Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
19 Ноябрь 2022, 18:13

Ғәбит Садиҡов. Әйтемдәр

Ярҙамсыл кешенең дә ярҙамға мохтаж  сағы була. Күп күргәнде күрә алмайҙар. Ялҡауҙың йөгөн тартышһаң, йөгөнә менеп ултырыр.  Майһыҙ бутҡаны йотоуы яйһыҙ. Түрәһенең теше һыҙлай, ялағай ыңғыраша.

Ғәбит Садиҡов. Әйтемдәр
Ғәбит Садиҡов. Әйтемдәр

Ҡабалан эшләнгән эш ҡабаттан эшләнелә. 

Телдең оҙонлоғо аҡыл ҡыҫҡалығынан.

Өй түбәһе тишек булһа, ямғыр йышыраҡ яуа. 

Энә үҙ өсөн текмәй. 

Аҡ кәбеҫтәгә ҡара кәзә лә ҡаршы түгел.

Ғәйбәттең һәйбәте булмай.

Шахматта иң ҡурҡыныс фигура - ферзгә әүерелгән пешка.

Ҡояш ҡына бул, тирә-яғыңда әйләнеүселәр табылыр.

Бәғзе берәүҙәрҙе йүнәтеү өсөн йүкә сөй ҙә етә.

Оҫта алдаҡсы дөрөҫлөккә таяна.

Дуҫлыҡ менән дошманлыҡ араһы бер артыҡ һүҙ.

Керемең артһа, сығымың да артыр. 

Ныҡ күтәрелгән танау күҙҙе ҡаплай. 

Аҡыллы хужа этенә ҡушылып өрмәҫ.

Төймә кәрәклеге ул өҙөлгәс кенә беленә. 

Төпкә егелгән ат сыбыртҡыға яҡыныраҡ.

Тунһыҙға ҡыш йыш килгән кеүек. 

Тел менән эшләгәндең ҡулы ял итә. 

Талантты талап алып булмай.

Алға һикереү өсөн, бер аҙ артҡа сигенһәң дә була.

Аҡыл тәрәнлеге һаҡал оҙонлоғо менән үлсәнмәй. 

Ҡараңғыла күләгә булмай.

Һөйөү тойғоһонан мәхрүм генә күптәрҙе һөйә ала.

Йырлап йәшәү өсөн йырсы булыу мотлаҡ түгел. 

Иң алама ел - башта иҫкән ел.

Тормош ҡурайһыҙ бейетә.

Автор:Луиза Кирәева
Читайте нас: