Бер нисә көн үткәс, тәки көсөккә уңыш йылмайҙы бит. Иң теремек ике себеш ашауға алданып ситкәрәк киткәйне , тотондо бит Муйнаҡ уйнарға былар менән! Муйынынан ҡабып әйләндереп ебәрһенме, йәки улән араһынан ҡапыл килеп сығып аяғынан тешләп йыҡһынмы.Өләсәһе кургәнсе бер бәпкә инде хәрәкәтһеҙ ята ине йәшел уләндә, икенсеһе, аҡ муйынлыһы, башын тота алмай- тора ла ауа , тора ла ауа ине...
Муйнаҡты шул көндән һуң сылбырҙан ысҡындырманылар ҙа бит , эш бөткән шул, ярай икенсе бәпкә иҫән ҡалғайны. Уны башҡа бәпкәләрҙән айырым бикләп ҡуйҙылар, Аҡйондоҙ ашата -эсерә ине бисараны. Аҡ муйын тип исем дә ҡушты бәләкәскә.Өләсәһе: Ҡуй,ҡыҙым, яфаланма , барыбер мал булмаҫ -,тиһә лә, шым ғына үҙһүҙле ейәнсәренең эшен ҡарап йөрөй ине.
Көн артынан көн үтте, йәй ҙә эш-мәшәҡәттәре менән аҙағына яҡынлашты. Алғанда бәләкәй генә ҡаҙ бәпкәләре инде ҙур булып үҫтеләр,һимерҙеләр ҡанаттарын йәйеп осорға тип талпына башлаған саҡтары. Беҙҙең теге инвалид бәпкәне муйыны, аяғы юнәлгән кеуек булғас та, бер нисә тапҡыр кире башҡаларға ҡушып ҡараны ҡыҙыҡай, бәпкәләр ҡабул итмәне шул үҙ араһына, суҡып -талап ситкә ҡыуҙылар бахырҙы. Шунан төңөлдө ҡыҙый, айырым көттө картуф баҡсаһының башында. Төндө ситлектә уткәрә ине меҫкен Аҡ муйын, Бутән ҡаҙҙар асыҡ ҡурала ҡанаттарын елпеп -елпеп иркенләп ял итәләр ине.
Август айында тағы бер ваҡиға булды. Төн уртаһында, бөтә донья йоҡоға талғанда, Аҡ муйын нишләптер, йоҡламай бығылдап ята ине . Ҡапыл уның ситлегенең эргәһендә ниндәйҙер шәулә хасил булды, шунан тағы , тағы.... Уяу Ҡаҙ иптәштәрен уятырға бөтә көсөнә ҡаңғылдай башланы. Теге ҡаҙҙар, ниңә ҡамасаулайһың, өтөк, бер уҙеңә ҡурҡынысмы әллә тигәндәй , ризаһыҙлыҡ менән ҡиғаҡ-ҡиғаҡ тигән булалар ине , һары шайтандар кеуек тауышһыҙ ниһеҙ эргәләренә уҡ килеп еткән төлкөләрҙе куреп, бөтә ауылды тултырып ҡаңғылдай башламаһындармы? Уларға Муйнаҡтың, курше йортарҙағы эттәрҙең өрөуе ҡушылды. Ярай,Муйнаҡты төнгә сылбырҙан ысҡындырғайнылар, йәш эт , бер нимә лә уйлап тормай алдан килгән төлкөнө бәреп осорҙо, башлыҡ ҡаса башлағас, ҡалған төлкөләрҙә, бер табышһыҙ, ҡойроҡтарын һыртҡа һалдылар .
Ҡуралағы ҡаҙҙар:
-Беҙ,беҙ, курҙегеҙме беҙҙе?- тигән шикелле, маҡтанышып һауалы ҡаңғылаштылар ҙа ярты сәғәттәй, әйтерһең улар ҡайтарған төлкө яуын, шунан шымдылар. Аҡ муйынды береһе бер иҫкә төшөрһәсе , яңылыш ҡына булһа ла... Ситлектәге беҙҙең герой ҙа артыҡ тауыш сығарманы, иң мөһиме- иптәштәре иҫән-һауҙар бит, шул еткән...
Ике көндән уҡыу башлана, Аҡйондоҙға ҡалаға, интернатҡа . Күңеле урынында тугел ҡыҙҙың- уның ҡаҙы етем ҡала бит... Ни булһа булһын , тағы бер ҡушып ҡарайым , ни булһа ла булыр тип, ситлекте асып, сығарып ебәрҙе ул ҡаҙҙы. Беҙҙең тотҡондағы ҡаҙ башҡаларға ҡушылыуынан шатланып, ҡиғаҡ-ҡиғаҡ тип ҡысҡырыуы менән йәш ике ата ҡаҙ йораты (курәһең “авторитеттар”), ҡаршыһына килеп тә баҫты:
- Нимә кәрәк, килмешәк, һиңә урын юҡ беҙҙең янда!?-тигән мыҫҡыллы һорау яңғырай уларҙың яуап ҡаңғылдауында. Беҙҙең етем уларҙы курмәмешкә һалышып уртаға утергә ынтылды ла бит, ике яҡтан да һөжум иттеләр “авторитеттар”. Аҡйондоҙ , иларға етешеп икенсе яҡҡа боролоп баҫты, тағы индермәнеләр минең Аҡ муйынды тип. Шунан , кире керетәйем инде, булмағас булмай инде тип кире боролдо.Ҡараһа, ни куҙе менән курһен, Аҡ муйын теге ике “эре”не бер-бер артлы туҙҙыра, тегеләр ҡасып ҡарай, кәуҙәләре ауыр, ә беҙҙең “герой” еңел- осоп ҡуна тегеләргә ... Кис етеугә инде бөтә “власть” Аҡ муйында ине инде ҡаҙ көтөуендә.
Аҡйондоҙ көҙгө каникулға ҡайтҡанда , ҡаҙ өмәләре уткәйне инде, Ҡапҡа алдында сынйырҙан ысҡындырылған Муйнаҡ ҡаршы алды... һәм - ике инә ҡаҙ менән-Аҡ муйыны! Баҡтиһаң , уҫал , һуяйыҡ тип Аҡйондоҙоң әсәһе ныҡышыуға ҡарамаҫтан, өләсәйе Аҡ муйынын алып ҡалған яратҡан ейәнсәрең.