Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
21 Декабрь 2022, 15:44

Сәскә һымаҡ бул. Хикмәтле хикәйәт

"Бер аҡһаҡалға илауҙан шешенеп бөткән ҡыҙ мөрәжәғәт итә.- Миңә нимә эшләргә? - ти ул. - Мин кешеләргә изгелекле булырға, бер кемде лә рәнйетмәҫкә, ярҙам итергә, матур мөғәмәлә булырға тырышам. Ләкин рәхмәт һәм хөрмәт урынына кешеләрҙән мыҫҡыллау һүҙҙәре генә ишетәм. Кемдәрҙер мине хатта дошман күрә! Ни эшләргә миңә, кәңәш бирегеҙ, зинһар?

Сәскә һымаҡ бул. Хикмәтле хикәйәт
Сәскә һымаҡ бул. Хикмәтле хикәйәт

"Бер аҡһаҡалға илауҙан шешенеп бөткән ҡыҙ мөрәжәғәт итә.
- Миңә нимә эшләргә? - ти ул. - Мин кешеләргә изгелекле булырға, бер кемде лә рәнйетмәҫкә, ярҙам итергә, матур мөғәмәлә булырға тырышам. Ләкин рәхмәт һәм хөрмәт урынына кешеләрҙән мыҫҡыллау һүҙҙәре генә ишетәм. Кемдәрҙер мине хатта дошман күрә! Ни эшләргә миңә, кәңәш бирегеҙ, зинһар?
Аҡһаҡал ҡыҙға һынап ҡарап тора ла, йылмайып:
- Сыр яланғас сисен дә, ҡала урамы буйлап шулай йөрөп ят, әйҙә, - ти.
- Һеҙ аҡылдан шаштығыҙмы әллә? - тип ҡысҡырып ебәрә ҡыҙ. Ул саҡта халыҡ мине бөтөнләй өҙгөләп ташлаясаҡ! Хоҙай ҙа өнәмәйәсәк бындай ҡылыҡты.
Шул саҡта аҡһаҡал ҡыҙға ҡарап һүҙ башлай:
- Бына, күрәһеңме, халыҡ араһына яланғас тән менән сығырға ҡурҡаһың. Ә ниңә һин халыҡ алдында күңелеңде яланғасландырып йөрөйһөң улай булғас? Күңелең бит ишек кеүек шар асыҡ. Шуның өсөн унда барыһы ла бер ниндәй рөхсәт һорамай барып инә. Улар һиндә үҙҙәрендә булмаған сифаттарҙы ла күрә, һине түбәнһетергә, мыҫҡылларға тотона, сөнки берәү ҙә үҙ етешһеҙлеген танырға, уны төҙәтергә ынтылмай. Төҙәлергә теләмәгән өсөн дә яҡшы фиғелле кешеләр менән бәхәскә инергә тырыша...
- Улайһа, миңә нишләргә һуң? - ти ҡыҙ.
- Әйҙә, мин һиңә үҙемдең баҡсамды күрһәтәм, - ти ҙә аҡыл эйәһе ҡыҙҙы баҡсаһына алып китә. Баҡсалар буйлап йөрөгәндә сәскәләр эргәһенә килеп шулай ти: - Ошо матур сәскәләрҙе мин күп йылдар һыу һибеп үҫтерәм, тәрбиәләйем. Әммә минең бер ваҡытта ла уларҙың сәскә булып асылған саҡтарын күргәнем булманы... Һин дә сәскә һымаҡ бул: күңелеңде кешеләргә күрһәтмәй, ашыҡмай, һиҙҙермәй генә ас. Кемгәлер асылыр алдынан тәүҙә ул кешенең яҡшымы, изгелеклеме, һиңә лайыҡлымы икәнен ҡара, ә инде күңелеңдең нескә ептәрен өҙөргә һәм аяҡ аҫтына һалып тапарға әҙер әҙәмдәрҙән ҡас. Тормошоңа һәр кемде лә индермә, ә тупаҫ һәм игелекһеҙҙәрҙе, ғөмүмән, ябыҡ ишек артында тотоу хәйерле...

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: