Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
17 Ғинуар 2023, 10:05

Зөлхизә

Риф ЙӨҘЛӨКБАЕВ ЗӨЛХИЗӘ ...Томан бөтөнләй юҡҡа сыҡҡас, Ғайса урман эсендә баҫып тороуын аңланы. Ниндәй урман был? Еҙнәле урманына килеп сыҡтыммы? Ниңәлер ҡояш та юғарыла күренә, төш ваҡытын хәтерләтә, юғиһә, ул һыйыр эҙләргә сыҡҡанда ҡояш байып бара ине. Быны нисек аңларға? Бер ни самаламай аптырап ҡалды. Телефонын алып әсәһенә шылтыратып ҡарарға булды. Телефонда антенна һыҙыҡтары күренмәй, шылтыратып ҡараһа ла, бер ниндәй тауыш юҡ. Бында тотмай тиер ине, бер нисә йыл элек кенә Һарт-Шишмә ауылы янына антенна ҡуйып киттеләр. Шул ваҡыт урман эсенән ике ҡыҙ килеп сыҡты.

Зөлхизә
Зөлхизә

Риф ЙӨҘЛӨКБАЕВ

ЗӨЛХИЗӘ

...Томан бөтөнләй юҡҡа сыҡҡас, Ғайса урман эсендә баҫып тороуын аңланы. Ниндәй урман был? Еҙнәле урманына килеп сыҡтыммы? Ниңәлер ҡояш та юғарыла күренә, төш ваҡытын хәтерләтә, юғиһә, ул һыйыр эҙләргә сыҡҡанда ҡояш байып бара ине. Быны нисек аңларға? Бер ни самаламай аптырап ҡалды. Телефонын алып әсәһенә шылтыратып ҡарарға булды. Телефонда антенна һыҙыҡтары күренмәй, шылтыратып ҡараһа ла, бер ниндәй тауыш юҡ. Бында тотмай тиер ине, бер нисә йыл элек кенә Һарт-Шишмә ауылы янына антенна ҡуйып киттеләр.

Шул ваҡыт урман эсенән ике ҡыҙ килеп сыҡты. Ул ашығып ҡыҙҙарға:

– Ҡыҙҙар, туҡтағыҙ әле, – тип өндәште. Улар Ғайсаны күреп ҡалғас, кәрзиндәрен ташлап, ҡысҡыра-ҡысҡыра тороп йүгерҙеләр ҙә юҡҡа сыҡтылар. Был ҡыҙҙар ни эшләп йөрөй бында? Кәрзин менән нимә йыялар? Кәрзиндәр янына килгәс, ҡулына алып, уйға батты. Кәрзин эсендә еләктәр ине. Ғайсаның белеүенсә, еләк йыйырға әле иртәрәк. Кәрзиндәрен алды ла ҡыҙҙар йүгергән яҡҡа атланы. Бер аҙ барғас, уға ҡаршы бер нисә егет килә ине. Уларҙың кейемдәре Ғайсаның кейемдәренә оҡшамаған, ҡулдарында таяҡтар. Егеттәрҙе күргәс, Ғайса һөйөнөп:

– Һаумыһығыҙ, егеттәр, – тине.

– Һеҙҙәрҙең наме кем? Ҡайҙан киләмһегеҙ, – тип һораны береһе.

– Ғайса булам. Ҡыҙҙар мине күреп, кәрзиндәрен ташлап китте, – тип егеттәргә кәрзиндәрҙе һуҙҙы.

– Әйҙә, беҙҙең менән.

Егеттәр башҡортсаға яҡын һөйләшә ине. Мәктәптә башҡорт теле уҡытылғас, Ғайса башҡорт телен бер аҙ белә, егеттәр менән башҡортса һөйләште.

– Ҡайҙа барабыҙ?

– Муллаға, үҙеңдең кем икәнлегеңде уға һөйләп бирерһең, – тине береһе билбауын рәтләй биреп. Ғайса башҡортса һөйләшкәс, егеттәрҙең күңеле бер аҙ күтәрелә төштө. Шулай ҙа асылып барманылар. Береһе Ғайсаның алдынан, ҡалғандары артынан төштө. Ул ҡайҙа барғанын аңламаһа ла егеттәр менән барырға мәжбүр булды.

Егеттәрҙең өҫ кейемдәренә күҙ һалды, алда барғандың өҫтөндә камзул, башында биҙәкле түбәтәй, аяғында ҡата, ә ҡалғандарының өҫтөндә оҙон күлдәк, күлдәк билбау менән бәйләп ҡуйылған, аяҡтарында сабата.

Ғайса тирә-яҡҡа күҙ һала-һала атланы. Урман эсенән килә торғас, артыҡ ҙур булмаған йылғаны ағастан һалынған күпер аша сыҡтылар. Ниндәй йылға? Ғайса үҙенең ҡайҙа килеп сыҡҡанын аңлай башлағандай булды. Ҡасандыр Еҙнәле тигән урында Мәсетле тигән башҡорт ауылы булғанлығын ишеткәне бар ине. Ауыл тарихын яҙыусы Рим ағаһы ла яҙҙы был турыла. Мәктәптә башҡорт халҡының тарихын өйрәнгәндә улар баш күтәргәндән һуң каратель отрядтары ауылдарҙы яндырғанын, юҡ иткәнлеген уҡығайны. Ул шул саҡта юҡҡа сыҡҡан ауылдарҙың береһендә хасил булыуына икеләнмәне. Әле бында нисәнсе йыл икән? Ғайса тарихты иҫкә төшөрөргә тырышты. Бер аҙ белеүе бындағы кешеләр менән һөйләшеүҙе еңеләйтергә тейеш, тип уйланы. Бына ни өсөн телефоны эшләмәгән. Башынан һыйыр эҙләү тураһындағы уй юҡҡа сыҡты. Әйтерһең дә, уның башынан был уйҙы алып ташланылар. Ни өсөн был яҡҡа килеүен иҫенә төшөрөргә тырышһа ла, төшөрә алманы.

Бер аҙ барғас, ауылға килеп сыҡтылар. Ауыл ҙур булғанға оҡшамаған, бер генә урамлы.

Уларға ҡаршы бала-саға йүгереп килде. Бала-сағалар Ғайсаға аптырап ҡараны. Был ҡарашҡа уның асыуы килеп китте, әйтерһең, йәнлек алып киләләр.

Йорттар ҙур түгел, күбеһе талдан ситән үреп эшләнгән. Ул үҙенең икенсе осорға килеп сығыуына шикләнмәне, ваҡыттың ғына башҡа төрлө булыуы ғәжәпләндерҙе. Ер шарының әйләнеүе үҙгәрҙе тиеүҙәре әллә ысынлап дөрөҫмө икән, юғиһә башҡа төрлө булырға мөмкин түгел, тигән уй үтте. Ауыл уртаһына еткәс, ҙурыраҡ һәм бүрәнәнән һалынған бер-ике йорт күренде. Күрәһең, бында хәллерәк кешеләр йәшәйҙер. Ағастан һалынған йорт янына еткәс, камзуллы егет Ғайсаға:

– Инәбеҙ, – тине. Ҡалған егеттәр урам буйында ҡалды.

Кәртә эсе сирәмлек, тауыҡтар йөрөй, ситән аҙбар, бурап һалынған келәт бар. Ишек төбөнә еткәс, егет ишек шаҡыны, инегеҙ, тигән тауыш ишетелде. Йорт тәпәш булғанға ишек тә түбән ине, баш эйеп эскә үттеләр.

– Әссәләмәғәләйкүм, Буранбай мулла, мәгриб яҡ урманда ят әҙәм йөрөй, еләккә барған ҡыҙҙар ҡурҡып, беҙгә хәбәр иттеләр, – тине егет.

– Вәғәләйкүмәссәләм. Әйҙә, үтеп инегеҙ, – тине Буранбай һикенән аяғын төшөрөп, һаҡалын һыйпап ҡуйып, егеттәргә урын күрһәтте. – Ултырығыҙ.

Йыраҡтан килгән ҡунаҡтар өсөн генә ултырғыс тәҡдим ителә, сөнки улар иҙәнгә аяҡ бөкләп ултырырға өйрәнмәгән. Шуға күрә Буранбай ағастан үҙе бер нисә ултырғыс эшләп алғайны.

– Мин сығайыммы? – тип һораны егет.

– Сыҡма, һин дә ултыр. Бергәләп танышайыҡ юлсы менән. Егет йорт хужаһы янына һикегә ултырҙы. Буранбай Ғайсаның өҫтөндәге кейеменә ҡараны, муйынына аҫылынған биноклен нимә икәнен белгеһе килде. – Йә, һөйләп ебәр, ҡайҙан киләһең, ҡайҙа барышың, егет кеше? – тине ул мөләйем булырға тырышып. Ғайсаны ул Стәрлетамаҡ өйәҙенең етенсе кантонынан килгән кеше тип уйланы.

– Һеҙ ышанырһығыҙмы, юҡмы – үҙем ғәжәпләнеп торам, мин бынан йыраҡ булмаған ауылданмын.

– Үҙеңдең, ҡәрйәңдең, ауылығыҙҙың наме нисек?

– Мин Ғайса исемле, ауылым Яңы Ҡыйышҡы, халыҡ Ҡаран, ти.

– Ҡаран? Беләм ул ҡәрйәне. Типтәрҙәр йәшәй унда. Старшинаһы менән йыш ҡына осрашып торабыҙ.

– Әле һеҙҙә нисәнсе йыл? – тип һораны Ғайса Буранбайҙан, ауылын белгәнгә һөйөнөп.

– Һижри менән 1200 сәнә, ырусса 1785 сәнә булаҙыр.

– Ә мин 2015 йылда йәшәйем.

Буранбай был һанды аңламаны, оҙаҡ ҡына уйланып торҙо.

– Нисек беҙгә килеп сыҡтың? Кем ебәрҙе?

Ғайса нисек бар шулай һөйләп бирҙе.

Зөлхизә
Зөлхизә
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: