Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
26 Ғинуар 2023, 15:26

Мәликә апайҙың ҡуңыр буғаһы. Хикәйә. Асия Закирйәнова

Мәликә апайҙың Мәрүсе зым- зыя юҡ булды.      Көтөүселәр - үҫмер малай менән аяҡһыҙ фронтовик Сәхәү беренсе кис: "Һыйырыңдың көтөүҙән айырылып шырлыҡтарҙы ҡыҙырып йөрөүе бер бөгөнмө?..болан нәҫеленәндер ул..."- тип иҫтәре китмәһә, икенсе көн ней әйтергә  лә белмәнеләр...Башы- тояғы ла табылманы......Муйынынан арҡанды ысҡындырмайҙар, улай сәбәләнеп,  былай сәбәләнеп тартҡылашыуҙан эш сыҡмаҫын малҡай аңлағайны инде.Елене лә ташты...

Мәликә апайҙың ҡуңыр буғаһы. Хикәйә. Асия Закирйәнова
Мәликә апайҙың ҡуңыр буғаһы. Хикәйә. Асия Закирйәнова

- Малинка, Малинка...Буренушка,  успокойся, милая!..- тип һырпаланды хужабикә.
- Сказано же! Прозвище- Марусь!- тип рәхәтләнеп көлдө хужа.
- Да кто даёт имена - то такие! - тип  Мария-  Марусяның аптырауы бөтмәне.
- То- то! Говорю Аптрейке, раз ты корову свою так кличешь, то бычка так и быть - Аптрейкой назову!
       Яңы хужалары мал йәнле кешеләр булып сыҡты. Хужабикә күңелсәк хатын, хатта аҙаштар, аңлауынса: күрше хатындар: "Маруся, а, Марусь! "- тип өндәшәләр.
      Яңы хужалары етеш йәшәй: хужа иртән сығып китә лә кис ҡайта.
Мария бер итәк балалары менән
көн оҙоно донъя көтә. Мәрүсте көтөүгә бирмәй тоталар, башы- муйынына арҡан сырматылып яҡындағы аҡланда туҡлана. Тимер юлдағы паровоздарҙың гудоктарына һис тә өйрәнә алмай, йөрәге  жыу итеп ҡала, бөтә тәне  менән ҡалтырана...
        Әллә нисә килеп китә эргәһенә Мария- Маруся. Кисен: "Марусечка моя,  буренушка, "- тип яратып алып һыйлай, фураж,  тигәндәре бигерәк тәмле шул...
Йомшаҡ ҡулдары менән һөтөн һауып ала...
...Балаҡайҙар сеүәтәләрен тотоп минең һөтөмдө көтөп торорҙар ине...
Мәликәм нисек балаларын туйындырыр... Малдың күҙҙәренән бөрсөк-бөрсөк йәштәр аҡты...
...Мәликә аҙна-  ун көн тирәһе көнө- төнө эҙләне һыйырын өлкәнерәк - үҫмер ҡыҙҙары менән.
- Мәрүскәйем, һәү - һәү - һәү - һәү - һәү,
Мәрүскәйем, һәү - һәү,
Мәрүскәйем, һәү - һәү - һәү - һәү - һәү!..
Бәләкәстәр өйҙә - ас... Урмандан һарынаһын, ҡымыҙлығын йыйып апҡайталар...Эйййй, аллаҡайым,  балалары былай ҙа аслы- туҡлы ине, Һыйырының һөтөнә генә ҡарап торалар ине.
- Бик эре һөйләшә инең!..- тип иҫәпкә бар һанға юҡ ире атын ситән тирәһендә уйнаҡлатып, һайтлатып сабып китте.        Һуғыш бөтөүҙең өсөнсө йәйе, ул һаман"кейәү егете" булып йөрөй. Һуғышҡа тиклем үк тағы бер ғаилә ҡорғанына  күнгәйне, Мәликә...
- Был ниткән хәл!? - тип бәләкәс кәкре таяғына таянып Хәким олатаһы аһалаға төшөп, кәһелдәп килеп инде ихатаға, - Аллаһым- тәғәләм, балаларҙы йәлләһәңсе...
- Эҙләмәгән ер ҡалманы, айыу-бүре ботарланған, тиһәң,  бер-бер эҙе ҡалыр ине...Мәрүсемде табылыр, тип өмөтләнәм әле...- тине Мәликә олатаһына һәр ваҡыттағыса сабыр ғына.
- Иииих, ҡыҙым! Ике аяҡлы бүреләр бар беҙҙә!..Көҙөн Минкамалдың башмағы зым- зыя юҡ булды... Үҙебеҙҙең ауылдан мал оҙатыусылар бар,  тигән фекергә килдем- инашэ никак!
       Ҡәйнәһе Бибикамал әбей ҙә көндәгесә аһылдап килеп етте:
- Шул тиклем дә миһырбанһыҙ булып кемгә оҡшаған, әҙәм аҡтығы!- тип һәр ваҡыттағыса төкөрөгөн сәсеп, улын ҡарғаны Бибикамал ҡарсыҡ,  - Өмөтө ҡороғор!
-Ҡәйнә, ҡарғышма, балалар алдында...
- Шул тиклем дә йыуаш булырһыңма һинең ише!? Тешең- тырнағыңды күрһәтһәң, бисәләр ҙә айбаныр ине... Иреңде лә тотор инең!
- Етер, инде, ҡәйнәм! Былай ҙа йөрәгем сығып килә...
- Әле Мәғүҙәһендә - биш бала!
Хәлимә менән сыуала тейҙәр ине,  әнә бала табырға йөрөй  Әптрәхимеңдән!!!
- Етәр,  инде...
- Бер итәк баланы нисек аҫрайһың!?Һыйырһыҙ!!! Ҡышын анауҙарҙың балалары күбенеп үлде... Исмаһам, быныуыныһы!..- тип мыжып көйһөҙләнгән дүрт тағандап йөрөгән ейәненә ымлап...
     Мәликә тубыҡланып һығылып төштө лә иңрәү тауыштары сығарып, устары  менән үлән-ерҙе йолҡоп тырнай башланы...
... - Успокойся, доча, успокойся...- тип күрше хуторҙан "сихырсы" Анна ҡарсыҡ нимәлер шыбырҙай ине.
Төнәтмәләрен эсереп төн йоҡламай эргәһендә уҡынып ултырҙы.
      Таң һыҙылып килгәндә төш күреп уянды Мәликә. Һыйыры: "Мин дә һеҙҙе һағынам, Мәликәм... Надежду не теряй, всё наладится," - тип һыйыры руссалап һөйләшә, имеш, күҙҙәрен тултырып ҡарап.
     Күңеленә шул тиклем еңел,  рәхәт...был ни ғәләмәт...Анна ҡарсыҡтың эшеме...
Эргәһендә ҡарсыҡ та нойоп киткән.
...Ҡыбырламайыраҡ ятайым, оло бит инде сихырсы әбей, йоҡлай бирһен, тип күҙҙәрен йомдо...
     "Үҙ сире" тотоп, һуғылып ауырығандарға барып килтерәләр уны ауылға... хәлем шул тиклем үк булды микән...
Кискә табан имсе ҡарсыҡ тағы килеп етте:
- Малуша, доча, ты как агнец божий...
Я вон-а каждый день молю бога, прошу прощения... Молода была ...не знала, что дару божиему нельзя обращаться  без слова божиего...
    Бына һиңә брюква орлоҡтары,
Әле  лә һуң түгел, ер йылы,  ямғыр булмаһа, көн дә кис һыу һибегеҙ.
Орлоҡтарын үҙем өлгөрттөм, алла бирһә, брюкваларың емерелеп уңыр, ҡышҡыһын баларының ас ултырмаҫ.
Һеҙҙең халыҡ бәшмәкте ситен итә, бушҡа... Яҙҙан көҙгә тиклем йыйырға була... Ямғыры ғына яуһын...
     Аҙна - ун көндән миңә үҙең килерһең, тағы уҡырмын... Ҡартлыҡтан дауа юҡ- аяҡтарым һыҙлай,  ҡыҙым. Ярай әле Әптрәхимең кисә,  бөгөн ултыртып  килтерҙе.
- Ул минеке түгел...
- Уға лә еңел түгел...
...Мәликә һандығын асып, ҡәҙерле әйбер-төйөнсөктәрен барлап, сигелгән ҡулъяулыҡ ҡатына ҡәҙерләп һалынған өсмөйөш хаттарҙы сығарҙы... Эстәлектәрен яттан белә.
"...Мәликәм! Һуғыштан иҫән-һау ҡайтырға яҙһа, матур итеп донъя көтөрбөҙ...был яҡтарҙағы өй- ихаталарҙы  күрһәң!"
"...Тормошомдо, әгәр ҙә мәгәр иҫән ҡалһам, һинең менән генә күҙ алдыма килтерәм, Мәликә..." Мейескә яҡты...
...Мәрүсте йәй аҙағында көтөүгә ҡуштылар. Беренсе көндө үк көтөүҙән айырылып, тирә-яҡты ҡыҙырып килде, көтөүсенең сыбыртҡыһын татыны...
Тағы...тағы ...тағы
- Заколим буренку! Ни пастуху, ни нам покоя нет! Иначе сбежит...погубит себя!..- тип ярһыны хужа.
- Не дам! Другой токой коровы не будет!- тип яҡлашты  хужабикәһе.
- И то правда, что о тебе судачат!...
Күршеләре араһында  Марияны " "...һыйыры менән һөйләшә..."- тип хәбәр таралғайны.
...- Буренушка моя, чувствую сердцем, Захару не люба я стала...вон петухи  первые запели...С весны ведь так...всегда отмазку найдет...
      А на душе то - как тяжело...что жить не...ооойййй...ыһ-ыһ-һыыы-һыыы...- тип  илай ине хужабикәһе... Мәрүс тә Марияның хәленә кереп ауыр итеп ахылдай,  уфылдай, муйынын һуҙып хужабикәһенең беләген ышҡый, тынысландыра.
...Ҡыш үтте, яҙ етте...Мәрүстең игеҙ быҙауҙары тыуҙы...
    Тағы ла бер ҡыш үтте, яҙ етте...Мәрүс быҙауыланы...Тормош дауам итте...

(Аҙағы бар)

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: