Ағиҙел
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
23 Ноябрь , 14:43

ИҪКЕ ЙОРТ ЙЫЛЫҺЫ. Хикәйә. Гөлсимә ИШТАНОВА

Иҫке йорт алдына ажғырып ҙур трактор килеп туҡтаны. Ул юғары күтәргән һоҫҡоһон бүрәнәләргә терәй биреберәк ҡуйҙы хатта. Йәнәһе, күр, кемдең ҡулында көс! Үрмәксе ауы үрелеп, уларына саң ҡунып тоноҡланып бөткән тәҙрә-күҙҙәрен саҡ асып ҡарарға хәле етте Иҫке йорттоң. Уны күптән битарафлыҡ баҫҡайны инде. Ауылда эргә-тирәләге йәштәш өйҙәрҙең күбеһе ошо һоҫҡоло тракторҙың тәгәрмәсе аҫтында ҡалып бөттө. Иҫке йорт сабыр ғына үҙ сәғәтен көттө. Мәле етте, күрәһең. Уның ихатаһы ла һары әзмәүерҙең тәгәрмәстәре аҫтында иҙелә башланы.

ИҪКЕ ЙОРТ ЙЫЛЫҺЫ. Хикәйә. Гөлсимә ИШТАНОВА
ИҪКЕ ЙОРТ ЙЫЛЫҺЫ. Хикәйә. Гөлсимә ИШТАНОВА

Трактор үҙ эшен белеп башҡарҙы. Ана-ҡойолам, бына тәгәрәйем, тип саҡ эленеп торған мал һарайы, тауыҡ ояһы иҫке таҡта өйөмөнә әйләнде. Шул арала бызылдығы сығып бензопила сирен ҡыуаҡтарын, ҡарт муйылды бысып ырғытты. Артынса трактор килеп, ҡыуаҡлыҡтарҙың төбө-тамырын аҡтарып та ырғытты.

Көрһөнөргә хәле етте әле Иҫке йорттоң. Һандуғастар күптән ҡунып һайрамаһа ла, ел иҫкән һайын ҡоштарҙың элек йырлағаны иҫкә төшә ине. Яҙ еткәнен, миҙгелдәр алмашынғанын шул баҡсаға ҡарап белә ине өй, ә бына хәҙер… Эй, хәҙерме инде миҙгелдәр алмашыныуын күҙәтеү. Тиҙҙән, ана, үҙе лә өйөлөп ятҡан иҫке һарай менән тауыҡ кетәге янына барып ауыр.

Тракторҙың эшләгәнен күҙәтергә килгән кеше йортҡа оҙаҡ ҡарап торҙо. Яҡын килеп бүрәнәләрҙе тотҡоланы, тоноҡлана төшкән тәҙрәгә ынтылып, өйҙөң эсен ҡарамаҡ булды. Оялды өй, олоғайһа ла, ҡорғандарын ташламағанына ҡыуанды.

– Шәп әле был бүрәнәләр, уҫаҡ булһа ла, – Кеше, бүрәнәләрҙе тотҡолап, йәнә өйҙө уратып сыҡты.

«Ә кәк же!» – тип ҡысҡырыр ине Иҫке йорт, әгәр хәле булһа, һалдат һымаҡ үрә баҫып һынын тура ҡатырыр ине. Юҡ шул, хәлгенәһе самалы икәнен белә үҙе лә. Ә бар ине бит һуң шәп саҡтары, их!

…Ауылда йорт һалырға йыйыналар икән, тигән хәбәрҙе урманға һайыҫҡан килтерҙе. Шул-шул көндө ағас йығырға киләләр, тип теүәлләне турғайҙар. Хәбәрҙе ишеткәс, урман геү итте. Бәләкәйҙән ҡарт ағастарҙан, олоноңдо тура тот, утын түгел, өй булырһың, тигәнде ишетеп үҫкән йәш уҫаҡтар былай ҙа шәмдәй төҙ һындарын тағы ла турайтыбыраҡ тороп баҫты. Имәндәр күкрәктәрен кирә биреберәк алға уҡ сығып теҙелде, йәнәһе, тәүҙә беҙҙе һайлайҙар барыбер. Йорт бураһы булыу урман ағасы өсөн иң ҙур мәртәбә һанала – өй йылыһын һаҡлаусы булаһың бит. Шуға ла йөк-йөк булып тейәлгән төп-төҙ бүрәнәләр араһында иң шәп, иң сәләмәт ағастар ғына.

Ах, йәшлектең бер ҡатлылығы! Үҫкән саҡта йорт булырмын тип хыялланғанда, бер үк урманда ҡырҡылған ағастан буралған өйҙәрҙең төрлө булыуы ике ятып бер төшөңә лә инмәй икән. Кешеләргә өй йылыһы бирәм, тип кенә уйлайһың, ә ул йылының буралған бураның шәплегенән дә түгел, хатта утынға тип ҡырҡылып, мейестә янған ағастан да тормауын һуңынан аңлайһың икән. Был йылыны кешеләр үҙҙәре булдыра икән ул. Мөрйәләре төтөн борҡоп торһа ла, өшөп-күшегеп торған тиңдәш күршеләрен күп күрҙе иҫке йорт. Әзмәүерҙең тәгәрмәсе аҫтында иң беренсе улар тапалды.

Ә уның өйө йылы булды. Хужаларҙың балалары ҡышын-йәйен ялан-аяҡ тыпыр-тыпыр йүгереште. Уларҙың хатта яратҡан уйыны була торғайны. Алғы өйҙөң түрбашында ултырған ҙур мейескә арҡаларын терәп баҫалар ҙа, иң өлкәне «Марш!» тип ҡысҡырыуға төпкө өйҙөң түрендә ултырған көҙгөгә табан йүгерәләр. Шул ваҡытта иҫке йорт үҙен стадион майҙанылай ҙур, иркен итеп тоя ине. Төп яҡта мәңге ҡулынан йөн йомғағы менән энә төшөрмәй бәйләм бәйләп ултырған әбей, балалары артыҡ геүләшә башлаһа, һис асыуһыҙ ғына:

– Себә! Ошоларҙы, – тип тыйған була.

Балалар йүгереүҙән туҡтаһа, улар артынан сабып уйнаған ваҡ бәрәстәр кимерсәк мөгөҙҙәре менән эткеләй-төркөләй башлай. Тегеләре иҙәнгә тубыҡланып ултырып, тәкүш-бәрәстәр менән һөҙөшә башлай. Ҡулындағы бәйләмен ситкә һалып ҡуйып, балаларының бәрәстәр менән төкөшкәнен ҡарап, кеткелдәп көлгән әбейгә өй ҙә ҡушыла. Эй-й!.. Булған бит заманалар, уның йылыһы кешеләргә генә түгел, малға ла кәрәк сағы… Хәҙер, ана, ихатаһы ер менән тигеҙләнде, үҙен дә һүтеп ташламаҡ итәләр…

Ҡасан тәүге тапҡыр биреште икән? Ил һаҡларға тип оҙатҡан баланың бер төркөм хәрбиҙәр оҙатыуында көплө машинала ҡайтыуынан һуңдыр. Ул бала бит өйҙөң нигеҙен һаҡлар өмөтө ине! Бәрәстәр менән төкөшөп уйнар йәштән яңы ғыны сыҡҡан бала нисек ҡулына ҡорал алһын, ти!.. Оҙатып килгән хәрбиҙәр хушлашыу залпы биргәндә тәҙрә өлгөләре сыңланы, ватылманы. Тәҙрәләре селпәрәмә килмәһә лә, өйҙөң эстән ҡайһылыр таяуы ҡоланы, ә тыштан ул шул уҡ бейек ҡыйыҡлы ғорур һынлы йорт булып ҡалды.

Был бейеклек тә сүкте бер мәл. Ауыр сирҙән Хужа түшәккә ятҡас булды ул хәл. Ҡапыл, ҡыйығы ауыр ҡарҙан ишелгәндәй булды. Урманда үҙ ҡулдары менән һылап-һыйпап һайлап, шул ҡулдары менән ҡәҙерләп бура итеп күтәргән, бейек бүрек кеүек итеп ҡыйыҡ кейҙереп ултырҡан, донъяға йылы яҡтылыҡ бөркөп торорлоҡ тәҙрәләр уйған Хужа бит ул. Тыны менән дауаларҙай булды. Һәр иртән Хужаһының ауыр күҙ ҡабаҡтарын асып өрлөктәге сәңгелдәк сөйөнә ҡарауын көттө. Ә бер кисте Хужабикәһенең ҡулдары уның күҙҙәрен йомдорҙо.

Балалар ҡайтып йөрөнө. Ейәндәргә лә үҙенең йылыһынан өлөш сығарҙы өй. Әлбиттә, улары бәрәстәр менән һөҙөшмәне, ул ваҡытҡа бәрәстәр йортта ғына түгел, мал һарайында ла уйнамай ине. Бер мөйөштә мәңге бәйләм бәйләп ултырған ҡарт әбей ҙә юҡ күптән. Өйҙөң стадион майҙанылай киң иҙәне лә тарайған кеүек, етмәһә, баҫҡан һайын, һыҙланғандай, шығырлай башланы. Шулай ҙа, урындыҡ аҫтында ултырған инә ҡаҙҙың ҡанат аҫтында бипылдашып морон төрткән бәпкәләрҙе күҙәтергә яратты ейәндәр. Уларға ла бер әүрәтер уйыны булған икән өйҙөң.

Хужабикәһе оҙаҡ һаҡланы өй йылыһын, үҙе һымаҡ сүгә төшкән мейесенән йылы икмәген өҙмәне, тәҙрә ҡорғандарын ҡарҙай аҡ итеп тотто. Ул иҫән саҡта тәҙрәләргә ҡояш нуры ҡунып уйнар ине. Иҙәндәге балаҫта ҡояш йылыһына иҙерәп бесәй ятыр, ҡулына бәйләм тотоп мөйөштә ултырырға яратҡан Хужабикә кемгәлер шул тиклем оҡшай башлар, иҫке йорт иҫенә генә төшөрә алмаҫ. Ҡыйыҡҡа түшәлгән тупраҡ йоҡарһа, өйҙөң дә хәтере лә насарая икән ул.

Өйҙөң хәтере нимә, бына балаларҙың хәтере насарайһа ҡыйын. Хужабикәнең артынан ҙур ҡапҡа ябылып ҡалғас, йорт эсе бушаны. Ул элеп киткән ҡорғандарҙы тамсы ла һелкетмәй оло юлдан күҙен алмай көтә башланы. Балалар ҡайтып йөрөнө ул, ейәндәр ҙә. Ә бына бүләләрҙе… Улар бит урындыҡ аҫтындағы инә ҡаҙ менән дә танышып өлгөрмәне.

…Ауыҙын ҙур итеп асҡан ялмауыҙҙай, юғары күтәргән һоҫҡоһон өйҙөң ҡыйығына терәй яҙып килеп ултырҙы тағы баяғы трактор. Хужаһының әмерен көтөп ер тырнап торған януарҙай, бер-ике үкереп алды ла, туҡтаны. Өй тертләмәне лә, тәҙрәләре лә сыңламаны, бөтөнләй битарафлыҡ ялмап алғайны инде. Һуңғы йылдарҙа был техниканың тауышына ла өйрәнеп бөткәйне. Ауылға һуңғы арала ситтән күсеп килеүселәр артты. Ҡалаға үтә яҡын да түгел, әммә ҙур йылға буйында ултырыуы, етмәһә юл, газ, һыу, интернет кеүек уңайлыҡтар булыуы ауылға яңы кешеләрҙе тартты. Күсеп килә торҙолар, иҫке өйҙәрҙе һүтеп яңы нигеҙ ҡора торҙолар. Иҫке йорттоң күпселек тиңдәштәре һүтелеп бөттө, улар урынына тәккәбер генә кирбес өйҙәр ҡалҡа торҙо.

Ерҙең яңы хужаһы телефондан кемгәлер шылтыратып нимәлер белешкәнен, кем менәндер кәңәшләшкәнен тыңламаны ла. Бары өҙөк-йыртыҡ һүҙҙәр генә ишетелеп ҡалды:

– Күп балалы… яңғыҙы үҫтерә…этләнә…газ үтмәгән…

Иҫке йортто бульдозер менән эттермәнеләр. Яңы хужа әмере буйынса, өйҙө һүттеләр, бер айырым йөккә тейәп, ауыл йәштәре айырым урам булып ултырған Йәштәр тыҡрығына илтеп, бер ихатаға алып барып ауҙарҙылар. Ҡырпаҡ ҡар яуған ергә бушатылған иҫке йорт бүрәнәләренең кинәт танһыҡ таныш еҫтән башы әйләнде. Яландай киң ихатаның ҡап уртаһында бейек ҡыйыҡлы яңы өйҙән килә ине шул тиклем татлы, башты әйләндергес еҫ. Таныны иҫке йорт, таныны! Яңы йорттоң ҡолас етмәҫтәй шартлап торған бүрәнәләр уның тыуған урманынан ине.

Иҫке йортто дөбөр-шатыр ишек алдына бушатҡандарын, гөж-гөж итеп бүкәндәргә бысҡандарын, унан шартлатып утын итеп ярып өйөп ҡуйғандарын Яңы йорттоң ҡарҙай ап-аҡ ҡорғандарын күтәреп, өс бәләкәй бала менән яңғыҙ донъя йөгө тартыуҙан йонсоп һурығып ябығып бөткән ҡатын күҙәтте.

Кискә Яңы йорттоң мейесенән туп-тура булып төтөн күтәрелде. Береһенән-береһе бәләкәй өс бала йәмләнеп киткән өйҙө яландай киң күреп йүгереште, шашты. Башына аҡ яулыҡ бәйләгән яңғыҙ ҡатын түрбашта ҡамыр менән булышты, аҡса эшләйем тип Себер сығып киткән ире ғәйеп булғаны бирле тәүге тапҡыр йөҙөнә йылмайыу ҡунды. Мейес алдында, эй, уралды, эй, тулғанды, болғауысы менән ҡуҙҙарҙы төрткөләне. Тәүге тапҡыр утын һанамай яғыуы ине уның.

Хужаһыҙ ҡалғаны бирле күшегеп, йылына алмай бер булған Яңы йорт та ирәйеп китте. «Бирешмә, – тине уға мейестә сарт та сорт янған Иҫке өй. – Һинең бурыс өй йылыһын һаҡлау. Шуға тоғро ҡала белһәң, мин һиңә ярҙам итермен»

Бәхетле ине иҫке йорт. Йәшлек йүләрлеге менән утынлыҡ ағас булыуҙы хурлыҡ һанай, ә бына бөгөн үҙе ут ялҡындарын дәртле бейетә-бейетә төтөн булып күккә аша. Ағас ҡорто менән тишкеләнеп, ел-дауылға бирешеп ҡолап, бер кемгә лә кәрәге теймәй сереп ятмай бит. Яна, осҡон булып күккә аша. Ана, баҙлап янған ҡуҙҙарын алға тартып хужабикә балаларға майҙа бәлеш ҡыҙҙырып бешереп бирә, улары табанан төшкән береһен эләктереп алырға ғына тора. Мейес башында әсе икмәк ҡабарырға йыйына. Йылыға иҙерәгән аҡ бесәй иҙәнгә үк төшөп һуҙылып ятып алды. Яңы йорт тамам йылынды. Утын сүрәтендә лә өй йылыһы бүләк итә алыуы бәхетле итә ине Иҫке йортто.

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас в