Ағиҙел
-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
25 Ғинуар , 17:22

Һепертке монологы. Хикәйә. Марсель Хамматов

 Көн бөгөндә эҫе булмаҡсы. Төнөн һыуыҡ булғайны,әле ҡояш ҡалҡыуға аҙ-маҙ йылыта башланы.Ни тиһәң дә әбейҙәр сыуағы бит!Әбей тигәндәй, өй хужабикәһе Гөлямал әбей таңдан алып улай үтә, былай үтә.Күрше килене һауып биргән​ һыйырын сығарып ебәргәндән алып бөксәнләп йөрөнө шунда.Был минең күҙәтеүем.

Һепертке монологы. Хикәйә. Марсель Хамматов
Һепертке монологы. Хикәйә. Марсель Хамматов
 ​ -Мин​ - һепертке! Әйе, әйе, бер ҙә яңылыш түгел- һепертке мин! Селектән бәйләнгән һепертке.Ҡай саҡ мин дә​ телгә килеп һөйләшә беләм ул!

​ ​ ​ ​ ​ ​ Бөгөн бүтән көндәгенән ҡарағанда күберәк һөйләйем,шикелле .Бынау аяҡ аҫтында йөрөгән әбей ҡарсыға кеүек,тағы ла мине әйләндерә тибеп китте.Миндә ни үсе барҙыр инде?Үҙ алдына һөйләнеп,​ һәр саҡ бер нимәгә ҡәнәғәт түгел.Көтеүгә ҡыуыр алдынан Фиалканы ла типкеләп тигәндәй сығарып ебәрҙе,бахыр малҡайҙы ниңә Фиалка тип ҡушҡан икән? Үҙе әйтә белмәһә лә:

- Хыялка, хыялка,- тип саҡырған була бит әле,етмәһә.
​ ​ ​ Эткә лә көн юҡ: ул бәйле торған урыны ла тар ғына,һирәк-мирәк кенә мин һепергеләп китәм уның бысрағын.Был көйөнсә үҙенең бысрағына үҙе болғанып тора шунда,көнө буйы: һыуыҡта ла, эҫелә лә тороп ҡара әле бәйле,аслы –туҡлы? Юха бесәйгә генә рәхәт,әҙер һөттө урлап эсә лә, китеп бара, берҙә генә сысҡан тотҡоһо килмәй ялҡауҙың,шунан әбей уны мине тотоп алып бәргеләй генә, мин ни, һуғылып өйрәнгәнгәме икән, ауыртыуҙы ла белмәйем. Тик көлкө килә: бесәйҙе бастырған саҡта, әбейҙән ниндәй генә тиргәү һүҙҙәре ишетмәйһең инде: инәңдең йыртыҡ бейәләйенән алып, ҡара ботинкаһы ла ҡалмай, көлә - көлә эс ауыртып китә!!!

​ ​ ​ ​ Ишек төбөндә көнө буйы торғансы шулай итеп ҡыбырлап алһам, бил яҙылып китә шул. Билде һыҡтыра бәйләһәләр ни булған инде? Тишек-тошоҡ ойоҡ менән, арлы - бирле итеп әбей урай ҙа ҡуя .Бабай тере саҡта, тимер сым менән тартырып ҡуя торғайны. Малайына ҡушһа һеперткене бәйлә тип, уныһы -эт​ ялҡауы, бәйләнем тип атаһын алдай!? Хәҙер эҙләгәнен тапты,шикелле, ҡалала йәшәй, түбәгә сырт төкөрөп ята шунда. Ҡатыны - егәрле ауыл ҡыҙы! Ауылға килһә, мине дер һелкетеп ҡапҡа тирәһен һепреп сыға .Урамға ла сығып таҙартып ҡуя. Әбей тағы үтеп бара: ​ типкеләп кенә үтмәһә ярар инее! Сериалын ҡарарға китте, хәҙер "Морские дьяволы " башлана.​ Иртәнсәктән төшкә хәтлем шуға әүрәп ултыра ул .Һуңынан «дьявол» булып килеп сыға ,миңә лә өлөш индерә!!! Әллә нимәгә мине яратмай ул? Әбей өйгә кергәс, әтәс килә хәҙер «бандаһын» эйәртеп. Болдор өҫтөн тапарға, мине килеп соҡоғолап китмәйенсә, үстәре булмай! Миңә, йәнәһе,шәкәр һибеп ҡуйғандар? Ҡояш көн уртаһына тәгәрәне, мин әйткәнсә,эҫетте бөгөн дә. Машина туҡтаған тауыш ишетелде: ҡапҡа алдында таныш тауыштар сыҡты, эт тә быны ишетеп торғайны, ҡойроғон болғап кире ятты. Гөльямал әбейҙең малайы ҡайтып төштө, килене һәм ейәне менән. Ҡарсыҡ үҙе быны белмәй әле - дьяволдарына әүрәп ултыра бирә. Башта Мөдәрис үҙе атлап килә. Килә - килеп был да мине әйләндерә типте бит, әй! Әбей һымаҡ ҡына түгел - ​ тос эләктерҙе бит, әй! Мин әллә ҡайҙа осоп барып төштөм. Был хәлде күреп торған малайы, йылмайып ҡарап торҙо. Әсәһе:

​ ​ ​ ​ - Вадим, чего стоишь? Быстрей домой заходи, - тимәйенсә.

​ ​ ​ ​ ​ Уңған ҡатын - уңған инде !!! Мине, ипләп кенә, йомшаҡ ҡулдары менән күтәреп кире урыныма һөйәп тә ҡуйҙы .Өй эсенда сыр - сыу килешкән тауыш сыға, тәмле еҫтәр аңҡый ине. Әбей ейәненә яртыһы русса, яртыһы башҡортса әллә нимәләр һөйләй. Бер - ике сәғәттән былар тышҡа сыҡтылар,​ күмәкләшеп. Мөдәрис, баҙнатһыҙ ғына итеп, әсәһенә:

​ ​ ​ ​ - Ладно, мам! Беҙ оҙаҡ булмайбыҙ, туда и обратно, йәме? Иптәшем байрамға көтә. Вадим уже взрослый пацан, он не будет тебе помехой, тем более интернет ловит у вас в деревни! Всего на одну ночь, - тип һүҙен бөтөрҙө лә , мине ялтырап торған ботинкаһының осо менән төрткөләп ҡуйҙы. Килене:

​ ​ - Һау булып тор,ҡәйнәм, - тип, мөләйем генә, йылмайғандан һуң тышҡа ҡарай атланы. Бына кис тә етте. Тауыҡтар төнәне, эт үҙен үҙе урап йоҡоға талды, урамда кәртәһенә инеп бөтмәгән һыйырҙар ғына мөңрәшеп йөрөйҙәр. Кискелеккә бесәйгә һөт эләкмәне: әбей Фиалкаға быҙауын ҡушты, хәҙер ана утҡа баҫҡан шикелле йөрөй шунда! Унда барып һуғыла, бында барып һуғыла!

​ ​ ​ ​ Әбей ейәнен йоҡлатырға һала алманы: тегенеһе телефонында соҡоноуын хуп күрҙе! Бына ишек асылды, әбейҙең ейәне Вадим, яланаяҡ йүгереп килеп сыҡҡты ла, мин торған урынға саптыра башламаһынмы??? Һаҫыҡ еҫ таралды, тын ала алмай башланым.....Ғүмерҙә лә былай хәлгә ҡалғаным юҡ ине... Ҡала малайы мине бысрағы менән ҡойондорҙо, бер нимә лә булмағандай кире инеп китте. Ниндәй ғәрлек! Мине,таҙалыҡ яратҡан һеперткене, бысраҡҡа буянылар, хәҙер әбей күрһә, мине тышҡа сығарып бәрә бит инде!? Мин уйлап та өлгөрмәнем, ишек асылды ла, Гөльямал әбей килеп сыҡты. Мөйөштәге хәлде күргәс, бер килке шаңҡып тора биргәс, мине эт янына алып атты. Эт йоҡлап ятҡан урынынан һиҫкәнеп килеп торҙо. Өйҙә әбейҙең ейәнен әрләгән тауыш сыға:

​ ​ ​ ​ ​ ​ - Һәперә, ахмаҡ, һепертке! - тип һуңғы һүҙҙе минең сығырымдан сығарҙы...Ниңә башҡа һүҙҙәргә ҡушып, һепертке тип әрләшә икән? Эт миңә ҡарап-ҡарап ҡуя:уйлайҙыр инде, көндөҙ булһа уйнатыр инем, - тип​ .

​ ​ ​ ​ ​ Бар донъя йоҡоға талды! Тик мин генә йоҡлай алмайым, төнгө йондоҙҙарға ҡарап уйға баттым. Ниңә донъя улай ғәҙелһеҙ була икән? - тип. Минең дә тыуғандарым бар бит! Улар ҙа ошолай хәлдә йәшәмәй бит инде…Ҡалалағы тыуғандарымды семәрләп биҙәп ҡуялар хатта! Ҡаршылағы ике ҡатлы йорттоң хужаһы, үҙенең һеперткеһен магазин​ һабы​ менән һаплап ҡуйған хатта! Миңә уның һымаҡ һап ҡайҙа ул? Бабай үлгәндән бирле йүнле ҡайын һабында күргән юҡ әле.

​ ​ ​ - Һепертке, һепертке! - ​ тип әбейҙең ҡысҡырғаны ҡолаҡ төбөнөнән китмәне. Һепертке булыр алдынан, киң далаларҙа үҫтем бит мин! Бейек тау башында ла булдым. Киртләс-киртләс ҡаяларҙы ярҙым! Тамырым тәрән минең. Сәскә атҡан ваҡыттарым бигрәк тә матур бит! Янғын ваҡытында ла үлән янһа ла, мин янмайым! Хәлегеҙҙән килһә, минең бәйләмәмде һындырып ҡарағыҙ!? Ниндәй көслө ҡуллы бабайҙа мине һындыра алмағас, берәмләп балта менән турай ине. Мин алыҫ ҡаҙаҡ далаларынан еребеҙҙе баҫып​ килгән Сынғыҙ ханды, Урта Азиянан килгән аҡһаҡ Тимурҙы ла күрҙем... Өҫтөмдән тыпытырҙап сабып йөрөгән Тарпан аттарын да күрҙем.... Һай! Хәтәр замандар була торғайны шул..Башҡорт халҡының нисек ошо ерҙә барлыҡҡа килеп, ошо ерҙә йәшәп, ошо ер өсөн көрәшеп, ерен бер кемгә лә бирмәгәнен дә күрҙем! Хәҙер илайым инде....

​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ ​ Сыға килеп, ауыҙынан әсә һөтө кипмәгән бер маңҡа , һинең өстөңә һейеп торһон әле? Йәнем көйгәс әйтәм был һүҙҙәрҙе! Әбейе лә килешкән шул:

​ ​ ​ - Һепертке!- тип үсекләшеп тора шунда!?

​ ​ ​ ​ Уйланып ята торғас таң атты. Өй алдына машина килеп туҡтаны. Мөдәрис менән ҡатыны ҡапҡаға килеп инделәр.Уларҙы Гөльямал әбей ҡаршы алды. Әсәһенең йөҙөнә ҡарағас, малайы һиҙенде:

​ ​ ​ ​ -Что случилось, мам? - тип Мөдәрис һорап ҡуйҙы.

​ ​ - Анау һыҡыра малайың болдорҙоң мөйөшөнә саптырып ҡуйған төнөн!

​ ​ ​ - Может, он испугался чего–нибудь? - тип Мөдәрис малайын яҡларға тырышты.

​ ​ - Ҡәйнәм, мин хәҙер йыуып алырмын, йәме! Һеҙ өйгә үтә тороғоҙ, - тип килене уңайһыҙланып тирә - яғына ҡарана башланы.

​ ​ ​ ​ ​ Ҡотоҡ янына барып биҙрә менән һыу тултырып алғас, ситтә ятҡан мине күреп ҡалып, йомшаҡ ҡулдары менән мине эт янынан күтәреп алды ла,насар еҫте һиҙгәс, ул мине шул биҙрәләге һыуға тығып йыуырға тотондо. Һеҙ белһәгеҙ ине - мин ниндәй бәхетле һепертке икәнемде,матур ҡатындың йомшаҡ ҡулдары менән мине таҙа һыуға һалып йыуғанын! Тиҙәккә буялып бөткән һабымды ла һөртөп үткәс - мин хушымды юғалта яҙҙым! Минең​ яңынан йәшәгем килеп китте. Ҡалай яҡшы икән ул,таҙалыҡ һәм бөхтәлек! Бөтмәгән икән әле донъяла нескә күңелле,иҙге йәнле кешеләр! Өйгә ингәс ҡатын малайын саҡыртып алып,яғымлы ғына тауыш менән:

​ ​ -Улым, һин башҡа улай итмә, йәме? Ҡурҡһаң, өләсәйеңә булһа ла әйт. Ул һиңә сит кеше түгел бит,үҙеңдең өләсәйең.Аңланыңмы?

​ ​ -Аңланым, әсәй, - ​ Вадим башҡортса әсәһенә яуап бирҙе.

Малайҙарын алып ҡаланыҡылар ҡайтырға сыҡтылар.

​ -Әсәй, мин һиңә яңы һепертке һатып алып килермен, йәме!- тип Мөдәрис машинаһы менән ҡуҙғалып китте…

​ ​ ​ ​ ​ Миңә моңһоу булып ҡалды. Яңы һепертке һораған икән әбей! Яңы һепертке таҙа һеперә,- тиһәләр ҙә, мине лә һындыра алмаҫтар әле.....
Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас в