Ағиҙел
-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
20 Ғинуар , 18:16

Төш. Булған хәл. Баныу Ҡаһарманова

...Әлиә туғаным менән хосписта ятҡанда сәйер төш күрҙем: үтә күренмәле зат ҡолағыма эйелеп, ап-асыҡ тауыш менән, йәш иргә ясин сыҡ, 41 тапҡыр, тине лә, иңбашыма ҡағылып, коридорға, палата ишегенә ымланы. Тертләп уянып киткәс, ҡыбырларға ла ҡурҡып яттым. Ә йөрәгем күкрәк ситлеген емереп сығырҙай тулай...

Төш. Булған хәл. Баныу Ҡаһарманова
Төш. Булған хәл. Баныу Ҡаһарманова


"Йәш ир" тигәндең кемлеген шунда уҡ аңланым: туғаным менән хоспис баҡсаһында йөрөгәндә баҫҡыста табуретта ултыра ине ул. Башы, гер аҫылғандай, аҫҡа һәленеп төшкән, киң иңбаштары ла күтәргеһеҙ ауырлыҡтан һәленгән йәш ирҙең хәлһеҙ ҙур устары тубығында ята ине. Килгәнде ишетеп, саҡ ҡына башын ҡалҡытты ул һәм беҙҙең ҡараштар осрашты. Өмөтһөҙлөктөң үҙен күрҙем шул мәлдә...
Төштә уға ясин сығырға ҡуштылар...
Туғаным менән бер карауатта йоҡлай торғайныҡ, йөрәк дарҫлауын баҫырға маташып, ауыр ҡулымды уның өҫтөнән ипләп кенә алдым. Көслө дарыуҙарға ҡарамаҫтан, ҡошсоҡ кеүек үтә һаҡ йоҡлаған туғаным шунда уҡ күҙҙәрен асты:
- Бану апай, һин әле шундай ныҡ тертләнең.
- Алешка, прикинь, миңә кемдер, йәш иргә ясин сыҡ, 41 тапҡыр, тине лә, иңбашыма ҡағылып, коридорға, палатаға күрһәтте. Шуға ҡурҡып уяндым, - тип шәп-шәп шыбырланым. Әлиә күҙҙәрен йомоп, бер аҙ шым ятты. Ул да кем хаҡында һүҙ барғанын аңланы. Шунан:
- Их, йәл, китә икән, - тип ауыр көрһөндө лә, башын миңә табан борҙо, - әйберҙәрем араһында доғалар китапсығы бар, унда ясин да булырға тейеш.
- Алия, ты что, мин ҡалайтып ясин сығайым?! - ҡотом осто. - Бер доға уҡыған кеше түгелмен, бар белгәнем ни бары "бисмилла" һүҙе... Мин ҡурҡам!
- Ҡурҡма, Бану апай. Ул егеткә ярҙам кәрәк. Башыңа яулыҡ ябын, тәһәрәт ал инде...
Ясин сығыу түгел, доға уҡыуҙың рәтен-сиратын белмәйем, ни хосписта телефон тотмай, интернеттың "и" хәрефе лә юҡ. Үҙ өҫтөмә гонаһ алмайыммы икән, тип шикләнеп, йөрәкте усҡа тотоп, күренмәгән юғары көстәргә мөрәжәғәт иткән булдым: "Әгәр ҙә мәгәр һеҙ булһағыҙ - һеҙҙең алда алдан уҡ мең ҡат ғәфү үтенәм. Ысынында ясин сығыу миңә ҡушылмаһа, йә ҡушылып та, уны уҡығанда яңылышһам, йә тағы берәй хата ҡылһам - кисерегеҙ, яуыз ниәттән түгел". Үҙемде Аллаға тапшырып, төштә күрһәтелгән коридорға атланым, палата ишеге ҡаршыһындағы эскәмйәгә ултырҙым. Палатанан борсоулы йөҙлө шәфҡәт туташы ашығып килеп сыҡҡас, төштөң юш килеүенә шаңҡыным да, ҡапыл нимә әйтергә белмәй:
- Ошонда егет... китәме? - тип һораным.
Ул башын ғына ҡаҡты.
- М-мин ясин сығам, - тинем ғәйепле тотлоғоп.
- Ярай.
"Артыҡ булмаҫ", - тип тә өҫтәне, шикелле.
Китапсыҡты асыу менән күҙемә әл-фатиха салынғас, тәүҙә шуны уҡыным. Артабан тыныс ҡына ясинды уҡый башлағайным, күҙҙәремдән йылға булып йәш аҡты. Үҙенән-үҙе. Шул мәлдә йән биргән йәш ирҙе, ауыр ыҙалар кисергән туғанымды, башҡа сирлеләрҙе уйлап, Хоҙайҙан улар өсөн ярлыҡау, еңеллек һорап, 41 тапҡыр ясин сыҡтым. Йәш ирҙең ҡатыны, миңә асыуланып, палатаның ишеген япты. Миңә ныҡ ҡыйын, уңайһыҙ булды шул мәлдә, ләкин ясин уҡыуҙан туҡтай алманым.
Шулай осраҡлы тап килдеме, әллә беҙ белмәгән бәйләнеш булдымы - ясинды уҡып бөтөүгә генә йәш ир китеп барҙы. Күңелем менән шуны асыҡ тойоп, йәнең йәннәттә булһын, тип теләп, ҡул сәғәтенә ҡараным. Аҙаҡ шәфҡәт туташтарынан белешеп, тойомлауымдың дөрөҫ булыуына инандым.
Ошо хәлде бер нисек тә аңлата алмайым. Юш килгән төштәрҙән ҡурҡам мин...


Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас в