Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
20 Ғинуар 2023, 18:05

Ғинуар айының йылы бер көнөндә... Хикәйә. Римма Әхмәтйәнова

Ял көнө ине. Яҡшы кәйеф менән уянды Рәсимә. Форточканы асып фатирын елләтеп алды. Ғинуар айы тип әйтмәҫһең – тышта март айындағы кеүек йылы, хатта тамсы тама. Радионы ҡабыҙҙы. Иҫ киткес күңелле, дәртле көйҙәр ағыла. Ҡатын радиоға ҡушылып йырлай- йырлай өй эштәренә тотондо. Бүлмәләрен йыйыштырҙы, ҡамыр баҫып бәлеш бешерҙе. Һуңғы арала эш хаҡын тотҡарлайҙар шул. Шуға ондо күпләп алып ҡуя. Икмәкте үҙе бешерә башланы.

Ғинуар айының йылы бер көнөндә... Хикәйә. Римма Әхмәтйәнова
Ғинуар айының йылы бер көнөндә... Хикәйә. Римма Әхмәтйәнова
... Бөгөн кемдер килер кеүек... Нигәлер шулай тойола. Ҡыҙы икенсе ҡалала йәшәй, улы армияла. Әхирәте бер аҙна элек кенә ингәйне. Бергә эшләйҙәр, бергә сәй эсәләр. Ул килһә бик яҡшы булыр ине лә, ялында мәшәҡәттәре күптер шул.
Бына тәмле бәлеш, үлән сәйенең хуш еҫе таралды. Үҙ-үҙенән ҡәнәғәт ҡатын сәй эсеп алды. Залға сығып телевизорын тоҡандырҙы. Һиҙемләүе бушҡа булмаған икән уның: бер аҙҙан ысынлап та ишек шаҡынылар.
Күптән күрмәгән ауылдаш әхирәте Минзифаның ҡыҙы Ләйсән килгән.
– Һаумыһығыҙ, Рәсимә апай!
– Хәйерле көн, Ләйсән! Үт әйҙә, балаҡай. Бәлешем бешкән, сәйем ҡайнаған. Маҡтап йөрөйһөң.
Сәй эсеп, яңылыҡтарын белешкәс Ләйсән йомошон әйтә һалды:
– Ваҡытынан алда ҡыҙым тыуҙы. Әле реанимацияла ята. Дарыу, шприцтар алырға ҡуштылар, аҡсам етмәй. –
Әле генә йылмайып ултырған Ләйсән илап ебәрҙе. – Ауыр хәлдә тыуҙы балам... Дарыуҙар юҡ. Бөгөндән укол ҡаҙарға кәрәк.. Әйтегеҙ, тиҙерәк килтерһендәр, тинеләр. Әсәйемдең йөрәге ауырта бит, борсоғом килмәй, ирем командировкала. Бер аҙнанан ғына ҡайта. Ҡалаға сығырға рөхсәт иткәйнеләр, һеҙгә килдем.
–Ҡотлайым, сабыйың һауығып сығып иҫән-һау үҫһен. Ҡайғырмаҫҡа тырыш, барыһы ла яҡшы булыр. Иртәгә эш хаҡын алам. Килтерермен. Тыныслан, барыһын да яҡшыға юра, –Ул йәш ҡатынды ҡосаҡлап алды. Хәленән килгәнсә йыуатырға тырышты.
–Уй, апайым, ҙур рәхмәт үҙеңә! Бына ҡағыҙы, –Ләйсән шатланып дарыуҙар исемлеген бирҙе лә апаһы биргән күстәнәстәрҙе алып роддомға китте.
... Уны өмөтләндереп ҡалғас һүҙендә торорға кәрәк. Тик ҡайҙан аҡса табырға һуң? Рәсимә уйға сумды .
Ул башта күрше әбейгә инеп ҡараны. Вәриҙә әбей пенсия аҡсаһын балаларына биргән икән. Буш сығырға тура килде.
Үҙенең бары 50 һум аҡсаһы ҡалған. Эш хаҡын тағы бер аҙна көтөргә әле... Ҡайҙан ғына табырға һуң?! Их, ҡайҙан ғына?!
Күҙенә серванттағы семәрле ҡумта салынды. Бик матур биҙәкле, ҡупшы ҡумтала биҙәүестәре һаҡлана. Фирүзә ташлы көмөш беләҙек, ике алтын йөҙөгө һәм һыңар алҡаһы ята. Парын юғалтҡайны, таба алманы. Һыңар булһа ла затлы металдан бит әле. Алырҙар бәлки.
Рәсимә тәүәккәлләп ломбардҡа йүнәлде. Кәрәкле ҡағыҙҙар тултырып, йөҙөк менән һыңар алҡаны ғына алып ҡалдылар. Алған аҡсаға шатланып дарыуҙар алды, һуңынан дауаханаға китте. Иртүк тороп йөрөгәйне, өлгөрҙө барыһына ла. Сабыйҙың һауығып сығасағына шикләнмәй ине ҡатын...
Ысынлап та дарыуҙарҙың, дауалауҙың файҙаһы тейҙе. Биш көндән әсә менән баланы балалар бүлегенә күсерҙеләр. Дауалау курсы тағы ла ике аҙнаға һуҙылды. Алдан килтергәндәргә өҫтәп Ләйсәндең ире дарыуҙар, шприц-системалар һатып алды, ҡан бирҙе. Ауыр ваҡытта тыуҙы шул балалары, күп дарыуҙы һатып алырға тура килде.
... Ләйсәндең палаталашына, яңғыҙ әсә Ленаға, ашығыс рәүештә церебролизин килтерергә ҡуштылар. Лена врачтан рөхсәт алып, ординаторскийҙан үҙенең эш телефонына шылтыратты.
"Һиңә минән нимә кәрәк? Башҡаларҙан һора, бер тинем юҡ, кемдән таптың, шул килтерһен!" – тип аҡырҙы ла уның менән бергә эшләгән ҡатын, бар көсөнә трубканы атып бәрҙе. Уның бар донъяға асыуланып, бар кешелеккә үпкәләп йөрөгән сағы ине. Ташып- урғылып барған нәфрәтен, сайпылып-түгелеп барған үсен кемгәлер сығарырға, күңелендәген бушатырға кәрәк ине... Бахырҡай Лена тура килде. "Пар"ын сығарғас тынысланып, шат йылмайып ултырҙы...
Лена тағы бер таныш ҡатынға шылтыратып ҡараны. Уныһы инде бары процентҡа ғына бирә алам, тигәс, ризалашманы. Башҡаларҙан һорап ҡарарға булды. Өс кешегә мөрәжәғәт итеп ҡараны. Бушҡа ғына үтенде, юҡҡа ғына инәлде. Әллә бирергә теләмәнеләр, әллә ысынлап та аҡсалары булманы. Шунда бигерәк әрнеп иланы ҡатын, күҙ йәшкәйҙәре йылға булып аҡты, бахырҡай юл буйына Хоҙайға ялбарып, теләк теләп барҙы...
Бәхетенә күрә ул өмөтләнеп ингән ғаилә ярҙам ҡулы һуҙҙы. Шатланып, ҡанат үҫеп сыҡҡандай талпынып килде ул:
– Өс туған ағайымдан һорағайным, бер һүҙһеҙ бирҙе. Башта уҡ уларға барырға булған. Дарыуҙарҙы ла тиҙ таптыҡ, аҡса шприц- системалар алырға ла етте. Бер пакет күстәнәс, хатта банкаға туҡмаслы аш һалып биреп, еңгәм менән икеһе машиналарында роддомға тиклем килтереп киттеләр, –Лена шатлығынан илай ҙа, көлә лә.
Бер аҙна эсендә генә ниндәй һынауҙар, тетрәнеүҙәр үтергә тура килде... Йөҙ тапҡыр үлеп, йөҙ тапҡыр яңынан терелгәндәй булды ул. Кешеләргә ышанысы янып күккә осто, кешеләргә ышанысы яңынан уянды... Яҡшы, ихлас кешеләр барлығына яңынан инанды... Реанимацияла яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын алған улын, инкубатор - кувездарҙа ятҡан етлекмәгән сабыйҙарҙы күреп йәлләп уның йөрәге һыҙланы, төндәр буйы йоҡлай алмай өҙгөләнде, күҙ йәштәрен түгеп карауатында әйләнде Лена. Ҡатын балаҡайы донъяға килгән көндән алып борсоулы-хафалы уйҙар солғанышында йәшәй ине. Ниһайәт, бөгөн беренсе тапҡыр уңыш йылмайҙы, тәүге тапҡыр ҡатын еңел һулап ҡуйҙы. Сабыйының хәле яҡшыра бара, Аллаға шөкөр, грамлап булһа ла ауырлығы арта. Дарыуҙың да файҙаһы тейәсәгенә ышана ине ул. Йоҡларға ятҡанында, иртән уянғанында бар теләге – баланың һауығыуы бит. Көнө -төнө шуны ғына уйлай, шуны ғына ялбара.
Палаталарында ни бары алты йөҙ грамлыҡ булып тыуған улы менән Анна исемле әрмән ҡатыны ята. Икенсе ай ята инде ул. Аҡ халатлыларҙың барыһы ла тиерлек таный алсаҡ ҡатынды. Улының хәлен һораусылар күп. Анна ла барыһы менән иҫәнләшеп йөрөй.
Иҫке Яңы йылда әсәләргә күстәнәс- бүләктәр күп килде. Яңғыҙ әсәне лә онотманылар. Уға өр- яңы балалар кейеме һәм алма, башҡа тәмлекәстәр тулы пакеттар ҡалдырып киттеләр. Пакеттағы ҡағыҙға бары Ленаның исем-фамилияһы ғына яҙылғайны... Беренсе ҡатҡа шылтыратып һорағайны ул, ир менән ҡатын ҡалдырҙы, тип яуап бирҙеләр. Миһырбанлы кешеләр исемдәрен белдерергә теләмәне, шикелле, барыһы ла сер булып ҡалды.
... Егерме йыл үткәс, Рәсимә апаһының 65 йәшлек юбилейына Ләйсән ҡыҙы Наҙгөл менән алтын алҡа бүләк итте. Ауыр саҡтарында эскерһеҙ ярҙам иткән апаһына рәхмәтен белдерҙе.
Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: