Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
28 Ноябрь 2022, 15:01

Аҙашҡан мөхәббәт. Хикәйә. Фәниә Шәрипова

Ғәли менән Зилә Өфөлә университеттә уҡыған да таныштылар! Икеһелә ауылда унынсы класстты тамамлап уҡырға керҙеләр .Ғәли Зиләне китапхананың уҡыу залында осратты. Үҙенән бернисә өҫтәл аша ултырған ҡыҙҙы күреп бар доньяһын онотты . Оҡшатмаҫлыҡ та түгел.зәңгәр күҙҙәре бер һирпелеп ҡараһа, әллә ҡайҙа осоп китәһең. Ә инде зифа буйы ҡыҙҙы фәрештәгә әйләндерә . Ғәли өсөн күңелле һәм моңһоу ҙа, татлы һәм һағышлы көндәр башланды .Ул ғашиҡ булды .Ә ҡыҙ аның доньяла барлығына ла ихтибар итмәне. Зилә күрше группала уҡый икән,Ғәли күпме кыҙҙы осратып танышып һөйләшергә ымтылмаһын,барып сыҡманы.

Аҙашҡан мөхәббәт. Хикәйә. Фәниә Шәрипова
Аҙашҡан мөхәббәт. Хикәйә. Фәниә Шәрипова

Профессор лекция уҡығанда Зилә бик тырышып яҙып барҙы.Ҡыҙҙың уйында гел уҡыу ,сессияға әҙерләнеү булды. Егеттәргә күҙ һирпеп тә ҡараманы.
Семеестр бөткәс ,Староста Марат бер - нисә группа студенттәрен яҡындағы кафегә сәй эсергә саҡырҙы. Ғәли менән Зиләнең урындары бергә туры килде . Ғәли ғашиҡ тулы күҙҙәрен Зиләнән айыра алманы.
Зилә бик ябай кейенгән,оҙон толомдарын үреп артҡа йыйып ҡуйған. Ауыҙға керә яҙып ,егеттәргә оҡшарға тырышҡан ҡыҙҙар араһында артыҡ ғәҙи,шулай уҡ аның йөҙөндә көслө ихтияр балҡый . Шуна яҡындан танышып,оҙаҡ иттереп һөйләштеләр. Зиләнең бите яна ,йөрәге йыш- йыш тибә башланы,шунда ул егеткә ғашиҡ булғанын аңланы.Оҙон буйлы, киң күңелле,тура һүҙле,был егет үҙенә йәлеп итте!
-Зилә,мөмкинме һеҙҙе оҙатырға?
-Әлбиттә,һуң бит,бер үҙемә шомлыраҡ.
Ике йәш йөрәк көндә осраштылар . Икеһе лә үҙҙәрен бәхетле һананы. Ғашиҡтарға көндәр ниндәй оҙон,төндәр осһыҙ.ҡыайһыҙ була икән. Осрашҡас бер- береҺен күреп,бер –береһе менән һөйләшеп туйманылар Аларҙың мөхәббәте.,көҙгө ямғырҙы,ҡышҡы сатлама һалҡындарҙы һиҙмәне.Йылы май көндәре еткәс мөхәббәттәре дарьяға әүрелде.
Барыһыла яҡшы булыр ине,әгәр Альмира,бүлмәлә бергә торған курсташ араларына кермәһә. Альмира йөҙгә бик сибәр,ҡыҫҡа ҡара сәсле,уртаса буйлы , нескә билле .Һөйләшкәндә егеттәрҙҙең ауыҙына керә яҙа,ҡысҡырып көлөп ,оҡшарға тырыша.
Ғәлиҙе бер күреүҙә оҡшатты,ә егет бар тип тә белмәне,гел Зилә янында буталды.
Альмира егетте нисек тә булһа үҙенеке итәргә планлаштырҙы.
Ғәли бер кис Зилә янына кергәйне,Альмира бер үҙе.сәй эсә ине.Зилә китапханала экзаменгә эҙерләнә.
-Керергә яраймы? Зилә өйҙә юҡмы?
-Китапхәнә ла,тиҙ генә ҡайтмаҫ ,экзаменгә әҙерләнә.әйҙә үт,сәй эсәбеҙ. Һөйләшә -һөйләшә , оҙаҡ иттереп сәй эстеләр.Альмираның башында ,егетте нисек эләктерергә тигән уй ине..
- Ғәли. Икенсе аҙнала минең тыуған көнөм,киләһегеҙме?
-Ярай ,Зилә менән һөйләшербеҙ.мин анан башҡа берҡайҙа ла бармайым!
Ғәли Зиләне эҙләп китапханагә китте.
-Менә ҡайҙа ҡасҡанһың,һағынып бөттөм,-тип ҡыҫып ҡосаҡланы. һине эҙләп.торған ереңә барҙым. Альмира беҙҙе тыуған көнөнә саҡырҙы.
-Мин икенсе аҙнаға ялға ауылға ҡайтам, әсәйем сирләп тора.
Зилә ауылға ҡайтып китте. Альмира Ғәлиҙе күндерҙе тыуған көнөнә килергә. Бик күңелле үтте бәйрәм,Ғәлиҙе ҡунарға ҡалырға өгөтләне.......
Зилә ауылдан килеүгә,Альмира барыһында түкмәй сәсмәй һөйләп бирҙе.
-Әгәрҙә миңә өйләнмәһә,мин Ғәлиҙе утыртам,-тип янаны.
Зиләнең башына һыйманы был хәл,юғалып ҡалды,нисек Ғәли ауға эләккән? Мин бит анһыҙ йәшәй алмвйым! Яҡты көн аның өсөн ҡараңғы төнгә әйләнде,Альмира янында ҡала алманы,тшунда уҡ икенсе бүлмәгә күсте.
Зиләне эҙләп Ғәли килеп керҙе.
-Зилә ҡайҙа?
- Хәҙер һиңә Зилә кәрәкмәй.мин кәрәк,
-Асыуланма,мин һиңә тураһын әйтәм,әгәр миңә өйләнмәйһең икән ,мин һине утыртам,уҡыуҙанда ҡыуасаҡтар.
-Миңә иртәгә хәтлем ваҡыт бир кемгә лә бер нәмә һөйләмә,иртәгә хәл итәрбеҙ,-тине лә Зиләне эҙләп китте.
-Зилә.миңә һинең менән һөйләшергә кәрәк.
- Ғәли,нәмә тураһында?
-Һин мине ғәфү ит инде,мин һине бик ныҡ яратам,бик ҙур хата эшләнем,Альмираға өйләнергә тура килер ахыры!
-Ғәли,мин һине аңлайым,миндә һине бик ныҡ яратам,айырылышыу бик ауыр булһала,бер нәмә эшләтеп булмай,тинелә илай-илай яңынан ауылға ҡайтып китте. Был ваҡиғаны күңеленән үткәрергә кәрәк ине аңа
Ғәли икенсе көндө Альмира янына килде.
-Беҙ һинең менән бөгөн үк загзға ғариза барып ҡайтабыҙ,минең бер шарт бар,бер кемгә лә бернәмә лә һөйләмәйһең,был беҙҙең эш.
- Мин риза,бәғрем,нисек әйтәһең, шулай булыр Загзға барып ғариза биреп ҡайттылар.ҡайтҡанда Ғәли киҫәтте,
-Яҙылышҡас,бергә тора башларбыҙ,әлегә торырға урын эҙләйем,тырышып уҡы,тәртибеңдә яҡшы булһын,килештекме?
-Килештек,Альмираның бүтән юлы юҡ!
Зилә ауылда илай- илай әсәһенә һөйләне,әсәһе ,ҡыҙын тынысландырҙы,
--Ҡыҙым,тормош юлың башлана ғына,башыңдан алып ташла ул егетте,уҡып бөткәс,эшкә китәрһең,оноторһың барыһында,
Зилә бар ихтибарын уҡырға юнәлдерҙе,буш ваҡыттарын китапханала үткәрҙе,Ғ әли менән Альмираның өйләнешкәндәре тураһында ла ишеттерҙеләр., маҡсаты тиҙерәк диплом алып эшкә китәргә булды.
Ниһәһйәт диплом алырға ваҡыт етте, иң беренсе Ғәлигә тапшырҙылар,алтын миҙалға бөтөрҙө,группала иң һәләтле студент булды. Зилә дипломын алғас..уҡыу мөдире янына керҙе,йәш белгес тигән юнәлеш алып КамАЗ төҙөлөшөнә китте.Проект институтына инженер иттереп эшкә алдылар.Йәш белгес булараҡ бер бүлмәле квартира бирҙеләр.Зш хакы юғары булды. Ҡыҙ башы менән эшкә сумды,иртә китте,һуң ҡайтты. Әкренләп мебельдәр алды
Бер көн вахтанан шалтыраттылар. ир–ат саҡырта тинеләр.Зилә бер кемделә көтмәй ине,ҡараһа Ғәли баҫып тора,
-Һаумы,Зилә.көтмәгәнеңме?
-Һаумы,Ғәли,аҙаштыңмы әллә?
-Юҡ.һине эҙләп килдем,Альмира менән айырылыштыҡ ,диплом алыу менән Чаллыға килдем,эшләймен,һинең яныңа бик оҙаҡ киләргә баҙнат итмәнем,ҡыуып ебәрерһең.тип ҡурҡтым, мин һине Зилә,ныҡ яратам,һинән башҡа йәшәй алмайым!
-Ғәли миндә һине яратам,онота алманым,аңлайым,һинең ғәйебең юҡ бында мин ҡаршы түгел,Ике йәш йөрәк яңынан яҙғы ташҡын һымаҡ урғылып сыҡҡан тойғоларҙан,ҡанаттары үҫте,гел бергә булдылар, әкрен генә барып яҙылыштылар,тормош дауам итте.Бер –бер артлы улдары Ирек,ҡыҙҙары Лира тыуҙы.Зиләнең эшенән өс бүлмәле фатир бирҙеләр.Зиләнең эш хаҡы юғары булды,тик Ғәли генә бер эштә лә тотҡарламаны. Әле аныһы .әле быныһы оҡшаманы.Шуңа өҫтәп һалып ҡайта башланы,өй эштәре.балалар,аҡса эшләү.барыһы ла Зилә елкәһенә ятты..Зилә ире менән яҡшылап һөйләшеп ҡарарға булды.
-Ғәли,артабан былай донья алып барыуынан мәғәнә юҡ,нәмәлер үҙгәртергә кәрәк.
-Зилә, йәнем,әҙ генә түҙ инде,бик яҡшы килешеү төҙөргә йыйынам ,барыһыла яҡшы булыр.
-Ә.араҡы эсеүеңде нисек аңлатаһың?
-Альмираға үс итеп һала башланым, ташлай алмайым шул насар ғәҙәтте, аңа үс итеп.
Юнле эшкә кермәнем,шулай ҡалдым,араҡы менән дуҫлашып,яҡшы эштәрҙән ҡолаҡ ҡаҡтым. Тороуында кеше фатирында ай һайын бик күп аҡса түләп торҙыҡ. Аңла мине,әгәр барыһыла яҡшы булһа,мәңге ҡотола алмаҫ инем ,былай үҙе ташлап ҡасты.
Альмира үҙе айырылышырға ғариза яҙҙы,ире эшләмәй.араҡы эсә,айыры йоҡлай,нәмәгә кәрәк аңа аҡсаһыҙ,фатирһыҙ.алкаш ир!
Зилә балалар хаҡына ,ғәилә хаҡына тип түҙҙе,яратты ул Ғәлиҙе,би ныҡ яратты!Ғүмер тиҙ үтә,улы менән ҡыҙы бик аҡыллы ,ярҙамсыл булып үҫтеләр,икеһелә институт бөтөрҙөләр.Улы өйләнеп Мәскәүгә күсеп китте,ҙур заводта директор.Ҡыҙы Саллыла врач булып эшләй,бергә уҡыған курсташына кейәүгә сыҡты,бергә эшләйҙәр,аллвға шөкөр,барыһыла яҡшы,тик Ғәли генә аҙашҡан бәбкә һымаҡ үҙ урынын тапмай!
Зилә ауылға ҡайтҡас осраҡлы рәүештә классташы Сәлимде осратты,сығарылыш кисәһендә вальсҡа саҡырғайны,анан оҙатып килде,анан уҡырға киткәнсе көндә осраштылар.
-Һаумы,Зилә,берҙә үҙгәрмәгәнһең,хәлдәрең нисек?
-Һаумы ,Сәлим һиндә егеттәрһымаҡ йәшһең,барыһыла яҡшы.
Шулай һөйләшә аралаштылар,көндә осраштылар,ҡайсандыр булып һүнгән мөхәббәт осҡондарыәкренләп ҡабына башланы.Сәлим,зарланды хатыны менән сит кешеләр кеүек йәшәгәненә..Һүҙ бирештеләр,хәбәрләшеп торырға,килештеләр ғаиләләренән китәргә.
Зилә ,ныҡлы ҡарар менән айтты,әйберҙәрен йыйып,иренән китәргә,улының фатиры буш,ваҡытлыса шунда торырға булды.
-Ғәли,Ғәли,һин ҡайҙа?
- Нәмә булды? Шул ҡәҙәр мине эҙләйһең?
-Ғәли,хәҙер мин әйбеҙәремле йыйам да күсеп китәм,улыбыҙҙың фатирына.
-Анда нәмәгә тип китәһең?
-Һинән китәм,айырылам! Мин туйҙым һинең эсеүҙәреңдән,туйҙым һинең эшләмәй ятыуыңдан,айырылышырға ғариза бирәм ,анан фатирҙе лә бүлербеҙ!
Ғәли аңына килгәнсе.әйберҙәрен йыйҙыла,сығып китте! Ғәлиҙең башына китереп күҫәк менән һуҡҡан кеүек булды! Бер нәмә лә аңламаны,өй бушап ҡалды,шул бушлыҡты араҡы менән тутырырға булды,Көн- төн араҡы эсте,айнып өлгөрә алманы.
-Зилә Сәлим менән осраштылар,Зилә үҙен йәш ҡыҙҙар кеүек хис итте,мөхәббәт аны ҡанатландыдрҙы,,алға әйҙәне! Ире менән айырылышырға ғариза бирҙе,тик Сәлимдең ҡатыны менән айырылышырға ашыҡмауы күңелен ҡырҙы. Сәлим һаман һуҙҙы,сәбәптәр уйлап сығарҙы.
Зиләбер көн Ғәли ҙең хәлдәрен белергә барҙы,өйҙә тәртип,ашарына бешкән.
-Зилә.һаумы,йәнем,мин һине көттөм,мине ғәфү ит,әле генә аңланым,һине юғалтҡанымды,ҡайт өйгә,.Эшкә керҙем,машина алдым!
-Ғәли,мин уйлармын,мин тынысландым,барыһыла яҡшы!
Зилә,Ғәлиҙең был һүҙҙәренән һуң,уйланырға мәжбүр булды,беҙ бит бер ғаилә, балаларыбыҙ бар,Сәлим менән һөйләште.
-Сәлим,әйҙә һөйләшәйек! Мин былай һине оҙаҡ көтә алмайым,рәхмәт һиңә,бәхетле көндәр бүләк иттең,миңә аңларға ярҙам иттең,ғаиләнең нидәй ҡиммәт булыуын! Һин ғаиләң менән тор,айырылма,мин ирем янына ҡайтам!
-Ашыҡма,матурым,оҙаҡламай ,беҙ һинең менән бергә буласаҡбыҙ!
-Юҡ,Сәлим,беҙ һинең менән һуңғы көн осрашабыҙ,хуш.
Зилә кире Ғәли янына ҡайтты,бәхетле ине улар!Ғәлиҙе танырлыҡ түгел үҙгәрҙе! Һикәлтәле юлдар аша булһала,ғаилә бәхетен һаҡлап ҡалдылар! Тик Сәлим генә һуң аңланы,үҙенең ныҡлап яратҡан мөхәббәтен юғалтҡанын...

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: