Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
12 Апрель 2023, 10:00

Йоҡа ҡоймаҡтар рецебы. Хикәйә. Асия Закирйәнова

 90-сы йылдарҙың урталары булғандыр,  ҡыҙым балалар баҡсаһына йөрөй ине әле.      Ул саҡта бер-нисә ай рәттән эш хаҡын түләмәй торғайнлар. Ауылдан әсәйемдәр,  ҡәйнәмдәр аҙна һайын нимә булһа ла  ебәрерҙәр ине: өсәр литрлап һөт, йомортҡа,  түңәрәк икмәк. Көнбағыш майы ла, шәкәр ҙә бәрәңгегә алыштырылып алынған булыр ине...

Йоҡа ҡоймаҡтар рецебы. Хикәйә. Асия Закирйәнова
Йоҡа ҡоймаҡтар рецебы. Хикәйә. Асия Закирйәнова

  Хикәйәм уҡыусы күршеләрем хаҡында.
     Беҙ эшләгән поселокта, ҡәйнәм әйтмештәй, "40 әҙәм  балаһы" йыйылғайны: быға тимер юл станцияһы булыуы ла, ҡасандыр ит,  төҙөлөш материалдары комбинаттары асылыуы ла булышлыҡ иткәндер.
       Ирле - ҡатынлы күршеләремдең дә ғаиләләре үҙенсәлекле ине: 4 - 5 - се класс уҡыусы малайҙар менән ҡыҙыҡайҙың - ҡайһыһы кем балаһы икәнен дә башта айырмай инем. Ике малайлы хатын менән бәләкәй ҡыҙы булған ир бергә тормош ҡорғайнылар. Ике ғаиләнең дә үткән тормоштарында ниндәйҙер күңелһеҙ хәлдәрме, фажиғәме булғанын ишеткәйнем.
        Бер уңмаған,  һис уңмаҫ, тигәндәй, һаман шул эске менә булыштылар улар.
        Мин, йәнәһе, уҡытыусы булараҡ, уларҙы шелтәләүемә "Башың йәш әле, ҡарап - ҡарарбыҙ!.."- тип кенә ебәрә ине ҡыҙмаса булып алған хатын.
       Бер подъезда йәшәгәс, барыһын да күрше - тирә ишетеп, күреп тора.
     Күршеләрем подъезд алдында:"Үткән төндә, йоҡо осороп, уҡытыусы менән милиция ғауға ҡуптарҙы әле беҙҙең домда!" - тип минең ғаиләләге "буранға" төрттөрөп... хахылдашып торалар ине "ҡунаҡтары" менән.
    Хәҙерге аҡылым менән: "Шул күрше балаларға ниңә үҙем, һорап килгәндәрен көтмәй,  ярҙам итмәнем,  икән, "- тип уйлайым.
     Балалар аҙнаһына бер-ике тына миңә йомошҡа инерҙәр ине.
Йыш ҡына йә шәкәр, йә ҡоймаҡ бешерергә он һорарҙар ине.
       Береһендә бәләкәс ҡыҙым да: "Беҙ ҙә ҡоймаҡ бешерәйек!- тип өҙмәне лә ҡуйманы.
      Эш хаҡын түләмәһәләр ҙә, мәктәптең эше өйгә лә ҡайта ине, ҡыҙымды әллә ней тәмлекәстәр бешереп һыйларға ваҡыт тапмаған була инем.
      Холодильниктан йомортҡалар, һөт, май алып ҡамыр ҡойғанда, әллә ҡасанан инде содам бөткәне иҫемә төштө.
- Бына бит! Еңел генә тиһеңме ҡоймаҡ бешереүе! Соданы бөтөргәбеҙ посуда йыуып!..- тип һуҡранам ҡыҙыма.
- Әсәй! Күршеләрҙән сода һорайыҡ, улар көн дә ҡоймаҡ бешерәләр!
    Бер йылдан ашыу был йортта йәшәһәк тә бер тапҡыр ҙа уларға ингәнем юҡ ине әле.
    Эскән кешеләрҙең өйҙәредә булғаным бар.., балаларҙы уңайһыҙ хәлгә ҡуймайым, тип тартына инем.
     Звонокка баҫыуға ҡулбашына таҫтамал элгән бәләкәй малай хужаларса килеп асты. Мин нишләптер ҡаушап ҡалып:
- Һаумыһығыҙ!...Тимербулатов!..- тим.
- Здрасьте...
- Эээ...Азамат! Беҙ ҙә ҡоймаҡ бешерергә уйлағайныҡ...Сода биреп  тороғоҙ әле,  содабыҙ бөткән?..
- Хәҙер бирәм!
     Фатирҙың таҙа булыуы, ишек төбөндә үк аяҡ кейемдәренең бер  тәртиптә теҙелеп торғайны күҙгә ташланды.
- Тәмле ҡомаҡ еҫе! - тип шаяртҡан булам.
       Ҡыҙыҡай тарелкаһы менән ҡоймаҡтарҙы кухнянан сығарып
- Попробуйте блинчики!  - тигән булды.
Мин:
- Юҡ! Юҡ! - тигәнемә
- Вон дочка Ваша хочет...- тине малай ололарса.
     Ҡыҙыма йоҡа ғына бер ҡоймаҡты алып бирҙем.
- Рәхмәт әйт!
- Шпасиба! - тей ҡоймаҡ ашаған ҡыҙым.
     Ә беҙҙең ҡоймаҡтар, ғәҙәттәгесә, ҡалын,  күпереп торған булып килеп сыҡтылар. Электән дә йоҡа ҡоймаҡтар килеп сыҡмай  ине.
      Күршеләремде лә "һимеҙ" ҡоймаҡтарым менән һыйлап,  йоҡа ҡоймаҡтың рецебын һорарға булдым.
- Так у Вас это - оладьи! Яйца , кефир  добавляли, наверное...тесто густое...У нас - блины...- тип белгестәрсә һығымта яһаны Тимербулатов.
- Һеҙҙекесә  йоҡа ғына килеп сыҡһын өсөн нишләр кәрәк һуң?
- Ҡамырға ҡайнар һыу ҡушабыҙ,  ну...сода, тоҙ, шәкәр ҡушһаң тағы ла тәмлерәк була...
       Кухняға һөйләшә- һөйләшә барып ингәс,  таҙалыҡ менән бергә ярлылыҡ та йәнәшә хөкөм һөргәнен абайланым, холодильник бөтөнләй юҡ ине.   
- Әйҙәгеҙ мин һеҙгә йомортҡа,  кефир бирәм, мин аҙна һайын ауылдан әсәйемдән алып киләм...иртәгә инде - йома...
- Беҙгә лә өләсәй алып килә ине, ауырып киткәндер,  моғайын... - тип һыр сисмәҫкә тырышты олораҡ  малай.
    Йомортҡа,  кефир индергәндә: "Мы запеканку сделаем!"- тип эшлекле генә ҡиәфәттә ризыҡтарҙы алып ҡуйҙы.
    Мин дә йомоштарымды уҡыусы күршеләремдән йомошларға тырыштым: күп итеп кер йыуғанда ҙуур корытоларын, кер ҡыҫтырғыстарын алып торор инем.
        Беҙҙең хатта "серле" урын да барлыҡҡа килде...
        Ямғыр ҡоя башлағас, кибеп бөтмәгән керҙәремде тастарға өйөп- өйөп һалып, подъезд ишегенән яуған ямғырға аптырап ҡарап торғанда шау-гөр булып малайҙар килеп инделәр.
- Әйҙәгеҙ, беҙ һеҙгә чердакка нисек күтәрелергә икәнен күрһәтәбеҙ...Унда кешеләр керҙәрен эләләр! -  тип, эйәртеп алып киттеләр өй башына. Ниндәйҙер текә тимер баҫҡыстан менеп киттек, йоҙаҡты  малай  кеҫәһенән асҡыс сығарып асты. Был панель йорттар ике этажлы булһалар ҙа сарҙаҡтары оло кеше эйелмәй йөрөрлөк итеп төҙөлгән.
Шомлорак та һымаҡ,  бутылкалар ҙа ара - тирә тәгәрәшеп яталар.
Минең шикләнгәнде һиҙепме:
- Не бойтесь, тут чужих не бывает...- тип тынысландырҙылар.
Ҡыҙыҡай ҙа беҙҙең арттан килеп етеп:
- Ямғыр туҡтаны! Әйҙәгеҙ,  беҙҙең серле урынды күрһәтәбеҙ! -  тип ағаларына ҡараны.
- Только, чур, не болтать другим!- тип һеңлеләрен шелтәләгәне миңә лә ҡағыла икәне аңлашыла ине.
      Тағы ла бер тимер текә баҫҡыстан  юғарыраҡ күтәрелдек.
      Хәҙергеләй күҙ алдымда: иҫ киткес күренеш асыла ине өҫтән ҡарағанда,  был ике йорт башҡа двухэтажкаларҙан бейегерәк ине, шуның өсөн бар нәмә лә үс төбөндәй күренә: больница, мәктәп урамы, яңыраҡ барлыҡҡа килгән һатыу итеү киосктары..., посадка, баҫыу, юл... кешеләр, беҙ уларҙы өй түбәһенән ҡарап торғаныбыҙҙы  баштарына ла индермәйҙәр!
     Өй башы рубероид менән ябылып, тип - тигеҙ, тап- таҙа ине - ямғыр һыуҙары менән йыуылып төшә, күрәһең, шул уҡ ваҡытта хәүефһеҙ ҙә - 70 см тирәһе бейеклектәге стеналары бар ине.
     Ҡыҙыҡай көпшәләр менән һабынлы һыуҙан шарҙар өрөп осора башланы...Ундай ҙууур шарҙар нисек шулай булып өрөләләр ине икән, хәйер, хозяйственное мыло, тип аңлатҡайнылар малайҙар...
Кешеләр алдынан әкрен генә әллә ниндәй фантастик төҫтәр менән ялтырап, ҙур-ҙур шарҙар осоп китәләр. Кешеләр тирә- яҡтарына ҡарай башлаһалар - эйеләбеҙ!
    Малайҙарҙың да үҙҙәренең шөғөлдәре бар: ҡыялаш йорттоң түбәһенә кем самолетын "уңышлы ултырта".
    Ҡайсаҡ самолеттар әллә ниндәй "петлялар" яһап кешеләрҙең алдынан осалар - беҙ тағы баштарҙы йәшерәбеҙ!
- Приходите сюда с дочкой...Только никому не говорите, особенно мужу...он же...
     Йәйен китап уҡып ҡыҙынып ятырға ҡулайлы ине был урын.
     Шуныныһы үкенесле: күршеләремде күпме генә китап уҡытырға тырышһам да артыҡ ҡыҙыҡһыныу уята алманым...
        Әллә күпме китаптар араһынан "Приключения Тома Сойера"ны ғына аҙағынаса уҡынылар.
     Шулай ҙа Д. Бүләковтың яңы баҫылып сыҡҡан "Тыҡрыҡ башы - беҙҙең биләмә" әҫәрен минең ҡысҡырып уҡығанды оҡшатып тыңланылар, аңлауымса.
      Ҡыҙыҡай: "Ә минең атайым да  китап уҡырға ярата!"- тип китаптарҙы бер килтерә , бер алып ҡайта ине...
     Күрше хатындың да һуңғы йылда үгәй ҡыҙына тыныс ҡына  бәйләм бәйләүгә өйрәтеп, диванда бер- береһенә һыйынып  ҡына ултырыуҙары ла күңелемдә уйылып ҡалған.
   Башта улар ҡайҙалыр күсенеп киттеләр, аҙаҡ  - беҙ...
    Инде 25 йылдан ашыу ғүмер үтеп тә китте, социаль селтәрҙәрҙән эҙләгәндәрем дә булды- тапманым, бәлки исемдәрен дөрөҫ иҫләмәйемдер. 
     Инде ир уртаһы булырға тейеш күрше малайҙар,  илгәҙәк ҡыҙыҡай бала саҡтан тормош һынауҙарын үтеп, аяҡтарына ныҡлы баҫҡандарҙыр, тип ышанаһы килә...

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: