Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
10 Ғинуар 2023, 17:33

Күп ҡатынлылыҡмы, аҙғынлыҡмы? Соцработник яҙмалары. Гөлдәр Кәлимуллина

Ғәҙәттәгесә, сираттағы әбейемә эшкә киләм. Телевизор ҡаршыһында бик иғтибар менән БСТ тапшырыуын ҡарап ултырған әбейем миңә ҡарамай ғына ҡулын иҙәп, мине саҡыра.

Күп ҡатынлылыҡмы, аҙғынлыҡмы?  Соцработник яҙмалары. Гөлдәр Кәлимуллина
Күп ҡатынлылыҡмы, аҙғынлыҡмы? Соцработник яҙмалары. Гөлдәр Кәлимуллина
 -Кил әле, кил, һеҙҙең бер националка-депутат һөйләй, башҡорттар өсөн күп ҡатынлылыҡ ҡануны кәрәк тей, оҙаҡламай ирең тағы ла бер бисә алып ҡайтһа, аптырама.
  Әбейҙәремдең аралашырға һыуһағанлығын белгәнлектән, һөйләгәндәренә артыҡ иғтибар итмәһәм дә, был юлы ҡолағым ,,ҡарп" итеп ҡалды.
 Тирләгән күҙлегемде һөртөп, телевизор янына килгәндә тапшырыу тамамланғайны инде, аҙаҡтан ҡыҙыҡһынып ҡабатлауын ҡарарға теләһәм дә, килеп сыҡманы, ваҡыттың да тығыҙлығы, интернеттың юҡ мәле.
  Мин был ҡанун сыҡһа, төптән ҡаршы буласағымды, иремде берәүһе менән дә уртаҡлашҡым килмәүемде белдерәм, үҙемсә төплө дәлилдәр килтерәм.
  Әбей мине үсекләп ғәрәп, төрөк ҡатындарын миҫалға килтерә.
   -Улар кеүек муйынға таҡҡан алтын сылбырҙарға, биҙәнеү-төҙәнеүгә ҡыҙыҡмайым, миңә трактор, машина,  квартира кәрәк. Көндәш алып килер булһа, ошоларҙы айырым алып бирһен һәммәһенә. Фатирын, пенсияһын тигеҙ бүлһен бөтә ейән-ейәнсәрҙәренә.
 Әбейҙең шаяртып үсекләшеүенә янып-ярһып ҡоҙоҡтан һыу ташырға сығып китәм, ысынын һөйләйҙер, юҡты һөйләп, уйлап сығарып ултыра торған әбей түгел.
Тыштағы эштәремде бөткәс, минең тынысланғанымды күреп, иҙән йыуғанымда әбей моңһоуланып үҙенең хәбәрен башлай.
  -Ә бәлки, яҡшығалыр ҙа был яңылыҡ, һин ирле булғанға ғына ирһеҙҙәрҙе аңламайһың. Мин дә үҙ ғүмеремдә күп тапҡыр иргә сыҡтым, еңел түгел яңғыҙ йәшәүе. Балалылар ярай балаларына әүрәй, ә минең кеүек яңғыҙҙарға ни эшләргә?
 Әсәйем, атайым һуғышта үлгәс һигеҙ баланы яңғыҙы күтәрҙе, ауыр, бик ауыр булды әсәйемә лә, беҙгә лә...  Һоратыусылар булғандармы, юҡмы белмәйем, әммә ирҙәр менән сыуалманы. Ғибрәт итеп ауылдағы берәүҙәр тураһында һөйләр ине, булған хәл был, юҡҡа һөйләмәгәндер, сит-яттарҙан беҙҙе ҡурсыған.
 Күмәк ғаиләлә үҫкән оло ҡыҙҙары минән аҙ ғына өлкән ине, бәлки тиңдәш тә булғанбыҙҙыр ҙа, тик ул ныҡ етди, ҡарт күренде.
Әсәләре сирләшкә булды, иртә китте яҡты донъянан, атаһы торғаны менән яуыз ине, ныҡ туҡманы бисәһен.
  Ауырыу ҡатыны теләгенә яуап бирмәгәндер, шул бәндә оло ҡыҙы менән йоҡлаған, әсәһенең күҙ алдында, бәлки, кесе туғандары ла белгәндер, тауыш-тын сығарманылар.
Ауырға ҡалғас, әсәһенә атаһы ҡыҙының ауырын төшөрөргә ҡуша, ҡыҙҙары бүтән балаға ла уҙманы, кейәүгә лә сыҡманы, халыҡ араһында ,,ҡыҙлай ҡартайҙы" тигән даны сыҡты.
 Шулай ҙа була хәлдәр, атаһы ла эскелектән иртә үлде, оло ҡыҙы бәләкәйҙәрен күтәреште, ташламаны, яңғыҙ ҡартайҙы, хәҙер мәрхүмә инде, урыны ожмахта булһын, Аллаһыбыҙ гонаһтарын ғәфү итһен.
Ул саҡта беҙҙең милләттә ике ҡатынлылыҡ алырға ҡанун булһа, бәлки, был фажиғә лә булмаҫ ине, кем белә, аҙғындарға ғына ҡанун йомшаҡ.
Эшемде тамамлап, уйланып сығып киттем.

Гөлдәр әбей.
 
Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: