кискә килер инең, әле ваҡыт юҡ, һөйләшеп ултырыр инек, – тине ул, урындағы хужаларға ҡарап.
Беҙ әлегә эшләйбеҙ, ҡарарбыҙ, бәлки һөйләшербеҙ, тип әйтергә йөрьәт иттем. Ниәт ителгән эштәр күп. Әллә өлгөрөп була, әллә юҡ. Йәһәтләп ике-өс сәғәт эсендә кешеләрен табып, кәрәкле материалдар туплап, фотоға төшөрөп, йомғаҡлау һүҙе өсөн хужалыҡтың кәнсәләренә килдек. Нимә хаҡында ғына һөйләһәк тә, яҙып алһаҡ та, минең күҙ алдыма ауылдаш ағай килә лә баҫа. Үҙе менән һөйләшке, хәтирәләргә бирелге килә, бәлки ярҙам итермен.
Сығып өлгөрмәнек, Көнгәк тауына болоттар килеп эләкте лә, бер сәғәткә яҡын ямғыр яуҙы ла ҡуйҙы. Был ямғырҙы беҙҙең килеүгә юранылар. Беҙ район үҙәгендә ҡунырға тейеш. Ә минең ауылдаш ағайҙы күргем килә. Хужалыҡ рәйесе, йәш, тәүәккәл егет: “Әйҙәгеҙ, Иҙел буйына сығып ултырайыҡ, шунда һөйләшербеҙ, Әкрәм ағайҙы ла саҡырайыҡ, бик һәйбәт көтөүсе ул, тик бына ҡайһы ваҡыт төшөргөләй, самаһын да белмәй ҡуя, ауылдашы менән осраштырайыҡ”, – тип ризалығын бирҙе. Тиҙ генә ойошторҙолар, әйтелгәнсә, Иҙел буйына төшөп, ҡыуыш ҡорҙоҡ, усаҡ яҡтыҡ һәм, оҙаҡламай, Әкрәм ағай ҙа килеп төштө. Мин уға тағы ентекләп ҡарайым. Хәҙер мин инде бала саҡтағы күңелемдә ҡалған ағайҙы күреүем бик шикле, ләкин әлегеһе, бер нисә сәғәт элек кенә күргән Әкрәм түгел инде – үҙ баһаһын, ҡәҙерен белгән Әкрәм!
Өсөнсө бүлек
Төнгө Иҙел буйҙарының матурлығы! Хужалыҡ рәйесе йомарт икән, байтаҡ ҡына ҡымыҙ килтергән. Һөйләшеп тә ултырҙыҡ, яландағыса, ит ҡурып та ашаныҡ, әле, төн уртаһы ауышҡас та һаман усаҡ эргәһендәбеҙ.
Әкрәм ағай сыҡҡан нәҫел-ырыу ауылда ҡалындарҙан иҫәпләнә. Мин белмәй ҙә йөрөгәнмен икән, Әкрәм ағай Өфөлә авиация институтына уҡырға ингән, ауылдағы билдәле мажараларҙан һуң, һөнәр үҙләштереүен ҡалдырырға мәжбүр булған. Һуңынан, тауыш баҫылғас, уҡырға саҡырып та ҡарағандар, бармаған. Ҡымыҙ телде сисә шул. Әллә асыҡ һауала фекер алышыу ярҙам иттеме, Әкрәм ағайҙың һөйләгәндәре әле булһа ҡолаҡта яңғырап торған һымаҡ. Мине, һуңлап булһа ла, ағайҙың Нурия апай менән мөнәсәбәттәре боҙолоуы ҡыҙыҡһындыра. Бәлки, кәрәк тапһам, хикәйә-маҙар яҙырға тура килер.
– Ышанмаҫһың, ҡустым, самауыр ғәйепле, – тине, ҡыҫҡа ғына итеп, Әкрәм ағай. – Батша ваҡытынан ҡалған самауыр боҙҙо беҙҙең араларҙы. Аласыҡтарында, хәтерләйһеңме, бер күнәк һыйҙырышлы ғына самауыр ултыра торғайны. Нурияның атаһы менән әсәһе минекеләрҙе көтмәгәндер инде. Атайым менән әсәйем, йәштәр бер-береһен ярата, ни хәл итәбеҙ, тип һөйләшергә, кәңәшләшергә килергә булғандар. Нурия миңә ризалығын бирҙе, ата-әсәһе лә ыңғай һымаҡ. Минекеләр барған, матур ғына һөйләшкәндәр. Нурияның әсәһе самауырҙы сығарып ултыртҡан. “Аһ, беҙҙең самауыр бит?!” – тигән әсәйем. Шул инде, раскулачивание ваҡытында минең олатайҙан тартып алғандар ҙа, бүлешкәндә быларға эләккән. Һүҙ артынан һүҙ сығып, элекке үпкәләр иҫкә төшкән, кәләш әйттереү онотолған, атай менән әсәй, ишектәрен шартлата ябып, ҡайтып киткәндәр. Келәттәге хәлдәрҙе һин беләһең инде, мин бик ауыр хәлдә ҡалдым һәм ауылдан сығып китергә мәжбүр булдым.
– Өйләнмәнегеҙме? – тип һораным мин унан.
– Өйләнеп ҡараным, кем килеп эләкһә лә, Нурия менән сағыштырам. Уға етәһе юҡ. Һин бит, ҡустым, беләһең. Ҡатын-ҡыҙ – ҡолаҡ менән, ир-ат һүҙ менән ярата.
Ошо урында Әкрәм ағай минең күҙ алдына уйсан ҡиәфәтле, үҙ ҡарашы булған, тормошта байтаҡ туҡмалған, ләкин бирешмәгән кеше сифатында килеп баҫты.
– Шунан һуң мин ғүмерем буйы Нурияға оҡшаған ҡатын-ҡыҙҙы эҙләп ҡараным. Һеҙҙе өйрәтеп торорға түгел, ир-ат бит ул, йәғни, беҙ – мәңгелек һунарсы, ғаиләне ашатыусы. Минең дә өйләнгем, балалар үҫтергем, уларҙы ҡарағым килә. Ә яратып йөрөгән кешем – икенсенең ҡосағында. Ә миңә тура килгәне тәүге мөхәббәтемә саҡ ҡына ла оҡшамаған.
Уның асыҡтан-асыҡ һөйләшеүе, зарланмай ғына үҙенең фекерен раҫлауы оҡшай. Ләкин тормошта бит улай ғына булмай. Бер аҙ уйларға, мөмкинлегеңде барларға, ниһайәт, ғаилә лә ҡорорға кәрәк.
– Ә Нурия апайҙан һуң яратҡан ҡатын-ҡыҙ тура килмәнеме ни? – тип һорайым.
– Ҡатын-ҡыҙ булды ул, ғаилә ҡороп ҡараным, бер нисә тапҡыр, – тип теләр-теләмәҫ кенә һөйләй Әкрәм ағай. – Ә һин, ҡустым, ҡатындарҙың арбау көсөнөң нимәлә икәнлеген беләһеңме? Шикләнмәйем, үҙеңсә беләһеңдер. Миңә ҡалһа, ирҙәр ҡатын-ҡыҙҙы түгел, уға хужа булыу, уның эргәһендә йәшәү шатлығын тойоуға өҫтөнлөк бирә. Шуға күрә ирҙәр, ҡатын-ҡыҙ ни тиклем матур, бай, аҡыллы, уңышлы булмаһын, уның тойғоларын ярата. Сөнки ысын ҡатын-ҡыҙ ирҙәргә аҡылын, матурлығын, байлығын түгел, ә үҙен бүләк итә. Ҡатын-ҡыҙҙар беҙҙең һымаҡтарҙа ирлек тойғоһо тәрбиәләүгә һәр ваҡыт ынтыласаҡтар. Сөнки был тойғо ирҙәр эргәһендә генә тыуа, башын әйләндерә, ҡанды ҡайната.
– Минең дә һорауым бар. Ни өсөн ҡатын-ҡыҙ – ирҙәргә, ә ир-ат ҡатын-ҡыҙға ынтыла?
– Ә бына быныһы, ҡустым, мөхәббәт тип атала инде. Әгәр ир кеше һөйгәнен ярата икән, ул үтмәҫлек юлдар, күтәрелмәҫлек бейеклек юҡ. Ирҙәр һәр ваҡыт ҡатын-ҡыҙҙан хуплау һүҙҙәре, ә ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәрҙән тәүәккәл аҙымдар көтә. Ә мин ул йәйҙе үҙемдең ундай мөмкинлегемде ҡулдан ысҡындырҙым. Мин Нурияны алып китергә тейеш инем. Бер нәмәгә лә ҡарамай.
– Ә һин, ағай, мине ғәйепле, тип уйламайһыңмы? – тип һорайым мин.
– Ә һинең ниндәй ғәйебең бар? – тип аптыранды ағай, усаҡҡа утын өҫтәй-өҫтәй.
– Нисек булмаһын, – тип ныҡышам мин. – Мин бит һине, кесерткәндәр араһынан юл ярып, келәткә тиклем алып барып еткерҙем.
– Дөрөҫ эшләгәнһең, ҡустым. Мин һиңә бының өсөн рәхмәт тә әйтмәгәнмен. Тимәк, шул кәрәк булған миңә. Мин ул келәттә үҙ ғүмеремдә күрмәгән тойғоларҙы кисерҙем һәм ул ваҡытты әле лә һағынам.
– Ә ниңә бер булһа ла, ҡайтып әйләнмәйһегеҙ? – тип ныҡышам мин һаман да.
– Минән интервью алыуыңды ташла, ҡустым. Мин һиңә, интервью биреп торорға, уңған колхозсы түгел. Мин – ябай көтөүсе. Тормошта һикәлтәләр күп булды. Атта ла күп саптым мин, ҡайҙалыр аттан ҡолап ҡалыуым да тәбиғи. Нисек кенә йәшәмәйем, үткәндәремә үкенмәйем. Сөнки үкенеүҙән фәтүә сыҡмағанын беләм. Ауылдаштар белә, бәлки һин дә ишеткәнһеңдер, атай менән әсәйҙе лә ерләргә ҡайта алманым. Улар, бәлки, мине көткәндер.
– Ә һинең хаҡта, ағай, яҙһам буламы?
– Минең хаҡта яҙыр өсөн килмәгәнһең бит. Хәйер, был тормошта күпте күрҙем, күпте ҡылдым, үҙ көсөм менән йәшәнем. Оялырлыҡ, уңайһыҙланырлыҡ бер ғәмәлем дә юҡ. Яҙһаң, яҙырһың. Тик мин үлгәс, яҙырһың. Мөмкин булһа, үҙгәртмәйенсә, нисек булған, шулай яҙ. Ә шулай ҙа, әйт әле, ҡустым, ниңә был мажараларҙы иҫкә төшөрөргә, минең менән осрашып һөйләшергә булдың әле?
– Был һорауға нимә тип яуап бирәйем. Беҙ, күпселек ағым булып, бер аҙым ситкә сығыу түгел, алға ғына ҡарап йәшәгән халыҡ, үҙебеҙҙең аранан сыҡҡан, ябайыраҡ әйтһәк, ағымға ҡаршы барыу түгел, хатта ҡараған кешеләр яҙмышы уйландыра. Ҡыҙыҡ бит, бөтәһе лә – бер яҡта, ә берәү-икәү – икенсе яҡта.
– Ҡуй, ҡустым, һин минән батыр яһама, – тине ағай. – Батырҙар, ана, Матросов һымаҡ, амбразураны күкрәктәре менән ҡаплаған. Ә мин һөйгәнемдең атаһының мине келәткә бикләп ҡуйып, ауыл алдында мәсхәрә итеүен дә күтәрә алманым. Ошо ла булған батырлыҡ!?
Барыбер, һөйләшеп, һүҙҙәр бөтмәне. Беҙҙең менән ихлас ҡымыҙ уртаҡлашҡан ауылдаш үҙенең аһ-зарҙарын, уйҙарын, барыбер, әйтеп бөтөрмәне. Уның йөҙөндә мин асылмаған бер сер күрҙем. Ул да булһа, ризаһыҙлыҡ, тормош менән ҡәнәғәт булмау тойғоһо. Әлбиттә, алйот түгел, ләкин уның тормошҡа, беҙҙән айырмалы, үҙенең ҡарашы бар.
Таңға ҡарай йәшен йәшнәп, көслө ямғыр яуҙы, Иҙелдән ап-аҡ томан күтәрелеп, Көнгәк тауынан әллә ҡайҙарға тиклем илаһи күпер һалды. Ана, таң да атып килә. Офоҡтағы таралмаған болоттар араһында ҡояш күренеп ҡалды. Беҙ ҙә хушлашырға булдыҡ.
– Ауылға ҡайтып йөрөйһөңмө? – тине ул.
– Айына бер булһа ла, ҡайтырға тырышам.
– Минең хаҡта һөйләмә! – тине ул уҫал ғына итеп. – Ә яҙыр булһаң, яҙырһың, аҙаҡ. Ваҡыты еткәс, әйтерҙәр.
Әйткәндәренә байтаҡ була инде. Ваҡыт, йә ҡул етмәй. Бына, ниһайәт, яҙып, нөктә ҡуйҙым шикелле.

Читайте нас: