Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
5 Декабрь 2022, 16:20

"Тиҙерәк кил, Яңы йыл!" Хикәйә. Айгөл Сабитова

11 синыфты бөтөп кенә, ауылдан сығып киттем ҡалаға... Мин киткәндә, ауыл гөрләп тора ине, әлбиттә эштә булды, халыҡта күп йәшәне.. Ҡалаға эшкә төшөп, эшләй башлағас, уземдең директорыма кейәугә сыҡтым, әсәйемде, ярҙамдан ташламаным, әсәйем мәрхүм булғас, ауылдағы емерек өйҙө урынына , ирем 2 этажлы котедж ултыртты, бигерэк шомло hәм караңғы булhала, өндәшмәнем инде, ғаиләлә миңә "право слова" булманы, минен белемем булмағас, второй сорт булып йәшәнем, бала саҡтағы кейемдәрем булмауыла, эҙhеҙ үтмәне, ныҡ hыуыҡ тейгәндән, балаға уҙа алманым, шул сәбәпле ирем, икенсе ҡатын алып ҡайтты...Мин, ауылыма күсеп кайтырга, мәжбүр булдым.. кусеп тип, өҫтөмдәге кейемемдэн башҡа, бер нимәмдә юҡ ине...

"Тиҙерәк кил, Яңы йыл!" Хикәйә. Айгөл Сабитова
"Тиҙерәк кил, Яңы йыл!" Хикәйә. Айгөл Сабитова
Трассанан ауылға, автобус инмәй, йәйәү атлай торғас, ҡаранғы төшөп китте, 30 декабрь, яңы йыл етеп килhәлә, байрам кәйефе юҡ ине, ауылга етә килә, ҙур 100 йәшәр ҡарағас ултыра, ауылға костоправҡа, килгән халыҡ, ағас төбөнә хәйер итеп, тинлектәр ташлап китә инеләр.. беҙ бала саҡтала, шул тинлектәр өсөн малайҙар менән hуғыша торғайныҡ, бер нимәлә үҙгәрмәгән икән.. ике малай, бер бәләкәй гена ҡыҙ бала, ҡаранғыла, сутыр - сутыр hөйләшеп, аҡса йыялар.
якынлаhам ҡурҡытырмын тип, сумкамдан аҡса сығарҙым да, кысҡырып йыраҡтан өндәштем:
- hаумыhығыҙ балалар! килегеҙ миңә, аҡса бирәм! - тинем.. тик яныма килергә, берәүҙә ашыҡманы, киреhенсә, ҡурҡып ҡасырға тотондолар, ике малай шәп югерҙеләр, тик ҡыҙ бала ғына, ҡолап илай - илай ятып ҡалды.. Йүгереп барып кутәреп алдым.
- ҡурҡма! илама! мин һине рәнйетмәйем, мин Гузәл булам, дуҫтар булайыҡ! ҡыҙ бала, башын аҫҡа эйеп, өндәшмәне.
- йә ярай, эйҙә ҡайттыҡ! күтәреп ҡызыҡайҙы атларға тотондом,..кәүҙәгә бәләкәй генә, аяҡтары нәҙек кенә, йока пальто, вязаный шапка, бер ҡат колготки hәм быйма менән, өшөгән баланы, бынау hыуыҡта, кем урамға сығарҙы икән? - тигән уй, борсой ине мине..
Бына коттеджым алдына килеп тә еттек!
- Исемең кем?, ҡайҙа йашәйhең hин? өйөңә оҙатайыммы?..
Башын кутэреп, турhайҙыла ҡыҙсыҡ, минэ уҫал ҡараш ташланы:
- Наза! минең исемем, ямаҡ исем! "Наза - коза" - тип үсекләйҙәр мине..
- ҡалай матур исем! Наза!!! ул исем тураһында, йырҙа бар: Наза, Наза, Наза матур кыҙ бала!!!
Әйҙә миңә ҡунаҡҡа, пряник менән сәй эсербеҙ, әйзә!
- Юҡ!!! бармайым, мин прәник яратмайым, көн дә прәник, пишинйә, кәнфит, ашайым! мин сосиска менән макарон яратам!
- әсәйең өйҙәме?
- Юҡ! ҡунаҡҡа китте ул, миңә макарон, сосискалар алып ҡайтасаҡ, вәт!
Ҡулымдан тейен тиҙлегендә, hикереп төштөлә Наза :
- мин ҡайттым! атайым йоҡлап ята өйҙә, өшөп бөттө инде, уға юрған ябып торор кәрәк, йылынhа уянасаҡ! - тинелә, йүгереп, ике өй аша торған, емерек ҡапҡа аҫтынан шыуышып, ятып инеп китте...
Төнө буйы Назаны уйлап, йоҡламай камин ягып сыҡтым, нишләптер ул ҡыҙ, минә, бала саҡтағы уҙемде хәтерләтә ине... Иртән тороу менән, Назаның өйөнә, аяҡтарым үҙҙәре йүгерҙеләр, ҡапка бикле, ярыҡтан кыҫылып ҡына индем, ишектен келәhе бикле түгел ине, өй hыуыҡ, иҙәндә кәкерәйеп кенэ, бер ир ята, өҫтөндә ҡат - ҡат сепрәктәр ябылған, янында бәлтәhен ябынып, Наза ята.. өҫтәл тулы, ҡатып бөткән прәник, печенье, буш hауыттар, бысраҡ посуда, иҙәндә тәмәке төпсөктәре, буш шешәләр.. Назаны күтәреп, диванға hалдымда, ирҙе уятырга тотондом, юрған, одеяло, өҫтөнә ябылған сепрәктәрен, аса торғас, ирҙең үле кәүҙәhен күреп, ҡотом осто.
Күҙҙәремә йәштәр тығылды, шулайҙа ҡалтыранған ҡулдарым менән полиция номерын йыйҙым телефонымдан...
Участковый менән полиция килгәнсе, Назаны мин, ҡосаҡлап йылытып ултырҙым,
- Нишләп, атайым улай оҙаҡ, йоҡлай ул? - hораулы ҡарашын Наза минә ташланы, нимә тип, яуап бирергәлә белмәнем, йөрәгем ярылып ҡына, сығып бара ине...
Тәфтишсе менән эксперттың арттарынан югереп, тышҡа сыҡтым,
- Үлгәненә нисә көн?
- Примерно 1 аҙна тирәhе, бәлким әҙерәктер ҙә, точноhын ғына әйтә алмайым, үлем насильственный түгел, эсеп үлгән, шулай булғас, бөгөн үк, ерләп ҡуйhағыҙҙа була! - тинеләрҙә, машинаға ултырып, китеп тә барҙылар.. ашыға инеләр шул, бөгөн 31 декабрь, яңы йыл бына - бына, килеп етергә генә, тора бит!..
Назаны өйөмә алып ҡайттым да, атаhын ерләр өсөн, кешеләр эҙләп, ауыл буйлап сығып киттем..
Зыяраттан ҡайтҡас, Назаға ашыҡтым, сәғәт 15:00, Яңы йылға бешеренеп тә өлгөрөргә кәрәк ине, Назам нәҙек кенә ҡулдары менән мине етәкләп, артымдан ҡалмай йөрөнө, ҙур бейек, клуб кеүек өйҙә, ятhырап ҡурҡҡанын белә инем.
Әленән әле, тәҙерәгә югереп барып, нимәлер шыбырлайҙа, кире килә ине яныма.
- Нишләйһең Наза?- тинем йылмайып.
- Яңы йылды саҡырам! тиҙерәк кил! - тип өндәшәм, ул мине ишетә ул, сөнки яңы йылда әсәйем ҡайта, hағындым әсәйемде, ныҡ ҡына! былтырҙа ҡайтты, сосиска менән макарон алып ҡайтты, мин яратып ашаған, мәмәй бит ул!
- Әйе! Ҡыш бабай ҙа килер ивет?
- Юҡ!!! Мин ҡыш бабайға ышанмайым, сөнки ул иҫерек була, үҙем күрҙем урамда! Мин Яңы йылға ышанам, яңы йыл, араҡы эсмәй!!!
- Ярай, әйҙә макарон ашайыкта, шунан сосиска алырға барырбыҙ кибеткә, килештекме?..
Камин янына килгәндә, йылыға иҙрәп кенә, мыш - мыш, Наза йоклай ине...
Бөтә асыуымды йыйып, участковыйға йүгерҙем, юл ыңғайына, кибеттән инеп, күп итеп сосискалар, тәмлекәстәр алған инем, участковыйҙың машинаhын күреп, туктаттымда, машинаға hикереп менеп ултырҙым.
- Һеҙ нишләп, байрам алдынан, неблагополучный ғаиләләрҙе тикшермәйhегеҙ? Мәҫәлән, Сафина Наза, үлгән атаhы янында, бер аҙна йәшәгән! Ә әсәhе, яңы йылға ғына ҡайта! hәм юғала!!! шулмы эшегеҙ?! - йоҙроҡларымды төйнәп, участковыйға менеп бара инем...
- Тынысланығыҙ! Назаның әсәhе, шулай юғалып эсте! әйе, яңы йыл байрамына ғына, килеп сыға торғайны шул! тик быйыл йәй ул ҡатынды, урманда үле килеш таптыҡ, ерләнек. Назаға быны белеү, мөhим түгел! ә атаhы эсмәй ине, ҡасан эсә башлағандыр, мин белмәйем!
- Барыбер!!! эскән ғаиләләрҙәге балаларға ла, байрам hәм йылылыҡ кәрәк! Назаны мин, уземә алам, ауылда тағы бармы, эскән ғаиләләр? балаларын мин саҡырғым килә өйөмә, тик мин белмәйем, нисек итеп сакырырға, зинhар! рейд эшләгеҙ инде.. мин бер аҙ, тыныслана төшкән инем..
- Ярай, ҡарарбыҙ, мине эшләргә өйрәтмәгеҙ!!! - тинелә участковый, мине өйөм алдына төшөрөп китте...
Табын әҙерләп бөттөк тә, мин икенсе этажға менеп, Назага ишеттермәй генә, иремә шылтыратып, Назаны опекунға алырға ярҙам итеүен hораным, ирем кире ҡаҡманы, байрам ялдары уткәс hөйләшермен опека менән тине...
- Наза! матурым! минең менән йәшәгең киләме? - тип hораным..
- Әйе, Гузәл апай! сөнки hин макаронды, әсәйем кеүек тәмле бешерәң! - тине, тешһеҙ ауыҙын йырып..
Сәғәт телдәре, курантыны hуғырға 15 минут ҡалғас, ҡапҡа алдында көлөшкән, ҡысҡырышкан тауышҡа, Наза менән йүгереп сыҡтыҡ, унда участковый Раиль, рейд эшләп бөтөп, 10 бала менән, безгә ҡунаҡҡа, инеп киләләр ине.
Был ваҡиғаға 2 йыл үтте. тик hаман да, 30 декабрь етhә, йөрәгем тыныс түгел, 100 йәшәр ағас яғын сығып ҡарай башлайым берәй бала өшөп йөрөмәhен тип..
Бөгөн 20 декабрь, Назам атаhы Раиль менән балаларға саҡырыу ҡағыҙы таратырға сығып киттеләр.. быйыл 3 - сө йыл Яңы йыл ҡаршылайбыҙ беҙҙең өйҙә!..
Был беҙҙең, ғаилә традицияhына әйләнде, бөгөн дә Назам - наҙлыҡайым, "Тиҙерәк кил, Яңы йыл! тиҙерәәәк!!! " - тип, тәҙерәгә ҡарап шыбырланыла,
- Атай! миндә барам hинең менән! - тип, сығып йүгерҙе, бәләкәсем...
Тиҙерәк кил, Яңы йыл!!! беҙ hине түҙемhеҙлек менән көтәбеҙ! Аҡ бәхеттәр генә, алып кил! барыбыҙғала!!!
Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: