Үткән быуаттың илленсе йылдар уртаһы. 1955 йылдың ҡышында миңә ете йәш тулды. Шул ваҡыттан алып мәктәп ишеген асып инеү һәм шунда уҡый башлау минең хыялымдың иң ҙурыһы ине.
Беренсе класҡа бара торған йәй көндәрендә мин ике шатлыҡ кисерҙем: Беренсенән, беҙҙең ғаилә атайым һалып әҙерләгән яңы өйгә күсеп сыҡты, икенсенән, ул өй ете йыллыҡ мәктәптән әллә ни алыҫ та түгел ине, күп булһа - 200 метрҙай ара. Мәктәп тау башында ултыра, ул тауҙың исеме “Мәктәп тауы”, ә беҙҙең өйөбөҙ шул тауҙың итәгендәге урамда урынлашҡан. Тағы бер тау ҡаршыла бар, исеме “Тирмән тауы”. Ҡасандыр тау аҫтында һыу тирмәне булып, шунда он тарттырғандар, ләкин беҙҙең осорҙа ул юҡ ине инде, тик нигеҙенең урыны ғына беленеп ята торғайны. Урамдың да исеме бар: “Сейәкәй” урамы тип атала ул, өлкәндәр әйтеүенсә ҡасандыр ошонда, урам булмаған саҡта әле эргәләге тауҙар башында сейәләр емерелеп үҫкән булған, ләкин кәзәләр менән көрәштә сейә ағастары яйлап юҡҡа сығып бөтә. Хрущев ваҡытында хөкүмәт тарафынан кәзә малын бөтөрөү компаниеһы башланды шәхси хужалыҡтарға өй алдына ағастар, ҡыуаҡлыҡтар үҫтереү бурысы ҡуйылды, ә колхоз-совхозға мотлаҡ йәшелсә баҡсалары ойоштороу ҡушылды. Беҙҙең колхоз да йәшелсә баҡсаһын ойошторҙо һәм уға һыу яҡынлатыу ысулын тапты. Ауыл уртаһынан аҡҡан Рәжәп йылғаһы менән Таулы йылғаһы ҡушылған урында быуа быуҙылар һәм улаҡ аша йәшелсә баҡсаһына һыуҙы борҙолар. Ә балалар өсөн йәй көндәре был быуа һыу инеү, шунда уйындар уйнау төйәгенә әйләнде.
Ғаиләбеҙҙә мин иң өлкәне, минән һуңғылары ҡыҙҙар: Рәйсә, Роза, Флүрә һәм тағы яңыраҡ ҡына, атап әйткәндә, 1955 йылдың апрель уртаһында яҡты донъяға килгән Фәрит исемле сабый ҡусты бар. Артабан тағы өс бала Фәниә, Фирғәт, Зиниә ғаиләбеҙгә өҫтәлде.
Ул саҡта ғаиләләрҙә биш, ун, ун ике балалар булыуы ғәҙәти хәл ине, шикелле, бер яҡтан, яңыраҡ ҡына бөткән Бөйөк Ватан һуғышы утыҙ миллионға яҡын совет кешеһенең (хәрби булмаған халыҡтыла иҫәпләп) башына етеү арҡаһында халыҡ һанының ҡырҡа кәмеүе хөкүмәт өсөн күп балалы ғаиләләр булыуы иң беренсел бурыс булғандыр, күрәһең, сөнки, бер яҡтан, ныҡлы оборона өсөн армияны кәрәкле кимәлдә һалдаттар менән тултырыу бурысы торһа, икенсе яҡтан, илде тергеҙеү өсөн эшсе көстәр күпләп талап ителә ине, фабрика-заводтарҙың эшсе ҡулдарға ҡытлыҡ кисергән сағы ине.
Был тәңгәлдә кеше һанын аныҡ билдәләгән Госпландың бер ике күрһәткесен яҙып китеү урынлы булыр. Шул дәүләт комитетының иҫәбе буйынса СССР-ҙа 1941 йылдың уртаһында 199 миллион 920 мең кеше иҫәпләнһә, 1945 йылдың июль башына 169 миллион 809 мең граждан иҫәптә торған. Күренеүенсә, айырма 30 миллион 111 мең килеп сығып тора. Әлбиттә, был иҫәпкә самурайҙарға ҡаршы һуғыштарҙағы юғалтыуҙар инмәгән. Ә беҙгә ҡаршы һуғышҡан тиҫтәләгән Европа илдәренең юғалтыуҙарын һанаһаң, беҙҙеке менән сағыштырғанда арыуыҡҡа күберәк. Мәҫәлән Германия ғына 9 млн, Польша 6 млн кешеһен был һуғышта юғалта. Күрәһең кешелек, илдәр, хөкүмәттәр һуғышһыҙ йәшәргә һаман да өйрәнмәгән икән тигән фекер барлыҡҡа килә лә ҡуя. Үҙ-ара тыныс йәшәргә ҡасан өйрәнербеҙ икән?
Яңы өйөбөҙҙә август айы мине мәктәпкә әҙерләү мәшәҡәте менән башланды. Магниттан ысын портфель һатып алдылар, магазинда балалар өсөн яраҡлы кейем булмағас, заказ биреп ҡулдан кәстүм салбар тектерҙеләр, сандали менән туфли һатып алдылар. Саҡ ҡына һуңыраҡ Шәмсинур исемле инәй ҡышҡы бәлтә лә тегеп тотторҙо, тик унда ғына ныҡ ҡалын материалды тегеп үткәрә алған “Зингер” (Германия) теген машинаһы булған икән.
Ул саҡта атайым менән әсәйем ауыл универмагында икәүләшеп эшләйҙәр ине. Универмаг тип аталған был магазиндың бер яғында аҙыҡ-түлектән тора, икенсе яғы промтауар менән тулы ине. Шәмбе көндәре магазин халыҡҡа тағы кәрәсин һатыр ине, ҙур ғына кәрәсин һауыты (чаны) магазиндан алыҫ түгел урында Рәжәп йылғаһы буйында яртылаш ергә күмелгән, күләме, әйтеүҙәренсә, өс тонна самаһы. Шул көнө төштән һуң ауыл халҡы, бигерәк тә бала-саға үҙ һауыттары менән килеп, кәрәсин алып ҡайтырҙар ине. Һәр өйҙә бишле, етеле шәмдәр булды, кәрәсин һалынған фонарь тышта тотоп яҡтыртып йөрөүгә уңайлы була торғайны.
Магазинда дәфтәр, ручка, перо, ҡәләм, блокнот, рәсем яһау өсөн альбом, ҡара һауыты, тағы бәләкәйерәк быяла шешә һауытта күк төҫтәге “ҡара” тип аталған шыйыҡлыҡтар һатыла. Дәреслектәр һатыуҙа юҡ, сөнки уларын мәктәп үҙе бирә.
Нимәлер яҙыр өсөн ручкаға пероны ҡуйырға кәрәк, шунан быяла шешәнән ҡара һауытына ҡараны ҡойоп алып, шуға пероны манып яҙаһың. Ҡара һауытын әйләндереп тулғандырғанда түгелмәҫлек итеп эшләгәндәр, ләкин шыйыҡса түгелмәй торамы ни ул! Уҡыуҙан ҡайтҡан саҡтарҙа портфель менән бер-береңде кәгеп көс һынашҡанда, йәки ҡыш көндәре шул уҡ сумкаға ултырып текә тауҙан эйеп төшкән ваҡыттарҙа шыйыҡсанан торған ҡара “неналивайка”нан сығып китап-дәфтәрҙәрҙе буяған саҡтар – йәшермәйем - бихисап булды. Ул саҡта өйҙә (класта ла) йә әрләнәһең, йә шыйыҡ сыбыҡ арт яҡты ҡайыҙларға әҙер тора торғайны.
Беренсе сентябрь көнө. Беҙҙе, беренсе класс балаларын айырым ҡарап теҙҙеләр. Мәктәп директоры Сәйет Ғәзиз улы ҡотлау менән сығыш яһаны һәм сентябрь башына ҡарай мәктәпкә өҫтәмә төҙөлөш (пристрой) яһау арҡаһында тағы дүрт класс бүлмәһе өҫтәлеүен ҙур ҡыуаныс менән аңғартты. Беҙгә яңы төҙөлгән яҡтағы зал һәм класс эләкте. Класс бүлмәләре һаны артһа ла мәктәп ике сменала эшләй ине, сөнки параллель рус һәм башҡорт кластары бар. Ауылдағы рус халҡы лесничество яғындағы “Новостройка” тип аталған урамда йәшәне. Шуныһы миңә ғәжәп тойола торғайны: бөтә рус балалары ул саҡта башҡортса иркен һөйләшә ала торғайнылар, ә хәҙер дәрестә өйрәтеп тә башҡортса һөйләштереп булмай.
Эйе, ул йылдар һуғыштан һуңғы ауыр йылдар булған икән. Аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ юҡ, сөнки һәр кем бер һыйыр булһа ла көтөргә тырыша, ләкин үҙең теләгән кейем өлкәндәргә лә, балаларға ла етешмәгән саҡтар булды. Күрәһең, сәнәғәт (промышленность) еткерә алмайыраҡ торған ваҡыт булғандыр. Балаларға кәрәкле кейемде йә ауылдағы тегенсенән тектереп, йә теген машинаһы булған әсә (апай, инәй) үҙе тегеп, йә энә-еп менән сәнсеп тегеп бирә торғайнылар, йә оҫта ҡулдар бәйләп биреп балалырының өҫтәрен бөтәнеләр. Беҙ тормошто нисек бар шулай ҡабул итеп үҫтек.
Йыһан апайҙы беҙ икенсе әсәй итеп ҡабул иттек, ныҡ яраттыҡ. Ул, хатта тәртип боҙолған осорҙа ла, тауышын күтәреп әрләмәне, нисектер тыныс ҡына итеп тағы ла аңлатыу яғын ҡарар ине. Уҡытыусыбыҙҙың ныҡ сабырлы булыуына мин үҙем балаларҙы уҡытҡан саҡтарҙа ла ғәжәпләнә инем, хәҙер ҙә аптырайым. Гел “дүрт” һәм “биш” билдәләре алып уҡығандар араһында Зәбир Дәүләтшина, Факиһа Тиштимерова, Ишбикә Ишназароваларҙың булыуы иҫтә ҡалған, улар аҙаҡтан барыһы ла уҡытыусы һөнәрен һайлап, тырышып эшләп хаҡлы ялға сыҡтылар.
Мәктәптә мәктәп формаһын кейеп йөрөүҙе шул ваҡытта уҡ талап итә торғайнылар. Ҡыҙҙарға талап һоро күлдәктән, аҡ йәки ҡара алъяпҡыстан торҙо. Һоро күлдәк хаҡы 7-8 һум булыуы иҫтә ҡалған. Малайҙар кәстүм-салбар, аҡ күлдәк менән йөрөргә бурыслылар ине. Байрам көндәре ҡыҙ-ҡырҡын аҡ алъяпҡыс кейеп, төрлө төҫтәге таҫма йә бантик тағып алып ғорур йөрөҙәр ине.
Өсөнсө класта беҙҙе лә тантаналы рәүештә пионерға алдылар. Шул йылы уҡытыусыбыҙ ата-әсәләрҙән аҡса йыйып, беҙҙең размерҙарҙы алып, Магнитҡа заказ биреп, бөтәбеҙҙе лә өр яңынан кейендерҙе. Ҡыҙҙарға аҡ һәм күк блузка, юбка булды. Малайҙар армиялағы кеүек ялтыр төймәле күк гимнастерка, ялтыр башлы билдек, салбар кейеп алдылар. Бер оянан сыҡҡан себештәргә оҡшап киттек, мәктәптә башҡа класс балалары, хатта уҡытыусылар ҙа тәүге рәттә беҙҙе күҙәтерҙәр ине. Тас бәләкәс кенә буйлы ФЗО балалары! Тик икенсе уҡыу йылына был кейемдәр кесерәйеп ҡалды, шул арҡала уларҙы артабан кейеп йөрөүсе булманы ла ҡуйҙы.
Башланғыс кластарҙа уҡығанда ауылда электр яҡтылығы юҡ ине әле, кис булһа шәм (фонарь) яҡтылығында дәрес әҙерләп, китап уҡып маташа торғайныҡ. Бер ни тиклем ваҡыт уҙғас, пилорама эргәһендәге бинаға трактор двигателе ултырттылар, һәр өйгә сымдар һуҙҙылар һәм электр яҡтылығы бирә башланылар. Двигателде хеҙмәтләндереүсе тракторсы шунда дежурлыҡ ҡылды. Бындай хәл беҙҙең ауыл өсөн бик ҡыуаныслы ваҡиға булды, сөнки яҡтылыҡ сифаты күҙгә күренеп күпкә артты. Бындай электр яҡтылығының үҙ режимы булды: иртәнсәк сәғәт алтына туғыҙға тиклем яна, кискеһен сәғәт алтынан төнгө ун икегә тиклем яҡтырта, сәғәт ун икегә биш минут ҡалһа – яҡтылыҡты яндырып-һүндереп ялпылдата башлайҙар. Шул арала һин кейем-һалымыңды йыйып, урын йәйеп өлгөрөргә тейешһең. Яҡтылыҡ төндә оҙағыраҡ кәрәк булған саҡта, бындай мохтажлыҡ берәйһе ҡунаҡ саҡырған саҡта, мәҫәлән, килеп сыға, өй хужаһы дежурный менән барып һөйләшә, йә аҡса, йә бер-ике литр бал тоттора. Ундай саҡтарҙа яҡтылыҡ төн буйы дауам итә торғайны.
Телевизор, радиоприемник, интернет булмаған осорҙа (тик репродукторҙар бар ине) көн яҡтыһында, әлбиттә, эшен бөтөргәс тә, балалар тышҡа атылып сығырҙар ине. Шуға күрә яҡын-тирәләге тау битләүҙәре сана, саңғы юлдары менән сыбарланып бөтә торғайны. Ҡыш булһа боҙҙа тратайка менән шыуыу, булмаһа тауҙа сана шыуыу, “Алтынтау” һәм башҡа уйындар беҙгә, малайҙарға, ныҡ оҡшайҙар ине. Яҙ етһә ҡышҡы уйындарға сөрәкә һуғыу, “көтөүсе”, башҡа төрлө туп уйындары алмашҡа килделәр. Йәй көнө йылға буйы, колхоз быуаһы балаларҙың яратҡан урынына әүерелде. Был турала минән йәшерәк булған быуындар ҙа беләлер, иҫләйҙер әле. Быуа Рәжәп һәм Таулы йылғалары ҡушылған урында хасил булды, уның һыуы каналдар аша барып етеп, колхоздың йәшелсә баҡсаһын туйындырҙы. Ә баҡсала кәбеҫтә, шалҡан, кишер, ҡыяр, һуған үҫте. Нишләптер помидор булғанын хәтерләмәйем, бәлки, иғтибар итмәгәнмендер. Шулай итеп йәшелсә белгесе - агроном етәкселегендәге бер килке йәш ҡатын-ҡыҙ йәшелсә үҫтерергә өйрәнде. Ләкин шәхси өйҙәр янында һыу һәм һыу тартыу насостары булмау сәбәпле, кешеләр редиска һәм һуғандан башҡаһын үҫтерә алманылар.
Йыһан апай яҙлы-көҙлө беҙҙе ҡырға экскурсияға алып сыға торғайны. Бындай ваҡытта ул ысын мәғәнәһендә биологҡа әүерелер ине, ағас-таш, үлән-япраҡ, төрлө бөжәк-ҡорт менән таныштыра торғайны. Ул саҡта тәбиғәткә арналған һүрәттәр төшөрөү, гербарий йыйыу киң ҡолас алған саҡ ине. Беҙ ҙә шул эштәр менән шөғөлләндек. Ә хеҙмәт дәрестәрендә бөтәбеҙ ҙә туҡыма киҫәге, энә-еп килтереп, ҡул менән ҡурҡмайынса тегергә, ямарға өйрәндек. Бәйләү ысулдарын да күрһәтер ине. Шул өйрәнеү, шөкөр, ғүмерлеккә ҡалды, файҙаһы ла булды, хәҙер ҙә нишләптер энә-еп тотоп, нимәнелер йүнәтеп алыуҙан ҡәнәғәтлек табам, ҡара эшкә кейгән кейемдәрҙең йыртыҡ-бортоҡтарҙы үҙем ямайым. Бер саҡ ныҡлап ултырып ике метр оҙонлоҡтағы диван ябыуы бәйләп ташланым, тик бер осо икенсе осонан нишләптер киңерәк килеп сыҡты, күҙҙәр һаны менән яңылыштым шикелле.
Тағы уҡытыусылар беҙҙе мәҙәни-әҙәби сараларға ҡатнаштырырға тырышты, йырларға, бейергә, шиғыр һөйләргә, сәхнәлә сығыш яһарға даими өйрәтә торғайнылар. Нишләп? Сөнки халҡыбыҙ нескә күңелле, шуға күрә мәҙәниәткә тартыла, шул ысул менән күңелен дауалай, булған ауырлыҡтарын бер ни тиклем ваҡытҡа онотоп тора. Дөйөм алғанда беҙҙең халыҡта йырлай, бейей белмәгән кеше юҡ ул, тик ҡайһы берәү, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ өйҙә бер үҙе ҡалған саҡтарҙа, бигерәк тә һыйыр һауғанда, өй йыйыштырғанда үҙе яратҡан йырҙарын ауыҙ эсенән булһа ла һуҙа, мөңрәп йырлап йөрөй һәм ошолай итеп үҙ күңелен байыта бирә, сығып барған йөрәгн тынысландыра. Бындай хәл һис шикһеҙ күңел күркәмлеген аңлата һәм ул беҙҙең халыҡҡа Хоҙай Тәғәләнең үҙе тарафынан бирелгәндер моғайын. Башҡорт халҡының оҙон йырҙарына еткән йырҙар, хатта опералар юҡ минеңсә. Быуаттар дауамында ҡағылып-һуғылып йәшәгән халыҡтың йырҙары ла һағышлы, йә ҡайғылы, йөрәкте өҙөп алғандай әһәңле бит! Әгәр ҙә йырҙарыбыҙҙы, бейеүҙәребеҙҙе, әҙәбиәтебеҙҙе, ауыҙ-тел ижадын, телебеҙҙе һаҡламаһаҡ, беҙҙең тарих арбаһынан төшөп ҡалыуыбыҙ бик тә мөмкин. БМО-ның күҙ аллауы буйынса егерме беренсе быуаттың илленсе йылдарына тиклем тағы йөҙләгән тел (диалект) юҡҡа сығырға тейеш икән. Был бик аяныслы хәл, ләкин тормош ҡанундары ҡаты: үҙ телен, илен яҡлай алмаған халыҡ юҡҡа сыға. Мәҫәлән үткән быуаттар осоронда ғына йөҙәрләгән халыҡтар (ҡайһыларын беҙ белеп тә етмәйбеҙ шикелле) юҡҡа сыҡты: яган һәм мариори ырыуҙары, пруссактар (Германия), дактар (Карпат тауҙарында), фраки ырыуы, иллирия халҡы (Балкан), васкондар, вандалдар (Төнъяҡ Африка) аквитанец халҡы, баскылар. Был исемлекте артабан да дауам итергә була. Бына шул юғалғандар исемлеге эсенә инмәһәк ине.
Сираттағы дәрес бара. Беҙ, балалар, тырышып-тырмашып таҡтала яҙылғандарҙы дәфтәргә күсереп ултырабыҙ. Йыһан апай парта араһынан йөрөп алды. Бөрйән Байымов менән минең араға туҡтаны ла:
- Был кластан ҙурайып алғас та һеҙ икәү буласаҡ тормошта ике ҡатынлы буласаҡһығыҙ, сөнки икегеҙҙең генә башында ғына ике урай бар, - тип хәбәр һалғаны иҫтә. Күп йылдар үткәс уҡытыусыбыҙҙың һүҙенең юш килеүе мине бигерәк тә ғәжәпкә ҡалдырҙы. Баштағы урай һаны менән ҡатын алыу һанының тап килеүе осраҡлы хәл булдымы, әллә Күк хужаһының әмере шулай булдымы - һаман аңлап етә алмай аҙапланам. Атеистик күҙлектән ҡарағанда, моғайын, уларҙың бер-береһенә бәйләнеше юҡтыр ул тип уйлайым.
Тәүге уҡытыусыбыҙҙың бер ҡыҙы, бер улы (исеме Айрат булды, шикелле) бар ине. Хәләл ефете фронтовик булғаны ғына миңә билдәле, ҡайҙа, ҡасан һәләк булыуы минең өсөн билдәһеҙлек эсендә ҡалды.
Уҡытыу осоронда Йыһан апай кластағы балаларға бер ваҡытта ла тауыш күтәрмәне, бына шуныһы тағы бер ғәжәп хәл. Моғайын, беҙ, бигерәк тә малайҙар, сәпсим тәртипле булмағанбыҙҙыр инде. Ҡайһы берҙә малайҙар араһында эш һуғышҡа барып етһә, йоҙроҡтан башҡа ҡорал да булды. Ул да булһа, перо керетеп ултыртылған ручка. Перо менән сәнселгән урын бик ауыртып, шешеп сығып арыуыҡ ваҡыт төҙәлмәй йөрөр ине. Шуға күрә һиңә ҡаршы перо күтәрелһә –талашлы урындан шылыу яғын ҡарайһың һәм шунда уҡ ҡаршы торош бөтөп тә ҡуя. Биш минут та үтмәй бөтәһен дә онотоп, яңынан дуҫлашаһың.
Бик күп йылдар үткәс, педучилище тамамлап тыуған мәктәпкә ҡайтып уҡыта башлағанда Йыһан апай, артбанғы йылдарҙа класс етәксеһе булған Зәкиә апай менән ҡушарлап эшләй ине әле. Армиянан ҡайтҡан осорҙа тәүге уҡытыусым мәктәптә күренмәне, пенсияға сыҡҡан икән. Пенсияға сыҡҡас та Сибай ҡалаһына күсеп китеүен ишеттем мин. Сал сәсле, тыныс холоҡло, биттәренән илаһи нур сәсеп торған уҡытыусы апайыбыҙ һаман да күҙ алдында фәрештәләй сүрәттә тора, һаман онотолмай ҡала бирә. Беҙгә биргән уның йөрәк йылыһы һаман да күңелдәребеҙҙе йылытып тора. Мең рәхмәт уҡытыусыларға! Беренсе уҡытыусымдың йәне йәннәттә булһын, ин шә Аллаһ.
Бишенсе класта беҙҙең класс етәксеһе итеп Зәкиә Рәхмәт ҡыҙын тәғәйенләнеләр һәм ул беҙ һигеҙҙе тамамлағанға тиклем ошо дәрәжәлә ҡалды. Уның менән дә һуңынан, йылдар үткәс, ошо мәктәптә уҡытыусы һәм директор булып эшләгән осорҙа коллегалар булырға тура килде.
Ул да беҙҙе, уҡыусылар булған осорҙа, кластан тыш эштәргә әүҙем ҡатнашырҙы. Үҙе лә мәктәптән көн-төн ҡайтманы. Уҡыуҙар тамамланған саҡтарҙа йә Талҡаҫҡа, йә Магнит, Өфө һымаҡ ҙур ҡалаларға беҙҙе экскурсияға алып сығып китә торғайны. Бер саҡ Магнитта булған саҡта Мәскәүҙән килгән зоопаркка алып барҙылар. Бында аҡ айыуҙан һәм маймылдан башлап, төрлө бүре, төлкө, алйырҙан, йомран, быуар йыланға тиклем булған кейектәр күҙгә салынды, унда экзотик булған ҡоштар ҙа бар ине. Шул күсмә зоопаркта булған ике эпизод иҫтә ныҡ ҡалған. Беҙ быуар йыланға аҙыҡ биргән моментына эләктек. 7-8 метрҙан да ашыу булған быуар йыландың вагонына зоопарк хеҙмәтсеһе бер кроликты ырғытты. Ҡуян (бахыр) бер мөйөшкә һыйынды, ләкин уны ниндәйҙер көс алға тарта ине. Бына йылан ҡабаланмай ғына башын кролик яғына борҙо, күҙҙәрен туралап төҙләне һәм киң итеп ауыҙын асты. Шул саҡта әҙәм ышанмаҫлыҡ ғәмәл башҡарылды, кролик үҙе үк ырғып килеп йыландың ауыҙына инеп юғалды һәм бер төйөр формаһын алып эстән ҡойроҡ яғына яй ғына шыуышты.
Маймыл зоовагоны алдында күберәк йәштәр һәм балалар йыйылған. Улар ошо хайуанға бер стакан көнбағыш һалыуы була, теге йән эйәһе уны иҙәндән берәмләп алып сиртә башлай, ә ҡулына күҙ эйәрмәй, пропеллер һымаҡ еңелтә өйөрөлөп, аҫҡа-өҫкә эшләп тик тора. Күҙ асып йомғансы бер стакан симешкә юҡҡа сыға, уға тағы һалалар ҙа һалалар, сөнки бөтәһенә лә ҡыҙыҡ. Ҡараһаң юҡ ҡына нәмәләр иҫтә ҡала икән.
Кластан-класҡа күскән һайын ауылда дөйөм яңылыҡтар була торҙо, даими электр яҡтылығы килде, кино күрһәтеү эше яҡшырҙы. Мәктәптең үҙе тар пленкалы киноаппарат һатып алды, математика уҡытыусыһы Фәйзрахман Хәйрулла улы аҙнаһына ике тапҡыр мәктәп залында беҙгә, уҡыусыларға, кино күрһәтә башланы. Беҙ киноларҙы мәктәп залында йә ултырып, йә иҙәнгә ятып ҡарай торғайныҡ. Октябрят булдыҡ, пионер ойошмаһына инеп, ҡыҙыл галстуктар тағып уҡыныҡ, һуңыраҡ комсомол ойошмаһы беҙҙе ҡабул итте, ә унан һуң компартия ағзаһы. Ул саҡтарҙа һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа йәшәгәнеебеҙҙе, бәлки, аңлап та етмәгәнбеҙҙер. Тыумыштан уныһы-быныһы етешмәгән шул тормошто күреп үҫкәс, беҙ, балалар, шулай булырға тейештер тигән уйҙа булдыҡ. Кейем етешмәне, ә тамаҡ туҡ булды. Колхозда аҡса түләү юҡ ине, тик натуралата түләү булды. Тик 1964 йылда ғына беҙҙә (Хрущев заманы ине, уны ҮК пленумы ошо йылдың 14 октябрендә эшенән бушатып, Брежневты тәғәйенләй) колхозсыларға түләү индерелде һәм ул ауыл хужалығында социаль яҡтан тағы бер аҙым алға баҫҡанды аңлата ине. Түләү ҡайһы бер урындарҙа бынан бер-ике йыл элек башланған булған. Ошо арҡала ауыл халҡының ҙур бер өлөшөнә финанс яғынан еңеллек килде, колхозсылар ҡул аҡсаһы тотоп, магазинға йөрөй, ҡырҙа уҡыған балаларына даими рәүештә аҡса бүлә башланылар.
Тыуған ауылымда мин төрлө статуста булдым: уҡыусы, уҡытыусы, мәктәп директоры һәм ауыл советы рәйесе. Бындай хәл иртәрәк ябай халыҡты белергә, улар менән яҡындан ҡатнашырға, тормоштарын яҡындан белергә ярҙам итте. Күберәге халыҡ мине артабанғы осорҙа дөрөҫөрәк йәшәргә өйрәтте, мин ауылдаштарымды йәш саҡтан уҡ яраттым.
Ул осорға етмеш йыллап ваҡыт үтеп бара инде, нимәлер онотолғандыр, нимәлер иҫтә ҡалғандыр, ләкин мейе элеккене нығыраҡ иҫләгәненә гел ғәжәпкә ҡалам, ҡайһы бер хәлдәр бөгөнгөләй иҫтә булып, күҙ алдында бөтә тирә-яҡ тәбиғәт менән ҡуша ярылып ята. Ғөмүмән, ауыҙ тултырып әйтергә була: ҡайһы бер промтауарҙарға дефицит заманы булһа ла, тамағыбыҙ туҡ, өҫтөбөҙ бөтөн булды, беҙ ғәҙеллек, илгә тоғролоҡ тәрбиәһендә, тигеҙлек, эшһөйәрлек шарттарында үҫтек. Мәктәптә уҡыған осорҙа тимер киҫәктәре (металлолом) йыйҙыҡ, кәрәкмәгән ҡағыҙҙарҙы мәктәпкә килтереп тапшырҙыҡ, колхоз баҫыуы өсөн өйҙән-өйгә йыйып көл тапшырҙыҡ, сөгөлдөрөн утаныҡ, картуфын йыйып алдыҡ. Әлбиттә, тормошта етешһеҙлектәр ҙә байтаҡ булды, ләкин беҙҙең быуын барыһын да нисек бар шулай ҡабул иттек. Сит ил халыҡтарының йәшәү кимәлдәре күпкә юғары икәнен дә белмәнек. Ул саҡта, яңы рпдио, телевидение тарала башлаған ваҡытта күберәген совет киноларын ҡарарға ярата инек. Клубҡа кино ҡарарға ҡунаҡҡа барғандай иң матур кейемдәрҙе кейеп барып ултырыр инек. Бигерәк тә һинд киноларына халыҡ күп йыйылыр ине, ундай саҡтарҙа ҡайһы берәүҙәр өйҙән үҙенең ҡулдан эшләнгән бүкәнен (табуретка) ҡулына тотоп килер ине. Кино хаҡы биш тин, аҡсаһы булмаған балалар киномеханиккә тауыҡ йомортҡаһы биреп инеп китерҙәр ине. Был заманды иҫләүселәр бар бит инде - өҫтәп яҙығыҙ, уҡырҙар.
Эшләп байығандарҙы хөрмәтләнек, ә халыҡ иҫәбенә байыған байҙарҙы яратманыҡ, намыҫ, кеселеклкте, кешелеклекте алға ҡуйҙыҡ, социализм төҙөү эштәре менән шөғөлләндек, барып етә алмаһаҡ та яҡты киләсәккә – коммунизмға ынтылдыҡ.
Ә бөгөн коммунизмда тик олигархтар ғына йәшәй...