Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
25 Ноябрь 2022, 16:46

Дача. Хикәйә. Айһылыу Вәхитова

Өйҙөң икенсе ҡатынан иҫ киткес матур солғаныш күҙәтелә: ике-өс тиҫтә өй биләп ултырған урын тирә-яҡтан ғорур тирәктәр, олпат имәндәр, оялсан ҡайындар, ҡупшы муйыл ағастары менән уратылып алынған; ҡала яғынан килеп кергән ерҙә уртаса киңлектәге һәм тәрәнлектәге, әммә был урын өсөн ҙур һаналған йылға ялтыр ҡойроғон ғына күрһәтеп ҡала ла, артабан ғәскәр һымаҡ теҙелеп киткән тирәктәр араһына борғаланып кереп юғала; өйҙәр ағастан булғанға күрә, ауылса ябай, ләкин ҡупшы, күптәре бер-береһенә тығыҙ урынлашҡан ҡыуаҡтар эсенә боҫҡан. Иң мөһиме: шау-шыу юҡ бында, халыҡ аҙ; тегеләй-былай бер туҡтауһыҙ елгән сит ил автомобилдары күренмәй; кисен берәй профессорҙың йә булмаһа пенсиялағы мәҙәниәт йәки мәғариф хеҙмәткәренең иҫке жигулиҙа ашыҡмай ғына килә ятыуы ғәҙәти күренеш. Шунлыҡтан ял итеүселәр менән тәбиғәт араһында тулы гармония тиһәң дә була.

Дача. Хикәйә. Айһылыу Вәхитова
Дача. Хикәйә. Айһылыу Вәхитова
 

Тирә-яҡ солғанышын күҙәткән ҡатын ҙур кинәнес кисерҙе. Ҡыуанысы уның өйҙәрен яңыраҡ һалып бөтөү сәбәпле тормоштан бер ни тиклем ҡәнәғәт булыуынан ғибәрәт. Ошондай урынды эләктерә алғандары өсөн ҡәнәғәт ул, бик ҡәнәғәт. Өфөнән йыраҡ йөрөргә түгел, Затон аша киләһең дә тар юлға төшөп алғас, урманға табан китәһең. Бындағыларҙың үҙҙәренең һөнәрҙәренә хас булғанса тормоштары ла ябай, баҫалҡы. Аҡса һанап тормош артынан ҡыумағандары сал сәсле бабайҙарҙың йөҙҙәренән үк күренеп тора. Тик ошо һәүетемсә көн күргән ҡарттарҙың ябай өйҙәре араһында эшҡыуар ирҙең ҡыҙыл кирбестән хасил булған өс ҡатлы йорто ғына үҙенсә ҡырыҫ, ғәмһеҙ булып, бындағы тормошҡа ниндәйҙер хәүефлелек алып кергәндәй тойола.

Эшҡыуарҙың өйөн көн дә күҙәтергә әүәҫләнгән ҡатын мунса яғына атлаған ирен күреп, сәй әҙерләү ниәте менән икенсе ҡаттан аҫҡа төштө.

Мунсаны яғып ебәргәс, саф һауала тәмәкеһенең тәмен татып яй ғына көйрәтеп тороуын белде ир. Икенсе буш ҡулы менән бөйөрөнә таянып, эшләнгән һәм тамамланмаған эштәрен күҙ алдынан үткәрҙе. Былай барыһы ла үҙ урынында шикелле: ялтлап торған беседка; ейәндәренә уйнар өсөн бәүелсәк менән ҡом өйөмө; төрлө сәскәләр менән тулған клумбалар; быйыл тәү башлап емеш биргән виноград үҫентеләре... Тағы ла балаларға бәләкәй генә бассейн эшләйһе ҡалған...

Бер аҙҙан ҡатын ирҙе һәм ике ейәнен беседкаға сәй эсергә саҡырҙы.

Ул, сәй артында гәзиткә текәлгән етди ҡиәфәтле иренә ҡарап, ниҙер әйтергә уҡталып ҡуйҙы. Сәсен йәштәрсә стиль буйынса киҫтереүенә, тулы йомшаҡ тәненең артыҡ өлөштәрен ҡаплап торған яңы киң, оҙон халат кейеүенә иғтибар итмәүен, битарафлығын күреп өндәшмәне. Ап-аҡ ҡулдары менән бәлеш телде: иң ҙур өлөшө – иренә, бәләкәйерәктәре – ейәндәренә. Үҙенә ҡалманы, тәрән көрһөнөп, балаларҙың ихлас супылдауын күҙәтеү һәм салат япрағын сәйнәү менән генә сикләнде. Уға бит кәм тигәндә һигеҙ-ун килограмм ташларға кәрәк. Бәлеш тураһында башҡаса уйламаҫ өсөн шым ғына, һиҙҙертмәй генә киләсәккә план ҡорорға тотондо.

Оҙаҡламай улар дачаларын күрһәтер өсөн, иренең, күптән түгел танылыу алған фото-рәссамдың, дуҫтарын, коллегаларын ҡунаҡҡа саҡырырҙар. Авангардизм өлкәһендә әүҙем эшләгән, республикала ғына түгел, сит илдә лә билдәле булған рәссам Марк Сакмарскийҙың булыуы мотлаҡ. Яңыраҡ ул Мәскәүҙә үткәрелгән халыҡ-ара конкурста "Тәңрегә табыныусылар" картиналары серияһы өсөн икенсе урын яуланы. Мөмкинселектәре лә, бәйләнештәре лә күп үҙенең. Чиновниктар араһында таныштары бихисап, тиҙәр. Тик торғанда ҡатынына "Ҡатын-ҡыҙҙар кейемдәре, аксессуарҙары" магазинын асып ебәрмәне бит. Ул ҡатын йөрөткән машина, кейгән тундары, таҡҡан аҫыл ташлы алҡа-йөҙөктәре – хыял ғына. Бер ҡыйынлыҡ күрмәй йәшәй бирә: иртән – матурлыҡ салонында, көндөҙ – магазинында, кисен – осрашыуҙарҙа, банкеттарҙа, концерттарҙа...

Ҡунаҡ булған көндө союздан килгән Әбделшәрипов менән Лабода һәр ваҡыттағыса йылғаға балыҡ тоторға китерҙәр, моғайын, Сакмарский ҙа уларҙан ҡалмаҫ. Шул арала ире һарыҡ итенән ҡурҙаҡ ҡурыр, үҙе ҙур ҡаҙанда былау

бешерер, үзбәктәрсә тәмле итеп. Ә бына Сакмарскийҙың ҡатынын нисек итеп әүрәтергә, нисек итеп күңеленә юл табырға?... Уға мунсаны алдан ук яғып ҡуйырға ине, тағы ла гамак һуҙырға кәрәк, яратҡан ашамлыҡтарын, эсемлектәрен әҙерләргә...

Бәләкәй ейәндәре әсе итеп ҡысҡырҙы ла илап ебәрҙе – яңылыш иренен тешләгән. Өләсәһе һуҡранып уға асыуланды һәм илауҙан тынмаған баланы өйгә алып кереп китте. Уның яман итеп сәрелдәгән тауышы илаған баланы нығыраҡ ярһытты, иренең мейеһенә үтеп инде, ағастарға ҡунған ҡоштарҙы һиҫкәндереп ҡуйҙы.

Ир, ябыҡ яңаҡлы оҙонса битенең бәҫ кеүек сал ҡунған мыйыҡ-һаҡалы араһынан саҡ күренгән ауыҙын салышайтып, бесәй ҡарашлы йәшкелт күҙҙәрен ҡыҫыңҡырай биреп, йөҙөн сирыштырҙы. Ҡулындағы гәзитте ергә бырғытып, аяҡ-өҫтө тапанды. Ҡапыл ғына ҡарашы гәзиттәге рекламаға төштө – көтөлмәгәнлектән балаларса көлөп үк ебәрҙе.

...Бөгөнмө, иртәгәме, тигәндәй, ҡатынын ейәндәре менән санаторийға ебәрергә кәрәк. Юғиһә, ҡатыны энергияһын ҡайҙа ҡуйырға белмәй, ә унда тынысланыр, массаж эшләтергә, һыу инергә йөрөр. Шифалы балсыҡҡа төрөнөп ултырыр. Балалар ҙа нығынып үҫеп ҡалырҙар. Күңелдәре булыр, исмаһам. Ә үҙе... Яңғыҙлыҡта, тынғылыҡта ижад итер ине. Ижадсыға тынғылыҡтан да ҙурыраҡ бүләк юҡ. Теге... Яңыраҡ мода журналы өсөн фотоға төшкән актрисаға тағы ла хеҙмәттәшлек тәҡдим итеп ҡарарға ине. Риза булмаһа, яңы проект өҫтөндә эшләйем, темаһы: "Кеше һәм тәбиғәт гармонияһы", һеҙҙең тәжрибәле модель булараҡ ҡатнашыуығыҙ мотлаҡ, тип инәлергә тура киләсәк.

Актрисаның уҫал, әммә сибәр йөҙөнөң, осҡон сәсеп торған ҡарашының бар асылын һәм серлелеген, матурлығын һәм ҡырағайлығын сағылдырыр өсөн тәбиғәт ерлеге уңышлы. Матур урындар бында, йылға буйында, юҡ түгел.

Күҙ алдына килтерһәң... Йәмле тәбиғәт – йәшел, ҡыҙыл, һары, аҡ төҫтәр...Зәп-зәңгәр һауала ап-аҡ болоттар – мамыҡ кеүектәр, йомшаҡтар... Һәм күк йөҙө төҫөндәй зәңгәр күҙҙәр... Донъяға шатланып, йылмайып ҡарай торған

 

күҙҙәр...Тәбиғәтте бер мәлгә һушһыҙ ҡалырға мәжбүр иткән йомшаҡ тауыш. Был үҙенсәлекле ҡарашҡа һәм тауышҡа эйә булған ҡатынға ашыҡмай ғына һөйләшеү, кәүҙәһен тура тотоп бәләкәй генә аҙымдар менән йөрөү хас. Шул уҡ ваҡытта үҙе балалар һымаҡ ихлас, иркә лә була белә...Йылғаны күреүе булыр, тар һуҡмаҡтан йүгереп тә төшөр. Әммә йылғаға етмәҫ борон хуш еҫле сәскәләрҙе күреп туҡтап ҡалыр. Иҫе китеп сәскәләрҙән таж үрергә тотонасаҡ. Башына тажын кейеп алғас, сәхнәләге берәй монологын уҡымаҫ тимә – уныһы ла булыр.

Йылғаның һөҙәк ярына түшәлгән һап-һары ҡомда ялан-аяҡ тороп, үтә күренмәле, ҡыҫҡа итәкле сарафанын... Юҡ!... Тәненә һылашып торған джинс салбары менән аҡ майкаһын өҫтөнән һалыр... Бауҙары ысҡынып китергә әҙер торған һыу инеү кейемендә ҡалғас, оҙон ҡара сәстәрен тағатып тарай башлар... Көтмәгәндә, етеҙ ҡулдары менән сәстәрен япон ҡатын-ҡыҙҙарына оҡшатып түбәһенә өйөп ҡуйыр ҙа, ҡояшта янған тәнен ялтыратып, һыу эсенә инеп тә китер... Тәүҙә, һыу нәфис аяҡтарының йомро балтырҙарын ҡаплап, тубығына еткәс, бер аҙ йылға төбөнә текләп ҡарап торған булыр. Йәнәһе лә, балыҡтары күренмәйме икән? Бер-ике аҙым атлағас, һыу өҫтөнән нәҙек биле саҡ күренеп ҡалыр, арҡаһы бер аҙ ҡалтырап алыр, һыу һалҡын ғына бит. Сикһеҙ һоҡланыуҙан, үҙенә төбәлгән ҡараштан тәнен йәшерергә теләп, кинәт һыу эсенә ташланыр...

Фото-рәссам тәрән тын алып күҙҙәрен бер мәлгә генә йомдо. Иң мөһиме ниндәй эсемлек алырға, тип уйланы ул ҡапыл ғына. Шарапмы? Коньякмы? Эсергә теләмәһә, беҙҙең ижад, партнерлыҡ өсөн, тип ҡыҫтар. Өйҙөң икенсе ҡатын романтикаға хас тондарҙа йыйыштырырға кәрәк булыр: шәмдәр әҙерләргә, вазаға сәскәләр ултыртырға, өҫтәлгә еләк-емеш ҡуйырға...

Ир үҙенең шәп идеяһынан ҡәнәғәт булып ауыҙын йырҙы. Өйҙән килеп сыҡҡан ҡатыны, уның йылмайыуын күреп, бергә йыуынып сығырға саҡырҙы һәм ымһындырғыс итеп атлап мунса яғына китте. Башын ҡалҡыта биреп эшҡыуарҙың өс ҡатлы өйөнә ҡараш ташланы ла, тәрән көрһөнөп эскә уҙҙы.

 

2008 йыл.

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: