Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
21 Апрель 2023, 15:27

"УЛЫҢА ЕНТЕКЛӘП ҠАРА, БАЙҒОШ”. Хикәйә. РӘЛИФ КИНЙӘБАЕВ

Иң тәүҙә бер хат булды. Хәмит эшләгән предприятиеға тәғәйенләнгән хаттар күп булғас, әллә ни иғтибар бирмәгәйне. Ай самаһы ваҡыт үткәс, тағы бер хат килде. Хәмиттең шундай ғәҙәте бар: кире адресы булмаһа, хатҡа иғтибар итмәй. Йә берәй реклама, йә хаслыҡ булыуы бик ихтимал. Хәҙер бәйләнештәр көсәйҙе, әгәр йүнле хәбәр булһа, телефон аша шылтыратырға, әгәр берәй этлек булһа, СМС хәбәр ебәрергә була. Ваҡ-төйәк хәбәр менән танышып ултырырға Хәмиттең ваҡыты юҡ.

"УЛЫҢА ЕНТЕКЛӘП ҠАРА, БАЙҒОШ”. Хикәйә. РӘЛИФ КИНЙӘБАЕВ
"УЛЫҢА ЕНТЕКЛӘП ҠАРА, БАЙҒОШ”. Хикәйә. РӘЛИФ КИНЙӘБАЕВ

Ул – баш инженер. Бер нисә йөҙ кеше, әллә күпме продукция, бәйләнештәр уның ҡулы аша үтә. Дуҫтары, дошмандары ла етерлек. Әгәр һәр ваҡ-төйәккә бүленеп, шуның менән генә шөғөлләнһәң, ваҡыт та, ғүмер ҙә етмәйәсәк. Хәмиттең эше оҡшай. Быны ул йәшермәй. Өйләнеүенең маҡсаты ла бик уңышлы тормошҡа ашырылды. Ҡатыны Йөҙөм Муса ҡыҙы менән бер ул үҫтерәләр. Байрас быйыл беренсе класҡа барасаҡ.
***
Оҙаҡламай хаттар өсәү булды. Бына улар – ниндәй хәбәр килтергәндәрҙер, бер-береһенә һыйынып, төпкө бүлмәләге сейфында асҡан-япҡан һайын күҙгә салынып ҡалалар һәм үҙҙәренең барлығын иҫкә төшөрәләр. Ҡыҙыҡ, нимә яҙҙылар икән? Шунда уҡ конверттарҙы йыртып, хаттарҙы уҡырға теләге уянғайны, кире уйланы. Ятһындар. Көн һайын, ашарға һорап, бимазаламайҙар бит.
Икенсе көнөнә авиация институтында бергә уҡыған иптәше килеп сыҡты. Эш сәғәте бөткәс, төпкө бүлмәгә инеп, һөйләшеп ултырҙылар. Сәй-мәйһеҙ ҙә булманы. Хәмит иптәшенә, кемдер минең менән булыша, тип конверттарҙы күрһәтте.
– Ниңә уны бында һаҡлайһың? – тип аптыраны тегеһе. – Үҙеңдең эргәңә йыйма тиҫкәре хис-тойғоларҙы.
Хаттарҙы, уҡып та тормайынса, сүп һауытына ырғытырға уйлағайны, иптәше туҡтатты.
– Ҡабаланма, – тине ул. – Йыйыштырыусың алыр ҙа, берәйһенә бирер. Һиңә артыҡ мәшәҡәт нимәгә кәрәк?
Эштән ҡайтҡас, Хәмит ҡатынына иғтибар итте. Йөҙөм нимәгәлер борсолған һымаҡ тойола.
– Нимә булды? – тип һораны ире. – Әллә берәй хәбәр бармы?
Ҡатыны шунда уҡ тынысланғандай булды:
– Бер нәмә лә юҡ. Бөтәһе лә һәйбәт шикелле.
Кис йоҡларға ятыр алдынан ҡатыны нимәлер тип әйтергә уҡталды ла, кире уйланы.
– Ярай, иртәгә һөйләшербеҙ әле, – тине.
Хәмит улының бүлмәһенә инеп, уның өҫтөндәге юрғанды рәтләне, компьютерын һүндереп ҡуйҙы.
Предприятие – үҫешеүселәр иҫәбендә. Бында эш хаҡы ла һәйбәт, эшкә ялланырға теләүселәр ҙә күп. Ләкин күбеһен кире борорға тура килә. Бәлки, эшкә урынлашырға теләгәндәрҙең берәйһенән баш тартҡандарҙыр һәм тамғалы хаттар яҙып, үс алаларҙыр.
Иртәгәһен күңелле генә итеп эшкә йыйыналар. Йөҙөмдөң дә, улының да кәйефе һәйбәт. Байрасҡа мәктәптә бик оҡшай икән. Тыңлаусан, сабыр, аҡыллы булып үҫеп килә улы.
Хәмит иң тәүҙә цехтар буйлап үтте, көндөҙгө сменаға нисек әҙерләнеүҙәрен ҡараны, ҡайһы бер етешһеҙлектәрҙе юҡ итергә ҡушты.
Эш кабинетына ингәс, төпкө бүлмәгә үтте һәм, ҡарап та тормайынса, конверттарҙың береһен алды.
“Хөрмәтле Хәмит Ғәбит улы! Һеҙҙең тырышып эшләүегеҙ беҙгә оҡшай. Ләкин беҙ һеҙгә ҡайһы бер беҙҙе борсоған мәсьәләләр хаҡында әйтергә мәжбүрбеҙ. Һеҙ һәйбәт кеше, ләкин кешегә ышанаһығыҙ. Һеҙҙе ҡатынығыҙ алдай. Һеҙҙең улығыҙ һеҙҙеке түгел. Шуға күрә ҡатынығыҙҙы ҡарағыҙ һәм яңы тормош ҡорорға әҙерләнегеҙ”.
Хәмит, утты-һыуҙы кискән, донъя күргән кеше булараҡ, көлөмһөрәп кенә ҡуйҙы. Ошо хаслыҡты ҡылыр өсөн, мәшәҡәтләнеп, хат яҙып торҙолармы икән? Хәҙер ун йыл самаһы белә ҡатынын, тын алышына тиклем аңлап, кәйефенең нисек икәнлеген тойоп тора. Тимәк, кемдәргәлер оҡшамай уларҙың тормошо. Һөйләһәләр, һөйләйҙәрҙер. Һәр береһенә ярап булмай.
Бөгөнгә етәр. Хәмит, хатты йыртҡылап, унитазға һалды һәм йыуҙыртып ебәрҙе. Тик күңелдә ҡапыл килеп тыуған шик-шөбһәләрҙән йыуҙыртып ҡына ҡотолоп булмай шул.
Кемдең этлеге булыуы ихтимал? Хәмит бында бер ҡатлы малай түгел. Тимәк, кемдер уның урынына дәғүә итә, икенсенән, предприятиеның хужаһы булып Гөлйөҙөмдөң атаһы Муса Зариф улы тора. Әгәр төптәнерәк уйлаһаң, был хатты яҙған кешеләр үҙҙәренең уғын Йөҙөмгә, йә Хәмиткә йүнәлткәндәр. Хәмит улы Байрасты күҙ алдына килтерҙе. Таныштарының ҡайһы берәүҙәре, ҡара әле, һиңә оҡшаған бит, тиҙәр. Бына ҡыҙыҡ, атаһы булғас, кемгә оҡшарға тейеш инде? Икенселәр иһә, ике тамсы һыу һымаҡ, олатаһына оҡшаған, Муса Зариф улы бит, тиҙәр.
Икенсе көнөнә, эшкә килеү менән, Хәмит икенсе конвертты алды һәм шунда уҡ асып уҡый ҙа башланы.
“Зариф Ғәбит улы, һеҙгә кеше араһында йөрөүе оят түгелме? Мөгөҙҙәрегеҙҙең саталары менән һаҡ эш итегеҙ. Стеналарҙы һыҙырып, люстраларҙы ҡыйратып йөрөмәгеҙ. Мөгөҙҙәрегеҙҙе, ялтыратып, буяп ебәрһәгеҙ ҙә, насар булмаҫ. Ә былай улар һеҙгә бик килешә. Ошо йүнәлештә уңыштар теләйбеҙ!”
Иртәнән алып кискә тиклем Хәмиттә эш ҡайғыһы булманы. Шулай, тамсы тама, ташты тишә. Мәкерле кешеләр яҙған хат һәм уның йөкмәткеһе үҙен һәр ваҡыт ышаныслы тойған, киләсәккә өмөт менән ҡараған ирҙе тертләргә мәжбүр итте. Әгәр, ысынлап та, шулай булһа, харап бит! Үҙе юҡта әллә нимәләр һөйләйҙәрҙер. Кеше араһына сыҡһа, бармаҡ төртөп күрһәтәләрҙер.
– Кем ул?
– Һуң, Хәмит йөрөй бит, Рәхмәтов.
– Ҡайһы Хәмит?
– Һуң, Муса Зариф улының кейәүе.
– Ә, беләм мин уны. Мөгөҙҙәрен юғары тотоп үтеп киткән була.
Ошондай һөйләшеүҙәр Хәмиттең ҡолағына ишетелеп ҡалғандай булды. Асыуынан, шығырҙатып, тештәрен ҡыҫты. Ҡара әле, бәләкәй генә хат, ә икенсе көн инде кәйефен боҙа һәм йүнләп эшләргә ирек бирмәй.
Төштән һуң ҡайныһы, Муса Зариф улы, көтмәгәндә килеп инде.
– Һаумы, кейәү! Ни эш бөтөрәһегеҙ?
– Бөтәһе лә урынында һымаҡ, Муса Зариф улы, – тип Хәмит һикереп торҙо.
– Әйҙә әле, цехтарыңды ҡарап үтәйек.
Ентекләп ҡараһаң, табыла шул. Хужа әллә күпме етешһеҙлектәр тапты, шундағыларға иҫкәрмә яһаны, текләп кейәүенә ҡараны:
– Бындайҙы күргән юҡ ине. Һеҙ нимә, эште ташларға уйлайһығыҙмы әллә?
Хәмит нимә әйтергә лә белмәне. Ярҙам эҙләгәндәй, тирә-яҡҡа ҡаранды.
Хужа талапты етди ҡуйҙы:
– Ике көндән киләм. Әгәр бөгөнгө көн ҡабатланһа, беҙгә хушлашырға тура килмәгәйе.
Хәмит, хужаны оҙатҡас, кабинетына үтте һәм өсөнсө конвертты килтереп сығарҙы. Тәүҙә, нимә эшләргә белмәгән һымаҡ, байтаҡ ҡына ҡарап торҙо, аҙаҡ йән асыуына конвертты йыртҡысланы ла аҡ ҡағыҙ менән аҡса һөйрәп сығарҙы.
***
Хәмит конвертты тағы ла бер тапҡыр ҡарап сыҡты. Ҡыштырлап бер ҡағыҙ һәм аҡса килеп төштө. Ниңәлер ҡулдары ҡалтырап китте, хатта ҡағыҙы ҡулынан ысҡынды. Хатҡа бына нимә яҙылғайны:
“Һин, байғош, беҙҙең нимә әйтергә теләгәнде һаман аңламаның! Кеше көлдөрөп йөрөмә! Бындағы вазифа һинеке түгел. Ҡайныңа таянып, ҡатыныңдың итәгенә тотоноп йөрөгәнеңде барыһы ла белә. Әгәр аҡсаң етмәһә, бына беҙҙән матди ярҙам. Ә инде ДНК анализына килгәндә, улыңдың бер-ике сәс бөртөгө етә һәм ул һинең күҙҙәреңде асасаҡ. Тағы анализды ҡайҙа яһайҙар икән, тип аптыранып торма. Хәҙерге компьютер заманында бындай мәсьәләләр бик анһат хәл ителә. Аҙаҡ үҙең беҙгә рәхмәт уҡып йөрөрһөң әле”.
Хәмит, телефон шылтырауҙарына ла иғтибар итмәй, төпкө бүлмәһендә бик оҙаҡ ултырҙы. Ирекһеҙҙән, үҙенең тормош юлын яңынан барлаған һымаҡ булды.
Йөҙөм менән улар бергә уҡынылар. Буласаҡ кәләше, күренеп тора, хәлле ғаиләнән сыҡҡан. Иртән машина килтереп ҡуя, уҡыуы бөткәс, алып ҡайтып китә. Ул ваҡыттарҙа уҡ сит илдә ял итә, кейенер өсөн Мәскәүгә бара икән, тип һөйләйҙәр ине.
Хәмит менән Йөҙөм осраҡлы рәүештә генә яҡынайҙылар. Хәмит, уҡыуы бөтөр алдынан, диплом эшен иң беренсе булып тапшырҙы. Шунда йөрөгән әшнәләренең береһе, Йөҙөм Илбаеваға диплом эше яҙырға кеше эҙләйҙәр, тип һөйләнде. Хаҡында эш тормай. Күпме һораһаң, шул хәтле түләйҙәр икән. Хәмит икеләнеп торманы, ризалашты. Бер ай эсендә диплом эшен ҡыҙҙың ҡулына тотторҙо.
– Рәхмәт, Хәмит! – тине шатланған ҡыҙ. – Һин мине мең бәләнән ҡотҡарҙың!
Йөҙөм егеткә, кафеға барып, дипломды “йыуырға” тәҡдим итте. Алдан уҡ заказ биреп ҡуйған, күрәһең, уларҙы кабинаға ултырттылар. Аҙаҡ Йөҙөмдөң тағы бер әхирәте менән егете килеп ҡушылды. Матур ғына итеп һөйләшеп ултырҙылар. Кискә ҡарай, кеше йыйылып, музыка уйнай башлағас, бейешеп тә алдылар. Аҙаҡ, ҡайтырға сыҡҡас, Хәмит, уңайһыҙланып, ашаған өсөн түләргә, аҡсаһын сығарҙы.
– Зинһар, борсолма! – тине Йөҙөм. – Барыһы өсөн дә түләнгән.
– Кем түләне? – тине егет аптырап.
– Белмәйем.
Хәмит аптыранып тирә-яғына ҡаранды. Уларҙы оҙатырға директор сыҡҡайны.
– Рәхмәт һеҙгә! – тине ул. – Һеҙҙе тағы ла көтәбеҙ!
Оҡшаны бындағы хеҙмәтләндереү Хәмиткә. Үҙен әллә кем итеп тойҙо. Сығыуҙарына, иномарка көтөп тора ине. Күңелле генә итеп ҡала урамдары буйлап үттеләр. Саф һауаға сыҡҡас, күңелдәре күтәрелде, айныған һымаҡ булдылар.
– Ҡайҙа барабыҙ? – тине водитель.
– Ҡайҙа булһын, “Лондон” клубына! – тип бойорҙо Йөҙөм.
И-и-и, уҡыу менән булып, Хәмит тормоштоң йәмен дә, тәмен дә белмәй йөрөгән икән! Бына ҡайҙа ул ожмах! Уларҙы ҡаршылап, ВИП-залға оҙатып ҡуйҙылар. Әллә ҡайҙан стриптизерҙары, стриптизершалары килеп сыҡты! Хәмиттең күҙҙәре маңлайына менде. Шундай ҙа тормош бармы икән? Ярай, иртәгә уҡырға ла, эшкә лә түгел. Аһ! Бында күргәндәре! Үҙе бер мажара булып сыҡты! Өстәрҙән һуң ҡайтырға сыҡтылар.
– Минең ояға барабыҙ! – тип тағы бойорҙо Йөҙөм. – Берегеҙ ҙә ҡалмай! Бөгөн минең – байрам!
– Байрам ни хөрмәтенә? – тип һораны әхирәте.
– Ҙур байрам! Мин диплом эшен яҙып бөттөм!
Күмәкләшеп “ура!” ҡысҡырыштылар, тиҙ генә машинаға тейәлделәр. Машина сығып барғанда, автоинспекторҙар “честь” биреп ҡалғас, Хәмиттең тыны ҡыҫылды. Ул телһеҙ ҡалды. Әллә кемдең ҡыҙына күрһәтелгән хөрмәтте ул да татып йөрөй түгелме һуң?
Хәмит Йөҙөмдөң бай фатирында нимәләр ҡыланғандарын яҙа-йоҙа ғына хәтерләй.
– Ә һин, егет, нисауа! – тине Йөҙөм. – Әйтерһең, Ален Делон! Маладис! Мине үҙеңә тәки ғашиҡ иттең! Уҡығанда, күрмәмеш булып, гел китап тотоп йөрөй инең, мин һине “ботаник” тип уйлай торғайным. Әйткәндәй, диплом өсөн мин һиңә күпме тейеш әле?
Хәмит аптырап ҡалды. Бәй, был түләргә лә итә, түгелме һуң?
– Кәрәкмәҫ ул, – тине, үҙе лә һиҙмәҫтән. – Кафела булдыҡ, ҡунаҡ иттең.
– Бигерәк баҫалҡы икәнһең! – тип танауын сирылтты ҡыҙ. – Һин – өйләнмәгәндер ул?
– Юҡ, әлбиттә!
– Йөрөгән ҡыҙың да юҡмы?
– Юҡ, юҡ! – тип ышандырҙы Хәмит.
Ысынлап та, Хәмиттең йәрәшелгән ҡыҙы юҡ ине. Ауылдан килгән фәҡир студентҡа кем ҡараһын инде. Ярай, стипендия алып уҡыны.
Йөҙөм мәрхәмәтле ҡиәфәт менән егетте тағы ла бер баштан-аяҡ барлап сыҡты. Ғәҙәттә, урамда эйәһеҙ ҡалған бесәй балаһына шулай ҡарайҙар. Мөнәсәбәттәр артабан үҫте һәм бер аҙнанан Хәмит Йөҙөмдөң ата-әсәһенә, ҡыҙҙарының ҡулын һорап, килергә батырсылыҡ итте. Бөтәһе лә һәйбәт ине: никах, туй – иң юғары кимәлдә ойошторолдо. Егеттең ауылдан килгән атаһы менән әсәһе, ағай-энеләре таң ҡалып ҡайтҡандар. Бында күргәндәре хаҡында әле булһа тел шартлатып һөйләйҙәр.
Һәйбәт белгес булыуы Хәмиткә ҡайныһының предприятиеһында уңышлы үҫергә мөмкинлек бирҙе. Бөтәһе лә һәйбәт бара ине, ләкин балалары булмауы уйландырҙы. Бер нисә йыл дауаланғандан һуң быныһы ла хәл ителде. Йөҙөмдөң ауырға ҡалыуы билдәле булды. Аҙаҡ уларҙың малайы тыуҙы.
Хәҙер килеп, Хәмиттең атай булыуын шик аҫтына ҡуйыусылар, уға ҡарата ниндәйҙер мәкер ҡороусылар барлығы билдәле булды. Хәмит оҙаҡ уйлап торманы. Ике-өс бөртөк сәс лабораторияға барып ятты. Ике аҙнанан, мәғлүмәттәрҙе алырға, килергә ҡуштылар.
Ҡабаланманы Хәмит. Бер нисә тапҡыр шылтыратһалар ҙа һөҙөмтәләрҙе барып алырға аяғы тартманы.
Бөгөн, эшкә сығыр алдынан, Йөҙөм унан, борсоулы ғына килеш, былай тип һораны:
– Атайым менән осрашҡаның бармы ул?
– Яңы ғына булып китте. Беҙҙең менән ҡәнәғәт түгел.
– Ә нимә булды?
– Белмәйем. – тине Хәмит. – ул бик етди дәғүәләр ҡуйҙы. Ваҡ-төйәккә күрһәтте.
– Бәлки һине эштән алырға итәлер?
– Булыуы бик мөмкин, сөнки беҙ заданиеларҙы үтәйбеҙ, эштәрҙе яйға һалдыҡ. Бәлки беҙҙең кәрәгебеҙ ҙә бөткәндер.
Шундай күңелһеҙ һөйләшеүҙән һуң Хәмиттең эшкә барғыһы ла килмәй башланы. Ул иң тәүҙә лабораторияға туҡталды. Уға тигән конвертты тиҙ генә тоттороп ебәрҙеләр. Ул машинала конвертты асып торманы. Кабинетына инеп ултырғас та бик оҙаҡ, аҡ конвертты әйләндергеләп ултырҙы һәм аса башланы.
***
Ошо йорттан сыҡҡан бәләкәй генә аҡ ҡағыҙға уның ғаиләһенең һәм улының яҙмышы яҙылған. Әгәр төптәнерәк ҡараһаң, был ҡағыҙ киҫәге уның үҙенең дә яҙмышын хәл итерлек. Төрлөсә уйланы Хәмит. Ҡағыҙҙы өҫтәленә һалып ҡуйҙы ла, байтаҡ ҡарап ултырҙы. Теге ваҡыт Муса Зариф улы ни өсөн килгәйне? Бер яҡтан ҡараһаң, хужаның мираҫына, ҡыҙы Йөҙөмдән башҡа, дәғүә итерлек кеше юҡ. Йөҙөм үҙе лә, элекке һымаҡ, байлыҡтан ҡоторған ҡатын түгел. Бар ғүмерен улына һәм иренә арнаны. Тыныс һәм баҫалҡы тормошҡа өҫтөнлөк бирә. Хәмит ниндәй генә фекергә килмәһен, өҫтәлендә ятҡан ҡағыҙ киҫәге уның тормошон юҡҡа сығарыу ҡеүәтенә эйә.
Предприятиеның директорҙар советынан шылтыраттылар. Муса Зариф улы бында килгән һәм цехтарҙы ҡарап йөрөй икән. Хужаның шым ғына килеп эштәр менән танышып йөрөүе бик һирәк, һуңғы сиктә генә була торған хәл.
Хәмит аҡ ҡағыҙға ҡарап ултыра. Унда нимә яҙылғанын белергә теләй һәм үҙенә бер яҡшылыҡ та юрамай.
Күңеле һиҙә, әле барған ығы-зығының милек мәсьәләһе менән генә сикләнмәүе бик мөмкин. Сөнки элек һиҙелә биреп ҡалғайны, ҡарт мөлкәтен, әлбиттә, кейәүенә мираҫ итеп ҡалдырмаясаҡ. Ә ҡыҙының, ни әйтһәң дә, етештереү, сәнәғәт эштәренә барымы юҡ. Диплом эшен яҙғанда ла Хәмиттән башҡа тормошҡа ашыра алманы. Тимәк, бында хужа сифатында ҡартҡа көслө ойоштороусы һәм менеджер кәрәк. Был урынға бөгөн Хәмит шикләнмәй һәм үҙенән дә ҡулай кешене күрмәй. Ләкин һуңғы ваҡиғалар һис тә уның файҙаһына түгел.
Хәмит хәтирәләргә бирелде. Бер нисә йыл элек ошонда эшләй башлағас, әсәһе менән атаһын алып килеп, цехтар менән таныштырҙы, уларҙың фатихаһын алған һымаҡ итте. Оҡшатып, таң ҡалып, урыны-урыны менән шаҡ ҡатып ҡайттылар. Әсәһе, туҡтауһыҙ доғаларын уҡып, улына, уның ҡулы аҫтында эшләгән кешеләргә һаулыҡ, байлыҡ теләне.
– Улым, һинең ҡул аҫтында нисә кеше эшләй инде? – тип һораны.
– Бында – өс йөҙҙән артыҡ, тармаҡта – биш йөҙләп, ярҙамсы структуралар менән – ете йөҙ, – тип әйткәс:
– Беҙҙең ауыл халҡынан да күберәк бит! – тип шаңғып ҡалды. – Ай-һай! Ҙур эшкә тотонғанһың, улым! Үҙеңде күрһәтә белһәң ярар ине! Шундай эш ышанып тапшырғаны өсөн ҡоҙаға рәхмәт!
Ә ҡағыҙ өҫтәлдә һаман ята әле. Хәмиттең унда нимә яҙылғанын белгеһе килә. Үрелеп ал да, әйләндереп һал бит инде. Юҡ, ҡулы бармай. Үҙ ҡулдары менән тормошон емергеһе, булғанын юҡҡа сығарғыһы килмәй. Бер нимәһе лә юҡ, әгәр улым, тип йөрөгән улың һинеке түгел икән, уның өсөн тырышыуҙан ни фәтүә?
Хәмит, үрелеп, ҡағыҙҙы алды ла, уҡып та тормайынса, сейфына һалып ҡуйҙы һәм ауыр атлап цехҡа төшөп китте. Төшмәй, сараһы юҡ, унда хужа килгән. Уның менән осрашырға, һорауҙарына яуап бирергә, талаптарын үтәргә... Хәмит шуға төшөндө, байға хеҙмәтсе булыуҙан да ауыры юҡ икән. Етмәһә, бөгөн иртән Йөҙөмө:
– Һин атайым менән ипләп һөйләш инде. Әйтеп бөтмәй, ниндәйҙер пландар ҡора. Һиңә бәйле һорауҙары күп. Хәҙер мин унан үҙем дә ҡурҡа башланым.
– Ә нимә ҡыҙыҡһындыра һуң уны? – тип һораны ире.
– Заводтың киләсәктәге яҙмышы өсөн яна ул, – тине ҡатыны. – Һинең урынға кеше лә эҙләгән һымаҡ тойола. “Йыуаш, йомшаҡ. Талапсан түгел”, – тип тәнҡитләй ул һине.
– Ә һин нимә тәҡдим итәһең?
– Ҡатыраҡ бул. Директор шулай булырға тейеш. Мин практиканы шунда үттем. Атайҙың үҙенең ҡулы аҫтындағылар менән нисек һөйләшкәнен күргәнем бар. Миңә эйәреп йөрө, күр, өйрән, тип әйтеп ҡараны. Мин баш тарттым. Ҡулымдан килмәй, йомшаҡмын. Ҡатын-ҡыҙ эше түгел был. Әйҙә, һин эшлә.
Хатты ла шулар яҙып йонсотамы икән? Заводтың үҙендә лә, ҡалала ла предприятиены үҙенеке итеп күрергә теләүселәр барҙыр. Хәмит шикләнмәй, бындай хәбәрҙәр уның үҙе өсөн дә ят түгелдер. Әгәр таныш булмаһа, һуңғы арала көн аша килеп йонсомаҫ ине. Ә ниңә Хәмиттең үҙе менән генә һөйләшмәйҙәр икән? Килһендәр, тәҡдимдәрен әйтһендәр, үҙ-ара килешерҙәр ине әле.
Хәҙерге хосуси милекселек шарттарында байлыҡ өсөн көрәш яҙмышы еңел генә хәл ителмәй. Бер туғандар иң яҡындарын ситкә тибә, судлаша һәм хатта ҡан ҡоя. Капиталист өсөн әхлаҡ мәсьәләһе – ят күренеш.
Хәмит, офистан тура цехҡа үтһә, аптырап ҡалды. Муса Зариф улы менән директорҙар советы ағзалары йөрөп ята. Уларға бында нимә ҡалмаған икән? Тимәк, предприятиела етәкселекте алыштырыу бөгөн ҡараласаҡ.
Уның йәне көйҙө, үҙен алдан киҫәтһәләр булмай инеме икән? Ярай, ни хәл итәһең, хужалар ҡулындағы мәсьәлә.
– Әһә, бына үҙе – Хәмит Ғәбитович! – тип килеп күреште Муса Зариф улы. – Әллә һин беҙҙең баҫып алыуға ҡаршымы?
– Нисек ҡаршы булайым? – тип көлөргә тырышты. – Мин бит һеҙгә ялланып эшләйем. Ә килешеү буйынса эшләгән кешене эштән ебәреүҙең бер ҡыйынлығы ла юҡ.
– Закон буйынса тейешле компенсацияны түләгәндән һуң, – тип уның һүҙен йөпәне Муса Зариф улы.
Компенсация тураһында һүҙ сыҡҡас, мәсьәләне тамам хәл ителгән тип кенә аңларға мөмкин. Хәмит унда нимә яҙылғанын яҡшы белә. Бөгөндән уға, зыянды ҡаплатыу йөҙөнән, бер нисә миллион һум эш хаҡы түләнәсәк. Насар түгел.
– Әфәнделәр! Хөрмәтле коллегалар! Һеҙҙе ултырыштар залына саҡырырға рөхсәт итегеҙ! – тине заводтың хужаһы. – Һеҙҙе ҡапыл ғына йыйып алыуымдың етди сәбәбе бар. Һеҙҙең күбегеҙ менән мин кәңәшләштем һәм беҙ шундай фекергә килдек: завод етәкселеге яңыртылырға тейеш.
Хәмит барыһына ла төшөндө. Ысынлап та, үҙгәрештәр индерергә ваҡыттыр шул. Мәңге бер урында эшләп булмай. Яңы һепертке яңыса һеперһен. Ул өҫтәл артында ҡәнәғәт ултырған совет ағзаларына ҡараны. Барыһы ла уға ҡарап ихлас йылмайған һымаҡ. Ләкин Хәмит ышанмай уларға. Сөнки бында ултырғандарҙың һәр береһе, тип әйтерлек, уның ғына түгел, иң яҡын дуҫының арҡаһына бысаҡ ҡаҙарға әҙер. Теге бысраҡ хаттарҙы ла ошонда ултырғандарҙың береһе яҙғандыр. Бер заман, кемдең эше булыуы, барыбер, асыҡланыр әле.
– Атай! – тип ҡысҡырған тауышҡа Хәмит һиҫкәнеп ҡуйҙы. Әллә ҡолағына ишетелә башланы инде? Байрас бында ҡайҙан килеп сыҡһын? Малай, тып-тып йүгереп килеп, тәүҙә атаһын ҡосаҡлап алды, шунан олатаһына һыйынды. Шул ваҡыт, тыҡылдата баҫып, Йөҙөмдөң килгәне күренде. Уның килеүе аңлашыла, атаһы саҡырғандыр.
Муса Зариф улы ҡыҫҡаса ғына завод, уның эшмәкәрлеге тураһында һөйләне, етәкселеккә тәнҡит һүҙҙәре әйтте һәм киләсәккә пландар билдәләне.
– Һаулығымдың торошо буйынса, мин һеҙҙең менән хушлашам. Һеҙгә өр-яңы, уңышлы эшләүсе предприятие ҡалдырам. Мин – ауыл кешеһе. Бәләкәй саҡта йөк ташып, ер һөрөп ҡартайған аттарҙың дағаларын ысҡындырып алалар ҙа, әгәр эшкинерҙәй булһа, йәшерәк тайҙарҙы дағалай торғайнылар. Мин бөгөн вәкәләттәремде...
Хужа бик ентекләп залға ҡараны. Һәр береһенең йөҙөндә көсөргәнешле көтөү һәм ғәжәпләнеү сағылды.
– Эйе, урынымды үҙен төрлө яҡлап ышаныслы күрһәткән Хәмит Ғәбит улы Рәхмәтовҡа тапшырам.
Ултырышта ҡатнашыусылар урындарынан тыныс ҡына торҙо һәм хуплау билдәһе итеп ҡул сапты. Аҙаҡ һөйләшеү ашхананың ВИП-залында дауам итте.
Ихлас ҡотлауҙар, уңыш теләүҙәр Хәмитте аптыратҡан һымаҡ булды. Аҙаҡ Йөҙөм менән Байрас ҡотланы. Байрас, бында ни өсөн йөрөгәнен, үҙе аңлап та етмәне шикелле. Бер төрлө булып алған Муса Зариф улы ейәнен өҫкә күтәреп:
– Бына, күреп ҡалығыҙ. Минең ейәнем ошондағы предприятиеның хужаһы буласаҡ! – тип иғлан итте.
Аҙаҡтан Хәмит, Йөҙөм менән Байрасты эйәртеп, кабинетына үтте. Уларға бында бик оҡшаны.
– Бер хәбәр ишетеп ҡалғайным, – тине Йөҙөм, иренә ныҡлы ҡарап. – Һин белмәйһеңме?
Хәмиттең йөҙө көсөргәнешле төҫ алды:
– Ниндәй хәбәр? Ваҡ-төйәк хәбәр менән шөғөлләнергә ваҡытым юҡ.
– Әсәйем һөйләнгәйне. Хәйер, уға ышанһаң...
Ҡайтырға сыҡтылар. Ишекте ябыр алдынан Хәмит кире ял бүлмәһенә керҙе. Сейфты асып, аҡ ҡағыҙ киҫәген алды һәм йыртҡыслап, тейешле урынына һалды ла, ағыҙып ебәрҙе.
Аҙаҡтан, ҡайтып барғанда, ҡағыҙға нимә яҙылғанын уҡымауы иҫенә төштө.

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: