Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
2 Март 2023, 14:22

Ер ҡорто. Хикәйә. Гөлдәр Әхмәҙишина

Ун беренсе класты тамамлап, алдына ҙур маҡсаттар ҡуйып, үҙе һайлаған медицина институтына документтарын тапшырырға әҙерләнеп кенә йөрөгәнендә, Әҡлимә пневмония менән ауырып, дауаханаға инеп китте. Йүткереү ҙә булдымы ауырыу, тип иғтибар итмәй йөрөгәйне, сир аҙып киткән шул. Шулай итеп, класташтары юғары уҡыу йорттарында көс һынағанда, дауахана койкаһында ятырға тура килде Әҡлимәгә. Аҙаҡ инде, буш ятҡансы тип, документтарын район үҙәгендә урынлашҡан профтехучилищеға алып барҙы ла тапшырҙы. Ике йыл буйы йәшелсә- емеш үҫтереү серҙәренә өйрәнде.

Ер ҡорто. Хикәйә. Гөлдәр Әхмәҙишина
Ер ҡорто. Хикәйә. Гөлдәр Әхмәҙишина


Буйсан, төҫкә- башҡа әллә ни сибәр булмаһа ла, һөйкөмлө, ҡалын ҡара ҡашлы,алһыу йөҙлө, зәңгәр күҙле ҡыҙ, баһадир кәүҙәле, ҡара бөҙрә сәсле, ут сәсеп торған ҡара күҙле Мәхмүт исемле егет менән танышып, училищены тамамлаған йыл кейәүгә лә сығып ҡуйҙы.
Мәхмүт эшкә бик уңған, донъя көтөргә әрһеҙ булып сыҡты. Үҙе, өҫтәүенә, һыҙҙырып гармунда, ҡурайҙа уйнай. Ҡулында сүкеш – балтаһы ла бейеп кенә тора. Эсеүгә лә барымы юҡ. Ауыл хужалығы техникумын тамамлаған егәрле егетте хужалар бик тиҙ күреп ҡалды: ҡырсылыҡ буйынса бригадир итеп ҡуйҙылар. Эштең айышына тиҙ төшөнөп алды ул. Ваҡытында парға ла һөрҙөрҙө, сәсеүҙе лә һуңлатманы. Уңыш йыйыу ваҡытында бер генә тракторҙы ла, комбайынды ла эшһеҙ ултыртманы. Һүҙе үтемле йәш белгес ваҡытында яғыулығын да, запчасть кәрәк- ярағын да тапты. Тиҙҙән баш агроном итеп үрләттеләр.
Ире көнө-төнө хөкүмәт эшендә сапҡас, Әҡлимә бер-бер артлы тыуған ике улын тәрбиәләп, өй эсендәге тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эш менән мәшғүл. Бәхетенә эстән генә ҡыуанып бөтә алмай. Ҡыуанырлыҡ та. Бынамын тигән йорт һалып инделәр. Донъяһы етеш. Нимә ашайым, нимә кейәйем, тимәй…
Ошолай күпме дауам итер ине икән, әгәр бер көндө ҡоҙоҡ янында күршеһе:
- Әҡлимә, ҡалай йонсоп киткәнһең. Ир бирмәк- йән бирмәк шул. Көйәһеңдер инде. Аһ, көймәй! Һинеке кеүек ир юлда аунап ятмай бит ул. Ҡара әле, анау экономист ҡыҙҙы әйтәм, уҡыуын бөтөп эшкә башын тығып та өлгөрмәгән, Мәхмүтеңдең башын да әйләндергән…- тип бот сапмаһа.
Күршеһенең хәбәре йылан саҡҡандай тәьҫир итте Әҡлимәгә. Биҙрәләрен ярым- ярты тултырҙы ла, өйөнә ашыҡты. Булмаҫ, уның Мәхмүте ундай аҙымға бармаҫ. Әле ишеткән хәбәрҙең дөрөҫ булыуы мөмкин түгел. Кеше һүҙе. Ғәйбәт. Ә шулай ҙа …
Мәхмүт менән һөйләшеү ҡыҫҡа булды. Ҡатынының һорауынан ире бер аҙ баҙап ҡалһа ла, тыныс ҡына тауыш менән:
- Эйе. Юҡтан тауыш сығармайыҡ, кеше көлдөрөп. Мин ике ғаиләмде лә ҡарай алам. Үҙем дә ул турала бөгөн һинең менән һөйләшмәксе инем. Иртәгә уның менән бата уҡытабыҙ – тине Әҡлимәгә туп – тура ҡарап.
- Юҡ, Мәхмүт. Мин аш бүлешкәндә лә, ир бүлешә алмайым,- тип, Әҡлимә зәңгәр күҙҙәрен уға төбәне.
- Йәне теләгән- йылан ите ашаған. Балаларҙы ҡалдыр ҙа – ишек асыҡ…
Ире шулай тине лә, сөйҙә элеүле торған курткаһын үрелеп алып, сығып китте. Әҡлимә баҫҡан урынында ҡатты ла ҡалды. Барыһы ла бөттө. Селпәрәмә килде. Инде ҡалай итергә? Ҡалырғамы? Ҡалырға һәм барыһына ла күҙ йомоп йәшәргәме? Әллә… әллә күтәрә һуғып сығып китергәме? Сығып китеп тә бынау заманда ҡайҙа бараһың. Ни ҡулында йүнле һөнәре юҡ.
Төшкә тиклем аңҡы-тиңке булып йөрөнө Әҡлимә. Төрлө яҡлап үлсәп ҡараны. Балаларын атайһыҙ ҙа иткеһе килмәй. Атаһыҙ-ул, инәһеҙ-ҡыҙ үҫтермә,тиҙәр бит. Аталы бала арҡалы ла була шул. Балаларҙы ҡалдыр, ти. Ниңә Әҡлимә ғәзиздәрен уға ҡалдырып китергә тейеш? Бер уйлаһаң, алты йыл йәшәп, Мәхмүт уны ҡулы менән генә түгел, теле менән дә рәнйеткәне булманы. Яҡшы атай… Ҡайһы ерҙә хата ебәрҙем икән? Балалары бәләкәй булғас, икәүләп бер ҡайҙа ла йөрөгәндәре лә юҡ шул. Концерт – спектаклдәргә лә Мәхмүт үҙе генә бара. Элегерәк ире, балаларҙы ҡайынбикәгә ҡалдырып, әйҙә икәүләп барайыҡ, ти торғайны. Һуңғы арала өндәшкәне лә юҡ. Ә Әҡлимә һәр ваҡыт һылтау тапты. Бәләкәйе бигерәк мыжыҡ шул. Ҡунаҡтарҙан да илаҡ улын күтәрә лә, мин ҡайтайым, һин үҙ яйың менән ҡайтырһың әле, ти ҙә , ҡайта ла китә. Ышанғас ни… Күптән бергәләп һабантуйҙарға ла барғаны юҡ. Мәхмүтенең икенсе ҡатынға күҙ һалыуында үҙенең дә ғәйебе бар түгелме? Юҡ, ғаиләһен тарҡата алмай Әҡлимә. Улдары, атай тип әйтеү бәхетенән, атай хәстәренән мәхрүм булмаһындар. Былай ҙа ил тулы етем. Үҙенең ғорурлығы тапалһа тапала инде. Тик рухы ғына һынмаһын. Күңелен нимәгәлер баҫырға, һыр бирмәҫкә кәрәк.
Әҡлимә башҡаса иренә ул турала һүҙ ҡуҙғатманы. Бөтә булған үпкәләү- рәнйеүҙәрен эсенә йотоп, тыштан ҡарауға бер ни булмағандай йәшәүен дауам итте. Элеккесә аш-һыуын йүнәтте, иренең өҫ-башын ҡараны. Эстән янһа -янды, ләкин йөҙөн боҙоп йөрөмәне. Ризаһыҙлыҡ, асыу ҙа белдермәне.
Бөтөнләй үк белемһеҙ, һөнәрһеҙ түгелмен дә баһа! Йәшелсә-емеш үҫтерергә өйрәнеүем бушҡамы ни, тип көҙгөһөн күп итеп тупраҡ алып ҡалды Әҡлимә. Февраль етеү менән тәҙрә төптәренә йәшниктәр ултыртып, татлы борос сәсте. Февраль аҙағында йәшниктәр йәнә өҫтәлде, помидор орлоғо һибелде. Баҡсасылыҡ тураһында китаптар, журналдар һатып алды. Үҙенең училищела уҡыған ваҡытындағы конспектары ла һаҡланған булып сыҡты.
Май башынан Әҡлимә үҫентеләренең ҡайһыларын парникка, ҡайһыларын баҡсаға күсереп ултырта башланы. Үҙенән артып ҡалғанын баҙарға һатырға алып сыҡты. Помидорҙар ҡиммәт кенә икән. Төбө биш-алты һум тора. Ә Әҡлимәнең үҫентеләре үҙе сәскәгә төйнәлгән, үҙҙәренең һабаҡтары баш бармаҡтай йыуан. Кеше шунда уҡ талашып алып бөттө. Бер сәғәттәй ваҡыт эсендә меңдән артыҡ аҡса эшләне лә ҡуйҙы. Килеменең тинен дә әрәм итмәй, төрлө сорттағы кәбеҫтә, помидор, борос орлоғо һатып алып ҡайтты. Йәйгеһен ҙур ғына итеп йәнә бер нисә парник эшләтте. Һәр береһенә ике-өс ҡат ябырлыҡ итеп пленка ла һатып алып ҡуйҙы. Бер парнигын рам япмалы иттерҙе. Көҙ уның яртыһына тиклем тиреҫ ташып һалды. Орлоҡ һибеү өсөн ҡулайлай ине был соҡорҙо. Тәҙрә төбөндә күпме генә үҫенте сығарырға мөмкин?!
Орлоҡ сәсер ваҡыт килеп еткәс, мунсаһында һыу ҡайнатып, тиреҫкә һибеп сыҡты. Уның өҫтөнә иләнгән тиреҫ һалды ла йәнә ҡайнаған һыу һипте. Быны Әҡлимә ҡый үләне баҫмаһын өсөн эшләне. Шулай уҡ дезинфекцияланы. Орлоҡтарының һәр сортын айырып сәсеп, исемдәрен яҙып табличкалар ҡаҙап сыҡты. Парнигын әллә нисә ҡат пленка, иҫкерә төшкән балаҫ-юрғандар менән нығытты. Шунда ла, көндәр һыуытһа,утҡа баҫҡан бесәй һымаҡ йөрөнө Әҡлимә. Юҡ, былай булмай, теплица эшләтергә кәрәк, тигән ҡарарға килде.
Яҙ иртә килгәс, үҫентеләрен апрель аҙағында уҡ икенсе парникка һирәкләп күсереп ултыртты. Помидорҙары ғына биш мең төптән артыҡ. Татлы боросо, төҫлө, иртә һәм һуң өлгөргән кәбеҫтәләре бар. Әҡлимә уларҙы бала һымаҡ тәрбиәләне. Ваҡытында асырға, ваҡытында ябырға тырышты. Буйға үҫеп китмәһендәр тип, самалап һыуын да һипте, күҙ яҙлыҡтырмай ҡарап, эҫе- һыуыҡҡа сыныҡтырып үҫтерҙе. Ҡарағусҡыл йәшел үҫентеләр быйыл да үтемле булды. Бигерәк тә “ Удача”, “Щедрая колхозница”, “Приполярный” кеүек тәбәнәк сортлы, “Де- Барао” сортлы слива формаһындағы ике-өс метр үҫә торғандарын сират тороп алдылар. Шул тиклем килем алырмын тип үҙе лә уйламағайны. Ҡыуанысының сиге булманы Әҡлимәнең.
Рәнйегән күңелен баҫыр өсөн генә башлаған эше ҙур әйләнеш алды. Иренең һаман ике ҡатын араһында йөрөүенә лә әллә ни иғтибар итмәҫ булды. Йөрәккә бойороп булмай, бүтәнде ярата икән… Хәҙер инде Әҡлимә үҙе өсөн тыныс. Ниндәй генә хәл-ваҡиға килеп тыуһа ла, ул әҙер, бирешмәйәсәк. Шулай ҙа ҡатынының ныҡлап аяҡҡа баҫа барғанын күргән ирҙең дә ҡарашы үҙгәргән кеүек. Ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Әҡлимә өлгөрә алмай башлағас, эшселәр алырға тәҡдим итте.
Әҡлимәнең эше гөрләп алға китеүен күптәр оҡшатманы. Уның артынан да, үҙенә лә:
- Етмәгән донъяң бармы? Нимә шул тиклем, ер ҡорто һымаҡ, ҡаҙынаһың?- тип кире ҡайырырға ла маташтылар.
Барыһына ла аңлатып, һөйләп тора алмай бит инде, Әҡлимәнең ундайҙарға яуабы әҙер:
- Үҙең ергә эйелмәһәң, ер һиңә һуҙылмаҫ. Эшләгеҙ һеҙ ҙә. Эшләһәң , эш ҡарышмай. Ә беҙҙең еребеҙ бик йомарт, ҡөҙрәтле. Тик үҙеңә генә бер аҙ көс һалырға кәрәк.
Эйе, күңел биреп эшләһәң, изге тупраҡ һис кенә лә бурыслы булып ҡалмай. Ҡуйынына һалған һинең ҡатҡан орлоғоңа ла шәфҡәтле тынын өрөп, йәшәү көсө бирә. Ергә яҡынайған һайын уның ни тиклем изге икәнен тояһың. Морон төрткән һәр үҫентегә ҡарап күңел ләззәтләнә, байрам итә. Шундай кисерештәрҙән һуң Әҡлимә эшенә тағы ла дәртләнеберәк тотона.
Совхоз тарҡала башлағас, беҙгә лә өйрәт әле, тип килеүселәр йышайҙы. Әҡлимә танау ҙа сөйә ала ине, әммә үҙе булып ҡалды, тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлашты.
Өс-дүрт йылда ныҡлап аяҡҡа баҫып алды Әҡлимә. Иркен генә ер алып, ике ҡатлы йорт та һалдыра башланы. Өй тирәләй төрлө – төрлө сәскәләр, күпләп емеш ағастары ла ултыртты. Теплицаларын киңәйтте. Күпләп картуф, сөгөлдөр, кишер сәсте. Өйөнөң янында йәшелсә ларегы ла асып ебәрҙе. Күңелендә тағы бер уйы йөрөй. Эшенең йәнә бер тармағын асып ебәрмәксе ул. Шуға ла бөгөн иренең ҡайтыуын көтөңкөрәп йөрөй. Күберәк теге ҡатында ваҡыт уҙғарһа ла, өй хужаһы- ул бит. Кем менәндер кәңәшләшмәй булмай.
Мәхмүт һуң ғына ҡайтты. Кәйефһеҙ генә күренгән иренең алдына тәрилкәгә аш һалып ултыртты ла, үҙе лә уның ҡаршыһынан урын алды.
- Мәхмүт, һөйләшәһе һүҙ бар ине,- тип уратыңҡырап ҡына башланы Әҡлимә.
Мәхмүт һағайыңҡырап ҡатынына ҡараны ла, тыңлайым тигәнде аңлатып, баш ҡаҡты. Үҙе бер туҡтауһыҙ ҡалағы менән ашын болғай. Күҙҙәре бер нөктәгә төбәлгән.
- Һин нисек уйлайһың, мини консерва заводы асһам, ҡалайыраҡ булыр икән? Технологияһын яҡынса өйрәндем. Документтарын әҙерләшеп, асырға ярҙам итеп ебәрмәҫһеңме икән?
Мәхмүт арыу уҡ өндәшмәй ултырҙы.
- Яҡынса өйрәндем, тиһең инде. Яҡынса менән генә эш килеп сығырмы икән? Виза юллашып бирәм,сит илгә сығып өйрәнеп ҡайт әле һин,- тине. Үҙе һаман һынташ ҡиәфәтен һаҡланы.
- Ә балалар? Ә бындағы эш? Кемгә ҡалдырайым?..
- Мине бөтөнләйгә күңелеңдән һыҙып ташланыңмы ни, Әҡлимә?!- тип эскә батып киткән һағышлы күҙҙәрен ҡатынына төбәне. Борсолоу күрҙе уларҙа ҡатын.
- Ғәфү ит мине бөтәһе өсөн дә, Әҡлимә?! Мин кире ҡайтам һиңә. Бер үҙеңә генә. Зинһар, ҡыума… Аңлайым, шул тиклем насар ҡыландым. Әммә һинең күңелең киң, беләм…
- Шунан?- Әҡлимәнең йөрәге дөпөлдәп тибергә тотондо. Ишеткән хәбәренә ҡыуанған да кеүек, йәне лә көйә.
- Әҡлимә, минең ҡыҙым бар икәнен беләһең. Уны ла ҡабул ит… Зинһар…
- Ә?!- Әҡлимә күҙенән осҡондар сәсрәтте. Үҙе киңәйә менән:- Теге бисәңде лә алып килмәйһеңме? Өр-яңы өй, ҙур, иркен…- тип һөйләнде.
- Ул бер әрмәнгә эйәреп сығып китте…- Мәхмүт башын эйҙе.
Әҡлимә бер ултырҙы, бер торҙо , аптырағандан былай ҙа яп-ялтыр электр самауырын һөрткөләне. Эскеһе килмәһә лә, сынаяҡ тултырып сәй яһап алды.
- Шунан ҡыҙың ҡайҙа?
- Машинала. Йоҡлай. Хәҙер индерәм.
Мәхмүт сығып киткәс, Әҡлимә ирендәрен ныҡ итеп тешләп, йөрәген тотоп ултырғысҡа сүгәләне. Күҙҙәренә йәш төйөлдө.
… Ике айҙан Әҡлимәне Англияға ире, ике улы һәм Мәхмүткә ике тамсы һыу кеүек оҡшаған ике йәштәр самаһындағы ҡыҙсыҡ оҙатып ҡалды.

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: