Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
6 Март 2023, 12:50

Тотҡонҡонлоҡта үткән ике ай. Әминә Яхина

Һуңғы йылдарҙа кешеләрҙең эҙһеҙ- ниһеҙ юғалыуҙары йышая бара. Ололар, йәштәр, балалар, бер ниндәй сәбәпһеҙ, һыуға батҡандай, юҡ булалар. Уларҙы тыуғандары, яҡындары эҙләп ҡарай, ә инде эҙләп тә тапмағас, өмөттәрен өҙмәй иҫкә алалар, көтәләр. Әгәр кеше юғалыуыэлек ҙур фажиға булһа, хәҙер инде был күренеш көндәлек булған ғәҙәти хәлгә әйләнеп тә барған һымаҡ.

Тотҡонҡонлоҡта үткән ике ай. Әминә Яхина
Тотҡонҡонлоҡта үткән ике ай. Әминә Яхина

Статистикаға күҙ һалғанда, бер йыл эсендә эҙһеҙ юғалған кешеләрҙең һаны уртаса ҙурлыҡтағы ҡалала йәшәгән кешеләрҙең һанына тиң, йәғни 100-120 мең кеше тәшкил итә. Был һандар бик ныҡ уйландыра. Ярай әле, бәхеткә ҡаршы, ҡайһы берәүҙәре үҙҙәренең выйымһыҙлығы арҡаһында , туғандарына хәбәр бирмәй, ҡайҙалыр йөрөйҙәр ҙә, кире әйләнеп ҡайталар. Ҡайһы берәүҙәре үҙҙәренең бурыстарын түләмәү өсөн юғалалар, өй эсендә тыуған ғәилә низахтары ла сәбәпсе була кеше юғалыуына. Ләкин иң күп юғалыусылар һанын эш эҙләп ситкә киткән кешеләр һаны тәшкил итә.
Минең үҙемдең дә яҡын ғына еҙнәм, әхирәтемдең тормош иптәше , тағы ла бер нисә таныш кеше эҙһеҙ юғалдылар. Былтыр күрше ауылдан бер ир юғалған ине, милицияға хәбәр итеп, эҙләп тә ҡаранылар. Инде ғәиләһенең өмөтө һүнде тигәндә, был ир пәйҙә булды. Уның юғалыу тарихын һеҙгә лә бәйән итергә булдым.
Республикабыҙҙың төнъяҡ райондарының береһендә йәшәгән Мират билдәле балта оҫтаһы булһа ла, эсергә әүәҫ ир була. Был көндә лә ул, баш төҙәтеп булмаҫмы тип, ауыл магазины яғына юллана. Магазин янында иномаркала ултырған яҫы битле, ҡыҫыҡ күҙле, киң яурынлы урта йәштәрҙәге ир, уның хәленә ингәндәй, бер шешә пиво сығарып бирә. Һөйләшеп китәләр, был ҡаҙаҡ кешеһе, магазин төҙөтөр өсөн, оҫталар эҙләй икән, хаҡын да арыу ҡына түләмәксе. Күптән инде эш таба алмай йөрөгән Мират ҡуш ҡуллап риза була. Күп уйлап тормай, йортона инеп, инструменттарын ала ла, тыуғандарына ла өндәшмәй, күп булһа, бер – ике аҙнанан ҡайтырмын тип, иномаркаға ултырып китә.
Магнит ҡалаһын үтеп, байтаҡ ҡына юл үткәндән һуң, бер поселокта ҡойма бейеклеге өс метр булған ике этажлы йорт янында туҡтайҙар. Бәләкәй генә, ҡыҫыҡ бүлмәлә унан башҡа өс кеше көн күрә икән. Карауат тигән әйбер юҡ, йоҡлау урыны булып иҙәнгә ташланған иҫке моҫҡолар хеҙмәт итә икән. Әле кисәге эскелектән айнып та етмәгән Мират үҙенең ҡайҙа килеп эләккәнен дә аңламай.
Икенсе көнөнә таң менән хужа эшселәрен уятып, арлы- бирле тамаҡ ялғата ла, Мират менән бер ирҙе машинаһының фургонына тейәп, ҡайҙалыр алып китә. Фургондан сыҡҡас ҡына, Мират үҙҙәренең ҡола яланда тороуын аңлай. «Бына һеҙгә салғы, бөгөнгә ошонда эшләйһегеҙ»,- тип, хужа ҡайҙалыр китә. Икенсе ир күрше район кешеһе булып сыға, ул да шул “похмел”дән килеп эләккән икән.
“Бай ғына күренә, буш ҡайтармаҫ әле ,”- тигән булып, күңелдәрен йыуатып, көнө буйы әлһерәп, арыу ғына яланды сабалар. Ҡараңғы төшөүгә хужа уларҙы килеп ала. Премиальный тигән булып, самогонын да һалып бирә.
Иртәгеһен тағы бер ялан, өсөнсө көн тағы бесән сабыу… Ул арала былар менән бергә йәшәгән ике ир ҡайҙалыр юҡ була, хужа әйтеүенсә, уларҙы эшкә барымдары юҡ тип, йорттарына кире оҙатҡан икән. Көн артынан көн үтә, көн һайын йылғыр хужаның эше лә табылып тора. Инде тамам айныҡҡан Мират, үҙенең донъяһы барлығын, мал- тыуары өсөн ҡышҡылыҡҡа бесән әҙерләргә кәрәк икәнен иҫенә төшөреп, хужаға был турала белгертә. Хужа уға көлөмһерәп ҡарап: «эш бында һеҙгә етерлек, әгәр ҡасырға уйлаһаң, белеп ҡуй, бөтә ергә видеокамера ҡуйылған,»- тип кенә ебәрә. Тик шунда ғына ул үҙенең кешеләрҙән ишетеп кенә белгән «ҡоллоҡ»ҡа килеп ҡапҡанын аңлай.
Иптәш егете лә асылып китеп, ҡасырға маташҡаны өсөн бик ныҡ туҡмалғанын һөйләй. Ул арала бесән эше тамамланып, уларҙы магазин төҙөү эшенә күсерәләр. Эшкә иртә таңдан алып китәләр, ҡарауыл аҫтында эшләтәләр, ауыл кешеләре менән һөйләшергә рөхсәт юҡ, ҡараңғы төшкәс кенә , арлы- бирле тамаҡ ялғайһың да, иҫке- моҫҡо түшәлгән иҙәнгә барып ауаһың. Яҡшылап йыуыныу күрмәгәнгә, алмашҡа кейем булмағанлыҡтан, бар кейеменә әсе тир еҫе һеңеп , урам буйында йөрөгән бомж хәленә ингән Мират, янынан үткән кешеләрҙең танауҙарын сирып уҙғандарынан аңлай ҙа ул, тик бер ни эшләй алмай. Ә хужа инде тамам бәйһеҙләнә, шашҡандан шаша, саҡ ҡына ҡайтыу, аҡса тураһында һүҙ сыҡһа, әшәке һүҙҙәрен дә йәлләмәй, йоҙроғы менән эләктереп тә ала, әйтерһең улар уның ҡолдары.
Магазин ҡыйығы ябылып бөтөп килә, бында алып килгәндәренә ике айға яҡын ваҡыт үтеп тә бара, түшәктә ятҡан ауырыу әсәһе ни хәлдәлер, ҡатыны ла ул көндө ҡалалағы балалары янына киткән ине, улар нисек көн күрәләр, бер ни билдәһеҙ. Төнө буйы йоҡлай алмайынса уйланып сыға Мират. Таң һыҙылыу менән, ипләп кенә тороп, артҡы ҡойма аша сығып, югерә атлап оло юл яғына юллана.
Оло юлға барып еткәс, ни күҙе менән күрә, хужа уның ҡаршыһына сығып, елкәһенән эләктереп тә ала. Ә инде йортона ҡайтҡас, рәхәтләнеп йоҙроҡтарын, аяҡтарын ходҡа ебәрә.
Был төндә бөтөнләй йоҡлай алмай Мират. Ғәрлегенән, кәмһетелеүҙән, әллә ниндәй яман уйҙар башына килә. Хатта был хужаның донъяһына ут төртөргә тигән уй менән төн уртаһында тороп ултыра, тик хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, шырпы таба алмай. Баш мейеһендә тик бер уй ғына ҡайнай: “ Нисек был ҡоллоҡтан ҡотолорға?”
Икенсе көнөнә баш һыҙланыуына һылтанып, йортта тороп ҡала. Инде барыһы ла таралышып, йорт эсе тынысланғас, һаҡ ҡына баҫып, артҡы ҡойма аша төшөп, юл яғына боролдом тигәндә, машина тауышы ишетеп, артына ҡараһа, хужа уны ҡыуып килгәнен шәйләп, ауыл ситендә күренеп ятҡан күлгә табан югерә, аяҡ кейемен сисеп ырғыта ла һыуға сума.Ҡаҙаҡ машинаһынан сығып, Миратты әшәке һүҙҙәр менән һүгә башлай, Мираттың һыуҙан сығырға уйламағанын күргәс, кейемдәрен сисеп ырғытып, уға табан йөҙә башлай. Кәүҙәгә ҡаҡса булһа ла, бәләкәйҙән ҡара эштә эшләп үҫкәнгә, таһыл була Мират. “Яҡыныраҡ кил, мөртөт, һыуға батҡың килһә. Иң тәүҙә һине батырам, үҙем дә батып үләм,”- тип ҡысҡыра. Әллә шөрләп, әллә батып үлгеһе килмәгәнгәлер, хужа кире ярға табан китә. Бер аҙ торғас, йомшарып, юхалай ҙа башлай, эшләгән эше өсөн аҡса ла вәғәҙә итә . Мират уға үҙем ҡайтырмын әле, һин кит тигәс. – машинаһына ултырып китә.
Уның күҙҙән юғалғанын көтөп кенә торған Мират, күлдән тиҙ генә сыға ла, аяҡ кейемен дә кеймәйенсә, икенсе урам яғына югерә. Буш шешә табып алып, төбөн ярып, ҡулына ала.Кәртә арттарынан ҡаса- боҫа трасса яғына юллана. Ярай әле, бәхетенә ҡаршы, бер машина туҡтай. Хәлен аңлатып биргәс, машина хужаһы уны Магнит ҡалаһына хәтлем илтә, хатта юлына аҡса бирә. Ялан аяҡ икәнен күргәс, аяғындағы носкийен сисеп бирә. Була бит изге кешеләр. Был көндө Мират Магнит ҡалаһындағы туғандарына барып йығыла. Икенсе көнөнә ауылына ҡайтып етә. Уны ишеге бикле йорт ҡына ҡаршылай. Урамға сығып, эскәмйәгә ултыра. Урамдан килгән күршеһе уны күреп: «Бәй, һин тереме ни, Мират,» - тип аптырап китә. Уны үлеләр иҫәбенә теркәп тә ҡуйғандар икән, граждан никахы менән йәшәгән ҡатыны, йәш балаһын алып, әсәләренә ҡайтып киткән. Малды, өйҙө туғандары үҙ-ара бүлешеп алырға ла һөйләшеп бөткәндәр. Бына шулай хәлдәр булған ул юҡ саҡта.
Уның юғалып табылғанын ишетеп, күрше район полиция хеҙмәткәре килеп, төпсөнөп, уның ҡайҙа булғанын, уңың менән тотҡонлоҡта булған кеше тураһында һораша. Ул ҡайтҡас та, туғандары уның табылғаны тураһында полицияға хәбәр бирһәләр ҙә, бер кем дә уның менән ҡыҙыҡһынмай. Шулай инде ул, кеше ҡәҙере бөттө бит инде хәҙер.

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: