Разве ты сирота?... Успокойся, родной!
Словно доброе солнце, склонясь над тобой,
Материнской, глубокой любовью полна,
Бережет твое детство большая страна.
Здесь ты дома. Здесь я стерегу твой покой.
...Что такое сиротство – спроси у меня.
Малышом пятилетним в десятом году…(Г.Гулям)
Яңылышмаһам, был өҙөк Ғ. Ғөләмдең шиғырынан алынған. Эйе, һеҙ етем түгелһегеҙ. Етемлектең нимә икәнен дә белмәйһегеҙ. Был турала минән һорағыҙ. Ә мин һеҙгә етемлектә уҙған ғүмеремдең бер киҫәге тураһында һөйләп бирермен.
Үзбәкстан үҙен үҙ аллы республика тип иғлан иткәндән һуң, республикала баҙар иҡтисадына күсеү осоро башланды. Был осорҙағы көрсөктө һәр кем үҙ аллы кисерҙе. Совхоздарҙа һәм ҡышлаҡтарҙа кешеләр аслыҡтан, һыуһыҙлыҡтан һәм хаҡтарҙың ҡиммәтләнеүе кеүек бәләләрҙән ныҡ интегә ине. Ҡайһы берәүҙәр өйҙә бойҙайы бөткәс, дәүләт келәтенән ағыуланған бойҙай урланы һәм шуның арҡаһында донъя ҡуйыусылар ҙа булды, ә икенселәре бойҙай менән һепертке орлоғон* тирмәндә тарттырып ашаған, тағы кемдәрҙер кукуруз ононан икмәк бешерә башлаған ваҡыт ине. Ташкентта бындай хәлдәр булмағандыр, әммә Ислам бабабыҙ* дәүләт менән идара иткән осорҙа ауылдағы хәлдәр тик ошолай була торған ине.
Ғаиләбеҙ ҙә был иҡтисади көрсөктө үҙенсә үткәрҙе. Әсәйебеҙ һәр ваҡыттағыса эштә. Беҙ, бәләкәйҙәр, көноҙоно өйҙәбеҙ. Бер көн һеңлем менән икебеҙ ныҡ итеп асығып киттек. Рәхмәт яуғыры, ҡәҙерле ҡырғыҙ күршеләребеҙ беҙгә һәр ваҡыт икмәк йә он бирәләр ине, әммә беҙ уларҙан гел-гел икмәк һорарға ояла башлаған инек.
Әсәйебеҙҙең ике ҡустыһы булып, улар беҙҙән йөҙ мәртәбә яҡшыраҡ йәшәй ине. Оло ағайҙың ҡатыны һәр ваҡыт әсәйҙең тауыҡтарына тип ашъяулығында ашалмайынса тороп ҡалған, ҡатҡан икмәк киҫәктәрен килтерә торған ине. Ҡайһы бер саҡта был киҫәктәр араһына баҙарҙың аҡ икмәге йә перәник киҫәктәре кеүек тәмлекәстәр ҡушылып килә ине. Беҙ һеңлем менән ошо икмәк ҡатыларын йорт уртаһындағы көн сыуаҡҡа*, йәғни ҡояш йылытҡан урынға ултырып, һыуға ебетеп ашарға ярата инек. Шуны иҫләп тә, беҙ өлкән еңгәй ҡырына барып икмәк һораныҡ.
– Еңгә, тауыҡтар өсөн икмәк киҫәктәре йыйманығыҙмы?
– Йыйманым әле. Йыйғас, үҙем илтеп бирермен.
– Яҡшы , – тип, өйгә ҡайтып киттек.
Беҙҙен ҡорһаҡ ас. Һаман да икмәк ашағыбыҙ килә ине. Ҡайҙа барырға белмәй аптырап уйлана-уйлана, кесе еңгәй янына килдек. Икенсе ауылдан килен булып төшкән кесе еңгәй беҙҙең кеүектәрҙе яратмай торған, ҡаты күңелле, оҙон танаулы һәм оҙон буйлы бер ҡатын ине. Оло еңгәй йомшаҡ күңелле, яғымлы, асыҡ, аҡ йөҙлө кеше булһа, быныһы ҡап-ҡара йөҙлө, һаран бер кеше ине.
– Еңгә, әсәйебеҙ эштә, ә беҙ бигерәк асыҡтыҡ. Аҙ булһа ла икмәк бирегеҙ әле. Ашағыбыҙ килә.
Ул ҡара ҡаштарын уртаға йыйырып, уҫал итеп бер ҡарап торҙо ла:
– Беҙҙең дә икмәгебеҙ юҡ! – тип яуап бирҙе.
– Еңгә, бәлки ҡатҡан икмәгегеҙ барҙыр? – тип ҡабат һораныҡ. Сөнки башҡаса бер кемдән дә һорай алмаҫыбыҙҙы белә инек.
Күпмелер ваҡыт үткәс, ул һөйләнгән килеш янсыҡ кеүек бер бәләкәй сепрәк тоҡто сығарып беҙҙең яҡҡа ырғытты.
– Бына, алығыҙ! Урамда асмағыҙ, йортта ғына асырһығыҙ, – тип өҫтәне ул. Беҙ һеңлем менән бик шатландыҡ. Өләсәйемдәрҙең өйө менән беҙҙең арала дүрт-бишләп йорт булыуына ҡарамаҫтан, аяҡтарыбыҙҙа тугел, ҡанаттарҙа осоп ҡайтҡан төҫлө булдыҡ.
Өйгә ингәс, һеңлем менән икәүләп көн сыуаҡҡа ултырып теге серле ҡалтаны* аса башланыҡ. Эсендә киптерелгән икмәк тауышы тугел, ә икенсе бер нәмә тауыш шығырҙай ине.
– Нисек уйлайһың, эстә нимә булыуы мөмкин? – тип һораны һеңлем.
– Әлләә. Ғәҙәти булмаған нәмә. Кәнфиттер моғайын! Ул беҙгә тик өйҙә генә асырға ҡушты бит, – тинем мин.
– Әйҙә, тиҙерәк ас! – тип түҙмәйенсә ашыҡтыра ине һеңлем.
Икәүләп ашыға-ашыға сепрәк моҡсайҙы астыҡ. Унда кипкән, бурһып күгәреп киткән йәшел төҫтәге икмәк киҫәктәре ята ине... Беҙ икебеҙ ҙә күҙ йәштәребеҙҙе тыя алмай илап ебәрҙек. Юҡ, аслыҡтан түгел, ошо тормошҡа һәм кешеләрҙең таш кеүек ҡатҡан күңелдәренә әрнеп иланыҡ беҙ. Шул мәлдә урамдан беҙҙең өйгә табан аҡрын баҫып килгән аяҡ тауыштары ишетелде. Ҡапҡа асылды һәм өләсәйем килеп инде. Ул йортҡа ингәс, яныбыҙға килеп, беҙҙе йыуата башланы:
– Иламағыҙ, балаҡайҙарым! Һәй, килен булмағыр! Баламдың балаһына –ейәндәремә – күгәргән икмәк биргән ҡулдары ҡороһон! Бындай хурлыҡты күргәнемсә, үлгәнем хәйерле булыр ине лә, –тип, үҙе лә илаған килеш оҙон еңле сапаны кеҫәһенән яңы бешкән эҫе икмәк сығарҙы.
Беҙ һеңлем менән әле илағаныбыҙҙы ла онотҡан инек. Мейестән яңы сыҡҡан икмәкте күреп аптыраштыҡ.
– Икмәкте ҡайҙан алдығыҙ? – тип һораныҡ.
– Мин өйҙә инем, аҙға ғына ойоп киткәнмен. Тауышығыҙҙы ишетеп уяндым.
– Балалар нимә һөйләй? Балалар нимәгә килгәндәр? – тип һораным еңгәгеҙҙән.
– Һәр ваҡыттағыса, һеҙҙең теләнсе ейәндәрегеҙ икмәк һорап килгәндәр. Ошо етемдәрҙән арыным! Улар беҙгә башҡаса килмәһен өсөн тауыҡ та ашамай торған икмәк бирҙем.
Мин уның һүҙҙәрен ишеткәс тә, һеҙҙең артығыҙҙан ашыҡтым. Һеҙ шул тиклем шәп йүгерҙегеҙ, хатта һеҙҙе ҡыуып етә алманым. Был бурһыған икмәктәрҙе ашап ҡуймаһындар тип ҡурҡтым. Аллаға шөкөр, иҫән-һауһығыҙ. Аллаға шөкөр! – тине ул.
Шул ваҡытта ҡапыл ғына әсәйем эшенән ҡайтып инде. Ул, нимә булғанын белгәс, беҙҙе мамыҡтың ҡороған ботаҡтары менән туҡмай башланы.
– Тағы бер тапҡыр икмәк һорап берәйһенә барһағыҙ, тағы ла бер тапҡыр кешеләрҙән икмәк һораһағыҙ, мин һеҙҙең аяҡтарығыҙҙы һындырам йә һеҙҙе туҡмап үлтерәм! – Шулай һөйләнә-һөйләнә туҡманы беҙҙе әсәй.
Аҙаҡ өләсәй менән ултырып оҙаҡ илаштылар. Һүҙ араһынан әсәйҙең: “Ниңә киленегеҙ минең балаларҙы улай мыҫҡыллай?!” – тигән һүҙҙәре ишетелеп ҡала ине.
Шул ваҡыттан алып беҙ бер кемдән дә бер нимә лә һорамаҫҡа һәм үҙебеҙ эшләп ашарға өйрәндек.
Аллаға шөкөр, был көндәр артта ҡалды. Ерҙә тәгәрәп ятҡан икмәктәрҙе күрһәм, был ваҡиғаны хәтергә төшөрәм. Хәҙер кешеләр тыныс һәм етеш тормошта йәшәйҙәр. Ҡала ерҙәренә барһаң, йыш ҡына сүп-сар бактарында һәм ерҙә тәгәрәп ятҡан яҡшы икмәк киҫәктәрен күрергә мөмкин. Бәғзе бер кешеләр өйҙәренән дә сыҡмайынса, күгәрсендәрҙе ашатам тип, тәҙрәләренән бөтөн башлы икмәк бәрәләр. Хәҙерге кешеләр мохтажлыҡтың нимә икәнен белмәйҙәр ахыры. Беҙҙең кеүектәрҙең ҡатҡан икмәк киҫәктәренә лә зарығып үҫкәндәре тураһында улар ҡайҙан белһендәр инде...
©Автор Анарҡолова Сәғәҙәт Бәхретдин ҡыҙы.
9 декабрь 2022 йыл.
Һепертке орлоғо – Урта Азия республикаларында йөгәрә (русса сорго) исемле был үҫемлектән һепертке бәйләйҙәр. Уның орлоғон мал-тыуарға ем әҙерләгәндә ҡулланалар.
Ислам бабабыҙ – Үзбәкстандың ул осорҙағы президенты Ислам Кәримов
Көн сыуаҡ – ҡояш йылытҡан урын
Ҡалта – сепрәк моҡсай