Ағиҙел
-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
13 Декабрь 2022, 14:46

Матур ҡатын. Хикәйә. Тамара Ғәниева

Әхмәҙуллин өйләнә икән тигән хәбәр кафедрала тиҙ таралды.Үҙенән сыҡманы, кемдер, студенттар араһынанмы, уҡытыусыларҙың береһеме, Әхмәҙуллинды бик һылыу ҡыҙҙы эйәртеп  никах салонында йөрөгәнен күргән.

Матур   ҡатын. Хикәйә. Тамара Ғәниева
Матур ҡатын. Хикәйә. Тамара Ғәниева

 

   Ысынын әйткәндә, утыҙын тултырған доцентҡа өмөтләнгән ҡатын-ҡыҙ булманы түгел булды. Студенттар ғашиҡ булып ыҙаланды, фән менән булып ғаилә ҡорорға һуңлап барған уҡытыусы ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ымһына ине Әхмәҙуллинға, ул үҙе иһә ләм-мим, берәүгә лә айырым  иғтибар күрһтмәне, эшлекле, яғымлы һөйләшеүҙәрҙән ары китмәне. Кафедраның бер фән кандидатын һөйләйҙәр ине, имештер, сессия ваҡыты еттеме, саунаға йөрөй, бер үҙе булһа, бер хәл, студент ҡыҙҙарҙы эйәртеп ала.  Күрмәлекле, һылыу булһа бер хәл, юҡтан – ҡоҙағый.

   Әхмәҙуллин тураһында ундай ҡыҙҙарҙы кәмһетә, имеш, тигән һүҙҙәр ишетелмәне. Дөрөҫөн әйткәндә, ҡыҙ баланы улай тәләфләү яраған эш түгел. Әсәй булаһы, бала табаһы бар бит ҡатын ҡыҙға. Күңелен китеү төптө ҙур хилафлыҡ.

   Кафедра мөдиренең бер сәйер ғәҙәте бар, йәйен-ҡышын джинс салбары кейә.  Университеттың тантаналы сараларына ғына костюм кейеп килгәне бар. Уның иң һәйбәт яғы – кафедра коллективына ла, студенттарға ла хөрмәт менән ҡарауы.Билдәле бит, ир-ат түрә булһа, әллә кем була ла китә.

   Аспирант Гүзәлгә Әхмәҙуллин өйләнә имеш, тигән яңылыҡ, башына тимер таяҡ менән тондорған кеүек тәьҫир итте.Нисек инде, Гүзәлгә Әхмәҙуллин  йылы ҡаршта булды ла баһа. “Гүзәл яһаған кофеның тәме икенсе. Гүзәлде миңә  шәхси кофе эсереүсе итеп тәғәйенләйем.Гүзәл компьютерҙа йыйған мәҡәлә матбуғат баҫмаларында йырлап сыға ла китә...” Шундай һәм тағыла әллә ниндәй маҡтау һүҙҙәрен аҙ ишеттеме ни аспирант? Ә нимәһе менән оҡшаманы уға  Гүзәл? Күпме хыялланды, Әхмәҙуллиндың ҡатыны булып ауылына ҡайтып төшә, ә ауыл халҡы  таң ҡала!  Көнләшеүселәр ҙә була, әлбиттә.

   Гүзәлдең һөмһөрө ҡойолдо.Бер көн студенттар менән семинар дәрес үткәреп ултырғанда күңеле тулды ла китте. Әхмәҙуллин үкенер әле!Табыр әле Гүзәл юлын, үсен ҡандырыр әле!Юғалған өмөттәр, ғәҙәттә, кешенең иң тәрән яраһына әйләнеүсән.

   Алһыуҙы тәү күреүҙән тәнен ток һуҡҡан кеүек булды ла ҡуйҙы Әхмәҙуллиндың. Апаһының ҡыҙына, тыуған көнө айҡанлы йомшаҡ уйынсыҡ һатып алырға тип, ҡурсаҡ магазинына ингәйне. Өйөнә яҡын булһа ла, ул магазинға  иғтибар ҙа итмәй ине. Ҡурсаҡҡа күҙе ҡыҙыр йәше үткән, нишләһен ул был магазинда? Әле бына апаһы шыбырланы ла: һылыуыуының ҙур ғына йомшаҡ айыу хаҡында һоҡланып һөйләнәгәнен. “Балалыҡтан сығып бөтә алмай”,тип өҫтәп ҡуйҙы.

   Ана шул айыуҙың хаҡын белешәйем тип килеп ингәйне уйысыҡтар магазинына. Бында икән ул хөрриәт! Ҡыҙ балалар өсөн ҡурсаҡтарҙың ниндәйе генә юҡ! Ә ир балалар өсөн машина тиһәң, теләгәнеңде һайла!

   -  Ниндәй йәнлекте дуҫы иткеһе килә, егет кешенең! Айыуҙымы, арыҫландымы? -яғымлы тауышлы һатыусы ҡыҙға ҡарап телһеҙ ҡала яҙҙы Әхмәҙуллин. Юҡсы, матур ҡыҙҙар адиторияларҙа аҙмы ни? Былайтып һүҙҙән яҙырға малай-шалай түгел бит.Ярай ҙа тиҙ килде аңына.

   - Ғәжәп икән лә баһа бында! Береһен алып, береһен ҡуйырлыҡ тугел!

   - Ә кем өсөн эҙләйһегеҙ бүләкте? Бүләккә алаһығыҙҙыр бит?

   - Бүләккә...Үҫмер ҡыҙыҡайға. Үҙен эйәртеп килтерһәм инде... Сюрпиз килеп сыҡмаясаҡ.

   - Эйе шул, - тип ҡуйҙы һатыусы ҡыҙ. – Сюрприз тәьҫирле бит. Ә һеҙ ана шул эмоциялар хаҡына йә айыуҙы, йә арыҫланды алығыҙ.

   - Һеҙ ҡайһыһын һайлар инегеҙ?

   - Минме? Арыҫланды.Ҡыҙыл төҫ кәйефте күтәрә. Ҡиәфәтендә изгелек һыҙаттары бар. -Әхмәҙуллиндың кәйефе күтәрелде. Ҡыҙҙар сәйер  бит ул, йомшаҡ уйынсыҡтан да изгелек халәте эҙләй. Тимәк, күңеле лә матур һатыусы ҡыҙыҡайҙың.

   - Әйтмәй ҙә торам. Мин – Таһир.

   - Минең исемем Алһыу. Тауарығыҙ ҡыҙығыҙҙы ҡыуандырһын!

   - Апайымдың ҡыҙын. Рәхмәт!

   Әхмәҙуллиндың мөхәббәт йәшкә ҡарап тормай, килә лә ябырыла тигәндәрен ишеткәне бар.  Ул үҙе лә шыпа хис-тойғоһоҙ түгелсе. Мәскәүҙә аспирантурала уҡығанда бер украин аспиранткаһына ғашиҡ булып йөрөгәйне.  Килеп тороп телгә бөткән ҡатын ине.Өйләнергә булып та киткәйне. Киевҡа ҡайтырға риза булһаң ғына, тине лә ҡалды. Һәр кемгә үҙ иле ҡәҙерле. Ана нимәләр булып ята бөгөн Украинала.  Олеся хәҙер ҡайҙалыр инде. Беҙҙең ҡыҙҙарҙы һөйләштереү ҡыйын, әллә оялсан, әллә эре ҡыланалар. Мәктәптәге беренсе мөхәббәтенән дә һыуынды.Тиҫкәреләнгән булып ҡыланды.

   Алһыуҙы күрге килеп тик тора. Бер көндө балконда торһа, берәү менән дә бутау мөмкин булмаған Алһыу , урамдың ҡаршы яғынан барҙы-барҙы ла магазинға яҡын йорттоң беренсе подъезына инеп китте.Яҡын йәшәй икән дә эшенә! Эскәмйәлә ултырған ҡатындар менән иҫәнләшкәне һиҙелде. Тимәк,ысынлап та ошо өйҙә йәшәй. Эсенән йылмайып ҡуйҙы: йәтеш әле, ваҡыт сарыф итәһе түгел, билдәле бит ҡыҙҙарҙың холҡо, ирҙәрҙең сәменә тейеп, ҡанын ҡыҙҙырмаһа булмай.Барбер үҙемдеке итәм мин һине!

   Бер көн эштән ҡайтышлай Алһыу йәшәгән өйгә һуғылырға булды.Подъезд төбәндәге апайҙар, бында йәшәүселәрҙең кемеһе кем икәнен яҡшы белә.

   - Һаумыһығыҙ, матур апайҙар!

   - Әле шәпбеҙ! Эйе, матулыҡ дефициты юҡ. Әҙерәк пенсийә дефициты ғына бар.

   - Эйе шул, ул дефицитҡа хөкүмәттең ҡулы етмәйерәк...Апайҙар, минең атайымың служагы ошо адреста йәшәгән. Атайым ауыл кешеһе, дуҫының адресын билдәле ергә тип йәшергән дә, ҡайҙа йәшергәнен онотоп , табалмай-табалмай ыуаланды быйыл саҡ табып алды. Фамилияһы Заманов. Белмәйһегеҙме, һаман ошондамы икән?

- Әәә... Белмәй ни, белә инек...Вафат ул.  Кинәт кенә китеп барҙы Яҡшы кеше булды. Ҡыҙы бар. Алһыу. Әсәһе менән алмаш-тилмәш “Детский мир”ҙа һатыу итәләр. Тәртипле ғаилә. Ана, тәҙрәләре икенсе ҡатта. Әле өйҙә юҡтар.

   Бығаса таныш булмаған кисерештәр солғанышында ине Әхмәҙулин. Йәше еткән, белеме етерлек, теоретик яҡтан халәтен аңлата алылыҡ ул.Ғүмер буйы бер-береһен идеаллаштырған никахтар күп булмай. Мөхәббәттән бәхетле булыусылар ҙа һирәк. Киреһенсә, дауылға оҡшаш хистәр өйөрмәһенә инеп баштарын юғалтып, ғазаптарҙан ҡотола алғандары өсөн ҡыуанып бөтә алмаған кешеләр була.Әммә эске аңда, ғалим булдың ни , малсымы,игенсеме,кем булһаң да барыбер, ғүмереңде киләсәк быуындарҙа дауам итергә ынтылыу теләге үлемһеҙ. Күргәне бар бит, ғашиҡтар бер-береһенең күҙенә шундай мөккибәнлек менән ҡарай.Юҡтан түгел, ғашиҡтар бер-береһенең күҙенән үлемһеҙлек эҙләй. Нәҡ  ошондай үлемһеҙлек, күрәһең, кешенең ерҙәге ғүмеренең асылын, мәғәнәһен тәшкил итәлер ҙә.Мөхәббәт, тимәк, эске аңдың йәшәүгә булған ихтыяры. Шул ихтыяр көсө ир менән ҡатынды ҡауыштыра, балалар тыуҙырыу кеүек изге ғәмәлгә әйҙәй.Раббыбыҙҙың был үтә изге маҡсатлы идеяһын кешеләр мөхәббәт тип атай бит.

   Әхмәҙуллин Алһыуҙың эш урынына йыш инеп йөрөй башланы. Эш бөткәс, берәр кафелә тамаҡ ялғау ғәҙәттәренә әйләнде. Аҙаҡ оҙаҡ ҡына һөйләшә-һөйләшә урам ҡыҙыралар. Эскерһеҙ, ихлас тәбиғәтле ҡыҙҙың бер ҡатлы бала-сағалыҡтан сығып бөтмәгән холҡо ла ғәзиз Таһирға.

   - Етте, Алһыу, урам ҡыҙырыуҙан туҡтайбыҙ! Өйләнешәбеҙ!

   -Кит әле!  Кейәүгә барғы килеп тормай минең!

   - Мин мосолман! Кеҫәмдә балдаҡ ята. Һон әле бармағыңды.Ҡурҡма,һон, тием бит! – әле генә шаярып маташҡан Алһыуҙың күҙендә ялбарыулы һорау, юғалып ҡалыу, яҡлау эҙләү  ғәләмәте сағылып китте. Әхмәҙуллин ҡыҙҙың бармағына балдаҡ кейҙереп тә ҡуйҙы.

   - Һин хәҙер балдаҡланған аҫыл ҡош! Әсәйеңә шылтырат, мин кейәүгә сығам, бөгөн Таһирҙа булам, тиң.

Алһыуҙың шылтыратауы булды, әсәһе ҡыҙҙы ла китте.

   - Ул ниндәй шпана ул? Урам буйында өйләнә торған? Ҡайт,ишетһен ҡолағың!

   Алһыуҙарҙың ишегенә килеп еткәндә, әсәһе урамда тора ине инде.

   - Һаумыһығыҙ! Ғәйеп миндә.Романтикаға эйәрҙем.Көтөгөҙ, зинһар, атайым менән  әсәйемде саҡырып килтерәм. Йолаһын үтәрбеҙ.Мин Алһыуҙы яратам!  Кәм-хур итмәм!

   Әсәһенең Алһыуын һағалап, ҡурсалап тороуы Әхмәҙуллинға оҡшаны. Тимәк, Алһыуы ҡараулы.Хәҙерге заман йәштәре интим мөнәсәбәттәргә иртә тарый. Етди ғәмәл, рәсми мөнәсәбәткә ингәндә лә ҡыҙҙарҙың ғиффәтлеген юғалтҡан булыуына иҫтәре китмәй буғай. Таһир ул яҡтан бик көнсөл. Алһыуҙың эшләгән еренә барып ингәндә, уның янында һөйләшеп торған берәр ир-атты күрһә лә ҡытығы килә. Аңлай әлбиттә, матур ҡыҙға ҡармаҡ һалып ҡарамаған ир булмай, тиерлек. Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы алдаштырып түшәккә алып барып еткерә алыуын, Нух заманында мамонтты һуғып алған ир-егеттең батырлығы кеүек күрә. Маҡтанып дуҫтарына һөйләй.

   Алһыу уныҡы ғына булһа ярар ине...

   - Таһир Уралович, кәләшегеҙҙең картокаһын булһа ла күрһәтегеҙ әле, күрәйек, - кафедра ҡатындары өсөн был үҙенә күрә ҙур ваҡиға ине бит.

   - Юҡ, күрһәтмәйем. Күҙ тейә!

   -Шулай матурмы ни? – тип ҡыҙыҡһынды коллегалары.

   - Нимә тийҙәр әле?  Матур матур күренмәй, һөйгән матур күренә, тиҙәр бит.

   - Эйе шул, - тип ҡуйҙы ҡатындарҙың береһе, - ир-ат матур ҙа, матур тип иҫе киткән була бит, шунан йөрөй маңлайына мөгөҙ тағып.

   Көлөшөп алдылар. Әхмәҙуллиндың умрау һөйәге аҫты сәнсеп ҡуйҙы.

   - Исеме кем? -тип ныҡышты ҡатын-ҡыҙ. – Исеменә күҙ теймәҫ әле!

   - Исеме?   Исеме Алһыу! Ап-Алҫыу,- тип көлөмһөрәне Әхмәҙуллин. Күҙендә ниндәйҙер тантана ғәләмәте лә сағылып китте, ирлек маһайыуы ла бар ине.

   Алһыу тинеме?  Гүзәл исемде эсенә һалып ҡуйҙы. Интернеттан табыла ул.Үҙ исемен үҙгәртеп интернетта бит асты ла, Алһыуҙарҙы эҙләй башланы. Ярайһы күп икән ул исемле кешеләр. Күбеһенең йәше тап килмәй.Әхмәҙуллин йәш ҡыҙҙы һайлағандыр инде ул. Бер Алһыуҙы Гүзәл әллә нисә ҡарап үтте.Ҙур ғына айыу ҡосаҡлап төшкән фотоға. Битенә инеп фотоларын ҡарай башлағайны, бына һиңә -мә, Әхмәҙуллин! Был Алһыу ҡурсаҡ магазинының һатыусыһы! Һайланған – һаҙға, осраған таҙға була ла баһа был.Философия фәндәре кандидаты, профессор вазифаһындағы доцент һатыусы ҡыҙҙы ала буламы? Юҡты. Ғәжәп итте Гүзәл.Аңлап ҡара шунан ир-ат холҡон.

   Гүзәл Алһыуға дуҫлыҡ тәҡдим итте. Алһыу менән диалогка инә башланы. Исемен Гөлйемеш тип таныштырҙы.

   - Страницаңда беҙҙең ауыл Таһир ағайҙы күреп ҡалдым. Танышыңмы?

   - Егетем!

   - Атаҡ! Ысынмы? Ул ағайҙың ауылда ла ҡатыны бар бит!

   - Ысынмы? Паспорты таҙа бит.

   - Ир-атҡа ышанһаң! Ҡыҙы үҫеп килә. Минең үҙемдең ир ҙә яҙылышыуҙы һуҙа.Ҡызырыҡларға кәрәк әле. Атыу, Таһир ағай яҙылышмаған булған инде тәүге ҡатыны менән. Ә һиңә бәхет теләйем!

...Гүзәл ҡәнәғәт йылмайып ултырҙы. Уның бәхетһеҙ мөхәббәтенә  Алһыуҙың ҡыҫылышы юҡ икәнен дә аңлай.Алһыуҙы ташлаһа ла Гүзәлде алмаясаҡ Таһир. Ике йыл янында ғына булды бит. ”Һин яһаған кофе тәмле була”, тиеүҙән ары китмәне лә баһа мөнәсәбәттәре.

 Кешене өмөт йәшәтә тигәндәре  ысын икән. Ә ул өмәт тигәнең үтә нескә тойғо икән. Елбәҙәк ҡар ише генә.Шул өмөттө юғалтыуҙан да ҡыйыны юҡ.Ғашиҡ кешенең донъяға ҡарашы ла икенсе була шул. Был алйотлоҡҡа тиң, татлы ла, ғазаплы ла тойғоларҙан арынырға кәрәк! Арынырға!

   Алһыу әсәһен эштән аңҡы-тиңке булып ҡаршы алды. Ашарына ултыртты . Әсәһе ҡыҙының төҫө ҡасҡанын өҫтәл артында ғына шәйләне.

   - Ни булды?

   - Никахты боҙорға тура килер, әсәй, -  тине лә илап ебәрҙе. Шунан Таһирҙың ауылдашы һөйләгәндәрҙе һөйләп бирҙе.

   - Шулай була ул,  - тип шелтәләргә кереште әсәһе. -  Аҡса туплай ҙа берәү уҡырға инә! Шыңшыма, етте! Йәшең үтеп барамы әллә! Мир бөтмәһә, ир бөтмәҫ ул!

   Таһир өс көн семинарҙа йөрөнө, ҡайтыуына магазин ябыҡ була.Алһыу телефонын алмай. Әсәһенә шылтыратып ҡарай, һөҙөмтәһеҙ.Семинарҙар тамамланды.Әхмәҙуллин, борсолоуҙың сигенә етеп, Алһыуҙың ишегенә шылтыратты. Ишекте әсәһе асты.

   - Ни йомош, егет кеше?

   - Алһыу телефонын алмай, бер-бер хәл булдымы әллә?

   - Ауылдашың Гөлйемештән һора!

   - Алһыу ҡайҙа? Ниндәй Гөлйемеш ул? – Әхмәҙуллин ҡыҙа төштө.Шәп-шәп атлап Аһыуҙың бүлмәһенә барып инде.

   - Алһыуым!- Әхмәҙуллин һөйгәнен күтәреп алды. Алһыу илай башланы.

   Шунан Гөлйемеш тигән ҡыҙҙың интернетҡа килеп инеп, үҙен Таһирҙың ауыдашы тип танытыуы, Таһирҙың ауылда ҡатыны, балаһы барлығын әйтеүе хаҡында илай-илай һөйләне.

   - Беренсенән, беҙҙең ауылдағы Гөлйемеш апай интернеттың нимә икәнен дә белмәй, уға һикһән тирәһе. Икенсенән, кейен, бынан кире миндә йәшәйһең, һин минең никахлы ҡатыным.

   Аһыу юғылып ҡалды. Бер әсәһенә, бер Таһирға ҡараны. Әсәһе ҡул һелтәп ҡуйҙы:

   - Теләһә генә нишләгеҙ! Миңә йәшәргә түгел!

   Алһыуын Таһир үҙ өйөнә саҡлы күтәреп барҙы.

   - Ғүмер буйы күтәреп йөрөтөрмөн, тип вәғәҙә итмәйем. Тәүге тапҡыр тупһам аша ҡосағымда алып инәм.

   - Ауырҙыр ул мин...

   - Хәҙер һынайым инде.Матурлыҡ ауыр буламы икән, көс етерлекме? - тип шаяртты Әхмәҙуллин.Асҡысын табып ишеген асты ла Алһыуыуын йәнә күтәреп алды, шунан тупһаға баҫтырып ут ҡабыҙҙы.

    - Бынан кире беҙ икәү, ҡәҙерлем. Мин һине үлеп яратам, Аһыуым!

...Туй Алһыу теләгәнсә булды .  Матур ғына аҡ күлдәкте ҡыҙҙарҙың һәммәһе лә кейгеһе килә икән. Туйҙы бер матур табын менән тамамларға ҡарар иттеләр. Таһирҙың атаһы менән әсәһе йола яңыртып башҡортса үткәрәйек, тип ҡарағайны, Таһир ҡыҙыҡһынып та киткәйне лә, ә ниңә, бер ҡыҙыҡ ваҡиға булып ҡалыр ине ауыл өсөн. Алһыу улайтып йөрөргә оялам, тигәс, ныҡышманы.Туйға Таһирҙың да, Алһыуҙың да туғандары,бер нисә дуҫ ҡыҙҙары, Таһирҙың бер буйҙаҡ, бер кәләшле классташына әйттеләр, кафедра сотрудниктары саҡырылды.

   Тамада алдан уҡ әйтеп ҡуйҙы:

   - Хөрмәтле туғандар, дуҫтар! Йәштәрҙең  үтенесен еткерәм. “Горько!” ҡысҡырып йәштәрҙе ғәм халыҡ алдында үбешеүҙәрен һорамаһағыҙ ине. Ҡасан үбешергә йәштәр үҙҙәре белер.Беҙҙең халыҡ кеше алдында үбешеүҙе оят һанай бит.

   Таһир ысынлап та үҙен бәхетле итеп тоя ине. Һабантуйҙағы көрәш майҙанында дәғүәсеһен еңеп яурынына һарыҡ һалғанда ошондай эйфория кисергәне иҫендә. Ә был кисерештәре үтә лә тәрән, ләззәте лә алыштырғыһыҙ. Туғандарының, коллегаларының ҡотлау һүҙҙәре лә күңелен күтәрҙе.

   Бер ҡараһа, аспирант Гүзәл балтаһы һыуға төшкәндәй, күңелһеҙ ултыра. Үҙе кеүек утыҙға етеп тә ғәйлә ҡороп өлгөрмәгән класташы Азамат янына барып ҡолағына шыбырланы. “Анау зәңгәр күлдәкле ҡыҙҙы яңғыҙ итеү яҙыҡ минеңсә”. Тыйнаҡ холоҡло Азамат ҡунаҡтарҙы күҙҙән үткәрҙе. “Брат, һин хаҡлы! Һис ярамаған эш бит был!”

   Музыка уйнай башланы. Таһир Алһыуын етәкләп уртаға сыҡты. Ҡараһа, Азамат дуҫы Гүзәлде өйрөлтөп-сөйрөлтә! Шулай булмай ни, уларҙың ауылы егете булһын да!Туй барышында, бер заман, Гүзәл дә, Азамат та ғәйеп булдылар.Берәүҙәрҙең туйында икенсе берәүҙәрҙең табышып ҡауышыуы була торған хәл.

   Тормош мәшәҡәттәре етерлек ул. Әхмәҙуллин әҙер дисертацияһын яҡлау мәшәҡәттәренә сумды. Фән докторы танытмаһын ҡулына алыу уның өсөн сикһеҙ шатлыҡлы  ваҡиға булды. Ни тиһәң дә ауылдарының берҙән-бер ғалимы бит! Атаһы менән әсәһенең шатлығының сиге юҡ ине.Ауылдарының берҙән-бер фән докторы. Үҙен бәхетле һанай Әхмәҙуллин. Ҡатыны сымыры, ҡайтһа әҙер, китһә әҙер.Алһыуын макияж һалырға, өҫ-башын ҡарарға ла консультанттарға йөрөтөп  алды.Ябай ғаилә ҡыҙы. Бынан кире ғалимдар менән осрашыуҙарҙа буласаҡ бит.

   Эйе,бәхетле булыу өсөн күп кәрәкме ни әҙәм балаһына. Өйө бар, көйө бар.Туғандар имен-һау.Хатта ҡәйнәһенән дә уңды. Әлбиттә, талапсан.Ҡала ерендә шулай булмаһаң, ҡыҙ бала буйлап та китер ине.

   Гүзәл менән Азаматтың туйы Таһирҙар көньяҡҡа ялға киткән ваҡытҡа тура килеп, ҡайта алманылар.Телеграмма һуҡтылар. Ҙур айыуҙы төрөп, бүләк ебәрҙеләр. Әсәһе бик яратып һөйләне. Туйҙың икенсе көнөнә өлкәнерәк ауылдаштарын йыйып алғандар. Килендәре алъяпҡыс бәйләп алып апһыны менән икәүләп табын ҡарашып йөрөгән.Килендең ул яғы бигерәк оҡшаған. Юғиһә, йәш килендәр сын-яһау булып түрҙә ултырыуға һалышҡайны.

   Алһыу бер көн буйында барлығын әйтеп һалды.Ҡатын-ҡыҙ өсөн дә шулаймы икән, ирҙәр бындай яңылыҡты атҡа менгән кеүек ҡабул итә.Хәйерлегә булыр, моғайын.

 

 

.

 

 

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас в