Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
26 Декабрь 2022, 17:48

Фәрештәм минең. Хикәйә. Тәскирә ДАЯНОВА

– Тағы ла ҡал... бер аҙнаға? – Һин нимә? Былай ҙа оҙаҡ йөрөлдө. Йә эштән сығарып ташларҙар. – Иҫең дә китмәһен. Миндә йәшә лә ҡуй, тип әйтмәйемме ни? Өйҙә ултырғың кил­мәһә, «һә» тигәнсе эш табам.

Фәрештәм минең. Хикәйә. Тәскирә ДАЯНОВА
Фәрештәм минең. Хикәйә. Тәскирә ДАЯНОВА

 

– Тағы ла ҡал... бер аҙнаға?

– Һин нимә? Былай ҙа оҙаҡ йөрөлдө. Йә эштән сығарып ташларҙар.

– Иҫең дә китмәһен. Миндә йәшә лә ҡуй, тип әйтмәйемме ни? Өйҙә ултырғың кил­мәһә, «һә» тигәнсе эш табам.

– Магазиндамы? Сауҙа эшен енем һөймәй, йәнем тартмай. Унан килеп, гел һи­нең күҙеңә генә ҡарап торайыммы һуң?

– Мин һиңә ситме инде?

 Студент йылдарында бергә йәшәп, бер табаҡтан ашап, бер эскәмйәлә лек­ция­лар тыңлаған әхирәтем Fәлимә менән бер үк мәсьәләгә нисәнсе тапҡыр әйләнеп ҡай­табыҙ. Уртаҡ фекергә килә алмай, йәнә туҡтап ҡалабыҙ.

 Мин сәйемде ауыҙ бешерә-бешерә эсәм, ниңә ашығамдыр, үҙем дә аңламайым.

– Һуңға ҡалмаҫһың. Хафаланма, яңы алты тулды.

– Шулай ҙа иртәрәк ҡуҙғалыу яҡшы.

 Сумкамды кистән әҙерләп ҡуйғанмын. Кейер кейем ҡул осонда. Көҙгөгә ба­рып, үҙемде аҙ-маҙ тәртипкә килтерҙем. Борсоуло йөҙөм үҙемә күптән оҡ­шамай. Лә­кин был турала уйлағым килмәй. Диванда ултырып тынып ҡалабыҙ. Ва­ҡыт­лыса төйәк булған фатирҙан, әхирәтемдән айырылыу былай ҙа китек күңелемде бо­лоҡһотоп ебәрҙе.

– Ҙур рәхмәт, әхирәт. Һин булмаһаң, ни эшләр инем.

– Асия, ҡунаҡ ашы – ҡара-ҡаршы инде. Үҙең миңә аҙ изгелек эшләнеңме?

– Йә, Fәлимә, ҡуҙғалайыҡ, булмаһа.

– Еңмешһең дә инде. Киттек, әйҙә.

 Әхирәтемдең сейә-ҡыҙыл машинаһы, ҡыҙып-йылынып, беҙҙе көтөп тора. Урам­да хәрәкәт юҡ кимәлендә. Шунда уҡ «йәшел ут»ҡа эләгеп, тотҡарлыҡһыҙ ав­­товокзалға еттек. Билет алырға ла сират юҡ. Бөтәһе лә ыңғай ғына килеп то­ра. Алдағы урындарҙың береһенә билет алдым. Киләсәк тормошом уңышлы бу­лыр кеүек.

Әхирәтемде оҙатырға ишек алдына сыҡтым. Әсе елле, һалҡын иртә. Килеп туҡ­таған автобустарҙың тормоздары сыйылдай. Һалҡын һөйәккә үтеп киткән төҫлө. Fәлимә, муйынын куртка яғаһына йәшереп, мөлдөрәп ҡарай. Көслө их­тыяр­лы әхирәтемә хас түгел был, минең күңелдең йомшаҡ икәнен белеп, һаман үҙе­некен ҡайырыуылыр. Мин уны ҡосаҡлайым, бер башҡа оҙон әхирәтемдең тү­шенә башымды төртөп тын ғына торам.

– Йә, әхирәт, ҡайт инде. Рәхмәт бөтәһе өсөн дә. Әлегә хуш.

Уның юл аша сығып, машинаһына ултырып китеүен ҡарап ҡалғандан һуң, вок­­залға индем. Автобус ҡуҙғалырға ярты сәғәт бар әлегә. Һирәкләп кенә ке­шеләр кереп, билет алып китә. Беҙҙең яҡҡа ҡайтыусылар күп тойолмай. Гәзит һа­тып алып, ҡараштыра башланым. Яртыһын әртистәр тормошо биләй. Улар ғы­на донъя тотҡаһы тиерһең. Гәзитте сумкаға тығып ҡуям. Ниһайәт, ул­ты­рыр­ға иғлан ителде. Эргәмдәге юлдашым бик оло кеше икән. Минән алда инеп, төп­кө яҡтан урын алған. Күҙен йомоп, серемгә киткән төҫлө. Ниңәлер иғ­ти­бар итә ҡуйҙым: шәшке бүрек, һоро тун кейгән, затлылыҡ бөркөлөп торған ба­бай ине ул. Йөҙө бик йонсоу күренә. Билеттарҙы йәнә бер барлап алып, ав­то­бус ҡуҙғалып китте. Мин дә күҙҙәремде йомдом, психотерапия сеанстарында өй­рәт­кәнсә, тәнемде йомшарттым. Ҡараңғы салон эсендә бәүелеп бара торғас, ныҡ ҡына йоҡлап киткәнмен. Шулай байтаҡ юл үтелде. Һиҙеүемсә, ҡуйы урман эсе­нән барабыҙ. Юлдың ауыр, бормалы, тығыҙ өлөшө. Һаман дөм- ҡараңғы. Ҡыш­ҡы көн сәғәт ун тулмай яҡтырмай. Аҙ-маҙ юлға ҡарап алам да йәнә оно­толам.

Эргәмдә хәрәкәт һиҙеп, күҙемде астым. Бабай тынысһыҙлана ине. Уға һауа ет­мәй, тыны быуылып ғазаплана. Ауыҙын асып, күберәк һауа йоторға итә, тик бушҡа ғына көсәнә.

– Ағай, ни булды? – Уның тун төймәләрен ашығып ысҡындырҙым, шарфын бу­шаттым. Ул көс-хәл менән түш кеҫәһенә ымлай. Ҡулымды тығып, кескәй ше­шә­ләге төймәне алып, ҡаптырып ебәрҙем. Һыуым бар ине, шуны йотторҙом. Күп­мелер ваҡыттан һуң юлдашымдың тын алыуы яйланғандай булды. Ул күҙ­ҙә­ре менән генә миңә рәхмәт белдерҙе.

Йоҡо ҡасты. Юлдашымды һиҙҙермәй генә ҡарап бара башланым. Бабай та­мам тынысланып ҡалды, тигеҙ генә тын алып, йоҡоға китте, буғай. Сырайы аҡ­һыл-һары. Fәҙәттә, саф һауала йөрөмәгән кешеләрҙеке шулай була. Йөҙ һы­ҙат­тары дөрөҫ, килешле. Йәш саҡта бик сибәр булғандыр ул. Әле лә, оло булыуына ҡа­рамаҫтан,  үҙенә генә хас күркәмлеге бар. Ҡыйғас ҡара ҡаштарына сал ингән, бөркөт танаулы, нескә ирендәре күкшел булып тора. Мин уны бер аҙ атайыма ла оҡ­шата биреп ҡуйҙым. Ҡаҡса кәүҙәһе, оҙонса йөҙө уныҡына тартым. Ата-әсәм иҫемә төшөү менән һағыныу, юҡһыныу үҙәгемде өҙҙө. Ах, атай, әсәкәйем! Ике­геҙ ҙә был донъяны бигерәк иртә ташлап киттегеҙ шул. Бөтә уңышһыҙлыҡ-бә­хет­һеҙлектәрем һеҙҙе юғалтыуҙан башланды, тип уйлайым. Ҡайһылай ҙа яғым­лы, кешелекле  инегеҙ һеҙ. Әсәкәйем атайымды хатта бер көнгә лә ҡалдырып ки­тергә теләмәй ине. Шуға ла ауырыуын эскә йомоп йөрөп, өрөп һүндергән шәм кеүек һүнеп ҡуйҙы. Унан башҡа йәшәүҙе күҙ алдына килтермәгән атайым өс ай­ҙан һуң китеп барҙы. Мин үҙемдән ике йәшкә өлкән ағайым Асҡар менән тороп ҡалдым. Ул йомшаҡ күңелле, ҡыҙ фиғелле, сибек кенә егет ине. Шул арҡала хатта армияға ла алманылар. Минең менән ҡурсаҡ уйнап, уларға күлдәк тегеп үҫкән бала. Һайлаған һөнәре лә бесеүсе-тегенсе булды. Магазин кейеме ярат­ма­ған ҡупшыбикәләргә ҡойоп күлдәк, юбкалар, һирәкләп ирҙәр өсөн һарыҡ ти­ре­һе­нән тундар ҙа тегә. Кәләше үҙе менән бергә уҡыған ҡыҙ. Ул ағайымдың тап ки­­реһе: тос кәүҙәле, ҡалын тауышлы Диана еңгәм. Атай-әсәй вафат булғас, йорт ағай-еңгә ҡулында ҡалды. Атай – колхоз бухгалтеры, әсәй уҡытыусы булғас, донъ­­­­ялары бик бөтөн, яҡшы ине. Һөйөшөп, татыу йәшәгән кешеләрҙең ҡа­рал­ты­­­лары ла берәмтекләп, матурлап йыйылған. Мин өлөш дәғүәләшеп йөрөмәнем. Тыуған йортҡа юл ябылмаһа ла, унда, барыбер, киҫеп ташланған артыҡ киҫәк икәнем еңгәнең тел төбөнән аңлашыла ине.

Университеттың филфагында өсөнсө курста уҡып йөрөйөм. Шул ваҡытта бө­төн­ләй таянысһыҙ ҡалдым. Башына һуғылған һарыҡ һымаҡ ҡаңғырып йө­рөгәндә Фәритте осраттым да инде. Ул – ауыл хужалығы институтының һуңғы курсында уҡып йөрөгән мыҡты кәүҙәле егет.  Беҙҙең күрше бүлмәлә йәшәгән ауыл­дашына килгән саҡта мине күреп ҡалып, сытырман йәбеште. Бер уйлаһаң, аңлауы ауыр: ул – дөңкөлдәтә баҫып йөрөгән көрәшсе егет, мин уның янында кү­бә­ләктәй генә ҡыҙ балаға ниңә күҙ һалғандыр. Ауыр хәлемдә миңә таяныс була белде, өйләнешеүҙе лә ашыҡтырҙы. Fәжәпләндергәне шул: ни өсөндөр ата-әсәһе менән таныштырырға ауылына алып ҡайтманы. Студент туйы үткәрҙек. Туйҙан һуң миңә дүртенсе,  бишенсе курстарҙы ситтән тороп уҡырға талап ҡуйҙы. Күп кенә нәмә аҙаҡ аңлашылды. Өҫ-башым гел яҡшынан икәнде күреп, бай ға­и­ләнән, тип уйлаған. Һуңынан ағайымдарға ҡунаҡҡа барып, беҙҙең зауыҡлы ҙур йортто, етеш донъяны күреп ҡайтҡас, был мөлкәттәрҙең яртыһы һинеке бит, тип ҡайыра башланы. Шул ваҡыт мин унан саҡ китмәй ҡалдым. Уға эҫенеп өл­гөр­мәгән ваҡытта китеп барһам, яҡшы булыр ине лә. Аҙаҡ шул мәғлүм булды: Фәрит ун бер балалы ғаиләлә үҫкән икән. Береһенең кейемен икенсеһе туҙ­ҙырып, икмәк-бәрәңге ашап үҫкән бала. Простыня, юрған тышы кеүек нә­мә­ләр­ҙе студент ваҡытында ғына ҡуллана башлаған. Ата-әсәһе колхозда эшләгән ябай ғына кешеләр. Атай кеше – малсылыҡта, әсәһе сөгөлдөр-фәләнгә йөрөгән. Ни тиклем тырышһалар ҙа, донъя кәрәк-ярағы еткерә алмай интеккәндәр. Фә­рит­тең шуның өсөн үҙҙәренә алып ҡайтырға ғәрләнгәнен аңлап иҫем китте. Нисек кенә булһа ла, ата-әсә бер генә, уларҙан ғәрләнеү башҡа ла һыймай. Тормош юл­дашым булаһы кеше бала саҡта етеш йәшәгән тиңдәштәренән көнләшеп, улар­ҙың аш-һыуына, кейемдәренә күҙе ҡыҙып йәшәгән. Уҡып ҙур кеше булырға, бай ҡатын алырға хыялланған. Ләкин мин ул көткәнде бирә алманым шул.

 Уны район юлламаһы менән уҡырға ебәргәйнеләр. Уҡып бөткәс, тыуған яғына ҡайтты. Инженер-механик кешене гараж мөдире итеп ҡуйҙылар. Кол­хоз­дар көрсөккә терәлә башлаған ваҡыт. Фәрит тырышып эшләп китте. Көнө-төнө иҫ­ке техникаға запас частар эҙләп сапты. Шатландырғаны шул: кирбестән һа­лынған колхоз йортон фатир итеп бирҙеләр. Йортобоҙҙо бик оҡшаттыҡ. Нимә генә тимә, үҙебеҙҙең мөйөш. Ҡулға килеп ингән бар аҡсаны йорт йыһаздары алырға тотонабыҙ. Ул мәшәҡәттәрҙән ҡотолғас, машина алырға аҡса йыйырға ке­рештек. Өсәр баҡса бәрәңге ултыртып һата инек. Ул эш күберәк минең елкәгә төш­тө. Сөнки Фәрит командировкаларҙан ҡайтып керә белмәне. Тырыша тор­ғас, машиналы булдыҡ, һуңғы модель «Жигули» ине ул. Шул ваҡытта ауырға ҡал­­­дым. Шул тиклем ҡанатланып, татлы хистәргә бирелеп йөрөйөм. Был яңы­лыҡты ни рәүешле иремә еткерергә, тип баш ватам. Матур итеп өҫтәл әҙерләп, сәс­кәләр ҡуйып был турала хәбәр итеүем иремдә кире тойғолар ғына уятты. Уның ҡара һөрөмө ҡойолдо.

– Зачем нищету разводить? Әле үҙебеҙҙең әҙәм рәтле йәшәгәнебеҙ юҡ, – тип кенә ҡуйҙы.

 Шул саҡтағы рәнйеүемде, мәхрүмлек тойғолары кисереүемде, ғазаптарымды үҙем генә беләм. Ә Фәрит абортҡа барыуымды талап итте, өҙмәй ҙә ҡуймай. Кө­төп кенә алған сабыйымды ҡотҡарыр өсөн байтаҡ ҡырталаштым. Ҡатылыҡ ме­нән еңә алмағас, төрлөсә йыумалап, татлы тел, иркәләүҙәр менән Фәрит еңеп сыҡты.

 Шул саҡта врач креслоһында ятыуым иҫемә төшөп, күҙҙәремдән йәштәр ағып төш­тө. Танауымды тартҡыслауға эргәмдәге оло кеше хәрәкәткә килде. Ул ҡа­баҡ­та­рын хәлһеҙ генә күтәреп миңә ҡараны.

– Ни булды, ҡыҙым? Әллә һинең дә берәй ерең ауыртамы? – Үҙе ауыр тын ала, хат­та теле көрмәлеп киткәндәй була.

– Юҡ, ағай, иғтибар итмәгеҙ, зинһар. Үҙегеҙгә насар була күрмәһен.

– Булаһы күптән булған инде уның, – ул тәҙрәгә күҙ һалды. – Байтаҡ бараһы икән. Нисек тә түҙергә ине, – тип ҡуйҙы.

– Ҡайҙа юл тотаһығыҙ?

– Ҡайтып барыш... Мәҡсүткә.

– Больницаға барҙығыҙмы?

– Миңә ниндәй больница ярҙам итһен? Илемә ҡайтып үлгем килә, бары шул. – Нин­­дәйҙер аяуһыҙ битарафлыҡ менән әйтә был һүҙҙәрҙе. Үлем, әйтерһең, уның көтөп ала торған ҡунағы. – Ҡурҡыттым һине, ҡыҙым. Шулай ҙа ҙур рәх­мәт. Йән сыға яҙҙы. Ете ят кешеләр араһында, автобуста үлермен тип кенә ҡурҡ­тым.

– Шулай ныҡ ауырығас, ниңә юлға яңғыҙ ғына сыҡтығыҙ?

– Ҡәрендәш, һөйләһәң, оҙонға китә. Күреп тораһың, йәнем көрсөккә те­рәл­гән.

– Берәйһе ҡаршы аламы һеҙҙе?

– Юҡ, минең фажиғәм дә шунда. Бер кем көтмәй. Әбейем дә күптән вафат.

 Торғаны бер йомаҡ был бабай. Хәйер, ғәжәпләнер урын да юҡ. Минең һымаҡ яң­ғыҙҙар, таянысһыҙҙар донъяла аҙ тиһеңме? Нисә аҙна элек үҙем дә шул бабай хә­лендә инем... Силәбе өлкәһен үтеп киткәнбеҙ икән. Мәҡсүткә ике сәғәт ҡал­ған. Был өлкән кешене яҙмыш ҡосағына ташлай алмаҫымды аңланым. Ми­нең тор­мош кәмәһе ҡомға терәлгәс, ярҙам итеүселәр табылды бит. Күршем За­һир ағай иҫһеҙ ятҡанымда больницаға илткән, унан ары – Fәлимә әхирәтем. Ҡот­ҡарырға тырыштылар, ташламанылар. Бабай хәлен һиҙҙермәҫ өсөн бар кө­сөн һала. Тыуып килгән ҡояштың һүрән генә нурҙары уға төшә. Йөҙө һап-һары, ғазаплы.  Ябыҡ ҡына муйынындағы тамыры леберләп кенә тора. Уның ме­нән бер­гә төшөп ҡалып, такси яллап, өйөнә тиклем оҙатырмын, врач са­ҡы­рыр­мын. Шулай хәл иткәс, үҙемә рәхәт булып ҡалды. Бабай йәнә тынысланды, ойоп китте. Мин дә күҙемде йомдом, уйҙарым, шуны ғына көткән төҫлө, өҫтөмә ябы­рыл­ды.

Эйе, тәүге баламды төшөргәс, имгәнеп ҡалдым. Табиптар «бүтән ауырға ҡал­ма­я­саҡһың» тигән хөкөм сығарып ҡуйҙы. Ә Фәрит минең шундай хәлгә тө­шө­үем­де көтөп кенә йөрөгән тиерһең. Мине бөтөнләй һанға һуҡмай башланы, икенсе ҡатындар менән сыуалды. Мин һүҙ әйтһәм, ҡул күтәрергә лә оялманы. Өн­дәшмәҫкә, телемде тешләргә мәжбүр булдым. Үләндән тәпәш булып ҡалдым. Үҙем, уны һаман яратам, тип уйлайым.

Был ваҡытта колхоздар тамам бөлөп, мал-тыуарын, техникаһын пыран-за­ран килтереп таратып бөтөрөп баралар ине инде. Халыҡ нисек булдыра ала, шу­лай көн итеүгә күсте. Фәрит тә таксист булып кәсеп итә. Күберәк Өфөгә йөрөнө. Арыу ғына килем дә килә ине, буғай. Оҙаҡламай машинаһын сит илдекенә алыш­­тырҙы. Миңә йомарланған ҡулының бармаҡ араларынан тамыҙып ти­гәндәй аҡса бирә. Үҙемдең бәләкәс кенә эш хаҡым менән хужалыҡ, йорт ти­рә­һен ҡарайым, алмай торһаң, кейеме лә таушала бит әле. Ирем аҙналар буйы өйгә ҡайтманы. Оҙон телдәр уның район үҙәгендә ҡатын-ҡыҙ әйбере һата тор­ған магазин хужабикәһе менән дә йәшәүен хәбәр итте. Керпектәрен ҡалын итеп ҡараға буяп, ирененә ҡып-ҡыҙыл помада һөртөп йөрөүсе яһалма блон­динканы минең күргәнем бар. Мин «батып барыусы һаламға тотона» тигәндәй йә­шәйем. Өй­ҙө, баҡсаны сынъяһау итеп тотам. Иремдең кейемдәре, ҡайтып алыш­ты­ра­йым тиһә, носкиҙарына тиклем үтекләнгән. Унан башҡа бер кемем дә юҡ таһа.

Тулышҡан шеш һытылмай булмай. Бына быйылғы Яңы йылда записка ғына ҡалдырып, Фәрит мине бөтөнләй ташлап китте.

«Реактив невроз» тигән сиргә һабыштым... Тәүҙә районда, унан Өфөлә да­уа­ханала яттым. Яҡын әхирәтем Fәлимә «Йоматау» шифаханаһына юллама алып бирҙе. Уның үҙ бизнесы бар, ғаиләһе – берҙән-бер улы. Уны ла ата-әсәһе ҡарай. Әхирәтем, минән айырмалы рәүештә, өлгөр, ҡыйыу кеше. Ирҙәр өсөн йәш ҡо­йоп, маңҡа ағыҙып йөрөйәсәгем юҡ, ти. Шундай шәп ҡатын ни эшләп минең әхи­рәтем һуң? Университетта уҡығанда, киреһенсә, уҡырға мин шәп инем. Уға ныҡ ярҙам иттем. Курс эштәрен, дипломын минән башҡа йырып сыға алманы. Шу­ға ла ҙур рәхмәтле, изгелекте онота торған кеше түгел ул. Ә белем уға кеше араһына инеү өсөн бик кәрәк ине.

Әлеге ваҡытта ауылға ҡайтып кергем дә килмәй. Һигеҙ йыл йәшәгән донъ­ямдан, эшемдән биҙеп киткән кеүекмен. Нисек кенә бөтәһен дә яйға һалып ебә­рермен? Уйлана торғас, йоҡлап киткәнмен. «Максютово. Стоянка 15 минут», – ти­гән тауышҡа уянып киттем. Ултырып ялҡҡан юлсылар аяҡтарын яҙырға төшә лә башланы.

– Килеп тә еткәнбеҙ икән. – Бабайҙың яғымлы тауышы ишетелде. – Ҡыҙым, бе­рәй тылсымың бармы әллә? Арыу ғына йоҡлап алдым, хәл дә ул тиклем мөшкөл түгел.

 Мин уны ҡултыҡлап вокзалға алып сыҡтым. Ул, бирешмәҫкә тырышһа ла, көс-хәл менән атлай. Эскәмйәгә ултырттым.

– Мине көтөгөҙ, хәҙер киләм. – Бабайҙың күҙендә өмөт, ҡыуаныс сатҡылары ҡа­бынды, хатта әллә нисек үҙгәреп китте.

 Минең кире килгәнде керпек тә ҡаҡмай көтөп ҡалған бабайға такси са­ҡы­ра­сағымды әйтеп киттем. Кәрәкмәгән саҡта тулып торған таксиҙарҙың әле килеп береһе лә күренмәй.  Улай-былай һуғылып эҙләй торғас, бер насар ғына машина килеп туҡтаны. Таксист, йәп-йәш егет, бабайҙы, сумкаларҙы сығарырға ярҙам итте. Бараһы ер шаҡтай ғына йыраҡ, ҡасабаның бөтөнләй икенсе яғында икән. Ма­тур ғына ағас өй янында туҡтаныҡ. Ихатаға инә торған юлды көрт баҫҡан. Шул саҡ башым әйләнеп китеп, саҡ йығылманым, хәсрәт ярҙамсы, үҙең дә аунап ба­раһың түгелме, тип уйлап алам. Болдорға еткәнсе бабай ике тапҡыр туҡтап хәл йыйҙы.

– Ҡыҙым, асҡыс тун кеҫәһендә. – Болдор бағанаһына тотоноп торған оло ке­ше­нең ҡулын кеҫәһенә тығырлыҡ та хәле юҡ ине, күрәһең.

 Хужаһыҙ йорт һалҡын ҡотһоҙлоғо менән ҡаршы алды. Газ менән йылытыла икән, мин ундай мейесте тоҡандыра белмәйем.

– Хоҙайға шөкөр, бына ҡайттым, инде тыныс күңел менән тыуған төйәгемдә үлеп, ғәзиз тупрағымда ятырмын.

– Исемегеҙ кем, ағай?

– Фәрүәз бабайың булырмын. Рәхмәт, балаҡайым, изге кешеләр бөтмәгән икән.

– Мин Асия булам. Ағай, өйҙө йылытырға кәрәк ине... – Яҡындағы ко­лон­ка­нан һыу килтереп, бабайҙың өйрәтеүе буйынса, мейесте көйләп, ут тоҡандырып ебәрҙем.

– Магазинға барып кил, ҡыҙым. – Ул аҡса һуҙҙы.

– Күп бит, вағырағы юҡмы?

– Юҡ. Бар, ни кәрәк, үҙең белерһең.

 Бабайҙы хәлләндерер өсөн яҡшыраҡ ашатырға кәрәк, тип уйланып барҙым. Бе­ренсе сиратта сәй-шәкәр, һөт-май, икмәк, ярмалар, быҡтырылған һыйыр ите ал­дым. Сәй ҡайнатып, дөгө бутҡаһы бешереп алыуға өй ҙә йылынып китте. Бабай теремекләнде, өҫтөн һалып ташланы. Аҡ тулҡын сәстәрен тарап ебәрҙе.

– Йә, ҡыҙым, ни менән һыйлайһың?

 Оҙон юл асыҡтырған, һыуһатҡан. Кисә генә бер-береһен белмәгән кешеләр, ата­лы-ҡыҙлы һымаҡ, тамаҡ туйҙырып ултырабыҙ. Яңы ғына шыҡһыҙ, һалҡын булып өңрәйеп ултырған өйгә йән инде. Яңы бешергән сәй, ҡайнаған һөт еҫтәре таралған. Хужаһы булмаһа, йорт та һағышҡа бата, ҡото китә шул. Фәрүәз ба­бай­ҙың маңлайына тир бәреп сыҡҡан, автобустағы сытырайған йөҙлө, үлеп барған ҡарт­ҡа оҡшамаған. Мөләйемләнеп, йыйырсыҡтары яҙылып киткән.

– Бутҡаң да, сәйең дә тәмле булды. Күптән шулай танһыҡлап ашағаным юҡ ине.

– Рәхмәт.

 Бабай оло кешеләргә хас иплелек менән минең хаҡта һораша. Етди аҡыл, нә­зә­кәтле тәрбиәлелек һирпелә унан. Мин ҡыҫҡаса ғына хәлемде һөйләп бирҙем. Хужа бабай бүлдермәй, ихлас тыңлай.

– Ҡыҙым, әгәр беҙҙе яҙмыш осраштырған икән, тиккә генә түгел ул. Осраҡлы ғына бер нәмә лә булмай. Бер-беребеҙгә кәрәкле булғанға, мохтаж булғанға ос­раш­ҡанбыҙ, тимәк. Күреп тораһың, оҙаҡ ҡына йәшәгән, күп кешеләр менән ара­лаш­ҡан кешемен. Шул иҫәптән ҡатын-ҡыҙҙың да төрлөһөн күрергә тура кил­де. Һинең тәүге ҡарашыңдан ниндәй кеше икәнеңде төшөндөм. Фәрештәләр за­ты­нандыр һин. Шул тиклем дә эскерһеҙ, ихлас, мөләйем, дөрөҫ йәшәүсе ке­ше­ләр­ҙә генә була торған күҙҙәрҙе хәҙер осратып та булмайҙыр. Бындай кешеләргә тор­мошта ауырға тура килһә лә, тормош улар арҡаһында дауам итә. Улар – тормош тотҡаһы, – бабай, сәй менән ирендәрен сылатып алып, дауам итте. – Ҡар­­­сығымдың вафатына ун йыл. Бер бөртөк улым, киленем бар. Өфөлә йә­шәй­ҙәр. Яңғыҙ ҡалғас, бер үҙем йәшәп маташтым. Өй ҡарарға, аш-һыу әҙерләргә яңы пенсияға сыҡҡан бер ҡатынды яллап та ҡараным. Йөрәк арҡаһында тамам рәт китә башлағас, улым үҙенә алып ҡайтты. Бер бүлмәгә урынлаштырҙылар. Унда ла һаман яңғыҙлыҡ. «Алып ҡайтҡас эш бөттө-булды»,– тип уйланылар, ах­рыһы. Ҡайһы көн хәл белешеп тә сыҡмайҙар. Хәлһеҙләнеп, тамаҡ ҡатып ятҡан саҡ була. Бер сынаяҡ сәйгә зар булаһың. Ярай, улым көн-төн эштә тигәндәй. ГИБДД-ла ҙур ғына етәксе. Уларға талап ҡаты: личный составты ла көндән-көн ҡыҫ­­ҡарталар. Ә килен ҡатын кеше бит. Ҡатындарға хас йомшаҡлыҡ, ҡай­ғыр­тыу­санлыҡ булып, әҙерәк хәл белешергә, ашау ҡайғыртырға тейеш. Ҡайһы бер көн бер нәмә лә әҙерләмәй, буп-буш. Кафе-ресторандарҙа тамаҡ туйҙыра, буғай. Үҙе ниндәйҙер шәхси фирмала директор урынбаҫары. Эш тигәс тә, үлергә күп ҡал­­маған атайҙы оноторға яраймы икән? Хәлле сағымда, улар яңы эш башлап торған ваҡыттарҙа тапҡан-таянғаным тик уларға китеп торғанын бар тип тә бел­­мәнеләр. Шулай тәрбиә күрмәй, бер бүлмәлә ята торғас, бөтөрөнөп, хәл­һеҙ­лә­­неп киттем.

 Fүмер буйы мәктәптә, ҙур ғына коллективта эшләгәс, кешеләргә өй­рән­гән­мен. Пенсияға сыҡҡас та эшләп йөрөй инем әле, инфаркт тәгәрәтте. Проб­лемалар ҙа етерлек булды инде. Совет тәрбиәһе алып, шул осорҙа эшләп өй­рән­гән кешегә хәҙерге замандың күп нәмәләре оҡшап етмәй. Уны һөйләй китһәң, ми­­нең ҡалған ғүмер етмәҫ ул. Эштән китергә тура килде, дауаландым, бер үҙем йә­шәп маташтым. Тик бирештем, мыжыҡ бабайға әйләндем.

– Туҡтап тороғоҙ, зинһар. – Фәрүәз бабайҙың теле тыңламай башлағайны. – Ял итегеҙ. Бер юлы хәлдән тайып ҡуймағыҙ.

– Эйе, арыным. – Ҡарт күҙен йомдо, ойоп китте. Кәүҙәһе таралып йоҡлап кит­кән оло кешене гонаһыҙ сабыйға оҡшаттым. Күптән шулай ҡайғыһыҙ, тыныс, уй­­һыҙ халәте булмаған да. Әле килеп йомшарып ҡалған төҫлө ине. Уға хатта ки һоҡланып ҡарайым: йөҙө мәғрур, мөһабәт ҡиәфәттә. Маңлайы киң, ҡалҡыу, сал сәс­тәре тулҡынлы, һаман да ҡуйы. Бөркөт танауы йөҙөнә ғорурлыҡ бирә, сал ин­гән ҡаштары ҡыйғас. Буйға ла кәкрәймәгән, сүгеп ҡалмаған. Заманында бик күп ҡыҙҙар ғашиҡ булғандыр. Өҫтөнә ябып, кухняға индем.

«Уны был көйө ҡалдырып булмай ҙаһа, бер нисә көн рәтләп тәрбиәләмәй бул­маҫ. Хәлләндереп алырға кәрәк. Ас ятып миктәгәнлеге һиҙелеп тора. Мә­шә­ҡәттәр араһында Фәрит  әкренләп онотолор». Уйға сумып, бабайҙың йортон ҡарап йөрөйөм. Уңайлы уртаса ғына өй. Йорт йыһаздары самалы, артыҡ әйбер тул­маған. Тәртипле, бәләкәй ғаилә йәшәгәнлеге аңлашыла. Ишек алдындағы баҡсала самалы ғына емеш ҡыуаҡтары, өс төп алмағас. Арыраҡ мунса, утын һарайы. Әле барыһы ла йыйнаҡ, арыу, бөхтә. Айҙар буйы йыйылған туҙанды һөртөп, балаҫты ҡағып йәйҙем. Быҡтырылған иттән аш өлгөрттөм. Йорт эше һағындырған. Теләп, йүгереп йөрөп эшләнем. Йоҡлап ятҡан оло кеше минең ата­йым, мин уның һағынып ҡайҡан балаһы тип хис иттем. Ах, ысынлап та, шулай атайым тере булһа, уны «өф» итеп тәрбиәләр, хөрмәт күрһәтер инем. Алт­мышҡа еткән кешеләрҙең ата-әсәһе бар. Минең ата-әсәм дә, ирем дә, балам да юҡ. Ниңә шулай ҡыу томшоҡмон? Яман кеше лә түгелмен дәһә! Күңелем йом­шарып, илап креслоға ултырҙым. Эңер төштө, күҙ бәйләнде.

– Ҡыҙым, ниңә ҡараңғыла ултыраһың? Утты ҡабыҙып ебәр. – Бабайҙың та­уы­шы ысынбарлыҡҡа ҡайтарҙы.

 Ут ҡабыныу менән өй эсендәге үҙгәреште күреп, ул ҡәнәғәт йылмайҙы, һәр йы­йырсығы ҡыуанған төҫлө ине. Ҡайтып ингәне бирле ул гел шатлана, һөйөнөп кенә тора.

– Балаҡай, ҡулың ҡотло икән. Яңғыҙ ҡарттың ен эйәләп бөткән мөйөшөнә нур ингән. Әйттем бит, фәрештә затынанһың, тип. Ҡартлас ҡалай һайрап ебәр­ҙе, һиҙәһеңме? Иртән генә үләм тип ултыра инем. – Бабай көлөп ебәрҙе.

– Рәхмәт.

– Йәшәге килеп китте бит әле. – Ул тороп ултырҙы.

 Мин уға йылы джемперын, йөн ойоҡбаштарын килтерҙем.

– Ай, Аллам, үҙемдең генә балам булһаңсы. Мин динһеҙ, ата коммунист инем шул. Һине күргәс, Хоҙай иҫкә төштө. Илаһи заттың пәйҙә булыуы Хоҙай ярҙамы менәндер, тим.

– Ағай, ашап алығыҙ. Бында килтерәйемме?

– Юҡ, тора алғанда торайым. – Ул йыуынырға китте.

 Аҙаҡ күңелле генә табын ҡорҙоҡ, мин яраштырған ашты хужа бик яратып ашаны.

 Бабайҙа биш көн тороп ташланым инде. Шул ваҡыт эсендә «Ашығыс ярҙам» саҡырып, уны докторға күрһәттем. Табип ауырыуҙы нисек тәрбиәләргә өйрәтте, дарыуҙар яҙып бирҙе. Бабайҙың организмы инде ҡартайған, туҙған, тип аңлатты. Медицина ҡартлыҡ алдында көсһөҙ, тик оло кешенең һуңғы көндәрен иғтибар, ҡәҙер-хөрмәт менән үткәрһәгеҙ, яҡшы булыр, тине. Ул, әлбиттә, мине уның ейәнсәре тип уйланы. Дөрөҫөн әйткем килмәне, уныһына үҙем дә тө­шөн­мәнем. Шунан ары баҙарға барып ит, йәшелсә, картуф, ярма кеүек ризыҡтар алып, бабайҙың һыуытҡысын тултырҙым. Ул шул тиклем ҡәнәғәт, риза. Бындай тәр­биәне күҙ алдына ла килтерә алмай инем, ти.

 Күршем Заһир ағай бер нисә тапҡыр шылтыратты. Фәрит йортто һатырға йө­рөй, яңы ҡатыны йәнен алып бара икән. Шуның өсөн мине көтөп ала алмай, имеш. Ә үҙе шылтыратмай. Ҡыйыулығы етмәйме? Уның миңә хәбәр ебәрмәүе яҡ­шыраҡ та. Ошо хаҡта үҙе әйтһә, икеләтә ауыр булыр ине һымаҡ. Был аралағы мәшәҡәттәр менән уны бер аҙ онотоп торғайным. Сирле генә булһа ла, Фәрүәз ағай янында үҙемде ышыҡта тойоп ебәрҙем. Уны ҡайғыртыу, тәрбиәләү күңел бөтөнлөгө бирҙе.

–  Йә, ҡыҙым, мәшәҡәт бөтмәҫ, яныма ултыр әле, – тине ул бер. – Һорарға ла ҡурҡам. Бер көн мине ташлап китеп барһаң, ни эшләрмен? Шул арала ныҡ өйрәндем үҙеңә, баҡҡан баламдан да былайыраҡ тойолаһың.

 Аптырап бабайға ҡарап торам. Уның йөҙөндә сағылған ғажизлыҡты күреп, үҙәгем өҙөлөп йәлләйем.

– Мин дә аптырайым. Эшемә электән үк өмөт һалып йөрөйҙәр. Сөнки минең про­фессия китапханасы түгел. Оҙаҡлап китһәм, сығарып ташларҙар инде.

– Ҡыҙым, ул ауылға ҡайтҡың киләме?

– Бер кем дә бәйләмәй тиерлек. Етмәһә, ирем йортто һатырға маташа.

– Балаҡай, мин һинең киләсәгеңде уйламай ята тиһеңме? Бындағы лицей ди­ректоры минең уҡыусым. Эш башлаған сағында кәңәштәрем менән ярҙам итеп тә торҙом. Шундай ҙур мәктәптә бер кешегә эш табылыр ул, үҙең риза булһаң. Уни­верситет бөтөп, әлбиттә, үҙ һөнәрең буйынса эшләү тейеш.

– Ағай, ни әйтергә лә белә алмайым, – күңелемдә өмөт баҙланы. – Балалар менән эшләү минең хыялым бит.

– Һөйләгәнде көт, – ул ҡулын күтәрҙе. – Бына минең йорт йәшәмәҫлекме ни? Һиңә уны бүләк итһәм, ризаһыңмы?

– Мин – сит кеше, һеҙҙең үҙ балағыҙ бар. Әҙәм ышанмаҫлыҡ хәл.

– Эй, балаҡай, хәҙерге ваҡытта һинән яҡыныраҡ кешем юҡ. Унан килеп, улым ошо халупаға мохтаж тиһеңме? Өфөләге аппартаменттарын күрһәң, иҫең ки­тер. Унан килеп,  һинең эскерһеҙлек, ихласлыҡ менән ярҙам итеүең кү­ңе­лем­де йомшартты. Әйткәйнем бит инде, бер олораҡ ҡатынды ҡараусы итеп ин­дер­гәйнем, тип. Икенсе көндө үк, өйөңдө миңә күсерһәң, ҡарайым, ти баш­ланы, һаҡлыҡ кенәгәм менән ҡыҙыҡһынды.

– Улығыҙ йортто һатырға теләһә?

– Үҙемсә хәл итергә хоҡуғым бар. Минең көндәр һанаулы икәнен белә тороп, үҙ балам йөрәгендә бер семтем йылылыҡ тапмаған һымаҡ ҡыланды. Ни генә тимә, мин уны кеше иткәнмен, – бабай көрһөндө. – Түшәктә ятҡан кеше  юҡҡа сыҡ­ҡас та, шунда уҡ шылтыратманылар.

– Һеҙ нимә тип яуап бирҙегеҙ уға?

– Минән ҡотолдоғоҙ. Алыҫ туғаныбыҙ ҡарай, тип яуап бирҙем. – Бабай  ауыр тын алып туҡтаны.

Тиҙ генә ҡан баҫымын үлсәп, дарыу эсерҙем.

– Борсолмағыҙ, мин ҡурҡам.

– Ҡыҙым, яуабыңды әйтмәнең.

– Әйтермен. Һеҙ ял итегеҙ.

 Ишек алдына сыҡтым. Ҡояш байып бара. Бер-береһен алыштырған ғәжәйеп төҫтәр балҡышы – күңелем сағылышы. Алға мансылған болоттар, улар ар­тын­дағы төпһөҙ сафлыҡ – хәҙерге халәтем. Фәрүәз бабай менән минең аралағы мөнәсәбәт тә шундай саф, эскерһеҙ. Иң яҡын кешеләр араһында ғына була тор­ған керһеҙ тойғо – ата һәм бала араһында ғына була торған хис ине был. Күптән шундай йән рәхәтлеге тойғаным юҡ. Үҙемдең ата-әсәм артыҡ ҡурсалап, бәпләп үҫ­тергәнгә был бәғерһеҙ донъяла юғалып ҡалам. Кемгәлер һыйынып ҡына йә­шәй торған йән эйәһемендәр инде. Хатта бер аяғы гүрҙә булған бабай оло та­я­ныс һымаҡ. Оят булһа ла, үҙеңде алдап булмай. Эйе, эшкә инеп алһам, бөтәһе лә баш­ҡаса булыр: ашар ашым, торор торлағым, кейер кейемем. Эш миңә үҙал­лы­лыҡ бирәсәк.

 Индем. Бабай көтә ине.

– Йә, ҡыҙым, ни хәлдәр ҡылдың?– Уның тауышы сабырһыҙ. – Телемә көсөм еткәндә хәл итеп ҡалырға кәрәк.

 Уның янына килдем, теҙләнеп уға баҡтым, шау һөйәк кенә ҡулын тоттом. Мин булмышымды оло кешегә тапшырғандай хис кисерҙем. Икебеҙ ҙә тын ҡал­дыҡ. Оло кешегә рәхәт, һил булып китеүен һиҙҙем. Уның нур ҡунған күҙҙәре миңә төбәлгән.

– Мин һеҙҙең янда ҡалам, Фәрүәз бабай.

  Ул минең ҡулымды кипкән ирендәренә баҫты, һулҡылдап илап ебәрҙе.

– Бабай, ярамай, зинһар.

– Ярамайҙарҙан өҫтөн мин, балаҡай. Үлер алдынан бәхетле булып була, ти­һә­ләр, ышанмаҫ инем. Һуңғы көндәреңә тиклем төшөнөп булмай был донъяны. – Ул тороп ултырҙы. – Әйҙә, балам, саф һауаға сығып инәйек. Гел түшәк ташламай баш­лаһам, аяҡтан яҙып, оло мәшәҡәт өҫтәрмен.

 Болдорға кресло сығарып, уны ултырттым. Одеял менән ураным. Ул, ҡом­һоҙланып һауа һулай-һулай:

– Их, һауаһы! Үҙ илеңдең һауаһы ла дауа, тынды киңәйтә. – тип һоҡланды. Тауышында сәләмәт кеше ауаздары яңғыраны. Уны ҡеүәтләгәндәй, төнәргә йыйынған сәпсектәр сипылданы.

Икенсе көн ҡапҡа алдына елле генә машина килеп туҡтаны. Олпат кәүҙәле ир өйгә инеп, алсаҡ тауыш менән сәләм бирҙе. Бабай тауыш хужаһын шунда уҡ танып:

– Хуп, бик хуп киләһең, Рафиҡ Ҡаҙыевич, түргә үт. – тип ҡаршы алды.

 Ҡунаҡ өҫ, аяҡ кейемдәрен һалғас, тиҙ генә китмәҫ, тип уйлап, аш яғына сығып киттем. Шыйыҡ ҡамыр иҙеп ҡоймаҡ ҡоя башланым. Сәғәт тирәһе һөй­лә­шеп ултырғас, ҡунаҡ ҡуҙғалырға булды. Мин уны өҫтәлгә саҡырҙым. Рафиҡ ағай ҡыҫтатып торманы. Ике сынаяҡ сәй эсте, ҡоймаҡты маҡтап ашаны.

– Күптән бындай ризыҡтан ауыҙ иткән юҡ, – тине. Уның һынаулы ҡарашын тойоп, тартынып киттем. Бер аҙҙан рәхмәт әйтеп ҡуҙғалды, хушлашып сығып та китте. Кем булды икән?

– Йә, балаҡай, яныма кил, – Фәрүәз бабайҙың тауышы көр, үҙе шат. – Ҡыҙым, беренсе еңеү менән! Лицейҙа тәрбиәсе эше буласаҡ. Аҙаҡ уҡытыусылыҡ та оҙаҡ­ламаҫ. Әҙәбиәт уҡытыусыһы һуңғы йылын эшләй икән. Кисә һин өйҙә бул­мағанда, Рафиҡ ағайыңды саҡырғайным, бөгөн килеп тә еткән. – Бабай шул тик­лем ҡәнәғәт. Мин дә сикһеҙ шатландым. Елкәмде баҫып йөрөгән ауыр йөк еме­релеп төшкән кеүек булды. Элек үҙем йәшәгән Ереклегә ҡайтмаясағымды аңланым. Насар иҫтәлектәр ҡалдырған урындан айырылһам, тормошом башҡа йү­нәлеш алыр һымаҡ.

Ваҡыттың үтеүҙәре. Февраль дә бөтөп бара. Бында йәшәүемә өс аҙнанан ашты. Фәрүәз бабай мине үҙ йортона пропискаға индерҙе. Бөгөн нотариус са­ҡыр­тып, васыят яҙып, йортон минең исемгә бүләк итте. Бабай бик ашыға, хатта шомло булып китә. Бер ваҡыт уның һуңғы көнө етер, тип һағышҡа сумам. Уға шул тиклем өйрәндем, атайым һымаҡ күрәм. Һуңғы көндәрҙә бигерәк йонсоп китте әле. Нотариус менән эш тамамланғас, ашағыһы-эскеһе килмәй, күҙен йомоп тик ята. «Еп өҙөр хәлем юҡ», – тип кенә ҡуйҙы. Уға күҙ һала-һала ғына йө­рө­йөм. Мәшәҡәттәрҙән бушағас, янына ултырам, ҡулын тотам. Ул сабый төҫлө: ты­ныслана, иҙерәп йоҡоға китә. Оло кеше бала хөкөмөндә, тип юҡҡа ғына әйт­мәйҙәрҙер.

 Табип менән кәңәшләшеп, уға аҙ булһа ла хәл индерергә витаминдар курсы башланым.

– Ниңә инде, ҡыҙым, үлгәнде һөйәп булһа ла йәшәтергә тырышаһың? – тип ҡуя бабай, шулай ҙа укол һалдырыуҙан баш тартмай. Уға, ысынлап та, бер аҙ хәл ин­гәндәй итә, күберәк һөйләшә, кәйефе күтәрелә башланы. Бер көн ентекләп йы­уындыртты, ҡырынды, хатта одеколон һиптерҙе. Таҙа күлдәк-ыштан кейеп ал­ғандан һуң, мендәргә һөйәлеп, уңайлап ултырҙы.

– Бына хәҙер эйәрле ат кеүек шәбәйеп киттем, – тине ул. – Яныма ултыр, ҡы­ҙым, бергә йәшәп-йәшәп, кем икәнемде лә белмәй ҡалаһың. Әллә кә­рәк­мәй­ме?

– Кәрәк, бик кәрәк. Үҙем һорарға тартына инем. – Мин шатланып киттем.

– Улайһа, сәфәргә сығабыҙ, хәйерле сәғәттә. Маршрут – минең ғүмер юлы. – Ул бер нөктәгә текләп тын ҡалды. Мин сабыр ғына көттөм. Юлда уйнаған ба­ла­ларҙың сыр-сыуы ишетелде. Фәрүәз бабай ҙа тормош юлындағы ташыу-ҡай­тыу­ҙарҙы, уңыш-уңышһыҙлыҡтарҙы, бәхет, күңел ҡайтыуҙарҙы иҫенә төшөрә, бар­лай­ҙыр. Ниһайәт, хәленсә тәрән итеп тын алғас, талғын тауыш менән хикәйәһен баш­ланы.

– Бына, ҡыҙым, оло кешемен, һикһәнгә лә күп ҡалмай. Шулай, барып етә ал­мам инде. Ә ғүмер тигәнең елдереп үтеп тә киткән: бер ишектән инеп, икен­се­һенән сыҡҡан төҫлө генә. Тиккә генә ғүмерҙе аҡҡан һыу менән са­ғыш­тыр­майҙар. Бына әле генә ялан аяҡ йүгереп йөрөгән елдәй етеҙ, шуҡ малай инем бит.  Йәшәү ҡыҙыҡ, күңелле, матур кеүек. Һуғыштан алдараҡ тыуған бала бул­ғас, аслығын, яланғаслығын күреп үҫелде. Сабый ғына көйгә ауыр эшкә еге­лергә тура килде. Миңә еңелерәк булғандыр, тим, сөнки береһе – биш, икенсеһе ике йәш­кә өлкәнерәк ағайҙарым бар ине. Әсәйем дә арыҫлан йөрәкле, аттай шәп бул­маһа, беҙҙе, өс малайҙы, таҙа-һау, туптай итеп үҫтерә алмаҫ ине.  Ауыр заман, бер-береһенә оҡшаш яҙмыштар – ул хаҡта күп китаптар яҙылған. Тән – кейемгә, та­маҡ икмәккә туймаһа ла, сәләмәт, сибәр егет булып үҫеп еттем. Нигеҙ ныҡлы, нәҫел шәпле булғандыр инде. Үҙем беләм: ун биш йәшемдә тиҫ­тер­ҙәрем генә тү­гел, үҙемдән бер-ике йәшкә өлкән ҡыҙҙар ҙа ҡыҙыҡһынып ҡа­райҙар ине. Ма­лайлыҡҡа барып аңлап та етмәйһең, йәшлек сафлығы боҙоҡлоҡтарҙан һаҡлай. Ҡайнап торған дәртеңде атайһыҙ үҫкән көнитмеш, донъя мәшәҡәттәре баҫа. Атайым һуғышҡа киткәндә өс йәшлек булып ҡалғанмын. Саҡ ҡына иҫләйем дә оҙон буйлы, мыҡты ирҙең өрлөккә еткәнсе сөйгәнен. Мине, төҫкә һуйып ҡап­лаған атайың, тиҙәр ине. Киткәс ни бары бер хаты килгән, икенсеһе инде – уның хаҡында ҡара ҡағыҙ. Атайһыҙ бала бер мин генә түгел, яҙмышыңа күнәһең.

Уҡырға шәп булдым, уҡытыусылары ла яҡшы тура килде. Һуңлабыраҡ булһа ла, ун класс тамамланым. Шул уҡ йылды һалдатҡа ла алдылар. Оҙатып ҡалыр ҡы­ҙым булманы. Мин – оҙон кәүҙәле егет. Ябығыраҡмын – ас бала саҡтың ка­са­фаты. Мөхәббәтемде көтәм, тик миңә насибы осрамай әле. Оҡшамағандар ме­нән ҡатнашҡы килмәне. Флотҡа эләктем. Севастополгә. Диңгеҙ эргәһендәге бо­ронғо ҡала, унда йәшәгән бөтөнләй икенсе халыҡ. Уныһын һөйләп көс сарыф ит­мәйек. Армия нимә бирҙе һуң? Нимәгә өйрәтте? Яҡшыһына ла, яманына ла.  Диң­геҙ боламыҡтарҙы һөймәй,  ихтыяр, яҡшы физик әҙерлек кәрәк. Әллә үҙе­беҙҙең Уралдың гөл-сәскәләрен,урман-күлдәрен күреп үҫкәнгә, диңгеҙгә ғашиҡ бул­маным. Ул миңә артыҡ матур, хыянатсы, мәкерле, дәһшәтле булып күренде. Хеҙмәт иткәндә туған телемдә һөйләшкән кеүек итеп русса һөйләшергә өйрәндем. Үҙемде яҡлау менән бергә, дуҫлыҡ-иптәшлек тойғоһо ла үҫте. Тыуған илеңдең ҡәҙерен белергә, тоғролоҡҡа өйрәнәһең. Унан килеп – маҡсатлы булыу. «Мин кемдән кәм?» тигән уй мине гелән һөрөп йөрөттө. Киләсәгеңә битараф бул­маһаң, үҙенән-үҙе шулай килеп сыға. Насарҙары: тәмәке тартырға, араҡы эсергә өйрәндем. Тағы ла насарырағы – ҡатын-ҡыҙ менән еңел-елпе бәйләнешкә инеү. Бында ҡатын-ҡыҙ батыр, беҙҙәге кеүек үҙҙәрен һаҡлап та бармайҙар. Минең дә увольнение һайын бер ҡыҙ булды. Иҫкә төшөргө лә килмәй.

Шулай оҙон дүрт йыл үтте. Көҙ ҡайтырға тейеш инем, яҙға тиклем ҡал­дыр­ҙылар. Һағынып, ашҡынып, ҙур маҡсаттар менән ҡайттым. Ағайҙарым өйләнеп, баш­ҡаланғайны инде. Әсәйем төпсөгөнә ҙур өмөттәр бағлап тора. Яҡшы уҡыған улы артабан белем алыр, уҡытыусылыҡҡа уҡыр, ҡарт көнөндә ҡараусы, атай нигеҙен һаҡлап алып ҡалыусы булыр. Оҙаҡҡа һуҙмай ғына, ир-ат ҡулы көткән иха­таны тәртипкә килтерҙем. Көн дә тигәндәй клубҡа сығам. Ауылда йәштәр күп, ситкә сығып китеүселәр юҡ дәрәжәһендә. Клубта көн дә уйын-көлкө, йыр-бейеү. Йәш, ирһеҙ ҡатын мөдир булып эшләй. Армия ғәҙәте буйынса, шул ҡа­тынға бәйләндем. Төҫкә арыу, айырым йортта йәшәй, инеп йөрөргә уңайлы. Яҙ шаулап үтте, йәй етте. Дәреслектәрҙе ҡабатланым. Июль айында Өфөгә киттем. Һынауҙарҙы уңышлы тотоп, БДУ-ның тарих факультетына инеп киттем. Шат­лыҡ эскә һыймай. Мине яңы бейеклектәр, икенсе тормош саҡыра. Флотта хеҙ­мәт итеп ҡайтҡан егетте группала комсорг итеп ҡуйҙылар. Әсәйҙән ҡы­уа­ныслы хаттар килеп тора. Йәмәғәт эштәрендә йөҙөп йөрөп эшләйем, тырышып уҡыйым. Ҡышҡы сессияны ғәйәт уңышлы тапшырып, каникулға ҡайттым. Әсәй ҡар­сыҡ менән шатланып, сөкөрҙәшеп сәй эсеп ултырабыҙ. Ул нимәлер әйтергә ит­кән кеүек. Тик оҙаҡ көтөргә тура килмәне, ҡыштың һалҡын быуын борҡотоп ишек асылды, бәпес күтәреп бер ҡатын килеп инде. Ҡараһам – Рәбиға, мин ар­миянан ҡайтҡас шаярған ҡатын. Бына һиңә уйындан – уймаҡ! Ҡойолдом да төш­төм. Рәбиғаның ғына иҫе китмәне. Бәпесте урындыҡҡа һалды, юрғанын та­ратып ебәрҙе:

– Атай, бына мин ҡайттым, – тигән була, етмәһә.

 Ни тиергә белмәй шаңҡып ҡалдым, ваҡыты ла тура килә, бәпесе лә миңә оҡ­шап тора. Тик минең генә уға ҡарағым да килмәй. Берҙән, көсләп тағыуҙы енем һөймәй. Яратмаған ҡатындан тыуған баланы ла ярата алмайым, ахырыһы. Еңел-елпе, йөрөмтәл ҡатын менән яҙмышымды бәйләгем килмәй. Инде үҙемдең курсташ ҡыҙ менән дуҫлашып та йөрөйөм. Рәбиғаны елтерәтеп сығарып та ебәрә алмайым. Тәки каникул буйына беҙҙең өйҙә серәшеп йәшәп маташты. Һөй­ләшмәйем, артты ҡуям да ятам. Шул тиклем уңайһыҙ хәлдә ҡалдым бит. Ка­ни­кул  бөткәс, йәнә уҡырға киттем. Әсәйем Рәбиғаны, тындырмай, ҡыуып ҡайтарған. Уҡый башлап аҙна үтеүгә, мине деканатҡа саҡырттылар. Рәбиғаның хаты мине бында ла ҡыуып етте. Ни ҡылырға белмәй ҡатып ҡалдым, ҡот китте. Уҡыу йортонан ҡыуалар икән, тип торам. Минең яҡшы уҡыусы студент, актив йәмәғәтсе икәнемде беләләр. Намыҫҡа килергә саҡырып оялтып, орошоп ал­ды­лар. Уҡыуҙан ҡыуманылар. Йәшен йәшнәһә лә, күк күкрәмәне. Уҡыуҙы дауам иттем. – Фәрүәз бабай көрһөнөп туҡтап ҡалды, кипкән ирендәрен яланы.

Мин тиҙ генә сәй яһап эсерҙем, ял итергә ҡушып, өҫтөнә яптым. Бабай ары­ғайны, йоҡоға китте. Мин ғәжәпләнеп, хайран ҡалып йөрөйөм. Кеше ҡар­буз түгел, ярып ҡарап булмай, тип әйтеүҙәре дөрөҫ. Тәртипле, зыялы бер затты го­наһлы итеп күҙ алдына килтерге килмәй. Ә ул үҙ балаһынан баш тартҡан. Тор­мош ҡатмарлы, күпме кеше – шунса яҙмыштар. Тарихтың аҙағын белер өсөн ба­байҙы йонсотмайым. Бала кеүек тәрбиәләйем, әҙләп яҡшы итеп ашатам, укол­дар яһайым. Күрше Зәки ағай килеп мунса индерә. Уның ҡатыны Нәҡиә апайҙы өнәп етмәһәм дә, ул да яман кеше түгел. Ярҙам кәрәк булһа, әйт, тип  кенә тора. Тик бына һөйләгән хәбәренең осо-ҡырыйы юҡ. Минең хаҡта ныҡ төпсөнә. Фәрүәз бабай өйрәткәнсә, «алыҫ туғанымын» тип әйтеүҙән уҙмайым.

 Бер иртәлә бабайҙың кәйефе яҡшы тойолдо. Уның һөйләшергә әҙерләнгәнен тойҙом.

– Ҡыҙым, минән күңелең ҡайтыр, тип шөрләп бөткәйнем. Рәхмәт, бер нәмә лә һиҙ­ҙермәнең.

– Минең һис кенә күңелем ҡайтманы ул.

– Йәнә лә рәхмәт. Бына шулай, ни тиклем генә үкенһәң дә, үткәнде ҡайтарып булмай.

– Кире ҡайтарып булһа, нимә эшләр инегеҙ?

– Фәҡәт уны эҙләр инем.

– Кемде?

– Йәшлектә ҡалған йәрҙе. Бар ине ул, бар ине. Аҫыл ҡошто өркөтмәй генә усыма ҡундырып, йөрәгемә баҫыу кәрәк ине. Бары минең теләктән генә торҙо. Ҡә­ҙерен генә белмәй юғалттым.

 Мин, күҙемде алмай, бабайға ҡарап торам. Бына ул яңы тарих башлар, тыйыла ал­май тыңлармын, шунан ул арып, хәлдән тайыр.

– Ауыр булһа, һөйләмәгеҙ.

– Юҡ, һөйләргә, күңелде бушатырға кәрәк. Көнө лә яҡшы. Ҡояш көлөп тора. Йә, тыңла. – Бабай, тылсымлы әкиәт оҫтаһылай, серле төҫ ала. Мин дә,  «олатай, әкиәт һөйлә» тигән балалай, етеҙ генә эргәһенән урын алам. – Уныһы былай бул­ды. Элек, мин йәш саҡта, ун йыллыҡ башҡорт мәктәбе ике ауылда ғына ине. Унлаған ауылдан йыйылып уҡыйбыҙ. Уны тәүләп комсомол йыйылышында күр­ҙем. Дуҫым Сәғит ҡабырғама төрттө, «ҡара» тип эйәге менән ымланы. Күҙҙәрем дымлы ҡарағаттай мөлдөр күҙҙәр менән осрашты. Ябыҡ ҡына ҡарасман ҡы­ҙы­ҡай. Һигеҙенселә уҡый, буғай. Уның йәшерен генә мине күҙәткәнен күптән һиҙеп йөрөйөм. Әлбиттә, бар тип тә белмәйем, сөнки унан былайыраҡтарға ҡарамайым. Боролоп ҡараным да донъяла барлығын оноттом. – Бабай көр­һөн­дө, тауышында үкенес яңғыраны, тәҙрәгә ҡараны. Сыр-сыр һайраған ҡош та­уышына ҡолаҡ һалып тын ғына ултырабыҙ. Сыйырсыҡ тамам шашты.

– Ҡошсоҡ ана ҡалай ярарға тырыша һөйгәненә, кешеләргә шуларҙан үрнәк алырға кәрәк ине лә бит. Аңһыҙлыҡ харап итә әҙәм балаларын, – уның нурһыҙ күҙ­ҙәрен һаран күҙ йәштәре сылатты. – Һалдаттан ҡайтып, Рәбиға менән типтереп йөрөгәндә осраттым. Оятты онотоп, көтөү киткәнсе унда ятып  ҡай­тып киләм. Ауылдың тынысыраҡ ваҡыты, көтөү ҡыуыусылар өйҙәрендә иртәнге сәй эсәләр. Шул тиклем дә килешле, зифа буй-һындың һыуҙан ҡайтып килгәнен кү­реп, туҡтап ҡалдым. Нәҙек кенә билдәре, ҡояшта янған тулы балтырҙары иғтибарымды йәлеп итте. Оялсан ғына түштәре тиртеп тора. Бер ҡараһаң, яңы ғына үҫеп килгән ҡыҙ бала төҫлө. Ләкин башына ап-аҡ яулыҡ сөйгән. Тимәк, йәш килен. Янып торған оҙонсараҡ ҡуңыр йөҙ, сейә ирендәр… Күбәләктәй керпектәрен бер һирпте лә үтеп тә китте. Мин әллә ни эшләп киттем. Әле үҙ ғү­меремдә беренсе тапҡыр. Тәҡәтһеҙ ҡалдым, быуын бөттө. Тыйыла алмай, барып көйәнтәһен тоттом.

– Һин кем?

– Тәнзилә… Кит, оят. Ебәр, кеше күрер.

 Мин уны таныным. Теге ҡыҙ, бала ғына сағында миңә ғашиҡ булып йөрөгән ҡыҙ. Хәҙер бына ниндәй. Йәмһеҙ бәпкәнең ғорур аҡҡошҡа әйләнеүе шулай була икән. Беҙҙең ауылға кейәүгә биргәндәр. Ире холоҡһоҙ ғына егет. Аҙаҡ эсте, уны йә­берһетте. Үҙенең уға тиң булмағанын аңлап, үсен алырға тырышты. Йәш ҡатын оҙаҡ ҡына буйға уҙманы. Күреп-осратып ҡалам, күргән һайын йөрәгем тала, әллә ни эшләп китәм. Ә ул сибәрләнә генә бара. Мине һаман яратыуын тоям. Күрһә, ҡуңыр йөҙө мәк сәскәһе кеүек янып китер ине. Оҙаҡ ҡына йәшәгәс, ир бала тапты, уға минең исемде ҡушты.

Тора-бара сибек ҡыҙыҡай бына тигән ҡатынға әйләнде, ирен дә ауыҙ­лыҡ­ла­ны, шәп балалар үҫтерҙе. Эске  рух көсө бар ине унда. Оҙаҡ йылдар үткәс, ни­сек­тер бер яңғыҙ тап итеп, батырлығымды йыйып әйттем:

– Fүмер заяға үтеп бара, йә үҙең берәй ҡыйыулыҡ күрһәтмәнең, – тинем.

– Ирекһеҙләп асҡан күҙҙең нуры булыр инеме икән? – тигән яуабын ишеттем. Fорур булған ул, һыр бирмәне. Ләкин бар булмышы икенсене һөйләй ине. Миңә кес­кәй генә ым-ишара етәсәк ине, Тәнзилә ул юлға барманы, бәҫен төшөрмәне. Үҙемә үлеп-талып яуларға кәрәк булған да бит. Мин ҡатын-ҡыҙ иғтибарынан бо­ҙо­лоп, осһоҙ хистәргә мауығып йәшәй биргәнмен. Йәшлек ахмаҡлыҡтары тор­мош ләззәте булған мөхәббәттән мәхрүм итте. Балаҡай, йәшһең, һөйкөмлөһөң. Һи­не яратҡан, үҙең тартҡан йән осрамай булмаҫ. Fафил булып ҡалма.

 Был көн шул һөйләшеү менән уҙҙы. Бабай һаман һөйләргә теләһә лә, тыйҙым. Иртәгә, тинем.

 Фәрүәз бабайҙың һүҙ ҡапсығы тишелде. Ҡалған уколдар килештеме, ундағы әйтеп ҡалыу теләге көс бирҙеме – тормош юлын һөйләп ҡалырға тырышты. Ни генә булһа ла, уны тыңлау – мауыҡтырғыс китап уҡыу менән бер. Бына бөгөн дә уның һүҙ башлағанын көтөп йөрөйөм. Тәрбиәләп, ашатып алғас, карауат эр­гә­һендәге креслоға килеп ултырҙым.

– Ҡыҙым, кисә һүҙ ни хаҡта барҙы әле? – тип һорай ул.

– Тәнзилә апай хаҡында, – тиҙ аныҡлап ебәрәм мин.

– Аһ, Тәнзилә, һаман күҙ алдында. Күм-күк ерлеккә аҡ борсаҡтар төшкән нәҙек билле, өйөрөлөп торған итәкле күлдәген кейеп, башына үтек эҙе һиҙелеп тор­ған аҡ яулығын бәйләп, билдәрен һығылдырып һыуҙан ҡайта. Бер генә тамсы һыуы сайпылып сәсрәһәсе! Һыуалышта һағалап тороп, бер ҡосаҡлап үп­һәм дә ғүмерем был тиклем үкенесле булмаҫ ине.

– Ағай, минең Рәбиға, ҡыҙығыҙ хаҡында белгем килә. Аҙағы ни менән барып бөттө?

– Эйе, теге ваҡыт Рәбиға мине еңә алманы, осраҡлы яралған бала мине әү­рәт­мәне. Ни хәл итмәк кәрәк? Ярата алманым. Fәйепле икәнемде тойоп йәшәһәм дә, үҙемде еңеп булманы. Рәбиға тормошҡа сыҡты, бала артыҡ бүрәнә башы ине. Балалар йортона бирҙеләр. Мин бер ни ҡыла алманым.

– Ә әсәйегеҙ ни тине һуң? Ул да ҡатын кеше бит.

– Әсәйем ни, минең яҡлы инде. Минең ҡарашым дөрөҫ уға. Их, әсәй, әсәй! Fүмер буйы бер үҙе йәшәне, ҡыҙ унда үҫһә, үҙенә иптәш булыр ине лә бит. Барып ярҙам итеп торор инем. Шулай онотолмаҫ, күңелде өйкәп торған ғазап булып ҡалды инде.

– Кемгә өйләндегеҙ шунан? Бигерәк һайланған кеүекһегеҙ.

– Һуңғы курста һабаҡташыма өйләндем. Йәш тә китеп бара ине шул.

– Яраттығыҙмы уны?

– Тәүҙә яратҡан кеүек инем. Төҫкә сибәр, эшкә тилбер, телгә шәп. Хатта ар­тығы менән. Бергә йәшәгән тормош юлдашыңа битараф булып булмай. Ни генә тимә, бер йөктө парлап тартаһың. Уртаҡ бурыс берләштерә кешене.  Ярат­ты­ра белеү ҡатындандыр инде, тим. Әсе теле, еңмеш холҡо һыуындыра баш­ла­ны.

– Яраттырыу ҡатындан ғынамы икән? Бик уңайлы, күндәм кеше булһам да, мине ташланылар бит.

– Уға күндәм кеше кәрәкмәгән, тимәк. Ярһыу, дәртле, гел көсөргәнештә тота торған ҡатын кәрәккән.

Аптырап киттем: бабай тап өҫтөнә баҫты. Фәриткә, ысынлап та, минең һалмаҡлығым, һөйөшөү мәлдәрендәге тыйнаҡлығым оҡшамай ине.

Ә бабай хикәйәтен дауам итә, унда эске көсөргәнеш тыуа:

– Флора үҙенең ваҡсыллығы, бәйләнсеклеге, кешене гел генә контролдә то­тор­ға тырышыуы, гел дә үҙен өҫтөн ҡуйырға ынтылыуы менән мине биҙҙерҙе. «Мин һинән шәберәк специалист, – тип ҡабатларға ярата торғайны. – Минең поддержканан башҡа һин никто, директор ҙа була алмаҫ инең», – тип ғорур­лы­ғы­ма тейә, кешелек бәҫемде төшөрә. Ҡанат ҡуя алманы ул миңә. Түбәләүен генә белде, мөмкин булһа, тапап уҙыр ине, йығып аяҡ һөртөр ине. Характеры артыҡ көс­лөмө – кешене баҫыу, еңеп алыу уның төп һыҙаты булды. Ләкин ир кеше, хат­та йомшаҡ тигәндәре лә, үҙенекен эшләй бит ул. Мин дә үҙемсә үс алдым: тура кил­гән бер юбканы ла ысҡындырманым. Тик ниңәлер гел өҙгөс, йолҡҡостар ос­рап тик торҙо. Әллә күҙемә гел шундайҙар ғына күрендеме? Ҡатын, миңә үсегеп, ба­ланы ла берәү генә тапты. Улымдың миңә ҡарата һалҡынлығы ла уның йо­ғонтоһолор. Атайың шундай, атайың бындай, тип өҙлөкһөҙ тылҡыны, – бабай ирендәрен сәй менән сылата ла һүҙен дауам итә. Хатта ки ярһыу менән һөйләй. – Был донъяла бер нәмә лә эҙһеҙ үтмәй. Бар ҡылығың өсөн дә яуап бирергә тура килә. Берҙән-бер улымдың балаһы юҡ. Минең нәҫел ҡорой, фамилиям да ҡал­маҫ. Үҙ баламды яҙмыш ҡосағына ташлағаным өсөн был яза. Бына нисек килтереп һуға. Фәнни атеизм уҡып, ата коммунист булып йөрөһәм дә, һуңғы көн­дәремдә Хоҙай Тәғәләгә ышанып, унан ярлыҡау ялбарып ятам. Рәхмәтлемен уға: һинең менән осраштырҙы. Үлем түшәгендә ятҡан кеше бәхетлеме ул, тиһәләр, бына ғүмеремдең тап әлеге өлөшөндә, һуңғы көндәремдә, мин бә­хет­ле­мен. Ысын. Әжәл яғаңдан алғанда ҡараулы, ҡәҙерле булып, таҙа урындыҡта, таҙа кейем менән ятыу; сарсағанда иренеңде сылатырға һыу биреп тороусың бу­лыу – иң ҙур бәхеттер ул.

Ташландыҡ эт хәлендә был донъянан китеүселәр аҙмы ни? Мин дә шул көндө кү­рә яҙып ҡалдым бит. Һөйләмәм тигән инем. Һиңә һөйләйем, балаҡай, әйҙә, кү­ңелдә төйөр булып ҡалмаһын.

 Тағы бер ваҡиға һөйләп, бөтөнләй хәлдән тайыр, тип ҡурҡа ҡалдым.

– Зинһар, мөмкин булһа, һөйләмәгеҙ юҡ хәлегеҙҙе бар итеп, – тип әйтә һалам.

– Юҡ, һөйләргә булғас, һөйләргә. Әҙәмдең ни тиклем дә ҡанһыҙ була алыуына бер ғибрәт. Ҡатын кешенең шул сиккә етә алыуын күрергә насип булды. Етмәһә, үҙ баламдың ҡатыны. Уныһы былай булды. Улым командировкаға йыйынды. Кистән кереп, үҙе ашатты, сәй эсерҙе. «Атай, үҙең беләһең, мин хөкүмәт кешеһе, китергә тура килә, киленеңә әйткәнмен», – тине.

 Улым киткән көн килен инмәне. Ярай, сәй бар, һалҡын булһа ла, кисәңге бут­ҡа бар. Шуларҙы ҡабыштырам. Икенсе көн дә юҡ был. Әллә бөтөнләй ҡайтмай. Аш-һыу еҫе һиҙелмәй. Урыҫ әйтмешләй, голод не тетка. Бер нисә ҡабым ризыҡ менән булһа ла тамаҡты алдарға кәрәк. Таяна-һөйәлә кухняға сығам, холодильникты асам. «Лып» итеп ултырып китәм. Унда тәғәм ризыҡ юҡ. Шкафтарҙан яр­ма, туҡмас кеүек нәмәләрҙе һыпырып түккәндәр, буғай. Килен мине асҡа үл­терергә булған. Башҡаса уйлау мөмкин түгел. Ни генә булһа ла, яуыз әҙәм ҡулынан ҡорбан булғым килмәне. Ысынлап тороп соҡонорға керештем. Йәшәү өсөн көрәш хәл индерҙе. Ҙур бер кәстрүл артынан ҡоймаҡ оно килтереп сы­ғарҙым. Язалаусым уны күрмәгәндер. Уның тоҙо, йомортҡаһы үҙендә тигәндәй. Шыйыҡ ҡамыр туғыным. Хәҙерге табаларға май кәрәкмәй әлдә. Үҙемә шулай ризыҡ йүнәттем. Ҡайнар һыуға ҡытлыҡ юҡ. Аҙығымды бүлмәмә алып барҙым. Йә­нә өс көн шулай йән аҫырап яттым. Улым китеүгә алты көн үтте тигәндә, килен шым ғына фатир ишеген асты. Алғы яҡта лыбыр-лыбыр килделәр. Төнө менән мин йәнә кухняны тикшерҙем. Бөтәһе лә үҙ урынында. Һыуытҡыста йәнең ни теләй – шул. Тауыҡ һурпаһы, былау, кәтлит-маҙар, колбаса. Бөтәһен дә тул­тырған. Йәнәһе, мине ныҡ һыйлап тотҡан. Төндә улым ҡайтты. Мин шым­сыға әйләндем. Килендең мине нисек ҡәҙер-хөрмәт менән тәрбиәләгәнен ишет­тем. Улыма әйтеп торманым. Барыбер ышанмаҫ, тинем. Бына шулай, ҡыҙым.

Мин хайран ҡалып тыңлайым, хатта асҡан ауыҙымды яба алмай ултырам. Ҡәбәхәтлек тигән нәмә менән осрашҡан бар инде, ә бындайы башҡа һый­маҫ­лыҡ. Шул тиклем дә кешене күрә алмаҫҡа. Бер бәлтерәгән ҡарт ул ҡатынға нин­дәй яманлыҡ ҡылған инде.

– Аптырама, балаҡай, тормошта барыһына ла әҙер булып йәшәргә, би­реш­мәҫ­кә кәрәк.

– Йә, ярай, ял итеп алығыҙ әле. Минең дә тамаҡ әҙерләйһе бар.

– Сәй генә эсермен. Төп уйымды әйтмәнем әле.

 Сәй әҙерләй һалып, икәүләп эсеп алдыҡ. Бабай, тырышып булһа ла, минең ме­нән бер өҫтәл артында ултырҙы. Ярты кәнфит, бер ҡоймаҡ менән сәй эскәс, маң­лайына сыҡҡан тирҙе һөрттө. «Болонда бесән сапҡан кеүек арыным», – ти­не. Урынына ятты, ғәҙәттәгесә ойоп китмәне. Тағы мине саҡырҙы.

– Мин әйтәһе һүҙҙәремде әйтеп бөтмәнем бит әле.

– Һеҙҙе тыңлай башлаһаң, айырылырлыҡ түгел, ләкин…

– Етте, бер ниндәй «ләкин» кәрәкмәй. Әйтер һүҙемде әйтеп бөтмәһәм, йәнем сыға алмай интегер.

– Һеҙгә ҡаршылашып килештерерлек түгел.

– Улай булһа, тыңла. Минең уй-фекерҙәрем һинең күңелеңдә урын алһа, ки­лә­сәктә шытым бирһә, китеү ҡурҡыныс түгел.

Хәҙер төп уйымды әйтмәксемен, был – минең васыятым, тиһәм дә була. Әлеге ва­ҡыт­та,  донъяны матурлыҡ ҡотҡарыр, тип тылҡырға әүәҫләнделәр. Һүҙ юҡ, гү­зәллек – шәп нәмә. Тик кешелекте ҡотҡарырға көсө етерме? Ә мин... – Ул тә­рән итеп тын алды, хатта һулышы оҙайып киткән төҫлө, – донъяны һөйөү, мө­хәб­бәт ҡотҡарыр, тип ҡат-ҡат әйтер инем. Сөнки мөхәббәт кенә бар ғаләмгә ҡот бирә. Боронғо китаптарҙа, Аллаһ, йәғни юғары көс, барса йыһанды яратҡан, тип әйтелә. Яратыу, йәғни барлыҡҡа килтереү. Яратыу – ул  ижад. Баланы ла бит, бар көсөңә, бөтөн йөрәк көсөңдө биреп яратмаһаң, әҙәм итеп булмай. Ергә һөйөү менән хеҙмәт итмәһәң, уңыш алып булмай. Ир менән ҡатын мөхәббәте булмаһа, кешелек дауам итмәй. «Мөхәббәт» тигән һүҙҙе киңерәк аңлау фарыз. Хәҙер енси яҡынлыҡты мөхәббәт менән бутай башланылар. Ваҡланылар бөйөк тойғоно. Мин ниңә Рәбиғаға өйләнә алманым, сөнки мөхәббәттең остоғо ла юҡ ине. Оло һөйөүҙән яралған балалар ғына рухы һәм тәне менән сәләмәт яралғанлығына шигем юҡ. Буталып һөйләһәм, ғәфү ит. Ашығам, буғай. Тағы ни әле? Эште лә яратып, күңел һалып башҡарһаң ғына һөҙөмтәле, мәғәнәле була. Бар донъяны, тереклекте, әҙәмиәтте һөйһәң генә, ҡотҡарып алып булыр. Ҡайһы бер донъя тотҡаларының (улар үҙҙәрен шулай тип уйлай) кешелеккә ҡарата яуызлығынан, мәр­хәмәтһеҙлегенән ниндәй афәт, һуғыш-ҡырылыштар килеп сыға. – Бабайҙың та­уышы ҡарлыҡты, тынып ҡалды. Хәле насар кеүек түгел ине, киреһенсә, унда эске ярһыу һиҙелә. Аптырап уға ҡарап торам, һөйләүенән тетрәнеп ҡалдым. Ул шул тиклем үтемле итеп, ышандырып һөйләй белә. Артыҡ тынып ҡалыуынан ҡур­ҡып, йөрәк дарыуы эсерә һалдым. Ул, хәлһеҙ генә йылмайып:

– Ҡурҡма, ҡыҙыҡай, ебәр ҙә ҡуй мине, йәнем асманға ашһын әйҙә, – ти.

Күптән, хатта ай тирәһе инде, үҙемдә сәйер үҙгәрештәр һиҙеп йөрөйөм. Ва­ҡыты-ваҡыты менән эсем бороп ауыртып ала, тағы үтә. Хәлдән дә тайып китәм. Уныһы яңылыҡ түгел. Күңел ныҡ болғанып, иртә менән ҡоҫоп та алам. Ни­мә генә ҡапһам да, аш түгел, күңелгә ятмай. Әсе сейәме, ҡарағатмы ҡапҡы ки­лә. Ауырлымын, тиер инем, түлһеҙмен бит. Табиптарҙың ҡарары шулай. Тәк, тип һанай башланым, өмөтһөҙ – шайтан, кем белә, бөтөнләй ҡыу ағас тү­гел­мен­дер ҙә. Ауырым булһа, өс ай булып килә инде. Айлыҡтарым юҡ, ауырыуға һылтанып йөрөй бирәм дә ул. Йөрәгем ҡорошоп китә. Әллә берәй яман сирем бармы? Эй, Ал­лам, көсәйеп китмәһен тағы! Бабайҙы кем тәрбиәләр?

Оло кеше хәлемде һиҙеп ятҡан икән.

– Ни булды, балаҡай? – Ул йылы итеп өндәшә. – Төҫөң дә боҙолоп китә. Һиҙ­ҙер­мәҫкә тырышһаң да, барыһын да күреп ятам бит. Ныҡлап сирләй күрмә.

 Уны тыңлап, поликлиникаға юл тоттом.  Шулай ҙа иң беренсе ҡатын-ҡыҙҙар док­торына инергә булдым. Сәбәбе лә бар бит. Доктор – оло ғына ҡатын.  Ен­тек­ләп ҡараны. Аптыраны. Дарыу еҫенә сытырайғанымды күреп, йылмайҙы:

– Ҡотлайым һеҙҙе. – Уның тауышы шундай мөләйем. – Ауырығыҙ ун ике аҙ­на­лап. Ни эшләп килмәй йөрөнөгөҙ, ун һигеҙ йәшлек түгелһегеҙ бит.

– Мин бит ауырға ҡалырыма ышанмағайным... – Хистәремә тулышып илап ебәр­ҙем.

– Көлөргә, ҡыуанырға, бейергә кәрәк. Бәхетле һеҙ. Был – мөғжизә.

– Тик ирем ташлап китте бит инде.

 Табип ханым уйсанланды.

– Аңлағыҙ, меңгә бер булған осраҡ. Һуңғы шанс. Беҙҙең халыҡта, бала үҙ ри­зығы менән тыуа, тигән әйтем бар. Дөрөҫ фекер ул, миңә ышанығыҙ.

– Ышанырға тырышам. – Балаларса танау тартам.

– Шулай булғас, йөгөгөҙҙө еңел итеп күтәрегеҙ. Уңыштар һеҙгә.

 Артабан карта тултырып, анализдарға ҡағыҙҙар яҙҙы.

– Анализдарығыҙҙы иртән бирерһегеҙ.

 Хушлашып сығып киттем. Әсәйем менән һөйләшкән төҫлө рәхәт булып ҡал­ды. Яҙғы һыуҙар йырғылаған һуҡмаҡтан атлайым. Нескә генә тауыш менән гөрләүек селтерәй. Бала төҫлө, туп-тура күләүектәргә баҫып киләм. Итегем быс­ранып бөттө. Саф һауаны күкрәк тултырып һулайым. Аҡ болоттар араһынан зәңгәр тәрән күлдәр һымаҡ күк йөҙө күренә. Улар миңә шатланып баҡҡан Хоҙай күҙ­ҙәре һымаҡ тойола. Бар нәмә матур, һоҡландырғыс. Кисә генә яңғыҙ инем, хәҙер икәүбеҙ. Илау аша көлөп ебәрәм. Яңы яралған сабыйым, мин һине бар донъянан өҫтөн күреп яратам инде. Мине ташлап китер алдынан Фәрит иғ­тибарлы, яғымлы булырға тырышты. Арабыҙ арыулана бара тип, иреп төш­төм. Их­лас иркәләнем, иркәләндем. Яралтҡан сабый өсөн һине ғәфү итәм, рәхмәт әйтәм.

 Тилереп тигәндәй ҡайтып индем. Фәрүәз бабай борсолоп, түҙемһеҙләнеп көтә ине. Тороп уҡ ултырған.

– Балаҡайым, ни булды? Һөйләй һал.

 Хистәремә тулышып, уны ҡосаҡлап илап ебәрҙем.

– Мин ауырлымын, бабаҡай. Ни хәлдәр генә итермен?

 Уның ҡалтыранған хәлһеҙ ҡулдары арҡамды һыйпай, сәстәремдән үбә.

– Туҡта, балам, мине үлтермәй тор.

 Аңыма килеп, шып туҡтаным.

– Ҡотлайым, ҡыҙым. Һөйөндөрҙөң. Юҡһа әллә нәмәләр уйлап бөттөм.

– Атайһыҙ үҫер инде ул.

– Кем белә? Өмөтөңдө өҙмә улай. Йәшһең, һылыуһың. Маңлай күҙҙәре ботаҡ ти­шеге булмаһа, күрерҙәр, баһаларҙар. Мотлаҡ ишеңде табырһың. Әгәр те­лә­һәң, минең фамилиямды бир. Ейәнем ҡала, тиермен. Ҡыҙым, торт килтермәй бул­май. Бөгөн байрам беҙҙең өсөн.

Шатлығыма иҫереп йөрөй торғас, кинәт айнып киттем. Августа эш баш­лая­саҡ­һың, тигәйнеләр. Тап минең декрет ваҡыты еткән була. Өләсәйҙең бер мә­ҡәле иҫкә төштө: «Хәйерсенең ауыҙы ашҡа тейһә, танауы ҡанай». Шиктәремде ба­байға һөйләмәй булдыра алманым. Был арала кем күберәк ярҙамға мох­таж­дыр: үлем түшәгендәге ауырыумы, әллә минме? Шул хәлдә лә уның миңә таяныс бу­лыуы ғәжәпләндерә.

– Һиңә апрель башы менән эш башларға тура килә, ҡыҙым.

– Ә һеҙ?

– Мин нимә? Ятырмын әле. Ятҡан бар. Нәҡиә апайың күҙ-ҡолаҡ булыр.

– Күңелем ятмай уға. Бер ҙә ауыҙы ябылмай. Гел кеше һөйләй. Ғәйбәт...

 Бабай асыуланды:

– Был осраҡта тыуасаҡ йәнде уйларға кәрәк. Һис тә икеләнмә. Бар, саф һауаға сығып кер, һиңә файҙалы ул. Телефонды тоттороп сыҡ.

Уны тыңламай хәлем юҡ. Тышҡа сыҡтым. Болотлап ебәргән, ел сыҡҡан. Күк­тәге зәңгәр тәҙрәләр юғалған. Кинәт епшек ҡар яуырға тотондо. Тоҙлоҡ яумай ҡар бөтмәй, тиҙәр. Моғайын тоҙлоҡ яуалыр. Өйгә ингәндә, бабай тыныс ҡына йоҡ­лай ине инде. Сабый һымаҡ ҡайғыһыҙ, тыныс сырай, тимәк, ҡәнәғәт. Шым ғына йөрөп, өй эштәрен бөтөрҙөм.

– Яныма килһәңсе, – тигән тауышҡа һиҫкәнеп киттем. Йоҡоһо ҡоштоҡо һы­маҡ ҡына. – Ултыр яныма. Бына шулай.

 Тын ғына ултырабыҙ. Күп ваҡыт ошондай тынлыҡтар ваҡытында күңелдәр һөй­ләшкән төҫлө. Уның хәбәренең ыңғай булырын аңлап торам.

– Алдағы дүшәмбенән эш башларһың. Ҡаршы һүҙҙең булыуы мөмкин түгел.

– Рәхмәт һеҙгә. Был изгелектәреҙҙе нисек кенә ҡайтарып бөтөрөрмөн?

– Ҡайтарып йөрөйһөң түгелме? Хатта артығы менән.

 Эш башларға тағы ла ике көн бар. Шул арауыҡта булһа ла бабайҙы яҡшыраҡ ҡа­рарға тырышам. Тауыҡ һурпаһы бешерәм, компот ҡайнатам. Янынан кит­мәйем, һәр бер күҙ ҡарашын аңлап, теләктәрен үтәп кенә торам. Тик уның ашау те­ләге көндән-көн кәмей. Бер-ике ҡаба ла кире ултыра.

– Рәхмәт, ҡыҙым, тәмле, – тип маҡтаған була. – Кәрәкмәгәнгә эш табып ма­таш­ма. Янымда ултырһаң, иң яҡшыһы.

 Ике көн күҙ асып йомғансы үтте. Дүшәмбе Нәҡиә апайҙы саҡырып, күр­һәтмәләр биреп, ят ергә, ят кешеләр араһына киттем. Директор, әлбиттә, та­ныш инде. Кәрәк ҡағыҙҙарҙы Заһир ағай аша алдыртҡайным. Тормошомда ярҙам итеп торған яҡшы кешеләр осрауына шатланам. Йәшәү тигәнең гел ҡара һыҙаттарҙан ғына тормай икән шул, уның яҡшы яҡтарын да күрә белер кәрәк.

 Лицейҙа йыл башынан уҡ ике тәрбиәсе кәрәк булған. Унда эшләгән оло ғына пе­дагог: «Баламды уҡытам, аҡса күберәк кәрәк», – тип бер үҙе ике кеше өсөн эшләп йөрөгән. Әлеге ваҡытта арып, ярҙамсы һорай башлаған икән. Ана шул урынға мине алдылар ҙа инде. Тәрбиәсе Әнисә Сәғитовна ла шунда икән. Ул мине лицей менән таныштырырға алып китте. Уҡыусыларҙың уҡыуҙары, йә­шәү­ҙәре бер урында. Спортзал да, ашхана ла ошонда уҡ. Шулай булғас, бик уңайлы инде. Йыһаздар заманса, яҡты, йылы. Бында эшләүе лә бик күңеллелер. Тәр­биәселәр өсөн ҙур, уңайлы кабинет бар. Иртәнән башлап балалар уҡып сығыр алдынан килергә. Көн режимын тайпылышһыҙ үтәү – тәрбиәсенең бу­рысы. Әнисә Сәғитовна түңәрәктәр расписаниеһы, режим менән та­ныш­тырып сыҡты. Бөтәһе лә яңы, ҡыҙыҡ ине. Эште, балаларҙы яратасағымды һиҙҙем.

 Эшләй башлағас, бөтә иғтибарымды балаларҙы өйрәнеүгә йүнәлттем. Уларҙы бер төркөм итеп түгел, һәр береһен айырым шәхес, һәр береһендә үҙенә генә хас фи­ғел-холоҡ тип уйлап, шул юҫыҡтан сығып аралаша башланым. Яңы тәр­биә­сегә төбәлгән ҡыҙыҡһыныусан, һынаусан ҡараштарға бирешмәҫкә тырышам. Әле тәжрибәһеҙ педагог тип, миңә ҡыҙ балаларҙы бирҙеләр. Ниңә ҡыҙҙар ме­нән эшләү еңелерәк, тип уйлайҙар икән, тип аптырап ҡуйҙым. Дөйөм алғанда, ба­лалар оҡшаны. Аҡыллы, етди, белем алыр өсөн йыйылған алсаҡ, ихлас ҡыҙ­ҙар. Мөләйем, йыйнаҡ, шул уҡ ваҡытта ҡыйыу Айзиләне оҡшатып өлгөрҙөм.

 Теләктәрем тормошҡа ашты. Күптән хыялланған һөнәрем буйынса эшләйем, бә­песем буласаҡ, торор урыным бар. Хыялдарымды тормошҡа ашырырға ярҙам иткән кеше генә үлем түшәгендә. Был хәл иҫкә төшөп, йөрәкте өҙөп тора. Хә­ҙер­ге ваҡытта эшем ныҡ ылыҡтырһа ла, ашығып ҡайтам. Ауырыу мине тү­ҙем­һеҙлек менән көтөп ята. Уның хәле хәҙер көнләп түгел, сәғәтләп насарая. Хәҙер инде был донъянан алыҫлаша бара, бер нәмә менән дә ҡыҙыҡһынмай, нисек эш­ләп китеүемде лә һорап торманы. Ҡайтып инәм, иң беренсе эшем итеп янына ул­тырам, ҡулын тотам. Шулай тын ғына хәтһеҙ ваҡыт үтә. Мин уға булған бар рәх­мәтемде шулай еткерергә тырышам. Ул быны аңлай, минең яҡын бу­лыуымдан рәхәтлек кисереп шым ҡала.

 Шулай тәүге эш аҙнаһы үтте. Һөнәремә тиҙ үк төшөнөп алдым. Ҡатмарлы нә­мә булмаһа ла, һәр бала – үҙе бер асылмаған донъя. Ләкин асасағыма ныҡлы ина­нам. Балалар миңә тиҙ үк тартылып китте. Әнисә Сәғитовнаның быға бер аҙ эсе бошҡан кеүек. Йыуаш ҡиәфәтемә ҡарап, был ни алып барып сығыр, тип уй­лағайны, буғай. Ул үҙе киҫкелек, ҡатылыҡ менән генә алдыра, үҙе әйтмешләй, кән­фитләнеүҙе ене һөймәй.

– Улай һәр береһен һылай-һыйпай башлаһаң, нисәгә бүленергә мөмкин? Йөрәгеңә тиҙ тейер, бына күрерһең, – тип ҡуя.

 Ял көнө иртүк тороп иҙән йыуҙым, ашарға әҙерләнем.

– Гел генә эш табып юрғалама, уның сиге булмаҫ. Миңә лә оҙаҡ ҡалмай. Ике­беҙ ҙә ҡотолорбоҙ.

– Улай тимәгеҙ, зинһар, – күҙ йәштәремде күрһәтмәҫ өсөн йөҙөмдө ситкә бор­ҙом.

– Көтөү ялҡыта, бөтәһе лә ялҡа. Китеүсе лә, ҡалыусы ла. Бар әле, балаҡай, яҡ­шы күлдәгеңде кей. Бер аҙ төҙәнеп тә ал. Бөгөнгө көн шуны һорай.

– Ниңә инде?

– Кәрәк. – Ауырыу серле көлөмһөрәй, сырайы йәшәреп киткәндәй була.

 Үҙем йәшәгән йоҡо бүлмәһенә инеп, сумкамды астым. Fәлимә бүләк иткән зө­бәржәт төҫөндәге күлдәгемде кейҙем. Был төҫ минең ҡап-ҡара сәстәремә, ҡу­ңыр йөҙөмә килешә. Күҙҙәремде һөрмәләп, помада яҡтым. Капрон колготки, туф­ли кейҙем. Фәрүәз бабай күҙен дүрт итеп көтә ине инде. Һуңғы ваҡыт ул ныҡ са­бырһыҙға әйләнде.

– Урап йөрөп ал, күргәндәй булайым. – Ул минең бүлмә буйлап әйләнеүемде иғ­тибарлап күҙәтте. Миңә лә күңелле булып китте. Күлдәген күрһәткән бәләкәй ҡыҙ кеүек өйөрөлөп йөрөгән булам.

– Һуңғы көндәреңдә алдыңда шундай фәрештә йөрөгәндә был донъяны нисек итеп ташлап китмәк кәрәк, шайтан алғыры. – Бабайҙан сәләмәт кеше тауышы сыҡты. Ул, мендәр аҫтынан алып, бер бит ҡағыҙ һуҙҙы. – Һуңынан уҡырһың. –  Йә­нә зәңгәр бәрхәт ҡумта алып миңә тотторҙо. – Был алҡа егет сағымдан алып ху­жабикәһен көткәйне. Лайыҡ кешеһен тапманым. Ул һиңә насип булған. – Емел­дәп торған оҙонса йәшел ҡаш алтын тирәскә ултыртылған. Һәр ҡырынан нур сәселә.

– Таҡ. – Тауышына буйһоноп, тағып ҡуям. Күлдәк менән икеһенең тап килеп то­роуы бит әле уның. – Һуңғы бүләгем. Ҡолағыңдан һалма. Элек уның хаҡына йорт һалып була ине.

 Бүләк оҡшаһа ла, шатландырмай, сөнки минең өсөн изге, ҡәҙерле кешенән айыра һымаҡ.

– Әйкәнемде тыңла, белеп ҡал, әйҙә. Ниңә яҙмыш әҙәм балаһын был тиклем дә мыҫҡыл итәлер? Ниңә беҙ замандаштар булып яралмағанбыҙ? Минең иҫке сеп­рәккә әйләнеп теткеләнгән йөрәк ғашиҡ булырға ла көс тапты. Бер аҙнанан үләсәк кеше өс ай йәшәп ташланы. Һинең тылсымың был. Минең хисемдән, зин­һар, ғәрләнмә. Заманында бөркөт егет инем. Тиңемде генә таба алманым. Әле бәхетле булып китермен, ер йөҙөндә миңә оҡшарҙай ҙа зат булған икән, ти­ер­мен. Киләсәктә, бәлки, минең кеүек берәү осрап, һине бәхетле итер. Һәр хәлдә шу­ны теләп китәм. «Үлем түшәгендә теләк ҡабул була» тигәнде әсәмдән ишетеп ҡал­ғайным. Әле килеп иҫемә төшә... – Бабай мендәргә йығылды, ҡороға таш­ла­ған балыҡтай ауыҙын асты.

 Йүгертеп килтереп дарыу ҡаптырып, һыу йоттороп ебәрҙем. Укол һалдым. Тәне дарыуҙы ҡабул итә, тимәк, хушлашыуы түгел әле.

– Рәхмәт, бәпесем, – бабай ойоп китте, һулышы рәтләнә бирҙе.

 Ул биргән ҡағыҙҙы астым. Был кәкре-бөкрө итеп хәлһеҙ ҡул менән яҙылған шиғыр ине.

Һуңғы хистәр

Был бит һуңғы һөйөү, һуңғы хистәр,

Һуңғы тапҡыр ҡанат талпыныуы.

Һуңғы буран, һуңғы өйөрмәләр,

Һуңғы тулҡын ярһып ашҡыныуы.

Елгә елберҙәгән һуңғы япраҡ,

Көҙөн гөлйемештәр атыуы.

Ҡояш байығастан ал шәфәҡтең

Һуңғы нуры менән балҡыуы.

Ниңә генә шулай бары ла һуң?

Тулама һин, күңел, даулама.

Сабыр итсе, баҫыла күр, йәнем,

Һуңғы һөйөүемде арала.

Ни булһа ла, рәхмәт яҙмышыма,

Мин татыным гүзәл, саф хистәр.

Үҙем менән китер баҡыйлыҡҡа

Һөйөү менән тулы был хистәр.

 Йән тетрәнеүе менән ҡағыҙҙы күкрәгемә ҡыҫтым. Алда буласаҡ йәнә бер юғал­тыу йөрәгемде өтә. Ниңә минең тормошом юғалтыуҙарҙан тора һуң? Ата-әсәм, ирем, хәҙер килеп – атамдай яҡын кешем. Ҡасан табыштарым баш­ла­ныр? Улар­ҙы көтөп алырға хәлем етерме?

 Дүшәмбе йәнә эшемә киттем. Токсикоз борсомай инде. Ҡан баҫымы, ана­лиз­дар барыһы ла нормала. Теләп, көтөп алған бәпесем булғанға шулайҙыр.

Бабай хәлһеҙләнгәндән-хәлһеҙләнә. Көнө буйы бер-ике йотом ҡайнаған һыу ме­­нән хушлана. Ике ҡалаҡ шыйыҡ бутҡа ҡаба. Тире менән һөйәктән генә тора инде. Сыҡмаған йәне генә бар. Улына шылтыратып, хәлен еткереп торам, са­ҡы­рам. Бабай өндәшмәй генә көтә. Был осраҡта ла ул ир кеше булып ҡала белде. Фуат Фәрүәзович килә алмай ине. Мәскәүҙән тикшереү көтәләр. Был хаҡта ет­кер­мәй булмай. «Улар мәңге йәшәрҙәр, минең көнөм бер ҡасан да килмәҫ». – Ауы­рыуҙың йөҙө нығыраҡ сытырайҙы, яңаҡтары һуҙыла төштө.

***

 Быйылғы ҡар нисек кенә ҡалын булһа ла, мөғжизә менән бөтә барған кеүек. Көҙ­ҙән ҡоро ҡалған тупраҡ һәр тамсыны ҡомһоҙланып йота бара. Бөрөләр шарт­ларға етешкән. Бабай һөйләшмәй тиерлек. Үтенесен күҙҙәренән аңлайым. Зәки ағай, муллаға әйтеп, ике тапҡыр  ясин уҡытты. Элекке коммунист доғанан баш тартмай ине. Рәфиҡ Ҡаҙыевич был арала эшкә йөрөмәҫкә рөхсәт итте. Бы­ны аңлап ятҡан бабай шатланды. Ул хәҙер һүнгән шәм төҫлө. Иҫһеҙ ятамы, ойоп киткәнме – белеп булмай. Бер ҡалаҡ һыу йотоу ҙа ғазап уға. Кипкән ирендәрен марля менән сылатам. Янынан китмәйем.  Һуңғы минутында янында булмауҙан ҡур­ҡам. Уны юғалтҡас, нисек кенә түҙермен? Тыуасаҡ балам иҫемә төшһә, йәнә ай­нып китәм.

Ул көн ғәжәп аяҙ килде. Апрелдең һуңғы көнөнөң зәп-зәңгәр күкле, ҡоштар сыр-сыу килгән саф бер иртәһе ине. Ошо гүзәл иртәлә Фәрүәз бабай күҙҙәрен ҙур итеп асып ебәрҙе лә миңә текләне. Әллә хәле арыуланып киләме? Шатланып емеш һыуы килтереп еткерҙем. Ул йотлоғоп эсеп ҡуйҙы. Элекке кеүек матур тауыш менән:

– Яныма ултыр, фәрештәм... – тине. Тәрән, яғымлы, салт ҡарашы мине ир­кә­ләне, ҡулын күтәреп минең ҡулымды тоторға көсө етте. Йөҙө алһыуланды. Әй­терһең, бер ҡасан да һулышын ала алмай интекмәгән.

– Йә, хуш инде, бәхил бул, фәрештәкәйем минең. Алырға килеп тә еттеләр ана. Яңғыҙ булмаҫһың һин… – Һөйләмен әйтеп бөтөрә алманы. Күҙҙәрен йомдо, тә­ненән тулҡын үтеп киткәндәй булды ла бер генә эйәк ҡаҡты.

Ҡарап торам: китеп барыуы шул булдымы? Йөҙө балауыҙ төҫөнә инә баш­ла­ны. Үкһеп илап ебәрҙем, уның ҡаҡ күкрәгенә ауҙым. Шул ваҡыт ҡа­ры­нымда лепер-лепер иткән хәрәкәт тойҙом. Һикереп тороп, эсемде тоттом. Кү­бә­ләк ҡағыуына оҡшаған хәрәкәт ҡат-ҡат ҡабатланды. Ләкин оҙаҡ һуҙылып то­рорға ва­ҡыт юҡ. Ниҙер эшләргә кәрәк. Үтеп киткәндән һуң бабайҙың йөҙө ты­ныс, мө­ләйем ҡиәфәттә ине. Ҡара ҡаштары, бейек маңлайын ҡаймалаған сәс­тәре күр­кәмлек биреп тора. Уға ҡыш етмеш һигеҙ йәш тулған икән.

Ауырлы ҡатын мәйеткә оҙаҡ ҡарап торорға тейеш түгеллеген әллә ишет­кә­нем бар, әллә үҙем һиҙендем. Аҡ простыня алып мәрхүм өҫтөнә яптым да Зә­ки ағайҙарға шылтыраттым. Ағай мәйет ҡарауылларға ирҙәр саҡырып китте. Нәҡиә апай шкаф, көҙгө кеүек әйберҙәрҙе япмалар менән ҡапланы.

– Мәйетте һинән башҡа ла тәрбиәләрҙәр, беҙгә барып ултыр. Ауырлы көйгә бын­да йөрөмә, – тине.

Үлем бөтәһен дә йыуашландыра, тәртипкә саҡыра икән. Иртәгәһен мөһабәт кәү­ҙәле, атаһына ике тамсы һыу кеүек оҡшаған Фуат ағай менән тәкәббер сы­рай­лы Зарина апай ҡайтып төштөләр. Апай мине күреү менән, яратмайса, сы­ра­йын һытты:

– Ҡайҙан килеп объявилась наследница, бедная родственница, – тип бәй­лә­нергә итә башланы.

Ҡойолдом да төштөм, бер һүҙ әйтер әмәлем юҡ. Фуат ағай миңә һынап ҡарап ал­ды ла, ҡатынына боролоп:

– Ҡартты бер стакан сәйгә зарыҡтырып, үлем түшәгенән билдәһеҙлеккә оҙат­ҡан көйөңә, әле килеп уның мәйете өҫтөндә тауыш сығарырға итәһеңме? Учти, һи­нең арҡаңда атай алдында ғүмергә ғәйепле ҡалдым, – тип теш араһынан шун­дай уҫал итеп әйтте. Тағы ла бер «учти» тип ҡуйҙы. Ир менән ҡатын араһында та­тыулыҡ юҡлығы ете ят кешеләргә лә аңлашыла ине.

 Фуат ағай минең менән үҙен йомшаҡ, яғымлы тотто. Хатта ки уның йот­лоғоп, һоҡланып ҡарауын тойоп йөрөнөм. Быны һиҙеү миңә ниндәйҙер ғәйеп той­ғоһо тыуҙырған төҫлө. Зарина апай ҙа, үткер кеше, күрә йөрөй, йәне көйә, лә­кин үҙен тота.

Мәйетте тәрбиәләүҙе ойоштороу, йыназа уҡыу, хәйер таратыу эштәре мул­лаға тапшырылғайны. Бәләкәй генә кәүҙәле, етеҙ, ихлас кеше ине ул. Бөтә мә­шә­ҡәт­те намыҫлы атҡарып сыҡты.

 Мәрхүмде оҙатырға бик күп кеше йыйылды. Элекке эшләгән еренән, уҡыу­сы­ла­рынан олпат, хөрмәтле кешеләр килде. Шунан ғына ла Фәрүәз бабайҙың аб­руй­лы шәхес икәнен төшөнөргә була ине. Ул, үлеренә ике аҙна ҡалғас, «Фуат ағайыңа бирерһең» тип бер конверт ҡалдырғайны. Шуны тапшырғас, бурысым үтәл­гән кеүек еңеллек тойғоһо кисерҙем. Унда мәрхүмдең һуңғы теләктәре, кә­ңәш­тәре яҙылыуына шигем юҡ.

 Фуат ағай үҙен олпат, тыйнаҡ-ихлас тота. Унда атаһының һыҙаттары сағыла. Шул кешенең үҙенең яҡын кешеһенә булған иғтибарһыҙлығына ышанғым кил­мәй. Фәрүәз бабай, бәлки, яңылышҡандыр, тигән фекер тыуа.

Бабайҙы табутҡа һалғас, һуңғы тапҡыр хушлашырға, ҡарап ҡалырға те­лә­гәйнем, мулла ағай рөхсәт итмәне.

– Йыуылған мәйеттең йөҙөн асырға ярамай, ғөсөлө боҙола, – тип сабыр ғына аңлатты.

 Был бер үкенес булып ҡалды.

 ...Зыяратҡа тик ирҙәр генә китте. Беҙ ҡапҡа төбөндә генә оҙатып ҡалдыҡ.

 Буп-буш йортта үҙем генә ҡалдым. Өй эсе йыйнаҡ, ауырыу файҙаланған әй­бер, һауыт-һаба алып ҡуйылған. Был яңғыҙлыҡты көсәйткән һымаҡ. Кис­тә­рен Нәҡиә апай ҡунырға инә.

– Оло мәйет сыҡҡас, өйҙә ҡырҡ көн яңғыҙ йоҡларға ярамай, – ти. Уға өй­рән­дем инде, артыҡ бәйләнсек тойолмай. Күп һөйләүе лә ялҡытмай.

Фәрүәз бабайҙың етмәүен бар булмышым менән тоям. Уның әйткән һүҙҙәрен эсемдән барлайым. «Изге фәрештәм минең», – тип өндәшер ине. Кем кемгә фә­рештә булғандыр? Хоҙай ғына белә. Дөрөҫө, мине күп бәлә-ҡазанан ҡот­ҡа­рыусы, аралаусы фәрештә ине бит. Уның әйткәндәре һаман ҡолаҡ төбөндә: «Ирең һиңә кире килер, бына күрерһең. Ниндәй аҫыл ташты юғалтыуын аңлар, әҙе­рәк аңы булһа. Тик һин ҡара, бер баҫҡан тырмаға икенселәй абынма».

Ул хаҡлы булған. Кисә Fәлимә шылтыратты. Фәрит уның менән ҡайғыһын ур­таҡ­лашмай булдыра алмаған. Минең менән һөйләшергә үҙенә нимәлер ҡа­ма­саулай. Ояламы, ғәрләнәме, намыҫы ҡушмаймы.

«Ныҡ яңылыштым, – тигән ул. – Фәрештәләй күргәнем аждаһа булып сыҡты. Ми­нең йортто, машинаны һаттырып, пластик операцияға барырға уйлаған. Ет­мәһә, минән ун йәшкә олораҡ булып сыҡты. Керпегә лә, тештәре лә яһалма икән. Әл дә өйҙө һатмағанмын, уныһы өсөн Асияға рәхмәт. Хәҙерге көндә ауыл­ға ҡайттым, Асия ҡайтһа, кире ҡаҡмам», – ти икән.

Хайран ҡалыуҙан ят та үл. Мин һаман меҫкенләнеп, ялынып, ғәйепле кеше ке­үек уның аяғына баш һалып ҡайтып инергә тейешмен. Шулай итер ҙә инем әле, йүләр. Фәрүәз бабай осрап, үҙемде хөрмәт итергә өйрәтмәһә, һаман шулай үҙем­де ҡәҙерһеҙ итеп йөрөр инем. Бәлки, шатланып маташыр инем. Бер нисә ай эсендә лә бөтөнләй үҙгәреп киткәнем өсөн ҡыуаныс кисерҙем. Fәлимә минең ауыр­лы булыуымды ла әйтеп тормаған, рәхмәт төшкөрө.

Унан килеп, Фуат ағайҙың хушлашҡан саҡтағы күҙ ҡарашы иҫемә төшөп ап­ты­рата. Фәрүәз бабай һымаҡ йылы-яғымлы итеп оҙаҡ ҡарап торҙо, наҙлы ғына ҡу­лымды ҡыҫты. Нимә аңлата был ҡараш? Әллә оҡшатам инде уны? Ҡуйсы-ҡуй­сы, был уйҙарҙы күңелдән ҡыуалайым. Ә улар һаман ябырыла.

Нәҡиә апайҙың һәр саҡтағыса хәбәре күп: Фуат ағайҙың бала саҡтарын, уның шуҡ­лыҡтарын иҫенә төшөрә. Бәләкәй генә саҡтан гел пистолеттан атыш уй­на­ны, бандиттар баҫтырҙы, ти. Бала саҡ хыялдары тормошҡа ашҡан, ул хәҙер, ысын­лап та, пистолет тағып йөрөгән кеше, ти.  Ә һин, ҡыҙыҡай, белмәһәң белеп ҡуй. Ул ҡатыны менән исем өсөн генә йәшәй. Аралары күптән һалҡын, йә балалары юҡ. Кем белә, ҡартласты яҡшы ғына тәрбиәләһә, Фуаттың күңеле йом­шарыр ине… Һәм башҡа оҙон-оҙон хәбәрҙәр теҙелә..

Мин тыңлайым, бүлдермәйем. Фуат ағай тураһындағы хәбәрҙәр оҡшағанын һи­ҙеп ҡалам.

– Фәрүәз Сафиевич беҙгә ҙур яҡшылыҡ эшләгән кеше. – Яңы йөкмәткеле һүҙ теҙ­мәләре башлана. – Беҙ ауылдан район үҙәгенә күсеп килгәс, мине техничка, Зә­ки ағайыңды завхоз итеп эшкә алған кеше ул. Fүмер буйы бергә эшләп пен­сияға сыҡтыҡ.

Ә-ә-ә, бына ниңә эскерһеҙ ярҙам итергә әҙер торалар икән, тип аңлап ҡалам.

– Ә Зарина апай бабайҙы бер аҙна ашатмай ятҡырған, нисек йәлләмәгәндер, – тип ҡысҡырып уйлап ҡуям, телемдән нисек ысҡынғанын һиҙмәй ҡалам.

– Нимә, нимә тиһең? – Апай сат йәбешеп төпсөнә башланы, миңә бик ҡыйын бу­лып китте, үҙемде кеше араһында һүҙ йөрөтөүсе һымаҡ тойҙом.

– Юҡсы, яңылыш ысҡындырҙым, – тиһәм дә, апай өҙмәй-ҡуймай һорашыуын белде.

– Уның шулай булырына аптырамайым. Зарина килен йылан аяғын киҫкән бит ул, – тип йомғаҡлап та ҡуйҙы.

 Нәҡиә апай мине, Фәрүәз бабайҙың дүртенсеме, бишенсеме быуын бер ту­ға­нының ҡыҙы, тип уйлап, кем балаһы икәнлегемде, кемгә  оҡшауымды уҡ бил­дә­ләп ҡуйған. Шуға ла яҡын күрә. Миңә был уңайлы ла. 

Әгәр эшем булмаһа, йәнә лә ныҡ ауыр булыр ине. Ауырға ҡалыуымды Fәлимә һуң­лап ҡына белде, ғәҙәтенсә, тәүҙә тиргәп алды, һуңынан ҡотларға кереште. Фуат ағайҙы ла белә ине ул. Ни тиһәң дә, яҡташтар шул.

 Май айы һис бер яңылыҡһыҙ, шыма үтте. Был һуңғы ваҡыттағы иң тыныс ара ине. Унынсы июндә Фуат ағай атаһының ҡырҡына ҡайтырға тейеш. Улар ҡай­тыуға йорт тирәһе йәмле булһын тип, ирис, нәркәс, ләлә гөлдәре ул­тырт­ҡай­ным. Гөрләп сәскә атып ебәрҙеләр. Һиҙмәҫтән Фуат ағайҙы көтөп йөрөүемде аңланым.  Тиргәп тә, оялтып та үҙемде еңә алмайым. Ҡорһағым бәләкәй булһа ла, һиҙелә инде. Ауырлы көйгә ир кеше уйлап йөрөү оят, яҙыҡ эш. Шул ваҡыт көс­лө итеп телефон шылтыраны. Ашығып трубканы алам. Fәлимә тауышы: «Сә­йең­де ҡуя һал, ун минуттан килеп етәбеҙ», – тип хәбәр һалды.  Яр һалып: «Кем, кем менән?» – тип ҡысҡырам. Fәлимә шарҡылдап көлә, ул ҡәнәғәт, уның кәйефе көр. «Һиңә ғашиҡ кеше менән», – ти ҙә трубканы ырғыта.

Хоҙайым, кемде әйтә ул? Әлбиттә, шаярта. Йөрәгемдә өмөт баҙлай, уны һүн­дерер әмәл юҡ. «Өҫтәлгә ҡуйырға нимәләр бар?» – тип һыуытҡысҡа күҙ һалам. Сәй ҡуям. Ул арала затлы иномарка ҡапҡа төбөнә килеп туҡтай. Хоҙайым, был бит – Фуат ағай машинаһы. Уларға ҡаршы йүгерәм. Тәүҙә Fәлимә атылып килеп сыҡ­ты, унан ҡулына алһыу розалар тотҡан Фуат ағай күренде.

Фәрүәз бабайҙың аҡыллы, уйсан, ләкин сикһеҙ һөйөү менән тулы күҙҙәре ми­ңә төбәлә. Уларҙа үтенес, ялбарыу ҙа бар кеүек. Эйе, был минутта был ҡараштар тап уның күҙҙәре менән бағалар, уның хистәрен һөйләйҙәр һымаҡ.

– Һаумы, фәрештәм минең, мин килдем, ҡыумаҫһыңмы? Хистәремә яуап би­рерһең тип, өмөт менән килдем.

***

Хөрмәтле уҡыусым! Әйтмәй булдыра алмайым. Ҡыҙым тыуҙы, уға Фәйрүзә тип исем ҡуштым. Бабай, был донъяла нәҫелем ҡалмай, исмаһам, тип үкенес бел­дергәйне. Фәрүәз бабайҙың рухы шат булһын. Мин Фуат ағайға кейәүгә сыҡ­тым, уның фамилияһын йөрөткән ике улан таптым. Тәүге балам да уның фа­ми­ли­яһын йөрөтә...

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: