Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
16 Март 2023, 15:18

Һин ун өсөнсө инең... Хикәйә. Мөҙәрис Багаев

Валентина аш-һыу бүлмәһендәге эштәрен тамамлап, оло яҡҡа сыҡты. Ни ҡылырға белмәгәндәй, иҙән уртаһында бер аҙ баҫып торҙо ла, өҫтәл янына килеп ултырҙы. Уның япмаһын бармаҡ остары менән генә һыпырып ҡуйҙы һәм ҡулына Коляһының күптән түгел генә ҙурайтылып, ултырмалы рамға ҡуйылған фотоһын алды.

Һин ун өсөнсө инең... Хикәйә. Мөҙәрис Багаев
Һин ун өсөнсө инең... Хикәйә. Мөҙәрис Багаев

Зәңгәр күҙҙәре менән үҙенә баҡҡан ун ете йәшлек улының мөләйем йөҙөнә ҡарап, ҡатын эстән генә: “Эй, үткән ғүмер”, - тип, уфтана биреберәк тә ҡуйҙы. Эйе, үҙе лә бит ҡасан ғына әле улы йәшендәге ғәмһеҙ ҙә, шаян да ҡыҙ ине. Ана, үҙенең шул саҡта төшкән фотоһы стенала элеүле тора.

Инде егерме йыл ваҡыт үтеп тә киткән. Ул ара күҙ асып-йомған кеүек тә, бик оҙон да һымаҡ Валентинаға. Йәшләй генә Сергейға ғашиҡ булып, ун туғыҙы тулыр-тулмаҫтан кейәүгә сығып та ҡуйҙы. Егермелә улы тыуҙы. Ләкин бер ҡайғыһыҙ, бәхетле тормошта биш йыл ғына йәшәп ҡалды Валя.”Камаз”ында Белорет яғынан ағас ташыған Сергейы, машинаһы менән Алатауҙан ҡолап, бик ҡаты имгәнде. Тәүҙә больницала, унан өйҙә ятты. Ләкин, мандый алмай, яҡты донъя менән хушлашты. Сергейының үлеме ҡапылдан булмаһа ла, өҙөлөп һөйгән кешеһен юғалтыуҙы бик ауыр кисерҙе йәш ҡатын. Шулай ҙа бирешмәҫкә, ныҡ булырға тырышты. Ваҡыт тигән нәмә аҡрынлап йөрәк һыҙлауҙарын баҫты. Ләкин ундағы яра, оло һағыш мәңгелеккә ҡалды. Һуңыраҡ йәш, сибәр тол ҡатын янында аҙғын ниәт менән йөрөүселәр ҙә, ысын һөйөү тәҡдим итеүселәр ҙә булды, әлбиттә. Тик араларында Сергейын алыштырырҙайҙы күрмәне ул. Бар һөйөүен, күңел наҙын улына бағышлап йәшәй бирҙе. Колькаһы тәртипле, инсафлы бала булды, уның йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәне. Тырыш малай мәктәпте яҡшы билдәләргә генә тамамланы. Күптән түгел имтихандарын уңышлы тапшырып, Өфөләге институтҡа уҡырға инеп ҡайтты. Һәм бына, әсәһен япа-яңғыҙ ҡалдырып, иртәгә таң менән шунда юлланасаҡ.

Валя стеналағы сәғәткә күҙ төшөрөп алды. Инде төнгө беренсе китте, ә улы һаман юҡ. Нишләптер оҙаҡлай. Валя үҙенең “нишләптер оҙаҡлай” тигән уйына көлөмһөрәп ҡуйҙы. Үҙе лә бит әсәһенә Сергей менән осрашыуға ярты ғына сәғәткә, тип әйтеп сығып, ул ярты сәғәте таңға тиклем һуҙыла ла ҡуя ине. Колькаһы менән Оля ла бер-береһенән айырыла алмайҙарҙыр инде. Йоморо ғына кәүҙәле, һөйкөмлө генә ҡыҙ Оля. Улы менән беренсе кластан бергә уҡынылар. Баштан уҡ дуҫ булдылар. Хәҙер килеп дуҫлыҡ мөхәббәткә әүерелде, күрәһең. Улы көн дә осрашыуға саба. Хоҙай бәлә-ҡазаларҙан азат итһен, балаларға бәхет, тәүфиҡ ҡына бирә күрһен инде.

...Хәйер, үҙенә Сергейын алыштырырҙай кеше булманы тиһә лә, берәү бар ҙа ул. Элекке һабаҡташы, оҙаҡ йылдар ситтә йөрөп ҡайтҡан отставкалағы офицер. Был буйҙаҡ ир Валентинаға оҡшай. Шулай ҙа бына икенсе йыл инде, ымһындырып йөрөтә. Коляһы китеп, бер яңғыҙы ҡалһа, кем белә, бәлки, өйөнә керетеп тә ҡуйыр.

Сәғәттең дөңгөлдәтеп берҙе һуғыуы Валентинаны һиҫкәндереп ебәрҙе. Ҡапыл ғына күңелен шом биләй башланы. Таң менән китәсәген белә тороп, кеше был ваҡытҡа тиклем йөрөмәҫ, берәй хәлгә тарыманымы икән, тип Валентина тынысһыҙлана уҡ башланы. Ул өҫтөнә кофтаһын һалып, ихатаға сыҡты. Аяҡ тауышы ишетелмәй микән, тип бер аҙ ҡолаҡ һалып торҙо ла, бер нәмә лә тойолмағас барып килмәй булмаҫ, ахырыһы, тип ишеген йоҙаҡлай һалып, Олялар йәшәгән яҡҡа ҡарай атланы. Уларҙың биш ҡатлы йорто Валентиналарҙың шәхси өйҙәрҙән торған ҡасабаһынан алыҫ түгел.

Ағас-ҡыуаҡтар менән ҡапланған йырғанаҡты сығып, бер аҙ юғары күтәрелергә генә кәрәк. Тик ғүмер буйы был һуҡмаҡтан йөрөһә лә, тәрән генә соҡор аша уҙғанда күңелгә шом төшә. Ә бындай дөм ҡараңғы төндә бигерәк тә.

Йырғанаҡтың арғы башында, Тәйрүк йылғаһы менән ҡушылған ерендә усаҡ яҡтыһын күреп, Валентина бер аҙ тынысланып ҡалды. Шулай ҙа соҡор аша сыҡҡанда шикләнеп, тирә-яғына ҡарап-ҡарап алды.

Ҡапылдан башына килтереп ҡапланған япма, Валентинаға “ыһ” итергә лә ирек бирмәй, шунда уҡ тынын быуҙы. Бер нисә пар ҡул сәбәләнгән ҡатынды күтәреп алды ла ҡайҙалыр алып та китте. Бер аҙҙан туҡтап ергә ташланылар. Кемелер башындағы япманы һыпырып алды. Икенсеһе, әзмәүерҙәй егет, йыш-йыш тын алып ятҡан ҡатынға эйелеп, ҡарлыҡҡан тауыш менән: “Если пикнешь, убью!” –тип муйынына бысаҡ терәне. Валяның танауына әсе араҡы еҫе килеп бәрелде.Ул да булмай күлдәген ҡулбаштарына тиклем күтәреп, итәген баш осонда төйнәп тә ҡуйҙылар. Ҡабалана-ҡабалана эске кейемдәрен һыпырҙылар…

Үҙен эләктергән өсәү эштәрен бөтөргәс, ҡарлыҡҡан тауышлы кемгәлер: “Бар, башҡаларҙы саҡыр!”-тип бойорҙо. Оҙаҡ та үтмәй, күлдәк эсендә томаланып, саҡ-саҡ тын алып ятҡан ҡатынға йүгерешеп килгән аяҡ тауыштары ишетелде. Береһе шунда уҡ уға йәбеште. Ҡалғандары: “Мин уның артынан!”, “Юҡ, мин!”, “Ә мин һинән һуң” – тип башта шымыраҡ, аҙаҡ ҡысҡырына биреп үк, сират бүлеште. Валентинаның ҡолағына араларында таныш тауыштар ҙа ишетелгәндәй булды. “Быныһы улының класташы Мансур түгелме һуң?”, “Саша ла бында!”.

“Ә быныһы? Юҡ, булыуы мөмкин түгел!” Ҡатындың мейеһенән йәшен уты үткәндәй булды. Аңы томаланды. Ә бер аҙҙан нисектер барыһына ла битараф ҡалып, тик уйы менән генә сәғәт телендәй “Алтау.., һигеҙ.., ун бер..,” – тип, үҙенән үткәндәрҙе һананы.

Егеттәр тәүге “эштәрен”, бер-береһен ҡабаландырып, ашыҡ-бошоҡ ҡына башҡарҙылар. Унан икенсе әйләнеш китте, буғай…Ҡатын аңын юғалтты.

Таң атҡас ҡына иҫенә килде Валентина. Өнөммө был, төшөммө тигәндәй, бер аҙ алйып ятты ла, тороп ултырҙы. Төйөнө ысҡындырылған күлдәген рәтләп кейҙе. Ҡайҙалыр быраҡтырылған эске кейемдәрен эҙләп тормай, эргәлә ятҡан кофтаһын эләктереп алды ла аяғына баҫты. Ҡапылдан башы әйләнеп, уҡшытып, ҡоҫҡоһо килде. Бер аҙ тын алғас, ҡатын хәлһеҙләнгән аяҡтарын көскә һөйрәп, өйөнә табан атланы.

Ул ингәндә Коляһы кейенгән килеш диванда ултыра ине. Юл сумкаһы ла аяғы осонда әҙер тора.

- Автобусҡа һуңға ҡалам бит инде, ҡайҙа йөрөйһөң ул?! – тип ҡаршыланы әсәһен Коля урынынан тороп.

Ишек яңағына һөйәлгән ҡатын башта өндәшмәне. Аҙаҡ шым ғына тауыш менән:

- Һин ҡайҙа, мин дә шунда булдым…Һин унда, улым…ун өсөнсө инең…- тине. Әсәһенең һүҙҙәре ҡапыл ғына Коляға барып та етмәне, шикелле. Ә инде аңлап алғас, ул шап итеп диванға ултырҙы. Шунан ҡапыл һикереп торҙо ла ҡулына сумкаһын эләктерә һалды һәм, әсәһен бәреп йыға яҙып, ишектән тышҡа ташланды. Валентина карауатына барып тәгәрәне лә, мендәренә ҡапланып, үкһеп-үкһеп иларға тотондо.

Коляны шул көндө үк теге йырғанаҡ төбөндө үҫкән ҡайын ботағында аҫылынған килеш таптылар…

Был ваҡиғанан һуң арыу ваҡыт үтеп китте. Ҡапылдан сәстәре салланған, сүгеп ҡалған Валентина көн һайын улының өҫтәлдәге фотоһүрәтен ҡулына алмай ҡалмай. Коляның йөҙөнә бик оҙаҡ ҡарап тора ул. Башын һәр саҡ: “Ниңә генә Оля өйҙә булмай сыҡҡан да, ниңә генә Коляға иптәштәре менән күңел асырға тип Тәйрүк буйына төшөп барған Мансур осраған икән? Ниңә генә уны үҙҙәре менән алып киткәндәр? Ниңә икән уларға үҙҙәренән өлкәнерәк, электән таныш бер нисә әҙәм аҡтығы килеп ҡушылған?..” тигән бер үк уйҙар тынғыһыҙлай. Фотоны кире өҫтәлгә ҡуйғанда, ирендәрен генә ҡыбырҙатып: “Ниңә ҡайҙа булғанымды Коленькама әйттем мин?! Ниңә өйгә ҡайтмай, шунда үҙем башымды элмәккә тыҡманым?!” – тип үҙен-үҙе ҡәһәрләй Валентина.

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: