Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
7 Декабрь 2022, 15:30

ҺӘТЕС, ҺӘТЕС, ҺӘТЕС ТӘ... Хикәйә. Лена Хәйруллина

Көҙгө алдында яңы күлдәгемде кейеп өйөрөлөп-сөйөрөлөп тора инем, алғы яҡта әсәй менән атайҙың һөйләшеүен ишетеп ҡолағым “ҡарп” итеп ҡалды.- Балнисҡа бармай булмай инде, - әсәйҙең һүҙен айырым-асыҡ ишеттем.- Балнис? Унда бит сирләгәндә генә баралар. Һуң әсәй ауырымай ҙа инде?- Миндә күлдәк ҡайғыһы китте. Өндәшмәй генә карауатҡа барып ултырҙым да уйға сумдым.- Нимешләй икән ул балниста?

ҺӘТЕС, ҺӘТЕС, ҺӘТЕС ТӘ... Хикәйә. Лена Хәйруллина
ҺӘТЕС, ҺӘТЕС, ҺӘТЕС ТӘ... Хикәйә. Лена Хәйруллина

- Ә-ә-ә! Белдем белдем! – Уҡтай атылып алғы яҡҡа килеп сыҡтым. - Бәпәй алырға бараңмы?
- Юҡсы. Кем әйтә аны?
- Һуң балнисҡа бит сирләгәндә баралар. Йә бәпәй алғанда... - Башымды эйеп тегеләрҙән яуап көтәм.
- Ишетә лә һалған бисура! Урамда һөйләп ҡуйма!
Юҡ, тигәнде аңлатып баш һелкәм. Ә үҙемдең шул минутта уҡ тышҡа атылғым килә. Ҡыҙҙарға һөйөнсөләгем, шулар янынан эре генә баҫып, ҡуҡайып үткем килә. Уларҙың күбеһендә йә ҡусты ла йә һеңле. Минең ише моңайып ултырмайҙар. Шул көйөнсә ҡәҙерен белмәйҙәр бәпәйҙәренең, туғандарын ҡарауҙан ҡасып иртәнән-кискәсә урам ҡыҙыралар.Үҙҙәре килеп тороп минән көнләшәләр. Йәнәһе лә, бәпәй ҡарайһым юҡ, туйғансы уйнай алам, әсәйҙән дә бешелмәйем. Яңғыҙлыҡтың ҡыйын икәнен ҡайҙан аңлаһын инде улар?!
Мин иһә бәпәй тип хыялланам. Их, туғаным булһа, янынан бер минутҡа ла китмәҫ инем! Ҡосаҡлап ҡына тик ултырыр инем үҙен. Анау әхирәтемдең ҡустыһы бар, шуны ҡарамай, ҡасып миңә килә.
- Наҙайыл!- Йүгереп килеп ингәс, ах-ух килеп карауатҡа ауа ла шул бер һүҙен ҡабатлай.
Уның ҡустыһын йәлләп, их, шул малай беҙҙең бәпәй булһа ине, тип уйлайым. Ашатыр, уйнатыр, йоҡлатыр инем үҙен. Әй, юҡ, миңә малай түгел, ҡыҙ кәрәк. Һеңле. Уға бәләкәсәйеп ҡалған күлдәктәремде кейҙереп урамға алып сығам, ҡурсаҡтарымды бирәм. Ҡустыға машина кәрәк, ә миндә малай тәтәйе юҡ.
Әсәйҙе алдаштырып тәки урамға сығып тайҙым. Ҡояш үҙәгендә сынаяҡ ярсыҡтары менән уйнап ултырған ҡыҙҙар янына эре генә барып баҫтым да:
- Ә әсәй миңә оҙаҡламай бәпәй апҡайта! –тинем. Тегеләрҙең артыҡ иҫтәре китмәне минең хәбәргә, күҙ ташланылар ҙа тағы уйындарында булдылар.
- Әй, ишетәһегеҙме ул?
Алдарында эйелеп, һәр ҡайһыһы ишетерлек итеп ҡысҡырам: Бә-пәй!
- Аҡырмале! Ишеттек. Ҡолаҡты ярасы! Аптыратты инде шул бәпәйе менән...- Иҫтәре китмәй генә уйнап ултыра бирәләр. Минең йән көйә. Бергә ҡыуанырбыҙ тип уйлаһам, былар бер ҙә ҡыуанмайсы.
- Был әлегә аңламай. Бәпәйҙе тәтәй тип белә.- Улар күмәкләшеп көлөргә керешә. Илар сиккә етеп туҡтайым. Ҡыҙҙар мине уратып ала:
- Бәпәй ул тәтәй түгел. Белдиш? Уны ҡарар кәрәк: ашатырға,уйнатырға, йоҡлатырға. Үҙең уйнай ҙа алмайһың. Көноҙоно шуны ҡарайһың. Ҡарамаһаң - әсәйеңдән бешеләһең. Хәҙер аңланыңмы инде?
Өндәшмәй генә башымды эйеп, былар ыңғайына мин дә сынаяҡ ватыҡтарын матурға һәм йәмһеҙгә айырырға тотонам. Үҙем күҙ сите менән генә тегеләрҙе күҙәтәм. Нимә белһен инде былар? Бәпәй тәтәй түгел, тейҙәрсе. Алйоттар. Тәтәйҙәрем өй тулы ул минең. Теҙелешеп ултырған ҡурсаҡтарым менән уйнайым-уйнайым да ялҡып китәм. Ҡыҙыҡ түгел. Улар бит һөйләшмәй, ә миңә тере, ысын бәпәй кәрәк!
Көндәрем хәҙер гел шуны уйлап, хыялланып үтә. Әсәйҙе ялҡытып туҡтайым:
- Ҡасан була һуң ул бәпәй? О-ҙ-а-а-аҡ...
Ауылда бөтәһе лә белә ине минең туған көтөп зарыҡҡанымды. Хәҙер уның ысынлап булырын белгәс, үсекләп йонсоталар. Күрше авзый үҙемде күргән һайын илатып туҡтай:
- Әсәйең ҡарбуз йотҡан да инде ул. Ә һин бәпәй көтөп йөрөгән булаһың, бумала! Шул һүҙенә илап һыным ҡатып туҡтайым:
-Аптыратма! Бәпәй йотҡан ул! Белдиш?
- Етәр инде! Ҡысҡырып илайың да йөрөйөң! Апай була торған кеше!- Әсәй асыулана.
- Ап-пай? Минме?
- Атыусы. Оҙаҡламай.
Был һүҙ мине тамам шаңғыта. Ишек алдында һыу кисеп йөрөгән еремдән, итектәремде ҡайҙа етте шунда һелкеп осорам да, өйгә атылам. Көҙгө алдына барып баҫып үҙемә тексәйәм:
- Апай, тейсе. Мынаулай бәләкәс кенә апай булалыр шул? Апайҙарҙы күргәнем бар ул минең, улар бит ныҡ ҙурҙар. Ә мин шуларҙың кендегенә саҡ етеп торам. Тамам аптыраһам да, зыйлап барып, урам осонда күләүек йырып булышҡан әхирәттәремә үҙемде бер башҡа үҫтереп ебәргән әсәйҙең хәбәрен һөйләргә тотонам:
- Бәпәй тыуғас, мин апайға әйләнәм икән. Атыу һеҙ ҙә мине шулай тип йөрөтәһегеҙ инде.
- Кем тип?- Ҡыҙҙар аптырашып бер-береһенә ҡараша.
- Апай тип.- Һәр береһенә төртөп күрһәтәм,- һин дә, һин дә...Висегеҙ ҙә!
- Һинеме?- Үҙемдән өс-дүрт йәш оло булһа ла, һеңлеһен ҡарауҙан ҡасып беҙҙең арала буталған әхирәт, ҡулдарын биленә сәнсеп минең танау төбөнә килеп һерәйә:
- Ҡабатлале. Кем тип?
Уйындарын онотоп, башҡалар ҙа янға өйөлә.
- Ҡуҡыш һиңә! Ошоно күрҙеңме?- Береһе баш бармағын әллә ҡалайтып ике бармаҡ араһына ҡыҫтырып, минең танауға терәп-терәп ала.- Ҡуҡыш!
- А-а-а-й!- Урам ярып илап ҡайтып инһәм, әсәй ҡайҙалыр йыйынып йөрөй. Ҡот осто! Әллә күп илап йонсотҡас, мине ташлап китергә йыйына инде был? Хәҙер бәпәйе булғас, мин кәрәкмәйме икән? Үҙенән һораным шуны. Ә ул башымдан һыйпап, арҡамдан һөйҙө лә, әйтеп ҡуйҙы:
- Әсәй өсөн бөтә бәпәйҙәре лә ҡәҙерле. Ул уларҙың барыһын да бер тигеҙ ярата. Һәм бер ҡасан да ташлап китмәй. Аңланыңмы?
- Улар кү-ү-үп булһаламы?- Әйткәндәренә ышанып етмәй һаман төпсөйөм,- мынау хәтле булһаларҙамы?- Ҡулымдағы бармаҡтарымды тарбайтып күрһәтәм. Ул икенсе ҡулымды усына ала ла:
- Хатта о-шо-о хәтле булһалар ҙа, тип йылмая.
- Оһ-һо, ошо саҡлы булһалар, тип шаҡ ҡатам, - мин ошоларҙың бөтәһенә лә апай буламмы?
- Эйе.- Әсәй башымдан һыйпай. Рәхәт булып китә. Ярата икән ул мине. Шулай булғас, бер ҡасан да ташлап та китмәй.
Ташлап китмәһен дә шул. Әсәйһеҙ йәшәп буламы ни? Анау көндө әхирәтем менән йылғала таш һикертеп уйнаған саҡта, яңылыш яр башынан осоп төшкәйнек, уның терһәге, минең тубыҡ һыҙырылды. Шунда икебеҙ ҙә, ауыртыуға сыҙай алмай, «Әс-сәй! Әс-сәй!» тип иланыҡ. Әгәр әсәйҙәребеҙ булмаһа, кем тип ҡысҡырыр инек? Ул турала уйлағым да килмәй. Ҡайтҡас, әсәйем өрөп бәйләп ҡуйғайны, шәбәйҙе лә ҡуйҙы тубығымдағы яра. Шунда уйлап ҡуйҙым: «Бер әсәй ҙә бәпәйен ташлап китмәһен!». Уйланым да, күккә ҡарап, ҡысҡырып уҡ әйтеп һалдым:
- Бөтә бәпәйҙәр ҙә әсәйле булһын!.. - Быныһын мин күрше әбейҙән өйрәндем, ул да берәй теләк теләгәндә һауаға ҡарап ала, Хоҙай бабай ишетһен өсөн шулайта, быныһын ул әйтмәһә лә, үҙем беләм.
Атай менән йәшәү ялҡытып китһә лә түҙәм. Уның мал араһынан ингәнен көтөп, себен ише тәҙрәнән-тәҙрәгә бәрелеп көн үткәрәм. Кистәрен, атай мине янына алып ята ла, ҡустыма исем эҙләйбеҙ. Әй әйтергә онотоп торам, малай бәпәй тыуҙы бит өлөкөгөн. Шуға исем таба алмай маҙ булам. Атай әйткәндәре оҡшамай. Йоҡ, улай тип ҡушмайыҡ, быныһы матур түгел, яратмайым шул исемде, тип мыжып тик ултырам. Уйлай торғас, тәки таптым. Шуны ҡуштыҡ та бәләкәскә. Ярай, һинеңсә булһын, тине атай, еңеп буламы һин бисураны.
...Бәпәй ҡайтты. Ул мыш-мыш килеп бишектә йоҡлай. Ә мин, шатлығымдан ырғып-һикереп, янында бөтөрөләм. Илаһа ла, асыуланмайым. Шул тиклем яратам үҙен.
- Һәтес-һәтес, һәтес тә, бигерәк матур бәпес тә...
Әсәйҙән отоп алдым да, шуны йырлап тик йөрөйөм, туғанымды йоҡлатҡанда ла көйләп йоҡлатам. Рәхәт хәҙер бәпәй булғас. Күрше инәйҙәр генә аптырата. Инәләр ҙә, ҡана, апҡайтып китәйем әле шуны, ти башлайҙар. Шулай тиеүҙәре була, сабып йөрөп бәләкәстең әйберҙәрен йәшереп бөтәм. Нимешләп бирәйем инде уларға ҡустымды? Үҙҙәре барып алһын балнистан. Ана, әсәй кеүек. Урлап китерҙәр тип ҡурҡып өйҙән сыҡмай һаҡлап ултыра башланым туғанымды.. Ә ҡыҙҙар өй әйләнеп йөрөп мине тышҡа әйҙәй.
« Әй, аптыратмаһындар”. Тиҫкәреләнеп ултырһам да, үҙҙәрен үлеп һағынғанымды аңлайым. Ҡустымды күпме генә яратһам да, шулар янында сабышҡым килеп китә. Матур таштарҙы, сәскәле сынаяҡ ярсыҡтарын бүлешеп алып бөткәндәрҙер инде, тип ҡайғырам. Бәпәйҙәрен үҫтереп бөттөләр ҙә, рәхәтләнәләр ана хәҙер. Ә мин ултырам...
- Уф-ф-ф! Ҡасан үҫә ул был? О-ҙ-а-а-ҡ...- Көс еткеһеҙ ҡустымды күтәреп, ишекле-түрле йөрөйөм.- Һәтес-һәтес, һәтес тә, бигерәк илаҡ бәпес тә...
Шул саҡ ҡапыл әхирәтемдең һүҙе иҫкә төшә: « Наҙайыл...» Дөрөҫ әйткән шул!
- Бәпәй таптыра инең дә. Ана, ҡалай йәтеш. Уйнат!- Әсәй ороша.
- Әй...- тәҙрә тупһаһына ултырып урамда зыҡ ҡупҡан тегеләрҙе күҙәтәм. Ҡыҙығып, көнләшеп ҡуям. Шулар янына сығып ҡына тайһаң ине ул! Булмай шул. Етмәһә, бәпәй ултыра ғына башлағайны, әсәй эшенә сыҡты ла китте. Ҡустымды миңә ҡалдырып! Көнө буйы шуның менән булам. Килеп тороп илаҡ үҙе, нисек тымыҙырға белмәгәс, тәҙрә шаҡып ҡыҙҙарҙы саҡырып алам. Күмәкләшеп йә әтәс булып ҡысҡырабыҙ, йә бәрәс булып баҡырабыҙ, маймыл булып һикереп тә алабыҙ тегенең алдында. Шулай дыу килеп арып бөтәбеҙ.
Бер көндө ҡустымды ҡосоп илап ултырһам, әхирәт килеп инде.
- Ҡосаҡлап ултырғанға ғына бала үҫәме, ти был,- ашатырға кәрәк бит аны. Шунан ул һу-у-р булып үҫеп китә лә, үҙе уйнай башлай. Рәхәт була. Анан һин дә сығып таяһың беҙҙең янға. Шылдымы?
- Шылды.
Миңә етә ҡалды. Хәҙер өҫтәлдә нәмә бар - бөтәһен дә бәпәйҙең ауыҙына оҙатам. Тиҙерәк үҫтерге килә лә һуң шуны. Шулай тырыша торғас, артығын биргәнем ахрыһы, был сирләп китте. Әсәй менән атай ҡулдарынан төшөрмәйҙәр тегене. Ҡараһындар әле аҙыраҡ, тип ята инем, әсәй тағы балнис һөйләй башланы. Ҡот осто! Тағы бәпәй буламы?
- Ю-у-у-ҡ, кәрәкмәй!- ҡысҡырып ебәргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым.
- Нисек кәрәкмәһен? Ҡустыңды шунһыҙ шәбәйтеп булмаҫ. Йый әйберҙәрен!
Быларҙы оҙатҡас, рәхәтләнеп йәшәп ҡалырмын тиһәм, атай ҡайтты ла:
- Һинһеҙ булмай әле ул унда. Әсәңә яңғыҙына ауыр. Йыйын!- тине.
- Әп-пәт мин?!- Мыжыуҙан илауға күсеп туҡтайым.- Әпәт уйнай алмайым!
Балнис янына килеп туҡтауыбыҙ булды, әсәй йүгереп сыҡты ла, ҡулдарын болғап, илай-илай атайға ниҙер һөйләй башланы. Шул әлеге лә баяғы ҡустымды һөйләйҙер инде тип, иҫем китмәй генә ситтәге эскәмйәгә барып сүкһәм, ул тағы ла нығыраҡ иларға кереште:
- Үлер инде ул бала! Саҡ тын алып ята...
Миңә етә ҡалды. Урынымдан ырғып торҙом да, бәрә-һуға эскә инеп киттем. Йүгереп йөрөп бәпәйебеҙ ятҡан бүлмәне эҙләйем. Бер ҡайҙа ла юҡ. Шулай байтаҡ йөрөй торғас, таптым ҡустымды. Ул айырым бер бүлмәлә быяла ҡумта эсендә ята икән. Үрмәксе ауы шикелле итеп әллә ниндәй бауҙарға сырмап ҡуйғандар ул ҡумтаны. Ишек ярығынан ғына ҡарап торҙом да, әсәй ятҡан бүлмәгә инеп киттем. Ҡапыл илағым килде лә китте.
Ята торғас, тамам күңелһеҙ була башланы. Аҡҡа буялған стенаға тексәйеп ятыуҙан башҡа эшем юҡ. Бәпәйебеҙ шәбәйһә генә ярар ине, тип теләп кенә йөрөйөм. Бынан ары һуҡранмай генә ҡарар инем үҙен. Шулай бер көндө әсәй тазылдап ҡысҡырып ебәрҙе:
- Ҡустың үлә! Йүгер!
Һүрәт төшөрөп ултырған ерҙән, төҫлө ҡәләмдәремде һибеп ебәреп, бүлмәнән сығып та остом. Үҙем ҡайҙа йүгерергә икәнен дә белмәйем. Оҙон коридорҙа тегеләй-былай бәргеләнәм.
- Бәпәй үлә! Тиҙерәк!- Иң остағы бүлмәнең ишеген тибеп асып ебәрҙем.- Тиҙерәк, тим бит!
Сәй эсеп ултырған ерҙәренән, көтөүе менән ҡутарылып врачтар минең арттан саба. Ҡулдарына кемеһе укыл, кемеһе сумаҙан тотҡан, муйындарына тыңлағыстарын аҫып алғандар. Бығаса гел урыҫса һөйләшеп йөрөгән кешеләр мине нисек аңлағандарҙыр?
Дөрөҫ әйтте шул теге саҡ атай, унда һинһеҙ булмай ул, тип. Ярай булдым әле, тип ҡыуанам. Ҡустым иҫән ҡалды бит.
Шулай ҙа бәпәй ҡарау байтаҡ сейләтте әле минең елкәне. Тәҙрә аша зарығып, йылға буйынан суйын төбө ише ҡарайышып ҡайтып килгән әхирәттәремде күҙәтәм, уларҙың тормошо минекенән күпкә рәхәтерәк булып күренә. Әллә нишләп бәпәй таптырып йонсоттом шул әсәйҙе, тип үкенеп ҡуям, әле бер хәсрәт белмәй йөрөр инем шулар араһында. Былай бәйле эт кеүек өйҙән сыға алмай ултырам. Ҡустыңды ашат, йоҡлат, ыштанын алыштыр, уйнат тигән һүҙҙәрҙе ятлап бөттөм инде хәҙер. Килеп тороп илаҡ үҙе. Етмәһә, абайламайыраҡ ҡалдыниһәң, аҫтын күл итә лә ултыра.
Күрше әбей генә аңлай хәлемде, инә лә, уф, мынау бала ҡурсаҡ та уйната алмай ултыра. Тере ҡурсаҡҡа әүрәп кенә ғүмере үтер микән ней, тип һөйләнә. Уның шул һүҙенән илағым килә лә китә. Һеңле булһа, исмаһам эйәртеп тә йөрөргә булыр ине. Тәпәй йөрөй башлағас, бер-ике алып сыҡҡайным үҙен ҡыҙҙар янына. Оҡшатманылар. Мынан ары йөрөтмә ул малайыңды беҙҙең арала, -тип турһайҙылар. - Һеңле булһа бер хәл!
Уйлай торғас, тәки хәйләһен таптым. Булмаған һеңлене ҡайҙан алаһың инде, ҡустыма бәләкәсәйеп ҡалған күлдәгемде кейҙереп, башына яулыҡ бәйләнем дә, урамға алып сыҡтым. Үтеп-һүткәндәр шаҡ ҡата. Арғы ос апай үтеп бара ине, әллә тағы бәпәй алғанһығыҙ инде, тип аптырай. Ситкә ҡарап, күрһәтмәй генә төкөрөп ҡуям:
- Юҡсы. Әле мыныһын кеше итер кәрәк.- Эре генә итеп ололарса әйтеп һалам. Күрше әбейҙән оттом был һүҙҙе лә. Ул бит ингәне һайын, уй, бәпкәм, кеше итеп алһаң инде ошоно, ти ҙә ултыра. Ай-һай, апай булыуҙары ауыр шу-у-у-л, тип тә ҡуя.
- Атаҡ-атаҡ, ҡыҙ бит был!- Һаман ныҡыша теге апай. Мин оялам. Бүтән малайҙар, ана, туп тибә, сәпиттә елдерә, ә минеке ҡыҙ күлдәге кейеп янымда баҫып тора, имеш. Теге апай ыңғайына туғаныма ҡарап алам. Ап-аҡ ҡына йөҙлө ҡустым, ысынлап та, ҡыҙҙарға оҡшап торасы? Түлке аяҡтары ғына кәкре, тас малайҙарҙыҡы инде!
- Һеҙҙең бәпәйегеҙ малай ине лә инде?- Уф, һағыҙаҡ кеүек йәбеште мынау апай, тип йәнем көйә.Үҙем оялышымдан ауыҙ асып һүҙ әйтә алмай йонсойом. Шулай байтаҡ тапана торғас, һеңлемдең, әй, ҡустымдың күлдәк итәген астым да күрһәттем:
- Ҡыҙ түгелсе. Мына лаһа!
Шунан бергәләшеп һыныбыҙ ҡатҡансы көлдөк. Бер ни аңламаһа ла, бәпәй ҙә көлгән булды беҙгә ҡушылып.
Ҡустым үҫте инде хәҙер. Миңә тағылып йонсотмай. Көноҙоно малайҙар менән зыҡ ҡуба. Йә күҙен күгәртеп, йә тубығын һыҙырып ҡайта. Ҡалайтһа ла, миңә бәләһе аҙыраҡ төшә.
- Тәки кеше итеп алды мынауҙы,- күрше әбей дөмпөлдәтеп арҡамдан һөйә.- Һәҙер иркенләп уйна инде, бәпкәм. Ҡотолдоң!
...Матур күлдәгемде кейеп әхирәттәрем янына йыйынып йөрөһәм, әсәй менән атайҙың һөйләшеүен ишетеп, һағайып ҡалам.
- Балнисҡа бармай булмай инде...- әсәйҙең ошо һүҙенән уйын ҡайғыһын онотоп, лып итеп ултыра төшәм:
- Әп-пәт бәпәй буламы?!

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: