Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
17 Февраль 2023, 16:35

Аҡыллынан аҡыл һорама, иҫәргә аҡыл өйрәтмә. Хикәйә. Гөлдәр Кәлимуллина

Күптәнге танышым, дуҫым тип әйтә алмайым инде, йәшлек йылдарында осрашып аралашып бер нисә йылдарҙы бергә үткәргән ҡыҙ, хәҙер оло кеше инде, шылтыратты. Интернет киңлектәрендә иркен йөҙәлер, тәрән фекерле, донъяға үҙ ҡарашы бар, юғары белемле, финанс яғынан да ирекле кеше.

Аҡыллынан аҡыл һорама, иҫәргә аҡыл өйрәтмә. Хикәйә. Гөлдәр Кәлимуллина
Аҡыллынан аҡыл һорама, иҫәргә аҡыл өйрәтмә. Хикәйә. Гөлдәр Кәлимуллина

 Үҙе белдереүенсә интернетта минең бер яҙманы уҡып, уртаҡ таныштарҙан өй телефонын  алып шылтыратыуы. Бер-бер артлы күпләп биргән һорауҙарына асыҡ яуаптар алғас та  миңә төплө кәңәштәрен бирә башланы. Быныһы билгеле инде, уның кеүек юғары белем алмағанмын, төпкөл ауылдан күп йылдар сыҡҡаным да юҡ, бөткән ауылда театр-концерттар тураһында әйтәһе  лә түгел, ябай ауыл әбейемен.
.   -Шиғырҙарыңды ҡасан яҙа башланың?
.   -Пенсияға сыҡҡастыр, һуңыраҡ та булмаһа.
.   -Кешенең мейеһе урта йәштәргә тиклем үҫешә, юғары белем алыу, бөйөклөккә өлгәшеү, исем-дәрәжәләр алыу шул осорға тап килергә тейеш.Һинең осраҡта пенсияға сыҡҡас шиғырҙар яҙа башлауың организмда тайпылыштар барлыҡҡа килеүен аңлата. Әйткәндәй диспансеризациялауҙы һуңғы тапҡыр ҡасан үттең?
.   -Былтыр үттем.
.   -Ниндәй аппараттарҙан тикшерелдең, МРТ, КТ, УЗИ үттеңме?
.  -Юҡ, ауылда ундай аппараттар юҡ та, бармаҡтан ҡан алдылар, кардиограмма үттек.
.   -Тиҙ арала һиңә төплө тикшеренеү үтер кәрәк, быны мин һине яҡын күргәнгә кәңәш итәм.
.   -Мин үҙемде яҡшы тоям, һалыу-ковидтәр илдә булғас мине урап үтмәҫ инде, Аллаһыбыҙ еңеллеген бирһен.
.   -Эсәһеңме?
.    -Нимәне?
.   -Башыңды алйотҡа һалма, араҡыны тим. Шиғыр яҙыусылар или эскесе-тәмәкесе була, или ҡыйығы киткәндәр булыша ижад менән.Организмда берәр ауырыу башланыуын иҫкәртеүе мөмкин был шөғөлөң, больницаға барып тиҙ арала тикшерел. Яман ауырыу булыуы мөмкин, ауырыу ағза баш мейеһенә сигнал бирә, яуап итеп баш мейеһе артыҡ нейрондар бүлеп сығара, шиғыр яҙырға теләк шунан тыуа, йәки эскән саҡта, тәмәке тартҡанда ижад ҡомары арта, баш һәйбәт эшләй.  Беләһеңдер, яҡшы шағирҙәр гел эскесе лә тәмәкесе, һәйбәттәре үлеп-ҡырылып бөттөләр. Эсеүен ташлаған шағирҙарҙың ижадҡа таланттары бөтә, тырышһалар ҙа һәйбәт әҫәр яҙа  алмайҙар. Психик ауырыуҙар бәлки яҙаларҙыр, улар аҡыл тайпылышын үҙҙәре һиҙмәйҙәр.
.   - Улай тимә әле-үҙемде яҡларға һүҙ таба алмайым.
. -Мостай Кәрим, Мәжит Ғафури, Мифтахетдин Аҡмуллаларҙы алйот йә эскесе булған тип уйлайһыңмы?
.   -Мостай Кәрим туберкулез менән ауырыған, гормональ дарыуҙар эскән, бөйөк шағир булыуы шул дарыуҙар һөҙөмтәһе. Ә бороңғо шағирҙәр ас булғандар, ас кешенең башы шәберәк эшләй, асыҡ фекер йөрөтә, туҡ кешенең башы тик йоҡоно теләй, уйларға тырышмай. Пушкин, Гоголь, Лермонтов, Высоцкий, бик күп талантлы кешеләр ниңә иртә үлгәндәр тиһең, психик тайпылыш булған һәммәһендә, өҫтәүенә эскелек, тағы миҫал килтерәйемме?
.   Минең уға яуап бирерлек хәлем юҡ ине, бөтә тәнем-йәнем ытырғана, уның менән бәйләнеште өҙгөм килә.
.    -Китаптар сығарырға уйлайһыңмы?
.   -Юҡ.
.   -Был һинең аҡылһыҙлығыңды аңлата. Беренсенән һин үҙеңдең бизнес базаһын булдырырға теләмәйһең, һиндә үҫеш, прогресс программаһы туҡталып ҡалған. Икенсенән һиндә ҡоллоҡ сифаттары һаҡланған, кемгәлер файҙа, күңел рәхәтлеге килтерәһең, үҙеңде уйламайһың. Һәр эшләнгән эш, түләнергә тейеш, башҡарылған...
.   Түҙемлегем шартлап һынды, телефонды һүндереп, тоташтырыу сымынан уҡ айырып ҡуйҙым, беренсе тапҡыр кәрәҙле телефон бәйләнеше булмағанлығына һөйөндөм.
.  Уттай янған башымды, ҡыҙған тәнемде һыуытырға теләп тышҡа сыҡтым, ҡарҙа аунаным.
.  Алйотмондыр, ауылды яратам, иҫәрмендер, нимә теләйем шулай эшләйем, нисек теләйем шулай кейенәм, тик уңайлы, йылы, йомшаҡ булһын, күпме теләйем шуныңса ашайым, ҡайһылай теләйем, шулай йәшәйем. Ярай әле аҡыллы булмағанмын, уларға йәшәү ауырҙыр, күңелһеҙҙер һымаҡ, әллә улар минең турала шулай уйлайҙар микән.
Гөлдәр әбей.

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: