Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
11 Ғинуар 2023, 20:31

Үкенеү. Хикәйә. Римма Саньярова-Ғәлиәхмәтова.

-Тррр.Күршенең хәлен инеп белеп сығайыҡ әле,Марта.....Тәҙрә аша башын ҡалҡытып ҡарамаһала белә кем икәнен Вәсилә. Әлтәф,уң яҡ күршеһе инеп килә. Аты менән һөйләшеүе ғәҙәтенә ингән. Әлдә ул бар. Һуңғы өс-дүрт йыл Кремль һаҡсыһы тейерһең, бер үк ваҡытта иртәле –кисле хәбәрләшеп сыға....Кем инер, кем сығыр. Ауылда ниндәй хәбәр, яңылыҡтар.Зар –интизар булып күршеһен көтөп ултырыу –төп эше Вәсиләнең. Балалары ситтә. Үҙ тормоштары менән мәш киләләр. Ишеге асыҡ та бит, асып инеүселәре юҡ. Иң яҡындары-балалары, килендәре, ейән-ейәнсәәрҙәре....күренмәй.

Үкенеү. Хикәйә. Римма Саньярова-Ғәлиәхмәтова.
Үкенеү. Хикәйә. Римма Саньярова-Ғәлиәхмәтова.

Ауылдағы берҙән-бер мулланың иркә ҡыҙы булып үҫте. Үҙен дә иркәләнеләр. Атаһына булған иғтибарҙы ла күреп үҫте. Үҙенә лә шуға һәр ваҡыт иғтибар һораны. Оломо-кесеме, йәш айырмаһын бигүк күрмәне шул. Атаһын, ваҡытын тура килтереп кенә ололап аят-мәжлестәргә саҡыралар. Моҡсай тулы тәмлекәстәр ҡайта.Ҡаршы килеп һүҙ әйтеүсе юҡ. Ҡунаҡта һәр саҡ түрҙә. Ошоларҙың барыһы ла йоғонто яһамай ҡалманы әлбиттә үҫешкән осорҙа йәш балаға.

Мәктәптә тырышып уҡыны Вәсилә. Урам тулы бала-саға, рәхәтләнеп уйнап үҫте. Уҡытыусылары ла йәш, матур,алсаҡ ине.
Ауылда йәмғеһе алтмыш өй. Дүрт йыллыҡ мәктәп. Бер үк бүлмәлә дүрт класс ултыра. Бер ваҡытта белем бирелә. Беренсе синыфтарға хәреф өйрәтһә Миләүшә апалары, икенселәре күсереп яҙа. Өсөнсөләре яңы һүҙҙәр таба. Дүртенселәре ошо һүҙҙәрҙе йомғаҡлап, ҡағиҙәләрҙе барлап, табып хаталарҙы тикшерә. Нисектер өлгөр, булдыҡлы булған икән йәш белгес. Хәҙер генә аңлап була ауырлыҡтарын.
Эйй, баш тигәнең мәктәп йылдарына төшөп китте. Китек мейе тейер ине өләсәйе. Йә булмаһа шыйыҡ мейе. Беҙҙең ялан райондарында шундай шаяртыу ҙар йөрөй һөйләшеүҙә.

Уйҙарын теҙгенләгән минутта күршеһе дөбөр-шатыр килеп тә керҙе.
-Сәләмдәрме, күршемә.
- Сәләм, сәләм, Әлтәф туған. - Вәсиләнең тауышы йомшаҡ ҡына һыҙлатҡыс тауыш менән йәмһеҙ килеп сыҡты.
-Нимә булды, сырхап тораһыңмы әллә? Киленең кис мунсаға саҡыра. Инерһең, апай.
-Ярай, Алайһа, киске аш хәстәрләмәм. Ҡана, магазин туҡмасын биреп ебәрәйем әле. Балаларға, аш юғында йомортҡа менән ҡурырһығыҙ. Саҡ-саҡ йөрөгән аяҡтары менән ҡуҙғалыр булып туҡтап ҡалды. Ҡайҙа ҡуйғанын онотто бит, ҡәһәрең.

Күршеһе менән оло эш итеп, эҙләп-табып күстәнәс итеп биреп сығарғансы арыу ваҡыт уҙҙы. Хәтер, тигәнең.
...Тыуған ауылының дүрт йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, ике саҡрым йөрөп күрше ауылға уҡырға йөрөнөләр. Урамда 1987 се йылдар. Мулла ҡыҙы тип торманы, концерттарҙа ҡатнашты. Колхоз ҡарамағына сөгөдөр уташырға ярҙамға йөрөнөләр хатта. Эш яғына әрһеҙ булды. Атаһы, берҙән -бер ҡыҙының әүҙем тормошона кире булманы. Киреһенсә, затыңды бел, тыйнаҡ бул тип өгөт-нәсихәте менән генә оҙатыр ине.

Мәктәпте тамамлап, курстар үткәс, райпо магазинына һатыусы булып эшкә урынлашты. Алма беште, ауыҙыма төштө тигәндәй. Оҙаҡ та үтмәй кейәүгә сыҡты. Ауылдарына, Үзбәкстандан ғаилә төпләнгән ине. Аталары ошо ауылдан икән. Тыуған ауылына ҡайтырға булғандар. Ипле, тыныс Фаиль тигән улдары арбаны күңелен. Тыйнаҡ ҡына байрам табыны ҡороп йәш ғаилә башҡа сыҡты. Атаһы, нигеҙендә ныҡ торған иҫке мәктәпте һүтеп, тейешенсә һипләп, яңынан матур ғына өй булдырҙы. Тәү ҡарамаҡҡа, ярап торор булды атай һүҙе.

.....Аййй, көҙ етте.
Ҡапҡаһының, келәһе ватылып, бер генә сөйҙә ҡалып сыйнап-сыйнай. Иртәгә, Әлтәфте һорайым әле, нығытып ҡуйһын. Урам буйында кискә табан кеше күренмәй. Өй тәҙрәһенән урам яғына ҡарап күҙен ала алмай ултыра көнөн-төнөн. Ахырыһы,тормош юлында ярһыу хистәрҙән арынмағас, күргәндәре тыныслыҡ менән килде яңғыҙ ҡартлыҡҡа. Бар ине бит уның да мин-мин саҡтары!
Һәр көнө хәҙер шундай. Һағышлы, бөтмәҫ-төкәнмәҫ уйҙар менән.... Малһыҙ, туғандарһыҙ ҡалтыранып үтә һуңғы көндәре.Ҡайын ағасы япраҡһыҙ шаулай алмай, тәнеңә кейем кеймәһәң килешмәй..
Урта тәҙрәһенән ауылға ингән оло юл күренә. Ситтәрәк зыярат тороп ҡала. Дөлдөл кеүек ике ул үҫтереп ауыл акулсаһының юлын тилмереп күҙәтергә генә ҡалды...Ҡайтып килмәйҙәрме микән улдарым?
Тәрән һағыштарға баҫа Вәсиләне ошо ауылға ингән һуҡмаҡ. Күрше –күлән һирәк ингәс бейек үләндәр һарғайышып ултыралар өй алдында.
...Матур итеп йәшәп кителәр Фаиле менән. Бер-бер артлы ике улдары донъяға килде. Рамазан һәм Раиль тип исем ҡуштылар. Исем ҡушыуҙы атаһы үҙ өҫтөнә алды. Балалар үҫеп еттеләр. Икәүләшеп ире менә эшкә йөрөйҙәр. Балалар ҡул араһына ингән.Ҡәҙимге ауыл тормошо менән йәшәнеләр.
Бәләкәй бала аш һорай, үҫә килгәс теш һорай тейер ине өләсәһе. Ашы ярай билдәле инде, ә теше? Һуңынан аңлатты оло ғына Әсмә инәй, бына тиһәң , тел-таш икән. Тәрбиә мәғәнәһендә. Уртаҡ тел табып һөйләшеү, тәрбиәләү, дөрөҫ юл биреү.
Малайҙары үҫте лә китте. Стәрлегә сығып китеп, училещеларҙа уҡып һөнәр алдылар.Төнгө уйындарҙа тәртип боҙоу тигән нимә күрһәтмәнеләр, аллаға шөкөр. Тәртип яғы килешле булды. Һөйгән йәрҙәрен табып туйҙар үтте. Эйе, туйҙар үтте...Һәм башланды Вәсиләнең ҡараңғы тормошо.
Вәсилә генә ғәйеплеме, улдары йомшаҡ тел тапманымы әсәләренә, әллә һүҙ күтәрмәҫ килендәр эләкте? Фаиле бигерәк тыныс ҡаранымы?..Күп уйланды яуаптар эҙләп ....
Был хәлдәрҙән апаруҡ йылдар ғүмер уҙҙы. Ике ейәне, бер ейәнсәре бар хәҙер! Бәләкәй саҡтарында күреп ҡалды әлеү. Ҡайтып йөрөйҙәр ине балалары. Аралар әкренләп һыуынды. Яҡшы тәрбиәләгәнһең улдарыңды, шуға күреп ултыраһың тине бер әсе тел.
Оло улы менән кесеһенең никахтары йыл араһы ғына. Расхуд сыҡһала матур итеп өйләндерҙеләр. Килендәре йыраҡ райондарҙан. Белгән-ишеткән балаҡайҙар түгел. Юҡ шул, хушһынманы килендәрен. Яһил ҡәйнәгә рүлде ныҡлап биреп ҡуйҙы.
Таң менән уятыр ине ҡала кешеләрен. Ял итһендәр, эләккәндә-ҡайтҡанда тейеү юҡ. Туған-тыумаса ҡунаҡ йыйһа, оло эш ҡушып ҡуя. Эләгә-йығыла сабып сығып китәләр. Әлбиттә, һүҙләшеү китте. Артынан, Вәсилә илай башлай. Малайҙары кемде йыуатырға белмәй. Һуңынан ҡасып тигәндәй йәкшәмбе уҙыуын да көтмәй ҡайтып китәләр. Арттырып, килендәрен яманлап һөйләп йонсотто. Ҡуй, әсәй юҡты һөйләмә, тип Рамазанының инәлеүе лә ярҙам итмәне. Лида килене башҡа аяғын да атламаны төп йортҡа. Әйткән һүҙендә торҙо.
Ә, Гүзәл киленен нисек мыҫҡыл итте? Ауылдашын осратып нимә генә тип хурламаны. Йөрөп сыҡты, эсә башланы, нисек ҡотолорға белмәйбеҙ һәм башҡалар.Теге ҡатын шул уҡ көндө ауыл тултырып хәбәрҙе һөйләгән. Раиле менән килене такси яллап ҡайтып төштө. Дөрөҫмө, әсәй тинеләр.Эйе,тине. Дөрөҫөн әйтһәм, аңларҙар, ғәфү итерҙәр тип уйланы. Алдаған булһа шул саҡта , яҡшыраҡ булыр тип уйлай хәҙер...
Барыһы ла әсәләрсә көнләшеүенән килеп сыҡты. Аңын, йөрәген томаланы. Яуызлыҡ менән әсә мөхәббәтен бутаны. Ә бит матур тормош ине. Стәрленән туҡһан ғына саҡрым ауылдары. Көнөнә автобус ике юллай. Бәрәңге ултыртырға, бесән йыйышырға ҡайтып торҙолар. Юҡ инде, хөсөтләнде. Улдарының, килендәренә йомшаҡ һүҙле, ярҙамсыл, иғтибарлы булыуҙарын артыҡ тип күрҙе. Килендәр еңеп алған, йәнәһе. Тормош-һуғыш яланы түгел бит.

Иҫләһәң...Май айы ине. Тәҙрәләр асыҡ. Сирень ағастары еҫе бар донъяға һеңгән. Кәртә буйҙарында һуҡмаҡтар кипкән. Еңел аяҡ кейемдәре кейеп сығырға була. Еңел тип, аяҡта галуш. Ауыл кешеләре эш менән мәшғүл! Кемдер баҡса таҙарта, суп-сар яға. Иртәсел уңғанбикәләр мунса аҡлай, эскәмйәләрен буяй.
Лида килене иҫ китмәле матур ине! Матур тимәй әле үҙен, ихлас буяна. Керфектәрен оҙоон, ҡап - ҡара итеп, ирендәрен ҡыҙылдан көндөҙ хатта биҙәп ҡуя. Юҡ шул, асты ҡуйҙы бәләкәй сумочкаһын килененең, ирен буяғыстарын шалт итеп тәҙрә аша ырғытты. Ошондай йүнһеҙлектәр ҡабатланып торҙо. Балалары һирәкләтеп ҡайта башланы.Тормош иптәше шәкәр ауырыуынан үлеп китте. Яңғыҙлыҡ һиҙҙертә башланы. Әйтте ул ире, яуызланма. Килен кеше балаһы булһа, улдарың үҙеңдеке. Ситләтмә тип.
....Ике йылға бер ҡайтып китә хәҙер уландары. Хаттары һирәкләп килә. Рамазаны МЧС хеҙмәткәренә уҡып, Новороссийск ҡалаһына күсте. Әлтәф күршегә аҡса ебәреп тора, ут-һыуға, аҙыҡ-түлеккә.Раиле заводта эшләй.Ҡыҙҙары сирле тыуҙы шул. Дарыу, йүнәлтеүгә аҡса күп китә, һәр ваҡыт ике эштә эшләй. Дауалауҙың файҙаһы бар, аяҡҡа баҫып китер сабыйғына.Кесеһе йышыраҡ ҡайта, әлбиттә.Урам таҙартып, өйөн йыйыштырғылап, дауаханаға йөрөтөп китә. Рәхмәт инде балаҡайҙарына. Шул хәтлем этлек күрһәтеп тә ситкә сәпсим типмәнеләр.
Килен балаҡайҙарын һағына.. Күҙҙәренә ҡарап ғәфү үтенергә ине. Ярай ҙа ғына уландары менән айырылышмағандар! Ана, Рәмзиәнең килене туй күлмәге кейҙермәгәнгә ҡайтып та урамай. Хөрмәтенә күрә киленегеҙ шундай тигән.
Аҡыл ҡайһы бер берәүҙәргә һуң килә, һуң килһәлә мул килә тейҙәр.
-Лида киленем, Гүзәл киленем ғәфү итегеҙ мине. Яратам мин һеҙҙе. Көнсөлллөк боҙҙо аңымды.Ғәфү итегеҙ.Уландарым, ташлап ҡуймағанығыҙға мең рәхмәт. Килендәрем менән һау йәшәгеҙ,бәпестәрем. Оят миңә, һеҙҙе ҡыйырһытҡанға. Атайығыҙ рухына ғәфү итегеҙ, балаҡайҙарым. Көтәм, һеҙҙе, өҙөлөп көтәм. Йөрәгемде усымда тотоп йәшәйем, - тип хат яҙып һалды Вәсилә.
Хәбәрҙе күрше ҡыҙы аша оҙатҡанға бер аҙна тулды.
Көтәм.....Донъя әле үк йәмләнеп киткәндәй булды. Көтәм....

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: