Ағиҙел
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
9 Ноябрь , 17:33

СЫНАЯҠТАҒЫ ДОНЪЯ. Повесть. Айгөл Йәмилева (Дауамы)

– Шунан, нисек ролик, Райман Русланович? – Бик яҡшы. Афарин, тип әйтергә генә ҡала. – Рәхмәт инде. – Үҙең уйланыңмы идеяны?

СЫНАЯҠТАҒЫ ДОНЪЯ. Повесть. Айгөл Йәмилева (Дауамы)
СЫНАЯҠТАҒЫ ДОНЪЯ. Повесть. Айгөл Йәмилева (Дауамы)

– Үҙем. – Мин йәнә башымды түбән эйҙем. Ниндәй ныҡ ярҙам итте миңә Марс үҙенең үтә күренмәле быялалы сынаяғы менән, әйтеп бөткөһөҙ. Еңмәһәк тә үкенмәйәсәкмен.

– Өфөгә нимә менән ҡайтасаҡһың?

– Поезд менән.

– Бәлки, минең менән самолетта ҡайтырһың?

Аптырап ЭрЭрға күҙ аттым:

– Мин ней, ҡуш ҡуллап риза булыр инем дә... Бейеклектән ҡурҡам. Һәм миңә поезд оҡшай. Иртәгәнән үк эшкә ҡыумаҫһығыҙ бит инде мине?

– Юҡ, Искәндәрова. Ял ит. – Райман Русланович ниңәлер күңелһеҙләнеп киткәйне.

Уның тәҡдименә ризалашмауым бейеклектән ҡурҡыуым менән һис тә бәйле түгел ине. Кисәге төндән алып уйымдан дуҫым сыҡмай. Таң беленгәнсе “Бәйләнеш”тә яҙыштыҡ беҙ уның менән. Ниндәйҙер буш хәбәрҙәр ине улар, әммә был хәбәрҙәрҙән күңелгә күмәртәләп йылы эркелә. Иртәгәһенә әллә ниндәй мөһим хәлдәр булһын, Марсель менән ошолай аралашыр өсөн минең йоҡом да, ваҡытым да, хатта гел генә ауыртып ыҙалаған башым да йәл түгел. Райман Русланович боролоп китеү менән яныма Эльвира килеп баҫты:

– Был матур егет кем ул?

– Башлана-а, – мин көлөп ҡуйҙым. – Был матур егет минең етәксем. Ышанаһыңмы, юҡмы.

– О! Шундай йәш, ә инде етәксе! Уны әйтәм, ғашиҡ инде әллә һиңә?

Көтөлмәгән хәбәрҙән саҡ һикереп китмәнем:

– Ниңә бушты һөйләйһең! Әйтәм бит, босым, тип.

– Һиңә ҡарағанда, күҙҙәрендә шундай наҙ ине, әйкәйем! Ә һин уны әллә нимәгә үпкәләтеп бороп ебәрҙең, шикелле. Ана, һаман һинән күҙен алмай.

Ирекһеҙҙән, Эльвира ымлаған яҡҡа ипләп кенә күҙ аттым, һәм ҡараштарым Райман Руслановичтыҡы менән осрашты. Һорғолт күҙҙәрҙә әйтелмәгән һүҙҙәр йәшеренгән кеүек тойолдо.

Ниҙер булһа ла уйларға өлгөрмәнем, микрофондан тауыш яңғыраны:

– Хөрмәтле ҡунаҡтар, бәйгелә ҡатнашыусылар! Барығыҙҙы ла тамаша залына беренсе турҙың һөҙөмтәләре менән танышырға саҡырабыҙ!

 

– Эштәр күп, – тип башланы һүҙен баһалама комиссияһының рәйесе, компанияның генераль директоры, теге беренсе көндә барыбыҙға ла бәйге шарттарын аңлатҡан Сергей Викторович.

– Ә быныһы кем икән? Урыҫмы, әллә украинмы? Бәлки, бөтөнләй сыуаштыр. Уларға ла бит урыҫ исемдәрен бирәләр. Ана, беҙҙең Бәләбәй яғында...

– Әлфир!.. – Мауығып китеп йәнә ҡолағым янына эйелгән бытылдаҡ егеткә уҫал ыҫылдауҙан башҡа сара ҡалманы:

– Аҙаҡ һатырһың хәбәреңде!

– Эштәр күп. Ә еңеүсе һәм киләһе халыҡ-ара турға үтеп башҡа илдәрҙең компанияларының проекттары менән алышыусы ролик тик берәү генә булырға тейеш. Был – маркетинг иле, дуҫтар. Һәм бында тик һәләт менән тырышлыҡ ҡына еңә. Эштең иң-иңе генә һайлап алынды.

– Йә, һуҙма инде, ҡарт ҡорһаҡ! – икенсе яғымда Альберттың тауышы яңғыраны, – түҙмәйем...

Минең дә йөрәк алҡымыма килеп тығылған ине. Тын юлдарым ҡыҫылғандай хатта. Ни булһа ла булыр, тип күҙҙәремде йомдом.

– Шулай итеп, беренсе тур геройҙары – Искәндәрова етәкләгән ижади төркөм! Һәм уларҙың тылсымлы сәйе аша асылған йәйғорло-нурлы донъяһы! Ҡотлайым!

Зал көслө ҡул сабыуҙарға күмелде, ә беҙ, бер-беребеҙгә ҡарап, бер килке ултыра биргәс, һикереп тороп ҡосаҡлашырға керештек. Тубыҡтар баяғынан да ныҡ ҡалтырай, ҡолаҡтар шаулай, бит яна, ә күңел ҡыуанысынан әллә ҡайҙарға осоп китер төҫлө. Беҙ еңдек!

Биктимер Тимерғәле улы үҙе шәхсән һәр беребеҙҙең ҡулын ҡыҫып премиялар һалынған конвертты, Эльвира менән миңә раузаларҙы тапшырғас, һаман алҡыштарҙан тынмаған залға өндәште:

– Бына кемдәрҙең эше халыҡ-ара бәйгелә компаниябыҙ намыҫын яҡлаясаҡ, ура!

Сәхнә ябылғас, ҡыйыр-ҡыймаҫ уның янына килдем:

– Биктимер Тимерғәле улы...

– Әү, Искәндәрова. – Ул, киң йылмайып, миңә текәлде.

– Был ролик һеҙҙе тулыһынса ҡәнәғәтләндерәме?

– Эйе. Ә нимә булды, аҡыллым?

– Минең идеям әҙерәк нигеҙен үҙгәрткәйне. Ҡыҙ образы яңғыҙ булмаҫҡа тейеш. Уның янында, – мин, нисек аңлатырға белмәй, туҡтап ҡалдым.

– Егете булырға тейешме? – тип йылмайҙы етәксе.

– Юҡ. – Үҙемде шул хәтлем уңайһыҙ тоя инем. Ниңә өндәштем, тигән көнгә төшкәйнем, – дуҫы. Бары тик дуҫы булырға тейеш. Сөнки был идея минең дуҫым ярҙамында барлыҡҡа килде. Ул сәй аша телефон дисплейын күрһәтмәһә, был ролик та тыумаҫ ине.

– Ҡыҙы-ыҡ, – Биктимер Тимерғәле улы бер аҙ уйсанланып киткәндәй тойолдо. Шунан, йәнә киң йылмайып, арҡамдан ҡаҡты:

– Әгәр ҙә артабан эшләргә теләгең булһа, ниңә үҙгәртмәҫкә ти? Тик эшеңде Өфөлә дауам итерһең. Яңы вазифала... Райман Руслановичтың һиңә пландары ҙур.

– Рәхмәт, ҙур рәхмәт Һеҙгә! – Тулҡынланып китеп, русса түгел, ә саф башҡортса әйтеүемде һиҙмәй ҙә ҡалғанмын.

Ә яуаптан бөтөнләй аптырап төштөм.

– Ҙур үҫ, Искәндәрова, – тип саф башҡортса яуап ҡайтарҙы ла етәксе, ишеккә табан йүнәлде.

– Әлфир! – Мине фойела көтөп торған дуҫтарым янына барып еткәс, тәү башлап милләттәшемә өндәштем. – Биктимер Тимерғәле улы – башҡорт! Ә һин беҙҙекеләр булдыра алмай, тиһең!

Шунан телефонымды алып, “Бәйләнеш”тәге дуҫым менән чатты асып, ашығып хәрефтәр йыйырға керештем:

“Ма-а-арс! Беҙ еңдек! Беҙҙең сынаяҡтағы тылсымлы донъябыҙ еңде! Һәм мин етәксе менән һөйләштем, халыҡ-ара бәйгегә тәҡдим ителгән роликта ҡыҙҙың янында уға был донъя серен төшөндөргән дуҫы ла буласаҡ!”

“Ебәрергә” төймәһенә баҫыр алдынан, туҡтап ҡалдым. Әйҙә быныһы сер булһын. Марс барыһын да үҙе күрергә тейеш. Хәбәрем йөкмәткеһен үҙгәртеп, киләһе һөйләмдәрҙә тороп ҡалды:

“Ма-а-арс! Беҙ еңдек! Беҙҙең сынаяҡтағы тылсымлы донъябыҙ еңде!”

 

* * *

Юл әйберҙәремде төйнәргә була, номерыма шатыр-ботор барып индем дә, утҡа баҫҡандай, ҡапыл туҡтап артыма сигендем. Ҡыҫҡа ботло журнал өҫтәлендә бер ҡосаҡ ҡыҙыл рауза сәскәләре баҙлай ине. Әллә ишектәрҙе бутаныммы? Улай тиһәң, ниңә асҡыс яраны? Ипләп кенә гөлләмәгә яҡынлаштым. Ҡыҙыл таждар араһында ус аяһындай ҡағыҙ беркетелгән. Уны астым да ҡулдан яҙылған ваҡ ҡына яҙыуға күҙ йүгерттем:

“Зөһрәкәй! Оло еңеүең менән һине. Мин һиңә иң баштан уҡ ышана инем. Өфөгә рәхим ит!”

Ҡаштарымды төйнәп, ҡағыҙҙы ҡулымдан ысҡындырмаған килеш, ултырғысҡа ҡунаҡланым. Ижади төркөмдән егеттәр бүләге микән? Улай тиһәң, ҡағыҙҙа яҙылған һүҙҙәр быға бөтөнләй тура килмәй. Марсмы? Уйымдың ни тиклем иҫәр булыуын белеп, ҡысҡырып көлөп ебәрҙем, күҙ алдыма бер аҙна элек “Бәйләнеш”тә яҙышҡан әңгәмә килде:

 

Марс:

“Мин һине был ваҡыт эсендә ярайһы ғына үҙләштереп өлгөрҙөм инде”.

Зөһрә:

Был мөмкин түгел, Марс!)”

Марс:

Теләйһеңме, иҫбатлайым? Мәҫәлән, мин һиңә бер ҡасан да рауза сәскәләре бүләк итмәҫ инем.”

Зөһрә:

Ни өсөн? Мин гөлләмәләргә хаҡлы түгелменме ни? (“

Марс:

“Сөнки раузалар яратмағаныңды әйтмәһәң дә белеп торам. Мин һиңә ялан сәскәләрен ташыр инем...”

 

Ҡарашымды йәнә гөлләмәгә йүнәлттем. Ысынлап та, ни табалыр ҡыҙҙар был йәнһеҙ сәнскеле ботаҡтарҙа? Шундай яһалмалылыҡ аңҡый бит уларҙан! Ҡиммәтле булыуҙары менән ни... Ялан сәскәләренең бар нәзәкәтлеген, сафлығын, матурлығын, төрлөлөгөн үҙенә йыймағас...

Тиҙ-тиҙ генә әйберҙәремде төйнәнем дә, балҡып ултырып ҡалған раузаларға әйләнеп тә ҡарамай ишеккә табан йүнәлдем.

 

Марс мине ҡунаҡхананың фойеһында көтә ине. Ашығып килгәне әллә ҡайҙан күренеп тора, биттәре ҡыҙарған, пальто яғаларының береһе күтәрелгән, береһе юҡ. Оҙон сәстәре елгә туҙғыған. Таныш һынды күреп күңелемә йылы үрмәләне. Йөрәгем түрендә бығаса кисермәгән наҙлы хистәр алҡына. Ул да мине шәйләне, йылмайып ҡулын һуҙҙы:

– Бир сумаҙаныңды. – Шунан күҙҙәремә тура ҡараны ла йылмайып өҫтәне:

– Ниңә ҡаймаҡ ялаған бесәйҙәй шундай ҡәнәғәтһең? Ә-әй, нимә һорайым әле мин! Кил, берҙе ҡосаҡлайым үҙеңде!

Өндәшмәй генә дуҫыма һыйындым. Ҡапыл айырылышыу ғазабы алҡымымды ҡыҫып тотоп алды.

 

Теүәл икелә ҡунаҡхана алдына ялтырап торған “Hуndai” килеп туҡтаны. Шофер төшөп минең сумаҙанды артҡы яҡҡа урынлаштырғас, алдымда ишек асты:

– Райман Русланович һеҙгә хәйерле юл теләй һәм Өфөгә килеп еткәс тә шылтыратыуығыҙҙы үтенә.

Мин ғәжәп тулы ҡарашымды шоферға йүнәлттем:

– Бәй, был машина барлыҡ ҡатнашыусыларҙы ла вокзалға алып барыу өсөн тәғәйенләнмәгәнме ни?

– Юҡ, Зөһрә Ильясовна. Был машина тәғәйен Һеҙҙең өсөн Райман Русланович әмере менән еткерелде.

Шофер һөнәри тыныслыҡ һаҡлап, ишекте алдымда асҡан килеш, һалдаттарҙай төҙ ҡатып ҡалды.

Минән айырмалы рәүештә Марстың йөҙөндә тамсы ла ғәжәпләнеү юҡ ине. Ул тәмәке тоҡандырҙы ла, әллә ҡайҙан килеп сыҡҡан ҡояш нурҙарына бер күҙен ҡыҫып, ғәҙәти көлөмһөрәп, миңә текәлде:

– Хәтәр кешеһегеҙ һеҙ, Зөһрә Ильяс ҡыҙы.

– Исмаһам, һин улай тимә, баянан бирле аптырайым, – сараһыҙҙан көрһөнөп ҡуйҙым. Әллә нимәгә Марстың сиктән тыш тыныслығы һарыуымды ҡайнатты.

– Күҙ алдыңа килтерәһеңме юҡмы, номерға ҡайтһам, журнал өҫтәлендә мин күрәлмаған рауза сәскәләре гөлләмәһе ҡуҡырайып ултыра.

– Ҡайҙа, фотоға төшөп, Инстаграмға, Бәйләнешкә һалдыңмы?

Был егет минән ысынында мыҫҡыллап көлә, шикелле. Сумкам менән ҡапыл уның еңелсә генә елкәһенә тондорҙом:

– Тора бир әле, көлөп!

– Эй, ипләп! Һин мине улай Аргентина революционеры менән туҡмама!

Икебеҙ ҙә күңелле көлөшөп, бер-беребеҙгә текләгән килеш туҡтап ҡалдыҡ.

Ваҡыт самалы, мине поезд көтә.

– Ярай, һау бул, иптәш инженер. Онотма.

– Кем кемде онотор әле, иптәш рәссам. Хәҙер инде, олуғ үә бөйөк Зөһрә Ил...

Марс әйтеп бөтөрмәне. Мин был юлы уға елле генә итеп ҡундырҙым да машинаға инеп ултырҙым. Ысынында, ҡапыл күҙемә килеп эркелгән йәштәрҙе күрһәтмәү ысулы ине был.

Машина юлға сығып вокзалға ҡарай елдерҙе.

Бер минут үттеме-юҡмы, телефоным йәнгә килде. Таныш исемде күреп, күҙ йәштәре аша йылмайып, трубканы ҡолағыма терәнем:

– Тыңлайым, Марс.

– Мин һағынып өлгөрҙөм, Зөһрә!..

Телефондың теге осонда йәнә тынлыҡ урынлашты. Шунан таныш көлөү яңғыраны:

– Шаяртам. Хәйерле юл теләйем тигәйнем, иптәш рәссам.

 

Мин өс аҙна эсендә яратып өлгөргән ҡала ипләп кенә минән артҡа сигенә бара, сигенә бара... Ҡар бөртөктәре, өҙгөләнеп, тәҙрәгә килеп бәрелә лә, күҙ йәштәре булып, аҫҡа тәгәрәп төшә. Ҡара таҫма булып ҡаланы уртаға бүлгән йылға һуҙылған. Ә уның аръяғындағы завод торбалары миңә, гүйә, хушлашып, төтөн-ҡулъяулыҡтарын болғай.

Иламайым-иламайым. Мин бит көслө, бойондороҡһоҙ йән, 23 йәшлек кенә булыуыма ҡарамаҫтан инде бүлек мөдиремен, мин бөгөнгө көн еңеүсеһе... Тормошом бит бер йәйғорло кәлейәгә һалынған, мин яңғыҙ түгел, ә ни бары иреклемен...

Тик ниңә күңелгә шул хәтлем моңһоу һуң әле? Шул йәйғорло тормошома йәнә бер сираттан тыш яңы төҫ өҫтәлеүе йәнде өйкәй, күрәһең. Тәбиғәт ҡанунын боҙоп, ҡағиҙәгә ҡаршы өҫтәлгән төҫ. Йәйғорҙоң өйрәнеп, ятлап бөткән теге ете төҫө нимәгә миңә, мин бит ошо яңы төҫ аша ғына тормоштоң бар йәмен аңлай башланым...

Купе ишеге асылды һәм унда ҡырлы стакан тотҡан кондуктор ҡыҙ күренде:

– Сәй эсәһегеҙме?

– Эйе.

Билеттарҙы тикшереп, алмаш яҫтыҡ-юрған биреп, стаканды алдымдағы өҫтәлгә ултыртҡас, кондуктор артынан ишек ябылды. Стакан минең алдымда ятҡан блокнотымдың биттәре өҫтөнә ултыртылғайны. Ә унда – был ҡалаға килгән ваҡыттағы төшөрөлә башлаған эшләнеп бөтмәгән һүрәт. Уға стаканда алҡынған сәй аша ҡараным да күкрәгемдән күмәртәләп һағыш урғылды: семәрләп эшләнгән фонарь яҡтыһында ҡар бөртөктәре менән бергә пальто кейгән егет менән бөҙрә сәсле ҡыҙ парлы бейеүҙә өй(ө)рөлә...

 

Икенсе бүлек

Ер

1.

“Зыың-зың! Зыың!”

Ниңә тынмай был уятҡысы? Мендәргә йөҙтүбән ҡапланған килеш ҡулым менән карауат, уның эргәһендә торған тумбочка тирәһен күпме ҡапшаһам да сәғәтте таба алманым. Тик бер килке ваҡыт үткәс кенә мейегә энәләй ҡаҙалған тауыштың ишек яғынан килгәнен шәйләп ҡалдым.

“Нимә, йәшәүҙән туйҙыңмы?” тип, үҙаллы танау эсенән мығырлай-мығырлай ишекте асып ебәрҙем дә ғәжәпләнеү ҡатыш уңайһыҙ тойғолар шауҡымында асҡан ауыҙымды кире ябырға мәжбүр булдым: алдымда Райман Русланович баҫып тора ине. Затлы костюмы өҫтөнән кейгән пальтоһында һыулы тамсылар ялтырай, төнө буйы шыбырлаған ямғыр тынмаған, ахыры.

– Хәйерле иртә, Зөһрә! Уҙырға рөхсәт ит, – ЭрЭр миңә һораулы ҡарашын төбәне. Туҙғыған бөҙрәләремде усым менән һыпырып ипкә килтерергә тырыштым:

– Эйе, үтегеҙ.

Нимә кәрәк минән был ҡупшы ата ҡаҙға? Үҙе, ҡайтҡас ял итерһең, тине, үҙе таң менән минең ишек төбөн тапай. Алҡымыма килеп тығылған асыуымды көскә йәшереп, боссҡа залдағы дивандан урын күрһәттем дә ҡаршыһына ултырып, уға һораулы ҡарашымды төбәнем. Райман Русланович минең ҡул ҡаушырыуымды һәм иренемде етди ҡымтыуымды шәйләп ахыры, йылмайып ҡуйҙы:

– Йә, асыуланма. Мин хәҙер әйтәсәк яңылыҡ һис шикһеҙ кәйефеңде күтәрергә тейеш, – ул устарын усҡа һуҡты.

– Хы. Командировканан һәм оҙайлы юлдан арманһыҙ булып ҡайтҡан кешене таңдан уятып, унан ниндәй яҡшы кәйеф талап итәһегеҙ һеҙ, Эр... Райман Русланович?

– Беренсенән, мин һиңә хәҙер Райман. Бары тик Райман ғына. Сөнки һин бөгөнгө сыҡҡан һәм инде иғландар таҡтаһында эленеп торған бойороҡ буйынса бүлек мөдире. Икенсенән, бөгөн икебеҙҙе матбуғат конференцияһына саҡырҙылар. Һинең оло еңеүең хаҡында ентекләп һорашмаҡсы итәләр. Әҙерлән. Төшкө икегә машина һине подъезд эргәһендә көтәсәк.

– Әлләсе, бүлек мөдире булһам да иркемде нығыраҡ сикләйһегеҙ түгелме? Етмәһә, фатирыма килеп.

Әсе телләнһәм дә ике сикәмә ҡапыл ут ҡапҡайны.

Мин – бүлек мөдире! Компанияға эшкә килгәндән бирле тынғы бирмәгән хыялым тормошҡа ашты түгелме һуң? Шаулы дөйөм бүлмәнең бер мөйөшөнә ҡыҫырыҡланған өҫтәл түгел, ә тулыһынса айырым кабинет көтә мине! Әммә эсемдә ҡайнаған тойғоларҙы тышҡа сығарырға ашыҡманым, бар көскә иренемде тешләнем дә, юрамал асыулы ҡыланып, ҡаршымда ултырған ҡупшы егеткә төбәлдем.

Раймандың ирен ситтәрендә йылмайыу яғылды:

– Һинең шундай тоҙло-боросло сағың оҡшай ҙа инде миңә. Һөйләштек. Көтәм.

Ул, нисек ҡапыл ғына килгән, шулай тиҙ генә юҡҡа сыҡты.

Артынан ишекте ябып та өлгөрмәнем, был юлы инде телефоным тауыш бирҙе. Дисплейына күҙ ташланым да кәйефем күтәрелеп китте. Марина. Кемде-кемде, ә уны һағындырҙы!

– Ало! Сәләм!

– Сәләм, Искәндәрова! Ой, ғәфү итегеҙ, хөрмәтле Зөһрә Ильясовна!

– Кит, инде һин башты ҡатырмаһаң.

Икәүләп көлөшөп ҡуйҙыҡ.

– Мин хәҙер һиңә киләм, Зөһрә.

– Хәҙер? – мин, аптырап, сәғәткә күҙ аттым. – Һиңә эшкә түгелме ни?

– ЭрЭр миңә бөгөн башҡа эш йөкмәтте.

– Ниндәй?

– Килгәс белерһең. Ҡуй сәйеңде.

Әхирәтем трубканы шарт һалып та ҡуйҙы. Ҡайһылай ҡыҙыҡ әле ул был иртә. Башымды сайҡап тел шартлата-шартлата кухняға йүнәлдем.

Марина оҙаҡ көттөрмәне. Тупһала оҙаҡ ҡосаҡлашып, эшкә сығып барған күршеләрҙе аптыратып, шаулашып торғандан һуң, беҙ инде өҫтәл артында сәй эсә инек.

– Йә, әйт, ниндәй эш йөкмәтте һиңә босс?

Маринаның күҙҙәре хәйләле ялтырап китте:

– Мин һине белгәндән алып хыялланған эш! Бөгөнгө сараға һинән кеше әтмәләргә ҡушты Райман.

– Нимә? – Ҡулымдан сынаяҡ төшөп китә яҙҙы, эҫе сәйгә быуылдым. – Ә мин улайһа кем?

– Үпкәләмә инде. Әммә шундай мөһим ваҡиғаға һине футболкала һәм джинсы салбарҙа ебәреп булмай ҙа инде. Беҙ хәҙер сауҙа үҙәгенә йүнәләбеҙ. Ваҡыт сикле! – Әхирәтем, урынында һикереп, сәпәкәй итеп ҡуйҙы.

Бына һиңә мә. Тимәк, мин был ЭрЭр өсөн артыҡ йәмһеҙ һәм һоро ҡыҙ. Ныу үҙенең тетмәһен тетәм былай булғас. Тештәремде ҡыҫып сумкама әйберҙәремде йыйырға керештем.

 

– Күҙ алдыңа килтерәһеңме, кисә эштән арып-талып ҡайтып индем, ә Фәнзилем һаман шул танкылары менән уйнап ултыра. Башкөллө мониторға сумған. Эш папкаһы менән башына барып тондорорҙай булдым. Әй, аңламай ҙа ул мине, тыңларға ла теләмәй. Йәнде көйҙөрһә, ташлашырға тура килер инде.

Өс сәғәт тирәһе иҫәпһеҙ-һанһыҙ кейем кибеттәре буйлап йүгергәндән һуң, ниһайәт, матурлыҡ салонына ингәйнек. Визажист ҡыҙҙың һалҡынса бармаҡтары битемә крем һылауы туймаған йоҡомдо алып килеп, күҙ ҡабаҡтарыма кирбестәй ҡаплай, Маринаның борсоулы тауышы әллә ҡайҙан алыҫтан ишетелгәндәй. Ҡатҡан ирендәремде көскә ҡыбырлатам:

– Ә һин уны ҡурҡытып ҡара. Һинһеҙ тормошо нисек булғанын аңлат. Теләһәң әйҙә миңә йәшәргә. Барыбер ҙур залда мольберттарҙан башҡа әйбер юҡ. Һине юғалтыу ҡурҡынысы килеп баҫһа, аңлар, ҡайҙа барыр тиһең.

– Беҙ танышҡандан алып, бер егет менән йөрөгәнеңде күрмәнем, ә әллә ҡайҙан елле кәңәштәр алаһың ул! – Әхирәтемдең тел шартлатҡаны ҡолағыма килеп бәрелә.

Ниҙер тип яуапларға ла өлгөрмәйем, Маринаның сағыу тауышы йәнә салонды яңғырата:

– Әйткәндәй, беҙҙең Райман Русланович ниңә һиңә шундай иғтибар бүлә тиһең?!

– Сөнки мин бөгөн уның ҡороғор матбуғат коференцияһында беҙҙең компанияны оятҡа ҡалдырмаҫҡа тейешмен. Артын һаҡлай.

– Иҫәр! Ул һиңә ҡармаҡ һала бит! Бер күҙ ҡарашынан барыһы ла аңлашыла!

– Тағы шул балыҡ башы. Юҡ, һәм тағын бер тапҡыр юҡ.

– Һиңә егерме өс, һин инде бүлек мөдире, ә һаман егеттәрҙән өркәһең! Тормошоңда исмаһам берәү булһа ла ир-егет остоғо бармы? – Маринаның тауышында тимерҙәр сыңланы. Асыулана.

– Бар.

Тимер сыңлауы тел шартлатыу менән алмашынды:

– Кем?

– Дуҫым бар минең. Унан башҡа бер кем дә кәрәкмәй.

– Булды. Көҙгөгә ҡараһағыҙ ҙа була, – стилист ҡыҙ минең ултырғысымды өҫтәл ҡаршыһындағы оло көҙгөгә әйләндерҙе. Унан күҙҙәренә бығаса күренмәгән осҡондар ҡунған миңә төптө ят нәзәкәтле ҡыҙ ҡарай ине: күҙ ҡабаҡтары өҫтөнә яҡты лампанан төшкән яҡтыға яңы йыл шыршыһындай ем-ем килгән һорғолт һөрмә яғылған, былай ҙа ҙур күҙҙәр оҙон керпектәрҙе тағы ла оҙонайтып буяғанғамы, әллә сикһеҙ ғәжәпләнеүҙән, үтә лә дәү күренә. Инде мәңгелек дуҫҡа әйләнгән йоҡоһоҙлоҡтан, гемоглобин түбән булыуҙан гел генә аҡһыл сикәләр анау ҡунаҡхананың ҡыҫҡа ботло өҫтәлендә ҡалған раузалар төҫлө алланып яна, ирендәргә сағыу ҡыҙыл яғылған.

– Зөһрә, ә һин, ысынлап та, кеше икәнһең, – тине артыҡ уйсан ҡиәфәт менән Марина һәм көҙгөләге таныш та, таныш түгел дә ҡыҙ уға шаяртып сәс киптергес лак флаконы менән киҙәнде лә ихлас көлөп ебәрҙе.

 

– Булды, минең өҫтән йөк төштө. Кискеһен осрашырбыҙ һәм һин миңә һис шикһеҙ бая һөйләй башлаған дуҫың хаҡында һөйләргә ярағанын да, ярамағанын да асып һаласаҡһың.

Марина кибеттәрҙең исемдәре яҙылған ҡатырға пакеттарҙы фатирыма индереп ҡалдырырға ярҙам итте лә, сикәмдән әп итеп, орсоҡтай осоп сығып та китте. Бигерәк аҫыл ҡыҙ ҙа инде үҙе. Фәнзиле бит уны күтәреп кенә алып йөрөргә бурыслы.

Сәғәткә күҙ аттым. Төшкө бер. Шул саҡ телефоным йәнгә килде.

Дисплейын яндырҙым да бар тәнемә йылы тулҡын йүгерҙе: Бәйләнештә Марстан хәбәрнамә:

Сәләм, хөрмәтле үә бөйөк Зөһрә Ильяс ҡыҙы! Нисек ҡайтып еттегеҙ?”

Һаман кисәгеһен өҙмәй ҙә ҡуймай. Көлөмһөрәп уға яуап хаты яҙырға керештем:

“Сәләм! Яҡшы барыһы ла. Ҡайтып етергә лә өлгөрмәнем, босс башты ҡатыра башланы. Бер сәғәттән матбуғат конференцияһында булырға тейешмен.”

Марстан да яуап оҙаҡ көттөрмәне:

“Башланды, былай булғас.”

Уға яуап яҙырға тип төймәләргә баҫып та өлгөрмәнем, йәнә хәбәр:

“Күҙе төшкән уның һиңә. Теге раузалар ҙа уның бүләге”.

“Кемдең, Марсель?”

Әммә был бер ҡатлы һорауға яуап булып телефон шылтыраны:

– Зөһрә Ильяс ҡыҙы, мин Райман Руслановичтан. Һеҙҙе тышта машина көтә.

Хат яҙышыу ҡайғыһы китте, бая кибеттә тиҫтәләгән күлдәктәр араһынан көскә һайлап алған ҡыҙылын ашығып кейә башланым.

 

* * *

Матбуғат конференцияһы мин хеҙмәт түккән офис урынлашҡан бейек бинаның иркен залдарының береһендә уҙғарыла ине. Зал шығырым тулы, ҡалҡыуыраҡ сәхнәлә теҙелеп киткән оҙон өҫтәл, өҫтәлдә газлы һыу, стакандар һәм микрофондар ҡуйылған. Мине тура шул өҫтәлдәрҙең береһе артына ултырырға саҡырҙылар. Залға килеп ингәс тә, ҡаршымда миңә арҡаһы менән әйләнеп, кемдер менән бик ихлас әңгәмә ҡорған Райманды шәйләп ҡалдым. Иртәнсәк тәмле йоҡомдан яҙҙырғаны һәм Маринаға мине “кеше итергә” ҡушыуы һарыуымды ҡайнатҡайны, туп-тура уға йүнәлдем. Әңгәмәсеһе хәбәрсе ахыры, муйынында бейджик, ҡулында фотоаппарат. Мине күреү менән айҙай балҡып китте:

– Бына ул – беҙҙең афарин ҡыҙ Искәндәрова!

Райман ҡапыл артына әйләнде һәм нисек торған, шул килеш ҡатты. Бер килке өндәшмәй торҙо хатта. Ауыҙына һыу уртлағанмы ни. Бары тик ҡарашында ғына тәрән ғәжәпләнеү сағыла ине.

– Шунан, – тиеп йылмайҙым мин уға ҡарап, – эшләгәнме минән Марина кеше? Әллә миңә беренсе каналдағы “Мода хөкөмө”нә барырғамы?

– Юҡсы, – Райман, ниһайәт, телгә килде, өйрәнелгән хәрәкәттәр менән галстугын рәтләне, сәстәрен һыпырҙы.

– Юҡ тиһегеҙме? Кеше килеп сыҡмаған инде минән атыу, Райман Русланович?

Раймандың ҡарашы үҙгәрҙе һәм ул йәнә ҡатҡыл етәксе роленә керҙе:

– Бушты һөйләмә...геҙ, Искәндәрова. Әйҙәгеҙ, өҫтәл артына.

Бер уға, бер миңә ҡыҙыҡһынып күҙ атҡан хәбәрсе минең ҡолағыма шыбырланы:

– Райман һынлы Райманды һүҙһеҙ ҡалырға мәжбүр итәһегеҙ бит әй. Беҙ яҡын дуҫтар, ул йыш ҡына миңә һеҙҙең хаҡта һөйләгәне бар.

Уға ҡарап йылмайҙым да өҫтәл артынан урын алдым.

– Хәбәрселәр биргән һорауға ирония, сарказм тигән нәмәләреңде эшкә екмәй генә яуап бир, Зөһрә, – Райман күҙемә тура ҡараны һәм минең ҡарашты күтәрә алмайынса, алға төбәлде:

– Зинһар!

– Борсолмағыҙ, Райман Русланович. Кешесә кейенә белмәһәм дә кешесә һөйләй беләм, шикелле, – мин, бармаҡтарымды ҡаушырып, туп-тулы тамашасы залына төбәлдем.

 

Ғәжәпләнерлек тә урыны булған шул бостың. Сара тамам булғас, фойелағы ҙур көҙгөләрҙең береһендә үҙемде күреп тағын ирекһеҙҙән туҡтап ҡалдым, инде нисәнсе ҡат ҡуйы бөҙрә сәстәргә, ҡара ҡаштар аҫтынан көлөмһөрәп ҡараған йәшкелт күҙҙәргә бер ни тиклем аптырап ҡарап торҙом. Ә ҡыҙыл оҙон күлмәк, әйтерһең дә, алланып янған сикәләр өсөн махсус һайланған. Бейек үксәлә йөрөп өйрәнелмәгән, шуға оҙаҡламай тышҡа йүнәлдем. Райман кем менәндер хәбәр һата, уның күҙенә салынмайса өйгә тайырға кәрәк.

 

* * *

– Хәйерле иртә, Зөһрә Ильясовна!

Офис тупһаһын ашатлап та өлгөрмәнем, был сәйер сәләмләүҙәрҙең күплегенә аптырап туҡтап ҡалдым. Бөтәһе лә йылмая, баш эйгәндәре лә бар. Ғәҙәттәгесә үҙ урыныма үтергә теләп, бер-ике аҙым атлап та өлгөрмәнем, ҡапыл башымды йәшен тиҙлегендә “һин бит хәҙер бүлек мөдире!” тигән уй ярып үтте. Ысынлап та! Командировканан ҡайтҡандан бирле әллә ниндәй шауҡым аҫтында шаңҡып тик йөрөйөмсө!

Бүлмә уртаһында аптыранып ҡалғанымды һиҙҙермәҫкә тырышып бүлек мөдиренең эш кабинетына йүнәлдем. Ҡарашым ишеккә беркетеп ҡуйылған “Бүлек мөдире Искәндәрова Зөһрә Ильяс ҡыҙы” тигән яҙыуға төштө. Ныу өлгөрҙәр ҙә инде үҙҙәре.

Ишекте асып эскә үттем. Ҡарашыма өҫтәлдә баҙлаған ҡыҙыл раузалар сағылды. Ауыр көрһөнөп, пальтомды сөйгә элдем дә сәскәләр араһына ҡыҫтырылған яҙыуға үрелдем:

“Хыялың тормошҡа аша башлау менән ҡотлайым. Был баҫҡыста ғына туҡталып ҡалма”.

Матур, ваҡ һәм тигеҙ хәрефтәр менән ҡулдан яҙылған яҙыу миңә ныҡ таныш тойолдо, раузаларға күтәрелеп тә ҡарамай, өҫтәл түренә үттем дә ҡулымдағы ҡағыҙ киҫәгенә текәлдем. Хәтеремә ҡылт итеп офоҡ артында ҡалған ҡала, ҡунаҡхана номеры һәм тумбочкаларҙа баҙлап ултырған раузалар килеп баҫты. Уларға ҡушылып, йөрәк һыҙып Марселдең шаяртыу ҡатыш әллә ниндәй билдәһеҙ һағыш менән әйтелгән һүҙҙәре ҡолаҡта яңғырағандай итте: “Райман инде, кем булһын. Күҙе төшкән уның һиңә”. Ҡағыҙҙы өҫтәлгә ырғыттым да сәстәремде усланым. Күҙ алдыма шул аҡыллы һәм етди һоро күҙҙәр, шәмдәлдәй төҙ һын килеп баҫты. Йөрәгемдең әллә ҡайһы еренә бөтмәҫ йылы йүгергәндәй итте. Йә инде, әллә мин дә хистәремә ирек бирә башланыммы? Эш ерендәге башҡа хеҙмәттәш ҡыҙҙарҙан кәм булмайым инде атыу, етәксегә күҙ һалғас.

Һаҡ ҡына ишеккә туҡылдаттылар. Тертләп киттем, өҫтәлдәге ҡағыҙҙы алып усыма йомдорҙом да тамаҡ ҡырҙым:

– Эйе, мөмкин.

Тупһала Райман күренде. Әле генә мейемдә йүгергән уйҙарымды ул уҡып торалыр, беләлер, шуға күрә шундай серле йылмаялыр һымаҡ тойолдо. Ашығып урынымдан ҡалҡындым.

– Хәйерле иртә, Зөһрә!

– Һаумыһығыҙ, Райман Русланович.

Өҫтәл янына яҡынлашҡан Раймандың ҡаштары, ризаһыҙлыҡ белдереп, өҫкә күтәрелде:

– Райман. Райман ғына.

– Ғәфү итегеҙ, мөдир вазифаһында беренсе көн генә бит, – мин ирендәремә йылмайыу ишараһы яҡтым да кире креслоға ултырҙым. Уны күргәндәге ҡапыл ҡаушауым үтте, өҫтәүенә, кәйеф тигән мыжыҡ нәмә миндә күтәрелгәндән-күтәрелә бара ине.

– Бәлки, ауыр эш көнө башында ҡәүһә эсеп алырбыҙ? Нисек уйлайһың, Зөһрә? – Райман миңә һораулы ҡараш атты.

– Мин ҡаршы түгел, тик кем килтерер һуң, – тип йылмайҙым мин.

– Ҡара һәм өйрән, – ошо һүҙҙәр менән Райман өҫтәлгә үрелеп телефон трубкаһын алды ла етеҙ, өйрәнелгән хәрәкәттәр менән бер-ике һандарға баҫты, бер аҙ көтөп торғас, етәкселәргә генә хас ҡатҡыл тауыш менән: “Зарина, ике сынаяҡ ҡәһүә килтер. Юҡ. Зөһрә Ильясовна бүлмәһенә”, – тип бойороҡ биргәс, трубканы һалып та ҡуйҙы.

– Бына шулай, Искәндәрова. Ә һин әлегә креслола өйөрөлөргә генә өйрәнгәнһең шикелле.

– Юҡ, мин бындай креслола элекке вазифамда уҡ өйрөлөргә өйрәнгәйнем, – тип көлдөм мин.

– Ах һин аны! Мин уны иң яҡшы хеҙмәткәр тип уйлап йөрөнөм, ә ул креслола күңел асҡан икән.

Эйәгемә таяндым һәм йылмайып әңгәмәсемдең күҙенә ҡараным:

– Ә һеҙ шаярта беләһегеҙ икән.

Раймандың күҙҙәрендә бығаса күренмәгән осҡондар ҡабынды, үҙе минең ҡарашты күтәрә алмай башын аҫҡа эйҙе. Мин уның был тартыныуынан әллә ниндәй ләззәт ала инем, ирендәрем тағы ла киңерәк йылмайыуҙа йәйелде. Ишек асылды һәм унда ҡулына батмус тотҡан сәркәтип Зарина туташ пәйҙә булды. Беҙ кеүек осло дағалар менән тыҡ-тыҡ килеп, батмустан пар боҫорап торған ике сынаяҡ бушатты ла минең тубығы йыртыҡ джинсыға һәм кедаларға инде ғәҙәткә ингән ҡарашын сәнсеп, яһалма йылмайып сығып китте.

– Минең кабинет булғас, мин һыйларға тейешме, Райман Рус... Э, Райман?

Ул ҡарашын һаман иҙәндән алмаған еренән башын кире ҡалҡытырға мәжбүр булды:

– Шулай килеп сыға. Әйҙә, бынан башҡа һин, тип һөйләшәйек. Беҙ бит ят кешеләр түгел.

– Шуға күрә лә миңә инде икенсе тапҡыр раузалар бүләк итәһеңме? – Мин тағы ла киңерәк йылмайҙым. Һәр ваҡыт етди, үҙенә артыҡ ышанған егеттең алдымда үҫмер малай кеүек юғалып ҡалыуы миңә шул хәтлем ҡыҙыҡ күренеш ине. Әле лә уның аҡһыл йөҙөнә ҡыҙыллыҡ йүгерҙе, ә көслө ҡулдары галстугын бушатырға маташты. Ниһайәт, аҡыллы һоро күҙҙәр миңә төбәлде:

– Эйе.

– Райман, мин раузалар яратмайым. Улай ғына ла түгел, мин уларҙы күралмайым, – ҡапыл ул миңә йәл булып китте, аралағы уңайһыҙ тойғоно юймаҡ булып алдымдағы сынаяҡтарҙың береһен уның алдына шылдырҙым. – Әммә ҡотлауың өсөн рәхмәт. Әйҙә, ҡәһүә эсәйек. Алда тулы эш көнө бар.

Беҙҙең әңгәмә ҡапыл яйлы ғына ялғанып, көндәлек темаларға барып олғашты.

 

– Бер сәғәт ҡәһүә эсеп ултырҙығыҙ тиеңме? – Маринаның, ышанмайынса, үҙенең был һорауын икенсегә биреүе. Оҙон эш көнө үтеп, беҙ минең опелдың эсенә инеп ултырғайныҡ. Мин асҡысты бороп ҡартласымды тоҡандырҙым да парковканан яйлап ҡына сыға башланым. Ирендәремдә һаман балҡыған серле йылмайыуым әхирәтемә тынғы бирмәй шикелле, ул хәүефһеҙлек ҡайышын эләктерҙе лә, түҙмәй, тағын миңә текәлде:

– Йә, Зөһрә!

– Шулай тием. Ситтән бер ҡаты бәндә, маҡтансыҡ күренһә лә бигерәк ябай икән. Үҙең беләһең, мин һәр береһе менән уртаҡ тел табыусыларҙан түгел, ә Райман менән кискә тиклем һөйләшеп ултырырға була.

– У-у-у, былай булғас, тиҙҙән туйҙа күңел асабыҙ инде! Ниһайәт, ниһайәт, әхирәтем! – Марина шатлығынан хатта ҡулдарын йәйеп ебәрҙе. – Мин инде күҙ алдыма ла килтерәм... Ул – сибәр, ышаныслы, етди, һәм һин – һаман балалығыңдан сығып етмәгән, хыялый һәм дыуамал. Һеҙҙән камил парҙы донъяла күргәнем юҡ әле!

– Мари-ина, – мин трассанан ҡарашымды алып, әхирәтемә ҡараным. – Беҙ уның менән ни бары бер ултырып ҡәһүә тәмләнек, ә һин инде әллә нимә уйлай ҙа башланың.

– Ыһы. Тағын, ул һине генә һайлап, ярышҡа ебәрҙе. Унда бергә ҡайтырға тәҡдим итте, ике тапҡыр сәскә бүләк итте, күлдәк алып бирҙе. Бер ултырып ҡәһүә тәмләгән хеҙмәттәштәргә хас түгел был. Ә ул һиңә оҡшаймы? – Марина был хәбәр менән шул тиклем мауыҡты ахырыһы, ҡайышын ысҡындырып, минең яҡҡа боролоп уҡ ултырҙы.

– Күлдәк алып бирҙе, тиһеңме?

Был мәлгә, мин, киске тығындың ҡыҙған мәленә эләккәнгә, тиҙлекте кәметкәйнем. Ҡаштарымды йыйырып, Маринаға текәлдем.

– Матбуғат конференцияһына һинән кеше яһау өсөн сығымдарҙы тулыһынса ул түләне, Зөһрә.

Ҡулдарым бар көсөнә рулде ҡыҫты. Минең асыуланғанымды Марина ла асыҡ күрҙе, ипләп кенә беләгемә ҡағылды:

– Йә инде, көймә. Һинең түләү өсөн һуҙған кредит картаңды ипләп кенә Раймандыҡына алыштырып йөрөгән мине үлтер лутсы. Ә уға теймә. Яҡшы кеше ул. Иң мөһиме, ышаныслы.

Бар көсөмә алдымда теҙелеп киткән машиналарҙы күҙҙәрем менән быраулап арығайным. Еңелсә генә рулгә тондорҙом:

– Ну ЭрЭр! Иртәгә тетмәһен тетәм!

– Юҡ! Юҡ! Әйттем бит, үлтерһәң, мине үлтер, уға теймә!

Марина һаҡланғандай, ике ҡулын алға һуҙҙы.

Мин Маринаға әйләндем:

– Оҡшамай ул миңә, аңланыңмы? Бынан нимә килеп сығыуы ҡыҙыҡ миңә. Бесәй-сысҡан уйыны уйнап ҡарайыҡ әле. Күңелле бит!

– Был уйындан ҙу-у-ур уймаҡ сыҡһа, мин ҡалай ҙа шатланыр инем! – тип яуапҡа сәпәкәйләне Марина, һәм минең уттай ҡарашым аҫтында шымып ҡалып ысҡынған ҡайышын эләктерә һалды.

Мин, тығындың кәмеүен тойоп, бар көскә тиерлек газға баҫтым.

 

* * *

Ҡыштың был һуңғы бурандары булды, бер аҙна самаһы ямғыр яуып, шәмәреп, һаман һалҡын ел иҫеп торғандан һуң, ергә Яҙһылыу аяҡ баҫты. Баҫты ла, донъя йылы ҡояш нурҙарына, тиҙ арала йәшел үләндәргә һәм ыуыҙ япраҡтарға күмелде. Өфө урамдарына йәнә йәм ҡайтты. Юҡҡа ғына баш ҡаланы йәшел ҡала тимәйҙәр. Күкрәп сәскә атҡан муйыл, сирень ағастары һәр урамда тиерлек бар, һәр мөйөштә нескә бил ҡайындар суҡтарын ергә эйгән.

Ҡала халҡы ла уянды, урамға береһенән-береһе уҙҙырып сағыу кейемдәрҙә сыға башланылар. Парктар йәнләнде, йәштәр майҙандар тултырып киске уйындар ойошторорға кереште.

Барыһын да күреп, тойоп йөрөһәм дә, оҙон-оҙаҡ был гүзәл миҙгелгә һоҡланып ултырырға ваҡыт юғыраҡ: минән алда булған бүлек мөдире бигерәк алама: әллә нисәмә документты рәткә килтерергә кәрәк. Һүрәт төшөрөргә ваҡыт бөтөнләй ҡалманы, шуға күрә мольберттарҙы бер мөйөшкә йыйып йәшереп ҡуйҙым.

Әле лә арып-талып, эштән ҡайтып килеүем. Опелем әҙерәк бышҡыра, уны ҡарарға ла ваҡыт ҡыҫтау, мин шуға йәйәүле мосафир. Туҡталыштан фатирыма хәтле биш минуттай юл. Ысынын әйткәндә, был арауыҡ булмаһа, мин бөгөн иртән ағастарҙың инде шау япраҡҡа күмелеп ултырыуҙарын да аңғармаҫ инем әле.

“Күҙ алдыңа килтерәһеңме, юҡмы, Марс, мин бөгөн яңы саҡ ҡына инде йәйҙең яҡынлашҡанын шәйләнем. Был эш менән бөтөнләй бер нәмәне лә аңғарып булмай.”

“Һии, ә үҙең рәссам йораты. Тап рәссамдар беренсе булып донъя матурлығын, тәбиғәт һулышын аңғарырға тейеш. Офис ҡомағы һин.”

“Ә һинең көндәр нисек үтә? Минән көлһәң дә үҙең дә башкөллө эшкә сумғанһыңдыр әле.”

“Мин – ябай инженер. Кис һайын яр буйына төшөп йылғаның һулышын тыңлап киләм. Барыһы ла яҡшы, тик яр буйында тороп шарап тәмләргә иптәш кенә юҡ.”

Уҡып килгән еремдән ҡысҡырып көлөп ебәрҙем:

“Бахыр! Эргәңдә минең кеүек иҫәр юҡмы ни?”

“Юҡ шул”.

“Тап һуң. Уның ни ҡыйыны”.

“Берәүҙе тапҡаным да еткән, инде нисек ҡотолорға белмәйем.”

“Минең үпкәләүем бар”.

“Шаяртам бит.”

Ирендәремдә һаман иркен йылмайыу һаҡлап башымды күтәрҙем. Яҙышыу менән мауығып ҡайтып еткәнемде лә һиҙмәгәнмен.

Һыуыҡ фатирға бөтөнләй ҙә инге килмәй, яҙғы һауа шул хәтлем танһыҡ! Башымды күккә һоноп, йәшел үлән еҫенә бер килке рәхәтләнеп торғас, тирә-яғыма ҡарандым. Күҙем балалар майҙансығындағы буш әүһелдәккә төштө.

Оҙаҡ уйламай барып ултырҙым да Марсҡа сираттағы хәбәремде яҙырға керештем:

“Миңә лә бында яңғыҙыма күңелһеҙ булып китә.”

“Яңғыҙыңа? Эргә-тирәңдә дуҫтарың мыжғый ҙа инде”.

“Әммә мин улар араһында бер үҙем генә аҡылдан яҙғанмын, Марс. Лутсы иҫәрҙәр йортонда йәшәһәм...”

“Унда һин яратҡан иреклек һәм Макдональдс юҡ бит. Һәм беҙ аралаша ла алмаясаҡбыҙ.”

Минең Макдональдсҡа булған һөйөүем бөттө инде. Чизбургер ашамайса ла түҙә алырмын. Ә бына ирекһеҙ һәм һинһеҙ йәшәп булмаҫ...”

“Ебәрергә” төймәһенә баҫыуым булды, мин йәшәгән подъезд ишеге асылды һәм унан мин гел күҙәтергә яратҡан ике йән эйәһе – тағы ла уртаға нығыраҡ бөгөлгән сал ҡарт һәм инде ҙурайып киткән, өлтөк сәстәренә ике яҡлап сәскәле резинка ҡыҫтырған ҡыҙсыҡ сыҡты. Бәләкәс туп-тура мин ултырған әүһелдәккә ҡарай йүгерҙе лә, мине күреп шып туҡтап ҡалды. Һоро күҙҙәре һораулы рәүештә миңә төбәлде. Йылмайып урынымдан ҡалҡындым:

– Аптырама, бәләкәс. Минең дә уйнағым килеп киткәйне.

– Һин хәҙер ҙур ҙа инде, – тине сағыу тауыш.

Артынса олатаһының тауышы яңғыраны:

– Иң мөһиме, күңелең ҡартаймаһын.

Күҙҙәрем ҡарттың көлөмһөрәп торған ҡарашы менән осрашты һәм күңелемә йылы йүгерҙе:

– Һеҙҙең бына инде был ҡыҙсыҡ тәпәй баҫа башлағандан алып көн дә иртәле-кисле ошонда уйнауығыҙ бына нимәнән ғибәрәт икән!

Ҡыҙыҡай әүһелдәккә үрмәләп менгән дә, уның сынйырҙарын шағыр-шоғор килтереп, зыу килеп эйә ине. Олатаһы эскәмйәгә ҡунаҡланы:

– Әлбиттә, ҡыҙым. Тормошо ниндәй генә булмаһын, уны яратыуҙа һәм йәшәргә ынтылышта. Бының өсөн ғүмерҙә мәңге уңмаҫ йәйғор төҫтәре табыуҙа.

– Һоҡланам һеҙҙең менән, – тип йылмайҙым мин һәм, үҙемә ҡанат үҫкәндәй тойоп, һикерә-һикерә подъезд ишегенә йүнәлдем. Майҙансыҡта оҙаҡ ваҡыт олатай менән ейәнсәрҙең шат тауыштары яңғырап торҙо әле.

 

* * *

Төндәр, йәй килеүен белдереп, йылы тора башланы. Көнө буйы ҡыҙыу ҡояш аҫтында йылынған таш йорттарҙың ипкене ҡояш үҙе байығас та Өфөнө лә, уның кешеләрен дә өшөтмәй тота ине. Йәм-йәшел япраҡтарға төрөнгән ҡайындар, мөһабәт тирәктәр әкрен генә иҫкән еләҫ елгә ни хаҡындалыр шыбырлаша, газондарҙа күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләр балҡый. Йылы миҙгел тәбиғәткә генә түгел ҡала халҡының кейемдәренә лә күсә башланы: күптәр йәйге сағыу кейемдәрҙә кисен урам ҡыҙыра, парк-аллеялар ғашиҡ парҙар, күңелле дуҫтар менән тулған.

Сираттағы тәбиғәт үҙгәреүен мин тыныс ҡына күҙәтә алмайым. Шунда уҡ ҡылҡәләм һәм мольберт алып ер сигенә сығып китеү теләге уяна. Көндән-көн күркәмләнгән тирә-яҡтың һәр бер һулышын сәсмәй-түкмәй ҡағыҙға күсереп, кеше күҙенә күренмәйсә бер-нисә көн йәшеренеп, тәбиғәт менән күҙгә-күҙ осрашҡы килә. Әммә быйыл был бөтөнләй мөмкин түгел, күрәһең. Яңы вазифаның күберәк көс талап итеп кенә ҡалмай, елкәгә яңы яуаплылыҡ, яңы эштәр, яңы мәшәҡәттәрҙе тауҙай өйгән мәле. Хатта, ғәҙәттәгесә, иртәнге сәй артында ҡояш менән серләшеп тә ултыра алмайым. Ҡайҙан? Иртәнге сәйҙең үҙе лә юҡ! Күҙҙе асып, уяныр-уянмаҫ еремдән һалҡын душ аҫтына сумам, боҙҙай тамсылар мине ысынбарлыҡ менән тоташтыра. Шунан бар кәрәк-ярағымды йөкмәйем дә, асҡысты алып тышҡа сығып йүгерәм, лифт төймәһенә баҫам. Тимер ҡартласым ҡуҙғалғансы бер һүгенәм, проспекттағы иртәнге тығын өсөн тағын, теләһәм теләмәһәм дә, ауыҙымдан ҡаты-ҡаты һүҙҙәр ысҡына биреп ҡала. Эшкә шатыр-шотор барып инәм дә тура өҫтәл артына йомолам. Шунан тағын ҡағыҙҙар, тағын отчеттар. Төшкә ҡарай мине йәлләп, бер ҡатырға стаканда ҡәһүә тотоп килгән Маринаға ла, минең ҡыҙарған күҙ ҡабаҡтарын күреп, ҡәнәғәтһеҙ баш сайҡаған Райманға ла "бына бөгөн кисен иртә ятам, ултырмайым таңға ҡәҙәр", – тип вәғәҙә биреүҙәрем кисен фатир тупһаһын ашатлау менән үк онотола. Ә йоҡоһоҙлоғом сәбәбе – ул. Офоҡ артында ҡалған ҡаланың меңләгән инженерҙарының береһе. Ярты төнөм уның менән яҙышып үтһә, төндөң яртыһын мин инде халыҡ-ара бәйгегә ебәреләсәк проектыма бағышлайым. Сөнки яңғыҙы ғына сәй эскән ҡыҙ һыны миңә көндән-көн оҡшамай, уның эргәһендә мотлаҡ үҙе кеүек хыялый бәндә булырға тейеш. Әммә Марс менән ни тиклем эскерһеҙ аралашһаҡ та, проекттағы үҙгәрештәр хаҡында уға шымам, ваҡыты еткәс, үҙенә күрә бер көтөлмәгән бүләк булһын.

Әле тап шундай ижадҡа һәм төнгө серләшеүҙәргә тулған төндәрҙең береһе. Шар асыҡ ҡалған тәҙрә аша ингән шаян ел көнө буйы ҡояшта һәм машина тәгәрмәстәре аҫтында ҡыҙған асфальттың эҫе ипкенен ваҡыт-ваҡыт өҫтөмә алып килеп ҡаплай. Эш өҫтәле ҡағыҙҙар һанынан тиҙҙән бөгөлөп төшөр төҫлө.

"Ҡуй, кухняға барып тағын сәй яһап алайым".

Бәйләнештә Марстың әле генә ебәргән хәбәрен уҡыным да, арыған йөҙөмдә йылмайыу уйната-уйната, ҡаршы хәбәрнамә яҙырға керештем:

"Әйҙә, яһа миңә лә. Әтеү ҡәләм тота-тота бармаҡтар иҫ белмәй."

Яуап оҙаҡ көттөрмәне:

"Әле һаман эштәрең бөтмәнеме?"

"Эйе-е-е. Ә һин нимә көткәйнең? Бәләкәйме, ҙурмы, хәҙер мин етәксе кеше. Етмәһә, теге проектты камиллаштырырға кәрәк. Финалға тиклем ваҡыт әҙ ҡалды".

"Эй, Зөһрә-ә-ә. Тиҫкәре кеше һин. Бер еңгән проектты төбөнән тотоп үҙгәртмәһәң... Нимәһен унда өҫтәргә кәрәк ул шул хәтлем?"

Нимәһен түгел, ә кемде. Һине, иҫәр. Миңә шундай уйҙы бүләк итеп тә, был эштә һинең эҙең булмаһа, үҙ-үҙемде ғәфү итмәйәсәкмен. Әммә һәр ваҡыттағыса үҙ уйҙарымды үҙемдә ҡалдырҙым да кухняға сәй яһап алырға киттем. Кире килеүемә мониторҙа яңы хәбәр яна ине:

"Сәйең тәмле булһын!"

"Һинеке лә, Марс!"

Йылмайып, эҫе көрөшкәне ауыҙыма килтерҙем. Әллә нисәмә аҙна буйына дауам итә ошондай яҙышыуҙарға тулған ҡыҙыҡ төндәр. Һыҙғылайым, ниҙер яҙам, шунан тынғы белмәҫ бармаҡтар клавишалар буйлап туҡылдай башлай. Башты күтәреп ҡарағанда инде таң һыҙылған, таш өйҙәрҙең башына ҡояш нурҙары ҡунған була. Марина менән Раймандың йөҙҙәренә етдилек сығарып әрләүҙәре урынлылыр ҙа, күрәһең.

Райман. Һы. Көрөшкәмде дыңҡылдатып өҫтәлгә ултырттым. Һуңғы арала ул тормошома артыҡ ныҡ үтеп инде. Күрешмәгән көн юҡ, өҫтәүенә гел төшкө ашты бергә ашар булып киттек. Уның берсә иркә, берсә аҡыллы һоро ҡарашы, рәссамдарға ғына хас аҡһыл оҙон бармаҡтары, һарғылт сәстәре, ихлас, киң йылмайыуы, ә иң мөһиме, һәр ваҡыт ҡыҙыҡ бөтмәҫ әңгәмәләребеҙ мине сантиметрлап булһа ла уға яҡынайтҡандан-яҡынайта ине. Марстан айырмалы рәүештә Райман эргәһендә мин үҙемде атай яҡлауы аҫтында ҡалған кескәй, әммә һылыу ҡыҙ ролендә тоям. Артыҡ хәстәрле, артыҡ йылы ул. Ҡай саҡ күҙҙәренән мин генә белер йылы ипкен бөркөп "кей өҫтөңә, өшөйһөң бит" тиеүен ишетеп ирекһеҙҙән уның етди, үҙ-үҙенә ышаныусан етәксе икәненә ышанмай ҙа ҡуям. Нисек кенә булһа ла ул миңә оҡшай.

Теләһәм дә, теләмәһәм дә, күңелемдән йыш ҡына Марс менән уны сағыштыра башлайым. Үҙем кеүек дыуамал, тиҙ янып барыусан, был тормоштан уға ни кәрәк икәнен әле һаман да аңлап етмәгән, бер аҙ сәйер Марселдән Райман үҙенең етдилеге, һалҡын ҡанлылығы, иртәгәһе көнөнә тулы ышанысы менән төптө айырыла ине. Күңелемә шул хәтлем уйылып ҡалған боронғо архитектуралы, семәрле эскәмйәләре, аркалары, ҡыҙыҡ трамвайҙары, өнһөҙ йылғаһы менән әсир иткән дала ҡалаһы менән заманаға эйәреп, һаман туҡтамай алға барған, таш йорттары, биналары күккә олғашҡан, буйы менән ҡайҙалыр ашыҡҡан баш ҡала араһында ҙур айырма ятҡандай, был ике кеше лә ер менән күк араһы, һәм уларҙың донъяһы бер ҡасан да киҫешмәйәсәк.

Ә мин, гүйә, һаман урталағы күперҙә ҡала киләм. Марстың донъяһы мине ебәрмәй, ете төн уртаһында ла шыбыр тиргә батып уянырға мәжбүр итә, шул үтә шаян да, үтә моңһоу ҙа йондоҙ күҙҙәр һаман эҙәрлекләй, ҡай саҡ баштан аша күмеп алып барған эштәрҙе ташлап тимер юл вокзалына билет алғы килә башлай. Ҡулдар әллә нисә тапҡыр клавиша төймәләре өҫтөндә “Кил!” тип яҙырға ҡыймай ҡатып ҡала. Әммә ҡырмыҫҡа иләүендәй гөжләгән Өфө мине һаман үҙ ҡапҡанында нығыраҡ ҡамай, бөтмәҫ офис ҡағыҙҙарында, киң һәм шаулы урамдарҙа, төшкө аш ваҡытындағы ҡәһүә ҡатып ҡалған сынаяҡ төбөндә һәм ҡаршылағы шул аҡыллы күҙҙәр әсирендә ҡалырға мәжбүр итә.

Офоҡ аръяғында инде мираж ғына булып тойола башлаған ҡаланан һаман артҡа сигенәм. Әгәр ҙә Интернет һәм гел генә аҡыллы ла, бигүк аҡыллы булмаған да хәбәрҙәр яҙып үҙен иҫләтеп тороусы Марс булмаһа, мин тиҙҙән теге яҙғы өс аҙнаны минең фантазиям емеше икән тип уйлай башлаясаҡмын.

Бәйләнештә яңы хәбәр килеүен белдереп төн тынлығын ярып сыҡҡан тауышҡа һиҫкәнеп киттем. Уйҙарымды уҡығандай, Марстың киләһе хәбәре Райман тураһында ине:

"Кавалерыңдың хәлкәйҙәре нисек? Рауза сәскәһе менән фатирың тулманымы әле?"

"Ха-ха! Ҡалай уҫал шаяртаһың ул, Марс”.

Бармаҡтарым бер килке клавишалар өҫтөндә ҡатып ҡалды ла, ары туҡ-туҡ килеп бейергә кереште:

“Ул, бәлки, миңә оҡшайҙыр..."

Икһеҙ-сикһеҙ Интернет даръяһының теге осонда ҡапыл тынлыҡ урынлашты. Талсығып күпме яуап көтһәм дә, был тынлыҡ дауам итте, ә бер ни тиклем ваҡыттан Марстың аккаунты "онлайн"дан "оффлайн"ға әйләнде. Нисек? Нисек мине әле сигенергә йыйынмаған төн менән яңғыҙымды ҡапма-ҡаршы ҡалдырып, йоҡларға китте әле был иҫәр?

Ары ҡулға бөтөнләй ҙә эш бармауы көн кеүек асыҡ ине. Ауыр көрһөнөп эш урынын ипкә килтерҙем, эсеп бөтөлмәгән сәйҙе кухняға алып барып ҡуйҙым да йоҡо бүлмәһенә йүнәлдем.

– Минең донъям шундай буш булып ҡалды, – тинем тын ҡалған төнгө ҡараңғылыҡҡа, һәм ут һүнгәс, ул мине баштан-аяҡ ҡамап алды.

 

– Әллә бөгөн йоҡоң туйған инде, егерме беренсе быуаттың арҙаҡлы Өкөһө?

Ҡарашымды мониторҙан алып алдымда киң йылмайып торған Райманға төбәнем. Төбәнем дә, йөрәк ҡапыл һикереп ҡуйҙы. Ул бөгөн костюмһыҙ ине. Ҡарҙай аҡ күлдәк ҡалай ҙа килешә икән үҙенә. Еңдәренең төймәләрен ысҡындырып беләгенә тиклем үк төрөп ебәргән.

– Ышанаһыңмы, юҡмы, эйе. Һәм үҙемде күпкә яҡшыраҡ тоям, Райман Русланович.

– Әйтмә әле миңә шулай тип! Һинең бәләкәй генә бала икәнеңә шигем юҡ, әммә рәсми тонда өндәшһәң мине ситкә тибәрәһеңдер төҫлө тойола. Ә мин һинән ситтә булғым килмәй.

Һуңғы һүҙҙәрен ул башҡаларына ҡарағанда шымыраҡ, ярым шыбырлау менән һәм өҫтәлгә таянып, миңә әҙерәк яҡынлаған килеш әйтте. Бая һикереп кенә ҡуйған йөрәк был юлы гимнастарға хас бейек сальто яһап алҡымыма килеп тығылды. Мәктәп балаһылай ҡыҙарынып ҡарашымды кире мониторға төбәп маташтым. Копмьютер "сысҡан"ын тотҡан ҡулдарым һатлыҡ рәүештә ҡалтырана ине.

Бына һиңә иҫке ауыҙҙан яңы һүҙ! Ниңә улай алйый был хәсрәт егет? Өҫтәүенә мине лә аҡылдан юйҙырырға мәжбүр итә.

– Зөһрә.

Теләр-теләмәҫ кенә башымды күтәрҙем. Әммә элеккесә етди "тыңлайым" урынына ирекһеҙҙән, икенсе һүҙ сыҡты:

– Әү.

– Эштән һуң мине күрмәйенсә ҡайтма, йәме.

Күңелемдән үҙемде лә, уны ла мең ҡат әрләп кире мониторға эйелдем.

 

* * *

Райман мине беренсе ҡатта лифт янында көтә ине. Көндөҙгө кеүек аҡ күлдәктә, тик йөҙөнә генә бер аҙ арыу сыҡҡан, сәстәре бер аҙ туҙғып маңлайына ятҡан. Матур икән, суҡынсыҡ. Үҙ уйыма үҙем оялып, ҡыйыр-ҡыймаҫ янына яҡынлаштым.

– Арыныңмы?

– Һис юҡ.

Беҙҙең яҡынлашҡанды тойоп ике яҡҡа асылып киткән ишеккә табан йәнәш атланыҡ. Сығыр алдынан шул ишек быялаһына күҙ ташлап өлгөрҙөм: еңдәре төрөлгән аҡ күлдәк, ҡара салбар ҡайышы билен быуған, һарғылт сәстәре бер аҙ туҙғыған, ҡара пинжәген елкәһе аша һалған, ышаныслы аҙымдар менән ялҡау ғына атлап килгән егет янында кизе-мамыҡтан һарғылтыраҡ төҫтәге ябай ғына, түшенә йәшелдән пацифистарҙың күгәрсен тәпәйе төшөрөлгән еңле футболка, тубыҡтан йыртыҡ джинс салбар, ҡыҙыл кедалар кейгән, каштан төҫөндәге бөҙрәләре яурынын япҡан ҡыҙ килә. Икебеҙҙең ике донъя кешеһе икәнен ҡоралһыҙ күҙ менән дә күреп була, биллаһи.

Урамға сыҡҡас, йәйҙең ғәҙәти эҫеһе маңлайға тир булып бәреп сыҡты.

– Ҡайҙа барабыҙ, Искәндәрова?

– Ҡайҙа тәҡдим итәһегеҙ, Райман Русланович?

Һоро күҙҙәргә көлөп ҡарайым.

– Беренсе рандеву өсөн парк барамы? Һине бындай кейемдә ресторанға индермәҫтәр ул.

– Нимә? – Ҡапыл ҡаҙаҡлап ҡуйылғандай туҡтап ҡалдым.

– Әй, һин пафос донъяһына сумған ресторандарҙы яратып еткермәйһең дә инде. Пардон, онотҡанмын.

– Юҡ, унан алда нимә тинең? Ниндәй рандеву тағын?

– Паркка барһаҡ, яп-ябайы була. Ябай булмаһын тиһәк барайыҡ ресторанға. Берәй нисек ризалатырбыҙ, индерерҙәр.

Был егет минән көлә, шикелле.

Әммә күңелемдә уға тамсы ла асыу юҡ ине. Рандеву.

– Мин ҡасандан һинең йөрөгән ҡыҙыңа әйләндем, Райман?

Маңлайға маңлай бирелгән һорауға ул баҙап ҡалды. Еңел һулап ҡуйҙым: алдымда йәнә тәкәббер етәксе түгел, ә оялсан малай тора ине. Ул ҡапыл үрелеп, үҙенең усына ҡулдарымды йомдорҙо:

– Беренсе свидание бөгөн. Тимәк, бөгөндән.

– Ә минән берәйһе ризалыҡ һоранымы?

– Марина һин риза, тине. Һәм һинән рәсми рәүештә ризалыҡ һорарға ҡушманы ла. Сөнки һин ундай нәмәне бөтөнләй яратмайһың, һиңә хыялый һәм дыуамалдар оҡшай, тине.

Ныу Марина! Шайтан ҡыҙ! Ни ҙә булһа ла әйтерлек хәлдә түгел инем.

Ҡарашымды беҙҙең ҡушылған ҡулдарҙан алмайынса тора бирҙем.

– Ризаһыңмы? – Ҡулдарымды һаман ысҡындырмайынса Райман күҙҙәремә ҡараны. Шундай таныш ине миңә был ҡараш. Йылылыҡ ипкене йәнде өтә. Ҡапыл, быға тиклем, бер кемдең дә миңә ундай күҙҙәр менән ҡарамағанын аңланым. “Ә Марс?” тигән йәшен тиҙлегендәге уй ярып үтте мейене.

Уға шунда уҡ яуап табылды: “Нимә Марс? Ул һиңә кем? Ни бары бер дуҫ ҡына. Мәңгегә яныңда ҡалыр һын эргәңдә тора. Марс күпме ваҡыт эргәңдә булды. Оҡшаһаң, күптән килеп етер ине”.

Һауалағы торнанан...

– Эйе.

Был һүҙ, фекеремде бүлеп, үҙенән-үҙе яңғыраны.

Ҡаршымдағы күҙҙәр нур сәсеп йылмайҙы, йылмайҙы ла, киске ҡаланы ла нурға күмде. Раймандың йөрәгемә барыбер нисек тә булһа юл тапҡанын күптән аңлағайным инде.

 

3.

Өйҙә бер ни үҙгәрмәгән. Шул уҡ ҡатҡыл тәртип, күҙ яуын алырлыҡ таҙалыҡ һәм кухнянан тәмле еҫтәр танауҙы ҡытыҡлай. Ә тәҙрә төбөндәге гөлдәр һәр ваҡыттағыса, фатирға айырыуса йәм өҫтәй.

– Атайҙың гөлө сәскә атҡан, әсәй!

Урам яҡҡа ҡараған тәҙрә төптәренең береһендә йәшел көршәктә алһыу наҙлы сәскәгә күмелгән оҙон ҡыяҡлы гөлгә яратып ҡарап ҡуйҙым. Йылына бер нисә тапҡыр сәскә атҡан был гөлдө элек атай яратҡан, шуға ла уны беҙ әсәй менән Атай гөлө,тибеҙ.

Кухнянан ҡулдарын алъяпҡысына һөртә-һөртә әсәй күренде:

– Эйе, кисә үк атты инде. Бер нәмәгә лә бирешмәй шул, йылдар үтһә лә, йәшәүен дауам итә, гел сәскәгә күмелә.

“Һинең һымаҡ, әсәй. Тормоштоң әсе ҡырауҙарына ла, тынды ҡурыр яман эҫеләренә лә бирешмәйһең, һаман көрәшәһең, һаман сәскә атаһың” Әммә ғәҙәттәгесә, күңелемә тулған наҙҙарҙың береһен дә әйтмәнем, ни бары минеке һымаҡ йәшкелт күҙҙәргә, һәр ваҡыттағыса әҙерәк он ҡунған гүзәл бөҙрәләргә, төймә танауы өҫтөнә емелдәп кенә бәреп сыҡҡан мәрйендәй тир тамсыларына, гел генә икмәк еҫе сыҡҡан эшсән ҡулдарға һөйөп ҡарап ҡуйҙым да ҡарашымды тәҙрә артындағы мәңге туҡтамаҫ хәрәкәткә күсерҙем. Тағын күҙ алдыма Райман килде. Кис көнө подъезға хәтле оҙатып оялсан ғына кеҫәһенән шоколад сығарып, сикәнән тейер-теймәҫ үбеп юҡҡа сығыуын иҫләүем булды, ирен ситтәремә һиҙелер-һиҙелмәҫ йылмайыу яғылды. Шул минутта ул гүйә ҙур компанияның етәксеһе түгел, ә ун ете йәшлек малай ине.

Әсәй ҙә быны һиҙҙе, кухняға үтеп ултырып, алдыма ғәҙәттәгесә тау-тау ашамлыҡ өйгәс, күҙҙәремә иғтибарлы ҡарашын атты:

– Ғашиҡ булғанһың әллә?

Саҡ ашаған ашыма төйөлмәнем.

– Ыы-ы...

Әсәйҙе алдап булмаҫ.

– Райманмы?

Тамағыма икенсе тапҡыр икмәк торҙо.

Баш ҡағыуҙан башҡа сара ҡалманы.

– Әйттем бит йөрөп китерһегеҙ, тип. Ипле егеткә оҡшай. Һинең һымаҡ хыялыйға тап-таман. Исмаһам, ҡарап алып йөрөр.

– Әсә-ә-әй...

– Нимә әсәй? Зөһрә, башыңа кей, Зөһрә, тамағыңа аша, Зөһрә, ваҡытында йоҡла, тип йөрөргә ғүмер буйы мин булмаҫмын.

Көлөп ебәрҙем:

– Оһо-о-о, килешәһегеҙ икән былай булғас!

Марс үҙе йыл оҙонона кәпәсһеҙ йөрөй. Марс үҙе өҙөк-йыртыҡ ашай. Марс үҙе төндәр буйы йоҡламай сыға. Марс бер ҡасан да ябай ысынбарлыҡҡа, минең яҡындарым күрергә теләгән ысынбарлыҡҡа һыймаҫ ине.

Уйҙарымдан арынырға теләп ҡоймаҡты еләк ҡайнатмаһында аунаттым да йәнә һүҙ ҡаттым:

– Апайымдар ҡасан киләбеҙ тиҙәр?

– Ошо ялда тиҙәр ине.

Әсәй миңә ҡатҡыл ҡараш атты:

– Йылға бер бөтә ғаилә беренсегә йыйылабыҙ, ваҡыт тапмай ҡара!

Ауыҙым телде йоторлоҡ ҡоймаҡ менән тулы ине, шуға күрә, "биреләм" тигәнде аңлатып ике ҡулымды юғары сөйҙөм.

 

Әллә ниндәй билдәһеҙ һағыш йәнде талай.

Баш күтәрмәй эшләп ултырған еремдән ҡапыл ҡарашымды тәҙрә артындағы йәшел сауҡалыҡтарға күсерәм. Күҙ алдыма ҡарлы-буранлы мәл, тимер юл вокзалына елдергән машина, йыш-йыш тәмәке көйрәткән шул бер һын килә. Күрер күҙгә күренмәҫ ниндәйҙер ҡыпһыуыр үрелеп, йөрәкте ҡыҫа. Уны алып ташлар көсөм дә, теләгем дә юҡ.

Һағынаммы мин һине?

Һис шикһеҙ!

Төнөн уянып сәй яһайым да шуны аңлайым. Тик был һағыныу үҙен белдереп, ҡысҡырып тормай. Бары ябыҡ йәрәхәт шикелле, эстән генә күңел ҡылдарын сиртә. Күҙҙәрҙә уйнаған бәхет осҡондарына ла, Райманға булған наҙлы хистәргә лә ҡамасауламай ул. Әммә йөрәк майын һыҙып, шәмдәлдәй, бына бында, күкрәк тәңгәлендә елпелдәй.

Ғүмереңдә бер нисә тапҡыр ғына күргән кеше лә шул хәтлем яҡын булыр икән...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең араны тик Интернет әфәнде генә бәйләй, ә мин һинең менән тағын бер тапҡыр урамдарҙан үтер инем. Тағын берәй сәйханала кешеләрҙе ғәжәпләндереп, сынаяҡта сайпылған сәй аша телефон дисплейын күҙәтер инем. Һиндәй һантыйҙы әлегәсә тапмағанмын, ә һинең яныңда ғына минең иҫәрләнгем килә.

Һуңғы арала йүнләп яҙмайһың да бит һин.

Ҡайһы ваҡыт һин ҡояштай йылыһың, ипкенең өтөп алып бара.

Ҡайһы ваҡыт һинән һирпелгән һыуыҡҡа тын юлдары ҡурыла.

 

* * *

Эш сәғәте күптән бөтөп, шуны ғына көтөп ултырған һәр кем ҡабалан-ҡарһалан әйберҙәрен йыйып сығып ҡасҡанда ла минең бүлмәлә ут яна ине. Ярай, ҡағыҙ эшен ипкә килтереп яйлап алдым. Кабинет та миңә оҡшағанса ҡулайлаштырылды. Әммә һуң ҡайтыуҙы әллә ғәҙәт иткәнмен, әллә был кабинет кәрәкле эш мөхите тыуҙыра, ҡәләмемдең осон сәйнәп һаман ултырам әле.

Үҙемә өсөнсөгә сәй яһап алғанда ишеккә туҡылдаттылар. Йыйыштырыусы микән?

– Үтегеҙ.

Әммә тупһала мине ғәжәпләндереп, гел ҡупшы йыйналып ҡуйыр сәстәре тыңлауһыҙ рәүештә иңдәренә һибелгән, күҙ ҡабаҡтары ҡыҙарып шешкән, ҡиммәтле маникюрлы тырнаҡлы ҡулдары дер ҡалтыранған Марина пәйҙә булды.

Урынымдан һикереп тороп әхирәтемдең ҡаршыһына атланым.

– Ни булды?

Йөҙө ҡасҡан әхирәтемде ҡосаҡлап, өҫтәл ҡаршыһындағы диванға ултырттым. Ҡайнар сәй яһалған көрөшкәне ҡулдарына тотторғас ҡына Марина телгә килә алды:

– Хоҙайым, шул хәтлем дә иҫһеҙ, ғәмһеҙ булыр икән ошо ир-аттар!

Әһә. Тимәк, эш йәнә Фәнзилдә.

Маринаның бер башлағас, һөйләп бөтөрөнә шик юҡ ине, бер әйткәнде ике ҡабатламай ул, шуға күрә, ҡабаланмай ғына уның йәнә телгә килеүен көтөргә булдым. Тороп тәҙрәне асыуыма, әллә унан үтеп ингән ямғырҙан һуң ғына була торған саф һауаға айныны, әллә ысынлап та тыныслана бирҙе, әхирәтем йәнә һүҙ ҡатты. Уға табан әйләндем: бөтөнләй тынысланған, ҡулдары менән көрөшкәне услаған. Тик күҙҙәрендә генә үҙәк өҙгөс әсенеү.

– Барыһы ла шундай матур башланғайны бит. Урыҫ егеттәренә ҡарағанда, Фәнзилдең һөйкөмлөлөгө, киң күңеллелеге, ихлас эскерһеҙлеге арбағайны. Өс йыл үттеме, әллә нимә булды ла ҡуйҙы. Элек йөрөмәгән ер ҡалмай торғайны, ябай көндәрҙә лә сәскәләр менән ҡыуандырыр ине. Ә кисен... – Марина йәш тулы күҙҙәрен миңә төбәне. Ҡарашын күтәрә алмай, мин иҙәнгә текәлдем.

– Кисен бергә ултырып сәй эсеүҙәре... Юҡ хәҙер ундай Фәнзил. Эштән ҡайта ла, башкөллө компьютерына сума. Әйҙә һөйләшәйек, тием. “Ни хаҡында һөйләшергә һинең менән?” – тип екеренә. Берәй ҡайҙа сығайыҡ тиһәм, йә ваҡыты юҡ, йә арыған, йә башы сатнай. Күҙҙәрендә нуры ҡайтҡан. Хистәребеҙҙе ҡотҡара-ҡотҡара арыным, Зөһрә. Көсөм юҡ.

Хәлдәр ауыр. Тамағыма килеп тығылған төйөндө көс-хәл менән йоттом да, кеҫә телефонымды алып номерҙар кенәгәһен аҡтарырға керештем.

Марина быны үҙенсә аңланы шикелле. Урынынан торорға маташты:

– Юҡ, шылтыратма уға! Аңламай бит ул!

– Суҡынып китһен Фәнзилең, Марин. Ҡурҡма, мин Ҡәҙриәгә шылтыратам.

– О-о. Былай булғас, икегеҙҙән дә ҡотолоу юҡ.

Кабинет тупһаһын ашатлағандан алып беренсегә Маринаның сибәр йөҙөндә йылмайыу ишараты пәйҙә булды.

 

Ҡәҙриә беҙҙең тағандың өсөнсө вәкиле. Бер университета уҡымаһаҡ та, беҙ уның менән күптән таныш. Йыл әйләнәһенә малайҙарса алынған тырпай сәс, сая йөҙ, сағыу, ғәҙәти булмаған кейемдәр һәм ваҡыт-ваҡыт уның эшлекле осло танауына ҡунаҡлаған төрлө күҙлектәр – бына ниҙән ғибәрәт был шайтан ҡыҙ. Филология факультетының инглиз бүлеген бөткән ҡыҙ бик күп сәйәхәт итә, шуға уның менән күрешеүҙәр артыҡ йыш ҡабатланмай, ә иһә бәхет ишеге асылып, осрашыу уның сираттағы илдән ҡайтҡас, бер аҙ эшләп алыу уйы менән Өфөлә тупланған сағына тура килһә, был күрешеү шауҡымы әле бер-ике айға етәсәк.

Ҡәҙриәнең был юлы өйҙә икәнен мин бер-ике көн алдан белә инем инде, ярай әле донъяла Инстаграм бар. Шуға ла, трубканың теге осонда уның ғәҙәти сағыу тауышы яңғырағас, һүҙҙе оҙаҡҡа һуҙманым:

– Сәләм, тәлмәрйен-сәйәхәтсе! Беҙ хәҙер һиңә Марина менән киләбеҙ, сәйеңде ҡуя тор.

– Ярай, ҡыҙҙар!

Эй зирәк тә инде үҙе! Артығын да төпсөнмәне. Мин һөйләшкән ҡыҫҡа ваҡыт арауығында бер нөктәгә текәлеп тағы ауыр уйға батҡан Марина янына барҙым да, елкәләренән тотоп еңелсә генә һелкеттем:

– Киттек. Күҙ йәше менән ҡайғыға ярҙам итмәҫһең.

Бер аҙҙан Опел киске Өфө уттарында ямғырҙан һуң ялтлап ятҡан трасса буйлап ҡаланың икенсе осона елдерә ине.

 

– Әйттемме мин һиңә улар барыһы ла бер үк була тип? Әйттем. “Юҡ, Фәнзилем улай түгел, юҡ, ул икенсе”... Кем һайрай ине?

Оҙон дивандың башына ҡунаҡлап уҡ алған Ҡәҙриә Маринаны һүтә генә. Мин өндәшмәй генә телефонымда соҡонам.

Әммә был уларҙы тыңламайым тигән һүҙ түгел. Шайтан ҡыҙҙы бүлдерергә ярамай, әйтәһе һүҙен әйтеп парын сығарып бөтһөн, шунан минең сират.

Бында күңелле... Марс, ысынлап та, бөтә ир-егет тә бер ҡалыптан ҡыуылған микән ни?

 

Ни мәғәнәлә, Зөһрә?

 

"Тәүге ваҡытта саң да ҡундырмай, өф итеп кенә йөрөтәләр ҙә, бер ике йыл үтеү менән шундай ғәмһеҙгә әйләнәләр..."

 

"Яулап алыуы ҡыҙыҡ бит. Күктәге йондоҙ ана, ниндәй бейек, матур... Шуны өҙөп алып өйҙәге берәй һандыҡҡа тығып ҡуй әле. Ябай таштан бер нәмәһе менән дә айырылмаясаҡ".

 

Ирен ситтәремә йылмайыу ҡунды. Ҡалай матур итеп аңлата бит әле. Һис тә инженер тимәҫһең үҙен.

– Зөһрә!

– Ә?

Көслө тауышҡа ҡапыл тертләп, башымды күтәрҙем. Ҡыҙҙар икеһе лә миңә баштарын борған. Маринаның күҙҙәре элеккесә моңһоу, әммә үҙенә әҙерәк кеше төҫө сыҡҡан. Ҡәҙриәнең ҡараштары өтөп алып бара, берәй һорауын ишетмәй ҡалғанмын күрәһең.

– Баянан бирле саҡырабыҙ һине. Төш йыһаныңдан ергә, Марсың һинһеҙ ҙә әйләнеп торор.

– Минең сиратмы һөйләргә?

– Саҡ барып етте башына, аллилуя! Мин сәй ҡуя торам.

Ҡәҙриә ҡосаҡлап ултырған мендәрен миңә бәрҙе лә, яуапҡа шулай уҡ тос йөк алыуынан ҡурҡып кухняға йүгерҙе. Көлә-көлә мендәр ҡосаҡлап инде мин диван башына – "ораторҙар трибунаһына" менеп ҡунаҡланым.

– Һиңә бары тик Фәнзилде ҡыҙыҡһындырып өйрәнергә кәрәк, Марина. Уйлап ҡара әле, ҡасан һин уны һуңғы тапҡыр ғәжәпләнергә мәжбүр иттең?

Әхирәтем көсөргәнешле рәүештә ҡаштарын йыйырҙы, әммә һорауыма яуабы булманы.

– Күктә балҡыған йондоҙҙо өҙөп алыуы ҡыйын, әммә ҡыҙыҡ. Тик шул йондоҙ тора-бара ябай таштан бер нәмәһе менән дә айырылмаҫҡа мөмкин. Балҡырға кәрәк.

Марина аптырап, башын күтәрҙе, кухня ишеге уйымынан башта Ҡәҙриәнең терпе сәстәре тырпайҙы, уның артынан сағыу тауышы фатирҙы яңғыратты:

– Ҡайһы китаптан уҡының был аҡыллы һүҙҙәрҙе, рәссам туташ?

Телефонымды юғары сөйҙөм:

– Марс.

– Браво! Һине аңлар шундай дуҫың булыуы үҙе бәхет!

Маринаның йөҙө бөтөнләй ҙә асылып китте. Ул һикереп торҙо ла Ҡәҙриә янына кухняға йүнәлде. Ә мин улар янына ашыҡманым. Ҡарашымды асыҡ тәҙрә аша йымылдаған йәйге күктәге йондоҙҙарға күсерҙем. Ҡайҙалыр шунда Марс планетаһы әйләнергә тейеш. Ер шарының бер нөктәһе генә булып ҡалған теге ҡала шикелле. Ҡайҙалыр... Ул үҙе лә шулай сикһеҙ ғаләм киңлегенең мәңге барып етмәҫ тик бер нөктәһе генә булып ҡалыр микән ни? Улай тиҙ юғалтыр булғас ниңә таптым һуң мин уны? Юлдар, поезд рельстары шикелле, тик бер аҙға ғына киҫеште лә кире айырылышты. Бары тик ҡайҙандыр һаман йөрәкте йылытып нуры килә.

Алыҫтағы йондоҙ нығыраҡ яҡтырта шул.

 

* * *

Ишек янына барғас, ҡыңғырауға баҫыр алдынан оҙаҡ йылмайып торҙом. Фатир эсенән сыҡҡан балаларҙың шат тауыштарына хатта ҡалын ишек ябыуы, таш диуар ҙа кәртә түгел икән. Бөтә ғаилә шулай йыйылғанды яратам мин. Шуға ла бөгөн уйынсыҡ һәм тәмле-татлы тултырылған сумка тотоп, әсәйгә ашығыуым.

– Зөһрә апай килгә-ән!

Ишек тупһаһын ашатлап өлгөрмәнем, бәләкәстәр кемуҙарҙан миңә ҡарай сапты. Һәр береһен ҡосаҡлап, алма биттәренән үбеп, саҡ аяҡҡа баҫыуыма алдымда йылмайып, апайым тора ине.

– Һаумы, апай! Күрешмәгәнгә ни заман!

Ҡыуанып ҡосаҡлаштыҡ. Кейәүгә сыҡҡанынан алып өлкән апайымды бик һирәк күрәм. Әллә ҡайҙа, Рәсәйҙең төнъяғында урынлашҡан Нижневартовскиҙа йәшәгәстәре ни, әсәйҙе лә, мине лә һағындырып ҡына, ярты йылға бер ҡайтып әйләнәләр.

Апайым мине баштан-аяҡ тикшереп сыҡты ла көрһөнөп ҡуйҙы:

– Һаман шул уҡһың. Бер ерең дә үҙгәрмәгән икән. Ҡайтҡан һайын инде ҙурайғанһыңдыр, кешесә кейенә башлағанһыңдыр тигән өмөт тә…

Ризаһыҙлыҡ белдереп танауымды йыйырҙым:

– Тағын шул бер балыҡ башы, апай! Әсәй мине башлы-күҙле итә алмай ыҙалай, һин кейендерә алмай интегәһең.

– Бүтән ыҙаламам, бар инде бар хәҙер башы-күҙе Зөһрәнең!

Кухнянан әсәйҙең күңелле тауышы ишетелде. Апайым уның яғына башын борҙо:

– Булмаҫ!

– Йә, тупһанан уҡ йәбештеләрсе! Еҙнә ҡайҙа? – Ҡолаҡтарыма ут ҡапҡанын тойоп түргә атланым.

– Килмәне ул. Эшенән ебәрмәнеләр был юлы.

Аҙағы бар.

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас в