Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
27 Ғинуар 2023, 17:12

Балалар мәҙәктәре. Рәфиға Ғәлиуллина

Яҙ. Май айы булһа кәрәк. Ял көнө, балалар өйҙә саҡта күмәкләшеп бәрәңге ултыртырға булдылар. Күмәкләгән яу ҡайтарған тигәндәй, эш тә үҙ яйына ырап китеп ултыра. Миңә, өләсәй булараҡ, эштең еллеһе тороп ҡалды, ул да булһа әле икеһенә лә икешәр йәш тә тулмаған ейәнем менән ейәнсәремде ҡарау. Өйҙә ултырып ялҡҡан балаларҙы кейендереп урамға алып сығыуым булды, олаталары беҙҙең янға килеп:

Балалар мәҙәктәре. Рәфиға Ғәлиуллина
Балалар мәҙәктәре. Рәфиға Ғәлиуллина


-Бар әле, һин, ашарға бешер, балаларҙы үҙем ҡарайым, -тип балалар янында тороп ҡалды. Мин өйгә кереп тиҙ генә бәрәңге әрсей һалып, бешерергә ҡуйҙым. Сәйнүккә һыу тултырып газды тоҡандырып та өлгөрмәнем, тышта тороп ҡалған теге өсәү шар ҙа шор булып өйгә килеп тә керҙеләр. Дөрөҫөрәк итеп әйткәндә, олатай кеше ике баланы ла аҡыртып илатып пәлтәләренең яғаларынан күтәреп өйгә индереп һалды.
-Нишләп тиҙ генә алып керҙең уларҙы, тышта йөрөй бирһәгеҙ нимә була? Ун биш минут та йөрөмәнегеҙ ҙәһә. Әле сәй ҙә ҡайнап өлгөрмәгән,- тим аптырап. Ә ирем, йән асығына:
-Мә, шәп булғасың үҙең генә ҡаңғыр был нәмәләрең менән! Бар, тышҡа алып сығып аҡырт, ашарға лутсы үҙем бешерәм,- тип ебәрҙе.
-Шул тиклем ҡысҡырмаһаң булмаймы? Мин, ипләп әйтһәң дә ишетәм дә ул ,-тим аптырап.
-Ишетһәң ни, шул һин әйткән ун биш минут эсендә ун биш йылға ҡартайтһалар, һин, нисегерәк екерер инең?-тине лә, үҙе иҫәрләнгән кешеләй кинәт көлөргә тотондо. Мин, һаман да ни булғанын аңламай, иҙәндә тәгәрәп ятып илаған ейәнсәремде сисендереп булашам. Ике баланы сисендереп, биттәрен, ҡулдарын йыуып таҫтамал менән һөрткәнсе ирем дә көлөүенән туҡтап ике баланың урамда нимә эшләүҙәрен һөйләргә тотондо. Башта Лилиә лә, Ибраһим дә тышҡа сығыуҙан кинәнес табып үҙҙәренсә нимәлер һөйләнеп, урам эсендә тыныс ҡына унда-бында һуғылып уйнап йөрөйҙәр. Былар ипле генә йөрөгән кеүек күренгәс, олатай кеше ҡапҡа тышына сығып тәмәке тартып алырға була. Тәмәке төпсөгөн сүп һауытына ташлап урамға керһә, ни күҙе менән күрһен! Лилиә һарайға һөйәлгән баҫҡыстан һарай башына менеп киткән дә һарай башында йөрөп ята икән.

"Ни эшләргә белмәй, бер яндым, бер туңдым. Минут эсендә шыбыр тиргә баттым. Тиҙ генә һарай башына менеп ҡыҙҙы ҡултыҡҡа ҡыҫтырып алып төшөп ергә баҫтырғас, баҫҡысты һөйәлгән урынынан алып, ергә һуҙып һалдым. Артыма әйләнеп ҡараһам, Ибраһим солан башында йөрөп ята. Баҫҡыстар күп булғас ни, оҙон баҫҡыстың береһе унда һөйәүле торған. Йән-ҡот ҡалманы. Үҙебеҙҙең балалар әҙәм балалары һымаҡ ине, былар ни, ен балалары кеүек ҡурҡыуҙы ла, ярамайҙы ла белмәйҙәр. Бая теге ҡыҙҙы алып төшкәндәгесә, быныһын да тиҙ генә ергә төшөрөп баҫтырып, был баҫҡысты ла ситкә алып ҡуйҙым. Ышанаһыңмы-юҡмы, шул ике арала әлеге ҡыҙ тағы һыуға төшкәндәй юҡ булды ла ҡуйҙы. Тауыш-тыны ла сыҡмай исмаһам. Ҡурҡыуҙан күҙ алды ҡараңғыланып арҡаларым манма тиргә батып бөттө. Ҡапҡаны, тәмәке тартып бөткәс, үҙем бикләп ҡуйғайным. Ҡапҡа аҫты ла ябыҡ. Шым ғына бөтә ерҙе эҙләп сыҡтым. Бала бер ҡайҙа ла юҡ. Былайтып күҙ менән ҡаш араһында бала юғалтып ултырған юҡ ине әле бығаса. Юҡ, булыр-булыр ҙа бының ише бала булмаҫ", тине лә, хәле бөткән кешеләй йәнә шымып ҡалды.
-Нимә, шул тиклем хәлдән тайған кеше һымаҡ тораһың? Хатта ни булғанын һөйләрлек тә хәлең ҡалмаған тинем, ни әйтергә белмәй. Был икәү ҡотоңдо осорған, ахыры. Мулла саҡырып ҡот ҡойҙормай булмаҫ үҙеңә, - тим көлөп. Шул саҡ теге балаларҙың олаталары әҙерәк тынысланғандай булып көлә-көлә әлеге хәбәрен һөйләргә кереште.
-Бөтә ерҙе эҙләп сыҡҡандан һуң, ниһәйәт, бәйҙә торған эткә иғтибар иттем. Уныһы нишләптер ояһына кермәй оя тирәләй әйләнеп тик йөрөй. Аҡтүштең матур ғына ике көсөгө бар бит инде. Быныһының да көсөктәренә берәй нәмә булғанмы әллә, тип уйлап оя эсенә күҙ һалдым. Юғалған ҡыҙ оя эсендә рәхәтләнеп көсөктәр менән уйнап ултыра. Шунан ғына эттең ниңә ояға кермәй йөрөгәне аңыма барып етте. Юғалған баланы эҙләп ҡаңғырыуҙанмы, эттең балаларын ҡыҙғанып ни эшләргә белмәй оя тирәләй сабауыллауына иғтибар ҙа итмәгәнмен. Аҡтүште лә аңларға була. Эт булһа ла ул да үҙ балаларын йәненән артыҡ күрәлер. Эт ояһының ауыҙы Аҡтүш һыйырлыҡ ҡына итеп уйылған. Был ҡыҙ унда нисек һыйып кергәндер? Минең ул баланы оя эсенән нисек сығарырға белмәй аҙапланғанды күрһәң, иҫең китер ине. Аптырағас ояның башын һүтергә тура килде, - тип, ниһәйәт, хәбәрен ослап ҡуйҙы олатай кеше.
Бына, хәҙер мин дә Лилиәнең тыштан ингәс, сисенергә теләмәй иҙәндә тәгәрәп ятып илауының сәбәбенә төшөндөм. Һәм иремә:
-Рәхәтләнеп уйнап ултырған ерҙә ҡулыңдағы тере уйынсыҡтарҙы тартып алһалар, һин иҙәндә тәгәрәп илау түгел, ер тырнап илар инең әле,- тинем.
Хәҙерге көндә әлеге балалар аҙбар башына баҫҡысһыҙ ҙа менә алалар. Ә бына эт ояһына кереп уйнарлыҡ йәштән үткәндәр.

Рәфиға Ғәлиуллина.

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: