Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
26 Апрель 2023, 14:22

КҮБӘЛӘК ҒҮМЕРЕ. Хикәйә. Миләүшә Ҡаһарманова

Меңдәрсә күҙҙәр менән баҡҡан күккә олғашыр йорттар, өҫтәрендә төҫлө яҙыуҙар ялп-йолп иткән биналар, әллә ни төрлө фонарҙәр менән яҡтыртылған урамдар, оло экран булып янған реклама шиттары, йүгерек яҙыуҙар һәм тағы бихисап нур сәсер, ҡарашты арбар, башты әйләндерер нәмәләре менән төнгө ҡала районы мөһабәт мегаполисты хәтерләтә. Ҙур ҡалаларҙа төн менән көндөң, кешеләрҙең йоҡлау мөмкинлегенән башҡа, әллә ни айырмаһы юҡ. Бында бик һирәк сауҙа нөктәләре һәм хөкүмәт учреждениелары ғына төнгә бикләнә. Ә ябылғанынан күберәге, киреһенсә, асыла һәм тулы ҡанлы, шау-шыулы, мажаралы тормош башлай. Кафе-ресторандар, клубтар, күңел асыу, спорт үҙәктәре, супермаркеттар урынлашҡан ерҙәрҙәрҙә транспорт ҡуйыр урын ҡалмай, үҙәк урамдарҙа көндөҙгөнән дә күберәк, ялтырыраҡ, текәрәк машиналар ағымы елдерә. Был сағыу донъяла кешеләр ҙә матурыраҡ, ҡупшыраҡ кейенгәндәй, күңелдәре көндөҙгөгә ҡарағанда күпкә күтәренкерәк, хәрәкәт-ҡыланыштары иркенерәк, үҙҙәре лә иреклерәк була барғандай тойола.

КҮБӘЛӘК ҒҮМЕРЕ. Хикәйә. Миләүшә Ҡаһарманова
КҮБӘЛӘК ҒҮМЕРЕ. Хикәйә. Миләүшә Ҡаһарманова

Заманының мөғжизәле төҙөлөш материалдары менән эшләнеп, ҡара көҙгө ише ялтырап, битендә ҡаршы яҡ йорттарын сағылдырып торған ҡиммәтле ҡунаҡханаларҙың береһе алдына ҙур булмаған микроавтобус килеп туҡтаны. Водитель янында ултырған ерән ир йылдам ғына төшөп автобустың ишеген асып ебәрҙе лә, нимәлер һөйләй-һөйләй, усын-усҡа һуғып кемдәрҙелер ашыҡтырҙы. Тик эстәгеләр артыҡ ҡабаланмай, ахыры. Бына, ишек ауыҙынан иренешеп кенә төрлө-төрлө кейемдәрҙәге ҡыҙ-ҡырҡын сыға башланы. Берәүҙәре ергә баҫҡас та ирәйеп китеп кирелде, икенселәре тәмәке ҡабыҙҙы, өсөнсөләре һалҡын һауаға йылы боҫ борхотоп һөйләште, ҡысҡырышып көлөштө. Йәмғеһе ун ике ҡыҙ булды. Хас та һынамыштағы «Беҙ, беҙ, беҙ инек, беҙ ун ике ҡыҙ инек…» тигән кеүек.
Араларындағы бер бөртөк ир, алдан төшөп алып, ҡыҙҙар төркөмөн артынан әйҙәп алып китте. Күпмелер ара үткәс, «Иномаркаларға запчастар» тип исемләнгән бутик янында бер парҙы, унан арыраҡ тренажер залдары янында тағы ла икәүһен, үтәрәк шулай уҡ ҡуйып, ҡыҙҙарын алты нөктәгә урынлаштырып сыҡты. Унан ситкәрәк китте лә, үҙ эшенән бик ҡәнәғәт ҡиәфәттә, быларҙы күҙ ҡарашы менән бер байҡағас, кеҫә телефонын сығарып алып, кемдәр менәндер ҡыҙыу-ҡыҙыу һөйләшергә, бәхәсләшергә, сауҙалашырға кереште.
Ҡыҙҙар һайлап алынғандағы кеүек һомғол, нәфис, сибәр инеләр. Былай ҙа нескә һындарын тағы ла һығылмалыраҡ итеп тәндәренә һылашып ятҡан ҡыҫҡа ялтыр күлдәктәр, юбкалар, бриджилар өҫтөнән, һыуыҡ уҡ булыуға ҡарамаҫтан, ҡыҫҡа тун йәки курткалар ғына элеп алған булғандар. Уларының да элмәктәре ҡаптырылмаған, түштәре асылып, төрлө бижутерия менән сыбарланған нәфис муйындарын, йүнле-башлы ҡапланмаған ап-аҡ күкрәктәрен әсе ел ҡура. Күптәренең башында париктар, күрәһең. Улары төрлө формала һәм оҙонлоҡтарҙа булып, тәбиғи булмаған сағыу төҫтәре менән йәш, һылыу йөҙҙәргә манекен сүрәте бирә. Үтә күренмәле капрондарға һәм сетка ойоҡтарға ғына уралған оҙон, төҙ аяҡтарҙа йоморо балтырҙарын һығып торған беҙ үксәле бейек ҡуңыслы итектәр йәки осло моронло ҡупшы классик ботинкалар. Ана шул бейек үксәләрҙә «тек-тек» баҫып, үҙҙәре тәңгәленә юл ситенә ялтая биреп килеп туҡтаған машиналарға ҡарай баштарын ғорур, яурындарын тура тотоп, янбаштарын тулҡын өҫтөндә тирбәлгәндәй талғын ғына уйнатып атлап китеүҙәре һоҡланып ҡарап торор тамаша.
Әкиәттәрҙәге иң һылыу ҡыҙҙарҙы ғына урлап йыйған дейеү әсирәләре кеүек бер тигеҙ күркәм булып күренгән ҡыҙҙар теҙмәһенән шулай ҙа берәүгә ирекһеҙҙән күҙ төшә. Башҡаларҙан айырмалы рәүештә, уның сәсе аҡ йәки һары түгел, ә ыҫмала кеүек ҡара пәрҙә булып иңбаштарын япҡан. Сәстәре лә үҙенеке уның, тулҡынланып ҡабарып торған «болоттарҙы» нисек итеп парик менән ҡапламаҡ кәрәк? Оҙонса аҡ йөҙҙө йоҡа ғына тура танау, бүлтек алһыу ирендәр һәм бешкән муйыл һымаҡ тонйорап торған сөм-ҡара күҙҙәр биҙәй. Эйе, ҡыҙҙы ысынлап та ҡыҫығыраҡ үткер, яндырай ҡарашлы күҙҙәре менән ҡайылып киткән ҡара ҡаштары төнгө күкте йондоҙҙар, йәшел туғайҙы сәскәләр биҙәгән ише тағы ла нурландырып ебәргәндәй, серлерәк, юғарыраҡ, хатта ҡырағайыраҡ итеп тә күрһәткәндәй ине.
Ҡушаматы «Гюльчатай», ә ысын исеме Арина уның. Көлһыу күҙле, етен башлы мәрйә-хохлушкалар араһында теплица гөлдәре түтәлендә яңылыш үҫеп сыҡҡан ҡыр сәскәһеләй булып айырылып торған берҙән-бер ҡараҡай. Ана шул ятыраҡ төҫтә булыуынанмы, әллә күҙ сағылдырыр ят, ҡырағай, ҡырыҫ матурлығын экзотика күрепме, үҙен урамда оҙаҡ тотмайҙар, һатып алыусыһы шунда уҡ табыла.
Әле лә дәү тәгәрмәсле оло машинаның Гюльчатай торған ергә туҡталырға боролоуын аңғарғас та, «һатыусы» ҡыҙҙар янына ашыҡты һәм тәҙрә быялаһын төшөрә биреп, ҡара күҙлектәре өҫтөнән генә ҡарап баш ҡаҡҡан бүкән башлы әҙәмдең кемгә ымлағанын һүҙһеҙ аңланы. Ниндәйҙер юғары чин вәкиле булырға тейеш, тик кәрәклеһен махсус урындарҙан заказ менән генә килтертмәй, ошолай үҙе йөрөп, урамдан алып китеүе генә аңлашылмай байҙың. «Йә, ярай, мәйеле, беҙҙең эш тауарҙы үткәреү»,- клиенттың башҡаға күҙ һалмаҫын яҡшы белгән «ерән», икеләтә хаҡ ҡайырып, аҡсаларын кеҫәһенә йомарлап тығып, ҡыҙҙы бик кеселекле рәүештә терһәгенән тотоп ултыртышып ебәрҙе. Шундай әртисләнде, әйтерһең дә хан ҡыҙын ҡунаҡҡа оҙатты.
…Арина «эштән» таңғы алтыла ғына ҡайтып инде. Башта, ғәҙәттәгесә, өҫтөндәге ҡыҙҙар менән үҙ-ара мыҫҡыллап «цирк костюмы» тип атаған ҡысҡырып торған кейем-һалымын сисеп ырғытты, мамыҡҡа крем һалып бит-күҙендәге косметиканы һөртөп алды, унан оҙаҡ итеп душ ҡабул итте. Фатирҙа бергә көн иткән өс ҡыҙҙың икәүһе мышнап йоҡлай, балерина ише ҡаҡса оҙон София бөгөн дә үтмәүенә һәм «көтөүсе»нең эттән алып эткә һалып тиргәүенә түҙмәйсә тағы ла эскән күрәһең, карауаты эргәһендә шарап шешәһе тәгәрәп ята. Ә теге, күҙҙәре саф аяҙ күк йөҙөн хәтерләткән, ун ете йәшлек кенә Лена иртәрәк ҡайтҡандыр, уны яңы кеше, оҫталығы самалы тип аҙыраҡ эшләтәләр. «Көтөүсе» ҡайһы бер мәсьәләләрҙә шулай «мәрхәмәтле» лә була белә ул.
Арыған тәненә йомшаҡ халат һелтәп алып, тамаҡ ялғарға ла ҡоларға, тип, өҫтәл артына ултырғайны ғына, ҡапыл тертелдәтеп ишек ҡыңғырауы зыңланы:
— Зыңңң-зыңңң! Зыңң-зыңңң!
Ҡыҙ аптыраны. Был ҡыңғырауға бик һирәк баҫалар. Ҡайтаһы кешеләрҙең барыһының да үҙ асҡысы бар. Ҡунаҡҡа килеүсе йәки хәл белеп йөрөүселәргә өйрәнелмәгән.
— Зыңң-зыңңң! Зыңң-зыңңң! – тауыш сабырһыҙ, талапсан яңғыраны. Ахырҙа Арина аяҡ остарына ғына баҫып барып «күҙ»ҙән ҡарарға мәжбүр булды ла, күргәндәренән «Ах!» итеп йоҙаҡтарҙы асырға ташланды. Ишек төбөндә ауыҙ-мороно ҡанға батҡан, ҡыҫҡа ерән паригы бер яҡҡа салшайып төшкән, күгәргән тубыҡтары тәңгәлендә ойоҡтары йыртылып, асыҡ зәңгәр блузкаһы тәпәрләнеп, бысраҡҡа буялып бөткән Галяны ҡолап китеүҙән ҡурсып ҡултыҡлаған сутенер баҫып тора ине. Бындайҙы тәүге тапҡыр күрмәһә лә, хатта үҙенең дә ошондайыраҡ хәлгә ҡалғаны булһа ла, ҡыҙ усын тешләп ҡатып ҡалды.
Олег Галяны өҫтөрәп индерҙе лә, һаман һерәйеп торған ҡыҙға:
— Нимә ҡарап ҡаттың, ярҙам ит! - тип екерҙе.
Арина иҫенә килеп, яралының ҡултыҡ аҫтына инеп, яурыны менән күтәреште һәм тегене икәүләшеп алып барып карауатҡа һалдылар. «Бахырҡа-ай…» - «хохотушка» ҡушаматы алған көләкәс ҡыҙҙың ҡарар ере ҡалмағайны.
— Кемдәр уны былай? Нимә булды? – Арина борсоулы ҡарашын Олегҡа күтәрҙе.
— Берәү алып киткәйне, унда күмәк булып сыҡҡандар, ҡыҫҡаһы, иҫереп ҡоторғандар.
— Язаға тарттырырға кәрәк ул хайуандарҙы. Былай…
— Ҡәҙерлем, уларҙы язаға тарттырыу Галяға алынасаҡ дарыуҙарға ҡарағанда ун-егерме тапҡырға ҡиммәтерәккә төшәсәк. И вообще, ул хаҡта онот, әхирәтең йәл булһа тиҙерәк һауыҡтыр ҙа аяҡҡа баҫтыр, үҙең беләһең бында дауахана ла, шифахана ла түгел. Аңлашыла?!
Нисек аңлашылмаһын инде, әлбиттә аңлашыла. Тиҙ арала «эш»кә яраҡлы булмаһа, фатирға түләй, «фирма»ға килем килтерә алмаһа, Галяны урамға ҡыуып ҡына сығарып ебәреү язаның иң йомшағы, иң кешелеклеһе буласаҡ.
Йоҡо ҡайғыһы китте. Ул арала тауышҡа башҡа ҡыҙҙар ҙа уянды һәм күмәкләшеп, тән һәм йән ғазаптарынан ҡусҡарҙай бөгәрләнеп, үлгән шикелле өнһөҙ-тынһыҙ ятҡан кәүҙә тирәләй үҙҙәре лә ярҙамһыҙ булып, ҡурҡынған, юғалып ҡалған ҡиәфәттә баҫып ҡалдылар.
* * *
Шул уҡ тәүлектең һуңғы сәғәттәрендә Арина менән Оксана был ер йөҙөндә уларҙы борсор бер нәмә лә булмағандай, донъялары түңәрәк, кәйефтәре көр төҫ менән өйрәнелгән урындарында тора инеләр инде. Бына яндарынан инде ике-өс ҡабат яй ғына үткән такси улар тәңгәленә килеп туҡтаны. Эстәгеләр ҡыҙҙарҙы быяла тәҙрәләр аша күҙәтеп ниҙер һөйләшеп көлөштө.
— Кемдәр шул, танымайһыңмы? – Арина борсолоп Оксанаға өндәште. Галя менән булған хәлдән һуң йәндәре ус төбөндә шул.
— Да чурки какие то…
Ул арала Олег сабып килә һалып етте лә, сауҙалашып үҙҙәрен тейәп тә ебәрҙе. Оксананың «чурки» тигәндәре ысынлап та ҡара сәсле, ҡара ҡашлы, ҡырыҫыраҡ йөҙ-төҫлө ир-егеттәр ине. Тик, күренеп тора, «ҡара» халыҡ түгел.
— Сәләм, малайҙар, кәйефтәр нисек? – Оксана көнө буйы көтөп торған яҡындары килеп сыҡҡандай яр һалды.
Артта ултырғандың ауыҙы ҡолағынаса йырылып китте:
— Шә-әп, ҡыҙҙар, шә-әп. Һеҙ булғас тағы ла шәберәк булыр.
— Ҡайҙа барабыҙ?
— Йәнегеҙ ҡайҙа теләй, - теге егет ихласлығын белдерә булып ҡулдарын йәйеп ебәрҙе лә, һыңар беләген янына ҡунаҡлаған Оксананың нәфис яурындарына төшөрҙө. Йәнәһе, ваҡиғаның хужаһы шулай ҙа ул әле. Оксанаға иһә иҫкәртәһе йәки аңғартаһы түгел, ул үҙ эшенең оҫтаһы, бындай «ауыл»ынан яңы сыҡҡан «малай»ҙарҙы ғына түгел, ир-аттың әллә ниндәй донъя күргәндәрен дә бесәй балаһылай итеп кенә әүрәтә, йәшәү мәғәнәһен оноттора белә. Был юлы ла, ап-аяҙ йәйге күк ише түңәрәк күҙҙәрендә зәһәр шайтансыҡтар бейетеп, ҡулбаштарына яҙа-йоҙа эләгеп торған блузка ишараты өҫтөнән кейгән курткаһының ҡаптырмаларын ашыҡмайса ғына ысҡындырҙы ла, яурындары менән йәтеш кенә хәрәкәт эшләп этеп тә төшөрҙө. Ҡараштары алдында пәйҙә булған илаһи күренештән «Дон-Жуан»дың аҫҡы эйәге төшөп китә яҙҙы. Ул бер-нисә минутҡа ғына юғалып, албырғап ҡалды. Бер генә мәлдә, күҙ йомоп асҡан арауыҡта ғына булды был йомшаҡлыҡ, тамаша ҡылыусы йәһәтләп үҙен ҡулға алып, бик мәғәнәле итеп йылмайған булды, әммә тәжрибәле фәхишә клиентының күҙ ҡараларында ғына сарпылып киткән был үҙгәреште бик тиҙ һәм ваҡытлы тотоп ҡалды, ҡалды ла һығымта ла яһаны. Уның алдында күптән ҡатын-ҡыҙ күрмәгән йәки гүзәл зат мәсьәләһендә тәжрибәһе бик сикле булған әҙәм ултыра. Төҫкә-башҡа ап-арыу, күҙе-башы янып, дәрт-дарманы уйнап торған ир-егеттең бындай хәлдә булыуын ике генә сәбәп асыҡлай: йәки армиянан был, йәки зонанан. Оксана, ғәҙәттә, үҙ фараздарында яңылышмай торған. Әле лә бер күҙ һирпеүҙә, бер байҡауҙа төшөнгәндәренә ныҡлы ышанып, ҡалҡау күкрәктәрен алға һоноп егеткә яҡынайҙы. Тегенеһе танауына килеп бәрелгән татлы хушбуй еҫтәрен шайығы менән бергә ыңҡылдатып йотто ла, ҡомһоҙ ҡараштарын дөйөм гүзәллектең ҡайһы ерендә туҡтатырға белмәй аҙапланды. Хур ҡыҙының ҡуйы ҡыҙыл яғылған үпкәсел бүлтек ирендәре араһынан ағылған моң да уға алыҫтан ишетелгәндәй тойолдо:
— Йәнебеҙ һеҙҙең кеүек аҫыл егеттәр менән аулаҡҡа теләй.
Әхирәтенең шул арала клиентынан артҡы аяҡтарында һикергәндәй маһъмай яһай алыу һәләтен көлөмһөрәп күҙәтеп килгән Арина, тегеләр үҙенең яндарында барлығын онотҡандай булғас, борсола биреп алдағыларға күҙ атты. «Руль артындағыһы таксист булһа, күршеһе уға тәғәйен клиенттыр, тимәк. Нимә тумһайып ултыра икән. Берәй псих булып ҡуймаһын тағы...»
Ниндәйҙер йорт янына килеп туҡтанылар. Арттағы егет йылдам ғына сыға һалып ҡыҙҙарға ҡулын биргән булды:
— Прошу, дамы.
Оксана уйынды күтәреп алды:
— Миғси.
Алда ултырыусы таксист менән иҫәпләште лә, ашыҡмай ғына сығып өҫ-башын рәтләгәндәй иткәс, үҙен дүрт күҙ менән көтөп тороусыларға боролоп баҫты. Ҡыҙҙарҙың ҡайһыһыныңдыр үҙәк төпкөлөнән ирекһеҙҙән атылып сыҡҡан «Аһ» нисек ҡапыл ысҡынған булһа, шулай тотоп быуылды. Клиенттан ҡурҡыу йәки аптырау улар ҡағиҙәһендә түгел. Шулай ҙа ҡаршыларында торғандан өрккәнерәк ҡыҙыҡһыныусан ҡараштарын айырып ала алманылар. Иптәшенән бер башҡа аша ҡарап торған уҫлаптай кәүҙәле егеттең һул күҙе кинолағы пираттарҙыҡы ише ҡара ҡара япма менән ҡапланған да, япманың аҫтынан уҡ шул яҡ бит буйлап үңәстең кейем ҡаплаған тәңгәленә тиклем буйҙан-буйға ҡыҙыл-көрән йөй төшкән ине. Уныһы әллә ни һөнәр белмәгән ҡул менән сатай-ботай тегелгән. Энә эҙҙәренең дә тартылып етмәүенә ҡарағанда, ептәре лә күптән түгел генә сиселгәндер. Йөй шул яҡ танау япрағы менән ирен ситен үҙ яғына ҡыйшайта биреп тартҡан. Һыңар ҡулын терһәк тәңгәленән бөгөп бауырына ҡыҫыуына ҡарағанда, уныһы ла зәғиф булырға оҡшай.
— Ҡурҡмағыҙ, кеше ашамайым. Ҡарап туйһағыҙ, әйҙә - алға, - быларҙың йыландан арбалғандай булып үҙенә тексәйешеп ҡатып ҡалыуҙарынан ҡыҙыҡ табып күңеле күтәрелгән егет алдан төштө.
Ике бүлмәле йыйнаҡ ҡына фатирға килеп инделәр. Иң кәрәкле генә мебель-йыһаздар «оя»ның бер-нисә көнгә генә алынған ваҡытлыса урын икәнлеген әллә ҡайҙан ҡысҡырып тора. Һәр хәлдә ҡыҙҙар бындай фатирҙарҙы таный белә.
— Рәхим итегеҙ, ҡыҙҙар, - артта ултырып килгән егет кейемдәрен сөйгә элде лә түргә әйҙүкләне, - хәҙер йәһәт кенә табын ябып ташлайбыҙ.
Һәр төрлө хәл-торошҡа һөнәрмәндәрсә йәһәт ҡулайлашып өйрәнгән ҡыҙҙар үҙ өйҙәрендәгеләй еңел һәм ҡыйыу йөрөп хужаларға өҫтәл биҙәшергә кереште. Кескәй диван менән ҡәнәфиҙәр араһынағы тәпәшәк түңәрәк табынға емеш-еләк йыуып ҡуйылды, колбаса-сыр кеүек закускалар янына дәү шаҡмаҡ аҡ шешә менән ҡыҙыл шарап менеп ултырҙы.
Аш бүлмәһе менән зал араһында улай-былай йөрөшкәндә Оксана аулаҡ тура килтереп, матур йөҙөн йәмһеҙ сирып, һыңар күҙен ҡыҫып:
— Не повезло һиңә, ҡәҙерлем, һөйгән йәрең – Франкинштейн, - тип тауышһыҙ ғына һығылып көлөп алырға ла өлгөрҙө. Арина ла пырхылданы:
— Әйтмә лә инде.
Унан егеттәрҙең теге яҡта ниндәйҙер көйлө генә ят телдә һөйләшкәндәренә ҡолаҡ һалып торғандан:
— Ниндәй милләт халҡы икән? - тип һорамай ҙа булдыра алманы. Ят та, нимәһе менәндер таныш та кеүек телдәре.
— «Ҡара»ларҙыр.
— Юҡ, улар түгел. Икенсерәктәр бит.
— Улайһа йә таджик, йә үзбәк, һәр хәлдә шул «чурки» инде. Йә, ярай, беҙгә уларҙың кем булыуы нимәгә, - Оксана түш иҙеүен аса биреп, күҙ-ҡашын һыпырғыланы ла залға ашыҡты, - аҡсабыҙҙы эшләргә лә имен-аман тайырға.
Оксана менән йылғыр егет урталағы диванға урынлашты, Арина менән әлеге «Франкинштейн» өҫтәл аша ҡара-ҡаршы ҡәнәфиҙәргә тура килде.
— Әйҙәгеҙ, ҡыҙҙар, танышыу хөрмәтенә... әй, беҙ танышманыҡ та бит әле! Мин Марат булам, дуҫым - Сәит, - үҙен Марат тип таныштырған телсәне ҡыҙҙарҙың ҡулдарына мөлдөрәмә ҡыҙыл шарап ҡойолған бокалдар тотторҙо.
— Марго, - Оксана нәфис эйәген юғары сөйҙө.
— О-һо! Королева!
— Гюльчатай.
Быныһына Марат шарҡылдап көлөп үк ебәрҙе:
— Ну, мин Петруха улайһа.
«Да, хет шайтан бул»,- тип эстән генә екһенеп уйлаһа ла, донъялағы иң бәхетле кеше ҡиәфәтендә, утыҙ ике ынйы тешен балҡытып, сәкәшергә бокалын һуҙҙы Айгөл.
Еңел генә башланып кткән табын ҡыҙғандан-ҡыҙҙы. Марат әленән-әле һикереп торҙо ла тост әйтте, анекдот артынан анекдот яуҙырҙы, ҡыҙмаса булып алған йәштәр юҡ-барҙан ҡыҙыҡ табып, һындары ҡатҡансы көлдө. Инде апаруҡ башына сыҡҡан Марат һүҙ ыңғайында икеһенең дә хәрбиҙәр булыуҙарын, һуңғы йылдар килешеү буйынса Чечняла хеҙмәт итеүҙәрен, яраланыуҙарын һәм ике айҙай госпиталдә аунап ятҡандан һуң тыуған яҡтарына ҡайтып барыуҙарын да ысҡындырҙы. Теге «Франкиштейн»ы ғына ҡап-ҡара ҡаштары аҫтынан үтә тишеп ҡараған ҡуҙ шикелле һыңар күҙе менән ике ҡыҙға ла алмаш-тилмәш бағып, иптәше «тегендә»гене күберәк ебәрә башлаһа «етәр, кемгә кәрәк ул» йә «ҡуй әле» тип тыя-тыя, һаран ғына йылмайып тик ултырҙы.
Байрам итеү оҙаҡҡа һуҙылып киткәндәй булды. Ул арала Марат, тап шул нөктәһенә етепмелер, сираттағы рүмкәһен күтәреп аяҡ үрә баҫты ла, күкрәк киреп, бер ҡулын һелтәй биреп тороп йырлап ебәрҙе:
Кү-бә-ләк гөл-дәр-гә ҡун-һа, гөл-дәр тирбәл-лә микән!
Күбәләк гөлдәргә ҡунһа гөлдәр тирбәлә микән....
Ул да мин-не һа-ғынғанда, күбәләгем-түңәрәгем, аҫыл ҡошом, һандуғасым...
Тик Оксана уға йырлап бөтөргә ирек бирмәне, ынтылып ике ҡулын ҡармап ҡосаҡлап алды ла:
— Ну вот, приехали! Йә, йә нимәһен ҡысҡыраһың, әйҙә бейейек улайһа, мин һине вальсҡа саҡырам, – тип иркәләнеп әүрәтеп алып төшөп тә китте.
Арина иһә Мараттың ауыҙына төбәлгәйне лә ҡатҡайны. Оксана уны һөйрәкләп тигәндәй алып китеүгә, яратып уйнаған уйынсығы тартып алынған бала шикелле, ымһынып ҡарап ҡалғайны. Унан шул уҡ шаңҡыған һораулы ҡарашын үҙен бик ентекле күҙәтеп ултырған Сәиткә төшөрҙө. Тегеһе һөҙөп ҡарай ҙа ҡарай. «Нимә булды был? Ниндәй тел, ниндәй йыр? Белә түгелме ул был йырҙы... Танышмы... Тик ҡайҙа?...Ҡасан?...» Фантастик киноларҙа күрһәтелгәнсә хәтеренең әллә ҡайһы мөйөштәренең болғансыҡ, томанлы ерҙәре асылып-асылып киткәндәй ҙә, ошо таныш өн-ауаздар ҡолағына ишетелеп-сарпылып ҡалғандай тойолдо. Ирекһеҙҙән Оксана менән һылашып китеп бейеп йөрөгән Маратҡа «Тағы ла йырла әле» тип әйтергә уҡталды ла, туҡталды, унан тағы бер ҡабынғандай итте лә, кире һүрелде. Ул арала Оксана үҙенә терәүгә таянғандай һалынып өҫтөрәлгән егетен елтерәтеп йоҡо бүлмәһенә индереп алып та китте.
Тегеләрҙең артынан шапылдап ябылған ишек тауышы Аринаны ла иҫенә килтерҙе. Туҡта, уға ла хисләнеп-тәҫирләнеп ултырырға түгел. Ҡыҙ көскә үҙен ҡулға алып, һораулы ҡарашын ҡаршы ултырыусыға күтәрҙе. Шул ваҡыт уның һәр хәрәкәтен күҙ яҙҙырмай өйрәнеп ултырыусы көтөлмәгән һорау бирҙе:
— Аңлайһың, тимәк?
— Ә?
— Башҡортса аңлайһың икән, тим.
— Баш… нисек? Нимәнән алдығыҙ уны? Тәүгә ишетәм.
— Ышандырмайһың, мин бит күреп ултырам. Башҡорт ҡыҙымы ни һин?
Аринаны егеттең әле үҙе лә белмәгәндәйҙе, үҙе лә аңлап етмәгәндәйҙе асыҡларға маташыуы ҡурҡытты, ашығып һүҙҙе икенсегә борҙо:
— Мин әхирәтем менән бер ваҡытта китәм.
Сәиттең йомшара төшкән ҡарашында ҡабаттан тимер сатҡылар сағылды, әммә тауышы үҙгәрмәне:
— Аңланым.
— Аңлағас... оҙаҡ ҡарап ултырырға уйлайһығыҙмы? – Ҡыҙ үҙенең һөнәри алымдарының береһен ҡулланды – ирен ситтәрен генә йылмайтып, муйыл күҙҙәрен ҡыҫа төшөп саҡырыулы ҡараш атты. Егет был ымды тотоп алды, ҡараштары менән генә йотто, әммә һәүетемсә донъя хәлдәрен һөйләшеп ултырған яҡын таныштарҙай, тыныс ҡына дауам итте:
— Һинең кеүек сибәр ҡыҙға ғүмер буйына ҡарарға ла була.
«Во, мыҫҡыл итә, сволочь»
— Минең кеүек сибәр ҡыҙҙы ҡарап ултырыр өсөн һатып алмайҙар.
— Мин бит һине, үҙең әйтмешләй, һатып алғанмын, шунлыҡтан, нимә эшләтһәм дә үҙ белдегемдер бит.
— Әлбиттә, әммә... хаҡы шулай уҡ.
— Ризамын, - яйлабыраҡ ултырған ыңғайы егет сытырая биреп зәғиф ҡулын ипләне.
«Ә-ә, бының яралары һыҙлайҙыр инде». Уйын да ҡысҡырып әйтте:
— Һыҙлаймы?
— Бар әҙерәк.
— Битегеҙ?..
Егет күңелле итеп көлөп ебәрҙе:
— Юҡ, бит һыҙламай, бит ҡурҡыта ғына, шуға көҙгөгә ҡарамайым.
Әлллә өйрәнә төштө, әллә ҡарағусҡыл йөҙөн яҡтыртҡан ап-аҡ тештәрен күрһәтеп ихлас көлгәнгә, егет һөйкөмлө үк булып китте. Эскерһеҙ шаярыуы ла оҡшаны ҡыҙға. Ирекһеҙҙән сылтыраҡ тауыш менән егеткә ҡушылды. Туҡтағайны тағы көлкөһө килде. Тағы көлдө. Ул көлгәнгә теге лә көлдө. Инде нимәгә көлгәндәрен дә онотҡандай, бер-береһенә ҡарашып көлөштө лә көлөштөләр.
Күптән улай ҡыуанғаны юҡ ине Аринаның. Үҙенә-үҙе аптыраны. «Ниңә улай юҡтан күңеле күтәрелде әле?»
Кинәт егет тағы ла көтөлмәгән һорау бирҙе:
— Иртәгә һин нишләйһең?
— Нисек «нишләйһең»? Эшләйем.
— Панелдәме ни?
Әле генә балҡып ултырған ҡыҙҙың шатлығы һыпырып алынғандай булды. Һүҙҙәре ирендәре араһынан ҡыҫылып сыҡты:
— Юҡ, балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып. Панелдә буш ваҡытымда ғына мин.
Уның асыуланыуына егеттең иҫе китмәне:
— Ә балалар баҡсаһында тәрбиәсе булыу һиңә бик тә килешер ине. Әйҙә иртәгә киноға барайыҡ.
Арина бер килке ишетмәгәндәй өнһөҙ ултырҙы. Сәит яуап көттө:
— Йә? Барабыҙмы?
— Ҡайҙа?
— Киноға. Бәлки, театрға, операға, балетҡа?
— Кем ебәрә һуң мине операға-балетҡа?
Икеһе лә үҙ уйҙарына сорналып тынып ҡалды. Бер аҙҙан егеттағы телгә килде:
— Ә мин һине һатып алһам... ҡайҙа нимә эшләгәнеңде тикшерәләрме ни?
Ҡыҙ сәйерһенде:
— Әллә... юҡтыр... юҡтыр ул.
Егет йәнләнеп китте:
— Улай булғас, әйҙә мин һине иртәрәк килеп алам да, берәй ергә барып килербеҙ.
Бындай тәҡдимгә Арина ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла, нимә уйлап, нимә әйтергә белмәне:
— М...м...мине? Театрға?.. Н...ниңә?..
— Былай. Һин миңә оҡшайһың. Мин һине бынан өс-дүрт көн элек үк аңғарғайным, ҡарап-күҙәтеп йөрөнөм. Башҡа юл менән эргәңә яҡын барып булмағанлығын аңлағас, һатып алдым.
— Минең кем икәнлегемде оноттоң шикелле.
— Һин бер кешегә оҡшағанһың... ныҡ оҡшағанһың.
— Бик ҡәҙерле кешегеҙгәме?..
— Ҡәҙерле тип… ҡасандыр шулай ине лә… хәҙер мәғәнәһе юҡ инде.
Ауыр тынлыҡ урынлашты. Сәиттең тән һыҙлауҙарына йән ғазаптары ла өҫтәлдеме, ҡаштары ҡап уртаға һынып, тәҙрә ҡараңғыһына, төпһөҙлөккә сумған күҙ ҡарашы ауырайып китте. Аринаны иһә, уйламаҫтан, ҡаршыһында ултырған яҡшылап таныш та булмаған әҙәмде «бик ҡәҙреле кеше»нән көнләшеү хисе солғаны. «Нишләп ул шул «ҡәҙерле кеше» түгел һуң? Нишләп оҡшаған ғына...»
Шул ваҡыт, бындағыларҙың осланмаған һүҙен һәм уйҙарын сәсрәтә һуғып, әлеге бүлмә ишеге «дарһ» иттереп эстән тибеп асылды ла, тәҙрә быялаларын зыңҡылдатыр көс менән стенаға бәрелде һәм тертелдәшеп боролоп ҡараусылар алдында, аяҡтарында саҡ баҫып тороуына ҡарамаҫтан, бала шикелле итеп Оксананы күтәреп, бәүелеп-тантып торған Марат пәйҙә булды. Йөҙө хас та май ашаған туҡ бесәйҙеке ише. Табаҡ битен тотошлай балҡытып йәйелгән ҙур ауыҙын йыйып ала алмай.
Бына ул беләктәрендәге йөгөн сепрәк ҡурсағындай ялпылдып алып килеп диванға терәне лә, тегеһенең сар-сор килеүе күңеленә хуш килеп, гөрҫөлдәп янына ауҙы. Ауған ыңғайы, дөйөм көлкө яһап, даһыр-доһор килеп иҙәнгә лә төшөп китте. Унан ятҡан еренән әхирәтенең ҡупшы аяҡтарын бармаҡ остарынан башлап үбә-үбә өҫкә күтәрелде һәм ҡыҙҙың тулы балтыр төптәрен генә япҡандай итәге алдында туҡтап ҡалып, ялп иттереп башын самаһыҙ артҡа ташланы ла, хужаһына баҡҡан эт күҙҙәре менән зәңгәр баҙлауыҡтарға төбәлде. Был ваҡытта кем алдында теҙ сүгеп торғанын да онотҡайны ул. Кешелектең мәңгелек ҡөҙрәттәренә буйһоноп, мәжнүн хәленә ингән ир, бары ҡатын-ҡыҙ матурлығына, гүзәллегенә һоҡлана, уны ошо илаһи мәлдәрендә алиһәләй күрә һәм бары тик тәбиғи йән саҡырыуы артынан ынтыла ине. Эскерһеҙ ине егет был ваҡытта, ирҙәрсә асыҡ, бушаҡ, ҡәнәғәт ине. Хеҙмәтенең уңышлы емеше менән тантана иткән ҡыҙ, ханбикә ҡиәфәтендә, боттарын ҡосаҡлап ултырған Мараттың башынан һыйпаны:
— Давай-давай, Маратик, тор, тор.
Тегеһе һаман да моронон татлы балтырҙарҙан айырып ала алмай мөьмөлдәне:
— М-м-м, Марго, королевам минең… м-м…
— Йә, ҡәҙерлем, королеваңды бер аҙ ғына һыйла ла, айырылышырға ваҡыт.
Был һүҙҙәрҙән Марат айнығып киткәндәй булып ҡапыл ҡалҡып аяҡтарына баҫты ла, «ыъы» тип сиҡылдап шарап шешәһенә үрелде:
— Хәҙер, хәҙер, королевам, була… барыһы ла була.
Марат менән Оксананың ҡыланыштарын көлөп ултырған Арина, шулай уҡ күңеле асылып киткән Сәиткә ҡараны. Тағы ла ҡараштары осрашты. «Беҙҙең дә мөнәсәбәт булһа, ул да шулай уҡ ҡыланыр инеме икән?»- тип уйланы ҡыҙ. Әммә үҙ уйына үҙенең ышанғыһы килмәне. Бындай ҡырыҫ, йомоҡ кеше шаяра белмәйҙер ул.
Сәит ҡыҙҙарҙы оҙата сыҡты. Был ваҡытта Марат ултырған урынында бәржәйеп төшөп хырлай ине инде. Егет такисға ултырырға ынтылып эскә йомолған Аринаның бәләкәс кенә ап-аҡ ҡулын ҡыпһыуыр бармаҡтары менән кинәт кенә ҡыҫҡандай итеп туҡтатты ла «килештек» тигәнде иҫкәртеп баш һелкте. Аңланы уны Арина. Ынтылып ҡолағына бышылданы:
— Килмәһәң дә үпкәләмәм…
* * *
Бүлмә тын. Фатир тын. Ҡаланың төнгө тормошо менән көн иткәндәр иҫһеҙ йоҡлай торған мәл. Таң мәле. Бүлмәнең төрлө мөйөштәрендә әхирәттәренең мыш та мыш тын алғандарын тыңлап ята Арина. Уға йоҡо юҡ. Йоҡо ғына түгел күңел тыныслығы ла ташлап ҡасты уны. Мыжғып торған йөҙ төрлө уйҙар менән шартлар хәлгә етеп тулышҡан башын ике ҡулы менән ике яҡтан ҡыҫып тотҡан да, бар көсөнә серегеп, хәтирәләрен уятырға, ҡайҙандыр онотолаған төш шикелле генә сала-ярпы иҫләнгән нәмәләрҙе бер епкә теҙергә маташа ҡыҙ.
«Кем тине әле Сәит? «Башҡорт» тинеме? Шунан?.. Шуна-ан… » Аңланы бит уларҙы Арина, аңлап үк етмәһә лә һүҙҙәрҙең моңон, ауазын таныны. Мейеһенең ҡайһылыр бер өлөшө, йөрәгенең ниндәйҙер ҡылы тертелдәне. Быны хатта ана Сәит тә һиҙҙе. Ә йырҙы? Йырҙысы? Таныны ғына түгел, һәр күҙәнәге, тиреһе менән тойҙо. Күптән ямғыр күрмәгән ҡоро ер шикеле һеңдереп алды. «Нисек танымаһын?! Был бит әсәһенең йыры…» Ҡыҙ тыңлауһыҙ телен яйһыҙ әйләндерҙе: «Кобо… ко-бо-лэ-гэ… ко-бо-лэгэ…» Кинәт Аринаның күҙ алдына иҫке ятаҡ бүлмәһендә ойошторолған наҡыҫ ҡына табын артында, шешәләштәре араһында ултырған әсәһенең ике ҡулын ҡанат шикелле итеп ике яҡҡа йәйеп:
— Күб-бәл-ләгем! Түң-ңәр-рәгем! – тип күп эсеүҙән ултыра башлаған моңло ғына тауыш менән йырлап ебәргәне килеп баҫты ла, үҙе лә шунда шифоньер артына ҡыҫырыҡлап тығылған кескәй тимер карауатта ошо йырҙы тыңлап ятҡандай тойолдо. Биш-алты йәшлек кенә бәләкәй ҡыҙ ул, әсәһенең ҡунаҡтары таралғанын көтөп ята. Ята-ята ла, көтөп ала алмай, йоҡлап китә.
Ә әсәһе йырлай ҙа йырлай. Эргәһендәге бер ни аңламаған эскесе мәрйәләрҙең тыңлау-тыңламауында уның эше юҡ. Иҫереүенең шул дәрәжәһендә ул тап ошо «Күбәләк»тән башлай ҙа, үкһеп буҫлыҡҡанға ҡәҙәр йырлай торған ғәҙәте бар. Ярата уның йырлағанын Арина, тик оҙаҡ тыңлай алмай, йә әсәһе йөгө етеп буҙлауға күсә, йә үҙе әүен баҙарына юллана. Айныҡта йырламай шул әсәһе, әллә нишләп тик ошолай йәмһеҙәйгәс кенә был һәләте иҫенә төшә.
Әсәһенең исеме Ася ине. Арина кеүек үк ҡара һылыу ҡатын булғандыр, күрәһең. Бала күҙе менән иҫендә ҡалғандарынан ҡоңғорт йөҙҙә ҡыҫығыраҡ күҙҙәр ҙә, ҡабарып торған ҡара сәстәр һәм … нишләптер сәскәле күлдәкме, халатмы хәтеренә килә.
Әсәһендә ул оҙаҡ йәшәмәне. Уға ла ҡайҙандыр килгәйне булһа кәрәк. Әллә килтергәйнеләр микән?.. Тик ҡайҙан? Әгәр ҙә хәтер лабиринттарының ҡайһылыр бер коридорҙарында томан араһынан ғына күренеп ҡалған теге әбей ысын булһа? Әгәр ҙә ул иҫләгәндәре төш тә, үҙ фантазиялары ғына ла булмаһа? Ана бит ул төштәр үҙҙәрен тағы ла бер ҡат һөйләткеләре килә…
… Кескәй генә ҡыҙ бала тотош сепрәккә уралған кеүек булып күренгән бер әбейҙең ҡулына йәбешеп йылға ярынан атлай. Күктән дә, ерҙән дә, әбейҙән дә йылы бөркөлә. Балаға рәхәт. Бына улар һыу ситенә туҡтай ҙа, әбей ҡыҙҙың күлдәген һалдыра һәм һыңар ҡулындағы сөм тасҡа һыу һоҫоп алып, баланы шуның эсенә ултырта. Үҙе ағында нимәлер йыуамы…
… Әлеге шул төҫө асыҡ күренмәгән әбей нимәлер әйтә, һамаҡлай булһа кәрәк, ҡулдарын сәпәкәйләп ултыра. Кескәй ҡыҙ уның янында ялпылдап һикерәнләй, әллә бейей микән?..
… Өй эсе… Ниндәйҙер сағыу япмалар ябылған киң урында сәй эсәләр. Әбей ултыра… ҡыҙ ашъяулыҡ янында аунап ята… уйнай шикелле…
… Ҙур көҙгө янында кескәй генә ҡыҙ бала төрлө ҙурлыҡтағы аллы-гөллө тауарҙарҙымы, яулыҡтарҙымы туҙҙырып, йә ябынып, йә төрөнөп ҡарай…
Ысынында иһә төш түгел ине былар. Егерме ике генә йәшендә ут-һыу һәм баҡыр торбалар аша үткән фәхишәнең ыуыҙ япраҡ шикелле генә саф, керһеҙ сағының иң бәхетле мәлдәре ине. Тик, үкенескә ҡаршы, ул үҙе лә ул ожмахтағы көндәрен белмәй, иҫләмәй.

Шәмсиҡәмәрҙең Асияһы бәләкәйҙән сая, үҙһүҙле бала булды. Дүрт малайҙан һуң тыуған берҙән-бер ҡыҙ булғанғамы, әллә инде ҡырҡты ашып китеп тапҡанғамы, ҡыҙҙарын үтә яраттылар, үтә иркәләттеләр үҙҙәре лә.
Ун алты йәше тулып, туғыҙынсыны тамамлағанда, Асия инде буйтым еткән ҡыҙ ине инде. Башҡа синыфташ ҡыҙҙарынан кәүҙәгә лә лә юғарыраҡ, тән-торошо ла ултырған, холоҡ-фиғеле лә бала-сағалыҡтан сыҡҡайны. Матур йөҙө, ҡупшы һыны, болот кеүек тулҡынлы оҙон сәстәренә өҫтәп моңло тауышы ла, уны, бер-нисә клубҡа сығып әйләнеүендә, ауылдың тәүге сибәре яһаны.
Үҫкән ерендә бер кәртә лә, бер һынау ҙа булмағанға өйрәнгән һәм донъя тик һиңә һоҡланыусыларҙан һәм һине яратыусыларҙан ғына тора, тигәнгә ныҡлы ышанған ҡыҙ, мәктәптән һуң баш ҡаланың сәнғәт училищеһына юлланды. Әммә килеп, тәүге һынауҙарҙан уҡ «төшөп ҡалғас» бик аптыраны, кемдәрҙәндер кәмлеген ҡабул итә алмайынса ярһыны. Бында иһә уның кеүек сибәрҙәр ҙә, һомғолдар ҙа, матур йырлаусылар ҙа туп-тулы икән дәһә. Һәр береһе үҙен бөгөндән сәхнә йондоҙо булырҙай әртис итеп иҫәпләй. Ҡыҫҡаһы, уҡырға инә алманы ул. Шулай ҙа кире ҡайтманы, документтарын эргәләге һөнәрселек училищеһына алып барып тапшырҙы.
Дәртле ине ҡыҙ, илһамы ташып, күңеле йырлап, йөрәге уйнап тора ине. Тик ана шул дәрт-дарманын, бөткөһөҙ энергияһын дөрөҫ юҫыҡҡа фаҙалана ғына белмәне. Тиҙ арала баҫалҡы, йыуаш ауыл ҡыҙҙарынан айырылды ла, үҙе кеүек үткер, төҫкә-башҡа сағыу ҡала ҡыҙҙары төркөмөнә барып ҡушылды. Шуларға эйәреп төнгө дискотекаларға йөрөнө, тартырға, аҙлап эсергә өйрәнде, дәрестәр ҡалдырҙы. Тәрбиәселәренең, ҡыҙҙың йырлау һәләтен белеп ҡалып, төрлө мәҙәни сараларға ылыҡтырыға тырышып ҡарауы ла фәтеүә бирмәне. «Мин башҡаса бер ваҡытта ла йырламаясаҡмын!» тип һауалы ғына яуапланы ул, теге ваҡыт үҙенә «өслө» сәпәгәндәргә һаҡлаған үсен, ниһайәт, ҡандыра алыуға зәһәр ҡыуанып.
Ике курслыҡ уҡыуының тәүге йылында уҡ ауырға ҡалды. Ҡыҙҙың хәлен белгәс тә, егет тип аталғанынан елдәр иҫте. Уныһы Сергей исемле урыҫ ине. Уҡытыусылар, тәрбиәселәр асыҡлай башлауға, елбәгәй ҡыҙ балаһының атаһы була торған кешенең адресын ғына түгел, фамилияһын да белмәй булып сыҡты. Ятаҡ форточкаһынан ҡасып сығып, төнгө дискотекаларҙа йөрөгәндә танышҡан һәм бер нисә тапҡыр аулаҡ фатирҙарҙа күңел асҡан «һөйгәне» ине шул. Күпмелер ваҡыттан һуң уртаҡ таныштары Сергейҙың үҙ теләге менән ғариза яҙып армияға китеүен еткерҙе. Егеттең ата-әсәһе ниндәйҙер ауыл ҡыҙының, «ПТУшницаның», етмәһә башҡорттоң, улдарынан бала табырға йөрөүен дә, ярҙам-фәләнде лә, хатта танышып-күрешеүҙе лә ишетергә лә теләмәне. Улар фекеренсә, бындай хәлдең булыуы мөмкин түгел, сөнки уларҙың балаһы юғары мәҙәниле ғаиләлә тәрбиәләнгән, махсус мәктәп тамамлаған, шөһрәтле уҡыу йортоноң иң яҡшы факультетында белем ала. Нисек итеп ул ундай ҡыҙ менән таныш булһын? Дуҫлашһын? Етмәһә бала… Юҡ, юҡ һәм юҡ!

Юҡҡа талап та юҡ. Әле йәй шауҡымынан арынып та етмәгән сыуаҡ сентябрь баштарында, курсташтары оҙайлы лекцияларҙа ойошоп ултырған көндәрҙең береһендә, яҡты донъяға оло кешенең ус аяһындай ғына ҡыҙ бала килтерҙе ул. Тыуҙырҙы ла, алдан ныҡлы ҡарар иткәнсә, балаһына ҡараманы ла, ҡағылманы ла. Баш тартты ул ҡыҙынан. Биш көндө нисек тә бала табыусы ҡатындарҙың һәм медперсоналдың нәфрәтле ҡарашы аҫтында түҙеп йөрөп үткәргәс, киренән нәҙек билле ҡыҙ булып, тыҡылдата баҫып сыҡты ла китте.
… Баланы аҙаҡ Шәмсеҡәмәр үҙе килеп эҙләп алды. Баш тартһа ла, исемен Арина тип яҙҙырып, теге урыҫтың фамилияһын биреп, милләтен «русская» тип күрһәтеп киткән икән теге йүнһеҙе. Шунда уҡ килә лә алмағайны шул, башта бабайы түшәккә ятып китте, унан кесе улы өйләнде. Өлкән балалары, малайҙары инде, юлдан яҙған һеңлеләрен ғәфү итергә теләмәне. «Балаһы менән бында ҡайтып күренеп йөрөмәһен» тип кенә ебәрҙеләр. Тик оло ҡатынға инәлек тойғоһо тынғы бирмәне. Ятһа ла торһа ла ҡайҙалыр бер ерҙә уның ҡаны, уның өлөшө булған баланың барлығын, ташланып кителгәнлеген иҫләне лә торҙо. Ахырҙа, үҙ намыҫынан, тойғоларынан ҡасып китә һәм йәшенә алмаҫын аңлағас, баланы эҙләп сығырға тәүәкәлләне. Өлкән улы ризаһыҙлығын белдереп ҡаш аҫтынан йәмерәйтә ҡарап ултырһа ла, әсәһен поезғаса алып килеп, ултыртышып, хәйерле юл теләп оҙатып ҡалды.
Баланы табыуы ла, алыуы ла оҙаҡ булманы. Бар ғүмере бер айлыҡ ҡына булған бәпесте һаман да бала тыуҙырыу йортонда тотҡандар икән. Өләсәһе килеп һорап торғас, әсәһе лә өйрәнеп, эҫенеп китер әле тигән өмөт менән, кескәй Аринаны мәрхәмәтле ҡулдарға тапшырҙылар.
Башта имсәк балалары булған ике килене араһында йөрөттө, унан, үҫә төшкәс, яйлап һыйыр һөтөнә күсерҙе ҡыҙын өләсәй. Етем бала әрһеҙ була тигәндәй, үлмәйем дә ҡалмайым тип ауырыу-сырхауға бирешмәйсә, йәшәргә ынтылды сабый ҙа.
Дүрт йәшенәсә торҙо ул өләсәһендә, дүрт йыл үҙе аңламаһа ла бәхетле, ҡәҙерле булды. Дүртенсе көҙөндә өләсәһен фалиж һуҡты ла, ул үҙе килендәре ҡулына ҡалғас, олатайҙары Аринаның (өләсәһе уны бер ваҡытта был исем менән атаманы, Әминә тине ул ейәнсәрен) әсәһен эҙләп табып, хәбәр ителәр. Күптән, ниндәйҙер бер әҙәмгә тағылып, Мәскәү ҡалаһына сығып киткән Асия, был ваҡытта, инде өсөнсө-дүртенсә ирен алмаштырғандан һуң, алама ғына ятаҡ бүлмәһендә бер үҙе көн күрә ине. Унда-бында ҡағылып-һуғылып үткәндәй, инеп йәшәп сыҡҡандай ир-егеттәре бар ҙа ул, тик ысынлап ғаилә ҡороп торорҙайы, үҙен ҡатыны итеп ҡабул иткәндәйе юҡ. Улары ла әллә ҡатындың тышҡы матурлығына ғына ҡыҙығалар ҙа, донъяһына төкөрөп йәшәүенә ризалашмайҙар, әллә икенсе сәбәптәр бар… Ә бит әле үҙенә ул ваҡытта егерме биш тә юҡ ине.
Ағайҙарынан хәбәр алғас Асия ҡайтты. Биш йылда беренсе һәм, үкенескә ҡаршы, һуңғы тапҡыр үтеүе ине уның тыуған һуҡмаҡтарынан. Унда ла оҙаҡ торманы, әсәһенең янында бер кис кенә ултырып, һаран ғына күҙ йәштәрен һығып сығарған булды ла, үҙенән ятһырап тартҡылашҡан бәләкәс Аринаһын елтерәтеп етәкләп алып юлға ла сыҡты. Әйтерһең үҙҙәрен оло ҡала ҡолас йәйеп көтөп тора.
Ярлы ғына, ҡотһоҙ, шыҡһыҙ бүлмәгә лә, ят апайға ла бик оҙаҡ өйрәнде ҡыҙсыҡ. Өләсәһен, йәмле йортон, йылы ҡараштарҙы, ҡулдарҙы, мөнәсәбәтте һағынды, шиңде. Үҙен әсәй тип атарға ҡушҡан был апай ҙа насар булманы уға, һуҡманы, ҡысҡырманы, ҡаты бәрелмәне. Әммә шул уҡ ваҡытта тәрбиәләмәне лә, тыйманы ла, ҡараманы ла тигәндәй. Бала тулыһынса үҙ мәнфәғәтендә булды. Иртәнсәк тороп өҫтәлдә нимә таба шуны тотоп ашай ҙа, коридорға сыға һәм үҙе кеүек ярымҡарауһыҙ балалар менән шау-гөр килеп йүгерешеп үйнап, болғанып, бысранып, кем нимә бирә шуның менән тамаҡ ялғап, кискә арып инеп шифоньер артындағы кескәй тимер карауатына тәгәрәй. Уны йыуындырыусы, өҫ-башын алмаштырыусы, йәки сәс-башын йыйыусы юҡ. Булғанда ла, бындай хәл бер-ике айға бер генә яңылыштан эләгәлер. Көнө буйына эшкә барғандағылай ҡайҙарҙалыр, кемдәрҙәлер йөрөп, апаруҡ ҡына тейәп ҡайтҡан әсәһе, ҡайһы көн балаһының шул шифоньер артында бармы-юҡмы икәнлеген дә белмәйенсә, ятып китә. Дөрөҫөрәге, бушлыҡҡа оса.
Беренсе класҡа ул приюттан барҙы. Бер көн, яҡындағы ашханаға барып, ҡалдыҡ-боҫтоҡ менән тамаҡ туйҙырып ҡайтып, ятаҡ коридорында өй төҙөп тороп уйнап йөрөгән бер-нисә баланы ят ағай-апайҙар килеп, машинаға ултыртып алып киттеләр. Яҡты, таҙа йортта башта уларҙы табиптар ҡараны, унан көсләп тигәндәй сәстәрен алдылар, йыуындырҙылар, таҙа яңы кейемдәр кейҙерҙеләр ҙә, туйҙырғансы ашатып-эсереп, шулай уҡ ҡарҙай таҙа түшәктәргә йоҡлатырға һалдылар. Хәҙер инде берәҙәк ятаҡ балаһына әйләнеп шымарған, йылғырланған һәм ят кешеләрҙән әллә ни ҡурҡып бармаған Арина, бында ла тиҙ өйрәнде. Уның: «Ә әсәйем ҡайҙа?» тигән һорауына тәрбиәселәр: «Әсәйең, әгәр ҙә эсмәһә, төҙәлһә, һине килеп ала ала»-тип яуаплағайны ла. Тик әсәһе килмәне… Аринаның күңелендә оҙаҡ йылдар йәшәп килгән, бына ҡапыл ғына ишектәр асылып китер ҙә, әсәһе килеп инер һәм уны теге күңелле ятаҡҡа алып ҡайтыр, тигән татлы хыялы яйлап, тау үҙәгенән яланға һарҡып төшкән томан шикелле таралып, юҡҡа сыҡты.
Приютта ике йыл булғас, уны балалар йортона күсерҙеләр. Өҫтө таҙа, тамағы туҡ булды, тиҫтерҙәре менән дә аралашып, ҡайнашып йәшәне, әммә йылылыҡ тапманы, алдан һыҙылған план, тәртип менән йәшәп, көн дә бер үк механизмды, бер үк эштәрҙе башҡарҙы. Шулай булып килде килде лә, аңғармаҫтан юғары кластарҙа йәшәйеше үҙгәреп китте. Сөнки һуңғы бер йылда ҡапыл ғына тартылып үҫеп, нәҙек сираҡлы сибек ҡыҙсыҡтан түңәрәк янбашлы, йоморо түшле, баҙыҡ балтырлы ҡыҙ булып еткәйне. Ҡыҫығыраҡ ҡара күҙҙәрендә нур балҡыны, бүлтек ҡыҙыл ирендәрендә илһамлы хис сағылды, алһыу нәфис битендә ҡатын-ҡыҙ наҙлылығы, илаһилығы яралды. Тиңдәш малай-шалайҙар көтөүе менән артынан йүгерҙе, хатта ир-ат уҡытыусылар ҙа, балалар йортона ниндәйҙер мөнәсәбәте булған башҡа көслө зат та еләк кеүек ҡыҙға иғтибар итмәй булманы. Тик Арина ғына үҙенә ҡарата бындай иғтибарҙы аңлап етмәне. Ул бит башҡалар тарафынан артыҡ хис-тойғо тоймайынса, үҙе лә артыҡ кем өсөндөр өҙөлмәйенсә, бер ниндәй талапһыҙ, маҡсатһыҙ, артыҡ хыялһыҙ ғына йәшәп өйрәнгән. Бындай ашҡынып килгән тулҡын шикелле көслө, бай, мул иғтибарға әҙер түгел ине ул. Яңы тойғолар ҡыҙға ят, ситен, кәүҙә-торошо еткән ҡыҙ сифатын алһа ла, эске донъяһы ыуыҙ ғына булған баланы юғалып, албырғап ҡалырға мәжбүр итте. Ә өйрәтеүсе, аҡыл биреүсе, кәңәш итеүсе юҡ.
Балалар йорто етәкселеге лә күҙ уңында тотто уны һәм, беренсе үк осраҡтан файҙаланып, һылыу тәрбиәләнеүселәрен, үҙҙәренең кейем тегеү цехының күлдәктәрен күрһәтеү өсөн, ҡала-ара бәйгегә сығарҙы. Өҫтөндәге осһоҙ тауарҙарҙан тегелгән һәм ҡый-ғыпыр биҙәүестәрҙәр менән биҙәлгән кейем-һалымды түгел, ә ул сепрәк-сапраҡ япҡан һынды күҙәтте бындағы тамашасы. Подиумда түбәһенә алтын таж ултыртҡан текә батша ҡыҙы, ирекле һомғол аҡ болан, һаҡ ҡына, ғорур, мөһабәт ҡара пантера йөрөй ине. Шул арала, тейешле кешеләр араһында был гүзәллек кәрәгенсә баһаланып, хаҡ та ҡуйылды. Унан-бынан эләктерелеп эшләнгән кейемдәре өсөн борсолоп, тәүге тапҡыр сәхнәгә сығыуҙан тулҡынланып зомби хәленә ингән ҡыҙ, быларҙың береһен дә белмәне, әлбиттә.
Яңы ғына балалар йорто тупһаһын ашатлаған Аринаны, башҡа тиңдәштәре кеүек үк, берәү ҙә көтөп тормай, ҡайҙалыр уҡырға инергә, эшкә урынлашырға йүнләгән, зәңгәр экрандарҙан һөйләгәндәренсә торлаҡ менән тәьмин иткән кешеләр ҙә, хеҙмәттәр ҙә юҡ ине. Үҙ йүнен үҙе күреп йәшәүгә яраҡлы булып формалашып етмәгән, бары ағымға ҡулайлашып, билдәле сиктәрҙә генә көн итеп өйрәнгән йәштәр, ҡош фермаһынан ҡыуып сығарылған ҡаҙ бәпкәләре ише ҡайҙа барып төртөлөргә белмәй, урамдағы халыҡ араһында ҡайнашты. Шунлыҡтан, билдәһеҙ генә булһа ла кейем тегеү фирмаһынан саҡырыу алғас, ҡыҙҙың түбәһе күккә тейҙе. Уны башта бер, унан икенсе мода салонына урынлаштырҙылар. Башта бер, унан икенсе мода күрһәтеү байрамында ҡатнаштырҙылар. Күпмелер аҡса ла түләнеләр. Унан берҙән-бер көндө салон администраторы килде лә: «Бер абруйлы спонсорға ҡунаҡҡа барып, байрамын биҙәп ултырып ҡайтырға кәрәк булыр» тине. Үҙен кешеләр йәмғиәтенә йәм бирерҙәй, байрамдарын нурларҙай тип табыуҙарына сикһеҙ ғорурланған ҡыҙ, шатланып ризалашты. Тик барыуы бер кискә генә булмай сыҡты. Ике көндән генә тапалған, иҙелгән, мәсхәрәләнгән хәлдә барып алдылар үҙен. Буҫлығып илаған, йәшәү мәғәнәһен юғалтҡан Аринаны үҙенән олораҡтар йыуатты, барын да улай йөрәккә яҡын алмаҫҡа, тормошҡа яраҡлаша белергә кәрәклекте аңлатырға тырышты. Күп нәмәгә еңелерәк ҡарағанда, ҡай бер хәлдәрҙе артыҡ фажиғә итеп ҡабул итмәгәндә, үҙ көндәренең әллә ни ҡатмарлы ла түгеллеген иҫбатлап маташты.
Тормош дауам итте. Йылдар үтә торҙо. Мода утына арбалып осҡан ҡыҙҙарҙың күбеһе, Арина кеүек үк, төрлө «фирма»лар ҡулында ҡармалып ҡалды. Ерҙәге боронғо һөнәр эйәләре – фәхишәләр яһалды уларҙан. Баҙар донъяһындағы иң үтемле, бер ваҡытта ла хаҡын юғалтмай, иҫкермәй, кәмемәй торған тауар икән дә һуң ҡатын-ҡыҙ тәне. Яңылары өҫтөнә яңылары үҫеп етеп өлгөрә лә, алма шикелле булып бешеп, табын уртаһына өҙөлөп төшөп тора. Ә табында мәңге тынмаҫ мәжлес, байрам, туй...
Ошо йәшәйештә хатта үҙ исемен дә онота яҙҙы Арина. Тәүге көндәре хужалары ҡараҡай ҡыҙҙы күргәс тә һоҡланып: «Үәт экзотика! Что за Гюльчатай?!» тип телен сартлатҡайны, шунан башлап үҙен Гюльчатай тине лә ҡуйҙылар. Ҡулдарында үҙ шәхестәренең кем икәнлеген иҫбатлағандай бер генә документтары ла ҡалдырылмаған, тулыһынса әсирәлеккә төшкән ҡыҙҙарҙың ҡушамат һайлап торор хоҡуҡтары бармы инде. Кем тип атаһалар шул булды ла ҡуйҙы.

Киске сәғәт һигеҙҙәрҙә ҡыҙҙар сығыуға әҙерләнә башланы. Һәр береһе башкөллө көҙгө эстәренә йомолдо. Ҡатлап-ҡатлап биттәренә буяу яҡтылар, баштарына әле был, әле теге парикты һалып ҡаранылар, һуҙғылап-һуҙғылап үрмәксе ауынан ишелгәндәй ойоҡ-колготкиҙар, селтәрле-семәрле эс кейемдәре кейҙеләр ҙә, тоҡос ҡына ялтыр-йолтор юбка-күлдәктәр эсенә инешеп ултырҙылар. Пыш-пыш килтереп хуш еҫтәр менән ҡойонғас, тулыһынса тауар төҫө алып, бейек үксәләрендә тыҡылдашып баҫып теҙелешеп тышҡа юлландылар. Урамда уларҙы ғәҙәттәгесә микроавтобус көтә. Шунда уҡ ултырған ерән Олег үҙҙәрен көндәгесә тейешле нөктәләргә урынлаштырып сығасаҡ, көндәгесә уларҙы баҙарҙан ит һатып алған шикелле сауҙалашып тороп алып китәсәктәр, көндәгесә кемдәрелер алҡымдары үңәстәренә тығылып әрнеп, кемдәрелер донъяһына төкөрөп эсеп-иҫереп, ҡайһылары үлеү йәки ҡасыу теләге менән ярһып ҡайтасаҡ. Ҡайта алмағандары ла була…
Тротуарҙарҙа ҡырмыҫҡа иләүеләй мыжғышҡан халыҡ араһынан, оло йылға булып геүләгән машиналар ағымынан таныш һынды эҙләп башын әле был, әле икенсе яҡҡа ҡайырып ҡарай-ҡарай Аринаның үңәсе өҙөлөрҙәй булды. Йөрәге күкрәгендә түгел, ҡолаҡ төптәрендә типте. «Килерме – килмәҫме?! Килерме – килмәҫме?! Килерме – килмәҫме…»
Әхирәтенең нимәгәлер артыҡ тынысһыҙланғанын күптән аңғарған һиҙгер Оксана, ҡыҙҙың ғазаплы сабырһыҙ ҡараштары менән осрашҡас, һорамай ҙа булдыра алманы:
— Кемде шулай һағындың?
— «Чиновникты»! – быныһы юҡтан ярһырға ғына тора ине. Ҡыҙҙар Аринаны «яратҡан» һәм бер ваҡытта ла унан башҡаны һатып алмаған бүкән башлы әҙәмде шулай атай.
— Ну-ну, - Оксана ла төпсөшөп, ныҡышып йәнде ҡыя торғандарҙан түгел.
Үҙе шулай тип ысҡындырҙы ла телен тешләне Арина. «Вот, блин, әгәр ысынлап та «чиновник» килеп ҡуйһа? Их, Сәит алдараҡ килһәсе… өлгөрһәсе…»
— Әһә, вот кемде көтә был принцесса! – Оксананың тантаналы тауышынан албырғаған ҡыҙ ҡарашын ҡайһы тарафта туҡтатырға белмәй баҫҡан урынында өйөрөлдө:
— Кем?! Ҡайҙа?! Ҡайҙа ул?!
— «Франкинштейн» йәки «Һыңар күҙле пират», ана-ана тора, «көтөүсе» янында, һине һорайҙыр, бында ҡарайҙар… киләләр ана.
Йәштәр баш ҡағып ҡына иҫәнләшеүҙән уҙманы, таксила ла һүҙ берекмәне. Һәр икеһе күңелдәренән урғып килгән шатлыҡ-ҡыуаныс, ашҡыныу тойғоһон тышҡа сығарыуҙан тартыныпмы, әллә ундай хистәрҙе күрһәтеп өйрәнмәгәндәнме, ике яҡ тәҙрәләргә төбәлеп, йылмайышып ҡына килде. Таныш түгел бер урамда төшөп ҡалғас, ҡыҙ ниндәйҙер мөғжизә көтөп, егеттең ҡырыҫлығын юйып ихласланған, һыҙаттары йомшарған һәм хәҙер инде үтә лә һөйкөмлө, яҡын булып тойолған йөҙөнә төбәлде:
— Нишләйбеҙ?
Тегеһе лә шул һорауҙы, шул ҡарашты ғына көткәндәй, ҡыҙҙың йомшаҡ ҡулдарын ҙур, йылы устарына алды:
— Театрға һуңлағанбыҙҙыр инде, әйҙә берәй кино һайлайыҡ, теләйһеңме?
— Ярай. Тик… башта берәй бутикка инеп сығайым, өҫ-башты алмаштырырға…
Сәит ҡыҙҙың үтә ҡысҡырып торған ярым-йорто кейем-һалымына күҙ йүгертте. «Ысынлап та, уныһын кем уйлаған».
Яҡындағы магазиндарҙың береһенә инеп ябай ғына зәңгәр джинсы менән ыҡсым ғына баллон куртка һайланылар. Егеттең түләргә тип аҡса һуҙған ҡулын ҡыҙ:
— Үҙем. Ошолай кейенергә күптән хыялланғайным, - тип туҡтатты. Унан инде бер-нисә минуттан кейенеү бүлмәһенән бөтөнләй икенсе ҡиәфәттә килеп сыҡты. Битенә яҡҡан буяуҙарын һөртөп таҙартып, шоморт сәстәрен килешле итеп соңҡаһына бәйләгән ҡыҙҙы күреүҙән егеттең хайран булып, бер аяғынан икенсеһенә аушайып, ни әйтергә белмәй баҙап ҡалыуына рәхәтләнеп кеткелдәп көлә-көлә килеп ҡултыҡлап алды ла, ҡупшы танауын тегенең киң урынына тызыны:
— Яп ауыҙыңды, әтеү үсегәм. Нимә, йәмһеҙ булдыммы, йәмһеҙме?
Йәштәр, береһе дәү кәүҙәһен бөгә биреп, һыңар ҡулын түшенә ҡыҫып, икенсеһен кеҫәһенә тыҡҡан, йәнәшәһендәге нескә генәһе ике ҡуллап тегеһенең һау беләген ҡармаған килеш, бәхетле балҡып, дәртләнеп халыҡ араһынан атланы. Ҡыҙ өҙмәне лә ҡуйманы:
— Йә, нишләп өндәшмәйһең? Нисек булдым? Нисек күренәм?
Егете һыр бирмәй генә алға ҡарап килгән була, үҙенең һыңар күҙе лә, ап-аҡ тештәре лә төнгө уттар ише ялтырай:
— Бара!
— Ах, һин! Мин уға оҡшайым тип тырышам! Ә ул! – Арина бәләкәс кенә нәфис йоҙроҡтары менән егеттең яурынын төйә. Сәит ҡапыл ғына әлеге «суҡмар»ҙы эләктереп ала ла, устарын яҙҙырып ирендәренә терәй.
— Минең һиндәй һылыу ҡыҙҙы күргәнем юҡ.
— Бар.
— Кем?
— Теге миңә оҡшаған, әй… мин оҡшаған ҡыҙ.
Усындағы нәҙек бармаҡ суҡтарын шытырлата тотто Сәит. Ҡыҙҙың ҡысҡырырға тип ауыҙы асылды ла, күҙҙәре түңәрәкләнде, әммә өнө сыҡманы. Унан ҡулды ҡапыл ысҡындырҙы. Ары шым атланылар. Арина үҙен эсенән беште: «Тфү, ауыҙыңа шайтан төкөргөр! Кемдә ней эшең бар һинең?! Ниндәй һәйбәт мәлдә, әллә нимә бытырлап! Аңра!» Үҙе әленән-әле яҙылмаймы тигәндәй, егеттең йәмерәйеп киткән йөҙөнә күтәрелеп күҙ ата.
Ул арала кинотеатрға килеп еттеләр. Афишанан афишаға күсеп йөрөп кино һайланылар. Дөрөҫөрәге Арина һайланы инде, егете эйәреп кенә йөрөнө. Һуңғы тапҡыр бындай урындарға ла балалар йортонда йәшәгәндә барғандан һуң аяҡ баҫҡаны булмаған ҡыҙ, бөгөнгө кәйефенә тура килтереп, ғашиҡтар хаҡындағы мелодрамаға туҡталды.
Сейансҡа тиклем бер сәғәттәй ваҡыт бар әле. Һәр минуты алтынға бәрәбәр мәлдәрендә турһайышып ултырмаҫтар бит инде, нимәлер эшләргә кәрәк. Шул ваҡыт ҡарашы ҡаршы яҡтағы күргәҙмә рекламаларына төштө. «Күбәләк иле» тиелгән. Шулай уҡ ҡалайтып кире дуҫлашыу яйын таба алмай аҙапланған егетең яурынына төрттө:
— Ҡара, күргәҙмә, тиелгән. Әйҙә, тик йөрөгәнсе, бөжәктәр донъяһында булһа ла даирәбеҙҙе киңәйтеп сығайыҡ.
— Әйҙә һуң, бындай телмәрҙе нисек кире ҡағаһың, - Сәит Аринаның оҫта килешеү яһауына һоҡланып, ҡыҙҙы яурынынан һаҡ ҡына ҡосаҡлап үҙенә тартты ла, йәнәш атланылар.
Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: