Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
10 Ғинуар 2023, 14:57

Бабайҙар бар саҡта... Хикәйә. Мәүлиҙә Әхмәтйәнова

Күзмә бабайҙың өйө эргәһендә тәрән генә соҡор бар. Яҙ булһа, унда тауҙан ағып төшкән һыу йыйылып ята. Ул хатта йәй көнө лә ҡоромай, ә иңе-буйы бер ун - ун биш метр ғына ер тәрән һаҙлыҡҡа әйләнә лә ҡуя. Соҡор уртаһындағы был һаҙлыҡҡа мал-тыуар, йышыраҡ быҙауҙар килеп төшөп интегә, ҡорһаҡтарынан батҡаҡҡа батып, уларҙы тартып сығарғансы, мөңрәп тора.

Бабайҙар бар саҡта... Хикәйә. Мәүлиҙә Әхмәтйәнова
Бабайҙар бар саҡта... Хикәйә. Мәүлиҙә Әхмәтйәнова

Күзмә бабай шунда йыуан ғына бүрәнә һалып ҡуйған. Соҡор барлығын иҫкәртергә теләгәндер. Әллә сит машиналар йорт алдындағы сирәмде таптамаһын, тип уйланымы? Шулайҙыр, был тирәлә машина менән йөрөргә рөхсәт миңә генә тигәндер.

Был Запорожец»-ты уға хөкүмәттән һуғыш ветераны булғаны, фронттан уң аяғын юғалтып ҡайтҡаны өсөн биргәндәр.

Уң аяғың киҫелгәнме, һулымы, әллә ни айырмаһы юҡтыр ул, ә бына ҡулдың уңы, йә һулы юғалыуы−әһәмиәтле. Уң ҡулыңды юғалтһаң, нисек эшләмәк кәрәк?

Бына Күзмә бабайҙың ике ҡулы ла урынында булғас, ул ауыл кешеһе башына төшкән, бөтә эште эшләй, башҡа урам ҡарттары шикелле тик ултырғанын күрмәҫһең. Һәр яҡҡа ла өлгөрә, беҙҙе лә тик ултыртмай. Аяҡһыҙ тип тә әйтмәҫһең.

Машинаны уға бик күптән биргәндәрҙер, сөнки мин белә-белгәне бирле, ул ҡарт ине, шул машинаһынан төшмәй, артабан бергәләшеп ҡартайыуын ғына белде.

Бына әле лә, көн боҙолоп тороуына ҡарамай, ул капотын асҡан да, шаҡы-шоҡо машинаһын аҡтарып маташа. Ә мин ҡул аҫтында. Ғәҙәттәге хәл −быныһын ҡуй, тегеһен алып бир! Хәйер, ул бик ҡысҡырынмай.

Дәртле генә итеп: “Улым, бар әле май тултырылған канистраны килтер!”

Гаражға йүгереп кенә барып киләм. Уға әллә минең сырайым оҡшамайны: “Ух, һине! Йөрөйһөң ишәк кеүек!” Ә үҙе, тайҙыҡы шикелле тештәрен ыржайып йылмая, күҙҙәре лә яратып ҡына ҡарай..

Шундай холҡо бар, эшләгәндә бер кемде лә яҡын килтермәй, өндәшмәй-нитмәй танау аҫтынан берәй көй мыңғырҙап, аҡрын ғына үҙе маташа. Уның йырҙарының һүҙе юҡ, сөнки үҙе өсөн генә башҡарыла.

Ниндәй эш ҡуша, шуны эшлә. Артығын ләпелдәмә, еңмешә күрмә! Ҡулдары ана ниндәй, бик оҙаҡ уйлап тормаҫ, ҡармап эләктереп тә алыр. Шулай Күзмә бабай менән тик ултырып булмай.Үҙе лә тынғыһыҙ, һиңә лә тынғы бирмәй.

Моторына ҡарап онотолоп тора әле. Бигерәк оҙаҡ тора, күрәһең, двигатель түгел, ә донъя хаҡында уйға батты шикелле.

Ә мин арыным да инде. Яратмайым оҙаҡ итеп баҫып торорға. Ултырырға кәрәк, йә берәй нәмәгә һөйәлергә кәрәк, хатта теш таҙартҡанда ла, стенаға булһа ла усымды терәп торам. Тап шуға ҡайһы саҡта был ҡайҙан хәл ала тип, Күзмә бабайға аптырап ҡарап ҡуям.

Ҡартинәйем: “Кинәт буйға үҫтең дә, утығып етмәгәнһең, шуға көсөң юҡ, аҙраҡ ит ултырһын, шәбәйерһең”, тип йыуата. Ә Күзмә бабай уның һүҙҙәренә ҡаршы, бер бармағын күтәрә лә: “Эшләргә кәрәк! Бына шунда шәбәйер!”−тип өй яңғырата.

Арыраҡ киттем дә, тубыҡтарымды ҡосаҡлап сирәмгә ултырҙым. Саҡырһа, йүгереп барырмын әле.

Күршеләргә рәхәт ана, Күзмә бабай үлән тапалмаһын өсөн һалған бүрәнәгә ултырғандар ҙа, тәмәке көйрәтә-көйрәтә ғәйбәт һата. Бабайҙарҙың һөйләшеүенә ҡолаҡ һалам, улар араһында Латип абзый ғына ҡарт түгел, ул , ғәҙәттә, ҡарттар менән дә ултырмай, ә был юлы эшкә китергә машина ғына көтә, улар ауылдан ары нәмәлер төҙөй буғай.

Вәли ҡарт Күзмә бабайҙың эшләгәнен күптән күҙәтеп ултыра ахыры:

 

Күзмә бына, исмаһам, булған кеше. Аяғы юҡ бит әле, ә бына етмәгән ере юҡ. Ҡара, ниндәй матур гараж төҙөп ҡуйҙы?—барыһы ла беҙҙең яңы гаражға боролоп ҡарай,− Сатан күп йөрөр, һуҡыр күп күрер тип, бер ҙә юҡҡа ғына әйтмәйҙәр.

Әйе, тим эстән генә. Күзмә бабай күберәк бойороҡ биреп кенә ултырҙы, ә йүгерҙек беҙ: иҙмә ташыныҡ, ҡом, кирбес, ташлы ҡом.

Дөрөҫ кирбесте үҙе һалды, сөнки беҙҙҙең ундай оҫталыҡ юҡ әле.

Тик ҡыҫылмайым, сөнки ололар һөйләшкәндә тыңлап ҡына ултырһаң да бик яҡшы.

Э-э-й, Күзмә бабай йәшендә, уның кеүек йүгереп йөрөһәк, бик шәп булыр ине әле ул,−Латип күрше миңә ҡарап күҙ ҡыҫты ла, кинәт кенә тороп китте һәм оло юлға сыҡты, сөнки тыҡрыҡта уның машинаһы күренде.

Кузовҡа төҙөүселәр бригадаһы эшселәре тейәлгән, улар шунда уҡ геүләшә лә башланы. Латип абзыйҙы, барып эшләй тораһың ҡалған, һиңә ике аҙым атлайһы, тип, шаяртып та алдылар. Икәүһе ҡырға килеп, уға өҫкә менергә ярҙам иттте, ә шофер кабинанан башын сығарҙы.

−Әссәлә--мәғәләйкүм, бабайҙар!

−Мәғәләйкүм-әссәлам.

Шунан, Күзмә бабай яғына боролоп, ҡулын болғаны:

Арыумы, бабай!

Күзмә бабай ҙа иҫәнлек алып, машина майынан ҡап-ҡара булған ҡулын күтәрҙе. Ә шофер, әйтерһең, шофер түгел, ә колхоз рәисе, бер аяғы менән баҫып, өҫкә күтәрелде лә, кузовта ултырыусыларҙы тикшереп сыҡты, шунан ишеген шапҡытып япты ла, машина ҡуҙғалып та китте.

Күпмелер бабайҙар, уларҙы ҡаплап алған туҙанды елпеп, тик кенә ултырҙы, шунан ары Күзмә бабайҙы тикшерергә тотондо.

Тел биҫтәһе Вәли ҡарт һөйләй. Ул тел биҫтәһе булһа ла, ҡолаҡҡа ҡатыраҡ. Тик ишетмәгәнен һиҙҙермәй, был хаҡта барыһы ла белә, тик белмәгән булып ҡыланалар.

Чебыный тыңлап ҡына ултыра. Ул һөйләй башлаһа, аҙағына тиклем әйтеп бөтөрә алмай, ҡулдарын ян-яҡҡа һуҙа ла һыйыр шикелле мөңрәп ҡуя.

Ә дуҫым Таһирҙың ҡартатаһы Сабирьян бик һирәк һүҙгә ҡыҫыла. Ул өндәшмәй генә тыңлай. Таяғын алдына сығарып, ергә ҡаҙаған. Уны устарын береһе өҫтөнә икенсеһен һалып тотҡан килеш, бары башын ғына ҡағып ҡуя. Ҡайһы саҡта эйе, шулай, тигән мәғәнәлә, таяғы менән ерҙе лә төйөп ҡуя.

−Ышанмаҫһың, бер көн,− тип дәртләнеп китә Вәли ҡарт, − бер уструмент кәрәк булды, инһәм, ҡарт түбәриткәгә ултырған да, утын яра. Шарт та, шорт килтерә, малай.

 

Бына Күзмә бабайҙы күргән, ә янында минең дә ярып маташҡанды, аҙаҡ бөтә утынды бер үҙем өйөп ҡуйғанды күрмәгән.

 

Бер аҙ Күзмә бабайҙы күҙәтеп ултырҙы ла, Вәли ҡарт артабан дауам итте:

Ә нисек ишек яңаҡтары ултыртып ҡуя, ике аяҡлылар ҙа улай эшләй алмай бит.

Чебыный түҙмәне:

Рамды аяҡ менәнме...һүҙенең аҙағын әйтеп бөтөрмәне, бары телһеҙ кеше шикелле мөңрәп, ҡулдарын ғына ян-яҡҡа һуҙып ҡуйҙы.

Вәли ҡарт уны ишетмәне лә шикелле, үҙенекен һөйләй бирҙе:

−Шулай, һөнәрһеҙҙәр! Ҡулдарынан килмәй, - кемдәндер һорағандай ҡысҡырып әйтеп ҡуйҙы. Ә кем шулай оҫта итеп мейес сығара?Яуап көткәндәй ян-яғына ҡарап, ары һорай,−Кемде шулай почет менән ауылдан-ауылға йөрөтәләр ? Әйт әле! Яҡын-тирәлә юҡ

 

ундай оҫта мейес сығарыусы. Минекен ул сығарҙы, паровоз кеүек тарта.

Таһирҙың ҡартатаһы Вәлиҙең торбаһынан сыҡҡан төтөндө ҡарап, тишекле эшләпә кейгән башын ғына һелкте.

Чебыный шатланғандай ҡысҡырып ебәрҙе:

Паровоз! Чистый!—ҡулдарын һелтәп мөңрәп бөтөрөп ҡуйҙы.

 

Күрәһең Күзмә бабай мейесте шәп итеп кешеләргә генә сығарған. Бер үҙенекен яғып ебәрҙе төтөн! Ә ул эш бөтөү шатлығынан һалып та алған, уға инде бер нәмә лә кәрәкмәй.

Ҡартинәйем төтөнгә сәсәп, әрләшә-әрләшә кире һүтеп, яңынан сығарып ҡуйҙы. Яғып та ебәрҙе: шалт! Геүләп тартып та алып китте.

Әлбиттә, был турала уйлап ҡына ҡуям. Үҙ өйөңдәге хәлдәрҙе кем инде тышҡа сығара, үҙенекеләрҙе хурлап ултыра.

 

−Һеҙ белмәйһеҙ, уның тағы бер һөнәре бар ине бит әле, − тип дауам итә Вәли ҡарт, бер аҙ туҡтап торғас,− ул элек шундай оҫта итеп гармун яһай торғайны. Ҡулыңда ғына тотоп торорһоң. Әллә ҡайҙарҙан уструментты һорап киләләр ине. Шулай … Ҡыңғырауҙары зыңғырҙап тора. Яңғырап торған тальян гармундар яһай ине ҡарт,−ян-яғына әйләнеп,−Тальян гармун тиклем, тальян гармунды һин эшләп ҡара әле?

−Ҡара әле һин, гармун? Тальян гармун?

 

Әйтәм Күзмә бабай, әйләнә лә; “Мин һине гармунһыҙ бейетермен!”−тип янай. Үҙе гармун яһаған кеше, башҡаларҙы гармунһыҙ ҙа бейетә ала инде. Һәр кем гармун яһай алмай бит. Арала шундай көскә эйә берәү була инде. Мин дә бит ана, ул нәмә әйтһә, йүгереп торам.

Йүгермәй ҡара!

 

Өндәшмәй, эшләпәһен генә һелкетеп ултырған Таһирҙың ҡартатаһы майланмаған арба шикелле тауышы менән:

−Халыҡты кәртешкәгә төшөрөп, рәсемдәрен яһап, таратып ятҡанын беләм, ә гармун яһағанын беренсе мәртәбә һинән ишетәм, − тип һүҙгә ҡушылды.

Чебыный иҫенә төшөргәнәгә шатланып:

−Ә кина?—ғәҙәтенсә мөңрәп, устарын йәйҙе.

Таһирҙың ҡартатаһы һөйләй башланы, тик уның тамаҡ төбөндә нимәлер боғорҙап китте, ул туҡтап ҡалды, оҙаҡ ҡына итеп йүткергәс, дауам итте:

−Бала-сағаға ғынамы, ярты ауыл йөрөнө бит ул фильмдарҙы ҡарарға. Һин бала-саға ғына тиһең. Шундай ирмәк ине. Мут филма тип атала ине, ә ул мут филмаларҙан көлә-көлә эс ҡата, тәҙрәләр зымбырлай ине.

 

Быларын ишеткәс минең дә тәндәрем зымбырлап китте. Ваттыҡ бит беҙ уны, ул диафильм күрһәтә торған нәмәне. Ул нисек эшләй икән, тип эсен аҡтарып ҡараныҡ. Аҡтарыуын аҡтарҙыҡ, ә йыя алманыҡ. Бына шунда ағай менән икебеҙҙе Күзмә бабай гармунһыҙ бейетте лә инде.

Вәли ҡарт нимә хаҡында һүҙ барғанын ишетмәне лә шикелле:

−Кинаһына йөрөмәнем, белмәйем, ирмәк булғандырмы, ә бына радио тыңларға кергеләнем. Маладис, һүҙ ҙә юҡ, бик шәп радио көйләп ҡуйғайны. Ниндәй кансирттар тыңлатты. Элек бит йырсыларҙа, исмаһам, тауыш бар ине. Илһам Шакиров үҙе ун йырсыға торорлоҡ ине. “Ҡара ла ғына урман, ҡараңғы төн...”, тип һуҙып ебәрһә, малай, илаһылар килеп китә торғайны. Күп тыңлаттырҙы ҡарт, рәхмәт.

 

Күрше-тирәгә рәхәт. Урамы менән килеп тулалар, ә беҙгә боролор урын да булмай. Етмәһә, ҡалаға барһаҡ, Күзмә бабай шул радиоға батарей эҙләттереп, күҙ аҡая торғайны. Был магазинға киләһең−юҡ, теге магазинға инәһең−юҡ.Арып-талып саҡ эҙләп таба инек. Уныһы ла оҙаҡҡа сыҙамай, көсө бөтә лә ҡуя.

 

Күзмә бабай машина тирәләй ҡултыҡ таяҡтарында һайыҫҡан шикелле һикергеләп, әллә ни оҙаҡ та йөрөмәне, биҙрә тип әйтер ере лә ҡалмаған, бәрелеп һуғылып, йәнселеп бөткән биҙрәгә таяғы менән төртөп: “Улым, йүгертеп кенә ҡойонан һыу алып кил! Ҡара уны, яҡшылап ҡына йыу! Булды, тип әйтеп ҡуйырлыҡ ҡына булмаһын!

Машинаһын йыуырға булғас, тимәк ҡалаға барырға йыйына. Кәйефе булып ултыртып та алыр әле. Шундай уйҙар менән, етеҙ генә һыу алып килеп, күрһәткән сепрәген тотоп, машинаны йыуа башлайым.

Үҙе күрше бабайҙар янына килеп, аяғын һуҙып ултыра, ә таяҡтарын шалтыр-шолтор килтереп, йәнәш һөйәй, тәмәке көйрәтә.

Минең тыз-быз йүгергеләгәнде арттан дүрт пар күҙ тикшерә. Һыуға тағы бер биш мәртәбә генә барып килгәнмендер, төрлө яҡтан сайҡаным, машина өр-яңы шикелле ялт итеп китте. Биҙрәне ситәнгә ҡаплап: “Булды! Ялтырап тора! Шик-блеск!” –тип ҡысҡырам.

Күзмә бабай төкөрөп тәмәкеһен һүндерә лә, юл яҡҡа аттырып ебәрә:

−Шик тиһеңме? Һин бик шикле малай инде, былай ҙа,—аттыҡы шикелле эре тештәрен рәте менән күрһәтеп ыржая ла,−Киттек, улайһа!—тип ҡулын һелтәй.

Ур-ра-а!

−Бар әле, минең теге пинжәкте алып сыҡ!

−Ауырынмы?

Ул эйе, тип ҡулын ғына болғап ҡуя. Мин йүгереп өйгә инәм, ҡартинәйемә миҙаллы пинжәкте алып бирергә ҡушам, уның бөтмәҫ-төкәнмәҫ һорауҙарына, ҡулдарымды ян-яҡҡа йәйеп, белмәйем, тим.

Күзмә бабайға пинжәген кейергә ярҙамлашам, машинаға инеп ултырам да, ҡайышын эләктереп тә ҡуям.

Маладис! Киттек!

 

Күзмә бабайҙың, нимә уйлаптыр, борсолоп килгәнен һиҙеп, өндәшмәй генә барам. Ауыл боролмаһынан ҡала юлына сығыу менән, ул, бөкөһөн асып енен сығарҙылармы ни, миңә ҡарамай ғына башлап ебәрҙе:

−Шайтан алғыры!

Былай тип ул бик асыуы килгәндә генә әйтә, сөнки ҡартинәйем асыулана, бына кем яратмай был һүҙҙе.Шунда уҡ шайтанды саҡырма, тип туҙына башлай, нимә саҡыраң, шул алдыңа килер, ти.

 

Шайтан алғыры! Вәлигә биргәндәр, Сабиръянға биргәндәр, Чебыныйға, плендә булһа ла, биргәндәр… Ә миңә? Мин аяғымды ҡалдырып ҡайтһам да юҡ. Юҡ! Күзмәг-ә миҙал юҡ. Гвардии рядовой Күзмәгә ниположно…

Ә-ә-ә, бына ни өсөн ҡалаға китеп барабыҙ икән.

 

9 майҙа һуғыш ветерандарына миҙал килтереп тараттылыр. Клубҡа йыйып, һәр береһенә тағып та сыҡтылар, өҫтәл төҙөп, йөҙәр грамм да һалдылар. Ә беҙҙең Күзмә бабайға миҙал бирмәнеләр. Ул буш ҡалды. Стаканына ла йоғанманы.

Эсәһем килһә, йәщщиге менән еффәрәм мин аны,—стаканға сиртеп, Мының менән ауыҙымды ла бысратмайым,−тине лә, миңә ҡаты ғына итеп,− Әйҙә, ҡайттыҡ, йорт тулы эш!

 

Таяҡтары менән иҙәнде шаҡылдатып клуб ишегенә лә йүнәлде, мин ишекте асып өлгөрәйем тип, алдан саптым.Уның менән йөрөгәндә, эшем шул. Ул бит үҙе аса алмай. Беҙ машинаға ултырып ҡайтып та киттек. Байрам итер урынға ҡыяр түтәле өсөн, тиҙәк өйөргә тура килде, ә ул үҙе япма ҡороп маташты.Шулай, бик күңелле йәшәйбеҙ беҙ Күзмә бабай менән.

 

Кем унда шулай, ветеранды төшөрөп ҡалдырып, исемлек төҙөгән? Бына шуны асыҡларға китеп барабыҙ инде.

Ул әрләшергә булып китте, тәүҙә уның уйынса ғәйепле булған кешеләрҙе, кем теленә эләгә шуны, һәр береһен айырым тиргәнеҙаҡ ышаныслыраҡ булһын типме, тәүҙә атап киткән һәр кемде төшөрөп ҡалдырманыммы икән тип, тағы бер ҡабат әрләп сыҡты. Бынан һуң барыһын да дөйөмләштереп битәрләне, кемдәрҙең исемен белмәй, уларын һөнәре менән йә, яман исем атап тиргәне. Хәл йыйып алғас, шайтан алғырынан һалдырып яңынан тотондо:

Шайтан алғырылар! Улар бәлки шулай тиҙәрҙер. Эй, кем ул Күзмә? Төшөрөп ҡалдырһаҡ та ярар,− бер аҙ шартларҙай булып ултырғандан һуң,−Төшөрмәй тороң әле Күзмәне! Иҫән саҡта умырып алырмын положныйын.

Килеп еткәнсе, ул бары ошо хаҡта ғына һөйләп барҙы.

Мин хәрби комиссариатҡа инмәй (унда миңә нимә ҡалған?) машина эсендә генә ултырып торорға уйлағайным…Ҡайҙа ул?

Ул клубтағы кеүек бик дәртле итеп:

−Әйҙә, улым, кем нәҫеленән икәнеңде онотма! Беҙ Шағали Шаҡман тоҡомонан. Китт-е-е-к! Бер иҙәндә гармунһыҙ бейетәбеҙ беҙ аларҙы, тип, көн болотлап тороуға ҡарамаҫтан, ең аҫтары һүтелгән иҫке курткаһын машина эсенә ырғытты ла, пинжәгендә генә, ҡултыҡ таяҡтарына таянып, миҙалдарын шалтыратып инеп китте. Мин уның алдында ишек асып, ябып торҙом.

Миңәкомиссарға!тип, ишек һаҡлап ултырыусы ҡатынға урыҫсалап ҡысҡырып, алға үттек.

Килеп тә инде, иҫәнлек тә һорашып торманы:

Иптәш ваенком! Шту такой? Вәлигә, ызначит, миҙал бар, Сабиръянға бар, Чебыныйға, пленгә эләкһә лә, бар… Ә миңә, ызначит, мин аяғымды ҡалдырып ҡайтһам да, миҙал юҡ. Күзмәгә миҙал юҡ.

Аптырап өстәл артынан тороп баҫҡан хәрби кеше, башта бер нәмә лә аңламай торҙо. Шунан башына барып еткәс, ул мыйығын бороп ҡуйҙы ла, өҫтәл аҫтындағы тартманы шытырҙатып һурып алды. Ике ҡуллап тотоп, Күзмә бабай алдына шап иттереп килтереп ҡуйҙы:

Теләгәнен һайлап ал! Как говориц-ца!

Күзмә бабай бер миҙалды һайлап алып, түшенә ҡаҙап ҡуйҙы.

Ә дүкәмите! тине ул миҙал һорағандағы талапсан тауыш менән.

Хәҙер! Ҡайҙа китһен! Хәҙер! Эшләйбеҙ уны! Как говориц-ца!

 

Ул өҫтәл аҫтындағы икенсе тартманан бәләкәй генә зәңгәр төҫтәге кенәгәне алып, ҡулын өҫкә үк күтәреп, шап итеп мисәт һуҡты ла:

Ә фамилияңды үҙең ҡуйырһың! Как говориц-ца! тип, Күзмә бабайҙың ҡулын ҡыҫып, уға тотторҙо.

Ул күҙенең ҡыры менән генә башҡалары янында ялтырап торған яңы миҙалға ҡарап ҡуйҙы, йәнәмәһе, күрҙеңме, беҙҙекеләрҙе!

Урамға сыҡҡас, яңы миҙалды тотоп ҡараным, ул башҡаларына ҡарағанда еңел генә тойолдо.

 

Мин инде, ашханаға инеп ашарбыҙ ҙа (ҡалаға килеп кәтлит тә ашап ҡайтмағас), тиҙ генә ауылға ҡайтып китербеҙ, тип уйлаһам, пландар бөтөнләй икенсе төрлө һыҙылған булып сыҡты:

Хәҙер мин һине бер ергә алып барам. Бына шундай кешегә!

Ул баш бармағын күтәреп, ул кешенең шәплеген күрһәтте, −Йөҙә беләһең бит? Во, һыу төшөрһөң.

Йылға буйында урынлашҡан бер йортҡа килеп туҡтаныҡ. Оло ғына йәштәрҙәге бер бабай беҙҙе ҡаршы алды.Ҡарсығы өҫтәлгә аш-һыу ҡуйҙы, бер ярты сығарҙы. Мин хыял иткән кәтлит –маҙарҙары юҡ ине, шулай ҙа тамағымды туйҙырҙылар, аҙаҡ йортта йөрөгән эт менән уйнаным, баҡсала торған кәкүктә атындым. Әбей мине, бәләнән баш-аяҡ тип, һыуға ебәрмәне. Күзмә бабайға әйҙә, ҡайтайыҡ инде, тип әйтергә ҡыймай, унда бәрелеп, бында һуғылып, йөрөнөм.

Ул ҡунаҡта ултыра торғас ҡыҙып уҡ китте:

−Иптәш военком тим, Вәлигә бар, Сабирьянға бар, Чебыныйға, плендә булһа ла бар. Ә миңә, ызначит, аяғымды ҡалдырып ҡайтһам да юҡ. Теге честь биреп, минең алда ысмирна тора...Ҡалтырап төштө! Ҡуйҙы минең алға бер тартма миҙал. Һайлап ал ти, гварди рядовой Күзмә

Беҙ ҡайтырға сыҡҡанда ҡараңғы төшкәйне инде. Әбей менән бабай, тәүҙә: “Ҡунып ҡал, нисек былай ҡайтып етерһең?”−тип, ҡыйыш тейәгән Күзмә бабайҙы бик оҙаҡ ыҡҡа килтерергә тырышты. Ҡайҙа ул!

Гварди рядовой Күзмә!…Врагу не сдайо-о-тся, наш славный Варя-а-к…

Улар Күзмә бабайҙы көскә, ике яҡтан ҡултыҡлап килтереп машинаға ултыртырға йыйынһа, ул ҡултыҡ таяҡтарын талап итте:

−Улым,−буйынан буйына теҙелеп киткән ат тештәрен ыржайтып йылмайҙы ла,− Бер аяғым бында! Ә тағы ике аяғым ҡайҙа?

 

Беҙ яҡшы ғына йырлай-йырлай ҡайттыҡ. Мин Күзмә бабайҙың һорауы буйынса «Взве-е-йса костр-а-ами..»-нан башлап, «Вихри вражд-е-ебные…»-ға хәтлем белгән йырҙарымды дәртле генә итеп йырлап ҡайттым.Ҡайҙа һүҙҙәре хәтерҙә ҡалмаған, үҙемдекен ҡушып ебәрҙем.

Аҙаҡ тыңлаусым талап иткән, “Өс ҡоҙоҡ”-то башҡарҙым.

Бында инде һүҙҙәрен дә уйлап тораһы түгел, әйҙә “Өс ҡоҙо-о-оҡ−три колодца...” Һуҙ да, һуҙ.

Ауыл боролмаһына етәрәк ҡарайым, Күзмә бабайҙың күҙе йомолоп-йомолоп китә башланы, мин уның ҡолағы янынараҡ килеп аҡырам, ул уянып китә. Шулай ҡайтып еттек тигәндә

Мин инде йырлауҙан туҡтаным, сөнки белгән бөтә йырҙарымды йырлап бөттөм, ә “Өс ҡоҙоҡ”-то һуҙырға тамағым ауырта. Машина уты ла ауыл өйҙәрен дә яҡтырта башланы. Килеп еттек.

Шул ваҡыт, ниндәйҙер бер шайтан, башҡаса булыуы мөмкин түгел, сөнки бына тигән генә килеп ултырабыҙ. Моғайын, әле юлға сыҡҡанда Күзмә бабай бөкөнән сығарған шайтандыр, машинаны әйләндереп ебәрҙе лә, әллә ҡайҙа йәһәннәм аҫтына алып төштө лә китте.

Бәхеткә ҡаршы, йәһәннәмдең яҡшыһына эләктек, ҡайнап ултырған ҡаҙанға түгел ине. Быныһы инде башҡа аҙаҡ барып етте.

Күпме ултырғанмындыр, иҫемә килһәм, сәйер тойғо шул тиклем рәхәт. Тормошта улай ҙа рәхәт, булмай. Бәлки яҡты донъя шулай татлылыр? Әллә ошо арауыҡмы?

Аңыма килгәс, әһә, бына йәшәү шулай була икән, тим. Нисек ҡыл өҫтөндә икән барыһы ла?

Былар, шул саҡта ҡылт итеп килеп төшөп, йүгереп үткән тиле-миле уйҙар.

 

Рәхәтлеген рәхәт, ә тубыҡтан һыуҙа ултырам, башым, бәрелгәнме берәй ергә? Үлтереп ауырта.

Ә Күзмә бабай… башын рульгә һалған да, ғырлап йоҡлай.

Ниндәй йәһәннәмгә килеп төшкәнебеҙ башыма барып етте.

Күҙгә төртһәң күренмәҫлек ҡараңғы төн. Ишектәр асылмай, һыйпанып, тәҙрәне аса торған тотҡосто таптым. Ҡымшанмай ҙа. Тырыша торғас, әйләнә башланы был. Тәҙрә быялаһы сыйылдай-сыйылдай аҫҡа төшә. Шунан ултырғысҡа баҫып, сыҡтым тышҡа. Аяғымды тартып алып, ергә баҫыуым булды, баттым.

Батҡаҡта торған быҙау шикелле мөңрәйһе генә ҡалды.

Машинаға йәбешеп, алмаш-тилмәш аяҡтарымды һурып алдым, ә кроссовкиларым төптә тороп ҡалды. Ялан аяҡ ҡырға тиклем шап-шоп атлайым. Сыҡтым батҡаҡтан, дүрт аяҡланып өҫкә мендем.

Кемдер һөйләшә:

Машина уты ялтлаған кеүек булғайны, ҡайҙа юғалды һуң? Ҡартинәйемдең ҡаршыға сыҡҡаны башҡа барып етте.Уның тауышына ҡаршы барам. Ул фонарь яҡтыһында мине күргәс , ҡото алынып, ҡысҡырып уҡ ебәрҙе:

−Ай, Алла! Тьфу! Тьфу! Бисмилла? Шайтанмы әллә?

−Ҡәртнәй! Ҡурҡма! Был−мин!—тип уны тиҙ генә тынысландырҙым да, өйҙәгеләрҙе, күршеләрҙе уятып, фонариктар алып, киттек Күзмә бабай артынан.

Уны машина эсенән саҡ һөйрәтеп сығарҙыҡ. Үгеҙ шикелле ауыр кәүҙәле кешене, ул соҡорҙан нисек алып менгәнебеҙҙе һөйләп тә тормайым. Алып менгән кешеләр үҙҙәре генә белә.Ҡара тиргә баттыҡ.

Күзмә бабай ғына бот сабып:

Бына һиңә мә! Мин бындамы ни әле? Артыма еппәрҙем малай, ер убылып, йәһәннәмгә төшөп киттем, тип торам… − ә үҙе маҡтанырға ла онотманы,− Ә миҙалымды, ҡарсыҡ, шулай ҙа, алдым! Тик улым ана, еңел генәһен биргәндәр , ти. Мин әйтәм:

Ярай, еңеле лә. Ауырын һуғышта ғына бирәләр, тим.Быныһы уның былай ғына.

Һалҡын мунсала йыуынып, саҡ өйгә инеп йығылдыҡ.

 

Икенсе көндө ҡарайым, Күзмә бабайҙың эҙе лә юҡ. Ҡартинәйҙән:

−Ҡайҙа?—тип һорайым.

Ә ул:

−Ә-ә-ә... Трактор эҙләп китте,−тип ҡулын ғына һелтәй

Трос менән тарттырып “Запорожец”-ты соҡорҙан сығарҙылар. Сирәм өҫтөнә ҡабат брезент йәйеп, Күзмә бабай машинаһын ҡутара башланы. Миңә ғәҙәттәге эш−быныһын ҡуй, тегеһен алып бир! Былай ул бик ҡысҡырмай. Ҡайһы саҡта аттыҡы шикелле тештәрен күрһәтеп, ыржая ғына.

Мин сиҙәмгә брезент түшәнем, ул капотты асты, мин асҡыстар алып бирәм, ул туҡылдай. Тиҙ генә барыһын да теҙеп һалдыҡ, таҙарттыҡ, майланыҡ. Төш ашарға туҡтап, ярты сәғәт ятып та алып, кискә тиклем ҡыйышҡанбыҙҙыр. Мин кискелеккә бешкән, ҡыуырылған бәрәңге ашап ҡалғанмын, ә ул шул арала әллә ҡайҙа сығып та киткән.

Ҡыҙып алһа, Күзмә бабай комиссарҙың, уны хөрмәтләп, честь биреп, ҡулын маңғайына ҡуйып,тура баҫып торғанын һөйләй.

Йәнәшендә мин дә булһам:

Ышанмайһыҙмы? Бына, свиҙетель! Минең ынук,тип миңә күрһәтә.

Мин әйе, тап шулай булды тип, йөпләйем.

Әммә, Күзмә бабай бер ҡасан да, нисек руль артында йоҡлап китеп, соҡорға төшөп ултырғаныбыҙҙы һөйләмәй.

 

Уларын яйы сыҡҡан һайын ауыл халҡы үҙе иҫенә төшөрөп тора. Ундайҙы ауылда тиҙ генә онотмайҙа-а-р.

Ә кроссовкиларымды төшөп алдым соҡорҙан. Ветерандар магазинынан ғына алынған аяҡ кейеме бит ул. Йыуып, ҡоротоп ебәрҙем, бына тигәндәр. Әле лә кейәм. Яңы бауҙар ҙа алып бәйләп ебәрергә ине, тик осрамай әле. Иҫке бауҙары менән дә ярайһы, иң әһәмиәтлеһе, дөрөҫ итеп бәйләргә кәрәк, сыбалып китһә, уны тағатыуы үлем. Аҙаҡ йөрөйһөң, ауыҙҙа әллә ниндәй тәм бар кеүек, күрәһең, соҡорҙан ҡалғандыр.

Ботинка бауының тәмен бер татып ҡараһаң, ул бик оҙаҡ тел осонда ғына йөрөй бит ул.

 

Оло Ыҡтамаҡ. 18 март 2012.

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: