Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
20 Ғинуар 2023, 20:45

Кәкүк әсә. Хикәйә. Римма Баймырҙина

Айһылыу бала саҡтан бигерәк нескә күңелле, хисле, уйсан булды, тәбиғәтте яратты. Болондар буйлап емеш -еләген, файҙалы үләнен йыйып, сәскәләрҙең көләс йөҙөнә, һәр япраҡтың үҙенсәлекле һырҙарына һоҡланыр ине. Хатта елдә елферләгән ағас япраҡтарына ла үҙ итеп бағыр булды. Ҡыҙҙың хисле күңеле һәр тереклекте яратып, аҡҡан һыуҙарҙың серле бер моң көйләп сылтыраған тауышына ғашиҡ булды. Төпһеҙ киңлектәрҙә йөҙгән аҡ болоттарға ҡарап, тик ҡыҙҙар күңеленә генә һыя алған һөйөү менән инанды был тормошҡа.

Кәкүк әсә. Хикәйә. Римма Баймырҙина
Кәкүк әсә. Хикәйә. Римма Баймырҙина

Мәктәптә уҡығанда ирекле темаға инша яҙғас, уҡытыусы уҡып һәләтен күреп һоҡланыуын йәшерә алманы. "Айһылыу, һинән шәп журналист йә башҡорт теле уҡытыусыһы сығасаҡ, уҡыуҙы тамамлағас та ҙур уҡыу йортона кереп, уҡырға кәрәк"- тип киҫәтеп әйтеп ҡуйҙы. Имтихандарға әҙерлек башланды, Айһылыу ирекле тема яҙыр өсөн, атаһы мәрхүмдең журналдарын аҡтарып инша өсөн материал эҙләне.
Эх, ошо күрәсәген алдан белгән булһа, бәлки ҡағылмаған да булыр ине, бөхтә итеп теҙелгән журналдар өйөменә. Шул журнал араһынан көтмәгәндә иҙәнгә килеп төшкән, һарғайып бөткән ҡағыҙ киҫәге, бөтөнләйгә яҙмышын үҙгәртте ҡыҙҙың.
Шул ҡағыҙҙа яҙылған алыш - биреш договорын уҡып, үҙенең тәрбиәгә алынғанын белгәс, таш һындай ҡатып, телһеҙ ҡалды. Йөрәге ситлегенән атылып сығырҙай йыш - йыш типте, йөҙөнә һалҡын тир бәреп сыҡты, тамағына тығылған төйөр һулышын быуҙы, урғылып сыҡҡан йәш, күҙен томаланы.
Сабый яҙмышы менән шаярған кешеләргә, әйтеп аңлата алмаҫлыҡ асыу - нәфрәт тойғоһо уянды. Ул ташландыҡ бала...Ул бит кемгәлер кәрәкмәгән...Үҙ әсәһе сабыйынан баш тартҡан...Ә тәрбиәгә алғандары балалары юҡлыҡтан, алыш - бирешкә дусар булғандар. Айһылыу әсәһенең ҡайтҡанын түҙемһеҙлек менән көтөп алды, ниһәйәт әсә ҡайтты, йөҙе ағарынған ҡыҙын күреп ҡото алынды. Ҡыҙ бала һорау артынан һорау яуҙырҙы, ә әсәһе илай - илай , түкмәй - сәсмәй һөйләп бирҙе, бер ни ҙә йәшермәй.
Айһылыуҙың тәүге кисереше, үҙ әсәһен эҙләп табып, күҙҙәренә ҡарап тик бер генә һорау бирәһе ине. Ваҡыт үтеү менән үҙенә фарсат итеп ҡуйған маҡсаттан, ниҙер тотҡарланы Айһылыуҙы.
Ҡарап үҫтергән әсәһен рәнйетеүҙәнме ҡурҡып, күңел түрендә тынғы бирмәгән һыҙлауыҡтан, нисек ҡотолорға белмәй оҙаҡ ҡына яфаланды. Шул ҡағыҙ киҫәген ҡулына бер алды, бер һалды, " Ҡул тамғаһын ҡуйғанда, нисек ҡулы ҡалтырамаған кәккүк әсәнең"- тиеп йөрәге телгәләнде. Ниһәйәт ул бер ҡарарға килде, ҡағыҙ киҫәген йыртҡысланы ла, утҡа ырғытты. Ул тарих шул килеш, көлгә әйләнеп, елгә таралды.

Күҙ ҡарашын йыраҡҡа төбәп, тоҙлы күҙ йәштәренә быуылып, оҙак ҡына уйланып торҙо Тәскирә әбей. Өҫтәүенә радио тулҡынынан яңғыраған йыр ҙа сәбәпсе булды, ниндәй моңло йыр, йөрәккә үтеп кереп, күңел түрен айҡап сыҡты ла, үткәндәргә алып ҡайтты. Шулай итеп Тәскирә инәйҙең серле ғүмер йомғағы әкрен генә һүтелде ә күҙ йәштәре туҡтауһыҙ түгелде лә түгелде.

Үтте лә китте йәшлегем
Үткәнендә тойманым,
Йә үтмә тип, йә китмә тип
Үҙем дә бит тыйманым...

Кисә генә һымаҡ, берәм - берәм аҡлы - ҡаралы хәтирәләр күренешен күҙ алдынан үткәрҙе. Бәхетле көндәре лә әҙ булманы, ҡайғы - хәсрәтҽ лә ситләп уҙманы. Күңел түрендә һаҡлап йөрөткән ауыр таш, нисәмә йылдар инде тынғы бирмәй әйләнгән һайын, көс еткеһеҙ ауыр йөк ятҡанлығын иҫбатланы, йөрәген тырнап ҡайтанан ҡайта ҡан һауҙырып һыҙлатты. Оноторға тиеп күпме тырышһала онота алманы, ҡайҙа ғына барһа ла эҙәрлекләне, "Минән ҡасып ҡотола алмаҫһың"- тигәндәй гел киҫәтеп торҙо.
Их был йәшлек хатаһы, ниңә шул саҡта башына төшкән аңлайышһыҙ ҡатмарлы мәсьәләне ул ваҡытында хәл итә алманы???
Фәһемле генә кәңәш бирерлек, аҡыл өйрәтҽрлҽк берәр яҡын кешеһе лә булманымы бит исмаһам.
Тормош юлының тәүге боролошонда уҡ абынды,
ауырлыҡтанмы, яуаплылыҡтанмы ҡурҡып кеше башына һыймаҫлык яңғышлыҡ эшләне.
Яңғышлыҡ ҡына ла түгел, енәйәт ҡылды тиһәң дөрөҫөрәк булыр.

Мең дә туғыз йөҙ утыҙ алтынсы йылдың йәмле йәйендә, ғәйләлә өсөнсө булып ҡыҙ бала Тәскирә тыуа. Ата - әсәһен һөйөндөреп тулы ғаиләлә татыу ғына ғүмер кисергәндә, ҡәһәрле һуғыш башлана. Биш йәшлек Тәскирә, оло апаһы һәм ағаһы артынан эйәреп, ауыл осона саҡлы атаһын һуғышҡа оҙатып бара, атаһының "Бәләкәсҽм минҽң"- тип күтәрҽп күккә сөйгәнҽ бөгөнгҽләй иҫҽндә. Аслыҡ яланғаслыҡ, юҡлыҡҡа бирешмәй, ауырлыҡтан ҡурыҡмай бәләкәйҙән эшһөйәр, тырыш булып үҫә Тәскирә. Атаһы һуғыштан еңеү яулап иҫән - һау әйләнеп ҡайта, тик әсәһе генә күрә алмай, ҡаты ауырыуҙан һуң, аяҡҡа баҫа алмай гүр эйәһе була.
Ир - атҡа ҡытлыҡ саҡта икенсе ҡатын табыуы ауыр булмағанлыҡтан, әсәйҙәрен Мәүсилә инәй алмаштыра. Уның да ире һуғышта вафат була, үҙенең өс балаһын эйәртеп яңы ғаиләгә, йәғни тағын йәтим ҡалған өс балаға әсәй булып килә. Шулай итеп тормош дауам итә, ғаилә һаны йылдан - йыл ишәйә, бер - бер артлы уртаҡ ҡыҙ - улдары тыуа.
Тәскирә бик һылыу, зифа буйлы, мөләйем йөҙле , ҡарлуғас ҡанатылай ҡыйғас ҡашлы, муйылдай сөм - ҡара күҙле, ҡашыҡҡа ғына һалып йотарлыҡ һылыу ҡыҙ булып үҫҽп ҽтә. Һылыулығы менән ауылдаштарын ғына түгел күрше тирә ауыл егеттәренең дә йөрәктәрен елкендерә. Ун һигеҙе тулғанда инде, Тәскирә үҙе үлеп ғашик була, һомғол кәүҙәле, осҡон сәсеп торган ҡара күзле күрше ауыл егете Сәлим, йәш ҡыҙҙың йөрәген бер күреүҙә әсирлеккә ала.
Ике йәш йөрәк берҙәй булып тибә, киләсәктәрен бер - береһенән башҡа күҙ алдына ла китерә алмайҙар. Күпме айлы төндәрҙе бергә үткәрҙеләр, оҙон көндөң үткәнен,төн фәрҙәһе төшкәнен көтөп ала алмай һағынышып бөтәләр ине.
Һуңғы осрашыуҙары бөгөнгеләй иҫендә Тәскирәнең, ул көндө Сәлим ниңәлер иртәрәк килде, көтөү ҡайтып эңер төшә генә башлау менән килеп тә етте. Ниҙер һиҙенгән Тәскирә һораулы күҙ ҡарашын Сәлимгә төбәне. Осҡон сәсеп торған күҙҙәр бөгөн моңһоу ине, башын түбән эйеп саҡ - саҡ өндәште Сәлим һөйгәненә "Мин иртәгә китәм, көтәрһеңме?"- тиеп. Хеҙмәткә алынаһы билгеле булһа ла, был хәбәр йәшен һуҡҡан кеүек, ике ғашиҡ йөрәген тетерәтте.
" Һинһез нисек йәшәрмен, бәғеркәйем?"- тип үкһеп Сәлим күкрәгенә башын һалды. "Юләркәйем минең, мәңгелеккә китмәйем дә инде"- тип, һөйгәнен тынысландырҙы егет. Көтәрһеңме мине тигән һорауға " Көтәм, ғүмерем буйы ла көтәргә ризамын"- тине.
Сәлимде оҙатҡас күп тә үтмәй балаға уҙғанлығын аңланы Тәскирә, төн йоҡламай тиҙерәк таң атҡанын көттө, "Бәлки бөгөн, бәлки иртәгә хат килер"- тип өмөтләнде. Һөйгәнен шатлыҡлы хәбәр менән тәүгеләрҙән булып һөйөндөрәһе килде уның.
Юлдан ғына яҙған бер хаттан башҡа хат булманы, ай артынан ай үтте, илай - илай күҙ йәштәре кибеп бөткән Тәскирә һаман өмөтөн өҙмәне көттө...бәлки бөгөн... бәлки иртәгә...
Билгеһеҙлектән йонсоп, кеше күҙенә күренеүҙән оялып ни эшләргә лә белмәй йөрөгәндә, һөйөү емештәре донъяға килде, берсә һөйөндө берсә көйөндөТәскирә .
Ай яҡтыһында бүләк ителгәнгәме һөйөү емешенә Тәскирә "Айһылыу"- тип исем бирҙе.
Хәбәрһеҙ юғалған Сәлимдең Саратов өлкәһендә хеҙмәт иткәнен, икенсе ҡыҙға өйләнгәнен ишеткәс Тәскирә таш һын һымаҡ ҡатып ҡалды. Ни булды һуң? Кем гәйепле? Ниңә? Ни эшләп? мең төрлө һорауҙар баш мейеһендә ҡайнаны, аяҡ аҫтында ер убылғандай, ҡояш яҡтыртмаған, һыу ағышы туҡталғандай тойолдо.
Ғәрлегенән ер тишегенә керергә әҙер ине ул, үгәй әсәһенең сәнскеле һүҙенән, атаһының ҡаш емереп ҡарауынан, урамда бармаҡ төртөп күрһәтеп көлөшкән кешеләрҙән ҡайҙа ҡасып ҡотолорға белмәне.
Берҙән - бер көндө түҙемлеге бөтөп, йәшәүҙән төңөлгән Тәскирә сабыйын ҡосаҡлап оло юлға сыға. Үткән машинаға ҡул күтәреп туҡтатты." Һылыу, ҡайҙа бараһың"- тигән һорауға " Ҡайҙа булһа ла"- тип яуапланы.
Ниһәйәт ул сит районда ине, мында уны бер кемдә белмәй, һәм мыҫкыллап, бармаҡ төртөп күрһәтеп көлмәйәсәк, иртәгә ни булаһын, ҡайҙа төн ҡунаһын башына ла китермәй ине Тәскирә. Сабыйын күтәреп оҙаҡ баҫып торҙо урғылып аҡҡан йылға яры башында "Бына бит ҡотолоу ысулы"- тип һөйөнөп үк ҡуйҙы. "Бер кемдә белмәҫ, хатта иҫкә алыусы ла булмаҫ, ниңә миңә был донъяла йәшәргә"- тип, урғылып аҡҡан ташҡын ҡосағына ынтылды.
"Һеңлем, ни эшләргә йыйындың"- тигән тауышҡа һиҫкәнеп айнып китте, боролоп ҡараһа оло йәштәге ҡатын ҡулынан һөйрәй ине.
Түкмәй - сәсмәй башынан үткәргәндәрен һөйләне Тәскирә. Ә Нәсимә шым ғына тыңланы, аҙаҡ ҡосаҡлашып илашыптылар, һәр ҡайһыһы, иң яҡын ышаныслы кешеһенә генә һөйләй торған эс - серҙәре менән бүлештеләр. Нәсимә апай ҙа үҙенең аһ - зарҙарын һөйләне, бала һөйөү бәхетенән мәхрүм икәнлеген, нисәмә йылдар һөйөкле тормош иптәше менән бала көткәндәрен.
Мөләйем йөҙлө, фәрештә йәнле Нәсимә, Тәскирәне үҙ йортона алып ҡайтты, ашатты йыуындырҙы йоҡларға урын һалып бирҙе. Икенсе көндө иртән сәй эсергә өҫтәл артына ултырғас, Тәскирә "Миңә бала кәрәкмәй"- тип ҡырт киҫеп әйтте лә һалды.
Яҙмышының шулай ҡырҡа үҙгәрҽүҽ, ҡырыҫлыҡ күрһәтҽүе, бөтөн килеп сыҡҡан уңайһыҙлыҡтарына шул сабый баланан ғәйеп эҙләне, күңеле ҡатты, күңел генә түгел йөрәге боҙға әйләнеп туңды. Гөмүмән ауыр мәсьәлә хәл ителде, сабыйын, һөйөү емешен сит кешеләргә ҡалдырып башы һуҡҡан яҡҡа сығып китте.
Хушлашканда иларға тырышманы, үҙ ҡулдары менән договорга ҡул тамғаһын ҡуйып, юллыҡ аҡса алып, "Башҡаса һеҙҙе борсомам"- тип китеп барҙы.
Үзбәкҽстан яғында йәшәгән йыраҡ туғандарына барып урынлашты, төҙөлөшкә эшкә кереп, тормошон өр - яңы биттән башлап ебәрергә тигән маҡсатты күҙ алланы. Йәшлек үҙенекен итте, йөрәк һыҙлауы баҫылғандай, ҡылған гонаһтары юйылғандай тойолдо, яңынан ғашик булып кейәүгә сыҡты. Оҙаҡ йылдар йәшәнеләр, тик балаға уҙа алманы, табибтарға күренеп ҡараны, бер ниндәйҙә сәбәп табылманы. Үзбәк ире "Миңә бала тапмаған ҡатын кәрәкмәй"- тип айырып ебәрҙе. Бер - нисә тапҡыр ҡабатлана шул хәл, юҡ балаға уҙа алмай. Тәскирә әлеге үҙҽ ташлап киткән баланы ғәйҽпләнҽ, "Рәнйеше төштө ахырыһы, шуға күрә Аллаһы Тәғәлә миңә бала бирмәй"- тип үҙен тынысландырған булды.
Тәскирәнең ғүмере бик күңелле үтте, уйнап - көлөп, үҙ - үҙен генә ҡарап, үҙен яратып йәшәне. Йәшлек сибәрлеге лә, оҙаҡҡа барманы, ҡояшта уңған сепрәк кеүек төҫөн юғалтты, ғаилә ҡора алмай ирһҽҙ, балаһыҙ, яңғыҙы ҡалды. Бәхҽтлҽ өй тулы балаһы булып, сабыр ғына парлы донъя көткәндәргә көнләшҽп ҡараны. Уның да бит ысын барлыҡта, баш тартҡан ҡыҙы бар Айһылыуы. Уға ла хәҙер 60 йәш тирәһе, ейән - ейәнсәрҙәрен тәрбиәләшкәнен ишетеп белә инҽ Тәскирә. Тик ғәфү һорап барырға ғына баҙнат итмәне, ҡарттар йортона килеп эләккәс тә өмөтләнеп ниҙер көттө, тәҙерәнән күҙен алмай, шешенеп бөткәнсе илап көттө.
Тәскирәнең йөрәгенә шырау булып ҡаҙалган яңғышлыҡ, ваҡыт ваҡыты менән иҫкәртеп торҙо, урамда бала күрһә тотоп һөйәһе килде, күҙ йәштәренә мансылып күпме иланы, йөрәге һулҡылдап һыҙланы.Тик терһәк яҡын ғына булһа ла тешләүе мөмкин түгеллеген ваҡыт үткәс кенә аңланы.
Яҙмыш кешене күп төрлө ауырлыҡтар биреп һынай, һәр кемдең үҙ ихтияры, кемдер яҙмышына бойһонып йәшәй, кемдер үҙгәртергә тырышып һуңғы көсөнә, һуңғы һулышына саҡлы көрәшә. Көслө рухлылар, сабырҙар ғына маҡсаттарына ирешә һәм бәхеткә лайыҡ була ала.
Яҙмышты үҙгәртеп булһа ла, яңғышты төҙәтеп булмай икәнлеген, "Яҙмыш һинең теҙ аҫтыңа китереп һуҡһа - йығылмаҫ өсөн, яғаһына йәбеш"- тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә Тәскирә һуңлап ҡына, һуңлап төшөндө...

Ғаилә ул - тормоштың нигеҙе, ата - әсә уның тотҡаһы, ә балалар ғаиләнең көҙгөһе.
Ғаиләне балаларһыҙ күҙ алдына китереүе бик ауыр. Улар беҙең тормошобоҙ йәме, биҙәге, ғүмер сәскәһе.
Еңел генә уйлап, ауырлыҡтан, яуаплылыҡтан ҡурҡып яңғышмаһаҡ ине. Был донъяға "Йәшәргә килдем",- тип ауаз һалған бер гонаһыҙ сабыйҙан баш тартмаһаҡ, ӘСӘ исеменә тап төшөрмәһәк ине.
Бала Аллаһ биргән иң ҡиммәтле бүләк икәнен онотмай, ҡәҙерләп, һаҡлап, яратып "Балам, күҙ нурым"- тип, йән атып йәшәһен ине һәр ӘСӘ...

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: