Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
13 Ғинуар 2023, 15:12

Онотолған изгелек. Сәфинә Ҡусҡарова

- Мөмкинме , апай? - тип ҡыйыр - ҡыймаҫ ҡына, тирмәндә , мин ултырған бүлмәгә минең тыуған ауылымдан бер егет килеп инде.Әле генә он һалдырып , инде ҡайтырға йыйынған егеттең кире боролоп ингәненең сәбәбен аңларға теләп , күтәрелеп уға ҡараным.

Онотолған изгелек. Сәфинә Ҡусҡарова
Онотолған изгелек. Сәфинә Ҡусҡарова

- Мөмкинме , апай? - тип ҡыйыр - ҡыймаҫ ҡына, тирмәндә , мин ултырған бүлмәгә минең тыуған ауылымдан бер егет килеп инде.
Әле генә он һалдырып , инде ҡайтырға йыйынған егеттең кире боролоп ингәненең сәбәбен аңларға теләп , күтәрелеп уға ҡараным.
- Ней бит әле , апай , бая кешеләр алдында һеҙгә әйтергә уңайһыҙланып , һеҙҙең бушағанды күреп , кире индем , һеҙгә рәхмәт әйтергә ! - тей миңә.
Был баҙнатһыҙ ғына ауыл малайына аптырап , йылмайып ҡарайым .
- Апай , мин һеҙгә ғүмерем менән бурыслы , бала саҡта Ҡыҙылда батып барғанда , һеҙ елкәнән тартып сығарған инегеҙ . Шунда һеҙ булмаһағыҙ , мин тере булмаҫ инем бит ...
Балалыҡ менән һеҙгә рәхмәт тә әйтергә баш эшләмәгән , ә шулай ҙа гел һеҙгә эстән генә рәхмәт уҡып йөрөйөм ! - тип һөйләне .
Хәҙер инде мин аптырауға ҡалдым .
Ферма янында ҡырсында һыу төшөп йөрөгәндә төптәрәк , тал ағасы янында сөмгөл тәрән урыны бар ине, аңламай ҡалһаң , өйөрөлтөп сумдыра ла алып китә , һыу йотоп сәсәп килеп сығабыҙ.
Шуғалыр бәләкәй балаларҙы шунда ебәрмәй , аңғартып аралай инек.
Бер ике баланы шулай тартып сығарған булды , тик был малайҙы иҫләмәйем шул.
-Ҡустым , мин иҫләмәйемсе , берәйһе менән бутайһыңдыр ул , ярай инде , рәхмәтеңә рәхмәт ! - тип ултырып ҡалдым.
- Һуң , апай , нишләп кенә бутайым инде , һеҙ булдығыҙ бит ! - тип сығып китте .
Был хәлгә тағы тиҫтәнән ашыу йылдар үтте .
Былтыр тыуған ауылымда ҡунаҡта булғанда ,
ошо хаҡта һөйләй ҡуйҙым .
Шунда тағы бер ауылдаш егет :
- Апай , унда мин дә булдым бит ! - тип әйтеп һалды . Шунан һөйләп бирҙе .
Бәләкәй күперҙә маз булып малайҙар һыу төшәбеҙ . Шулай һыу төшөп йөрөгәндә , ҡапыл берәүебеҙ бата башланы , һыу аҫтына китә лә , кире сыға , ауыҙына һыу тулып сәсәй башланы , батам тип ҡысҡырһа ла , беҙ янына бармайбыҙ тей . Балалыҡ менән аңламай ҙа торғанбыҙҙыр инде , йә үҙебеҙ ҙә батып ҡуйырбыҙ тип уйланыҡ микән .
Шулай ҡарап тороп батыр ҙа ине инде .
Юл буйлап күпер өҫтөнән ҡыҙҙар ҡайтып килә ине . Көлөшә - көлөшә ҡайтып килдегеҙ ҙә , арағыҙҙан тик һин генә беҙгә боролоп , ҡараның да кинәт туҡтап ҡалдың , беҙҙең аптырап торғандан уҡ хәлдең айышына төшөнөп , кейемеңде лә сисмәй , тура күперҙән һыуға һикереп , беҙҙең янға йөҙөп килеп етеп батып барыусыны ( исемен яҙмайым , бәлки хәҙер уңайһыҙланыр)ярға тартып сығарып , йөҙтүбән һалып, арҡаһына баҫып ауыҙының һыуын сығарырға ярҙам иттең .
- Тәрәнгә бармағыҙ , аңғарып йөрөгөҙ ! - тип йылмайҙың да , күпер өҫтөндә көтөп торған ҡыҙҙарыңа эйәреп ҡайтып та киттең .
Нисек тиҙ килеп сыҡтың , шунда уҡ юҡҡа ла сыҡтың, апай. Беҙ малайҙар менән аптырап тороп ҡалдыҡ .
Һине үҙе алла апа беҙгә ебәргәндер ул ярҙамға тип һөйләшәбеҙ тигән була😊
Шулайтып һөйләгәс кенә , кинәт иҫкә төштө...
Ярай инде , шундай ваҡытта яндарынан шулай үтеп барыуыбыҙ тура килгәнгә .
Беҙҙең дә шул бала саҡ бит инде , әллә еләк ашарғамы сыҡтыҡ микән , әллә сөгөлдөр утап ҡайтып килгән саҡ булдымы ...
Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡарыр тиҙәр бит , иткән изгелек онотолмауы , бәлки мине лә күп бәләләрҙән аралағандыр , кем белә.
Әле бөгөн рәхмәт белдереү көнөндә ошо хәл дә ҡапыл иҫкә килеп төштө...
Бер - беребеҙгә ихтирамлы, рәхмәтле булайыҡ , дуҫтарым🙏

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: