Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
20 Ғинуар 2023, 01:23

Хыялдағы урман өйө. Хикәйә. Асия Закирйәнова

- Әсәй, ҡарале! Миңә бәләкәй саҡта бер быуай шундай уйынсыҡ өй подарить иткәйне!- тип оҫталар йәрминкәһендә ҡыҙым бәләкәй сағындағы кеүек ах та ух килеп, һатыусы менән хаҡ бесә башланы.

Хыялдағы урман өйө. Хикәйә. Асия Закирйәнова
Хыялдағы урман өйө. Хикәйә. Асия Закирйәнова

- Уйынсыҡ өй түгел ине ул, сыйырсыҡ ояһы ине... Һин уны ҡоштарға бирмәй үзең уйнаттың.
- Әсәй, иҫләйһеңме, ауылдан поселокка ҡайтырға автобус көтөп торғандарыбыҙҙа, ул быуай остановкала була торғайны...- тип һүҙен дауам итте ҡыҙым, - икенсе бер ваҡытта ул төрлө - төрлө тубырсыҡтар миңә биргәйне...
- Лесник ине ул... быуай ҙа түгел ине...Һинең  Булатыңдан йәшерәк булғандыр әле.
- Урманда ла  минең шундай өйөм, бар, тип әйтә ине, уйынсыҡ өй итеп күҙ алдыма килтерә инем мин уның өйөн...
- Ҡасан шулай һөйләшеп өлгөргәнһегеҙ, фантазерка, 4 - 5 йәш булғандыр күп булһа һиңә...    
  ...Район үҙәгендә педагогтар конференцияһынан һуң  рейс автобусына шау-гөр килеп индек. Урындар - юҡ. Баҫып ҡайтыу ҙа ул ваҡыттарҙа бәхет ине.
Бер ҡаҡса  ғына урта буйлы ағай оялсан йылмайып беҙгә урын бирергә тырыша, автобуста шул тиклем тығыҙ-урыныңдан торһаң, баҫып торорға урының булмаясаҡ!
- Ғүмәр ҡустым! ҡайҙа? ҡайҙа тораһың?!
Операциянан һуң! Ҡыҙыҡайҙарҙы күргәс шәбәйеп киттеңме!? - тип ҡысҡырынды эргәһендәге беҙҙең ауылдың бер үткер апайы.
       Ғүмәр тигән ир-егеттең оялсан, итәғәтле икәнен абайлап алғас, беҙ ҙә шаян һүҙ һөйләй  башланыҡ:
- Тормағыҙ,тормағыҙ! Беҙ һеҙгә һыйынып ҡына ултырасаҡбыҙ!- тип, уның эргәһенә һырығып  урынлаштыҡ...
- Был ҡыҙыҡай - Ғәзим ағайҙың ҡыҙы була! Кейәүҙә! Ильяс ағайыңдың Альфредында! Өфөнән күсеп ҡайттылар былтыр!- тип ҡоро ғына таныштырҙы апаһы.
Эргәләге кейәүҙән айырылған үткер күңелсәк хатын:
-  Ә бына мин - кейәүҙә түгел! -тип күңелле итеп теленә биҙәлде.
- Себер яҡтарында оҙон аҡса артынан йөрөгән Ғүмәр ҡустым...- тип дауам итте апаһы
- Ҡуй әле, апай... Тыуған яҡтарҙы һағынып бөтөнләйгә ҡайттым...
- Аппендицит менән эләкте... - тип һаман  үҙенекен тыҡыны апаһы.
- Мин Ғабдулла бабайҙың тағы  бер улы бар икәнен белмәй ҙә инем!
- Иҫләмәйһең, конешны, һин беренсегә барғанда ул һигеҙҙе бөтөп сығып киткәйне!- тип нимәгәлер асыуланған һымаҡ тотто үҙен ул апай.
       Ғүмәр апаһына ҡаршылашыуын  күрһәтергә теләпме, әллә юрамал  шаярттымы:
- Иҫләйемсе Ғәзим ағайҙың ҡыҙҙарын, бит осондағы миңе лә шул урынында!- тип оялсан ғына шаяртыу һүҙҙәрен ҡыҫтырыуынан әңгәмәне туктатаһы килмәгәне һиҙелә ине. - Лесничий булып эш башлайым, һөйләшелгән...- тип тыныс ҡына өҫтәп ҡуйҙы.
      "Урман" темаһы сыҡҡас, беҙ, әле генә нәшер ителеп, һатыуға сыҡҡан Ноғман Мусиндың "Йырткыс тиреһе" тураһында һөйләп алып киттек. Ғүмәрҙең Башҡортостандан ситтә йөрөгәс, Н.Мусин әҫәрҙәрен уҡымағаны  аптырарлыҡ түгел ине. Хатта апаһы ла:
- "Мәңгелек урманды" уҡымай буламы,  уҡығам, конешны!"- тип эреләнеп әңгәмәгә ҡыҫылып ултырҙы.
       Шунда мин:
- Беҙ һәр ялда  ауылға ҡайтабыҙ,  йәкшәмбе кире автобусҡа сығабыҙ. Мин һеҙгә "Ноғман Мусинды" апҡайтырмын киләһе аҙнала!- тип ышандырҙым.
- Беҙҙең ауыл библиотекаһында ла бар  инде!- тип ҡырт киҫте апаһы.
- Яңы повесы баҫылып сыҡҡан,  тип торалар, бит!- тине апаһына йәне көйөп Ғүмәр.
- Йә!..Улайһа...- тип тәҙрәгә боролоп ултырҙы апай.
...Туҡталышта киләһе аҙнала ирем дә бар ине. Ғүмәр ағайға китап бирергә кәрәк икәнен алдан әйттем,  коллегам менән, бәлки, танышып китерҙәр,  тинем.
- Һинең ике балалы разведенка әхирәтең кемгә кәрәк!- тип мыҫҡыллай башланы ирем, - Ғүмәр, тоже мне! Кем хәҙер ауылға ҡайта Себерҙән!
...Ауылға аҙна һайын тиерлек ялға ҡайтып йөрөнөк .
    Ирем тигән кешем ҡайҙа йөрөгәндер ул заманда,  әсәйем әйтмештәй "этем белһен". Ҡыш аҙағымы, яҙ башы  инеме икән, балалар баҡсаһына сыйырсыҡ ояһымы, тағараҡмы эшләп килтерергә ҡуштылар.
      Ваҡытым булманымы,  әллә күңелем килмәнеме: анан-бынан ҡатырҡаларҙы беркетеп, "кормушка" һымаҡ бер нәмә эшләнек. Бәләкәс ҡыҙым ян- янғын ҡош һүрәттәре менән биҙәне.
       Туҡталышҡа барып еткәнсе үк, тағараҡтың әле бер ере ҡубып,  әле  бауҙары йырылып  сығып таушалғаны... Шул сыйырсыҡ ояһынан башланды ла инде беҙҙең ауыл туҡталышында йәкшәмбе һайын 15 - 20 минутлыҡ "осрашыуҙар".
     Ваҡиғалар шулай дауам итте: ул китапты уҡып бөтөп туҡталышҡа килтергәйне, беҙҙең ләпшәйгән "тағараҡты" күреп, әкиәти "урман өйөн" бүләк итте киләһе аҙнала. Мин уға "Зәңгәр тауҙа - аҡ боланды" бирҙем...
...Ғүмер ирешеп- талашып үтеп бара, хыялдағы урман өйө генә күңелдән китмәй, олоғайған һайын яҡтыраҡ булып күҙ алдына килә:
- Әсәй, ә, әсәй! Урман өйөнә боландар менән Ҡыш бабай килә, эйеме!?
- Килә, ҡыҙым, килә...ҡоралайҙар күп беҙҙең урманда...
- Әсәй... быуай әйтте, шул...бәләкәй боландарға бесән ашатам, тип әйтте, ҡар күп булғас,  улар көрткә баталар...
Ул уларҙы ас бүреләрҙән һаҡлай, мылтыҡ тауышынан ҡурҡып ҡасалар бүреләр...
- Етәр, ҡыҙым, йоҡла, иртә торорға кәрәк беҙгә, миңә - эшкә...
-Эээ... Әсәәәй...беҙ урман өйөнә барырбыҙмы?
- Шым!..Атайың ишетеп ҡалмаһын...
Һөйләмә бүтән урман өйөн...Әкиәттә генә шундай урман өйҙәре була...Йоҡла!
       Матур иҫтәлектәр күңелдән бер ҙә юйылмай шул...
      Һуңғараҡ минең "эшлекле" ирем машина алып ебәрҙе, беҙ туҡталышҡа һирәгерәк сыға башланыҡ...
       Инде утыҙҙы аша атлаған ҡыҙым:
- Минең уйынсыҡ өйөмдө ҡоштарға ағас башына элеп ҡуйҙыҡ,  тип алданың, бит әсәй. Уның биҙәктәренең ярсыҡтарын диван артынан табып алғайным...
- Алдан ҡубып төшкән булғандарҙыр...
- Әсәй, ул ағайҙың ысынлап та урман өйө булдымы, икән?
- Эйе, булған. Ыһһ... ҡыҙым, ...ике йыл да тулманы лесничий булып эш башлауына, фажиғәле үлеп ҡуйҙы бит ул... Браконьерҙарҙан, сит өлкәнән килеп күпләп ағас йығыусыларҙан ҡурҡманы... "Мылтыҡ менән эш иткәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар итеү һөҙөмтәһендә..,"-тип һығымта яһанылар.
   Нисәмә йылдар үткәс Ғүмәрҙең апаһы:
- Урман өйөнә генератор алдыртҡайны, ҡоҙоғон солан эсенә эшләгәйне...Шул тиклем хыял булыр... Иркәм, әллә мине туң йөрәк тип беләңме!?...Ыһһ...
      Теге йылды автобус тәҙрәһенән үк һеҙгә иғтибар иткәнен шәйләгәйнем, туҡтауһыҙ көлөшә инегеҙ, йәшһегеҙ, ҡупшы кейенгәнһегеҙ...
- Уҡытыусыларҙың август  кәңәшмәһенә барғайныҡ район үҙәгенә.
- Күңеле һиңә тартыла күрмәһен,  тип йөрәгем һыҙланды... Инде Себеренән ҡайтты, ғаилә ҡорор, тип өмөтләнгәйнек, үҙ һүҙле булды шул... Һәр кемдең үҙ яҙмышы... Һине лә ирең менән арыу йәшәне,  тип әйтеп булмай, иркәм...- тине күҙ йәштәрен һөртә-һөртә.
       Донъянан төңөлөр хәлгә еткәндә төштәремә керҙе ул урман өйө.
       Хыялдарҙы тормошҡа ашырырға бер ғүмер генә етмәйҙер...

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: